Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары

                                                      Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары

     Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары хаҡында хәтирәләр
     Революция, граждандар һуғышы, колхозлашыу йылдары халҡыбыҙ тарихында ҙур боролош, үҙгәреш заманы булараҡ урын алған. Был осор тарихсылар тарафынан бер ни тиклем өйрәнелһә лә, фольклорсылар тарафынан ентекле тикшерелгән тип әйтеп булмай.
     Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы ваҡытындағы вәхшилектәр һәм аслыҡ йылдарында милләтебеҙҙең күпләп ҡырылыуы, репрессия заманындағы ҡот осҡос хәлдәр барыһы ла тарихи риүәйәттәрҙә, хәтирәләрҙә сағыла. Билдәле булыуынса, 1918 —1939 болғанышлы йылдарҙа аҡтар һәм ҡыҙылдар яғында һуғышҡандарҙы — коммунистарҙы, кулактарҙы, дин әһелдәрен үлтереүҙәр, ҡулға алыуҙар, ғәйепләүҙәр көслө була. Һәр ауылда мәсеттәрҙе емергәндәр (ҡайһыһында хатта бер нисә мәсет тә булған). Былар барыһы ла милләтебеҙ тарихында уңалмаҫ яра булып ҡалған. Ошо осор мәхшәрҙәре хаҡында әбей-бабайҙар үҙҙәре күргәндәрен, ә йәшерәктәр ата-әсәләренән ишеткәндәрен әле лә иңрәп һөйләй.
Совет дәүләте осоронда, билдәле сәбәптәр буйынса, фольклорсылар был темаға ҡағылышлы материалдарҙы йыймаған. Шуға ла Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында граждандар һуғышы, колхозлашыу, репрессия ҡорбандарына бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан фольклор экспедициялары яңынан тергеҙелде һәм халыҡ ижадын туплау әүҙемләштерелде. Ауылдарҙа йөрөгәндә халҡыбыҙҙың үткәне хаҡында һорашып, ҡағыҙға теркәйбеҙ. Был риүәйәттәрҙә тарихи ысынбарлыҡ сағыла.
     Журнал уҡыусыларға беҙҙең тарафтан 1998 — 2011 йылдарҙа Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙең башҡорт ауылдарында яҙылып алынған риүәйәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
                                                                                                                   Фәнирә ҒАЙСИНА

                                                      Сураҡайҙа бандиттарҙың ҡотороуы
     2004 йылда Әлшәй районы Сураҡай ауылында Аҙнағолова Әминә Солтан ҡыҙынан (1943 йылғы) яҙып алынды.
     Инәйемдең атаһы Аҫылғужин Йосоп Сураҡайҙан Ыҫлаҡҡа баҙарға барған да, бесән бирәм тип, дуҫын да алып ҡайтып барған. Юлда өс бандит осрап, уларҙың аттарын һорағандар, былар бирмәгән.
     Ыҫлаҡ баҙарынан ике ҡатын ҡайтып барған булған, шулар йәшеренеп ҡарап торғандар. “Эй ныҡ һуғыштылар”, — тип һөйләгәндәр. Теге бандиттарҙың нагандары булған. Быларҙы ҡолаҡ төптәренә атып, үлтереп киткәндәр. Аттарын алғандар. Документтарын контора эргәһендә ташлап киткәндәр.
     Беҙҙең бындағы коммунист Тағанов Авзал ағай: “Беҙҙең Йосоп ағайҙы үлтергәндәр бит, әйҙә ҡыуа сығайыҡ!” — тигән. Арттарынан ҡыуа сыҡҡандар, Ревкомға хәтлем ҡыуғандар. Берәүһен үлтергәндәр. Икенсеһе: “Әллә нисә кеше үлтерҙем. Быға хәтлем мосолман кешеһен үлтергәнем юҡ ине, шул килешмәне”, — тип үҙен-үҙе атып үлтергән. Берәүһе ҡасҡан. (Инәйем 1918 йылғы, уға ул ваҡытта 5 йәш булған).

                                                Бәҙрәштә граждандар һуғышы ваҡытында
     2004 йылда Тәтешле районы Бәҙрәш ауылында Шайнурова Фәтхиә Мәхиән ҡыҙынан (1935 йылғы) яҙып алынды.
     Бында йыраҡ түгел Алмантай тигән урман бар. Шунда Азин дивизияһының Колчин отряды урынлашҡан була. Улар яҙҙан көҙгә хәтле шунда булалар.
     Ә Бәҙрәш ауылында аҡтар була. Бәҙрәштә указной мулла Ибиров Мәғәсүм Һаҙый улының өйөндә аҡтарҙың штабы урынлаша. Ҡыҙылдарҙан Бибиковтың ҡатыны уның өйөндә йөрөй, элемтәсе була. Мулланың өс ҡыҙы булған, Бибиковтың ҡатыны йәнәһе лә шуларҙың береһе булып, мулланың йортонда йәшәй. Солтанов Нәби һәм Хәзиев Ғабдулла ла связной булалар, урманға ат эҙләгән кеше булып барып йөрөгәндәр, теге ҡатын менән аралашып торғандар.
     Колчин киткән сағында Мәғәсүм муллаға бүләк итеп ат биреп киткән. Шулай уҡ справка биреп ҡалдырған: “Оказал содействие красногвардейцам”, — тип. Шуға ҡарамай, 1932 йылда мулланы атҡандар. Бик һәйбәт кеше булған ул.

                                                              Ҡыҙылъярҙағы ваҡиғалар
     2005 йылда Яңауыл районы Ҡыҙылъяр ауылында Ахраров Изһар Мазһар улынан (1931 йылғы) яҙып алынды.
     Бында аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышҡан. Хатта мәсет манараһына пулемет ҡуйғандар. Бер аҡтар баҫҡандар, бер ҡыҙылдар. Урманда оборона тотоп ятҡандар, 400 метрлыҡ вал эшләгәндәр.
     Замана алмашҡан ваҡытта төрлө хәлдәр булған. Бик күп кешене Ҡыҙылъяр баҫыуына килтереп атҡандар. Беҙҙекеләрҙе лә сығарып атҡандар. Тау ауылынан бер кеше шулай атҡан ваҡытта иҫән ҡалған. Ҡайтҡан икән, икенсе көндө шуны әтеһе килтереп аттырған. Ул аҡтар яғында йөрөгән булған.
     Будзя-Варяш тигән удмурт ауылынан бер кеше лә шулай тере ҡала. Атыусылар араһынан берәү атмай йөрөгән. Башҡалар йығылғас, был да йығылған. Көҙ көнө булған, был төнөн тороп, ҡайтып киткән. Бер 15 йыл элек кенә үлде ул.

                                                              Ҡоҙаштағы бәрелеш
     2004 йылда Тәтешле районы Бүлҡайпан ауылында Рәхимов Фидағый Рәхим улынан (1930 йылғы, Һикеяҙ ауылында тыуъан, мәктәп директоры булып эшләгән) яҙып алынды.
     Аҡтар штабы Юғары Ҡоҙаш ауылында Нуретдин бай өйөндә (хәҙерге мәктәп бинаһы) урынлаша. Уның начальнигы Кәлтәү ауылы бандиты Ҡәниф Барамшин була. Фронт барлыҡҡа килә. Аҡтар 1919 йылдың июль айында үҫеп ултырған һолоно ярып, аттар менән сабып, ауылға табан төшәләр. Халыҡ окоптар яһап көтөп тора. Атыш башлайҙар. Ҡыҙылдар ауылға йәшеренеп килеп керәләр һәм аҡтарҙы ҡыуалар. Аҡтар Имәнтауҙан 3 дюймлы пушкаларҙан Бүләктауға ата башлайҙар. Ҡыҙылдар кире сигенәләр һәм ауылды ташлап сығып, Ҡазан яғына, йыраҡ түгел ергә йүнәләләр. Ҡыҙылдар Бүләктауға менмәйенсә, Боҙом йылғаһы буйлап йәшеренеп баралар ҙа аҡтарҙы ҡыуып алып китәләр. Халыҡҡа бик зыян килмәй. Бикбирҙе янында “Осиновая гора” тигән разъезд бар. Унда аҡ чехтар мятежы үтә, уларҙы Азин ҡыуа. Ҡазанға сигенгәндә Азин шунда туҡтала. Улар ике составты ташлап, Рәш, Федоровский завод, Буй, Большие Усы, Механический завод, Сарапулға керәләр.

                                                              Гәрәбаштағы ҡаты алыш
     2004 йылда Тәтешле районы Гәрәбаш ауылында Ғәниева Рәүиә Ғилем ҡыҙынан (1936 йылғы) яҙып алынды.
     Ҡалатауҙа бик ҡаты һуғыш булған, аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышҡан. Кешеләр ныҡ үлгән. Кәбәнтау менән Ҡалатау араһында атышҡандар.
     Һуғыш көслө булды, тип һөйләй ине әткәй. Ауылдың тау башындағы бер өйҙә штаб яһағандар. Үҙемдең бабайҙы шунда килтереп бикләгәндәр. Ул һаҡсыға махорка биргән, теге тәҙрәне асып ҡуйған. Төнөн ул ҡасҡан. Шунан Асауҙы ауылына (хәҙерге Яңауыл ауылында) төнөн 42 саҡрым әрәмә буйлап йәйәү ҡайтҡан. Аҙаҡ бик оҙаҡ кешеләрҙән ҡасып йөрөгән.

                                                                    Комиссар Зыя үлеме
     2004 йылда Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында Шәйхинуров Закир Ғилмулла улынан (1922 йылғы) яҙып алынды.
     1918 йылда аҡтар-ҡыҙылдар һуғышы булған. Бынан Азин дивизияһы үткән. Әри тауында ҡыҙылдар була. Аҡтар Ҡарағайтөптә (йә Ҡарағайшишмә тиҙәр) булалар. Ҡапма-ҡаршы атышалар. Беҙҙә Мәрванов Зыя исемле комиссар була. Төндә штабты ҡарауылларға кеше әҙ генә, икәү ҡалған була. Әшәке кешеләр аҡтарға барып әйтәләр. Аҡтар Иҫке Соҡор ауылында ятҡан була. Килеп штабты тар-мар итәләр. Зыя тәҙрәнән һикереп төшкәндә аталар, яралы килеш ҡойма аша һикереп сығам тигәндә, артынан килеп штык менән ҡаҙайҙар.

                                                     Аҡсәйеттә аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы
     2004 йылда Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында Мөхәмәтйәнов Фәтих Мөхәмәтйән улынан (1924 йылғы) яҙып алынды.
     Граждандар һуғышы ваҡытында комиссар булып Әмиров Нуретдин йөрөнө. Уның секретары Мәрванов Зыя ине. Нуретдинды аҡтар Тәтешлегә алып барып атҡандар.
Ул заманда ҡыҙылдары ла, аҡтары ла ҡыҙ балаларҙы тотоп мыҫҡыллар булғандар.
     1936 йыл ауылда ваба ауырыуы ҡалҡты. Халыҡ ныҡ ҡырылды, көнөнә бишәре, ә бер көн хатта ете кеше үлде. Уларҙы мәсеткә тултырҙылар.

                                                             Аҡсәйеттәге ваҡиғалар
     2004 йылда Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында Кашапова Иҙая Зыя ҡыҙынан (1928 йылғы) яҙып алынды.
     Граждандар һуғышы ваҡытында тау башына пулеметты ултырталар ҙа эй аталар. Кистән тәҙрә бар, иртән юҡ, ти ине әней.
     Ҡыҙылдар килһә, әтейҙе — ҡыҙылдар яғында һуғыша, аҡтар килһә — аҡтар яғында һуғыша, тип әйтә ине әней. Балаларҙың битенә ҡором һөртөп, арҡаларына мендәр ҡуйып, баҙға төшөрөп тотҡан.
     Һуғыштан һуң мәсеттең манараһын киҫтеләр. Бер Шайморат исемле кеше бар ине, кешеләрҙе талап, раскулачивать итеп йөрөгән. Шул мәсеттең манараһын киҫеп төшөрҙө, “дөмп” итеп ҡалды. Бөтөн кеше иланы.

                                        Ғарифулла Кейековтың ҡыҙылдар тарафынан үлтерелеүе
     2004 йылда Тәтешле районы Күрҙем ауылында Камалова Азалия Шәрифйән ҡыҙынан (1957 йылғы) яҙып алынды.
     Ғарифулла Кейеков ауылда хәҙрәт тә булып торған. Бөрөлә фельдшерға уҡыған булған. Үҙе лә, ҡатыны ла хажға барған булғандар. Уны 1918 йылда ҡыҙылдар ҡылыс менән өй араһында сабып, үлтереп киткәндәр. Ерләргә ҡушмағандар. Төнөн халыҡ уның кәүҙәһен йәшереп кенә ерләгән.

                                                     Түбәнге Ҡоҙаш ауылы тарихынан
     2004 йылда Тәтешле районы Түбәнге Ҡоҙаш ауылында Ситдиҡова Вәсилә Ғарифйән ҡыҙынан (1911 йылғы) яҙып алынды.
     Аҡтар менән ҡыҙылдар Ләүкә шишмә менән Көнкүрмәҫ тауҙарында ятып, ҡара-ҡаршы атыштылар. Ике байыраҡ кешене, мулланы атып киттеләр. Меҫкен мулла ҡасып барған икән. Кәртә башынан ырғып сығып барғанында атҡандар. “Алла-а-а-а”, — тип уның ҡысҡырғаны әллә ҡайҙарға, Сикәште буйына хәтле ишетелде, тинеләр.

     2004 йылда Тәтешле районы Түбәнге Ҡоҙаш ауылында Цой Нәҡиә Хөсбөтдин ҡыҙынан (1923 йылғы) яҙып алынды.
     Ҡоҙашта граждандар һуғышы ла булған. Аҡтар Ҡолой тауына ҡул пулеметы ултыртҡандар. Аҡтар бында күп баш киҫешеп ятҡандар. Шулған ауылы егетен атып үлтергәндәр, ти ине әбей.
     Бер кеше: “Инде күп кешене аттығыҙ инде, быныһын бирмәйем”, — тип Солтангәрәйҙе үлемдән алып ҡалған.
     Һыу буйында бер ҡәбер бар. Граждандар һуғышы ваҡытында берәүҙе Нуретдин баҙында язалап үлтергән булғандар.

                                                       Сарыштыбашта граждандар һуғышы
     2004 йылда Тәтешле районы Сарыштыбаш ауылында Усманов Ноғман Усман улынан (1914 йылғы) яҙып алынды.
     Йөгәмештауҙа, Күрҙем урманы яғында ҡаты һуғыштар булды. Һәләк булған кешеләрҙе, атҡа һалып алып китеп, Мәмәтәй менән Күрҙем араһына илтеп күмделәр. Ҡайһын бында, Дауыт болононан юғарыраҡ, Оло урманға кереп киткән ялан ерҙә күмделәр.

                                                       Шөкөр ауылынан аҡтарҙың уҙғаны
     2004 йылда Свердлов өлкәһе Нижне-Сергин районы Шөкөр ауылында Исмәғилова Мәрхәбә Суфиян ҡыҙынан (1918 йылғы) яҙып алынды.
     Беҙҙең ауылдан аҡтар уҙған. Халыҡтан улар аттар, әйбер алып киткәндәр, кешеләрҙе лә. Әтейем уларға атын биргән. Раҡай ауылында аҡтарҙың бер-ике кешеһе ҡасып ятҡан. Ҡыҙылдар күперҙе шартлатырға килгән булғандар, кемдер ошаҡлаған. Ҡыҙылдар аҡтарҙы ла, уларҙы ҡасырып ятҡан ғаиләләрҙе лә атҡандар.
     Аҙаҡ Мамин, Ғосман, Хәмәтдин тигән кешеләр мәсетте емерҙе.

                                                               Диңгеҙбайҙа аслыҡ йылы
     2005 йылда Һамар өлкәһе Больше-Черниговскрайоны Третий ауылында Ғатауллина Өмөтбикә Хәсән ҡыҙынан (1931 йылғы, Диңгеҙбайҙа тыуып үҫкән) яҙып алынды.
     Инәйем һөйләй торғайны: “1921 йыл ныҡ аслыҡ булды. Урамда эт-бесәйҙәр ҡалманы. Минең әхирәтем була торғайны, бергә уйнай инек. Бер кискә хәтлем уйнаны ла, мин ҡайтам инде тип, ҡайтып китте. Иртәгеһен ата-инәһе эҙләп килгән, ҡайтманы, тип. Ауылда ирле-ҡатынлы ғаилә бар ине, шуларҙы һөйләй торғайнылар, кеше ашайҙар, тип. Күмәкләп шуларҙың өйөнә барһалар, мейес артында 3—4 кеше башы ятҡан. Был ҡыҙыҡайҙы һуйғандар ҙа, ҡаҙанға һалып, өҫтөн ҡаплап, бешерергә ҡуйғандар. Ашты ҡаплап бешерһәң, еҫе сыҡмай бит”.

                                                                   Йотлоҡ йылдары
     2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Ҡатай ауылында Ибраһимов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡип улынан (1934 йылғы) яҙып алынды.
     1921 йылда бында аслыҡтан күп үлгәндәр. Ҡыш Ҡатай ауылында ла, Ишембай ауылында ла халыҡ астан ҡырылған, тере ҡалғандарының мәрхүмдәрҙе күмергә хәлдәре булмаған. Ике ауылда ла мәйеттәрҙе бер өйгә тултырып барғандар. Яҙ еткәс, бынан 100 км алыҫлыҡта ятҡан Алексеевканан урыҫтар килеп, бөтәһен бер ҡәбергә күмгәндәр.
     Ул йылдарҙа кеше ашаусылар ҙа булған. Һуғыш ваҡытында ла аслыҡтан шешенеп йөрөнөк.

                                                               Бер туғанын үлтергән
     2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Ҡатай ауылында Ибраһимов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡип улынан (1934 йылғы) яҙып алынды.
     Мишәр (Йәрүмин) тигән ауылда бер туғандар булған. Шуларҙың береһе — ҡыҙылдарҙа, икенсеһе аҡтар яғында һуғышып йөрөгән. Ҡыҙылдарҙа хеҙмәттә булғаны аҡтар яғында йөрөгән ҡустыһына үс тотоп, үлтерергә уйлаған. Өй мөйөшөндә туғанын ҡарауыллап торған. Ҡустыһы күреп ҡалған да илап ебәргән:
     — Ағай, нишләп һин былайтаһың? Бер туғанбыҙ ҙа инде, айырылышайыҡ та китәйек, бер кем дә белмәҫ, — тигән.
     — Юҡ, һин бандит! — тип, тегеһе барыбер ҡустыһын атып үлтергән.

                                                                        Бабай үлеме
     2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Ҡатай ауылында Ибраһимов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡип улынан (1934 йылғы) яҙып алынды.
     Ишембай ауылында бер бабай улы менән ҡыҙылдарға хеҙмәт иткән. Бер ваҡыт ауылды аҡтар килеп баҫҡан. Ауылдан кемдер быларҙы һатҡан, ул бабайҙы ошо көндә тота алаһығыҙ тип. Улын тапмағандар, йәшенеп ҡалған. Бабай аҡтан кейенеп, сымылдыҡ эсендә йоҡлап ятҡан. Бабайҙы аҡтар һөйрәп алып сығып, үлтерергә алып китеп барғанда ҡарт юлдың буйына тәҡбир әйтеп барған. Бик уҡымышлы бабай булған. Перелюб юлынан, Ишембайҙан 6 саҡрым һыбайлап ҡыуып алып барғандар, ә был йәйәүләп, хәлдән тайып йығылғас, сапҡылап үлтергәндәр. Атайым аҙаҡ төндә барып, уны тоҡҡа тултырып алып ҡайтып күмгән.

      “Юлдашбаевка” тарихы 2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Ҡатай ауылында Ибраһимов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡип улынан (1934 йылғы) яҙып алынды.
      Юлдашбаев Сиражетдин Ишембайҙыҡы, ул ҡыҙылдарҙа отряд командиры булған. Был Йүрмин ауылына разведкаға барған. Унда беҙҙең ауылдан Вәлиулла ҡарт йәшәгән. Сиражетдин мәсет башына менеп биноклдән ҡараһа, йыуаға барған ҡатындарҙы ике һыбайлы (аҡтар. — Ф.Ғ.) баҫтырып йөрөй икән. Был ҡатындарҙы язалайҙар тип, тотҡан да һыбай быларға сапҡан. Вәлиулла ҡарт:
     — Йөрөмә! Аҡтар бит улар, үлтерерҙәр, — тигән. Был уны тыңламай киткән.
     Аҡтар быны баҫтыра башлаған. Улар ҡораллы булғандар. Кәмәлеккә еткәс, был аты менән йөҙөп сығып барғанда, аты батҡан. Үҙе ярға сыҡҡанда, күрән араһында яралағандар. Килеп етеп, тағы ла атып, үлтереп киткәндәр. Шуға беҙҙең ауылды “Юлдашбаевка” тип тә йөрөтәләр.

                                                             Бикей Солтан нисек вафат булған?
     2007 йылда Асҡын районы Кубияз ауылында Закиров Мәүлимйән Закирйән улынан (1933 йылғы) яҙып алынды.
     Бикмөхәмәтов Солтан тигән кеше булған, уны Бикей Солтан тигәндәр. Шул бер ваҡыт урам буйында торған, ҡыҙылдар аҡтарҙы баҫтырып ауылға килеп кергәндәр. Бер һалдат, беҙҙең яҡ кешеһе, Ҡаҙансы ауылыныҡы булған, шул ҡарттан һораған:
     — Ауылда ҡыҙылдар бармы әле? — тип. Ҡарт уны-быны уйламай: “Килеп торалар, ҡырып торабыҙ”, — тип яуап биргән. Шунан, хатаһын аңлап ҡалып, йүгереп аҙбар башына ҡасырға иткән. Менеп өлгөрмәгән, арттан баҫтырып, теге һалдат килеп, ҡылыс менән сапҡан.

                                                                          Колчак үткән ер
     2007 йылда Асҡын районы Табасҡы ауылында Арыҫланов Әбүбәкер Бәләғетдин улынан (1934 йылғы) яҙып алынды.
     Беҙҙең Ҡушкүл ауылынан Колчак үткән, уны ҡыҙылдар, Азин баҫтырып килгән. Бында, Татарский гора тигән ерҙә, бик ҡаты һуғыш булған. Аҡтар үлгән кешеләрҙең кәүҙәләрен дә алмағандар, ҡайһыларын ашығыс ҡына братский могилаға күмгәндәр. Орудиеларын, хәрби припастарын үткәрер өсөн, кешеләрҙе йыйып юл һалдырғандар. Уфимка йылғаһы аша сығыр өсөн һал эшләткәндәр.

                                                                       Америка бураны
     2007 йылда Асҡын районы Ҡашҡа ауылында Хәйруллин Наил Ғаян улынан (1953 йылғы) яҙып алынды.
     1919 йылда Башҡортостанда аслыҡ башланғас, Америка Башҡортостанға мөрәжәғәт итә: “Халҡыңды аслыҡтан алып ҡалам, ярҙам итәм”, — тип. Шунан, халыҡты Америкаға еберер өсөн, Байҡыбаш ауылында пункт асылған була. Был хәбәрҙе бер бабай Байҡыбашҡа барып ишетеп ҡайта. Ҡайтып Сөйөш ауылы халҡына һөйләй, кәңәш итәләр. Шунан, бер нисә ғаилә йыйылып, балалар, аттар менән Байҡыбашҡа китәләр. Март һуңы, аяҙ көн була. Китеүселәрҙе Сөйөш ауылы халҡы оҙатып ҡала.
     Былар Байҡыбашҡа етәр саҡта тау башында ныҡ буран сыға һәм өс көн бара. Көндәр ныҡ һыуыта. Ололар балаларын толоп менән ҡаплағандар. Биш ылау ҡар аҫтында ҡалып, өшөп үләләр, бер нисә бала ғына тороп ҡала.
     Буран баҫылғас, Байҡыбаш ауылы халҡы тау башында нимәлер ҡабарып торғанын күрәләр. Килеп ҡараһалар, аттар, оло кешеләр туңып үлеп яталар, ти. Ҡар аҫтынан биш-алты бала һәм бер 15—16 йәштәрҙәге ҡыҙ килеп сыға. Уларҙы Өфөгә балалар йортона ебәрәләр. Унда барғас, теге балалар үләләр. Теге ҡыҙ ике айҙан һуң ҡасып ҡайта. Күп тә тормай, ул да үлә, өшөп ныҡ һыуыҡ үткәргән, күрәһең. Ҡайтҡас, һөйләй: “Ололар әйтте, ти, балаҡайҙарым, толоп аҫтынан зинһар сыҡмағыҙ. Беҙ үләбеҙ, һеҙҙе барыбер табырҙар”, — тип.

                                                                     Антон сауҙәгәр ярҙамы
     2007 йылда Асҡын районы Ҡашҡа ауылында Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улынан (1922 йылғы) яҙып алынды.
     1921 йыл аслыҡ була, ауылда бер нисә генә кеше ҡалған булған.
     Хөкүмәт халыҡҡа ярҙам булһын тип, Новгородтан бай сауҙәгәрҙәрҙе был яҡҡа ебәргән. 1922—1923 йылдарҙа беҙгә Антон сауҙәгәр килә. Ул бында килгәс, пекарня аса, ҡалас бешереп һата. Көн дә өйҙәргә кереп ҡаласын һата икән: “Үзе пешкән, үзе шешкән, үзе оссоз, үзе тозсоз. Продам, проматам, даром не отдам”, — тип. Башҡортса яҡшы белмәгәнгә шулай тигән.
     Аслыҡтан кешеләрҙе шул һаҡлап алып ҡалған. Һуңынан, уға ҡайтырға рөхсәт булғас, кешеләргә бушлай он таратып сыҡҡан, бәләкәй генә сүмес менән, бөтәһенә лә етһен тип. Уның ярты тоҡ оно ҡалған булған.

                                                                  Приютта астан үлгәндәр
      2007 йылда Балаҡатай районы Яңыбай ауылында Хәсәнова Нәжибә Сабирйән ҡыҙынан (1933 йылғы) яҙып алынды.
     1920—1921 йылдарҙа Түбәнге Үтәш приютында бер келәт балалар астан үлә. Приют башында байҙар тора, улар аҙыҡты үҙҙәре ашап торған булған.
     Әсәйемә ул ваҡытта 28 йәш булған, шул приютта биш улы үлгән. Тиф менән ауырыһа ла, келәттә үлгән балаларҙы үҙе барып күргән. 1920 йылдың көҙөнән тиф йөрөгән булған.
     Ирен аҡтар үлтереп киткән, үҙҙәре менән алып китергә иткәндәр, ризалашмағаны өсөн үлтергәндәр.

                                                                  Раскулачивание заманы
     2007 йылда Балаҡатай районы Үрге Яңыбай ауылында Харисова Хөмәйрә Харис ҡыҙынан (1927 йылғы) яҙып алынды.
     Минең иң оло ағайым Ғәләм Хәлиловты Себергә ете йылға кулак итеп ебәрәләр. Уның менән бергә энеһе Мөбәрәкшаны ла ебәрергә сығарһалар, уға инфаркт булып үлгән.
     Әхкәм Хәлилов бабайым колхозға 37 ат, 17 һауын һыйыр биргән. Уның өс ҡарсығы булған, магазин тотҡан, таш келәте булған.
     Әхкәм бабай 1921 йылда юлдан бала табып алып ҡайта, Закиров Хәтмулланы. Шуны йыуыштырып ала, үҫтерә, уҡыта. Хәтмулланы руссаға өйрәтәм тип, урыҫ уҡытыусы тота.
     Аҙаҡ, Әхкәм бабайҙы ла Себергә ебәрергә тип алып сыҡһалар, Хәтмулла уны алып ҡалған: “Ул беҙҙе, йәтимдәрҙе, ҡараны”, — тип.
     Әхкәм бабай алтын тәңкәләрен һаҡлап алып ҡалған. Ул ҡапҡа эргәһенә, өй алдына, тәҙрә төбөнә борос ултыртҡан. Шуның төбөнә тәңкәләрен күмгән булған. Кешеләр бының боросон көн дә күреп үткәндәр, тик бер кем дә унда тәңкәләр йәшерелгәнен белмәгән. Әхкәм бабай: “Көн дә шул боростарға доға уҡып өрә инем”, — тигән.

                                                        Революционерҙарҙы үлтергәндәр
     2007 йылда Балаҡатай районы Монас ауылында Сиражетдинов Исмәғил Ҡәйүм улынан (1935 йылғы) яҙып алынды.
     Граждандар һуғышы беҙҙең ауылда булмаған, бынан уҙып ҡына киткәндәр. Һуғыш Яңыбай, Балаҡатай, Ҡарлыхан яҡтарында булған.
     Ямаштан Златоуст төрмәһенә революционерҙарҙы алып китеп ултырғандар. Һаҡсылар: “Алып барып еткерә алмаҫбыҙ”, — тип, ҡайһын Әрембәттә атып, ҡайһын тереләй күмеп киткәндәр. Ҡайһы берҙәрен Ҡарантырау ауылында, урман араһында үлтерәләр. Тардавка ауылында ла шулай революционерҙарҙы үлтереп китәләр. Аҙаҡ ҡыҙылдар килгәс, Ямаши сиркәүенән попты алып сығып аталар. Ул ҡыңғырау һуғып, аҡтарға сигнал биреп торғаны өсөн.

                                                                           Партизан ҡарт
     2007 йылда Асҡын районы Ҡашҡа ауылында Мөслимова Фәйзиә Ғилемхан ҡыҙынан (1939 йылғы) яҙып алынды.
     Аҡтар заманында Билгеш ауылынан Ибраһим ҡарт партизан булып ҡасып йөрөгән. Аҡтар бабайҙы ат менән ҡыуып килтергән. Ҡарт Билгеш ауылы янында Ҡушбикә тигән ергә килеп йығылған. Уны шул ауыл осонда атҡандар, Шишмәҡасыҡ тигән ергә ҡаршы.