Барлыбаев Халил

                             Яҙмыш — һикәлтәле юл
       (Хәтер осҡондарынан тоҡанған фәлсәфәүи уй-фекерҙәр)
                                                   Әгәр ат һөрөнһә,                                                                                      Атты ғәйепләмә.                                                                                        Юлды ғәйеплә...  Рәсүл Ғамзатов
                                           Инеш

Кешенең ғүмер юлы һис тә һыҙыҡтарға бүлгеләнеп, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылған шыма асфальт юлға һис тә оҡшамаған. Киреһенсә, ул йә һикәлтәле, ҡараңғы урмандар аша үтеүсе, тау-ташлы һәм боролмалы һуҡмаҡтарға, йә бер көнө ҡояшлы, икенсеһе ел-ямғырлы, ҡайһы саҡ туңдырып хафаландырған, икенсе осор йылытып, ҡыуандырған һауа торошона тиң. Тормош -шатландырып та, ҡайғыртып та, йылындырып та, өшөтөп тә ала торған сәйер ысынбарлыҡ. Йәш сағында кеше алдағы көндәрҙең ҡайһыһы ел-ямғырлы, ҡайһыһы аяҙ булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ҙа, кәрәк тип тә тапмай. Был хәлде ҡалаға машинала инә башлағандар менән сағыштырып була: таныш булмағандар бараһы еренә аҙаша-һораша, тегеләй ҙә былай интегеп йөрөп, ә таныш булғандар бер ниндәй көсөргәнешһеҙ, тиҙ һәм енел генә барып етә. Кеше, олоғая килә тәжрибә туплап, донъя хәлдәрен самалап, иртәгәһе көндә һәм киләсәктә ни буласағын һиҙемләү һәләтенә эйә була бара. Тормош тәжрибәһен ололар йәштәр менән күберәк уртаҡлашһа, йәштәр уларҙың кәңәшенә иғтибарлы булһа, юлын күптәр көтөлмәгән хаталарҙан азат булып үтер ине. Ҡайһы саҡ кеше хаталанмаҫҡа тырышып, хәҡиҡәтте белеп йөрөһә лә, уны тормошҡа ашыра алмай. Күптәр хәҡиҡәтте аңламай, ә уны үтә күргәндәр күпселекте ышандыра алмай, тауышланып йә эстән ғазапланып йәшәй. Тормошонда ниндәй һикәлтәләр булырын алдан белмәгән кеше абынып та ҡуя.

Рәсүл Ғамзатовтың эпиграфтағы образлы һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа тап килә. Хәтеремдә, миңә 11 — 13 йәштәр тирәһе булғандыр, Һаҡмар буйындағы футбол яланы кеүек киң һәм тап-таҡыр Тартай туғайы буйлап Полковник ҡушаматлы атта йәнтәслим сабып киләм. Күҙ асып йомған арала ат өҫтөнән уҡ кеүек атылып киттем дә бер нисә метр алға осоп барып төштөм. Бер ерем дә ауыртмаған кеүек. Атым да һөрөнөп киткән дә, тороп һелкенеп алғас, яйлап ҡына яныма килде. Уны етәкләп, абынған еребеҙҙе барып ҡараным. Сапҡан саҡта аттың бер тояғы йомран ояһына эләккән икән.

Ҡайһы бер күренекле кешеләр, үҙҙәрен дөрөҫ, хатаһыҙ йәшәүсе, гонаһһыҙ шәхес итеп күрһәтергә теләпмелер: «Тормош юлымды яңынан үтергә тура килһә, бер нәмәһен дә үҙгәртмәй, шул уҡ юлды яңынан үтер инем», — тип маҡтанырға ярата. Минеңсә, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки үткәненә әйләнеп һәм хаталар, яңылышыуҙар, алданыуҙар кисергәнен күреп, күптәр уны яңы тормошонда төҙәтергә теләр ине. Был ябай кешегә лә, тарихи шәхестәргә лә ҡағыла. Әйтәйек, И. Сталин яңынан тыуһа, бәлки, Гитлерҙан алданмаҫ, ҡаты һуғышта күп юғалтыуҙарға юл ҡуйылмаҫ ине. М. Горбачевтың бөгөнгө һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһаң, ул СССР-ҙың тарҡалыуын булдырмаҫ ине кеүек. Б. Ельциндың раҫлауынса, әгәр ул Чечнялағы хәрби кампанияның һөҙөмтәләрен алдан белһә, уны башламаҫ ине һ.б.

Былар миңә лә ҡағыла. Аллаһы Тәғәлә тормошомдо янынан башлау форсаты бирһә, күптәргә һәйкәл ҡуйыр, ҡайһы берәүҙәрҙе урап үтеп, хаталанмаҫҡа тырышыр инем. Шуны ла әйтергә кәрәк: тормошомдоң оҙонораҡ юлы иҫ киткес яҡшы кешеләр менән үтте, насарҙары бер ҡул бармаҡтары менән һанарлыҡ. Шартлы рәүештә әйткәндә, яҡшы кешеләр донъяла 99 процент, насарҙары 1 процент ҡына тәшкил итә. Насарҙарҙан һаҡланыу өсөн кешелеккә оло көс түгергә тура килә. Күптәр «яҡшы»ларҙы «насар»ҙар менән бутап хаталана. Хаталарҙы алдан күреү, алда яңылышыуҙар ихтималлығын белеп йәшәү тормошто төптәнерәк уйлап, хаталарҙы аҙыраҡ ебәреүгә булышлыҡ итә.

Түбәндәге яҙмалар ниндәйҙер эҙмә-эҙлекле сюжетҡа ҡоролмаған, әммә бөтәһе бергә бөтөн йөкмәткеле система тәшкил иткән хәтер ярсыҡтарынан һәм фәлсәфәүи уй-фекерҙәрҙән тора. Кемгә ҡыҙыҡ, кемгә фәһемле — теләгән кеше үҙенә кәрәген табыр. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: яҙмалар ысынбарлыҡҡа таянып, һис бер уйҙырмаһыҙ тормошомдағы хәлдәр тураһында бәйән итә. Дөрөҫ, ҡайһы берҙәре маҡтаныуға, үҙ-үҙенде рекламалауға оҡшаған кеүек. Ант итеп әйтәм: яҙылғандар ситтән күҙәтеүсе, объектив кеше күҙлегенән тупланған. Ышаныуы ҡыйын булған урындарҙа билдәле бер мәҙәкте хәтерләү урынлы булыр. Бер күренекле, оло кешенең юбилейында, ғәҙәттә, уны ҡояшҡа тиңләп маҡтайҙар. Йомғаҡлау һүҙендә ағай: «Әлбиттә, һеҙ мине артыҡ ныҡ шапыртып маҡтанығыҙ. Әйткәндәрегеҙ дөрөҫ булғас, нишләйһең, хәҡиҡәткә ҡаршы барып булмай!» — тип уңайһыҙыраҡ хәлдән шаярыу аша оҫта сыҡҡан.
                                                                   

                                                                 Юл башында
Бала тыуып, бер нисә йәшкә тиклем уның хәтерләү һәләте шыта башлаған орлоҡ һымаҡ ҡына була. Ә хәтерләү — иң ҡиммәтле һәм файҙалы һәләттәрҙең береһе. Хәтер — әхлаҡ ҡанундары, белем һәм төрлө тойғолар үҫтереү баҡсаһы, аҙаҡ ул баҡсаның емештәрен һаҡлау урыны. Хәтере юғалған кеше — кеше булыуҙан туҡтай. Тарихи хәтер халыҡты халыҡ итә. Тарихһыҙ халыҡ — халыҡ түгел. Быуындан быуынға күсеп килгән хәтер китабы булмаһа, «Урал батыр» эпосы ла, күп кенә риүәйәттәр ҙә, әкиәттәр ҙә, мәҡәл-әйтемдәр ҙә булмаҫ ине.

Кеше үҫә барған һайын, хәтер һәләте балаларҙа төрлөсә үҫешә. Уны яҡшылап үҫтерә белеү — ата-әсәләр бурысы. Ҡайһылар игелекте онотоп, мәрхәмәтһеҙгә әүерелә, икенселәр яуыз хәтерле, кешене яратмаусан булып китә. Үҙемдең кем икәнлегемде белә башлауым шулай хәтерҙә ҡалған: өҫтәл янына киләм дә, уның өҫтөндә нимә ятҡанын күрергә була, аяҡ ослап, ынтылып ҡарайым. Әммә миңә кәрәкле нәмә күренмәй, күренһә лә, алып булмай, шуға үкенеп, ҡайғырып йөрөйөм. Хәҙер ике-өс йәшлек ейәндәремдең өҫтәл тиңлек икәненә ҡарап фаразлайым: үҙемде белә башлауым шул йәш самаһына тура килә. Кешене кеше иткән белемдең 90 проценты уның мейеһендә биш йәшкә, йәғни тулы хәтере тыуғанға тиклем барлыҡҡа килеүе билдәле. Бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә был мәғлүмәтте белеү файҙалы, сөнки кеше булмышының күпселек өлөшө биш йәшкә тиклем фор малаша.

Миңә өс-дүрт йәш булғандыр, атай менән әсәй араһында ыҙғыш сыҡҡан кеүек тойолдо. Йәштәр араһында була торған хәл. Көтмәгәндә атай, ҡыҙып китеп, яман ниәт менән әсәйгә ынтыла башланы. Һикереп тороп, әсәй алдына баҫтым да бар көсөмә: «Теймә!» — тип ҡысҡырып ебәрҙем. Бындай хәлде көтмәгән атай миңә ҡарап аптырап ҡалды һәм ҡапыл һыуынды. Әсәйҙе яратыу, уны ҡурсалау, яҡлау тойғоһо кешелә тыумыштан, генетик кимәлдә һалынған булалыр, моғайын.
Атайыбыҙ ғүмер буйы әсәйгә лә, туғыҙ балаһына ла бер ауыр һүҙ әйтмәне, йоҙроғо менән ҡағылманы, хатта асыуланған мәлдәрен дә иҫләмәйем. Уның әйткәндәрен Аллаһы Тәғәлә һүҙе кеүек тыңлап йәшәгәнгә шулай булғандыр. Үҙебеҙ ҙә шундай йәшәү рәүешен дауам итергә тырыштыҡ.

Ауыл — үҙенә айырым мөхит. Йөҙәрләгән, менәрләгән кеше һәр береһе тураһында бөтәһен дә энәһенән ебенә тиклем белеп, күреп, бер-береһе менән ҡатнашып йәшәү ауылдан башҡа бер ерҙә лә осрамай. Әйтәйек, ҡалала йәшәүсенең бергә уҡыған, эшләгән һәм бер нисә күршеһенән башҡа таныш кешеләре булмай. Улары ла бер-береһен ярты-йорто, билдәле кимәлдә генә беләләр. Ҡала кешеһе артынан социаль контроль, уның үҙендә йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойғоһо юҡ кимәлендә. Ысын коллективтың нимә икәнен ул яҡшылап белмәй ҙә. Бында һүҙ йәмғиәттең бик аҙ өлөшөн тәшкил иткән күренекле шәхестәр хаҡында түгел, ә күпселеккә ингән ябай кешеләр тураһында бара.

Әйтелгәндән айырмалы, ауылда үҫкән һәр кем сабый сағынан ғүмеренең аҙағына тиклем, бер урында ғына йәшәһә йә ситкә сығып китһә лә, ауылдаштарының күҙәтеүе аҫтында була һәм яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәй. Шуға күрә ауыл кешеһе әхлаҡи яҡтан сафыраҡ, йәмғиәт алдында яуаплы шәхес булып өлгөрә. Был — дөйөм ҡағиҙә, әлбиттә, унан тайпылыуҙар ҙа осрай. Әммә ауылдан, ҡайһы бер спекулятив фекерҙән айырмалы («аульные»), түбән интеллектлы түгел, киреһенсә, тәбиғи зирәклеккә, ижтимағи яуаплылыҡҡа, йәмғиәт мәнфәғәте өсөн көрәшкә ынтылышлы кешеләр сыға. Быны бик күп дәлилдәр менән иҫбатларға мөмкин. Дөйөм характерҙағы береһен генә атап үтәм: йәмғиәттә тарала килгән социаль сирҙәрҙең күбеһе ҡала ерлегендә ярала. Ә ауыл борон- борондан оло шәхестәр, талантлы хәрбиҙәр, Ер-әсәне һәм уның тәбиғәтен һаҡлау өсөн үҙен йәлләмәгән ҡаһарман кешеләр тәрбиәләй.

Ҡала һәм ауыл тормошо кешелек донъяһы үҫешенең ике йүнәлешен тасуирлай. Тәүгеһе менән барған йәмғиәттәр аноним йәшәүсе кешеләр цивилизацияһын хасил итә. Улар халыҡсанлыҡты юғалтып, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр, туған телде, мәҙәниәтте онотоп, төҫһөҙ, мәғәнәһеҙ һәм йөкмәткеһеҙ йәшәйеш барлыҡҡа килтерә. Ауыл цивилизацияһы, киреһенсә, йәшәйешкә, традицияларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә яңынан-яңы төҫ, йәм һәм нур өҫтәп, телдәр, мәҙәниәттәр гөлләмәһендә өр-яңы сәскәләр үҫтереп йәшәүгә ынтыла. Бындай күренеш ауылда ғына түгел, хәҙерге заманса йәшәүсе ҡала шарттарында ла булыуы мөмкин. Хәҙерге тормош рәүеше 40-50 йыл элек булғанға ҡарағандан бөтөнләй айырыла. Шуныһы мөһим: бындай түңкәрелештәр бер быуын ғүмеренә һыйҙы.

Ауыр Бөйөк Ватан һуғышында енеүҙән һуң күп ваҡыт та үтмәгән булғанғалыр, 40-сы йылдарҙың аҙағы — 50-се йылдарҙа халыҡ ҡыйын йәшәһә лә, рухи күтәренкелекте, киләсәккә оптимистик ҡарашты юғалтманы. Ауылда электр уты, телевизор, автомобиль, мотоцикл юҡ, игенде үгеҙҙәр һөйрәгән «Сталинец» комбайны менән йыялар, һирәк кешелә генә радио һәм велосипед бар. Шул уҡ ваҡытта йырлашып, ҡул менән бесән сабалар, ырҙында иген киптерәләр, кистәрен клубҡа йыйылып йырлайҙар ҙа бейейҙәр, кино ҡарайҙар, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Әммә иҫеректәр күренмәй, ундайҙарҙы кеше йоғошло ауырыуға тарыған әҙәм кеүек күрә ине. Ул замандағы колхоз тормошо халыҡтың менталитетына, мәнфәғәтенә тура килде. Дөйөм алғанда, Совет власы халҡыбыҙға ыңғай үҫеш килтерҙе, дәүләтселек биреп, милләт булып ойошоуға ярҙам итте. Әммә кире йоғонтолар ҙа етерлек ине.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы тәүге йылдар ныҡ ауыр булды. Ярым ас йөрөгән, ныҡлап асыҡҡан ваҡыттар ҙа булғыланы. Бигерәк тә аталары һуғышта үлеп ҡалған балалар ыҙаланды. Беҙҙең атай имен ҡайтҡас, ғаиләбеҙгә аслыҡ, ҡыйынлыҡ әллә ни теймәне. Өйҙәрҙә иң тәмле, иң ҡәҙерле аҙыҡ — мейестә бешкән сөсө икмәк була торғайны. Урамға икмәк тотоп сыҡһаң, дуҫ-ҡәрҙәштәр бүлеп бирергә һорап аптырата ине. Бөтәһенә лә еткереп булмай, иң яҡын дуҫтарға бирәһең дә шуның менән дуҫлыҡты тағы ла нығытаһың.

Ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыштан ҡайтмағанға, иҫән ҡайтҡан йәки һуғышҡа бармай ҡалғандарҙың күбеһе тол ҡатындарҙың ҡайһы берҙәрен йә һөйәркә итеп, йә ҡатынлыҡҡа алалар ине. Хәләл ефеттәрҙең күбеһе был хәлде күреп-белеп йөрөп, әсенгәндәрҙер, әммә донъя михнәттәрен аңлапмылыр, бик үк ғауға ҡуптарып барманылар, риза булып йәшәнеләр. Тол ҡатындарҙан да балалар тыуҙы, уларҙы ҡайһы бер яуыз уйлы кешеләр, аңы теүәл булмаған үҫмерҙәр «тыума» тип үсекләй торғайны.

Атайыбыҙ Аллаһыға ышанғанмылыр, белмәйем, әммә ул йәш сағында комсомолға ла, партияға ла инмәгән. Беҙгә шулай аңлатты: «Беҙ йәш саҡта комсомолды тәүҙә КИМ (коммунистический интернационал молодежи — Х.Б.) тип атанылар. Беҙ уның ағзаларын «коммунист илаҡ малай» тип үсекләнек. Һуғыш ваҡытында комсомолец һәм коммунистарҙы, һарыҡ көтөүе кеүек ҡыуалап, пушка ите яһай торғайнылар. Мин шуға күрә ул юлдан барманым».

Беҙ иһә — уларҙың балалары — комсомолец та, коммунист та булдыҡ, Аллаһыҙ тәрбиәләндек. Хәҙер аңлайым: Аллаһыға ышаныу йә ышанмау мөһим түгел. Беҙ динде иң элек мәҙәни күренешкә тиңләп, халыҡты берләштереүсе, уны әхлаҡ юлына өндәүсе институт тип ҡабул итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ динде үҙенсә үҙләштерә, уның ҡанундарын үҙенең холоҡ-фиғеленә, тарихына һәм традицияларына яраҡлаштырып, үҙ динен ҡабул итә. Был күренеш күп кенә мосолман илдәрендә лә, христиан дәүләттәрендә лә күҙәтелә. Башҡорттар ҙа шул уҡ юлдан күптән бара һәм артабан да шулай барыр, моғайын. Хәҙерге информацион глобалләшеү осоронда сит илдәрҙә үҙләштерелгән дини ҡанундарҙы тиҙ генә Исламдың төп принциптары ҡабул ҡылып һәм һуҡыр рәүештә ҡабатларға ынтылып, халыҡтың аңын томаларға ярамай. Ул ҡанундарҙы ҡабул итә башлаһаҡ, халҡыбыҙҙың, ул ҡанундарға килешмәгән ҡайһы бер йолаларын, эпос, риүәйәттәрен һәм башҡа күп матур ижад емештәрен инҡар итергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Әйтәйек, Салауат Юлаев һәйкәленән, классик рәссамыбыҙ Әхмәт ағай Лотфуллиндың һәм башҡа шәхестәребеҙҙең ижадынан баш тартырға тура киләсәк, сөнки Ислам ҡанундары буйынса кеше һынын, йәнлектәрҙе кәүҙәләндереү тыйыла.

Ғәрәпсә уҡый белгән атайыбыҙ, олоғайғас, Ҡөрьәнде иң яҡшы белгән кешеләрҙең береһенә әүерелде. Уның яҡлап ҡартатайыбыҙ ҙа мәзин, йәғни Ҡөрьән уҡыусы булған. Атайым әсәйебеҙҙе лә, оло улы Зөбәйерҙе, минән бәләкәй Ғәлимде лә үҙе йыназа сығып, фани донъянан оҙатты. Үҙе 87 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Ғәрәп илдәрендә белем алып ҡайтҡан муллалар «үҙешмәкәр» мулла араһында Ҡөрьәнде дөрөҫ һәм матур уҡыусыларҙың береһе итеп беҙҙең атайҙы ҡуялар ине. Шул уҡ ваҡытта төрлө дини сараларҙы ашыҡ-бошоҡ, тиҙ генә атҡарырға яратыусылар аят-сүрәләрҙе дөрөҫ, еренә еткереп һәм шуға күрә оҙаҡ итеп уҡыған атайыбыҙҙы оҡшатып та бөтөрмәне.

Кеше яратыу — тәрән мәғәнәле төшөнсә. Атай-әсәйҙе, кесе туғандарыңды, балалар-ейәндәреңде яратыуҙы аңлатыу кәрәкмәйҙер. Улар үҙ тәнеңдең һәм йәнеңдең айырылғыһыҙ өлөшө булып тойола: үҙең — атай-әсәй дауамы, ә балалар һәм ейәндәр — һинең дауамың. Үҙ тәнеңде нисек яратҡан, ҡәҙерләгән, ҡурсалаған, йәнендең тыныслығын һаҡлаған кеүек, уларҙы ла шулай, яратыу-яратмау тураһында тәрән уйланмайынса ғына ҡайғыртаһың. Уларҙың сифаттарын донъяла иң юғары күренеш кеүек ҡабул итәһең, етешһеҙлектәрен күрһәң дә, күрмәмеш булаһың. Хәҙер ниндәйҙер дәрәжәлә аңлатып була торған иң тәүге ысын ихтирам Зөбәйер ағайыма булған икән. Мин уны үҙенә ылыҡтырып торған яҡтылыҡ, йылылыҡ, яғымлылыҡ сығанағы итеп тойоп, уның менән һәр саҡ бергә булырға теләп, шул саҡта үҙемде бәхетле һиҙеп, айырылған ваҡытта гел һағынып йәшәнем. Ул донъя ҡуйғас, әле лә уны сикһеҙ юҡһынам, шуға яҡын ныҡлы ихтирам аҙаҡ башҡа туғандарыма, дуҫтарыма ҡарата ла булды. Тик был тойғоларҙың ҡайһыларылыр тора-бара һүнде, ваҡытлыса булып сыҡты. Ә ҡайһылары төнгө күктәге тормошто яҡтыртмай ҙа, йылытмай ҙа торған бәләкәй генә йондоҙсоҡтар һымаҡ тороп ҡалды.

                                                        Тормош мәктәптәре
Шәхес булып өлгөрөүебеҙҙә совет осоро мәктәбе мөһим роль уйнап, уның тәрбиәүи көсө бик ҙур ине. Хәҙерге мәғариф, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көскә эйә түгел, хатта аҙмы-күпме белем биреүҙе лә еренә еткереп үтәмәй. Юғары уҡыу йортонда профессор булып йөрөһәм дә, беҙ педагогик йәһәттән 50-се йылдарҙа Баймаҡ районының Йомаш ете йыллыҡ мәктәбендә эшләгән уҡытыусылар кимәленә лә етмәгәнбеҙ кеүек тойола. Ҡайһы саҡ шундай сәйер уй ҙа тыуып ҡуя: тормошомда иң кәрәкле һәм файҙалы белем Йомаш мәктәбендә алынған, ә аҙаҡ техникумда, университетта һәм башҡа уҡыу йорттарында үҙләштерелгәндәре тик өҫтәмә белем генә булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес биргән Рауза Булат ҡыҙы Ильясова апай телебеҙгә һүнмәҫ һөйөү тыуҙырҙы. Математиканан — Миңләхмәт ағай Алсынбаев, физика, рәсем һәм хеҙмәт дәрестәренән — Әмир ағай Яналин, ботаниканан — Вәлиәхмәт ағай Биктимеров, биологиянан — Фатима апай Барлыбаева, тарихтан — Зәйнулла ағай Ҡәйепов, химия һәм йырҙан уҡытҡан Маһира апай Баймырҙина һ.б. дәрестәре йотлоғоп, спектакль ҡараған кеүек үтә ине. Уларҙың һын-ҡиәфәте һәм сығыштары әле лә күҙ алдымда, һөйләгәндәре ҡолаҡта сыңлай. Улар беҙгә белем генә түгел, аралашҡан ваҡытта күңелебеҙгә әхлаҡ, патриотизм тойғолары, фәнгә ынтылыш, тормош юлыбыҙға йүнәлеш биреп тә өлгөрәләр ине. 90-сы йылдарҙың башында шул хайран ҡалдырҙы: мәктәбебеҙҙең ҡайһы бер уҡыусылары менән осрашҡанда, Рауза апай Ильясованың 50-се йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яҙма эштәрҙе уҡып ишеттереүе хаҡында белдем. 30 — 40 йыл буйы уҡыусыларыңдың яҙма эштәрен һаҡлау өсөн үҙ һөнәреңде, балаларҙы нисек яратырға кәрәк!

Заманында Иосиф Сталинды күптәр Аллаһыға тиңләп табынһа ла, атай-әсәйебеҙҙең улар рәтенә инмәгәнен хәтерләп беләм. Беренсе класта уҡығанда стенала торған «Сталин — светоч коммунизма!» тигән һүрәткә ҡарап һәм уны данлауҙарҙы ишетеп һәм уҡып, бала күңеле менән шуларға ышанып, юлбашсыны Аллаһылай күреү хәленә еткәйнем. Бер көн Сталиндың бәләкәй генә портретын табып, үҙем дәрес әҙерләгән өҫтәлгә ҡаршы стенаға элеп ҡуйҙым. Быны күреп, әсәйем шелтәләне: «Кит, нишләп ул кафырҙың һүрәтен алып ҡайттың?» Аптырауымдың сиге юҡ: «Ниңә ул кафыр булһын! Ул бит — Сталин!!!» Әсәйем аҙ ғына уйланып торҙо ла, көрһөнә биреп: «Ярай, ул тиклем табынғас, торһон», — тип ризалашты. Ләкин аҙаҡ ул портрет ҡайҙалыр юҡ булды. Сталин иҫән ине әле, әгәр берәйһе беҙ һөйләшкәнде тыңлап тороп, тейешле урындарға еткерһә, артабан беҙгә ни буласағы билдәле инде. Хәйер, беҙҙең яҡ халҡы бер-береһе өҫтөнән ошаҡ йөрөтмәгән, шуғалыр ҙа беҙҙең тирәлә золом да артыҡ күп булмаған.

Сталиндың вафаты бөгөнгөләй хәтеремдә. Ул саҡта миңә туғыҙ йәш ине. Ғаиләбеҙ менән иртәнге сәй эсеп ултырғанда, колхоз идараһы һарайында ат ҡараусы Илһам ағай Алсынбаев килеп инде: «Әүбәкер ағай, Сталин үлгән!» Атайыбыҙ шунда уҡ яуап бирмәне, ахырҙа тыныс тауыш менән һүҙгә килде: «Да-а-а... Донъяла күп нәмә атҡарҙы, бахыр. Уның да үлер көнө килгән икән...» Атай даһи кешенең үлеменә бер ниндәй хис-тойғоһоҙ «бахыр» тигәс, мин дә бик аптыраманым, аҙаҡ урамда, клубта, мәктәптә күҙ йәше сығарып илағандарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтеп йөрөнөм.

Сталиндың шәхесенә күптәр хәҙер ҙә битараф түгел. Уларҙың бер өлөшө уны бөйөк тип белә, икенселәр — ҡәһәрләй. Ғәмәлдә, һәр кемдең ыңғай һәм кире сифаттары булған кеүек, ХХ быуаттың тәүге яртыһындағы ҡатмарлы тарихи ваҡиғаларҙың ҡап уртаһында ҡайнап, унда төп ролдәрҙең береһен башҡарған Иосиф Сталин, бик ныҡ теләһә лә, бер яҡлы ғына дәүләт эшмәкәре була алмаҫ ине. Хатта полководецтарҙан Македонский менән Наполеон да күп кеше үлтереп «бөйөк» данын ҡаҙанған. Шуға күрә Сталин ҡайһы яҡлап бөйөк, ниндәй кимәлдә енәйәтсе икәнлеген бөгөнгө сәйәси көрәш мәлендә ғәҙел билдәләү мөмкин түгел. Бәлки, йөҙәр йылдар үткәс кенә был эштең бер ни тиклем тормошҡа ашырылыуы ихтимал.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында Өфө ҡалаһының 21-се дауахана- һындағы ике кешелек палатала оло йәштәге ағай менән бергә ятырға тура килде. Фамилияһы Вольф ине, ә исеме иҫтә ҡалмаған. Донъяны күп күргән, төрлө күренештәргә айыҡ ҡараған, асыҡ хәтерле, матур һәм йөкмәткеле итеп һөйләй белеүсе кеше булып сыҡты. Германияла тыуып, 30-сы йылдарҙа Коммунистар партияһына инеп, Эрнст Тельман менән бергә фашизмға ҡаршы көрәшкән. Тельманды төрмәгә ултыртып, коммунистарға ҡаршы «һунар» башланғас, иптәштәре уны Мәскәүгә оҙата. Вольф «Ҡыҙыл профессура» академияһында бик шәп белем алып сыға. Һуғыштан алда Харьков, Киев ҡалаларында юғары партия органдарында эшләй.

Һуғыш башланған осорҙа ул Киев ҡалаһында, СССР-ҙағы иң ҙур хәрби заводтарҙың береһе «Арсенал»да партия комитеты секретары була. Бер көн Вольфтарҙың фатирына ике чекист килеп инә лә, өҫкө кейеменән башҡа бер ни алдырмай, «Һеҙҙе әңгәмәгә саҡыралар» тип алып сығып китә. Туп-тура тимер юл вокзалына килтереп, бер төркөм кешене тауар вагонына тейәп, ҡайҙалыр оҙаталар. Ҡайҙа алып барғандары ярты ай самаһы үткәс билдәле була: вагондан төшһәләр, алдарында Охот диңгеҙе йәйелеп ята. Шулай итеп, Вольф ун биш йылдан ашыу ғүмерен, 50-се йылдарҙың уртаһына тиклем, ҡот осҡос Колыма лагерҙарында һөргөндә үткәрә. Унан ишеткән мажараларҙы һөйләп килеш- терерлек түгел, бының өсөн ул тормошто үҙеңә кисереү кәрәктер.

Иң ғәжәбе: ағай мөкиббән сталинист булып сыҡты. Ул осорҙа ныҡ тарала башлаған сталинизмды фашлау күренештәрен асыуланып, кире ҡағып маташты. Мин: «Үҙегеҙ ҙә шул режимдан күп нужа күргәнһегеҙ түгелме?» — тигән һорауға: «Ул эштәргә Сталиндың бер ҡыҫылышы ла юҡ», — тип яуапланы.

Тарих ағышында халыҡтың һәм бөйөк шәхестәрҙең роле бер-береһенә ныҡ бәйләнгәнлеген хәҙер аңлайым. Әлбиттә, тарихты халыҡ тормошҡа ашыра, әммә бының өсөн халыҡты үҙ артынан эйәртергә, уны ойошторорға, хатта уны үҙенә буйһондорорға һәләтле бөйөк шәхес булыуы зарур. Уның халыҡтың ихтирамын ҡаҙанған батша, хан, генеральный секретарь, президент һ.б. дәрәжәле булыуы, дәрәжәһе вариҫлыҡҡа, дин ҡанундарына, һайлау системаһына, башҡа сараға бәйле булыуы ихтимал. Тарих ағышында халыҡ иң элек үҙенең матди мәнфәғәттәренән сығып эш итә: аҙыҡ-түлек, йорт-ҡура, кейем-һалым һ.б. кәрәк-яраҡ етештереп, балалар үҫтереп донъя көтә. Шул уҡ ваҡытта был йәмәғәтселек үҙенең донъяға ҡарашынан, әхлаҡ нормаларынан сығып эш итә. Йәмғиәткә етәкселек итеүсе әхлаҡи традициялар араһында иң үҙәк, көслө, башҡа нормаларҙы ла үҙ эсенә алған хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек тойғоларына таянырға бурыслы. Тап ошо нормалар һәр кешенең көндәлек тормошона, халыҡ массаларының эшмәкәрлегенә етәкселек итә, төрлө ихтилалдар, инҡилаптар, забастовкалар, демонстрациялар барлыҡҡа килеүгә сәбәп була.

Бөйөк шәхес халыҡтың матди мәнфәғәттәрен, донъяуи ҡараштарын, әхлаҡ нормаларын ҡәнәғәтләндереп, эшмәкәрлек итеүенең кимәленә, ысынбарлыҡҡа тап килеүенә ҡарап тарих хасил итә, үҙе лә тарихҡа инә йә унан төшөп ҡала.
Эшмәкәрлеген халыҡ мәнфәғәттәренә тура килтереп, хатта мөмкин булғандан арттырып үтәһә, дан ҡаҙана, халыҡ хәтеренә һеңә. Киреһенсә, үҙ байлығы, шәхси мәнфәғәттәре өсөн генә тырышһа, халыҡтың донъяуи ҡарашын, әхлаҡты инҡар итһә, тарих төпкөлөндә юғалып ҡала йә киләсәк быуындарҙың ҡарғышына дусар ителә.

Ғәҙеллек ҡанундарының тормошҡа ашмай, күп ваҡыт тапалып ҡалыуының төп сәбәбе — донъя йөҙөндә аҡса һәм аҡса капиталының хөкөм һөрөүенең көсәйә барыуында. Күп саҡта кеше туранан үҙ-ара аралашмай, аҡса йә банк карточкаһы аша бәйләнеш булдырып, үҙ-ара мөнәсәбәткә инә. Ә аҡса кешеләрҙе бер-береһенән айыра, ситләштерә, хатта дошманлаштыра, индивидуалистик күренештәрҙе көсәйтә. Кешеләр үҙҙәре түгел, ә банктарҙа, финанс учреждениеларында, һалым итеп йыйылған дәүләт ҡаҙналарында, олигархтарҙың байлыҡтары булып һаҡланған аҡса бөгөн бөтә донъялағы хәлдәргә идара итә. Яҡын кешеләр үҙ-ара мөнәсәбәттәрен аҡса аша ойоштороу системаһын еңеп, туранан- тура ойошторолған йәшәү рәүеше булдырмаһа, кешелек донъяһының киләсәге ҡараңғылыҡҡа сумыуы ихтимал.

                                                                     Тормош трамплины
Етенсе класты тамамлағас, атайымдың тәҡдиме менән Стәрлетамаҡ зоотехния һәм ветеринария техникумының ветеринария бүлегенә документтар тапшырҙым. Башҡортса уҡып, урыҫсаны насар белгәнгә, имтихандарға әҙерлек фәндәрҙең терминологияһын тәржемә итеп ятлауҙан ғына торҙо. Математиканан әҙерләгәндә, мәҫәлән, «ҡушыу — сложение», «алыу — вычитание», «ҡабатлау — умножение», «бүлеү — деление» тип ятлап йөрөргә тура килде. Башҡортса уҡыһам да, белем кимәленең юғарылығы шунда асыҡланды: күп формулаларҙы таҡтаны тултырып яҙып сыға инем. Предметтарҙы яҡшы үҙләштереүем күренгәндер — бөтә фәндәрҙән дә “дүртле“ ҡуйҙылар. Һуңынан урыҫ телен өйрәнеп алыу ҡыйын булманы, хатта аҙаҡ ул телдә күп кенә фәнни китаптар авторы булдым. Шуныһы мөһим икән: бала мәктәптә туған телендә уҡыһа, белемде ул еңелерәк һәм мулыраҡ үҙләштерә. Киреһенсә, аңлап еткермәгән урыҫ телендә уҡытыу уның белеменең дә ҡойтолоғона килтерә.

Саҡырыу ҡағыҙы килгәс, атай мине район үҙәгенә һөт ташыусы машинаға ултыртып ебәрергә килде. Кабинаға ултырыр алдынан мине туҡтатты ла: «Улым, һиңә зоотехния бүлегенә күсергә кәрәк, — тине. — Киләсәктә ойоштороусы булып, етәкселек эшендә йөрөргә мөмкин булыр». Был һүҙҙәрҙең асылына төшөнмәһәм дә, техникум директорына ғариза яҙып, ризалыҡ алыу өсөн ике аҙна буйы ҡабул итеү бүлмәһендә ултыра торғас, завуч Мария Ивановна Гончар ярҙамында зоотехния бүлегенә күсеүгә ирештем.
Һығымта: кешенең һөнәр һайлауында ата-әсә хәл иткес роль уйнай.

Техникумда уҡыу тормоштоң оло юлына сығыуымда ярайһы ҙур роль уйнаны. Тәүге көндәрҙә простыняны одеялдың өҫтөнән ябынып олораҡтарҙы көлдөргән үҫмер дүрт йылдан етәксе белгес булып уҡып сыҡты. Үҫмер саҡтан билдәле һөнәр алып, үҙеңде тәғәйен хеҙмәткә арнау кешелә айырым менталитет булдыра. Мәктәп дәреслектәрен генә түгел, ә етди эшмәкәрлеккә тәғәйенләнгән фәндәрҙе өйрәнеү ҙә әһәмиәткә эйә.

Бер саҡ шулай Өфөнән Стәрлетамаҡҡа плацкарт купелы поезда ике матур ҡыҙ менән бергә барырға тура килде. Яңы һатып алған китапты мауығып уҡып килгәнгәмелер, ҡыҙҙар: «Ниндәй китап уҡыйһығыҙ?» — тип ҡыҙыҡһынды. Өндәшмәй генә китаптың тышҡы битен күрһәттем. Ҡыҙҙар, кәмит ҡарағандай, көлөп ебәрҙе, сөнки китаптың тышында «Крупный рогатый скот. Учебник» тип яҙылғайны. Техникумда йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөү, тәжрибә хужалығында ғәмәли эшкә өйрәнеү, уңыш йыйыуҙа колхоз-совхоздарға ярҙам итеү кеүек тәжрибә тупларға мөмкинлек биргән эштәрҙә ҡатнашырға тура килә ине. Ҡаланың үҙендә спорт менән мауығыу, республика ҡалалары араһындағы коньки ярыштарында уҙышыу, ҡала беренселегенә шахмат турнирында уйнау форсаты тейҙе. Техникумда интернационалистик тәрбиә алдыҡ, милләттәр араһындағы айырма беҙҙең өсөн күҙ һәм сәс төҫтәрендәге айырма һымаҡ ҡына ҡабул ителә ине.

Шул йылдарҙағы бер нисә ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Береһе 1961 йылдың яҙында булды. Стәрлетамаҡтың Ырымбур яғына һуҙылған Трактовая урамында техникумдың барак кеүек ятағында йәшәйбеҙ. Иртәнсәк ишек алдында зарядка эшләп йөрөһәм, ятаҡ коменданты тетя Лиза тупһаға йүгереп килеп сыҡты ла сая тауыш менән: «Человек в космосе! Наш человек!! Гагарин!!!» — тип һөрән һалды. Беҙ йүгереп инеп, радиоалғысты һырып алдыҡ. Унан һуң нисә йылдар үтте, ә 12 апрель һис онотолмай, һәм шул көндә кисерелгән рух күтәренкелеге башҡаса ҡабатланманы. Ул ваҡиғаның мөһимлеге йылдар үткән һайын тәрәнерәк аңлашыла барҙы.

Икенсе ваҡиға шул уҡ йылдың көҙөндә булды. Шишмә районының «Смычка» совхозында практика үтеп йөрөйөм. Шөнгәккүл ауылы урамынан китеп барғанда, совхоз идараһы башындағы радио, бөтә ауылды яңғыратып, Н. С. Хрущев- тың КПСС-тың XXII съезында һөйләгән докладын тапшыра башланы. Туҡтап, оҙаҡ ҡына тыңлап торҙом. Никита Сергевичтың аҙаҡ «ҡанатлы» булып киткән һүҙҙәре яңғыраны: «Нынешнее поколение советских людей будет жить при коммунизме!», «К 1980 году каждая советская семья будет иметь отдельную квартиру!», «Наши цели ясны, задачи определены, за работу, товарищи!»
Башҡорт теле уҡытыусыһы Рауза апай Ильясова Хрущевты тыңлаған саҡта: «Бигерәк тә ҡуштан инде ошо кеше!» — тип көлә торғайны. Ә атайыбыҙ был шәхесте, колхозсыларҙы иҙелеүҙән, хоҡуҡһыҙлыҡтан ҡотҡарҙы, тип ихтирам итте, уның тураһындағы «Лицом к лицу с Америкой» тигән китапты оҙаҡ ҡына мендәре аҫтында тотоп, өйрәнеп йөрөнө. Күрәһең, скульптор Эрнст Неизвестныйҙың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратындағы ап-аҡ һәм ҡап-ҡара мәрмәр таштарҙы ике яҡлап ҡушып эшләгән Н. С. Хрущев һәйкәле уның тарихтағы ролен төрөҫ тасуирлайҙыр. Шулай ҙа, уның тарихтағы «аҡ» эшмәкәрлеге «ҡара»- ларынан күберәк булғандыр, тип уйлайым. Юлбашсының тантаналы телмәрен тыңлап, аҙаҡ, ышанырғамы-юҡмы, тип икеләнеп йөрөнөм. Мин икеләнгән хәлдәр аҙаҡ тормошҡа ашмай торғайны, мәҫәлән, Чубайстың приватизацияһына һәр саҡ икеләнеп ҡараным, һәм уның аҙағы хафалы булды. Коммунизм төҙөргә тырышҡан Советтар Союзы ла аҙаҡ тарҡалып ҡуйҙы. Рәсәй халҡының күбеһе һаман да фатирһыҙ интегә.

Техникумды тамамлап, бер аҙ колхозда зоотехник булып эшләгәндән һуң, йәш белгес тәжрибә йыйһын типмелер, армияға саҡлы күрше колхозыбыҙҙың бригадаһы булған, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең тыуған ауылы Юлыҡта һөтсөлөк фермаһы мөдире итеп тәғәйенләнеләр. 19 йәшлек егет өсөн был юғары дәрәжәле вазифа ине. Шул осорҙа кешеләр менән аралашыу, эшкә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү, ҡайһы саҡ ауыр хәлдәрҙән сығыу дәрестәре үтелде. Ғәмәли шарттарҙа малсылыҡты фәнни юлдан үҫтереү ысулдарын эҙләп, селекция эшен, малдарҙы ашатыу рационын яйға һалыу буйынса тырышлыҡ күрһәтергә тура килде. Был проблемалар тураһында ул ваҡыттағы ауыл хужалығы белгестәре уйлап та бирмәй ине әле. Ауыл хеҙмәтсәндәре асыҡ күңелле, эскерһеҙ, тура һүҙле, ифрат эшсән булыуҙары менән билдәле. Улар менән эшләүе бер үк ваҡытта еңел дә, ауыр ҙа ине.

60-сы йылдарҙа ауыл хужалығы ярайһы алға китте: техника күбәйҙе, колхозсылар автомашина, мотоцикл, йорт йыһаздары һатып ала башланы. Йомаш, Юлыҡ ауылдары Баймаҡ районында мөһим мәҙәни үҙәктәр һаналды. Колхоз үҙ көсө менән Йомашта районда иң ҙур мәҙәниәт һарайы, идара йорто, эре-эре малсылыҡ ҡуралары төҙөп ебәрҙе. Шул йылдарҙан башлап ауылдан оло шәхестәр, бер нисә фән докторы, тиҫтәләгән фән кандидаттары, яҙыусылар, шағирҙар, артистар, хеҙмәт батырҙары үҫеп сыҡты. Хәҙерге көндә шул йылдарҙа һәм унан һуңыраҡ тыуған ике йөҙләп Йомаш балалары Өфөлә айырым ауылдаштар яҡташлығы ойоштороп, ҡыҙыҡ һәм йөкмәткеле итеп йәшәй.
Сынығыу мәктәбе

1963 йылдың сентябрендә мин армияға алындым. Бер ай Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби лагерында әҙерлек үтеп, ант бирҙек. Әле партияға инмәгән булһам да, миңә «коммунист» тигән ҡушамат тағып өлгөрҙөләр. Эш шунда: бер көн беҙҙе сафҡа теҙеп, штаб начальнигы вазифаһын үтәүсе майор телмәр тотто: «Бөгөн кис һеҙ, автомат тотоп, хәрби объекттарҙы һаҡларға барасаҡһығыҙ. Кемдәр барасағын айырым әйтербеҙ. Урыҫ булмағандар унда бармаясаҡ». Мин шул уҡ кисте СССР Оборона министрлығына «Майор Фәләнов (фамилияһын хәтерләмәйем, Карпенко ине шикелле) милләттәрҙе бүлеп ҡарай, беҙ иһә, милләтебеҙҙе айырмай, Тыуған илебеҙгә хеҙмәт итергә теләйбеҙ» һ.б. тигән йөкмәткеле хат яҙып ебәрҙем. Бер нисә көндән теге майор ҡайҙалыр оҙатылды, ә миңә ҡушамат йәбеште, сөнки башҡа төрлө ғәҙеллек өсөн дә, әйтәйек, «ҡарт»тарға май һәм шәкәрҙе өҫтәмә бүлеүгә ҡаршы көрәшеп йөрөнөм. Хәҙер, бәлки, мин ундай хат яҙып, ғәҙеллек өсөн көрәшеп йөрөмәҫ инем, ул саҡтағы тәртибемә йәшлек максимализмы йоғонто яһағандар.

Бер айҙан һуң беҙҙе, йәш һалдаттарҙы, плацкарт вагондарға тейәп, көнбайышҡа алып киттеләр. Украинаның Львов ҡалаһын үтеп, Венгрия сигендә урынлашҡан Ужгород ҡалаһына килеп төштөк. Артабан Венгрияла хеҙмәт итәсәкбеҙ икән. Миңә Совет Армияһының Будапешт ҡалаһында торған Көньяҡ ғәскәр төркөмө штабы янындағы юл-комендант ротаһында хеҙмәт итергә тура килде. Рота штабтың, ракета частарының һәм башҡа хәрби берләшмәләрҙең Венгрия буйлап хәрби уҡыуҙар үткәргәндә хәрәкәтен тәьмин итә ине. Өс йылдан ашыу хеҙмәт осоронда ҙур булмаған илде күп тапҡырҙар бер сигенән икен- сеһенә тиклем гиҙергә, төрлө урындарҙа регулировщик булып торорға тура килде. Ярты йылда мадъяр телен өйрәнеп, комсомол секретары итеп һайланғас, Будапештта урындағы халыҡ, йәштәр ойошмалары менән аралашыуҙар ойоштороу форсатына ла ирештем. Халыҡтың күпселеге беҙгә бик яҡшы мөнәсәбәттә икәне, һирәкләп ризаһыҙлыҡ белдереү осраҡтары ла күренә ине.
Шундай бер мажараны үҙемә лә кисерергә тура килде. Һуғыштан һуңғы Венгрия бик ярлы, сәнәғәт тармаҡтары үҫешмәгән, көнкүреш тауарҙарына ҡытлыҡ кисергән ил ине. Тыуған илгә отпускыға ҡайтһалар, һалдаттарыбыҙ транзистор радио, магнитофон, электр бритваһы, фотоаппарат кеүек тауарҙар алып килә лә, урындағы халыҡҡа һатып, аҙмы-күпме аҡса эшләй торғайны. Шулай бер учение алдынан унда ҡатнашмай, часта ҡалырға тейешле хеҙмәттәшем Николай Перетрухин отпускынан алып килгән электр бритваһын минән берәй ерҙә һатып ебәреүҙе һораны. Балатон күленән алыҫ түгел ауыл янында ялда торғанда, мин бритваны оло йәштәге бер ағайға тәҡдим иттем. Ул: «Әйҙә, бритваң менән ҡырынып ҡарайыҡ», — тип яҡындағы йортона алып килде лә, мине верандала мәжлес ҡороп ултырған өс егет янында ҡалдырып, өйөнә инеп китте. Егеттәр миңә тәүҙә шикләнеберәк ҡарап ултырҙылар ҙа яйлап ҡына һүҙ ҡуштылар: йәнәһе, «нишләп йөрөйһөң?», «нимә һатаһың?», «спекуляция менән шөғөлләнәһеңме?» һ.б. Береһе, ҡыҙып китеп, урынынан торҙо ла, яурынымдағы автоматҡа, билдәге штык-бысаҡҡа төртөп күрһәтеп: “Һин, советский оккупант!! Коммунист!!! Мине атырға уйлайһыңмы?! Сәнсергә теләйһеңме?!” — тип ҡысҡыра башланы. Мин ҡаушап артҡа сигендем дә телгә килдем: “Юҡ, егеттәр, мин коммунист түгел, мин башҡорт. Әгәр атырға бойороҡ булһа ла, һеҙгә түгел, һауаға атасаҡмын!” Бер аҙ тын торғандан һуң егеттәр бөтәһе бер юлы тауыш күтәрҙе: “Ә-ә-ә! Башҡортмо? Башҡортостанданмы? Беҙҙең ата-бабалар еренәнме?” Мине ҡосаҡлап өҫтәл артына ултырттылар ҙа һыйларға тотоноп киттеләр. Хеҙмәттә булғас, градуслы эсемлектәрҙән баш тартып, тәмле емеш-еләктәр, милли ашамлыҡтар менән һыйланғандан һуң, бритва өсөн аҡсаны алып, яңы дуҫтар менән ҡосаҡлашып хушлаштым.

Күптән түгел, 1956 йылда ғына, Венгрияла булып үткән ихтилалдан һуң беҙҙең һалдаттар төрлө хәүефле, хатта үлемесле мажараларға йыш осраны. Әлеге осраҡта мине башҡорт булыуым һәм мадъяр телендә аралаша алыуым ғына шундай бәхетһеҙлектән ҡотҡарҙы булһа кәрәк.

Беҙ хеҙмәт иткән осорҙа Совет Армияһы — ир-егеттәр өсөн оло тормош, тәнде һәм рухты сыныҡтырыу мәктәбе, ирмен тигән кеше мотлаҡ үтергә тейешле һынау ине. Артабанғы тормошомда ул мәктәптең ярҙамы ҙур булды. Сит илдә, Европаның иң матур ҡалаһы Будапештта хеҙмәт итеү үҙе ни тора! Спорт менән етди шөғөлләнеү ҙә армияла башланды. «Военное троеборье» тигән спорт төрөндә (автоматта атыу, граната ташлау, ҡаршылыҡтар аша йүгереү) һәм шахматта беренсе разрядлы булғас, Көньяҡ ғәскәр төркөмө беренселегенә төрлө ярыштарҙа призлы урындар алыу бәхетенә ирештем.

КПСС ағзаһы булып китеү ҙә күптәр, бигерәк тә офицерҙар өсөн хыял иткән оло маҡсат була торғайны. Яҡшы хеҙмәт иткән һалдаттарҙы ла һайлап алып, партияға ҡабул итәләр ине. Беҙҙең частан хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличниктары тип ике кешене — мине һәм Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһынан Володя Барцевты 1965 йылда партияға алдылар. Партия ул заманда — бик етди, күп осорҙа кеше яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә торған ойошма. Хәтерләйем, бер отчет- һайлау йыйылышында Володя менән һалдаттарға тупаҫлыҡ күрһәткән партком секретары капитан А. Некрасовҡа ҡаршы сығыш яһап, уны етәкселектән төшөрөп, икенсе кешене һайлауға ирештек.

1964 йылда Америка Ҡушма Штаттары Вьетнамға баҫып инде. Беҙҙең илдә быға ҡаршы көслө пропаганда ойошторолоп, митингылар, йыйылыштар үтте. Беҙ хеҙмәт иткән хәрби ҡаласыҡта бер нисә хәрби частың ҡатнашлығында ҙур митинг үткәрелде. Миңә лә һүҙ бирҙеләр. Америка империалистарын фашлап, уларға ҡаршы доброволецтар йәлеп ителәме-юҡмы икәнен белмәһәм дә, һүҙемде: «Считаю, что нужно объявить набор добровольцев для борьбы против американских агрессоров и прошу записать меня добровольцем № 1 от нашей части!» — тип тамамланым. Аҙаҡ ирекле яҙылғандарҙың исемлеген уҡынылар. Унда «Доброволец №1 — младший сержант Х.Барлыбаев, №2 — командир части полковник В.Михайлов, № 3 — замполит майор В.Виноградов» тип яҙылғайны.

                                                                           Рух мәккәһе
1966 йылдың ноябрендә армиянан ҡайтышлай Мәскәүҙә туҡтап, МДУ-ла уҡыған ауылдашым Мәжит Мәхмүтовта ҡунаҡ булғандан һуң, киләһе йыл мотлаҡ ошо университетҡа уҡырға инергә ниәтләнеп, тыуған ауылыма ҡайттым. Ноябрь аҙағында Баймаҡ районы беренселегенә шахматта ярышып, район чемпионы исемен алдым. Яуланған приз — ҙур суйын айыуҙы әле лә үҙем менән йөрөтәм. Шул уҡ көндәрҙә шашка буйынса үткән район беренселегендә ҡустым Ғәлим, һеңлем Сәкинә менән бер төркөмдә «Һаҡмар» колхозы өсөн уйнап, күп кенә хужалыҡтарҙың командаларын еңеп, район чемпионы исемен алдыҡ.
КПСС-тың Баймаҡ район комитетынан пропагандистарҙың республика семинарында ҡатнашып, «Һаҡмар» колхозынан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына уҡырға инеү имтихандары биреп йөрөнөм. Институтҡа Стәрлетамаҡ зооветтехникумын тамамлаған дипломды тапшырып, уҡырға ҡабул ителһәм дә, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инеү теләге тынғыһыҙлап торҙо. Шул уҡ йылдың май-июнендә Баймаҡ районы мәғариф бүлегенән урта мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн экстерн имтихандар бирергә рөхсәт алып, Беренсе Этҡол мәктәбендә уларҙы уңышлы тапшырғас, өлгөргәнлек аттестаты алдым да июль аҙағында Мәскәүгә юл тоттом. Ҡабул итеү имтихандарын уңышлы биреүем шунан билдәле булды: ҡабул итеү комиссияһы рәйесе А. Протопоповҡа инеп, ауылға ҡайтып атай- әсәйгә бесән сабышырға кәрәк ине, уҡырға инеү мәсъәләһе нисек хәл ителәсәк, тип белештем. Ул имтихан һөҙөмтәләрен ҡараны ла: «Халиль, езжай косить сено, считай, что ты уже принят на учебу. У тебя, стажника, столько же баллов, сколько у школьников», — тип тынысландырҙы. Ул осорҙа абитуриенттарҙы «стажлы»арға һәм мәктәпте яңы тамамлағандарға бүлеп, уҡырға инеү өсөн имтихандарҙа айырым кимәлдә балдар йыйырға кәрәк ине.

VI класта биологияны өйрәнә башлағас, тәбиғәттә органик матдәләр әйләнеше барыуын анланым. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡаһарманлыҡтарына хайран ҡалып йөрөгән ваҡытта: «Ҡасандыр йәшәгән Салауаттың бер- ике генә булһа ла молекулаһы миңә лә килеп эләгеүе мөмкин бит әле», — тигән уйға килеп, бер ни тиклем ғәжәпләнеп йөрөнөм.
МДУ-ның иҡтисад факультетында уҡый башлағас, бер саҡ төнгө 12-нән һуңға ҡалып, метрола киләм. Вагонда минән башҡа бер кем дә юҡ. Бер станцияла урта буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле бер егет килеп инде лә, ҡаршыма урынлашып, миңә текләп ҡарай башланы. Уға яуап рәүешендә үҙем дә текләй башлағас, егет һүҙгә килеп: «Һеҙ башҡортмо?» — тигән һорау бирҙе. 10 миллионлы Мәскәүҙә минең ниндәй милләт кешеһе булыуымды анлаған егет, бәлки, күрәҙәселер, тип уйлап: «Эйе, ә ҡайҙан белдегеҙ?» — тип яуаплайым. Уның: «Һеҙ Салауат Юлаевҡа оҡшағанһығыҙ», — тигәне мине һуштан яҙҙырғандай булды. Уның хикәйәһенән шул асыҡланды. Мәскәү университетының тарих факультеты студенты, поляк егете Яцек Салауат Юлаев ихтилалы тураһында курс эше әҙерләп йөрөй икән. Батша режимы менән оҙаҡ көрәшеп йәшәгән поляктар башҡорт ихтилалдары менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Яцек: «Күҙ алдыма килтереүемсә, Салауат Юлаев нәҡ һеҙгә оҡшаған булырға тейеш ине, шуға мин, һеҙҙе күргәс тә, ҡайһы милләттән икәнегеҙҙе асыҡлаған кеүек булдым», — тигәс, түбәм күккә тейгәндәй булды. Аҙаҡ Яцек менән аралашып йөрөнөк.

Мәскәү дәүләт университеты — үҙе бер айырым мөхит. Унда белем алмағандар өсөн ул — билдәһеҙ, ә уҡып сыҡҡандар өсөн Ер шарының башҡа бер өлөшөндә лә осрамаған үҙенсәлекле урын булып күҙ алдына баҫа. Йылдар буйы урамға сыҡмай көн итергә мөмкин булған йәшәү, туҡланыу, һаулыҡ һаҡлау, почта, телеграф, хатта кейем-һалым ремонтлау урындары, мәҙәниәт һарайы, кино залы, музейы һәм башҡа уңайлыҡтары үҙендә булған ер ул. Бында уҡырға заман йәштәренең иң юғары интеллектлы вәкилдәре йыйыла, һәм был айырым рухи һәм интеллектуаль мөхит тыуҙыра. Әлбиттә, быға донъяла иң алдынғы рәттә барған профессура һәм уҡытыусыларҙың айырым роле лә өҫтәлә.

1967 йылда ошо университеттың иҡтисад факультетына уҡырға инеп, бер нисә көн үткәс, беренсе курс студенттары араһында шау-шыу башланды. Ҡырҡлап студентты «Сит илдәр иҡтисады» кафедраһында уҡытыу төркөмөнә һайлап алалар икән. Курстың яртыһы тиерлек, һөрлөгөшөп, шул кафедраға эләгергә тырышып ғариза яҙҙы. Ул ваҡытта сит илгә сығып әйләнеү, бигерәк тә эшләп йөрөү айға осоуға тиң ине. Башҡаларҙан ҡалышмайым тип, мин дә ғариза бирҙем. Бер нисә көн үтеп, һөҙөмтә билдәле булғас, күптәр хайран ҡалды: СССР һәм Мәскәү түрәләренең балаларынан торған исемлектә провинциянан килгән колхозсы улы, урыҫ булмаған мин дә бар инем. Аҙаҡ мин быға шундай аңлатма бирҙем: шул исемлекте интернациональ итеп күрһәтеү өсөн мине лә өҫтәгәндәрҙер, моғайын. Һәр хәлдә төркөмдән бер үҙем биш йыл шулар араһында уҡып сыҡтым.

Уҡыу, әлбиттә, еңел булманы. Һиндостан иҡтисадын өйрәнеүсе төркөмгә тәғәйенләнгәс, бер юлы ике тел — инглиз һәм һинд телдәрен өйрәнергә тура килде. Һиндостанға командировкаға барып ҡайтҡас, диплом яҙҙым. Аҙаҡ аспирантураға тәҡдим ителеп, ошо уҡ ил иҡтисадында дәүләт идараһы темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым.
Үткән быуаттың 60 — 70-се йылдарында Мәскәүҙә уҡыған студенттар, аспиранттар яҡташтар ойошмаһы төҙөп, төрлө мәҙәни саралар уҙғарып, Мәскәү янындағы тәбиғәт төбәктәренә һабантуйҙарға сығып йөрөй торғайныҡ. Мин бер нисә йыл яҡташтар ойошмаһы рәйесе итеп һайландым. 1971 йылдың йәйге бер шәмбе көнөндә 40-50-ләп йәштәр Мәскәүҙән алыҫ түгел Десна йылғаһы буйында һыу инеп, футбол һәм башҡа төрлө уйындар уйнап, төндә усаҡ янында күңел асып, иртәгәһен кискә табан ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Автобус туҡталышына саҡлы урман аша 4-5 саҡрым юл үтергә кәрәк. Дөйә каруаны һымаҡ һуҙылып, вайымһыҙ ғына йырлай-һөйләшә ҡайтып киләбеҙ. Юлдың яртыһын үткәс, мажараға осраныҡ. Иң һылыу ҡыҙыбыҙ Светлана һәм уның әхирәте (исемен хәтерләмәйем) хәрби частан «самоволка»ға сығып, «төшөрөп» алған ефрейтор һәм һалдат менән әңгәмә ҡороп ебәргәндәр. Оҙаҡ та үтмәй, тегеләр беҙҙең ҡыҙҙарҙы урманға һөйрәргә тотонған. Хәбәр миңә килеп еткәс, йүгереп барып, иҫеректәр менән һөйләшкән ҡыҙҙарҙы шелтәләп, һалдаттарға: «Ефрейтор и рядовой! Слушай команду старшего сержанта: шагом марш в свою часть!» — тип бойорҙом да, ҡыҙҙарҙы көскә ҡурсалап алып, үҙемә эйәрттем. Ҡалған юлда мин артҡа әйләнеп ҡарай-ҡарай, иптәштәремде шәберәк атларға өгөтләһәм дә, йәштәрҙе тыңлата алманым, улар әүәлгесә һуҙылып килә бирҙе. Автобус туҡталышы булған ауылға инеп килгәндә, артыбыҙҙан, йылҡы өйөрө сапҡандай тубырлашып, 20-25-ләп һалдат ҡыуып етте лә уратып алды. Беҙ биш егет: мин, Рәшит Шәкүр, Рафаэль Агишев, Рәфис исемле боксер егет, бишенсебеҙ кем икәне хәтерҙән сыҡҡан — яҡындағы ҡоймаларҙан таҡта һурып алып, һуғышырға әҙерләндек. Минең арттан ҡыуып килгән һалдат бил ҡайышының бляшкаһы менән һуғып, битемде ҡанатты. Ҡулыма эләккән ҡорал — метр ярым йыуанлыҡ тимер торба менән һелтәнеп, һалдаттарҙың үҙҙәрен ҡыуғылай башлағайным, улар күмәкләп тиҙ генә мине уратып алды. Шулай, өйөрөлөп һелтәнә-һелтәнә, ҡәтғи, шул уҡ ваҡытта өгөт-нәсихәтле итеп ара-тирә: «Ребята, не подходи, плохо будет!» — тип екеренәм. Шәкүр, алпамыша кеүек ғәйрәтләнеп, йүгерекләп йөрөп, үҙенән бәләкәйерәк һалдаттарҙы йыға һуға ла ара-тирә көслө тауыш менән: “На помощь! На помощь!!!” — тип һөрәнләй. Тәбәнәгерәк, тулы, әммә етеҙ кәүҙәле Рафаэль Агишев, ҡулына күҫәк тотоп, яҡынлаған һалдаттарҙы киҙәнеп-төрткөләп ҡыуа. Рәфис тә, юғары бокс техникаһы ҡулланып, һөжүм итеүселәрҙе кире ҡағып йөрөй. Һуғышырға ынтылған, әммә күҙлеге осоп китеп, шуны эҙләп ваҡыт уҙғарған Фәүҡәт Ҡыҙрасов менән Миҙхәт Мәмбәтов ҡыҙҙарҙы бер урынға йыйнап, ҡарауыллап йөрөгән. Урал Ураҡсин, дипломат булараҡ, һалдаттар менән һөйләшеп килешергә маташҡан. Һалдаттар мине аманатҡа алырға маташып 15-20 минут тирәһе айҡашып йөрөгәндән һуң, ҡапыл бөтәһе бер юлы кире йүгерҙе. Ни өсөн икәнен, төрлө фараздар ҡороп ҡараһаҡ та, аңлай алманым. Артыҡ еңеү тантанаһы кисермәһәк тә, оло эште уңышлы атҡарған кешеләр һымаҡ, йыйылышып автобус туҡталышына йүнәлдек. Фекер туплау һәм асылыбыҙға ҡайтыу автобусҡа инеп ултырғас ҡына башланды. Битемдәге яраны һөртә-һөртә, ғәфү үтенеп, Светлана башын минең күкрәккә һалды ла илап ебәрҙе. Автобустағы халыҡты ла, беҙҙе лә хайран ҡалдырып, Фәйзрахман Ярышев иҫ китмәле тауыш менән яңғыратып йырлап ебәрҙе: «Вы слыхали, как поют дрозды?.. Певчие избранники России...» Рәшит Шәкүр уйсан ҡиәфәт менән миңә өндәште: “Хәлил, һиңә рәхмәт! Һин булмаһаң, хурлыҡҡа ҡала инек...” Форсаты булһа, ул миңә орден уҡ булмаһа ла, берәй миҙал биреп ҡуйыр ине. Ышанмаһағыҙ, Шәкүрҙең үҙенән һорағыҙ, ул алдаша белмәй.

Хәҙер шул саҡтағы дуҫтар менән осрашҡанда көлөшөп алабыҙ: «Хәтерләйһегеҙме, беҙ нисек Мәскәү янында Совет Армияһы менән һуғыштыҡ?!»
                                               Халҡыбыҙҙың рухи төйәгендә
1976 йылдың февралендә Мәскәүҙән баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетының политик экономия кафедраһында иҡтисад фәндәре кандидаты вазифаһында яңы тормошомдо башланым. Шул кафедрала 15 йыл — марксизм-ленинизм политик экономияһын, 10 йылдан ашыу дөйөм иҡтисад теорияһын уҡыттым. Студенттарым араһында башҡорт теле һәм урыҫ теле, тарих, иҡтисад, хоҡуҡ факультеттарында белем алыусылар булды. Араларында ғорурланып телгә алырҙай күренеклеләре Марат Әбүзәров, Йомабикә Ильясова (Аҡьюлова), Гөлсирә Ғайсарова (Ғиззәтуллина), Риф Әхмәҙиев, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Гүзәл Ғәлиева, Рәйсә Күзбәкова, Фәнил Сафин, Булат Йомаҙилов, Фәрит Бикбулатов, Айҙар Ғәлимов һ. б. күптәр булды.

Элекке студенттарымдың ҡайһы берҙәренең донъянан ваҡытһыҙ киткәненә ҡайғырам. Улар араһында иң ҡәҙерлеләрҙең береһе — Марат Әбүзәров. Бик зирәк аҡыллы, яғымлы һәм кешелекле егет ине. Тәүҙә «Ленинсы» гәзитендә мөхәррир булып, эшенә мөкиббән бирелеп эшләне. Мин уға: «Ҡустым, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға кәрәк һиңә», — тиһәм дә, «Ағай, ваҡыт юҡ, көн һайын бер гәзит сығарһам — шул миңә диссертация», — тип яуаплар булды. Аҙаҡ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай аппаратында уңышлы эшләне. Уның тормоштан иртә китеүе беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу булды.
Минеңсә ул саҡтағы политик экономия фәне бөгөнгө дөйөм иҡтисад теорияһына ҡарағанда төплөрәк белем бирҙе, сөнки ул фәндең нигеҙендә К. Маркстың «Капитал»ы булды, ә ижтимағи фәндәр донъяһында уға тиң хеҙмәт әлегә тиклем яҙылмаған. Шуға күрә «Капитал»ды яҡшы белгән кеше фәнде иң тәрән һәм методологик яҡтан эҙмә-эҙлекле өйрәнә һәм үҙләштерә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө иҡтисад теорияһы ундай сифаттарға эйә түгел, тырым-тырағай, эклектик рәүештә, эҙмә-эҙлекһеҙ ғәмәлгә индерелгән баҙар иҡтисадының ҡанундарын өйрәнеүгә генә ҡоролған. Уларҙы ла белеү кәрәк, тик ундай белем һайыраҡ, тарҡауыраҡ була һәм иҡтисад ысынбарлығының иң тәрән ҡанундарын аса алмай.

Совет осоронда илебеҙ менән Германия Демократик Республикаһындағы төрлө ойошмалар, уҡыу йорттары, ижад коллективтары һ. б. араһында үҙ-ара аралашыу традицияһы йәшәне. Башҡорт дәүләт университеты Галле ҡалаһындағы университет менән бәйләнеш тотто. 1987 йылдың сентябрендә БДУ-нан өс доцент: мин, тарихсы Рим Йәнғужин, юрист Лариса Самсонова, шул программаға ярашлы, ГДР-ға сәфәр сыҡтыҡ. Мин марксизм-ленинизм кафедраһында лекциялар, семинарҙар үткәреп, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашып йөрөнөм. Ул ваҡытта был ил Европала социализм өлгөһө булғанға, ундағы халыҡ бик яҡшы көн итте. Кафедра мөдире Йозеф Бернард беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, ҡатыны менән икәүләп кенә йәшәгән биш бүлмәле фатирын күрһәтеп, мине хайран ҡалдырҙы. Киске аш ваҡытында, төрлө ризыҡтар тураһында һүҙ сығып, Йозеф шуны еткерҙе: «Мин бик күп илдәрҙә булып, ниндәй генә аҙыҡ тәмләп ҡараманым: Кубала — тәлмәрйендән, Африкала — сиңерткәнән, Вьетнамда — селәүсендән, Ҡытайҙа төрлө диңгеҙ йәнлектәренән ауыҙ иттем. Әммә ғүмеремдә татыған иң тәмлеһе — Башҡортостандағы Ҡандракүл буйында ашаған бишбармаҡ һәм уның һурпаһы булды».

Мин велосипедта Галле ҡалаһының бөтә мөйөштәрен гиҙеп сыҡтым. Иң ныҡ ғәжәпләндергәне шул булды: һуғыштан һуң 40 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ҡаланың ҙур ғына бер кварталы инглиз хәрби авиацияһы тарафынан бомбаға тотолоп, стеналары һерәйеп ҡалған емерек йорттарҙан тора ине. Ҡала аша аҡҡан Заале йылғаһының утрауында ял итеү урыны табып алып, саунаға Рим Зәйниевичты саҡырҙым. Ул тәүҙә, немецтар сөннәтле кешеләрҙе яратмай, беҙгә унда барыуы хәүефле, тип баш тартҡайны. Аҙаҡ, көлә-шаяра әйткән ныҡышмалы өгөт-нәсихәтемә күнеп, ризалашты. Немецтар беҙгә әйләнеп тә ҡараманы.
Командировканың аҙағына табан Лариса Семеновна, Башҡортостанды һағындым, тип ныҡ зарланды. Бигерәк тә көндөҙгө сәғәт бер яҡынлай башлаһа, республика радиоһы көн һайын тапшырған ярты сәғәтлек башҡортса концертты тыңлағыһы килә ине уның.

БДУ-ла эшләү миңә һәр саҡ оло ҡәнәғәтләнеү, күңел күтәренкелеге килтерҙе. Бигерәк тә ул замандағы ректорыбыҙ Рәғиб Ғимаев менән эшләүе үҙе ҙур кинәнес ине. Бөтә яҡлап та иҫ китмәле изге кеше! Уның яныңда хатта һөйләшеп ултырыу ҙа күңелдә ләззәт хистәре уята. Мин университеттың проректоры вазифаһын үтәгән 1995 — 1999 йылдар ярайһы ҡатмарлы булды. Федераль органдар баҫымы аҫтында юғары белем алыу системаһына үҙгәрештәр индереү, уны коммерция нигеҙҙәренә күсереү башланды. Иҡтисад буйынса проректор эшен башҡарғанға күрә, ул үҙгәрештәргә ҡаршы булһам да, теште ҡыҫып, күрһәтмәләрҙе бойомға ашырырға мәжбүр булдым. Иң элек айырым коммерция нигеҙендә ҡабул итеү бүлеген ойошторҙоҡ. Университетта уҡырға теләүселәрҙең мәнфәғәте ҡыйырһытылмаһын өсөн, уның эшен тырышып яйға һалырға тура килде.
Үҙгәртеп ҡороуҙың һуңғы 1989 йылы республикабыҙҙың мөстәҡиллеге өсөн көрәштең иң көсөргәнешле йылдарынан булды. Унан һуңғы ике-өс йыл эсендәге үҙгәрештәр 1917 йылдан һуңғы Рәсәйҙәге түңкәрелештәргә тиң, тип әйтергә мөмкин. КПСС-тың монополияһы бөтә барып, халыҡтың активлығы һәм азатлығы көнләп түгел, сәғәтләп көсәйә башлағайны. Коммунистар партияһы ҡаты ауырыуҙан үлергә йыйынған йәнлек кеүек ҡалтыраныу кисерә ине. Башҡортостанда күп йылдар уңышлы эшләгән күренекле дәүләт эшмәкәре, КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары М. Шакиров М. Горбачев тарафынан мәсхәрәле алып ташланып, уның урынын биләгән Р. Хәбибуллин, өс йыл да эшләй алмай, отставкаға китергә мәжбүр булды. Унан һуң, был ойошманың башында кем булһа ла ярай, тигән һымаҡ, ул вазифаны И. Горбуновҡа тапшырҙылар. Беҙ, башҡорт милли хәрәкәте активистары, КПСС Үҙәк Комитетынан бер-бер артлы килгән эмиссарҙар, партияның урындағы түрәләре менән осрашыуҙарҙа, Башҡортостанға союздаш республика статусы кәрәк, тигән талаптар ҡуя башланыҡ. Мин ошо саҡта Мөрәжәғәт яҙып, 1989 йылдың яҙ көндәрендә Мәскәүгә килеп, СССР-ҙың Юғары Советы сессияһы эшендә ҡатнашҡан Әбйәлил районы вәкиле Мәүҙиғә апай Ғәбитова менән йөрөп, Башҡортостандың 11 депутатынан Мөрәжәғәткә ҡул ҡуйҙырҙыҡ. Сессия барышында депутатыбыҙ Юрий Шәрипов документты сессия ултырышын алып барыусы М. Горбачевҡа тотторҙо. Мөрәжәғәт республика гәзиттәрендә лә баҫылып сыҡты, шул осорҙа төҙөлгән Союз Килешеүе буйынса Башҡортостан менән Татарстан союздаш республикалар тип танылырға тейеш ине. 1990 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияла ла Башҡорт АССР-ы Башҡорт ССР-ы тип иғлан ителде һәм СССР тарҡалғанға тиклем шул исем менән йөрөтөлдө.

1989 йылдың йәй һәм көҙөндә беҙ көн һайын тигәндәй «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында, Яҙыусылар союзында, Матбуғат йортоноң ултырыш залында, БДУ-ла һ.б. урындарҙа йыйылып, фекер алышып, ойоштороу эштәре алып барҙыҡ. Һөҙөмтәлә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге барлыҡҡа килде. Хәтерләйем, үҙәккә «Урал» атамаһын биреү тураһында беҙ Р. Шәкүр менән Октябрь проспекты буйлап ҡайтып килгәндә һөйләшеп килештек, һәм был тәҡдим ноябрҙә үткән ойоштороу конференцияһында ҡабул ителде. Конференция «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының ҙур залында шығрым тулы халыҡ ҡатнашлығында үтте. Алдан һөйләшеү буйынса, сәйәси докладты Р. Шәкүр, иҡтисад проблемалары буйынса мин яһаным. Сығышым «Башҡортостан» гәзитендә лә баҫылып сыҡты. Декабрҙә Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе М. Мирғәзәмов мине саҡырып: «Бына, Һеҙ республиканың иҡтисады ниндәй булырға тейеш, тигән доклад яһағанһығыҙ, — тип гәзиткә төртөп күрһәтте лә, — шул идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырырға, Министрҙар Советында иҡтисад бүлеге булдырып, шуға етәкселек итергә тәҡдим итәм», — тине. Шулай итеп, миңә республиканың мөстәҡиллеге өсөн көрәште, халыҡ хәрәкәтенән күсеп, рәсми органдарҙа эшләү юлы менән алып барыу форсаты эләкте.

                                                           Сәйәсәт — үткеһеҙ һаҙлыҡ
Совет осоронда мин сәйәси тормошта бик әүҙем ҡатнашманым, бер ниндәй юғары органдарға ла һайланманым, нигеҙҙә уҡытыу һәм ғилми эш менән шөғөлләндем. Тик СССР менән КПСС-тың тарҡалыуы башланғас ҡына, мине сәйәси тормошҡа йәлеп итергә тотондолар. Илдә төрлө сәйәси ойошмалар төҙөлөп, Мәскәүҙәге иптәштәр мине «Марксистик платформа» тигән ойошмаға өгөтләп, шундай уҡ ойошма Башҡортостанда ла барлыҡҡа килгәс, мин уның етәксеһе булып киттем. 1990 йылдың июнендә РСФСР Коммунистар партияһының ойоштороу съезы булып, унда мин ойошманың контроль-ревизия комитеты ағзаһы итеп һайландым. И. Полозков, В. Купцов, Г. Зюганов партияның етәкселәре булып китте. Миңә яңы ойошма үҙәк комитетының, контроль-ревизия комитетының бер нисә пленумында ҡатнашырға насип булды. Бер йыл самаһы уҙғас, ГКЧП фетнәһе һөҙөмтәһендә СССР ҙа, КПСС та, РСФСР Компартияһы ла юҡҡа сыҡты.

Ошонан һуң мине төрлө ойошмаларҙың ревизия комиссияларына һайлау традицияға әүерелде. 2001 — 2004 йылдарҙа башта «Берҙәмлек һәм Ватан» — «Берҙәм Рәсәй», аҙаҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының контроль-ревизия комитеты рәйесе урынбаҫары булдым. 2003 йылда Рәсәй Шахмат федерацияһы съезында мине ойошманың контроль-ревизия комиссияһы рәйесе итеп һайланылар. Аҙаҡ тағы ике съезда яңынан һайланып, әле лә шул вазифаны үтәп йөрөйөм.

1991 йылдың февраль—мартында Мәскәү янындағы Морозовка тигән СССР етәкселеге резиденцияһында бөтә союздаш, Балтик буйы республикаларынан тыш, һәм автономиялы республикаларҙың вәкилдәре тарафынан яңы Союз килешеүе төҙөлдө. Уның йөкмәткеһен әҙерләүҙә Башҡортостандан ике вәкил: мин һәм Зөфәр Йәнекәев ҡатнаштыҡ. Килешеүҙе эшләү бик көсөргәнешле көрәш, хатта талаш-тартҡылаш аша барҙы. РСФСР Юғары Советындағы низағтар арҡаһында, РСФСР-ҙың делегацияһы оҙаҡ ҡына ойошторолмай торҙо, хатта Морозовкала ҡыҙыу эш башланған ваҡытта ла вәкилдәр юҡ ине. Юғары Советтың ҙур залында делегацияны һайлау ултырышында Мортаза Рәхимов менән мин дә ҡатнаштым. Делегацияның етәксеһе итеп Рамазан Абдулатиповтымы, әллә Сергей Шахрайҙымы һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәхимов бер нисә тапҡыр һикереп тороп: «Шахрая не надо! Шахрая не надо!» — тип ҡысҡырғанда, уға мин дә ҡушылдым. Ул ваҡытта демократия шулай сәскә атҡайны. Ахырҙа яңы Союз Килешеүен төҙөүҙә РСФСР делегацияһының етәксеһе итеп Р. Абдулатипов, ә ағзалары составына С. Шахрай һ. б. һайланды.

Ҡайһы бер союздаш республикаларҙың СССР-ҙан сығыу яғында булыуы шул саҡта уҡ күренә ине. Был йүнәлештә бигерәк тә Грузия, Украина вәкилдәренең ҡараштары ныҡышмалы булды. Беҙ, Татарстан вәкилдәре менән берләшеп, союздаш республика статусы өсөн ҡырталашып, ярайһы ғына уңышҡа өлгәштек. Союздаш республикалар беҙҙең яҡлы булһа, башҡа автономиялы республикалар етәкселәре, көнләшеп, ҡаршы төшөп маташты. Р. Абдулатипов етәкселегендәге РСФСР вәкилдәре лә, өҫтән күрһәтмә буйынса, беҙгә аяҡ салыу яғында булды. Шулай ҙа Килешеүҙә Башҡортостан һәм Татарстан союздаш республика кимәленә өлгәшерлек ярайһы отошло статьялар урын алды. Улар аҙаҡ мөстәҡиллек өсөн көрәштә ныҡлы нигеҙ булдырҙы.

Документтың төп нөсхәһен әҙерләү тамамланғас, делегациялар хөрмәтенә ҙур мәжлес ойошторолоп, унда республикалар исеменән тостар әйтелде. Баш- ҡортстан Республикаһы исеменән һүҙ әйтеү, Зөфәр Йәнекәевтың тәҡдиме буйынса, миңә тура килде. Мин: «Башҡорт халҡы йырға бай, йырларға ярата һәм яҡын дуҫтарына йыр бүләк итеү йолаһын тота, шуға күрә мин һеҙгә, яңы дуҫтарыма, йыр бүләк итәм», — тип «Азамат»ты йырланым. Зал ҙур, акустика хайран ҡалырлыҡ, микрофон аша йыр, мин башҡа бер ваҡытта ла улай булдыра алма- ғанса, матур янғыраны. Оҙаҡ, дәррәү ҡул саптылар. Рамазан Абдулатипов йүгереп килеп, йырың иҫ киткес шәп булды, уның хаҡына арабыҙҙағы бөтә ҡапма- ҡаршылыҡтар буйынса һинең менән килешәм, тип ҡулды ҡыҫып, рюмкаһын сәкештереп, коньягын бөтөргәнсе эсеп ҡуйҙы.

Килешеү проекты яҙылып бөткәс, 1991 йылдың 19 авгусында уға бөтә республикалар делегациялары Кремлдә ҡул ҡуйырға тейеш ине. Шул көн иртәнсәк мин Өфө аэропортына китеп барғанда, радиоалғыс ГКЧП фетнәһе хаҡында хәбәр итте. Миңә кире боролоп ҡайтырға һәм көн буйына телевизорҙан «Лебединое озеро» балетын ҡарарға тура килде.
Был хәл илебеҙҙе аяныслы яҙмышҡа дусар иткән ваҡиғаларҙың һуңғы нөктәһе булды. Яңы Союз килешеүенең йөкмәткеһе, халыҡ-ара сәйәсәт нормаларына ярашлы, бөтә республикалар һәм халыҡтарҙың мәнфәғәтенә яуап бирерлек итеп төҙөлгәйне. Уға ҡул ҡуйылып, тормошҡа ашырылһа, СССР тарҡалмай ғына, яңы йөкмәтке алып, һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән кире һәм аяныс хәлдәр барлыҡҡа килмәҫ ине. ГКЧП фетнәһе, әлбиттә, өс көндән баҫтырылды.

2011 йылдың апрелендә шул уҡ Морозовкала, хәҙер шәхси пансионатта, миңә Мәскәү Дәүләт эшмәкәрлеген администрациялау академияһының сит ил делегациялары менән берлектә үткәргән «Глобализация һәм социаль капитал» тигән ғилми конференция эшендә ҡатнашырға тура килде. Аҙаҡ ресторанда ойошторолған банкетта тост әйтеү өсөн һүҙ бирелгәс, мин 20 йыл элек ошонда ниндәй тарихи ваҡиға булыуы хаҡында һөйләнем. Улар, бигерәк тә Германия делегаттары, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, һорауҙар бирҙе. Йырлауымды ла өҫтәгәс, тағы ла йырлап күрһәтеүемде һоранылар. Инәлтеп торманым, «Азамат»ты башҡарҙым. Дәррәү ҡул саптылар.

1990 йылдың мартында Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутаттар һайлау булып үтте. Ул осорҙа демократияның нисек «сәскә атҡан»ын хәҙер күҙ алдына ла килтереп булмай торған шул күренештән белергә була: Борай районынан — Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары В. Байтурина, Баймаҡтан Хөкүмәт Рәйесе М. Мир- ғәзәмов үҙе, башҡа урындарҙан шулай уҡ күп кенә юғары власть вәкилдәре депутатлыҡҡа кандидат булып сығып, һайланмай тороп ҡалды. Баймаҡтар Радий Уралбаевты, райондағы геология-разведка ойошмаһы директорын — депутат итеп һайлап, Башҡортостан тарихын икенсе юлдан ебәрҙе. Улар М. Мирғәзәмов өсөн тауыш бирһә, һис шикһеҙ, республиканың беренсе етәксеһе булып оҙаҡ ваҡыт, бәлки, бөгөнгә тиклем ул ҡалыр ине. Шуға күрә, минең фаразым буйынса, Башҡортостандың 1990 — 2000 йылдарҙағы тарихы баймаҡтар тарафынан эшләнде.

Мортаза Рәхимовтың Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе итеп һайланыуы көсөргәнешле, асыҡтан-асыҡ, демократияның бөтә ҡанундарына тура килгән көрәш шарттарында үтте. Рәйеслеккә унан тыш дүрт кеше: Р. Ғимаев, М. Ишморатов, М. Резбаев һәм М. Шаһиев дәғүә итте. Ул саҡта мин Хөкүмәттең иҡтисад бүлеге мөдире вазифаһын башҡарып йөрөй инем. Һайлауға бер нисә көн алда миңә «Башкирхлебопродукт» идаралығының генераль директоры Дамир Ҡы- уатов шылтырата: «Хәлил, беҙ Мортаза Ғөбәйҙуллович менән уның һайлау алды программаһын, сессияла яһаясаҡ сығышын яҙып ултырабыҙ. Ярҙам итһәң, яҡшы булыр ине». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытым юҡ ине, программа һәм телмәр буйынса идеяларым менән уртаҡлашып, уларға уңыш теләнем. Мортаза Рәхимов — иң ҡулайлы кандидат, тип уға тауыш биреүгә өгөтләп йөрөүселәр ярайһы күп булып, С. Килдин, Д. Ҡыуатов, Ю. Садиҡов, Ю. Шәрипов, нефть эшкәртеү заводтары директорҙарының күпселеге ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Шуныһы фәһемле: уларҙың барыһы ла аҙаҡ власть даирәләре тарафынан ситләштерелде.
Иртәгә һайлау тигән көндө М. Мирғәзәмов Хөкүмәт ағзалары, Юғары Совет депутаттары һәм күп кенә район хакимиәттәре етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәнең һуңында: «Коллегалар, Юғары Совет Рәйесе вазифаһына беҙ кемде күрһәтергә тейешбеҙ, шул турала кәңәшләшеп алайыҡ», — тине. Ул һүҙен тамамлап та өлгөрмәне, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов атылған уҡ һымаҡ һикереп торҙо ла: «Нисек кемде?! Ундай һорау булырға ла тейеш түгел! Әлбиттә, Рәхимовты яҡларға кәрәк», — тип һөрән һалды. Башҡа тәҡдимдәр булманы, ахыр сиктә Мирғәзәмов: «Улайһа, иртәгә Мортаза Рәхимовты яҡлайбыҙ», — тигән фатиха бирҙе.

Һайлауҙың тәүге турында бер кем дә Рәйес булып һайланырлыҡ 226 тауыш йыя алманы. Һуңғыһында ғына М. Рәхимов, кәрәккәндән ун тауышҡа күберәк йыйып, Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе булып һайланды. Был кампанияла Башҡортостан дәүләт телевидениеһы һәм радиоһы етәксеһе, депутаттар менән Талейран һымаҡ эш иткән С. Килдиндың ролен мотлаҡ билдәләп китеү урынлы.

Тағы бер теорияма ярашлы, Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең яңы тарихы бер кеше тарафынан ныҡлы боҙолдо. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағы — 90-сы йылдар башында СССР Юғары Советы һәм РСФСР Юғары Советы сессиялары телевидение аша көн дә туранан-тура күрһәтелә ине. Сәйәсәткә битараф кешеләр «Рабыня Изаура» сериалын ҡараһа, беҙ сессияларҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышып, телевизорға йотлоғоп, текәлеп ултыра инек. Сөнки ундағы күренештәргә бер сериал да, спектакль дә тиңләшә алмағандыр: депутаттар һуғышып та китә, һүгенеп тә ебәрә, «иркен» микрофонға сират тороп, «сәсәнлек»тә ярыша, бер-береһенең телмәрҙәрен ҡул сабып өҙә ине. Иң ҡыҙыҡ тамаша, моғайын, РСФСР Юғары Советы Рәйесен һайлағанда булғандыр. Б. Ельцин менән И. Полозков, вазифаға дәғүә итеп, ике ай буйына тиҫтәләгән тауыш биреү үткәреп, ахыр сиктә бер нисә тауыш күберәк йыйып, Б. Ельцин РСФСР Юғары Советы Рәйесе итеп һайланғас, уға урынбаҫар тәғәйенләргә кәрәк булды. Күрәһең, иң ҙур һәм абруйлы республикаларҙың береһе күреп, ул юғары вазифаға Башҡортостан вәкиле, БАССР-ҙын ауыл хужалығы министры, депутат Исмәғил Ғәбитовты тәҡдим итте. Был фамилияны ишеткәс, шатланып һәм ғорурланып та өлгөрмәнем, Исмәғил ағайыбыҙ микрофон янына килеп: «Я с та- ким человеком как Ельцин вместе работать не желаю, беру самоотвод», — тине лә урынына барып ултырҙы.

Әлбиттә, был хәлде аңларға була, сөнки Ельцинды ул саҡта ғына түгел, унан һуң да өнәмәүселәр, хатта дошман күреүселәр булды, хәҙер ҙә күп. Әммә тыныс һәм тәрән уйлап ҡарағанда, И. Ғәбитов Рәсәй Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары булһа, илдең тарихы бөтөнләй икенсе юлдан киткән булыр ине. Аҙаҡ ул вазифаны Р. Хасбулатов биләмәһә, бәлки, Парламент менән Президент араһындағы талаш-тартыш һәм Аҡ йортҡа танкынан атыу, хатта Чечен һуғышы ла ҡубып китмәҫ ине. Ә инде Башҡортостан вәкиле шундай юғары вазифаны тотоп торһа, республиканың хәле лә бөтөнләй икенсе булыуы шикһеҙ. Һығымта: яуаплы хәлдәрҙә тойғоларҙы тыйып эш итеү хәйерле.

1991 йылда РСФСР-ҙың яңы Парламенты һайланып, Федераль хөкүмәт ойоштороу барғанда, ҡайһы бер министрлыҡтарға етәксе итеп милли республикалар вәкилдәрен тәғәйенләргә булғандар. Милли эштәр һәм төбәк сәйәсәте министры вазифаһына Башҡортостандан кандидат итеп республикабыҙ етәкселеге мине тәҡдим итте. Аҡ йортта төрлө комиссиялар һәм комитеттарҙы урап сыҡҡас, РСФСР Министрҙар Советы Рәйесе И. С. Силаев менән йомғаҡлау әңгәмәһе ҡалды. Ҡабул итеү бүлмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры булып эшләгән Сергей Шойгу менән бергә саҡырғандарын көтөп ултырабыҙ. Иван Сте- панович мине ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Яғымлы йылмайған йөҙ, йор һүҙҙәр менән өндәшеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң ул: «Биографияғыҙ ҡайһылай бай! Ауылдан сыҡҡанһығыҙ, армияла булғанһығыҙ, вузда, дәүләт органдарында эшләгәнһегеҙ, Мәскәү университетын тамамлағанһығыҙ!» Мин, һөйләшеүгә ҡеүәт өҫтәп: «Эйе, Иван Степанович, МГУ-ла беҙ Руслан Хасбулатов менән бергә уҡыныҡ», — тип ысҡындырҙым. «Шулаймы, туҡта улайһа, — тине лә ул тура телефон аша Хасбулатовҡа сыҡты: — Руслан Имранович, беҙ бында Һеҙҙең однокашнигығыҙ Барлыбаев менән һөйләшеп ултырабыҙ... Эйе...Эйе... Беҙ уны милли эштәр һәм төбәк сәйәсәте министры вазифаһына ҡарайбыҙ. Эйе... Шулаймы? Эйе... Ярай... Ярай, улайһа». Силаевтың йөҙөнән йылмайыу юҡҡа сыҡҡайны, тауышында ла элекке күтәренкелек һәм йорлоҡ юғалды. Шулай ҙа ул, беҙ һеҙҙең кандидатурағыҙҙы ҡарауҙы дауам итербеҙ әле, тип яҡты йөҙ менән хушлашты. Әммә һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булманы.

Был тарихтың да әхлаҡи яғы шунда: телеңде кәрәк-кәрәкмәгәндән тыйылып, урынына һәм ваҡытына ҡарап, үлсәп кенә асырға кәрәк. Хасбулатовтың исемен әңгәмәгә ҡыҫтырғанда, мин көнләшеү хисе барлығын, дуҫтарыңдың алдында берҙе һөйләп, артыңда бөтөнләй киреһен эшләүе ихтималлығын онотҡанмын. Ул осорҙа ниңәлер Кавказ республикалары вәкилдәре Башҡортостан һәм Татарстандың союздаш республика булып үҫергә ынтылыуына тыныс ҡарай алмай ине.

1990 йылдарҙың тәүге яртыһында республиканың үҙаллылығы өсөн көсөргәнешле көрәш алып барылды. Миңә СССР-ҙы яңыртып ҡороуға йүнәлтелгән яңы Союз килешеүен, Рәсәйҙең яңы Федератив килешеүен, Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан араһындағы килешеүҙәрҙе төҙөүҙә ҡатнашырға насип булды. Төп ҡаршылыҡтар «Республикаға үҙаллылыҡты ниндәй кимәлдә алырға?» тигән мәсьәлә тирәһендә ҡуйырҙы. Министрҙар Советы Рәйесе М. Мирғәзәмов етәкселегендәге төркөм үҙ өҫтөбөҙгә артыҡ яуаплылыҡ алмай, Рәсәй закондарынан ары уҙмай, уларҙы үҙебеҙгә яраҡлаштырып эш итеү яғында ине. Икенсе төркөм, шул иҫәптән мин дә, суверенитетты, Б. Ельцин әйтмешләй, «йота алған тиклем» алыу, республиканың көслө һәм үҙ-аллы закондары системаһын булдырыу яғында инем. Көрәш шул тиклем ҡыҙыу барҙы ки — 1991 йылдың декабрендә, минән ҡотолоу өсөн, беҙгә ҡаршылар Хөкүмәттә иҡтисад бүлеген бөтөрөп, үҙемде эшһеҙ ҡалдырҙылар. Мине иҡтисад буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлауым ҡотҡарҙы: ғилемле кешене дәүләт органдарынан ситләтеү уңайһыҙ булғанға, тағы ла яуаплыраҡ эш тәҡдим ителде.
Шул ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Хөкүмәттең иҡтисад бүлеген ябып, мине эштән сығарыуға ирешкән Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары менән Белорет ҡалаһында үткән ҙур кәңәшмәнән вертолетта Өфөгә ҡайтырға тура килде. Юлдашым ныҡ ҡына ауырый ине. Уны вертолеттың бер яҡ стенаһына теҙелгән ултырғыстарға һуҙып һалып, һыу эсереп, йығылып китмәһен өсөн янында ултырып килдем. Әйткәндәре бөгөнгөләй хәтеремдә: «Хәлил, мине ғәфү ит! Һиңә күп насарлыҡ ҡылдым. Һин үҙең бер кемгә лә зыян килтермәйһең, ә һиңә насарлыҡ теләгән кешенең башына бәлә килә...» Күпмелер ваҡыт үткәс, бахыр, ниндәйҙер хроник ауырыуҙан фани донъяны ҡалдырып китте, әйткәндәре тәүбә булған икән. Ерләшергә барып, ҡәберенә тупраҡ һалдым.
Сәйәсәттә әүҙем ҡатнашҡан кешенең кәйефе, урамдағы һауа торошо кеүек, үҙгәреп тороусан, холҡо ла хәл-торошоноң тәрән ҡанундарына бәйле була. Иртәнсәк уянғанда күңел үҙен төрлөсә тоя: йә тормошто сәскә баҡсаһылай күреп, тауҙар аҡтарып ташларҙай, йә ҡулдан бер эш тә килмәҫлек булып, хатта йәшәүҙән туйғандай. Яйлап тороп, эшкә тотона башлаһаң, Наполеондай ҡоролған планлы көнөң бик үк уңышлы булмай сыға, ә кәйефһеҙ уянған көндә, киреһенсә, бәхетле осраҡҡа тап булаһың. Шуға күрә кәйефкә бик буйһонмай, аңлы рәүештә уға баш булырға, уны үҙгәртә белергә кәрәк. Кәйефкә бирелеп йәшәү йыш ҡына яраҡһыҙ, хатта фажиғәле хәлдәргә килтереүе ихтимал. Әхмәр Үтәбайҙың үҙенә ҡул һалыусыларҙың күбәйеүе тураһындағы бәйәндәре был турала асыҡ һөйләй.

«Что? Где? Когда?» телевизион программаһы белгестәренә бирелгән һорау менән бәйле ваҡиға хәтергә һеңеп ҡалған. Һорау: «Бер Мысыр батшаһына уның дуҫы яҙыулы балдаҡ бүләк итеп, кәйефең ныҡ ҡырылған саҡта шул яҙыуҙы уҡып йыуанырһың, тигән. Балдаҡ эсендә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?» Белгестәр, күпме баш ватһа ла, яуапты таба алманы. Ә ул ябай ғына булып сыҡты, унда: «Был хәл барыбер үтеп китәсәк!» тип яҙылған икән. Кәйеф ныҡ хөртәйгән саҡта шул кәңәште һынап ҡарағаным булды, ысынлап та, тынысландыра.

                                                          Дәүләт милке һағында
Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуҙың энергетика, нефть һәм газ сығарыу, эре машиналар һәм авиация төҙөү тармаҡтарынан башланыуын күреп хайран ҡалдым. «Кемдеңдер шул тиклем икһеҙ-сикһеҙ байлыҡты һатып алырлыҡ аҡсаһы булһын да, илдең стратегик тармаҡтарын шәхси бизнес ҡулына биреп ҡуйыу кемгә кәрәк булғандыр? Был эште урлашыу аша ғәмәлгә ашырыуға намыҫы етерме икән ни?» — тип уйландым. Күренеүенсә, быларҙың бөтәһен дә беҙҙең илдә тормошҡа ашырып була. АҠШ-тың шул саҡтағы Дәүләт секретары Мадлен Олбрайттың фекеренсә, Рәсәйҙә үткән хосусилаштырыуҙы «егерменсе быуаттың иң ҙур енәйәте» тип баһаларға мөмкин. Хәҙер ҙә күп кенә юғары дәрәжәле кешеләр уны «енәйәтсел хосусилаштырыу» тип атай.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Башҡортостанда был эштәр менән 1992 — 1995 йылдарҙа, Дәүләт милке фонды рәйесе, аҙаҡ Дәүләт милкенә идаралыҡ итеү комитеты етәксеһе булараҡ, үҙемә шөғөлләнергә тура килде. 1992 йылдың мартында эшкә тотонғанда, илдә хосусилаштырыу ҡыҙа башлағайны. Уның барышына анализ яһап, шул уҡ йылдың декабрендә БР Юғары Советы сессияһында сығышымда түбәндәгеләрҙе әйттем: «Анализдарҙан күренеүенсә, хосуси- лаштырыуҙың әлеге өлгөһө һәләкәткә, былай ҙа сирле иҡтисадтың емерелеүенә, предприятиеларҙың «бәйҙән ысҡыныу»ына, мөлкәттең социаль бурысы булмаған енәйәтсел төркөмдәр ҡулында тупланыуына, күптәрҙең эшһеҙ ҡалып, ярлы- ланыуына, социаль бәләләргә илтәсәк». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һүҙҙәр хаҡ булып сыҡты, һәм ул туралағы бөгөнгө фекерҙәр һуңлап, яуҙан һуң йоҙроҡ болға ған дай яңғырай.

Бөтә ил, һарыҡ көтөүе кеүек, һерлегешеп упҡынға китә башлай икән, айырым шәхесәр, хатта күп һанлы фирҡәләр ҙә бер ни ҡыла алмай, көтөүгә ҡушылып, уны упҡындан йолоп алыуҙы хәстәрләргә бурыслы. Хосусилаштырыу эшенә лә мин шул фекерҙән сығып тотондом, нисек тә булһа уны урлашыу юлынан ебәрмәҫкә, республикабыҙ өсөн уңышлы ысулын табырға тырыштым. Иң элек беҙ компанияларҙың күпселек акцияһын сит ҡулдарға бирмәй, республикабыҙ халҡына, коллективтарға һәм хеҙмәтсәндәренә тапшырырға, БР Хөкүмәте ҡарамағында ҡалдырырға ынтылдыҡ. Үҙебеҙҙә таратылған дүрт миллиондан ашыу ваучерҙың номерҙарын компьютер программаһына теркәп, уларҙың хаҡы 10 мең һум булһа, республика халҡына 40 мең һумлыҡ мөлкәт биреп йыйҙыҡ. Ә ситтән килгән номерлы ваучерҙарҙың хаҡын 10 мең һум менән сикләп, мөлкәттең ситкә китеүенә кәртә ҡуйҙыҡ. Рәсәй законы буйынса, элек ҡуртымға бирелгән мөлкәт бүтән өлкәләрҙә ҡуртымсыларға бушлай бирелһә, беҙ ундай мөлкәтте дөйөм хосусилаштырыуға йүнәлттек. Башҡа төрлө ысулдар ҙа ҡулланылып, һөҙөмтәлә илдең башҡа төбәктәренә ҡарағанда республика халҡы һәм Хөкүмәте ҡулында күберәк мөлкәт тупланды. Хөкүмәт ҡулындағы акциялар аҙаҡ, уларҙың капитализация хаҡы ун, хатта йөҙ тапҡырға артҡас, республика ҡаҙнаһын тулыландырырға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш ине.

Беҙ күргән саралар Мәскәү даирәләренә оҡшаманы. РФ Дәүләт милкенә идара итеү комитеты рәйесе А. Чубайс беҙҙе ҡаты тәнҡитләне, мине вазифанан алырға маташты. Ул осорҙа БР Хөкүмәте Рәйесе булған А. Копсов шундай ваҡиғаны һөйләне. Бер ваҡыт ул М. Рәхимов менән РФ Хөкүмәте Рәйесе В. Чер- номырдинға инеү өсөн ҡабул итеү бүлмәһендә ултырғанда, А. Чубайс килеп инә лә, һаулыҡ һорашып бөтөр-бөтмәҫтән, Рәхимовҡа: «Һеҙ ни эшләп Рәсәй закондарын боҙоп, хосусилаштырыуҙы үҙегеҙ уйлап сығарған юл менән алып бараһығыҙ, беҙҙең күрһәтмәләрҙе үтәмәйһегеҙ?» — тип бәйләнә башлай. Рәхимовтың яуабы бик ҡыҫҡа була: ул Чубайсты урыҫтың «өс хәреф»енә олаҡтыра.

Хосусилаштырыу кампанияһы аҙағында, төрлө даирәләр тарафынан сыҙап торғоһоҙ әсе тәнҡиткә дусар ителә башлағас, А.Чубайс бер осрашҡанда, һеҙ үткәргән хосусилаштырыу уңышлыраҡ булған икән, тип хаталарын бер аҙ танығандай итте. Беҙҙе шефың (М. Рәхимов — Х. Б.) менән дуҫлаштыр әле, тип тә әйт- келәне. Бер нисә йылдан һуң А. Чубайс, «Рәсәй берҙәм энергетика системаһы» акционерҙар ойошмаһы етәксеһе булараҡ, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөнө.

Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ахыр сиктә республикабыҙҙың мөлкәте өсөн булған көрәш, тырышлыҡтарыбыҙ тейешле һөҙөмтә бирмәне. БР Президенты хакимиәте тирәһендәге йәбешкәктәр, миңә төрлөсә яҡынлашырға маташып, янауҙар, яла яғыуҙар, ришүәт биреү аша дәүләт мөлкәтен бушлай үҙләштерә алмағас, мине вазифамдан ситләтеүгә өлгәште. Ул йылдарҙа кеше үлтереү тауыҡ салыуға тиң ине, шуға күрә хәҙер, еңел ҡотолғанмын икән, тип уйлайым. 1995 йылда мине Башҡорт дәүләт университетына проректор итеп эшкә саҡырҙылар.

90-сы йылдарҙың икенсе яртыһында хөкүмәт ҡарамағындағы акциялар, Рәсәй закондарын боҙоу һөҙөмтәһендә, төрлө кешеләрҙең шәхси мөлкәтенә әүерелде. Был осраҡта БР-ҙың тәүге Президентының ғәйебе бик үк ҙур ҙа түгелдер, сөнки, үткән заман кешеһе булараҡ, ул күп эштәрҙең асылын аңлап етмәне. Мәҫәлән, уның аңлауынса, мөлкәт нисек кенә хосусилаштырылмаһын, ул барыбер республика етәкселеге ҡарамағында ҡаласаҡ. Был турала ул һуңғы йылдарҙағы һәр интервьюһында тигәндәй әйтә килде. Бигерәк тә уның башын улы ныҡ бутаны. Юғары белемле йәш кеше булараҡ, ул законһыҙ хосусилаштырыуҙың аҙағы ни менән бөтөрөн аңларға тейеш ине. Мортаза Ғөбәйҙуллович улы менән конфликтҡа инеп йөрөгән осорҙа, уның ниндәй афера эшләгәнен аңлағандай булып, мөлкәтте кире дәүләткә ҡайтарырға маташҡан, әммә был эште еренә еткереп башҡарырға үҙенең дә, ярҙамсыларының да, күрәһең, ҡыйыулығы һәм һәләте етмәгән. Аҙаҡҡы сиктә Мәскәүҙең финанс магнаттары, республикала 90- сы йылдар аҙағында — 2000-се йылдар башында үткән хосусилаштырыуҙың законһыҙлығынан файҙаланып, республика мөлкәтенең күпселек өлөшөн үҙләштереүгә өлгәште.
Үрҙә әйтелгән янауҙар һәм ришүәттәр осраҡлы рәүештә иҫкә алынманы, сөнки уларҙың үҙҙәренә генә хас шомло йөкмәткеһе бар. Иң элек ришүәттәр тураһында. Шул осорҙа ҡайһы дәүләт даирәләрендә ниндәй һәм күпме ришүәт алыуҙары тураһында тарихҡа билдәһеҙ. Ул ваҡытта ундай эштәр, хәҙер ишетелгән шаҡ ҡатырлыҡ күренештәр менән сағыштырғанда, таралып өлгөрмәгәйне. Күрәһең, Совет власы осорондағы әхлаҡ ҡанундары бурһып, сереп өлгөрмәгәндер. Хәҙер ул ҡанундарҙың эҙе лә ҡалманы.

Үҙемә килгәндә, мауыҡтырғыс тәҡдимдәр аҙ булманы. Бер завод директоры ул ваҡытта иң ҡиммәт һаналған «Волга» машинаһы бирергә маташты. Икенсе бер база директоры, «Жигули-99» машинаһы базаның бер мөйөшөндә тора, барып ал, тип хәбәр итте. Шул уҡ база директоры комитетыбыҙҙа эшләгән бер ҡатын аша ҡиммәтле бриллиант таштар, алтын ҡулсалар тултырылған ҙур моҡсай индерҙе. Бүләктәрен ҡулына тоттороп, ул ҡатынды ҡыуып сығарҙым. Мәскәү банкыларының бер вәкиле ул ваҡыттағы аҡса менән 400 миллиард (хәҙер 40 миллиард тирәһе) һум биреп, хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим яһағас, ул тиклем аҡса менән эш итергә ваҡытым да, теләк тә, мөмкинлек тә юҡ, туғаным, тип баш тарттым. Башҡа төрлө тәҡдимдәр ҙә булды. Хәҙер һәр кемдең күңелендә, шулай уҡ минекендә лә була торған «ҡарышлауыҡ» тәьҫире аҫтында уйлап ҡуям: бушҡа үҙемде әүлиә итеп тотҡанымын икән, хәҙер кәм тигәндә урта хәлле олигарх булыр инем. Шулай ҙа икенсе яҡтан ҡарап уйланған уй еңеп ҡуя: аҡса һәм байлыҡ ҡоло булып йәшәгәнсе, донъяла саф намыҫ менән, булған матди хәлгә риза булып йәшәү күберәк ҡәнәғәтләнеү бирә. Ундайҙарҙы хәҙерге көндә иҫәр тип йөрөтәләр. Әммә Ер шарында шундай иҫәрҙәр күбәйеп, еңеүгә ирешмәһә, күпселеге аҡса һәм байлыҡ ҡоло булып йәшәгән кешелек донъяһы ҡотолғоһоҙ үлемгә табан бара.
Төрлө янауҙарға килгәндә, 1995 йылға тиклем Башҡортостанда кеше үлтереү кеүек енәйәттәр күҙәтелмәне, улар аҙаҡ башланды. Күберәк гәзиттәрҙә яла яғыу, эшеңде төрлө органдар тарафынан тикшертеү, вазифаңдан алыу менән ҡурҡытыу ысулдары ҡулланыла ине. Шулай, БР Министрҙар Советында ике йыл эшләгәндән һуң, 1991 йылдың декабрендә минән ҡотолоу өсөн генә иҡтисад бүлеге бөтөрөлдө. Дәүләт милке комитеты рәйесе булған осорҙа һалым органдары комитет эшмәкәрлеген бер нисә тапҡыр тикшереп, етешһеҙлек таба алманы. Ахыр сиктә, дәүләт милкен урлауға ҡамасауламаһын тип, үҙ теләгем менән эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡуштылар. Үҙемдең дә теләгем шундай булғанға, БДУ ректоры, ураған һайын, ҡайт та ҡайт, тип саҡырып торғанға, 1995 йылда, кинәнеп, теләгән ғаризаларын яҙҙым.

                                                              Тормош юлындағы юлдаштар
Тормош ниндәйҙер яғы менән купелы поезд вагонында оҙайлы сәйәхәтте хәтерләтә. Унда юлдаш булған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре оҙаҡ ҡына һинең менән бергә бара, икенселәре ҡыҫҡа ваҡытҡа инеп, сығып китә. Шуның кеүек, тормошобоҙ юлында кем менәндер оҙаҡ ваҡыт ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, бергә барабыҙ, ҡайһылар менән аҙ ғына бергә булып та, уларҙан яҙмышыбыҙ үҙгәрерлек йоғонто кисерәбеҙ, ә ҡайһы берәүҙәр, осрашып та, иҫтә ҡалмай юғала. АҠШ социологтары үткәргән тикшеренеүҙәр шундай ҡыҙыҡ һәм фәһемле күрһәткестәр биргән: дөйөм алғанда дуҫ-иштәре күп кешеләр дуҫтары наҡыҫ булғандарға ҡарағанда тормошта карьера, ғаилә тормошо, матди именлек һәм башҡа өлкәләрҙә күберәк уңышҡа өлгәшә, бәхетлерәк ғүмер кисерә.

Үрҙәге «тормошомдоң һәр бер аҙымы иҫ киткес яҡшы кешеләр менән үтте, ямандары бер ҡул бармаҡтары менән һанарлыҡ» тигән һүҙҙәрҙе анализлап, шуны әйтергә кәрәк. Ысынлап та, үткән ғүмереңә әйләнеп ҡарап, аралашҡан һәр кешене иҫкә алып сыҡһаң, уларҙың бөтәһе лә тигәндәй шундай иҫ китмәле киң күңелле, ярҙамсыл, оло шәхестәр булғанлығына хайран ҡалаһың. Барыһы ла хәтер күгендә яҡты йондоҙҙар булып балҡый. Ҡайһы берҙәрен төркөмләштереп йә исемләп әйтһәң, бына улар: йөҙәрләгән ауылдаштарым («Һаҡмар» колхозы рәйесе Сәйфулла Самарбаев, партком секретары Мөхәммәт Байегетов, зоотехник Миңләхмәт Килдеғошов, бригадир Ильяс Байегетов, һауынсылар, мал ҡараусылар, механизаторҙар) һәм меңәрләгән райондаштарым; Йомаш ауылы мәктәбендә етенсене бергә тамамлаған класташтарым (Илгиз, Арсин, Мәүлихә, Фәррәх, Гөлшат, Фәнил) һәм үрҙә исемләп һанап үткән уҡытыусыларым; Стәрлетамаҡ зооветтехникумында бергә уҡыған курсташтарым (Илгиз Шәйәхмәтов, Вассаф Абдрахманов, Роберт Сафин, Любовь Галанова, Любовь Аса- бина, Раиса Баруткина, Зиннур Мәрҙәнов, Галина Ковинцева һ.б.), курсыбыҙҙың кураторы Гончар Мария Федоровна, техникум директоры Сибряев Иван Федорович; армиялағы хеҙмәттәштәрем (Володя Барцев, Альберт Ғәйнетдинов, Валерий Зеленов, Валентин Зверев һ.б. күптәр), командирҙарым, шулар араһында рота командирым капитан Логачев Павел Михайлович, замполит майор Виноградов Виктор Николаевич, часть командиры полковник Михайлов Владимир Константинович; МДУ-лағы курсташтарым (Олег Ананьин, Рөстәм Нурыев, Александр Некипелов, Валентин Громыко һ.б. бик күптәр), уҡытыусылар һәм профессорҙар (экономика факультеты декандары Солодков Михаил Васильевич, Колесов Василий Петрович, профессорҙар Бузгалин Александр Владимирович, Хубиев Ҡайсын Азретович, Пороховский Анатолий Александрович һ.б.); аспирантуралағы фәнни етәксем Сажина Муза Аркадьевна, кафедра мөдире Радаев Валерий Викторович; БДУ-ла уҡытып сығарған бик күп уҡыусыларым һәм коллегаларым, шулар араһынан ректор Ғимаев Рәғиб Насретдин улы, проректорҙар Ғәлимов Баязит Сабирйән улы, Морозкин Николай Данилович, Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы, декандар Якшыбаев Роберт Әсғәт улы, Сөләймәнов Марат Ноғоман улы, Ғиләжев Фуат Ғарифулла улы, Исхаҡова Фәниә Сәғәҙи ҡыҙы, Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улы, Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы, Мерәҫев Рәхим Зәки улы, кафедра мөдирҙәре Аҡманов Ирек Ғайса улы, Аҡманов Алмас Ғайса улы, Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы, Зәйнуллин Марат Вәли улы, Бүкәнова Роза Ғаффан ҡыҙы, иҡтисад теорияһы кафедраһы ағзалары Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы, Яҡупов Ғәббәс Исхаҡ улы, Сөнәғәтуллина Софья Ростислав ҡыҙы, Россинский Михаил Борисович, төрлө урында эшләгән профессорҙар һәм доценттар Камил Вәли улы Ғирфанов, Фәһим Бениамин улы Садиҡов, Камил Абдрахман улы Вәлиев һ.б. бик күптәр; Башҡортостан етәкселегендә бергә эшләгән арҡадаштар, шулар араһынан М.Ғ. Рәхимов, А. Я. Копсов, Р. И. Байдәүләтов, Р. С. Баҡыев, К. Б. Тол- качев, В. П. Гаврилов, В. П. Василенко, В. Х. Байтурина, Х. Х. Ишморатов, И. Ә. Ғәбитов, С. Х. Әминев, Э. В. Ҡолмөхәмәтов, Ф. Ғ. Хантимеров, В. А. Власов, С. Р. Мортазин һ.б.; Рәсәй Дәүләт Думаһындағы донъя мәсьәләләрен бергәләп хәл иткән иптәштәр, шул иҫәптән Селезнев Геннадий Николаевич, Морозов Олег Викторович, Жуков Александр Дмитриевич, Рогозин Дмитрий Олегович, Севостьянов Виталий Иванович, Говорухин Станислав Сергеевич, Чилингаров Артур Николаевич, Сәйфуллин Франис Асҡарйән улы, Залиханов Михаил Чоккаевич һ.б. күп арҙаҡлы шәхестәр; Рәсәй Дәүләт хеҙмәте академияһындағы бергә эшләгән коллегаларым, бигерәк тә кафедра мөдире, академик Урсул Аркадий Дмитриевич, профессорҙар Гирусов Эдуард Владимирович, Делокаров Кадырбеч Хаджумарович, Мамедов Низами Мустафа оглы һ.б.; Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институтындағы коллегаларым — профессорҙар Ли- сеев Игорь Константинович, Чумаков Александр Николаевич, институт директоры, академик Гусейнов Абдусалам Абдулкерим улы һәм бүтәндәр.

Әйтеп үтелгәндәрҙән тыш, эш, уҡыу йәки хеҙмәт менән бәйләнмәгән, ә төрлө тормош мәсьәләләренә уртаҡ ҡарашлы, дөйөм маҡсаттарыбыҙ булған, йәмғиәт эштәрен бергәләп башҡарған яҡын кешеләр бик күп булды. Улар араһында Мостай Кәрим ағай, Хөсәйен Әхмәтов ағай, Әхиәр Хәкимов ағай, Ғайса Хөсәйенов ағай, Абдулхаҡ Игебаев ағай, Нияз Мәжитов ағай, Билал Хәмит улы Юлдашбаев, Азат Абдуллин, Ғәзим Шафиҡов, Дамир Вәлиев, Роберт Байымов, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев, Ғәлим Хисамов, Әмир Абдразаҡов, Аҫылғужа Баһуманов, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Абрар Ярлыҡапов, Зиннур Нурғәлин, Зөфәр Тимербулатов, Әхмәр Аҙнабаев, Әхнәф Дилмөхәмәтов, Салауат Күсимов, Рафаэль Зиннуров, Фәнил Фәйзуллин, Вил Тимербулатов, Әхәт Мостафин, Сәлиә Мырҙабаева, Роберт Ниғмәтуллин, Марат Илһамов, Ҡотдос Латипов, Венер Ғәлин, Мәхмүт Сәлимов, Егор Макаров, Вячеслав Мантатов, Әүхәт Мусин, Леонид Гринин, Хәмзә Ғәлиев, Әнүәр Әсфәндиәров, Абдрахман Ғәлләмов, Ғәли Сәйетбатталов, Нәғим Ишбулатов, Венер Хәлилов, Ирек Аблаев, Фәүҡәт Ҡыҙрасов, Вилким Мәҡсүтов, Рим Сырлыбаев, Илшат Ситдиҡов, Хәлит Сөләймәнов, Рим Сынғыҙов, Данир Әхмәтйәнов, Заһир Ғәлин, Әкрәм Ниғмәтуллин, Зиннәт Хәйруллин, Рәсих Хәмитов, Зөфәр Мортазин, Рәмил Дилмөхәмәтов, Мирхәт Ҡәҙерғолов, Луиза Макшукова, Әхтәм Абушахманов, Әмир Әминев, Мазһар Иҫәнбаев, Нияз Сәлимов, Эльза Хорева, Сәлимйән һәм Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтар, Зәйни һәм Булат Рафиковтар, Марат һәм Румил Аҙнабаевтар, Ирек, Нәғимә, Рифҡәт, Алмас һәм Айтуған Аҡмановтар, Иҙел, Рафаэль һәм Вәкил Агишевтар, Йәүҙәт, Тәлғәт һәм Рудик Искужиндар, Ринат, Рәшиҙә һәм Ришат Йосоповтар, Шәрифйән, Рәшит һәм Мәжит Ишемовтар, Фәйзрахман һәм Батыр Хисмәтуллиндар, Марс, Хәйҙәр, Харис һәм Альберт Шаһиевтар, Мирас, Гөлфиә, Артур һәм Урал Иҙелбаевтар, Зиннур, Рәсимә һәм Урал Ураҡсиндар, Рим һәм Айбулат Йәнғужиндар, Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар, Риф, Рәхим һәм Марсель Тойғоновтар, Сергей һәм Әлфиә Семеновтар, Сәфәрғәле, Вилүрә һәм Урал Йәнтүриндәр, Фәрит һәм Риф Ғәбитовтар, Флүрә Ноғоманова, Төхвәт Аслаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Сәбилә Сөләймәнова, Фирҙәүес Хисаметдинова, Сәриә Миржанова, Нәжибә Мәҡсүтова, Розалия Солтангәрәева, Тамара Ғәниева, Зөлфиә Ханнанова, Әҙһәм Исҡужин, Байтимер Агеев, Венер Аҙнағолов, Зиннур Йәрмөхәмәтов, Салауат Килдин, Әмир Юлдашбаев, Рәмил Исҡужин, Салауат Ғүмәров, Данир Үзбәков, Фәнил Күзбәков, Әхәт Хисмәтуллин, Миҙхәт Мәмбәтов, Азамат Дәүләткилдин, Рифҡәт Исрафилов, Олег Ханов, Резеда Саҙрыева, Рәшиҙә Туйсина, Гөлли Мөбәрәкова, Эльвира Юнысова, Хөрмәтулла Үтәшев, Тимер Йосопов, Радик Бирҙин, Зиннур Собханғолов, Рәмил Бәҙретдинов, Марат Ҡолшәрипов, Наил Ғәйетбаев, Илгиз Солтанморатов, Әхмәт Сөләймәнов, Мәхмүт Хужин, Люциә Ғүмәрова, Гөлфиә Янбаева, Әхмәр Үтәбаев, Рәшиҙә Солтанова, Рафаэль Шафиҡов, Рәйес Исмәғилев, Мәрйәм Бураҡаева, Әкрәм Ғәниев, Рәйес Низамов, Закирйән Әминев, Йәлил Һөйөндөков, Әмир Әсфәндиәров, Салауат Низаметдинов, Ләйлә Исмәғилева, Рамаҙан Йәнбәков, Радик Гәрәев, Мәжит Алкин, Ғүмәр Әбделмәнов, Фәрит Бикбулатов, Ғәли Хәмзин, Фәйзрахман Ярышев, Валерий Фазлаев, Әҙеһәм Исҡужин, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Флүрә Килдейәрова, Азамат Тимеров, Артур Туҡ- тағолов, Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡарабулатов, Рима Амангилдина, Батырхан Мырҙабаев, Ғәлимйән Баймырҙин, Ибраһим Мөхәмәтйәнов, Буранбай Күсәбаев, Мәжит Мәхмүтов, Әҙеһәм Барлыбаев, Мәжит Байегетов һ.б. һанап бөткөһөҙ бик ҡәҙерле кешеләрем. Яҡын дуҫтар араһында Төркиә Милли мәжлес (парламент) депутаты, профессор Невзәт Ялсынташ, Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә һәм улы Сүбидәй, украин профессоры Владимир Черняк, яҡут профессоры Егор Махаров, бурят профессоры Вячеслав Мантатов, сыуаш профессоры Геннадий Трифонов, Дағстан профессоры Мостафа Билалов һәм башҡа күп изге күңелле кешеләр бар.

Атап үтелгәндәр һәм аталмағандарҙың телевизор аша ғына таныш булып түгел, ә һәр береһе менән булған эскерһеҙ, туғандарса яҡын һәм матур шәхси мөнәсәбәтте һәм аралашыуҙы хәтерләй башлаһаң, донъя яҡтырып, күңелдә йылы тойғолар уянып китә. Бер кеше ғүмерендә шундай яҡын һәм ышаныслы тормош юлдаштарының бик күп булыуы — үҙе үк ғәжәйеп күренеш! Ул кешеләрҙең ҡайһы берҙәре яҡты донъяла юҡ инде, тик барыбер улар йөрәктәребеҙҙең иң түрендә, күңелдәрҙе йылытып йәшәй. Был хәл үҙе үк уларҙың тормошо заяға үтмәгән, оло мәғәнәгә эйә булыуын күрһәтә. Шундай кешеләрҙең бер нисәһе менән аралашыу тураһында бәйән итке килә.

Мостай Кәрим ағай менән танышып, бер нисә осрашҡандан һуң, ул минән: «Ҡустым, һин ҡайһы райондан әле?» — тип һораны. Мин: «Баймаҡтан», — тигәс: «Ә-ә-ә... Улайһа һинең күкрәгең гел күгәргән көйө йөрөйҙөр», — тип мут ҡына йылмайып ҡуйҙы. Минең аптырашлы ҡарашыма яуап итеп: «Сөнки баймаҡтар ураған һайын «Мин — баймаҡ, мин — баймаҡ...» тип күкрәктәрен дөмбәҫләп йөрөй», — тине, кеткелдәп көлә биреп. Был лаҡапты тәүгә ишеткәнгә, мин дә рәхәтләнеп көлдөм. Һуңынаныраҡ Рәйес Түләктең ошо лаҡапҡа арналған шиғыр өҙөгөн ҡустым Әҙеһәм уҡып ишеттерҙе:

          Баймаҡтарҙың күкрәктәре                                                                                                                                                                   Күгәреп йөрөй, имеш.
          Көнләшеп әйтә бит улар,
          Әҙеһәм Әғзәмович!

Икенсе юлы Аҡ йорттоң көньяҡ буфетында Мостафа Сафа улы, мин һәм тағы ла ике егет өҫтәл артында ашап, һөйләшеп ултырҙыҡ. Һүҙ тәмәке тартыуҙы, араҡы эсеүҙе ташлау тураһында сыҡҡас, Мостай ағай: «Егеттәр, мин ул алама ғәҙәттәрҙе әллә ҡасан ташланым инде», — тине лә шымды. Беҙ һүҙҙең дауамын көтә биреп ултырҙыҡ та, булмағас, бөтәбеҙ ҙә бер юлы тигәндәй: «Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән эш нисек, Мостай ағай?» — тип һорай ҡуйҙыҡ. Шуны ғына көткәндәй, ағайыбыҙ мутлы-ҡайғылы тауыш менән: «Әйтәм бит, тар махсуслаштырыуҙы ғына ҡалдырырға тура килде, егеттәр», — тине. Ағай һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуа ине.

Башҡорт дәүләт университетының проректоры вазифаһында эшләп йөрөгәндә, тыуған көнөмдән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Мостай ағайҙан хат килеп төштө. Конверт эсендә маркаһы булмаған тағы бер конверттың тышына ҡулдан яҙылған: «Хөкүмәтте алдайым тип, тыуған көнөңә маркаһыҙ хат ебәргәйнем, кире килде. Яңынан, дөрөҫләп оҙатам. Мостай». Эстәге конвертта А-4 форматындағы ҡағыҙҙың уртаһына матур почерк менән түбәндәгеләр яҙылған:
Хәлил Барлыбаевҡа объективка (характеристика)
        Хәлил — изгелеккә дәлил:
        Аты Хәлил, эше хәләл,
        Исемдәре Барлы-Бай.
        Күҙҙәрендә ғаҡыл нуры,
        Телдәрендә — бал да май.

Аҙаҡ был дүрт юллыҡ «Ағиҙел» журналында Мостай ағайҙын көндәлектәрендә донъя күрҙе. Тик уға бишенсе юл да өҫтәлгәйне: «Ай-һай, шулаймы был!?» Күрәһең, һуңғыһы мин түрәлектән сығып, ябай профессор булып киткәс өҫтәлгән. Ҡояшта ла тап булған кеүек, бөйөк кешеләрҙең дә йомшаҡ яҡтары була бит. 1999 йылдың көҙөндә мин РФ Дәүләт Думаһына һайланырға сыҡҡанда, Мостай ағай менән ҡулға-ҡул тотоношоп, матур итеп фотоға төшөп, календарь сығарҙыҡ. Унда өҫтәге дүрт юллыҡтың башын ағайҙың ҡулы менән яҙып, ҡултамғаһын ҡуйҙыҡ. 2003 йылда яңынан һайланырға сыҡҡас, ағай минең шул уҡ календарҙы ҡабатлап сығарырға тигән һорауыма риза булманы. Был юлы БР Президенты хакимиәте лә кандидатурамды административ яҡлауҙан баш тартҡайны.

Сығышы Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан булған, башҡорт халҡының әхлаҡи үҫеш нормаларын бик яҡшы белгән, халҡыбыҙҙың иң күренекле профессиональ философы Дамир Вәлиев: «Мин һине, үҙ һыҙаттарыңдан башҡа, тик Баймаҡ районынан булғаның өсөн генә лә ихтирам итәм. Баймаҡта булһаң, унда айырым үҙенсәлекле халыҡ йәшәгәнен күреп, кешеләрҙең эскерһеҙлегенә, һүҙгә тоғролоғона, асыҡ зиһенле һәм ышаныслы булыуҙарына, яҡты йөҙлөлөгөнә, ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып йөрөйһөң», — тип әйтә ине. Был һүҙҙәрҙең «күкрәктәре күгәреп йөрөгән» баймаҡтар үҙҙәре йә сит илдән килеп комплимент һөйләгән ҡунаҡ түгел, ә кеше һәм халыҡтар этикаһын, бигерәк тә башҡорттоң әхлаҡ ҡанундарын профессиональ кимәлдә яҡшы аңлаған белгес, философия фәндәре докторы тарафынан әйтелеүе мөһим. Ысынлап та, райондаш- тарым һәм ауылдаштарым минең өсөн бер туған кешеләр кеүек ҡәҙерле. Күпме ерҙәрҙә булып та, уларҙың Кеше тигән оло исемгә тап төшөргәнен күргәнем булманы. Бәлки, икенсе берәү башҡа миҫал килтерә алыр, ә мин Дамир Жәүәт улына ҡарата үҙемдең шәхси тәьҫораттарым хаҡында ғына әйтәм.

Дамир дуҫтың яҡты донъянан бик иртә китеүе уның һанап бөткөһөҙ күп дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары өсөн генә түгел, халҡыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә сикһеҙ юғалтыу булды. Уның әллә күпме эшләнә торған ҡиммәтле хеҙмәттәре тамамланмай ҡалды. Уны ерләү көнөндә һөйләгән хушлашыу телмәремдә шул һүҙҙәрҙе әйттем: «Дамир Жәүәт улының дуҫтары бик күп булды, бер шәхси дошманы ла булманы. Тик башҡорт халҡының дошмандары ғына уның дошмандары ине».
Абдулхаҡ Игебаев ағай менән яҡшы дуҫтарбыҙ. 80-се йылдарҙа Р. Зорге урамының ике яғында ҡапма-ҡаршы йорттарҙа йәшәнек. Йыш ҡына телефон аша шылтыратышып, саф һауала йөрөштөрөп ала инек. Шағир кеше булараҡ, сабый бала һымаҡ, саф күңелле кеше. Ҡайһы саҡ урамда тыныс ҡына китеп барғанда ағайыбыҙ эргәнән юҡ була. Әйләнеп ҡараһаң, ағай: «Ҡустым, ғәфү ит, илһам килде, илһам...» — тип атлай-йүгерә ҡайтып китә ине. Күрәһең, һөйләшеүҙәребеҙ уны илһамландырып ебәрә торғандыр. Хәтерләйем, бер саҡ ул бейегерәк ҡар өйөмөнә баҫып, яңы шиғырын уҡырға тотондо: «...Еребеҙҙән дә айырылһаҡ, илебеҙән дә айырылһаҡ, инде беҙгә ни ҡала?..» Мин: «Ағай, әгәр ҙә: «Телебеҙҙән дә айырылһаҡ», — тип өҫтәһәң, шәп булмаҫмы?» — тинем. Ул ризалашты һәм шул шиғырын аҙаҡ мин тәҡдим иткәнсә баҫтырып сығарҙы. Шулай итеп, мин дә башҡорт шиғриәтенә бер юл өҫтәнем.

Яңылышам. Тағы ла ике шиғыр яҙып баҫтырыуға өлгәштем икән. Береһе 90- сы йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә донъя күрҙе. Абдулхаҡ ағай менән бергә илһамланып, мөстәҡиллек өсөн көрәшеп йөрөгәндә, 23 март — Республика көнөнә арналғайны. Икенсеһе «Халҡыбыҙ яҙмышы һәр беребеҙ ҡулында» исемле брошюрамда инеш һүҙ итеп «Йәшә, халҡым» тигән баш аҫтында баҫылды.
            Композитор халҡым Операнан бөйөк,
            Мәңге үлмәҫ йырҙар сығарған.
            Шағир-сәсән халҡым Бәйет-риүәйәттәр
            Томдар итеп ташҡа баҫылған.
            Моңло-зарлы халҡым Донъяла бер
            Ҡурай мөғжизәһен тыуҙырған.
            Зирәк-айныҡ халҡым Геродотҡа
            Тиңләп, уны гений һоҡланған.
            Өс меңенсе йылда Яңы йырҙар,
            Яңы уйҙар талап ителер.
            Артыласаҡ үрҙәр Күбәйерҙәр,                                                                                                                                                             Тормош лабиринтҡа әүрелер.
            Шикләнмәйем,
            Халҡым ул үрҙәрҙе Ҡаһарманлыҡ менән артылыр.
            Тормош лабиринтын етеҙ үтеп,
            Һүнмәҫ мәңгелеккә ынтылыр.

Брошюра 1998 һәм 2003 йылдарҙа башҡорт һәм урыҫ телдәрендә нәшер ителде. Унан алда «Башҡортостан» гәзите биттәрендә донъя күрҙе. Брошюра халҡыбыҙҙың матди көнкүрешенә, әхлаҡи хәленә, башҡа күп төрлө проблемаларға арналды. Унда республикала тәүгеләрҙән булып эскелектең халҡыбыҙға ниндәй ҡаза килтереп, иң яуыз дошмандарының береһенә әүерелеүе, уға ҡаршы кисектергеһеҙ һәм киҫкен көрәш зарурлығы тураһында мәсьәлә бик үткер күтәрелгәйне. «Йәшел йылан» менән дуҫ булған ҡайһы берәүҙәр миңә, араҡы эскәндәрҙе бигерәк мәсхәрәләп, түбәнһетеп күрһәткәнһең, тип үпкә белдереп йөрөнө. Мин, яҙылғандар көҙгө кеүек, ысынбарлыҡты һүрәтләй, көҙгөгә түгел, үҙ ҡиәфәтеңә үпкәләргә кәрәк, тип яуап бирә инем. Беҙ Абдулхаҡ ағай менән был темаға ла күп һөйләштек.

Ағай ысын күңелдән, тик үҙ көсөң, һәләтең һәм хеҙмәтең менән тапҡан мал ғына хәләл, ә ниндәйҙер осраҡлы юл йә мутлыҡ менән табылған табыш харам була, тип әйтер ине. Һүҙҙәрен раҫлап, үҙе һәм ғаиләһе кисергән бер хәлде һөйләне: «Күптән түгел еңгәйең менән санаторийҙа ял иттек. Бер кис саф һауала йөрөгәндә, юлыбыҙҙа 10 һум аҡса күренде (хәҙер 2000 һум тирәһе — ул саҡта Өфөнән Мәскәүгә осоу 27 һум тора ине — Х.Б.). Мин, еңгәйеңдең ул аҡсаны алырға самаһы барлығын һиҙеп: «Теймә. Харам!» — тинем. Еңгәйең тыңламаны: «Кит, Хоҙай Тәғәлә юлыңа сығарып ҡуйған нәмәне нишләп алмаҫҡа!» — тип аҡсаны алды. Шунда уҡ кафеға инеп, нимәлер һатып алды. Мин принципиаль рәүештә ризыҡҡа ҡағылманым. Иртәгәһенә еңгәйең ниндәйҙер аҙыҡтан ағыуланып, буғай, ҡаты сирләп китте. Санаторийҙа дауалап булмағанлыҡтан, уны Өфөгә осорорға тура килде. Шулай, ҡустым, тик хәләл көсөңә генә ышанып йәшәргә кә- рәк». Ағайҙың һөйләгәндәре шундай бик фәһемле, фәлсәфәүи мәғәнәле һәм күңелде арбай ине.

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов ағай менән беҙ үткән быуаттың 70-се йылдары башында, мин МДУ студенты саҡта, аралаша башланыҡ. Башҡортостандан университетта уҡыусы аспиранттар, студенттар, квалификацияһын камиллаштырыусы белгестәр бергәләп йыш ҡына республикабыҙҙан килгән йә Мәскәүҙә йәшәгән күренекле яҡташтар менән осрашыуҙар үткәрә инек.

Улар араһында Хәким Ғиләжев, Билал Юлдашбаев, Ғайса Хөсәйенов, Динис Бүләков, Ирек Аҡманов, Дамир Вәлиев, Рәшит Шәкүр, Роберт Байымов, Азат Абдуллин, Әмир Юлдашбаев, Тимер Йосопов һ.б. арҙаҡлы шәхестәр була торғайны. Әхиәр ағай менән аралашыу беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ине. Осрашыуҙар рәсми түгел, хатта ҙур булмаған студент һәм аспирант бүлмәләрендә сәй эсеү һәм оҙон-оҙаҡ фекер алышыуҙар, әнгәмәләшеүҙәр рәүешендә лә үтә. Ҡайһы бер фекере зәғиф кешеләрҙең: «Беләбеҙ инде ниндәй сәй эскәнегеҙҙе», — тип төрттөрөүе ихтимал. Был төптән хата, уйҙырма. Әхиәр ағай эскелектең халҡыбыҙҙың дошманы, иҫерек кеше — мәсхәрә күренеш, иҫерек компания — ахмаҡтар өйөрө икәнен үҙе беҙгә анлата ине.

Әхиәр ағай фронтовик, күренекле яҙыусы, төрлө данлыҡлы премиялар лауреаты, РСФСР Яҙыусылар берлеге секретары, Советтар Союзындағы ин юғары интеллектуаль кимәлле «Литературная газета»ның редакция коллегияһы ағзаһы, СССР милли әҙәбиәттәре бүлегенең етәксеһе булып эшләүсе кеше булараҡ ҡына түгел, ә шул уҡ ваҡытта ысын мәғәнәһендәге юғары интеллигентлы шәхес булыуы һәм үҙен башҡорт ауылдарында йәшәгән ағайҙарыбыҙ кеүек ябай, иғтибарлы һәм олпат тотоуы менән күнелдәребеҙҙе арбай ине. Һөйләшеүҙәр ағайҙың һуғыш иҫтәлектәре, әҙәбиәт мәсьәләләре, студент тормошо, республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың яҙмышы, башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ темалар һәм проблемалар тирәһендә урала торғайны.
Мәскәү университетын тамамлап, Өфөлә эшләй башлағандан һуң да, мин — Мәскәүҙә йәки Әхиәр ағай Өфөлә булғанда беҙ йыш ҡына осрашып, аралашып йәшәнек. Иң үҙенсәлекле, әһәмиәтле, фәһемле һәм хәтерҙә ныҡ ҡалған осрашыуҙар 1994 йылдын май-июнендә булды. Ул ваҡытта беҙ өс кеше — Башҡортостандың Конституцион Суды рәйесе Ирек Мөҡсинов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты Зөфәр Йәнекәев һәм мин (ул ваҡытта БР Дәүләт милкенә идара итеү комитеты рәйесе) Рәсәй дәүләт органдары менән Башҡортостан дәүләт органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы килешеүҙе нисек итеп яҙыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара инек. Һөйләшеүҙәр бик көсөргәнешле барҙы, документтың һәр һүҙе, хәрефе һәм өтөр- нөктәһе өсөн бәхәсләшергә тура килде. Килешеүҙең урыҫсаһын эшләү менән бер үк ваҡытта, башҡортсаһын яҙыу кәрәк ине. Зөфәр Ирғәле улы менән Килешеүҙе тырыша-тырыша башҡортсаға тәржемә итә алһаҡ та, тәржемәнең юғары профессиональ кимәлдәлеге, аҙаҡ ниндәйҙер кәмселектәр асыҡланыу ихтималлығы бар ине.
Шул саҡ, телебеҙҙе камил белгән яҙыусы Әхиәр ағай менән осрашып, Килешеүҙең йөкмәткеһе тураһында кәнәшләшергә кәрәк, тигән уй тыуҙы. Ваҡыт бик тығыҙ, документ иртәгә иртә менән һөйләшеүҙәрҙең сираттағы сессияһына әҙер булырға тейеш ине. Киске сәғәт 10-дар тирәһендә Әхиәр ағайға шылтыратып, мәсьәләнең асылын аңлатҡас, ул шунда уҡ мине үҙенең фатирына саҡырҙы. Төн буйына, йәғни таңға тиклем икәүләп Килешеүҙең башҡортса нөсхәһен энәһенән ебенәсә тикшереп, төҙәтмәләр индереп, арыу ғына шымарттыҡ. Яҙыусыбыҙ етәкселегендә беҙ документты грамматик төҙөлөш күҙлегенән генә түгел, йөкмәткеһе буйынса ла ныҡлы иғтибар биреп эшкәрттек. Ағайыбыҙ менән икәүләп башҡарған эш Рәсәй делегацияһы менән артабанғы һөйләшеүҙәрҙә ныҡ ярҙам итте. Әхиәр Хәсән улын 1994 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһында төҙөлгән Килешеү авторҙарының береһе тип иҫәпләргә мөмкин.

Тормош тәжрибәһенә бай шәхес булараҡ, Әхиәр ағай был документтың оло тарихи әһәмиәткә эйә булыуын әйтте, шул уҡ ваҡытта уның оҙаҡ эш итә алырына шик белдерҙе. Уныңса, Рәсәй даирәләре һәр саҡ үҙҙәренең хәле сетерекле, ауыр саҡтарҙа башҡорттар менән уртаҡ тел табырға, килешеүҙәр төҙөргә ынтылған, ә инде хәтәр осорҙар үтә барған һайын килешеүҙәрҙе боҙорға, уларҙан баш тартырға теләүселәр алға сыҡҡан. Бындай хәл XVШ быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарынан һуң да, 1917 йылғы ике инҡилаптан һуң да күҙәтелде. Әхиәр ағайҙың, Килешеүҙең яҙмышы оҙаҡ булырмы, ун йылға барырмы икән, тигән фекере урынлы булып сыҡты: документ халҡыбыҙға ярайһы ғына ҡаҙаныштар килтерһә лә, оҙаҡ ғүмерле булманы.
Хәтерҙә ҡалған икенсе осрашыу Әхиәр ағай госпиталдә дауаланып ятҡан саҡта булды. Һуңғы йылдарҙы ул йыш ҡына ауырыштыра ине. Мәскәүҙә булғанымда, ғәҙәттәгесә, йортона шылтыраттым. Лидия еңгәй уның госпиталдә ятыуын әйтеп, унда нисек барырға кәрәклеген өйрәтте. Күстәнәскә башҡорт балы һәм башҡа тәм-том алып, Боткин исемендәге дауаханаға йүнәлдем. Яҡташыбыҙ ғазаплы һуғыш йылдары һөҙөмтәһе булған йөрәк ауырыуынан интегә ине. Оҙаҡ ҡына төрлө темаларға һөйләшеп ултырҙыҡ. Ағай Өфөнән хәл белешергә килеүсе булмауына бошондо, миңә рәхмәттәр әйтте. Тыуған ерен, Дәүләкәнен, Дим буйы туғайҙарын һағыныуын һөйләне. Ағайҙың: «Бигерәк тә ауылда эс-ҡарындан бешерелгән бишбармаҡты һағындырҙы», — тигәне әле лә хәтерҙә. Был һүҙҙәр уның Мәскәүҙә донъя көтһә лә, ғәмәлдә башҡорт көнкүрешенә берегеп йәшәгәнен раҫлай ине.

Еңеү көнө еткән һайын иң элек атайым менән Әхиәр ағай, башҡа яҡын олатайҙар, ағайҙар иҫкә төшә. Улар һуғышта еңеп, беҙгә тыныс тормош биреп, тәрбиәләп кеше итте. Әхиәр ағайҙың баҫалҡы тауышы, тәрән аҡыллы ҡарашы, яғымлы йылмайыуы — һәр ваҡыт күҙ алдында. Бөгөн — Интернет заманы. Яҡташымды юҡһынған саҡта «поисковый сайт»ҡа инәм дә «Хакимов Ахияр Хасанович» тигән һүҙҙәрҙе йыям. Шунда уның матур һүрәттәрен ҡарап, ҡаһарман тормош юлын, бай һәм юғары ижадын сағылдырған хикәйәләрен уҡып кинәнәм. «Википедия»ла бирелгән хәбәрҙә, яҡташыбыҙ һуғышҡан 103-сө гвардия уҡсылар дивизияһының «һуғыштан һуң күренеклек яулаған ике кешенең береһе — Хәкимов Әхиәр Хәсән улы» тиелгән. Икенсеһе — Именлек хеҙмәтенең Тышҡы разведка академияһы профессоры, генерал Вадим Кирпиченко икән. «Литературная газета»ның фронтовиктарға бағышланған сайтында яҡташыбыҙҙың «Памятник», «Весенние грезы» исемле шиғырҙары иң тәүге рәттә бирелгән. Улар ағайҙың, ҙур яҙыусы булыу менән бергә, талантлы шағир икәнен дә раҫлай.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты тәү тапҡыр 1989 йылдың яҙында СССР Юғары Совет депутаттары исеменән Башҡортостанға союздаш республика статусы юллау тураһындағы мөрәжәғәткә ҡултамғалар йыйып йөрөгәндә күрҙем. Ул эште төп башҡарыусы Мәүҙиғә апай Ғәбитова «Россия» ҡунаҡханаһының фойеһында Кремлдән ҡайтып килгән депутаттар араһындағы табаҡ битле, ҡыҫыҡ күҙле һәм ҙур кәүҙәле ағай янына йүгереп барҙы ла: «Мортаза ағай, ошо мөрәжәғәткә ҡул ҡуйырға кәрәк», — тип уға ҡағыҙ битен һондо. Документҡа бер нисә секунд күҙ йүгертеп, ағай миңә күҙ ташланы ла: «Юҡ менән булып йөрөйһөгөҙ, егеттәр», — тип китеп тә барҙы. Шулай ҙа, 1990 йылдың мартында БАССР Юғары Советының Рәйесе итеп һайланғандан һуң, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостандың мөстәҡиллеге тураһындағы декларацияны ҡабул итеү, автономия статусынан ҡотолоу өсөн күп көс һалды.

Ул осорҙа республикала ижтимағи тормош бик көсөргәнешле ине. Хәтерләйем, Башҡорт ССР-ы Юғары Советы һәм Өфө ҡала Советының берләштерелгән сессияһында ҡала Советының артҡы рәттәрҙә ултырған һаҡаллы депутаты, ултырышты алып барған М. Рәхимовҡа ҡысҡырып, һүҙен бүлдереп тәртипһеҙләнде. «Эргәһенә барып, яғаһынан алырғамы әллә?» — тип ултыра инем, тегене күршеләре тынысландырып өлгөрҙө. Шул уҡ сессияла республиканың мөстәҡиллеген милли мәсьәлә менән бутап, шау-шыу башларға теләүселәр ҙә күп ине. Ундай баш баштаҡлыҡты Мортаза Ғөбәйҙулла улы бик оҫта, урынлы шаярыу менән иҫкәртә белде: «Милли мәсьәләне ҡыҫтырып, башты ҡатырмағыҙ! Һүҙ милләттәр түгел, берҙәм республика халҡы тураһында бара. Ниндәй милли мәсьәлә?! Бөтәбеҙ буталышып, аралашып, эшләп, йәшәп ятабыҙ! Әллә күпме ҡатнаш милләтле ғаиләләр бар! Ә инде бөтәгеҙҙең дә ниндәй милләтле һөйәркәләрегеҙ бар икәнен әйтеп тә тороу кәрәкмәй!» Халыҡ көлә-көлә тынысланып, ул осорҙа бик яуаплы булған сессия эшлекле рәүештә дауам итте, һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Мортаза Рәхимов сәйәсәт өлкәһен тәрәндән белмәһә лә, крәҫтиәндәргә хас хәйләкәрлек менән ағымдағы конъюнктураны яҡшы һиҙә ине. Мәҫәлән, М. Горбачев менән ул һәйбәт мөнәсәбәттә булды. ГКЧП фетнәһе көндәрендә икеләнеп йөрөһә лә, аҙаҡ Б.Ельцин менән дә дуҫлашты. Хәтерләйем, 1999 йылдың кө — ҙөндә, Дәүләт Думаһына һайлау алды кампанияһы менән бергә, киләһе йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлау буласағы ла күҙ уңында тотола ине. В. Путин үҙенең Президентлыҡҡа кандидат буласағын иғлан итә лә, Премьер-министр вазифаһын үтәүсе булараҡ, Ырымбур ҡалаһында Урал-Волга буйы етәкселәре менән кәңәшмә үткәрә. Унда ҡатнашҡан М. Рәхимов, беренселәрҙән булып телмәр тотоп, залдағыларҙы әле танылып өлгөрмәгән Владимир Путинды Президент һайлауҙарында яҡларға саҡыра. Был алдан күрә белеүсәнлек булған, сөнки ул осорҙа М. Рәхимов, Ю. Лужков, М. Шәймиев, Е. Примаков бер төркөм булып сыҡҡайны. В. Путиндың хәтере бик яҡшы, үҙенә һәйбәт мөнәсәбәт күрһәткән кешеләрҙе онотмағаны билдәле. Был артабан Башҡортостан Президентының яҙмышында ла яҡшы күренде. 2010 йылда В. Путин Рәсәй Президенты булһа, бәлки, М. Рәхимовты вазифаһынан ситләтмәҫтәр ине.

М. Рәхимовтың БР Юғары Совет Рәйесе, аҙаҡ Президенты булып һайланыуы — ҙур ҡаҙаныш, ҡаһарманлыҡ һәм аҡыл билдәһе. Юғары етәксе үҙе барыһын да яҡшы белергә, универсаль һәләтле кеше булырға бурыслы түгел. Президентлыҡҡа уҡытмайҙар, уның төп һәләте — тейешле урынға һәләтле кешене ҡуя белеү, шундайҙарҙан үҙенә команда төҙөү, һәр кемдең эшенә тейешле баһа бирә белеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мортаза Ғөбәйҙулла улының эшмәкәрлегендә кәмселектәр булмай булманы. Уның янында ниндәй генә йәбешкәктәр, карьеристар, мут һәм шикле шәхестәр булып китмәне. Күптәренең аҙаҡ уның дошманына әүерелеү генә түгел, хатта халҡыбыҙҙы һәм республиканы күрә алмаусылар икәне асыҡланды.

Әлбиттә, Мортаза ағайҙы «интеллектуал» тип әйтеүселәр булманы. Ижтимағи фәндәрҙе яратмаған, әммә зиһене менән инженер һәм завод директоры булып эшләрлек кимәлгә еткән шәхес ул. 1994 йылдың көҙөндә мин, Мәскәү даирәләренең Чечняла хәрби кампания башлап ебәреүҙәренә ныҡ шомланып, Мортаза Ғөбәйҙулла улына, был һуғыш — иҫәрҙәр авантюраһы, Рәсәй халҡына бик күп бәлә килтерәсәк, ошо фекерҙе Б. Ельцинға күмәкләп еткерергә кәрәк ине, тигәс, ул бөтөнләй вайымһыҙ төҫтә, ул эшкә беҙҙең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышыбыҙ юҡ, тип яуап бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡанлы бәрелештә Башҡортостандың күп кенә егеттәре лә башын һалды. Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, һайлаусыларҙың һорауы буйынса шул һуғышта ҡатнашҡан һәм ғәйеп булған һалдаттарҙың яҙмышы менән күп шөғөлләнергә тура килгәйне.

БР Юғары Советы Рәйесе, Президенты булып эшләүенең тәүге осоронда Мортаза Рәхимов үҙен ярайһы ғына халыҡсан, ябай һәм тәбиғи тотҡан, совет осоронда алған яҡшы һыҙаттар менән эш итеүсе етәксе итеп күрһәтте. Был осорҙа уның төркөмөндә юғары кимәлдәге белгестәр ҙә йыйылғайны. Улар араһынан И. Мөҡсиновты, И. Әҙеһәмовты, В. Сәмиғуллинды, С. Әминевты, С. Килдинды, И. Ғәбитовтарҙы атап әйтергә мөмкин. Ирек Шәриф улы — М. Горбачев менән МДУ-ның юридик факультетында бер курста белем алған, Рәсәй кимәлендәге юғары әҙерлекле белгес һәм хәҙерге Башҡортостан хоҡуҡ системаһына нигеҙ һалыусы. Уға В. Сәмиғуллин яҡшы ярҙам күрһәтте. Хосусилаштырыу буйынса мин әҙерләгән указ проекттарының күбеһен М. Рәхимов бер кемдән дә раҫлатмай, туранан-тура ҡул ҡуйып сығара ине.
Тик бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, үтә оло һәм сиктәре күренмәгән власть йөгө аҫтында, ағайҙың башы әйләнә башланы шикелле. Ҡайһы бер мәсьәлә буйынса: «Ағай, улай эшләү законһыҙ була бит әле», — тиһәң, ул: «Ниндәй закон? Бына мин һиңә закон!» — тип әйтер ине. Ҡайһы бер сығыштары ла хайран ҡалырлыҡ булды. 2002 йылда ул, мәҫәлән, улы тарафынан республикала ниндәйҙер «фетнә» ойошторолоуы тураһында һүҙ таратты. Шул уҡ осорҙа бер ниндәй нигеҙһеҙ, Башҡортостанды парламент республикаһы итәм, тип маташты.

Башҡортостандың беренсе Президентының иң «йомшаҡ» урыны — кемдер уға икенсе берәү хаҡында ниндәйҙер хәбәр еткерһә, уның дөрөҫмө-түгелме икәнен тикшереп тормай, сабый балаларса ышанып, шул ишеткәненән башҡа хәҡиҡәт юҡ, тип ҡәтғи рәүештә эш итеүе. Шул арҡала М. Рәхимов күп кешеләргә яңылыш мөнәсәбәт күрһәтеп, уларға ла, үҙенә лә, иң мөһиме, республикала эш барышына ныҡ зыян килтерҙе. Бер мәл, мин БР Дәүләт милкенә идара итеү комитеты рәйесе булып эшләгәндә, ул телефондан шылтырата: «Һин нишләп Ҡадиров (Рәфис Ҡадиров — Х. Б.) менән бергәләп миңә ҡаршы эш алып бараһың?» Һорау шул тиклем мәғәнәһеҙ яңғыраны, ҡапылғара үҙем дә көтмәгән һүҙҙәр ыс- ҡындырҙым: «Аҡылығыҙҙан шаштығыҙмы әллә?! Ул әкиәтте кем һөйләне? Мин Ҡадировты ғүмеремдә беренсе тапҡыр күреп, үткән аҙнала ғына унан «Восток» ЧИФ-ын (Р. Ҡадиров ошо ЧИФ-тың һәм шул исемле банктың етәксеһе ине — ред.) Хөкүмәткә тартып алыуҙы ойошторҙом!”

Мортаза Ғөбәйҙулла улының Рәсәйҙең өсөнсө Президенты Д. Медведев менән уртаҡ тел таба алмай, уны, президент ил менән компьютер аша етәкселек итә алмай, тип тәнҡитләүе тормоштан артта ҡалғанлығын тоймаһа ла, республика етәксеһе вазифаһындағы көндәренең һанаулылығын һиҙгәнлектән килгәндер. Ә инде 2010 йылдың йәйендә Башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайын йыйып, унда, халыҡтың етди проблемаларын хәл итеү урынына, күпселек һүҙҙе үҙен яҡлатыуға, Кремлгә бармаҡ янауға, кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтеүгә йүнәлтеүе уның вазифаһына һуңғы нөктә ҡуйғандыр.

Әлбиттә, М. Ғ. Рәхимов гонаһыҙ фәрештә түгел, унда күптәргә хас дөйөм ыңғай һәм кире һыҙаттарҙың бөтәһе лә бар. Ҡайһы бер хаталары өсөн ғәйеп беҙҙә лә юҡ түгелдер, уларҙы булдырмаҫ өсөн тейешле эш алып бара белмәгәнбеҙҙер. Әлбиттә, беҙ һәм беҙҙән һуң килгәндәр уның тураһында нимә генә яҙып, һөйләмәйек, ул 20 йылға яҡын Башҡортостанды етәкләп, илебеҙ тарихына күренекле шәхес булып инде. М.Рәхимовтың эштәренә объектив баһа биреп, үҙен ихтирам итергә кәрәк. Уның Рәсәй тарихына күренекле шәхес булып инеүе халҡыбыҙ тарихын байытасаҡ.

Ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымов менән Мәскәү дәүләт университетенда ул аспирант, мин студент саҡта аралаша башланыҡ. Булмышы менән философ ҡиәфәтле, уйсан, йомшаҡ күңелле, үтә баҫалҡы кеше. Өфөнөң Зорге урамындағы ҡапма-ҡаршы йорттарҙа йәшәгәндә, йыш ҡына медицина училищеһы артындағы урмандың һәр һуҡмағынан үтеп, әңгәмәләшеп йөрөй торғайныҡ. 1979 йылда мин МДУ-ла Квалификация күтәреү институтында уҡып, Африка илдәренә эшкә барыу өсөн әҙерлек үттем. Бер Африка белгесенең Европа һәм Африка кешеләре араһындағы айырмалыҡтарҙы күрһәткән көләмәс һөйләгәне хәтеремдә. Өфөгә ҡайтҡас, мин уны, африканды — башҡортҡа, европалыны урыҫҡа әүерелдереп, Роберт Нурмөхәмәт улына һөйләнем. «Бер башҡорт йәйләүҙә ҡурай тартып ултыра. Уның янына урыҫ килә лә:«Ниңә ҡурай уйнап ултыраһың, башҡорт?» — тип һорай. «Ә нимә эшләргә?» — ти башҡорт. «Нисек нимә эшләргә? Ана, күпме ерең йәйрәп ята», — ти урыҫ. «Шунан?» «Нисек шунан, шул ереңде һөрөр инең». «Шунан?» — ти башҡорт. «Шунда иген сәсер инең?» «Шунан?» «Игенде йыйып, баҙарҙа һатыр инең». «Шунан?» «Йорт һалып, ғаиләң менән шунда йәшәр инең». «Шунан?» «Шунан ҡурай тартып ултырыр инең». Башҡорт ысын күңелдән аптырай: «Ә һуң мин нимә эшләп ултырам?!» Көләмәс Роберт Байымовҡа ныҡ оҡшаны, аҙаҡ шуның нигеҙендә хикәйә яҙып, «Ағиҙел» журналында баҫтырҙы. Уның геройы — трамвай йөрөтөүсе егет эшендә төрлө мажараларға осрай. Әҫәрҙең төп идеяһы кешенең изге йәки яуыз эштәре уның үҙенә әйләнеп ҡайтыуы тураһында. Был турала шағирыбыҙ Рауил Бикбаев «Хазина» поэмаһында бик уҫал, әммә ғәҙел хикәйәтте теркәй:
                     Яңы урыҫ илде талай,
                     Аҡса һуға яңы татар,
                     Иҫке башҡорт ҡурай тарта,
                     Йырлай, бейей, моң тарата.
                     Иҫке башҡорт иҫереп ята,
                     Яңы башҡорт ерен һата.

Күренекле яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамов 90-сы йылдарҙа БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры булып эшләне. Йыш ҡына төрлө сараларҙа, йыйылыштарҙа, театр-концерттарҙа бергә ултырып аралашырға ярата инек. Әммә уны оҙаҡ эшләтмәнеләр, ниндәйҙер сәбәптән кире ижад менән шөғөлләнергә ебәрҙеләр. Элек ул министр сағында саралар бара торған залдарҙа уның тирә-яғы кеше менән туп-тулы, эргәһенә яҡын барыуы ҡыйын була торғайны. Министрлыҡтан төшкәс, бының тирә-яғы гел буп-буш, бер нисә тиҫтә урын иркен була башланы. Ундай осраҡтарҙа мин уның янына еңел генә, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ барып ултыра башланым. Шулай бер саҡ Ғәлим көлә-көлә миңә өндәшә: «Слушай, хәҙер минең янға һин генә килеп ултыраһың. Ә мин министр саҡта эргәлә өйө- рөлөп йөрөгән бәндәләр әллә ҡайҙа юҡ булды!» Мин уға: «Эйе, дуҫ, йәшәйештең ҡануны шулай, һин көслө саҡта яныңда көслөһөнән көсһөҙҙәре күберәк өйө- рөлә. Һин көсһөҙләнгәс, элек күп булған көсһөҙҙәр юғала ла, ысын дуҫ булған аҙ ғына көслөләр тороп ҡала», — тинем.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығын Зөфәр Тимербулатов, Ғәлим Хисамов һәм Борис Мелкоедов алмаш-тилмәш етәкләне. Бер ваҡыт Зөфәр Мөхтәр улы мине, БР Дәүләт милкенә идара итеү комитеты етәксеһе булараҡ, Чехия- Австрия фирмаһынан Башҡортостан өсөн полиграфия комплексы һатып алып, монтажлау эшенә йәлеп итергә булды. 1993 йылдың сентябре-октябрь башында полиграфкомбинат инженерын эйәртеп, комплекс менән урында танышыу өсөн, тәүҙә Прага ҡалаһына остоҡ, аҙаҡ автомобилдә Венаға килдек. Эш менән генә булып йөрөмәнек, әлбиттә, төрлө экскурсияларҙа булдыҡ. Венаның тирә- яғындағы элекке Австро-Венгрия королдәре төҙөткән, иҫ китерлек итеп йыһаз- ланған замоктар, усадьбалар, музей ҡаласыҡтары һоҡландырғыс тәьҫир ҡалдырҙы. Австрия кешеләре лә ҡыҙыҡ күренде: немецса һөйләшһәләр ҙә, немецтарға бөтөнләй оҡшамағандар, итальяндар һымаҡ, хис-тойғоло халыҡ икән. Октябрь башында телевизорҙан Рәсәйҙә Президент менән Юғары Совет араһында бәрелеш башланғанын, Аҡ йортҡа танкынан атҡандарын күрһәтә башланылар. Беҙ аптырашта ҡалдыҡ:«Низағ нимә менән бөтөр? Кем еңеп, ниндәй власть урынлаштырыр? Бәрелеш көсәйеп, граждандар һуғышына әүерелмәҫме? Беҙҙе Мәскәүҙә нимә көтә?» кеүек һорауҙар борсой ине. Бер нисә урынға шылтыратып, хәбәрләшергә тура килде, бәхеткә күрә, Мәскәүгә ҡайтып төшкәндә фетнә баҫтырылып, барыһы ла тынысланғайны.
Зорге урамында Зыя Нуриевтың ауылдашы — Бөрө районы Үрге Ыласынтау ауылында тыуып үҫкән Илһам Яхин ағай менән фатир ишектәре ҡапма-ҡаршы булды. Омск ҡалаһында төҙөлөш институтында уҡып сығып, БНЗС тресында инженер булып эшләне ул. Ҡатыны Әнисә апай менән Лина исемле ҡыҙ, Айҙар исемле ул үҫтерҙеләр. Ситтә уҡығанда унда башҡорт патриотизмы тойғоһо көсәйеп китеп, был йәһәттән ул күптәргә өлгө булырлыҡ кеше ине. Заманында КПСС Үҙәк Комитетына, Өлкә комитетына, башҡа органдарға күп хаттар яҙып, ни өсөн мәктәптәребеҙҙә башҡорт телен уҡытмайҙар, ниңә башҡортса гәзит- журналдар, башҡа баҫмалар аҙ сыға, радио-телевидениела тапшырыуҙар минутлап ҡына бирелә һ.б. үткер проблемаларҙы күтәреп йөрөгән. Һөйләүенсә, бер саҡ уны КПСС Өлкә комитетына саҡыралар. Ни өсөн икәнен белмәгән Илһам ағай, матур кейенеп, галстук тағып, «йәшел йорт» тип аталған Өлкә комитетҡа йүнәлгән. Уны фән һәм уҡытыу бүлеге мөдире Фәйзулла Солтанов саҡырған икән. Һаулашып, танышып алғас, ул өҫтәл тартмаһынан Илһам ағайҙың Мәскәүгә яҙған хатын килтереп сығарған да: «Ҡустым, бына һин шундай-шундай хат яҙғанһың, ҡайһы бер күренештәрҙе, проблемаларҙы дөрөҫ күрһәткәнһең, афарин. Тик хаталы урындары ла етерлек, беҙҙә атҡарылған күп эштәрҙе тормошҡа ашмаған итеп һүрәтләгәнһең, — тип өгөт-нәсихәткә тотонған. Илһам ағай, килешмәйенсә, үҙ дәлилдәрен килтереп, бәхәсләшә башлаған. Оҙаҡ ҡына һүҙ көрәштергәндән һуң, Фәйзулла Вәли улы, бәхәскә сик ҡуйырға булалыр инде: — Ҡустым, бына һин, башҡорт теле лә, башҡорт теле, тип хәбәр һөйләйһең, ә үҙең башҡортса таҙа һөйләшә белмәйһең» — тигән. Илһам ағай ҡыҙыу кеше ине, түҙемен юғалтып, өҫтәлгә шап итеп һуҡҡан да ҡысҡырған: «Һеҙ бында кешенән издеваетесь! Үҙегеҙ беҙҙең башҡорт ауылын татарса уҡытаһығыҙ ҙа хәҙер мыҫҡыл итәһегеҙ! Мин тап шул турала яҙам да инде!» Фәйзулла Вәли улы, уны тынысландырырға була: «Тс-с-с, ҡустым, шаулама! Тегендә тыңлап торалар бит, — тип ишек яғына ымлаған. — Ярай, артабан яйлап донъя рәтләнер, бошонма», — тип бер аҙ тыныс ҡына әңгәмәләшеп, хушлашҡандар. Ҡыҫҡаһы, Мөхәммәт Искужин, Иҙел Агишев һ. б. кешеләр менән бергә, Илһам Яхин кеүек ағайҙар ҙа телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерергә тырышты.
Данлыҡлы артисыбыҙ Әхтәм Абушахманов, төрлө тантаналарҙа тост йә телмәр әйтергә булһа, минең яҡҡа ишаралап: «Был егетте күп тапҡыр «боҙорға» тырышып ҡаранылар, шуның өсөн министр ҙа, депутат та итеп, башҡа дәрәжәле урындарға ла ҡуйып ҡаранылар, әммә, күпме маташһалар ҙа, уны «боҙа» алманылар...» Маҡтана, тип уйламағыҙ, үҙенән һорағыҙ. Әхтәм Әхәт улы һүҙҙәрен елгә ташламай, һәр һүҙенең нигеҙендә бер нисә мәғәнә ята. Бер саҡ телевизорҙан сығыш яһап, Башҡортостан Президенты республика театрҙарына күп итеп, өс миллион һум аҡса биреп, «ҙур ярҙам» итте, тип уға «ҙур рәхмәт» әйтте.
Ҡайһы берәүҙәр ниндәйҙер идеяны үҙенең йәшәү маҡсаты итеп, тормошҡа ашырыуға мөкиббән ынтылып йәшәй. Шундайҙарҙың береһе — Әмир Юлдашбаев. Уның маҡсаты — халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Зәки Вәлидиҙең исемен тарихи таптарҙан таҙартып, халҡы йылъяҙмаһының лайыҡлы урынына ҡайтарып, халыҡҡа рухи маяҡ тоҡандырыу булды. Был эште ул 1960 йылдарҙың аҙағында Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда уҡ башлағайны. Мин, МДУ студенты, уның Зәки Вәлидиҙең айырым махсус урында ғына һаҡланып, тыйылған әҫәрҙәрен уҡыған Әмир Мырҙағәле улының һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай инем. Төр- киәлә З. Вәлидиҙең «Хәтирәләр» китабы нәшер ителеп, Мәскәүҙә Ленин исемендәге китапхананың спецхранына килтерелгәйне. Совет власы «халыҡ дошманы» тип иғлан иткән был шәхестең ысын тормош юлын Юлдашбаевтан ишетеү үҙемә бик ныҡ тәьҫир иткәнен бөгөнгөләй хәтерләйем.

Һуңғы егерме йылдан ашыу осорҙа йәмғиәтебеҙҙә күп нәмәләр үҙгәреп, Әмир Юлдашбаевҡа йәшәү маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн ярайһы күп мөмкинлектәр асылды. Ул З. Вәлидиҙе һәм уның тураһындағы әҫәрҙәрҙе төрөксәнән башҡортсаға һәм руссаға тәржемә итеп, һирәк осраған, йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡ материалдарҙы файҙаланып, шәхесебеҙ тураһында әҫәрҙәр яҙҙы. Ул атҡарған эштәрҙе һанай китһәң, Әмир Мырҙағәле улы, докторлыҡ диссертацияһы яҙыуға ваҡыт әрәм итмәй, күп академик, фән докторҙарына ҡарағанда файҙалыраҡ эштәр башҡарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа З. Вәлидиҙең исеменә, Совет осорондағы кеүек яла яғып, тап төшөрөргә теләүсе «тиҙәк ҡорттары» күренә башланы. Әммә, алтын тутыҡмағандай, халыҡ күңеленә һеңгән данлыҡлы шәхесебеҙ исеменә бысраҡ ҡунмаясаҡ.

Кешеләрҙең төрлөһө бар. Минеңсә, уларҙы «яҡшы» һәм «яман»дарға бүлеүҙең аныҡ үлсәме юҡ, бының шартлы рәүештә, һәр кемдең шәхси фекеренән сығып эшләнгәнен иҫтә тотоп, түбәндәгеләрҙе әйтергә кәрәк. Минеңсә, кешеләрҙе шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин. Беренсеһе — юғары әхлаҡлы, гуманлы һәм интеллигентлы, һәр ваҡыт игелек күрһәтергә әҙер, йәмғиәт тормошона битараф булмаған оло йөрәкле шәхестәр. Икенсеһе — күпселек, көндәлек тормошонда үҙ мәнфәғәтен күҙәтеп, игелектә лә, яуызлыҡта ла айырылып тормаған, ҡайһы саҡ осраҡлы ғына игелек, урыны менән яманлыҡ ҡылып йәшәй. Өсөнсө төркөм — әхлаҡ һәм кешелек нормаларын күрәләтә, аңлы йә аңһыҙ рәүештә даими боҙоп, аңға һыймаған яуызлыҡ ҡылырға һәләтле тар күңеллеләр. Һәр төркөмгә күпме кеше инеүен шартлы рәүештә иҫәпләп ҡарағанда, минеңсә, тәүге төркөм йәмғиәтебеҙҙең 15 -20, икенсеһе — 70 — 75, ә өсөнсө төркөм 5-6 процентын тәшкил итә.
Күренеүенсә, тормошомда хәл иткес ролдәрҙә күберәк — беренсе төркөм, көндәлек тормошта — аҙмы-күпме икенсе төркөм һәм бик аҙ ғына өсөнсө төркөм кешеләр юлдаш булған. Һуңғы төркөмгә индерерлек кешеләрҙе хәтерләп, тик өсөһөн генә иҫләй алдым. Ҡағыҙ бысратып, фамилияларын атап, «пиар» яһарға, дандарын сығарырға йыйынмайым. Үҙҙәре лә, уларҙы белгән кешеләр ҙә, ошо юлдарҙы уҡып, кемдәр тураһында һүҙ барғанын аңлар.

90-сы йылдарҙың башында республикала эшҡыуарлыҡ хәрәкәте көсәйеп, рәсми ойошмалары барлыҡҡа килә башланы. Ярышып, Министрҙар Кабинеты янында республикалағы эшҡыуарлыҡты етәкләүсе — бер, Президент Хакимиәте ҡарамағында икенсе ойошма асып ебәрҙеләр, һәр береһенә айырым етәксе ҡуйылды. Ойошмалар ике юғары органдың «үҙ кешеләре һәм яҡлаусылары» булып китте. Президент янындағы ойошма етәксеһе, һәләтле генә эшҡыуар, тиҙ арала байып алды, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башланы.

Дәүләт милкенә идара итеү комитеты рәйесе вазифаһында эшләгән сағымда, был әфәнде минең янға килеп инде. Тәүҙә был (үҙенең ниндәй «эре ҡош» икәнен күрһәтергә теләпмелер), Президент Хакимиәте тирәһендәге юғары дәрәжәле кешеләр менән дуҫлашып, аралашып, сауналарға һәм башҡа «емле» урындарға нисек йөрөгәнен һөйләп ташланы. Нимәлер һиҙенгәндәй, гәзит аҫтында ятҡан япон диктофонын тегегә белдермәй генә эшкә ҡуштым. Артабан был әфәнде, дәүләт милкен нисек бүлешеү, уға хужа булырға теләүсе кешеләр, миңә ҡаршы ниндәй «заговор» ҡоролоуы, нисек итеп яла яғыу һәм эштән алып ташлау пландары төҙөлөүе тураһында бәйән итте. Ахыр сиктә үҙенең дә теләге асыҡланды: республика кимәлендә шәхси тауар һәм фонд (ҡиммәтле ҡағыҙҙар) биржаһы төҙөргә, шунда бергәләп бизнес менән шөғөлләнергә тәҡдим итеп килгән икән. Мин, биржа тураһында әлегә закон юҡ, булһа ла, ул, минеңсә, шәхси ҡулда түгел, ә дәүләт ҡарамағында булырға тейеш, дәүләт хеҙмәткәре булараҡ, минең бизнес менән шөғөлләнергә хаҡым юҡ, тип уның тәҡдимдәренән баш тарттым. Иртәгәһенә, бына һеҙ кем менән дуҫ булып йөрөйһөгөҙ, тип магнитофон яҙмаһын Президент Хакимиәте етәксеһенә тапшырҙым.

Бер аҙҙан миңә Президент ҡултамғаһы ҡуйылған хат килтерҙеләр. Уны миндә булып киткән әфәнде яҙған. Йәнәһе, мин банкир Рәфис Ҡадиров менән Президентҡа ҡаршы эш алып барам. Күп кенә уйҙырма «дәлилдәр» ҙә килтерелгән. Мин һәр береһенең ҡаршыһына «ложь» «ложь» тип яҙҙым да хатты кире ебәрҙем. Президент миңә үпкәләне, нишләп минең резолюция ҡуйылған ҡағыҙ өҫ- төнә «ложь» тигән яуап яҙҙың, тине һәм ошо хәлдәрҙән һуң миңә шикләнеп ҡарай башланы. 2000 йылдарҙа теге эшҡыуар Президенттың ҡан дошманына әүерелде. Хатта Интернетта айырым сайт асып, уға ҡаршы әҙәм ишетмәҫлек һүҙҙәр ҡулланып, аҡылы теүәл кеше ышанмаҫлыҡ хәбәр таратты. Ҡайһы бер хәбәрҙәре аҫтына мин булып ҡултамға ла ҡуйғыланы. Аҙаҡ уны, шундай эштәрендә енә- йәтселек составы табып, хөкөмгә тарттырҙылар.
Үрҙә һүрәтләнгән әҙәм — урыҫ. Ә бына тағы өсөнсө төркөмгә ҡарағандарҙың икәүһе — башҡорттар. Береһе — республикала юғары ғына дәрәжәле кеше. Уның өсөнсө төркөмгә инеүенең сәбәбе — кешенән үлеп көнләшеү. Башҡа милләт кешеләре менән һөйләшкәндә, башҡорттар көнләшеүгә бай, тиһәм, ундайҙар беҙҙең арала ла етерлек, тип яуаплай ине. Бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә халҡыбыҙ сығарған «Абдрахман» йырында:
                   Атам дуҫы, тиеп ышанма, егет,
                   Атаң дуҫы етер башыңа.
                   Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
                   Ауыр саҡта һиңә ят булһа, —

— тип бушҡа ғына ныҡ әсенеп йырланмайҙыр. Тимәк, халҡыбыҙ араһында һатлыҡ йәндәр, ике йөҙлөләр, алдаҡсылар, көнсөлдәр һәм ҡанһыҙҙар, күп булмаһа ла, табылған. Әлбиттә, ундайҙарға ҡарап, бар халыҡ шулай, тип әйтергә ярамай, әммә ундайҙарҙан һаҡ булып, ҡаршы тора белергә, уларҙы тәрбиәләргә кәрәк.

Һүҙ алып барылған егетебеҙгә бер ниндәй яманлыҡ ҡылмаһам да, ваҡ ҡына сәбәптән ҡотороноп, буштан-бушҡа кешене күрә алмай башлай. Төп сәбәптәрҙең береһе — кемдер берәү унан ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшкән йә йәмғиәттә ихтирам ҡаҙанған. Үҙенең ҡарамағында булған гәзиттәрҙә миңә яла яҡҡан пасквилдәр яҙҙырып, башҡа төрлө интригалар ойоштороп маташты. Ләкин әллә ни уңышҡа өлгәшә алманы, көнсөл мәхлүк хәлендә ҡалды.
Ямандар төркөмөнә ингән икенсе башҡорт егете аҡса ҡоло булып сыҡты. Тыштан мөләйем генә күренеп, эстән намыҫҡа, иманға, мәрхәмәтлелеккә, башҡа әхлаҡ нормаларына төкөрөп ҡараған йә уларҙы бөтөнләй аңламаған, аҡса өсөн бер туған ағаһын да, кесе туғанын да һанламаған тиҙәк ҡорто. Кешеләрҙән күп төрлө ярҙам, бурысҡа аҡса алып, уларҙы эшҡыуарлыҡта тотоноп байлыҡ туплап алһа ла, бурысын ҡайтарыуҙан ҡасып йөрөгән бәндә. Ундайҙар бик аҙ, әммә милләтебеҙҙе хурлайҙар.

                                                        Парламентарий
РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар 90-сы йылдарҙа бер ни тиклем демократия ҡанундарына ярашлы, төрлө башбаштаҡлыҡҡа, законды боҙоуға юл ҡуймай үткәрелә килде. Законлылыҡтан тайпылыуҙар тик яңы быуат башында барлыҡҡа килә башланы. Мин Дума һайлауҙарында тәү тапҡыр 1995 йылда ҡатнаштым. «Өйөбөҙ Рәсәй» фирҡәһе һәм БР Президенты Хакимиәте мине депутатлыҡҡа бер мандатлы Сибай ҡала һайлау округынан кандидат итеп күтәрҙе. Дәғүәселәр араһында коммунист Р. Шөғөров, ЛДПР-ҙан А. Щербаков, «Яблоко» фирҡәһенән Р. Солтановтар бар ине. Һайлау кампанияһының иң ҡыҙығы минең өсөн шунда булды: Мәскәүҙән беҙҙең төркөм кандидаттары өсөн тауыш биреүгә өгөтләргә атҡаҙанған шәхестәрҙе ебәрҙеләр. Улар араһынан мине яҡлаусы булып билдәле кино актеры Леонид Куравлев килде. Беҙ уның менән, шаяра-көлә, водитель Рафиҡ Иркәбаевтың машинаһында ҡарлы буранда бата-сума, Мәләүез-Күмертау- Мораҡ-Иҫәнғол-Йылайыр-Баймак-Сибай юлын гиҙеп сыҡтыҡ. Һайлауға ҡыҙыу әҙерлек башланып күп тә үтмәне, шул уҡ округтан тағы ла бер кандидат итеп Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Венер Сәхәүетдинов теркәлде. Был хәбәрҙе ишетеү менән, бер көн мин Венер ағайҙың эшенә киттем. Венер Ғәзиз улы — бик ҡыҙыҡ, йор һүҙле, итәғәтле, ҡунаҡсыл, медицина өлкә- һендә оло ихтирам ҡаҙанған шәхес. Бер нисә сәғәт уның өйөндә ҡунаҡ булып, күп төрлө темаға һөйләшеп, аралашып кинәндек. Мин уға: «Ағай, беҙ тауыштарҙы икәүләп бүлешһәк, еңеүсе башҡа кандидаттар араһынан буласаҡ. Мине, бик үк теләмәһәм дә, рәсми даирәләр сығарҙы. Беребеҙгә кандидатураһын исемлектән алыу килешмәҫме?» — тинем. Ул: «Мине лә Президент Хакимәтенә саҡырып, кандидат булырға тәҡдим иттеләр. Осраҡтан файҙаланып, мин бер ай тирәһе халыҡ менән аралашып, бер аҙ медицина хеҙмәте күрһәтәм дә кандидатурамды алырмын. Һин борсолма, һайлау кампанияһын дауам ит!» — тине. Президент Хакимиәтенә ағайҙы өҫтә әйтелгән көнсөл башҡорт саҡырған булып сыҡты. Һайлау көнө килеп етте, әммә Венер ағай кандидатураһын алманы. Һөҙөмтәлә Сибай һайлау округынан РФ Дәүләт Думаһына депутат булып һайлаусыларҙың 29, 14 процентының тауышын йыйған Рәсүл Шөғөров һайланды. В. Сәхәүетдинов — 24,17, мин 21,32 процент тауыш алдыҡ.
Республика һәм округтағы район гәзиттәре аша мин депутатты йылы ҡотланым, юғары дәрәжәле эшендә уңыштар теләнем. Әбйәлил районы егете Рәсүл Шөғөров сәйәси яҡтан өлгөргән, компетентлы, дәрәжәле кешеләр алдында үҙен тота белгән, Рәсәй парламентында эшләргә һәләтле депутат итеп күрһәтте. Республикалағы етешһеҙлектәрҙе ҡаты тәнҡитләүҙән ситләшмәүсе һирәк кешеләрҙең береһе булды. БР Президенты һайлауҙарында кандидат булып сығып, республика етәкселеген ярайһы ғына шомландырып та алғыланы.

1999 йылдың көҙөндә мине РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Ватаным — Бөтә Рәсәй» фирҡәһе составында ҡатнашырға саҡырҙылар. Республика етәкселегенең тәҡәтен ҡоротҡан Шөғөровты еңергә кәрәк булғанғамылыр, был юлы миңә конкурент сығарылманы. Һөҙөмтәлә мин һайлаусыларҙың 56,32 процентының тауышын йыйып, III саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһы депутаты булып киттем. 21,13 процент тауыш менән икенсе урынды Р. Шөғөров алды. Минән айырмалы, Рәсүл туған мине еңеү менән ҡотламаны.

Дәүләт Думаһында «Рәсәй төбәктәре» төркөмөндә эшләү тормошомдоң иң яуаплы осоро булды. Федераль закондар системаһын формалаштырыуҙың ныҡ ҡыҙған сағы. Тап шул осорҙа «Граждандар кодексы», «Һалым кодексы», «Ер кодексы», «Хеҙмәт кодексы», күп әһәмиәтле закондар ҡабул итеү, төҙәтмәләр индереү, дәүләт гербы, гимны, флагы статустарын раҫлау һ.б. күп яуаплы эштәр атҡарылды. Халыҡ-ара хәл дә ярайһы ҡатмарлы булып, шул йылдарҙа АҠШ даирәләре Ираҡҡа һөжүм ойошторҙо. Миңә был хәрби акцияға ҡаршы мөрәжәғәт яҙыуҙа ҡатнашып, уны Рәсәй төбәктәре депутаттары исеменән трибунаға сығып уҡырға тура килде. Тикшереү барышында ЛДПР башлығы В. Жириновский ҡаршы сығып, үҙенең киҫкенерәк вариантын, тәҡдимдәрен индерергә маташты. Башҡаларҙы ҡуҙғытыр өсөндөр инде: «Барлыбаев, мосолман булараҡ, ундай йомшаҡ мөрәжәғәт яҙырға тейеш түгел ине», — тип тә ҡысҡырҙы. Йомғаҡлау һүҙендә мин: «Мөрәжәғәт буйынса фекер алышыуҙа ЛДПР-ҙың рәйесе Владимир Вольфович түгел, ә фракция етәксеһе Игорь Лебедев (Жириновскийҙың улы) сығыш яһарға тейеш ине. Ни өсөндөр ЛДПР, йәш кешегә сығыш яһарға бирмәй, гел Жириновскийҙың өҫтөнлөгөнә таяна. Лебедев та лайыҡлы егет, уның атаһы ғына түгел, хатта олатаһы ла юрист бит», — тинем. Был Жириновскийҙың «әсә- йем урыҫ, атайым юрист» тигән һүҙҙәренә ишара ине. Депутаттар, көлә-көлә, мөрәжәғәттең беҙ тәҡдим иткән варианты өсөн тауыш бирҙе. Беҙҙең мөрәжәғәтте яҙыуға яуаплы булған, Халыҡ-ара эштәр комитеты рәйесе Д. Рогозин рәхәтләнеп, өҫтәлгә һуға-һуға көлдө. Думаның яҙғы сессияһын ябыу банкетында космонавт-депутат, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы В. И. Севостьянов һәм Жириновский менән бер швед өҫтәле артында фекер алыштыҡ. Минең: «Вольфович, һин нишләп башҡорттар менән татарҙарҙы Монголияға һөрөргә өндәйһең әле?» — тигән һорауға ул, юҡ-юҡ, мин улай тип әйтмәнем, фекеремде «журналюгалар» икенсегә бороп яҙғандар, тип, ғәҙәттәгесә, оҙон фәлсәфәгә бирелеп аҡланырға кереште. Виталий Иванович көтмәгәндә: «Жириновский! Ғалимдар иҫбат иткән: һәр йәмғиәттә аҡылы камил булмаған әҙәмдәр 9 процент тәшкил итә. Һинең партияң шул саҡлы тауыш йыя, беләһеңме?!» — тине. Тегеһе, һәр ваҡыттағыса шаталаҡланып: «Эйе, улар араһында фәхишәләр, бомждар, алкоголиктар, наркомандар ҙа бар, улар бөтәһе лә минеке», — тип яуапланы.

III саҡырылыш Дума составында спорт әһелдәре, артистар булманы, байҙар ҙа күп түгел ине. Олигархтар араһынан Р. Абрамович һәм Б. Березовский ғына күренеп ҡалды ла, аҙаҡ тәүгеһе — Чукоткаға, икенсеһе Лондонға китеп барҙы. Парламентта фән эшмәкәрҙәре, юристар, иҡтисадсылар, сәйәсмәндәр, ижтимағи тормошта тәжрибә йыйған кешеләр күпселекте тәшкил итте. Думаның эшендә әүҙем ҡатнашыу, башлыса, депутаттың үҙенең эшсәнлегенә, яуаплылығына бәйле. Ярайһы ғына күп закон проекттары эшләп, парламент тыңлауҙарында һ.б. сараларҙа ҡатнашып, комиссиялар составына инеп, хәлемдән килгәнсә тырыштым. Республикала, округ райондарында үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу, үҙемдең инициатива аша һайлаусылар менән даими график буйынса осрашыуҙар ғәҙәти булды. Улар тураһында мин, башҡа депутаттарҙан айырмалы, һәр йыл һайын республика һәм округ ҡала-район гәзиттәрендә отчет яҙа, радио һәм телевидение аша сығыш яһай инем. Бер ваҡыт федераль матбуғат биттәрендә республикабыҙға, уның Президентына яла яғып, төрлө уйҙырмалар кампанияһы башланды. Башҡортостандан һайланған депутаттар исеменән өндәмә яҙып, уларҙан ҡултамға ҡуйҙырып, Дәүләт Думаһының пленар ултырышында трибунанан уҡып ишеттерҙем.

Депутатлыҡ осоронда Рәсәй Дәүләт Думаһының халыҡ-ара парламенттары бәйләнешендә актив ҡатнашыу форсаты эләкте. Парламент делегациялары составында Америка Ҡушма Штаттарына, Францияға, Төркиәгә, Тайванға, Финляндияға, Украинаға, Грузияға визит эшләнек. Төркиәнең Милли Мәжлесенә (парламентына) ике тапҡыр визит яһап, икеһендә лә Стамбулда Зәки Вәлидиҙең ҡәберенә барып сәскә һалыу, уның балалары Иҫәнбикә һәм Сүбидәй менән аралашыу бәхете эләкте. Дәүләт Думаһы етәкселеге миңә Финляндия парламентында Рәсәй парламенты вәкиле булараҡ инглиз телендә яуаплы сығыш яһау ышанысын тапшырҙы.

Сәйәси һәм ижади тормошомда Думаның «Тотороҡло үҫеш» комиссияһы рәйесе урынбаҫары вазифаһы мөһим роль уйнаны. Был йүнәлештә эшләп, тотороҡло үҫеш проблемаларына арнап төрлө баҫмаларҙа күп кенә мәҡәлә, ике монография сығарҙым. Һөҙөмтәлә III саҡырылыш Думаһының аҙағында төрлө социологик эҙләнеүҙәрҙең күрһәткестәре буйынса минең рейтинг парламентта иң юғарыларҙың береһе булды. «Киләһе Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа әлеге Башҡортостан депутаттарының ҡайһыһы сығасаҡ?» тигән мәсьәлә ҡуҙғатылғас, «Рәсәй төбәктәре» төркөмө етәксеһе О. В. Морозов, республика етәкселеге менән килешеп, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән Х. Ә. Барлыбаев һәм Ф. А. Сәйфуллин тәҡдим ителәсәк, тип белдерҙе. 2003 йылдың сентябрь башында уҡ декабрҙә үтәсәк һайлауға ҡыҙыу әҙерлек башланды.

«Берҙәм Рәсәй» фиркәһенең сентябрь уртаһында йыйылған генераль советы ултырышында депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге раҫланды. Әммә иғлан ителгән исемлектә минең фамилия аталманы. Ултырышта сығыш яһаған О. В. Мо- розов аҙаҡ былай тине: «Исемлеккә һинең фамилияны индереүгә М. Рәхимов ҡаршы сыҡты». Шул саҡ С. Шойгу телгә килде: «Ты что, Муртаза, там у себя хан что-ли?! Лидер российской парламентской фракции по предварительному сог- ласованию предлагает кандидатуру, а ты против. Я знаю Барлыбаева, хороший депутат, к нам постоянно обращается с разными предложениями». Рәхимов Шойгуны урыҫса өс хәрефкә оҙатты ла: «Я Президент республики! Это наше дело, кого предлагать!» — тип яуап бирҙе. Шойгу ла яуапһыҙ ҡалманы, талаш ҡупты. Б. Грызлов ҡыҫылып, туҡтатып ҡуйҙы. Күрәһең, Рәхимовтың башын кемдер бутаған. Бер аҙна элек уға шылтыратып һөйләшкәндә минең кандидатураға ҡаршы түгел ине, хәҙер аптырайым, уға ни булғандыр. Минеңсә, Башҡортостанда киләсәк Президент һайлауҙары алдынан көрәш башланып, унда минең дә ҡатнашыуым ихтимал, тип уйлап, кәртә ҡуйып маташҡандар.

Алдан бирелгән ғариза буйынса мин бер мандатлы Күмертау округынан депутатлыҡҡа кандидат итеп теркәлгәйнем инде, шуға күрә һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартманым. Быға тиклем беҙҙә һайлауҙар аҙмы-күпме демократияға ярашлы үтһә, 2003 йылдағы һайлауҙар тәү тапҡыр тулыһынса «нисек һайлау мөһим түгел — нисек һанау мөһим» тигән ҡағиҙә буйынса үтте. Ҡайһы бер ышаныслы кешеләрем былай һөйләне: «Төндә участкаларҙан килгән һөҙөмтәләрҙе иҫәпләгәндә һин беренсе инең, иртәнсәк протоколда өсөнсө булып сыҡтың». Үрҙә телгә алынған ваҡиғаларҙан һуң республикаға ҡайтыу мәсьәләһе сетерекле булғанға, О. В. Морозовтың тәҡдиме буйынса, 2004 йылдың мартында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт хеҙмәте академияһына профессор булып эшкә сыҡтым.

                                                      Зиһен мәктәптәре
Федераль кимәлдәге юғары уҡыу йортонда, бигерәк тә Рәсәй Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте академияһында эшләү — үҙе яҙмыш бүләге. Совет осорондағы Ижтимағи фәндәр академияһында күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре З. Аҡназаров, Ф. Солтанов, Ә. Дилмөхәмәтовтар уҡыған. Әле ул элекке кеүек бик ҙур әһәмиәткә эйә булмаһа ла, сәйәси һәм ижтимағи тормоштоң авангардында барған фән һәм уҡыу-уҡытыу системаһының үҙәге. Унда эшләү минең өсөн бик уңышлы булды. Глобалләшеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеш теорияһы һәм стратегияһы буйынса программалар эшләп, юғары орган етәкселәр алдында лекциялар уҡыным, төрлө дәрестәр үткәрҙем. Һигеҙ йылда төрлө темаға алты монография, күп кенә мәҡәлә яҙылды, конференция, форум, конгрестар эшендә ҡатнаштым. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре — 2008 йылда Сеул ҡалаһында (Көньяҡ Корея) үткән — Бөтә донъя, 2009 йылда — Новосибирскиҙа, 2012 йылда — Түбәнге Новгород ҡалаларында ойошторолған Рәсәй философия конгрестарында ҡатнашыу булды.

Кеше ғүмере — күп томлы китап йәки күп сериялы кинофильм кеүек. Бала саҡ һәм йәшлек осоронда тормош ябай күренештәрҙән, асыҡ төшөнсәләрҙән, ҡатмарлы булмаған маҡсат-теләктәрҙән тора. Йәштәр, шул маҡсаттарға ирешергә ынтылып, әллә ни тәрән, күп төрлө кисерештәргә бирелмәй, көндән-көн алға бара. Тик олоғайған һайын кисерештәр тәрәнәйә һәм күп төрлөгә әйләнә башлай, яҙмыш ҡатмарлана, донъяны аңлау диапазоны киңәйеп, аңлашылмаған күренештәр, төшөнсәләр күбәйә.

2012 йылдың 23 февралендә мин төп эш урыны итеп Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институтын һайланым. Был аҙым аныҡ аң һәм ынтылышлы теләк менән яһалды. Дәүләт Думаһында осраҡлы ғына «Тотороҡло үҫеш» комиссияһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәс, был йүнәлеш буйынса вазифа бурысын үтәү өсөн генә шөғөлләнә башлағайным. Был проблемаларға үтеп инә барған һайын, ундағы мәсьәләләр яйлап арбай, эске донъямды яулай башланы. Тәрән тәьҫораттар йоғонтоһонда, бер йыл эшләгәндән һуң, 2001 йылда Дума нәшриәтендә «Путь человечества: самоуничтожение или устойчивое развитие» исемле туғыҙ табаҡлы 15 мең дана китап сығарҙым. Күтәрелгән мәсьәләләр күпселек фәлсәфәүи йөкмәткеле һәм һәр кешенең, ауыл-ҡаланың, республиканың, илдең, бөтә кешелектең тормошона ҡағыла ине. Шуға күрә тотороҡло үҫеш проблемаһын глобалләшеү күренештәре менән бәйләп, ғилми тикшеренеү эшен алып киттем һәм 2003 йылда «Общая теория глобализации и устойчивого развития» тигән 336 битле 3 мең дана монография баҫтырҙым. Был эште Дәүләт хеҙмәте академияһында ла дауам иттем һәм, проблемаларҙы кеше темаһына бәйләп, 2007 йылда академия нәшриәтендә «Человек. Глобализация. Устойчивое развитие» исемле 320 битле 1000 дана тиражлы китабым донъя күрҙе. Ахыр сиктә 2011 йылдың ноябрендә, ғилми эштәремде дөйөмләштереп, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетында (РУДН) «Антропогенные факторы глобализации и устойчивого развития» тигән темаға философия буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡланым.
Ошо эштәр менән шөғөлләнгән 2004 йылдан башлап Философия институтында ай һайын үткәрелгән «Глобалләшеүҙең фәлсәфәүи проблемалары» тигән семинарҙа ҡатнашып, сығыштар яһаным, институттың күп кенә белгестәре менән хеҙмәттәшлек итеп, дуҫлашып алдым. Һуңғы бер нисә йылда институттың «Био һәм экофилософия үҙәге»нең етәксеһе профессор Игорь Лисеев эшкә саҡырып, глобалләшеү проблемаларын тикшереү буйынса төркөм ойошторорға тәҡдим итте. Бер ни тиклем ваҡыттан уның саҡырыуын институттың директоры академик А. Гусейнов та ҡабатланы. Хәҙер институтта элекке эҙләнеүҙәрҙе дауам итеп, оло ҡәнәғәтләнеү менән эшләп йөрөйөм.

                                                      Икенсе президент
Башҡортостандың хәҙерге Президенты Рөстәм Хәмитовты ярайһы яҡшы беләм. 90-сы йылдарҙың башында бергәләп Башҡортостанға суверенитет даулап һәм яулап йөрөнөк, Рәсәй Федерацияһы менән республикабыҙ араһындағы килешеүҙәрҙе бергәләп төҙөнөк. Мин А. Чубайс менән мөлкәтте бүлешеү тураһындағы килешеүҙе әҙерләнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көс-аҡылды, нервыларҙы йәлләмәй тырышып, үҙебеҙҙә ҡалдырған бай мөлкәт, республиканың элекке етәкселегенең яуапһыҙлығы арҡаһында, һуңғы йылдарҙа тәләфләнеп бөттө. Әйтәйек, Ырымбурҙағы Каруанһарай, килешеү буйынса, Ырымбур хакимиәте менән һөйләшеп, республикабыҙ мөлкәтенә әйләнергә тейеш булһа ла (уға алмашҡа Мәскәүгә өс заводты бирергә тура килгәйне), етәкселектең тарихи аңы түбән булыуы, вайымһыҙлығы, халҡыбыҙ мәнфәғәтен аңлап еткермәүе арҡаһында беҙгә эләкмәне. Мин М. Рәхимовҡа: «Каруанһарайҙы Башҡортостан мөлкәте итеүгә күп ҡалмаған, Мәскәү риза булғас, Ырымбур хакимиәте ҡаршы килеп тормаҫ. Ваҡытығыҙ булмаһа, миңә унда барып, һөйләшеп ҡайтырға ине», — тигәс, ағай ҡырт киҫте: «Каруанһарай ҡайғыһы юҡ, юҡ менән булашма».

Рөстәм Зәки улы экология өлкәһендәге вәкәләттәрҙе бүлешеү буйынса килешеүҙе әҙерләне. Бөгөн был өлкәлә лә күҙгә салынып бармаған, әммә киҫкен проблемалар бик күп, ул турала мин Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 2009 йылда сыҡҡан «Башҡортостанда кеше потенциалы» тигән докладта яҙғайным. Ошо өлкәлә белгес булараҡ, республика башлығы экологияның үткер мәсьәләлрен эҙмә-эҙлекле яйға һалырға бурыслы. Буласаҡ Президент менән 90- сы йылдарҙа көндәлек тормошта йыш аралашырға тура килә ине. Ул баҫалҡы, юғары интеллектуаль кимәлдә мөғәмәлә итеүсе, аралашыуға еңел, эскерһеҙ кеше булараҡ танылғайны. Хәтерләйем, 1993 йылда уның менән бер машинала Өфө-Силәбе юлының тирә-яғында йорт төҙөргә урын ҡарап йөрөгәйнек. Башҡа түрәләр, ғәҙәттә, ул мәсьәләне кабинеттарҙан сыҡмай хәл итәләр ине. Рөстәм Зәки улы үҙенә йорт төҙөгәнмелер, белмәйем, ләкин үҙемә ундай форсат эләкмәне. Ул осорҙа машинаны үҙе йөрөткән юғары етәкселәр бик булмай торғайны.

Рөстәм Зәки улының бер хәбәре иҫтә ҡалған: «Ныҡ үкенеслеһе шул булды: мин юлдан тыныс, яй ғына, бер кемгә лә ҡамасауламай китеп барам. Мине лә һис кем борсомай, тирә-яҡта бер автомобиль дә юҡ. Көтмәгәндә ҡаршыға килгән бер машина аралағы киң һәм бейек газон аша һикереп сығып, минең машинаға бәрелде». Ярай әле, буласаҡ Президент үҙе имен ҡалған.

Р. Хәмитов Башҡортостанда Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләгән осорҙа, (мин РФ Думаһында депутат саҡта) 2003 йылда, РФ Президентын һайлау башланғас килеп сыҡҡан сетерекле ваҡиғаларға бәйле, республика етәксеһен ҡаты тәнҡитләп, миңә Президентлыҡҡа кандидат булып сығырға тәҡдим иткәйне. Ундай эшкә ниәтем булмағанлыҡтан, көтөлмәгән тәҡдимгә бер ни тип тә яуап бирмәгәйнем. Хәҙер уйлайым: «Был тәҡдимең етди, рәсми булһа, әйҙә, тырышып ҡарайыҡ», — тип әйтмәгәнмен. Нисек яуап бирер ине — шуныһы ҡыҙыҡ.

Ул осорҙа Р. Хәмитов төрлө документтарҙа милләтен «татар» тип күрһәтеп йөрөнө. Президент итеп тәғәйенләнгәс иһә, ата-бабаларымдың башҡорт булғаны асыҡланды, тип үҙен «башҡорт» тип таныта башланы. Аптырырлыҡ хәл түгел был, сөнки беҙҙең милләт мәсьәләләре өлкәһендәге белгестәр, ысынлап та, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙы ҡасандыр яһалма рәүештә «татар» итеп яҙғандар, улар асылына ҡайтырға тейеш, тип иҫбат итә. Был фекерҙең Башҡортостан Президенты тарафынан иҫбатланыуы, уның бөгөнгө «беренсе башҡорт» булырға тырышыуы — ыңғай күренеш.

Р. Хәмитовтың ниндәй милләттән булыуынан мөһимерәк мәсьәлә — республиканың дәүләт телдәренең береһе — башҡорт телендә яҡшы аралаша алыуында. Был өлкәлә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, БР Президенты тейешле кимәлдә эшләп еткермәй. 2005 йылда Ҡазандың 1000 йыллығына арналған йыйылышта Рәсәй Президенты В. Путин телмәренең кескәй генә өлөшөн, вата-емерә, татарса һөйләп үткәйне. РФ Президентының бер эше лә: аҡҡоштар менән осоуы, диңгеҙ төбөнән көршәктәр табыуы, төрлө йәнлектәр менән аралашыуы — осраҡлы тип әйтеп булмай. Уның һәр бер аҙымы фәһем булһын, йәмғиәт ҡайһылыр проблемаға иғтибар итһен өсөн яһала. Ҡазанда татар телендә телмәр һөйләп, Рәсәй Президенты Татарстандың татарса белмәгән етәкселәренә ғибрәтле миҫал күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге Башҡортостан Президенты башҡортса В. Путиндың татарсаһынан да «һаҡауыраҡ» һөйләшә. Тиҫтәләгән йылдар буйы ошонда йәшәп, дәүләт лидеры булып киткән кешелә шул дәүләттең телен оҙаҡҡа һуҙмай үҙләштерергә кәрәклеген иҫбат итеү зарурлығы юҡ. Ул күптән яҡшы кимәлдә башҡортса телмәр һөйләй алырға, был йүнәлешкә бөтә дәүләт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итергә бурыслы ине. Был — теләк булмаһа — «ауыр», булһа — бер тинлек тә ҡыйынлығы булмаған мәсьәлә. Бигерәк тә башҡорт теленән фонетикаһы буйынса өс хәрефкә генә айырмалы татар телен белгән кешегә был бер ниндәй ҙә проблема түгел. Дәүләт телен дәүләт конституцияһының гаранты ла, бөгөнгө «беренсе башҡорт» та белмәгәс, уны белергә башҡа кемдәр ынтылһын да ул телде һаҡларға теләһен?! Р. Хәмитов хатта татар булып ҡалып та, республиканың дәүләт теле — башҡорт телендә радио һәм телевидение аша төрлө осрашыуҙарҙа яҡшы телмәр һөйләһә, насар булмаҫ ине. Әлбиттә, уға был эште Рауил Бикбаев кимәлендә атҡарыуы ауыр, әммә академик Роберт Ниғмәтуллинды уҙҙырыуы һис тә ҡыйын түгел. Әгәр ул был йәһәттән шундай уңышҡа өлгәшһә, әле ҡайһы берәүҙәрҙең уның «ысын» башҡорт булыуына ышанмауы кире ҡағылыр ине.
Р. Хәмитов өсөн ҡатмарлы икенсе проблема — кадрҙар булып сыҡты. Ысынлап та, яңы етәксенең ниндәй сәйәсәт үткәрәсәге, етәкселек һәләте үҙ эргәһенә ниндәй кешеләр туплауына бәйле, сөнки ул бөтә мәсьәләләрҙе лә үҙ белеме һәм көсө менән хәл итә алмай, бының өсөн уға яҡшы команда йыйырға кәрәк. Юҡҡа ғынамы ни, Америкала билдәле етәксе үлер алдынан үҙенең ҡәбер ташына шундай һүҙҙәрҙе яҙҙырған: «Был таш аҫтында үҙенән күпкә аҡыллыраҡ меңәрләгән кеше менән етәкселек иткән урта аҡыллы кеше ерләнгән». Бөгөнгө АҠШ-та Президент итеп яңынан һайланған Б. Обама илдең юғары етәкселеген тиҙ генә үҙгәртеп, элекке «ҡарсыға»ларҙы «күгәрсен»дәргә алмаштырып, ил сәйәсәтен яңы нигеҙгә күсерә башланы. Күптәр хәтерләйҙер: мәрхүм Борис Ельцин, илгә нисек идара итергә белмәй, һуңғы йылдарында хөкүмәт һәм башҡа тармаҡ етәкселәрен бейәләй кеүек алмаштырып яфаланды. М. Рәхимов та үҙе һайлап алған етәкселәрҙе ғәйепләп, бер-бер артлы эштән ҡыуа ине, тимәк, ул кемдәрҙе үрләткәнен алдан ентекле уйламаған. Шул уҡ ваҡытта В. Путин был тәңгәлдә кәрәкле кадрҙарҙы бик урынлы һайлап ала белеүе, уларға һаҡсыл ҡарауы, ахыр сиктә генә хушлашыуы, унан һуң да эшлектән сығарып ташламауы менән айырыла. Күҙәтеүселәрҙең иҫбатлауынса, Р. Хәмитов та ҡыҫҡа ваҡыт эсендә элеккесә дәүләт ҡоролошон йыш үҙгәртеп, хөкүмәт рәйесен, мөһим өлкәләрҙе етәкләүсе вице-премьерҙарҙы, министрҙарҙы, башҡа ведомстволар етәкселәрен бер нисә тапҡыр алмаштырып, республикала етәкселектең һөҙөмтәлелегенә ирешә алманы.
Шул уҡ ваҡытта уның әле һөҙөмтәһе күренмәгән үҙгәрештәрҙе оло ҡаҙаныштай итеп күрһәтеп, арттырып һөйләп ташлауы ла күптәр тарафынан күңелһеҙ йылмайып ҡабул ителә. Быға ла аптырырлыҡ түгел, сөнки власть халыҡты бала кеүек йыуатып, оптимистик кәйеф биреп тороу өсөн, «эштәр ал да гөл» тип, матур һүҙҙәр һөйләп эш итергә ынтыла. Шундай эште оҫта башҡара белеү оло ҡаҙаныш һанала, бигерәк тә юғарыраҡ кимәлдәге Мәскәү етәкселәре алдында. Был турала элегерәк итальян философы Макиавелли ҙа әйтеп үткән. Тик уның рецептары бөгөнгә көнгә тура килмәй.
                                                     

                                                     ЙОМҒАҠЛАУ
Әйтелгәндәрҙән сығып, ошо яҙмаларҙы уҡығанда шуны күҙ уңында тоторға кәрәк: донъяла бер кем дә фәрештәләй гонаһһыҙ түгел. Шулай булған хәлдә лә, һәр кемдең ҡылған изге һәм яман эштәре төрлө диапазонлы була. Кемдеңдер изге эштәре бик күп, ямандары юҡ кимәлендә, ә икенсе берәүҙәрҙең — киреһенсә. Ҡайһылар яҡшылыҡты ла, яманлыҡты ла мул башҡара, ә күптәр ундай эштәрҙең икеһенә лә битараф булып, ғүмерен үҙе өсөн генә йәшәп уҙғара. Әйтелгән нормаларға таянып, һәр кем көн дә башҡарған һәм алда күрһәтәсәк эш- тәренә ситтән ҡарап, ыңғай һәм етешһеҙ яҡтарын күрә белергә батырлығы етергә тейеш. Тәбиғи, кеше нисек кенә тырышмаһын, аныҡ һәм ғәҙел була алмай, ғәҙәттә, кеше үҙенең насар яҡтарын күрмәҫкә тырыша, уларҙы иҫләмәй, ыңғай һәм яҡшы хәлдәрҙе генә һанап китеүе ихтимал. Был бигерәк тә көндәлек тормошта күп кеше менән аралашҡанда күренә. Әлбиттә, үрҙә яҙылғандарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кешелә тейешле интеллект, зиһен, әхлаҡ нормаларын күҙәтеү, эске яуаплылыҡ юғары булыуы фарыз. Быны тормошҡа ашырыу мәға- рифтың үҫешенә, фәнгә мөнәсәбәткә, донъяуи хәлдәрҙе анализлап, уларға фәлсәфәүи ҡараш булдыра алыуға бәйле. Шуға күрә Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре бер ваҡытта ла үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Ошо яҙмалар уҡыусыларға уйланыуҙар өсөн ниндәйҙер кимәлдә фәһемле һәм файҙалы булыр, тип ышанғы килә.

   Хәлил Барлыбаев Баймаҡ районының Йомаш ауылында 1944 йылда донъяға килә. Стәрлетамаҡ совхозтехникумын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итә. Мәскәү дәүләт университетында иҡтисад буйынса юғары белем ала. Иҡтисад фәндәре докторы, философия фәндәре докторы, ике саҡырылыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты. Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының философия институтында эшләй.

   Был яҙма Ағиҙел журналы архивынан күсереп алынды (ссылка //agidel-rb.ru/assets/files/arxiv/2013/agidel-6-2013.pdf). Авторы Хәлил Барлыбаев