Асыҡ ғәүрәт

                                                    Асыҡ ғәүрәт – боҙоҡ энергия магниты

     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән-Кәримдә «Әғраф» сүрәһенең 26-сы аятында: «Беҙ кешеләргә кейем бирҙек, — тип әйтә, — ул кейем менән улар оят ерҙәрен ҡапларҙар». Һәм Аллаһ Раббыбыҙ аяттың аҙағында: «Беҙ әле уларға үҙҙәре күрмәй торған кейем дә бирҙек, тәҡүәлек кейеме бирҙек, әгәр улар аңлаһалар, был кейемдәр улар өсөн бигерәк тә хәйерлерәк», — тип әйткән. Ошо аяттан күренгәнсә, әҙәм балаһының кейеме оят ерҙәрен ҡаплап йөрөр өсөн бирелгән, сөнки Аллаһ Раббыбыҙ кешеләрҙе аҡыл менән зиннәтләп, хайуандарҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм әҙәм балаһының хайуандарҙан өҫтөн сифаты — ояла белеү сифаты. Кеше хайуандан аҡылы менән айырыла һәм иң беренсе айырмалыҡ сифаты — ояла белеү, йәғни — кешенең ғәүрәт ерҙәрен ҡаплап йөрөүе, шәриғәтебеҙ буйынса ҡапланырға тейеш ерҙәрҙе күрһәтмәүе. Шулай булһа, беҙ ояттың нәмә икәнлеген беләбеҙ һәм хайуандан асыҡ айырылып торабыҙ, сөнки улар ояла белмәй, уларҙа кейем юҡ, ғәүрәт ҡаплау юҡ.

     Ә бөгөнгө көндә беҙҙә хәл нисегерәк һуң? Беҙ унбер йыл мәктәптәрҙә, бишәр йыл институттарҙа уҡыйбыҙ, әммә Аллаһтың ошо талабын үтәйбеҙме һуң? Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла был. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа йәй көнө кейем йөнө ҡырҡылған һарыҡҡа тағылған суҡ (инәү, бәйҙәлгән сепрәк киҫәге) кеүек шикелле генә ҡала. Бындай кейем оят һаҡлау өсөн хеҙмәт итмәй, кешеләрҙең байлығын, дәрәжәһен һәм кәүҙәһенең төрлө матур урындарын күрһәтә торған роль уйнай. Бына был, әлбиттә, дөрөҫ хәл түгел.         Һәм Аллаһ Раббыбыҙ әйтте: «Беҙ һеҙҙе үҙегеҙ белмәгән кейем менән дә төрөп алдыҡ». Быны инде ғалимдарыбыҙ кешенең аураһы, йә энергетик ҡыры тип атайҙар. Кешенең тәне бар, йәне бар, аҡылы бар. Тимәк, ошо өс өлөштән торған беҙҙең тәнебеҙҙе Аллаһ Раббыбыҙ үҙенең нуры менән әйләндереп алған икән һәм: «Һеҙҙең өсөн был кейем хәйерлерәк, — тигән. — Был кейем һеҙҙе төрлө ауырлыҡтарҙан, боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлар».
     Аллаһ беҙҙе нур менән әйләндереп алған кейем боҙоҡ кешеләрҙең, уҫал кешеләрҙең күҙ ҡараштарынан зарарлана икән, «күҙ тигән, боҙоҡ кергән» тип әйтәбеҙ беҙ быны. Тимәк, боҙоҡ кереүҙәр, күҙ тейеүҙәр уҫал, иманы зәғиф кешеләрҙең күҙ ҡарашынан була икән. Бына был яҡтан ҡарағанда ла кәүҙәбеҙҙең ни тиклем күберәк өлөшө ҡапланған булһа, шул тиклем беҙ боҙоҡ күҙ ҡараштарынан азатыраҡ булабыҙ, һәм күҙ тейеү, боҙоҡ инеү кеүек әйберҙәрҙән дә беҙ азат булабыҙ. Ә беҙ бөгөн нимә эшләйбеҙ?
     Беҙҙең бөгөн күрһәтә алған бөтөн ерҙәребеҙ асыҡ, урамда теләһә ниндәй ҡиәфәттә йөрөйбөҙ, һәм шунан һуң инде «беҙҙе өшкөрә алмаҫһығыҙмы икән, беҙгә Ҡөръән аяттарының шифаһы теймәҫме икән» тип хәҙрәттәргә лә барабыҙ, экстрасенстарға ла йөрөйбөҙ. Үҙебеҙгә боҙоҡлоҡ инә торған, насар энергия инә торған урындарыбыҙҙы, хатта баштарыбыҙҙы ла ҡаплап йөрөргә үҙебеҙҙә көс таба алмайбыҙ. Насар энергия инә торған урындың иң төбө—сәс. Уны ғалимдар чакра тип йөрөтәләр. Ул боҙоҡ энергияны ҡабул итеүсе антенналар ролен уйнай.
     Һәм кейем мәсьәләһендә шәриғәтебеҙ буйынса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡуйылған талап та бик ҙур, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ милләтебеҙҙең киләсәге, милләтебеҙҙе дауам итеүселәр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ урамда теләһә ниндәй ҡиәфәттә йөреп, үҙҙәренә боҙоҡ энергияны туплап, унан һуң ул энергияны балаға күсерһәләр, беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге юҡ, сәләмәт балалар тыумай. Бөгөн инде тыуыусы балаларҙың 70% ты ауырыу икән, 15% аҡылға зәғиф икән, тыуыусы балаларҙың 15 проценты ғына бөгөн иҫән-һау булып донъяға килә икән, был инде «дин тигән тыйыу бөттө, беҙ хөрриәткә ирештек, нимә эшләһәк тә ярай» тип ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың урамда ғәүрәт ерҙәрен асып, теләһә кемгә оҡшап йөрөүҙәренең дә бер нәтижәһе.
     Тәнде ризыҡ ашап нығытып торабыҙ, йәнде иман менән нығытабыҙ, аҡылды фән менән нығытабыҙ. Уйлап ҡарайыҡ әле, шәрә йөрөгәндән ҡайһы еребеҙ нығый? Тәнебеҙ асыҡ булһа, аяҡтарыбыҙ, баштарыбыҙ асыҡ булһа, бынан аҡылыбыҙға файҙа бармы? Бынан тәнебеҙгә сихәтлек бармы? Бынан йәнебеҙ сафланамы? Юҡ. Шулай булғас, кешенең өс өлөшө булған аҡылға, тәнгә, йәнгә яланғас был йөрөүҙең файҙаһы булмағас, беҙ нимәгә ғәүрәт ерҙәребеҙҙе асып йөрөйбөҙ һуң? Шунан һуң «Һеҙҙе хайуандарҙан, бөтөн мәхлүктәрҙән өҫтөн иттем» тигән аятҡа беҙ муафыйҡ була алабыҙмы һуң? Был аяттың аҙағында: «Мин һеҙҙе хайуандарҙан да түбән төшөрөрмөн», — тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Беҙ бөгөн диндән баш тартып, юлһыҙ йәшәп, төрлө боҙоҡлоҡтарға бирелеп, ошо аятҡа муафыйҡ рәүештә йәшәйбеҙ.
     Сөнки хайуандар үҫеп еткәс атай-әсәләрен оноталар, әгәр динһеҙ булһаҡ, балаларыбыҙ үҫеп еткәс беҙҙе лә оноторҙар. Әммә «хайуандан да түбән төшөү» тигәне ҡурҡынысыраҡ, сөнки бер генә хайуан да балаһын ташламай. Хатта аҡылы юҡ, иң аңғыра тигән тауыҡ та себешен тоторға тип барһаң, үләһен дә уйламай кешегә ташлана. Ә беҙ шундай йәшәү рәуеше нәтижәһендә, балалар йорттарында әсәләре ташлап киткән балаларҙың һаны көндән-көн артыуын күрәбеҙ. Быныһы инде хайуандан да түбән төшөү була, сөнки бер генә хайуан да балаһын ташлап китмәй. Бөгөн иһә әҙәм балалары шул дәрәжәгә барып еттеләр, балаларын ташлайҙар, уларҙан баш тарталар, шулай итеп тыныс ваҡытта атай – әсәһеҙ етем балалар күбәйгәндән-күбәйә бара.
                                                                         Йәлил хәзрәт Фазлыев, Балтач районы имам-мөхтәсибе.

Был темаға ҡағышлы мәҡәләләрҙе ошонда уҡығыҙ: Яулыҡ хаҡында:https://nazir1965.com/bez-rubriki/yauly%D2%A1-xa%D2%A1ynda.html

Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?:https://nazir1965.com/din/yauly%D2%A1-xidzhab-%D3%99ll%D3%99-bash-kejememe.html

Кейем — Аллаһ биргән бөйөк бер игелек:https://nazir1965.com/din/kejem-alla%D2%BB-birg%D3%99n-b%D3%A9j%D3%A9k-ber-igelek.html

Мосолман ҡатын-ҡыҙ кейеме:https://nazir1965.com/din/mosolman-%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99-kejeme.html

Кейемдең тәғәйенләнеше:https://nazir1965.com/din/kejemde%D2%A3-t%D3%99%D2%93%D3%99jenl%D3%99neshe.html