Йөрәк хәтере
Мин Мәхмүтова Хәснә Насибулла ҡыҙы, 1938 йылда Буранғол ауылында, ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Бала сағым Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Атайым һуғышҡа киткәс, бәләкәс кенә бер бүлмәле өйҙә өс бала ҡалдыҡ: ағайым, апайым һәм мин. Бына шул ваҡыттан аслыҡ, яланғаслыҡ башланды ла инде...” Көҙөбил” колхозы инәйҙәргә, ҡарттарға, бала-сағаға ҡалды. Инәйҙәр ҡара кискә ҡәҙәр кәбән дә ҡойҙолар, иген дә урҙылар, колхоз малына бесән эшләнеләр. Эшселәр төшкө ашҡа ыумас, өйрә, ҡатыҡ, ҡатырмаҡ алып баралар. Ҡайһы ваҡыт эш хаҡына икейөҙ грамм он бирәләр ине. Минең инәйем бер һыйырҙан өҙөлмәне, һыйырға ай яҡтыһында бесән эшләр ине, тик 200 литр һөт — һалым, шуға күрә май-ҡаймаҡ ашаған булманы. Май йыйылһа Кирәбе ауылына алып барып һатып килә торғайны, сөнки сарыҡ тегеп кейергә еп, күн һәм башҡа донъяның кәрәк ярағы күп кәрәк. Мин бала сағымда ит ашағанымды хәтерләмәйем, сөнки һыйырҙың быҙауын йылда хөкүмәткә тапшырып торҙоҡ, тағы ла 200 йомортҡа, һарығың бармы, юҡмы һорап тормайҙар, һарыҡ йөнө лә йылда тапшырырға тура килде. Тағы инәйҙәрҙе “займ” тигән нәмә йонсота ине, нисә һум түләп алғандарҙыр инде, мәжбүри эш булды. Минең бала саҡта ашап үҫкән аштарым: кәһәл, ыумас, ҡатыҡ, ҡурмас, өйрә... Инәйем кәһәл бешерергә ҡуйһа беребеҙҙе туҡтауһыҙ болғап торорға ҡуша, уны һоло ононан бешерәләр, болғатмаһаң күмһей. Ҡатырмаҡты әшәк өҫтөнә һалып алалар, инәйем бер ҡатырмаҡты дүрткә бүлә ине. Беҙ оҙағыраҡҡа етһен тип, әҙләп кенә семтеп ашайбыҙ. Исмаһам ауылыбыҙҙа картуф үҫмәне, ҡырау алып торҙо, тиҙәр.
Ҡыш уйнарға сығып булмай сөнки кейергә кейем юҡ. Юл аша ғына әхирәтем йәшәй, уйнарға, тип беҙгә йүгереп килә лә, әшәк өҫтөнә аяғын ҡуйып алыр ине. Йәйгә сыҡһаҡ беҙҙең эштәр көйлө! Яҙын бер түбәлә ҡар иреһә, шунда уйнарға йүгерәбеҙ. Минең уйнап үҫкән уйындарым : көйөкбаш, бала йәшереү, уртабай, сертке, бесәй менән сысҡан, аҡ тирәк-күк тирәк... Уртабай, сертке уйындары өсөн туп кәрәк, инәйҙәр сепрәктән туп тегеп бирәләр, яҙын һыйыр йөнөнән туп эшләп алабыҙ, һыу буйынан нәҙек ике тал ҡырҡып , остарын бәйләп ырғыуыс эшләп алабыҙ. Йәйен тамаҡ туҡ- ҡырҙа кәзә һаҡалы, һөтлөкәй, еләк-емеш ашайбыҙ. Беҙҙең ауыл тирәләй ҡарағастар күп үҫә, шуның ылыҫын да ашайныҡ, сайырын сәйнәнек... Ҡымыҙлыҡҡа барабыҙ, тау йыуаһы, бетлекәй йыябыҙ, ауылдан йыраҡ түгел һаҙ йыуаһы үҫә, шуны яулыҡҡа төрөп алып ҡайтабыҙ. Инәйҙәр ҡышын ашарға тип, ваҡ ҡына итеп турап киптерәләр, хатта Абҙаҡ, Рысай ауылдарынан да килеп тоҡ-тоҡ итеп алып ҡайталар. Хәҙер һаҙ йыуаһы күренмәй. Әллә беҙҙең быуын кешеләре, Ҡыҙыл китапҡа ингән һаҙ йыуаһын, ҡоротоп бөтөрҙөләрме икән? Инәйҙәр тоҡ, һарына ҡаҙғыс алып, һарына йыйырға китәләр, ҡайтҡас, һарына өйрәһе эсәбеҙ. Шул һарына күп йылдар үҫкәне юҡ ине, аслыҡ ҡоротто уныһын да, ярты быуат ғүмер үткәс кенә күренә башланы сабынлыҡта һарынаһы ла. Һуғыш йылдары әллә шырпы булманы, мин бер кемдә лә шырпы күрмәнем, инәйем әшәктә утын янып бөткәс, тере күмерҙәрҙе әшәктең бер яҡ эргә буйына көл менән күмә ине. Биҙрә, йә шабала тотоп урамға сығаһың, кемдең мөрйәһенән төтөн сыға шуларға күмер һорарға бараһың. Инәйем кис әшәктең яҡтыһында яманып ала ла: « Ярлы ямана ла, ҡыуана”, тип әйтеп ҡуйыр ине. Беҙҙең төтәнәк шәм бар, кәрәсинебеҙ юҡ. Байыраҡ кешеләрҙә кәрәсине лә, унлыҡ төтәнәк шәмдәре лә бар ҙа ул... Урта байҙарҙа етелек торбалы шәм. Шул шәмдәргә лә милтә табыуы ҡыйын, һуғыш бөткәс ҡайһы бер атайҙар, ағайҙар шинель кейеп ҡайттылар, шинелдең итәк осон милтәгә ҡырҡып, сарыҡ ҡуңысына ҡырҡып, ҡыҫҡартып бөттөләр. Инәйем мине председатель булып эшләгән ағайҙарға йомошҡа ебәрҙе, ишек төбөндә торам, иҙәндә ятҡан, оло кеше ике ҡабырлыҡ икмәкте усыма йомдорҙо, ҡапҡаларынан сығыу менән ашап та ҡуйҙым. Бына бит вазифаһынан файҙаланып мейес тултырып икмәк бешереп ашайҙар, ҡайҙа һуң ғәҙеллек? Һуғыш йылы 200 грамм бойҙай урлап тотолһаң –төрмә, беҙҙең ауылдан 17 йәшлек апай 500 грамм бойҙай өсөн төрмәлә булып ҡайтты. Инәйем игенгә башаҡ йыйырға йөрөнө, суйын көршәккә һалып мейестә быҡтыра, йә булмаһа баҙға төшөп ҡул тирмәне аша үткәрә ине, ҡул тирмәне үткәргән тауышты аңдып ҡына торалар, ошаҡ көслө булды. Күптәр ҡырлыҡ үҫемлеген ашап, тартышып үлделәр, “Ҡырлыҡ ашап, ҡырҙа ятып ҡалған”, тип һөйләрҙәр ине. Ауылыбыҙҙа өс мунсалы кеше булды, мунсаға сират, йыуынырға һабын юҡ, көл тоноғо менән йыуынабыҙ, кер йыуабыҙ.
Шулай итеп уҡыу йәшенә лә еттем, ялан аяҡ, ялан баш, хатта ыштан да юҡ, бер ҡат күлдәктә беренсе класҡа барҙым. Һуғыштан ҡайтҡан Мирза исемле ағай дүрт класты ла бер үҙе уҡытты. Иҫәпләргә өйрәнер өсөн 10 таяҡ эшләп килтерергә ҡушты, мунса миндегенән 10 иҫәп таяғы эшләп алып барҙым, яҙырға дәфтәр юҡ, һәр класҡа 2 китап ни бары. Уҡытыусыбыҙ Талик ауылына ( 4-5 өйҙән тора, ике саҡрым йыраҡлыҡта) алып китте, Миәстән килеп йәшәгән рус кешеһенә картуф алыштыҡ һәм эш хаҡына ул беҙгә күп итеп һары ҡағыҙ тоҡтар тотторҙо, шул тоҡтарҙан дәфтәрҙәр эшләп, буй һыҙыҡтар һыҙып, уҡытыусыбыҙ өләшеп бирҙе. 3-4 кластарҙа пероһы менән ручкаһы, ҡараһы кәрәк. Әҙәм балаһы әмәлен таба, мейес ҡоромонан ҡара иҙеп алалар, ҡайһылары пероны сыбыҡҡа бәйләйҙәр. Инәйем плащ материалынан аяҡ кейеме тегеп бирҙе, яулығым бар ине, бишмәт тегеп кейҙерҙе, хәҙер ҡышын да мәктәпкә йөрөй алам. Минең ҡарт инәйем, оҙонса ғына итеп он иләргә туҙҙан селнисә тегеп алды. Һуғыштан һуң күп йылдар халыҡ күтәрелә алманы, бер-береһенә йомошҡа йөрөрҙәр ине, хатта ямаулыҡ һорағандары ла иҫтә ҡалған, кер йыуырға ялғаш, иләген дә һорарҙар ине. Күрше ауылға ҡунаҡҡа саҡырһалар: “Ауыл ебәрһә, барырмын”, тигәндәр. Ҡайһыһына шәл, ҡайһыһына камзул биреп торғандар... Клуб булмағас, “Мәктәптә концерт ҡуялар!”, тигән хәбәр таралды. Шул көнө инәйем минең күлдәгемде систереп йыуып, икмәк көрәгенә элеп, әшәк башына киптерергә ҡуйҙы. Миңә үҙенең шинель костюмын кейҙереп концертҡа ебәрҙе. Әҙерләгән номерҙары бөткәс, тамашасылар араһынан ҡайһыһын йырларға, ҡайһыһын бейергә һорайҙар. Мине лә, бейеүсе икәнемде белгәс, бейергә саҡырҙылар “Күлдәгем юҡ!”, тинем, “Йә, улай булғас!..”, тип ҡуйҙылар.
Ауылда 4 класты тамамлағас күрше Малай Муйнаҡ ауылына бишенсе класҡа уҡырға барҙым, йәйәү барабыҙ, ҡайтабыҙ. Инәйҙәр вещмешок тегеп бирҙеләр, бер аҙна ашарлыҡ аҙыҡ күтәреп барабыҙ, аҙыҡ тигәс тә тәм-том юҡ: йоморо икмәк, ҡаймаҡ. Барғанда атлап барабыҙ, ҡайтҡанда буш рюкзактар менән йүгерешеп ҡайтабыҙ. Беҙ уҡыуҙан сығыуға бер апай бер ҡаҙан һыу ҡайнатып ҡуя, шуны икмәк менән эсәбеҙ-шул төшкө аш. Аталары һуғыштан килмәгән атайһыҙ балаларҙы ятаҡҡа алдылар, мин дә шунда эләктем, ҡалғандарҙы ике бүлмәле өйҙә йәшәгән әбейгә урынлаштырҙылар, уларҙы аталары утын менән тәьмин итә. Малайҙар ятағы ла бар, таҡтанан эшләнгән урынлыҡ, мейес, утын түмәренән бысып алынған дүрт ултырғыс — бар йыһаз шул. Һигеҙ ҡыҙға ла әллә бесән, әллә һалам тултырылған матрац, одеал, простыня бирҙеләр. Каникулда бригадир аш утарға ҡуша, игендә осот үләне күп үҫә ине, ә бесән ваҡыты етһә һәнәк, тырма тотоп, бесән эшенә йөрөйбеҙ. Ул ваҡытта бөтә эш ат көсө менән эшләнә: иген һөрөү, тырматыу, малға бесән ташыу... Ат башында 5-7 йәшлек малай, егеттәр кәбән ҡоялар. 1 сентябрь тағы йәйәүләп уҡырға китәбеҙ, шулай итеп ете класты тамамланым. Яҡшы уҡығандарҙы Миәсс ҡалаһына экскурсияға йәйәү алып барҙылар. Әхирәтемдең күлдәге юҡ, бараһы килә, минең ике яңы күлдәгем бар ине, уға биреп торҙом. Малай Муйнаҡ ауылына барып ҡундыҡ та, юлға сыҡтыҡ. Әхирәтем: «Миәстә жуликтар күп тип һөйләйҙәр”, ти, ул жуликтарҙы алама кейенеп йөрөйҙәр, тип уйлаған. Уҡытыусылар киноға алып барҙылар, “Буря” тигән кино ине. Кино башланған, мин әхирәтем менән иң аҙаҡ керҙек һәм ултырғысҡа ултыра алмай мәшәҡәтләндек, ҡыя ҡырына ултырып ҡарайбыҙ, залда ут һүнгән, ултырғыс әйләнә икән!.. Ишек ҙурлығы көҙгөгә ишек тип, бәреләбеҙ. Урамда Һеҙ ФЗОшниктармы әллә тип һорайҙар. Ике тапҡыр фото төштөк, хатта ике малайҙың тубығындағы ямауы күренеп тора, ҡайһы саҡ шул фотоға ҡарап ултырам, аяҡ әйберҙәребеҙ төрлөсә: кемдең кирза итек, сандали, ә минең аяғымда йөн ойоҡбаш, һай галуш. Малай Муйнаҡ мәктәбен тамамлап ауылыма ҡайттым, бесәнгә тиклем колхозда төрлө эштә йөрөп, салғы ла тоторға ваҡыт етте. Йәй булһа бесәндә, ҡышын колхоз келәттәрендә эшләйбеҙ. Винка тигән ҡоролманы ике ҡыҙ тотҡаһынан әйләндерә, берәү бункирға аш һала, икенселәре сортҡа айырылған ашты ситкә ағас көрәк менән ала. Орлоҡҡа ашлыҡ әҙерләйбеҙ. Винка тауышын бейеү көйөнә оҡшатып, бейеп тә алабыҙ, ә мәктәпте тамамлаған малайҙар фермала башмаҡ ҡарайҙар, ҡайһылары ат егеп бесән ташынылар. Мин эш барҙа эшләп, эш юҡта селтәр бәйләп, сигеү сигеп, инәйемә половик һуғышып ун туғыҙ йәшкә еттем. Үҙемдең ауыл егетенә, егерме йәшлек, уның атаһы ла һуғышта үлгән егеткә, тормошҡа сыҡтым. Кейәү бүләге яулыҡ, өс метр күлдәклек сәтин булһа, минең бирнәм: яҫтыҡ, юрған, кейеҙ, буш һандыҡ ине. Йөк арбаһын егеп, ат менән ике әбей мине күсереп алып ҡайттылар.
Өй һалдыҡ, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек, үкенесле лә, төрлөсә итеп 31 йыл ғүмер иттек. Аллаға шөкөр, яҡшы кейенеп, яҡшы туҡланып үҫмәһәм дә һаулығым насар түгел, хөкүмәткә алдынғы һауынсы булып ғәҙел хеҙмәт иттем, хаҡлы ялға сығып, 76 йәшемә лә еттем. Тормош иптәшем иртә китһә лә, мин яңғыҙ түгелмен, балаларым, ете ейән –ейәнсәрҙәрем, бер бүләсәм тормошомдо биҙәйҙәр. Интегеп үҫеүемә ҡарамаҫтан, мин бәхетле, тик шуныһы үкенес — ваҡытында уҡымағанмын, ғүмер буйы ғәҙелһеҙлектәрҙе күреп эсем боша, хөкөмсе генә булып эшләргә тейеш кеше инем бит мин...
Интернет киңлектәренән ворд документ
Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары: https://nazir1965.com/bez-rubriki/grazhdandar-%D2%BBu%D2%93yshy-asly%D2%A1-jyldary.html
Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...: https://nazir1965.com/tarix/%D2%BBu%D2%93ysh-jyldaryn-i%D2%ABk%D3%99-t%D3%A9sh%D3%A9r%D2%99%D3%A9m.html
Бала сағыбыҙҙы... һуғыш тартып алды: https://nazir1965.com/tarix/bala-sa%D2%93yby%D2%99%D2%99y-%D2%BBu%D2%93ysh-tartyp-aldy.html
Яҙмыш — һикәлтәле юл: https://nazir1965.com/tarix/ya%D2%99mysh-%D2%BBik%D3%99lt%D3%99le-yul.html
Ер һәм йыр улы: https://nazir1965.com/tarix/er-%D2%BB%D3%99m-jyr-uly.html#more-2784
Өләсәй: https://nazir1965.com/tarix/%D3%A9l%D3%99s%D3%99j.html#more-2643