Бала сағыбыҙҙы... һуғыш тартып алды
Һуңғы йылдарҙа матбуғат биттәрендә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәрлегенә ҙур әһәмиәт бирелә. Улар тураһында Советтар Союзы маршалы Г. Жуков үҙенең китабында бына нимә тип яҙа: «Тылдағыларҙың көсөргәнешле хеҙмәте булмаһа, дошманды еңеп булмаҫ ине. Тыл — ул Бөйөк Еңеүҙең яртыһы, хатта күберәге». Ысынлап та, ул иҫ киткес ауыр йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар менән бер рәттән, 11-12 йәштәге балалар көндө лә, төндө лә белмәй, ололар башҡара торған эште башҡарҙы. Ул балалар араһында мин дә булдым.
Үгеҙ иңенә төштө ер һөрөү
Мин 1931 йылдың апрель айында тыуғанмын. Беренсе синыфҡа 1938 йылда барҙым (ул ваҡытта уҡырға 8 йәштән алалар ине), 1943 йылда дүртенсе синыфты тамамлағас, Бикбау ауылына 5-се синыфҡа уҡырға барҙым. 8 саҡрым аралыҡты көн дә йөрөп уҡыныҡ. Ҡышҡы каникулдан һуңғы көслө бурандарҙа юл ҡалды, уҡыуҙы туҡтатырға мәжбүр булдыҡ һәм шул айҙа уҡ колхозда эшләй башланыҡ. Бер нисә малай үгеҙ егеп, колхоз малына ҡырҙан бесән һәм һалам ташыйбыҙ, ҡайһыларыбыҙҙы мал ҡарарға ҡуштылар. Апрель аҙаҡтарында, ҡар иреп бөтөү менән, беҙҙең йәштәштәр һабан һөрөүгә ҡушылды. 1944 йылда колхозда бер генә лә ат ҡалманы, арыуҙары фронтҡа оҙатылды, ҡалғандары ауыр эштән, аҙыҡ етешмәгәнлектән һәм ҡорсаңғы ауырыуынан үлеп бөттө. Колхозда бөтә булған эш тик үгеҙ егеп башҡарылды. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем колхозда 4-5 үгеҙ егелгән һабан менән туҡтауһыҙ ер һөрҙөк. Һәр һабанға 6 үгеҙ егәләр. Һәр ике үгеҙгә бер ҡыуыусы (погонщик) һәм бер һабанды тотоусы (плугарь). Үгеҙ ҡыуыусылар беҙ — балалар, һабан артында — ҡарт олатайҙар. Шулай итеп һабан һөрөү бригадаһына 15 үгеҙ ҡыуыусы, 4 һабан тотоусы, 2 мал ашатыусы, 1 кәшәүәр — бөтәһе 22 кеше беркетелә ине. Аш бешереүсе беҙгә тик исем өсөн генә булды, сөнки ул беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты — 150- 200-әр грамм ашлыҡ ҡалдығын (отходты) келәттән яҙҙырып алып килеп, һәр беребеҙгә ағас ҡалаҡ менән тигеҙләп үлсәп, өләшеп бирә лә шуның менән эше бөтә. Беҙ ул ашлыҡ ишаратын өйгә ҡайтарып ебәрәбеҙ. Өйҙә уны таҙартып, ҡул тирмәнендә тартып, бер мәртәбә шыйыҡ ҡына өйрә бешерергә етерлек ярма алып киләләр. Уны беҙ һәр беребеҙ айырым котелокта бешереп ашайбыҙ. Быныһы эштән һуң киске аш була, иртәнсәк һәм төшкөһөн туҡланыу өсөн ҡатыҡ килтереп торалар. Төрлө үлән йыйып, сейләй йәки бешереп ашайбыҙ. Эш таң һарыһынан ҡараңғы төшөп, ыҙан күренмәй башлағанса тиклем бара, туҡтарға рөхсәт итмәйҙәр. Шунһыҙ норманы тултырып булмай (көнөнә 1 гектар норма). Ул ваҡытта сәғәт тигән нәмә булманы. Хәҙер тоҫмаллап ҡарауымса, эште иртәнсәк сәғәт 5-тән дә ҡалмай башлағанбыҙ, ә кис сәғәт 10-дарҙа туҡталғанбыҙ. Иртәнсәк һәм төш ваҡытында үгеҙҙәрҙе ашатып, ял иттереп алыуға 1-1,5 сәғәткә туҡтала торғайныҡ. Тимәк, көнөнә 12 сәғәт эшләргә тура килгән.
Ҡыуышта ятып, ҡыр эштәре башҡарҙыҡ
Ашлыҡты ҡул менән һибеп сәсеп, артынан тырмаға һыйырҙарыбыҙҙы егеп, әсәйҙәребеҙҙән етәкләтеп, ерҙе тырматып ҡуябыҙ. Колхоз малына бесән әҙерләү, ураҡ ваҡытында урылған ашлыҡты ырҙынға ташып эҫкерткә һалыу ҙа үҫмерҙәр өҫтөндә булды. Ҡыр эштәрендә йөрөгәндә тик ҡырҙа ғына ҡунып йөрөнөк. Ҡыуыштар ҡороп, аҫтыбыҙға һәм өҫтөбөҙгә бесән йәки һалам һалып, булған кейемдәребеҙҙе кейеп йоҡларға ятабыҙ. Ауылға тик 10 көндә бер мәртәбә берәмләп мунса инеү өсөн ҡайтара торғайнылар. Хатта ауыл эргәһенән генә башланған баҫыуҙа эшләгәндә лә ҡыуышта яттыҡ. Ҡайтып йөрөһәгеҙ, һеҙҙе иртәнсәк йыйып алып булмай, ти торғайны бригадир.
Беренсе ҡар яуғас, ашлыҡты һуғып алыу өсөн МТС-тан молотилка килтерҙеләр. Ашлыҡ һуғыу ҡыш буйына һуҙылды һәм ундағы эштәрҙең дә күбеһен үҫмерҙәр башҡарҙы. Һуғып алынған ашлыҡты колхоз келәтенә алып килеп, ҙур ҡул иләге менән иләп таҙартып, тоҡҡа тултырып, үгеҙ егелгән санаға тейәп, ылау менән ауылдан 60 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Ырымбур өлкәһендәге Һарыҡташ стансаһына — элеваторға ташынылар. Ылауҙа 10-15 йөк, һәр бер йөккә бер үҫмер беркетелгән, арабыҙҙа беҙҙе ҡарап йөрөү өсөн бер оло кеше тәғәйенләнгән. Һуғыш йылдарында ҡыш сатлама һыуыҡ булды. Өҫтә ҡырҡ ямаулы алама ғына күфәйке, киндер ыштан (бер нисә ҡат), киндер күлдәк, әсе һыуыҡ үтәнән-үтә һуға, үгеҙ шул хәтлем яй, ығыш бара. Ылауҙы ҡарап барыу өсөн бер-ике кешене ҡалдырабыҙ ҙа, ҡалғандарыбыҙ йылыныу өсөн алға йүгерәбеҙ һәм бер килке барғас, йүгереп кире киләбеҙ. Аяҡта сабата, өшөмәһен өсөн киндер силғауҙың эсенән ҡуян тиреһе урайбыҙ. Ауылдан 40 саҡырым тирәһе аралыҡта ятҡан Андреевка тигән ялтырап торған сиркәүле урыҫ ауылында йоҡлап (унда фатирҙы ылаусылар өсөн колхоз махсус тота ине), иртәгәһенә ашлыҡты элеваторға алып барып еткереп, тапшырып, кире Андреевкаға килеп йоҡлап, өсөнсө көнө генә ауылға ҡайтып төшәбеҙ. Ҡайтыуыбыҙға ашлыҡ таҙартылған, тоҡҡа тултырып, әҙерләп ҡуйылған. Иртәгәһенә таң менән тағы юлға сығабыҙ. Ашлыҡ тапшырыу ҡыш буйы барҙы. Ьарыҡ- таш эргәһендә ағып ятҡан Һаҡмар йылғаһының боҙо төшкәс кенә ашлыҡ тапшырыу туҡтатыла торғайны. Һарыҡташтан кире ҡайтҡан саҡта беҙҙе буш сана менән ҡайтарманылар, МТС өсөн тракторҙарға яғыулыҡ-кәрәсин, запчастар һәм сельпо өсөн әйберҙәр тейәттеләр.
Үрҙә һанап киткәндәрҙән башҡа ла эштәр күп булды: ҡыш көндәрендә ҡар тотоу өсөн баҫыу ҡырында үҫкән ағастарҙы ҡырҡып, баҫыу өҫтөнә ҡул көсө менән һөйрәп сығарыу, март айында уларҙы кире баҫыуҙан ситкә сығарыу, апрель айында баҫыуҙағы ҡар өҫтөнә оҙон-оҙон соҡорҙар (траншея) ҡаҙып, ҡар һыуы тотоу, ҡыш буйы өй һайын йөрөп тауыҡ тиҙәге йыйыу һәм уны баҫыуға сығарып таратыу, фронтҡа дошмандарҙың танкыларын яндырыу өсөн ҡорал эшләүгә шешәләр йыйыу (ул ваҡытта шешәләр булманы, тип әйтерлек) һ.б.
Картуф төп аҙыҡ булды
Һуғыш ваҡытында туҡланыу өсөн ҡулланған аҙыҡтар тураһында хәҙер ябай һәм анһат ҡына итеп һөйләп ҡуялар ул. Беҙ һуғыш йылдарында серек картуф һәм үлән менән тукландыҡ, ти күптәр. Ул йылдарҙағы үҙәккә үткән аслыҡ ғүмерҙә оноторлоҡ түгел, бигерәк тә шул аслыҡты кисергән кешеләр өсөн. Картуф һуғыш йылдарында «икенсе икмәк” тигән дәрәжә алды. Ысынлап та, ауыл ерендә картуфтың тотҡан ролен баһалап бөтөрлөк түгел. Картуф ул ваҡытта „икенсе икмәк“ түгел, „беренсе икмәк“ булды, сөнки ауылдарҙа күп йылдар буйы (һуғыштан һуң да) ашлыҡтан бешергән икмәк күрмәй йәшәнек. Үҫтергән ашлыҡты аҙаҡҡы бөртөгөнә тиклем дәүләткә тапшырып торҙолар. Икмәкте ауыл халҡы һуғыштан бик күп һуң, тик 1953—1954 йылдарҙа ғына туйғансы ашай башланы. Шуныһы ҡыуаныслы, картуф һуғыш йылдарында шул хәтлем уңды. Ҡыш әйләнәһенә халыҡтың туҡланыуында төп аҙыҡ булып торҙо ул. Башҡа аҙыҡ булмағас, уны күпме сәсһәң дә апрель айында бөтә торғайны. Картуфтың күберәк өлөшөн ашауға ҡулланыу өсөн орлоҡҡа уның күҙҙәрен йоҡа ғына итеп ҡырҡып алып, ҡырҡҡан ерен серемәһен өсөн көлгә манып, яҙғы сәсеүгә тиклем һаҡлай торғайныҡ. Картуфтың бармаҡ башындайын да әрәм итмәй, әрсемәй, шул көйө ашҡа һалып, ҡабығы менән ашаныҡ.
Аслыҡтан ҡотҡарған үләндәр
Ҡар әрселеү менән халыҡ аяҡ аҫтында ятҡан ашамлыҡҡа — үләнгә күсте. Мысай икмәген һуғыш икмәге тип мин ҡурҡмай әйтә алам. Уны ауылда йыл әйләнәһенә ашанылар. Ҡайҙа ғына ҡарама, бөтә ерҙә лә мысай үләне үҫте: баҫыуҙарҙа ашлыҡ араһында, картуфлыҡта, буш ятҡан баҫыуҙарҙа. Ул йылдарҙа „ырҙын һеперергә барҙым“ тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килде. Ауыл халҡы оҙон ҡыш буйына ашлыҡты һуғып бөткәс, ырҙын төбө һепереп, мысай орлоғон йыйҙы, уны елдә елгәреп, таҙартып, тоҡлап алып ҡайтырҙар ине. Ҡул тирмәнендә тартып, әҙерәк картуф бешереп ҡушып (шунһыҙ уны беректереп булмай), тупалсыҡ итеп әүһәләп, икмәк бешерҙеләр.
Алабута. Был үләндең орлоғонан да икмәк бешерҙеләр. Тик алабута үләне беҙҙең яҡта аҙ таралғанлыҡтан, уны күпләп ҡулланманылар.
Бикбирҙе ауылы көньяҡ Урал теҙмәһе араһында тап-таҙа бәрҙе һәм бағыры балыҡтары Кесе Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан. Беҙҙә тауҙарҙың бите ҡарҙан апрель аҙаҡтарында уҡ асыла. Тау биттәрендә көҙ үк шытып сығып, апаруҡ үҫкәндән һуң, ҡар аҫтында ҡала торған үләндәр – дүрт төрлө йыуа (талғыр йыуаһы, йүкә йыуаһы, оҫҡон һәм әтмәкәй) иң тәүҙә ҡарҙан асыла. Бейек тауҙарға менә алырлыҡ бөтә халыҡ йыуа йыйырға йүнәлә, тоҡлап-тоҡлап алып ҡайтып, эшкәртмәй, шул көйө лә ашайҙар, тураҡлап, аш итеп тә бешереп ашанылар. Май айында һаҙмат урындарҙа тағы бер йыуа — күл йыуаһы шытып сыға.
Ҡуян тубығы (беҙҙә уны ҡуяс тип йөрөтәләр). Май баштарында шытып сыға. Тамырын шул көйө ашайҙар, шәкәр тәме сығып тора, май аҙағында көпшәһе ашау өсөн өлгөрә.
Әтлек. Май айының урталарында тау биттәрендәге урман араларында шыта. Тамырын ҡаҙып алып, йыуып, ваҡлап тураҡлап, мейестә киптерәләр, ҡул тирмәнендә тартып йәки килелә төйөп, ононан икмәк бешерәләр. Туҡлыҡлы һәм шәкәр тәме сығып торған икмәк килеп сыға. Был үҫемлекте халыҡ „этлек“ тип йөрөттө, сөнки уны табыу өсөн бик алыҫ урмандарға барырға һәм этләнеп тамырын ҡаҙып сығарырға кәрәк ине.
Һарына. Май айының урталарында шыта. Ашау өсөн тамырын ҡулланалар. Сейләй ҙә ашайҙар, аҙ ғына ярма ҡушып, бутҡа ла бешерәләр, башҡорттар уны борон-борондан аҙыҡ итеп ҡулланған, киптереп, тирмәндә тартып, икмәк тә бешергәндәр. Хәҙер ул үҫемлек бик һирәк осрай. Сәскәһе бик матур, мин һарынаны баҡсала күпләп үҫтерәм.
Балтырған. Беҙҙә уны көпшә тип тә, бәпкә тип тә йөрөтәләр. Йәш япрағынан яҙғыһын аш бешерәләр. Июнь баштарында көпшәһе өлгөрә, ҡабығын һыҙырып, шул көйө лә, турап, аш итеп тә бешерәләр. Беҙҙең яҡта тағы ике төрлө ашарға яраҡлы көпшә үҫә: урманда – шыма көпшә, туғайҙа – ҡырлы көпшә.
Ҡымыҙлыҡ. Май айында тау биттәрендә өлгөрә. Шул көйө ашайҙар. Тәме әскелт кенә, ҡымыҙҙы хәтерләтә.
Кесерткән. Уны аш-һыуҙа хәҙер ҙә ҡулланалар.
Дегәнәк тамыры. Май башында уҡ тәүге япраҡтары күтәрелеп сыҡҡас та ҡаҙып алып, тураҡлап бешереп ашайҙар.
Ҡуҙғалаҡ. Уны халыҡ хәҙер ҙә ҡуллана.
Ат ҡуҙғалағы. Июнь айында япрағы эреләнгәс, йыйып алып бешерәләр һәм мысай, йәки әтлек ҡушып, икмәк итеп бешерәләр.
Ҡаҡы. Июнь баштарында ашарлыҡ булып өлгөрә. Беҙҙең яҡта тағы бер ҡаҡы — туғай ҡаҡыһы үҫә. Уларҙы шул көйө ашайҙар.
Кәзә һаҡалы. Июнь аҙаҡтарында өлгөрә, үҙенсәлекле әскелт тәм бирә. Шул көйө ашайҙар.
Йүкә ағасы бөрөһө һәм лайлаһы. Йүкә бөрөһөн япраҡ ярыу алдынан — тулыланғас йыйып алып аш бешерҙеләр. Июль аҙағында йүкәнең ҡабығы ҡуба башлағас, ҡабыҡтың эс яғындағы лайлаһын ҡырғыс менән ҡырып алып ашайҙар, шәкәр тәме сығып тора.
Һырғанаҡ. Беҙҙә ике төрлө һырғанаҡ үҫә. Бер-береһенән орлоғоноң тышҡы төҙөлөшө менән айырылып торалар. Аш бешерергә орлоғон ҡулланалар.
Имән сәтләүеге. Сентябрь айында өлгөрөп ергә ҡойола. Йыйып алып киптерәләр һәм ҡул тирмәнендә он яһап, икмәк бешерәләр. Тәме бик ҡырҡыу әсе, үҙе бик туҡлыҡлы. Имән сәтләүеге икмәген ашаған кешене әллә ҡайҙан белеп була — уның тештәре ҡап-ҡара булып йылтырап тора. Имән сәтләүеген ҡыр хайуандары бик ярата. Айыу, ҡыр сусҡаһы, тейен һ.б. өсөн төп аҙыҡ булып тора. Көтөү көткәндә һарыҡ-кәзә имән сәтләүегенә тап булһа, уларҙы ул ерҙән ҡыуып алып китеп булмай.
Киндер орлоғо. Һуғыш йылдарында киндер беҙҙе кейендереп кенә ҡалманы, ул беҙҙе туҡландырҙы ла. Ул йылдарҙа бөтә булған буш ятҡан ерҙәрҙе киндер баҫып алғайны, киндер араһынан йырып үтеп булмай торғайны. Беҙҙең яҡта ике төрлө киндер үҫә: тарма һәм баҫма киндерҙәр. Тарма киндерҙең туҡымыһы ҡаты була, унан ирҙәр ыштаны, тоҡ, силғау кеүек әйберҙәр етештерҙеләр, арҡан, дилбәгә иштеләр. Ә баҫма киндерҙән күлдәк, тегенеү өсөн еп, таҫтамал, ашъяулыҡ эшләнеләр, уның туҡымаһы йомшаҡ, нескәрәк була. Тарма киндерҙең генә орлоғон ашарға ҡулланып була, уны ҡурмас итеп ҡыҙҙырып, йәнә башҡа ашамлыҡтарға ҡушып бешереп ашанылар. Сөсө икмәк бешергәндә киндер орлоғон бетәү көйө ҡамырға ҡушып баҫып, икмәк бешергәндәр. Уны ашағанда киндер орлоғо тешкә эләгеп, шыртлап тора, шуға уны „бетле“ икмәк тип йөрөткәндәр. Киндер орлоғонан май ҙа сығарттылар, бик тәмле була.
Башаҡ. Һуғыш йылдарында ашлыҡты урып алғас та мәктәп балаларын баҫыуға сығарып, башаҡты бер бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйҙырып, колхоз келәтенә тапшырып торҙолар. Шуға күрә беҙҙә башаҡ ашап ағыуланыу булманы. Ағыуланып үлгәндәр, тигән хәбәр сит ауылдарҙан ғына ишетелгеләне.
Көнбағыш һабағы. Нисәнсе йыл икәне иҫтә ҡалмаған. Ныҡ аслыҡ йыл ине. Көнбағыш һабағының үҙәген бешереп ашап була, тигән хәбәр таралды. Март айы булғандыр, ҡарҙа туң күтәртә ине. Ҡаршылағы „Бишҡайын“ тигән баҫыуҙа ҡар өҫтөндә көнбағыш һабаҡтары тырпайышып күренеп ултыра. Мин шуларҙы йыйып алып, саҡ күтәреп өйгә алып ҡайттым да нәҙек ағас менән һабаҡтың эсенән үҙәген этеп сығарам. Йылан кеүек оҙон ап-аҡ үҙәк атылып килеп сыға. Бысаҡ менән ыуаҡлап турап, һыуҙа аш итеп бешереп ашап ҡараныҡ. Сәйнәлмәй, бер ниндәй ҙә аҙыҡҡа оҡшашлы тәме юҡ, уны ашап, тик эсте күптереү генә булды. Ҡабат бешермәнек.
Еләк-емештәрҙән. Һуғыш йылдарында туҡланыу өсөн ер еләге һәм муйыл төп аҙыҡ булып һаналды. Был емештәр тәмле лә, туҡлыҡлы ла булып иҫтә уйылып ҡалған.
Бәлки, ул аслыҡ йылдарында ашаған ҡайһы бер үҫемлектәрҙе онотҡанмындыр ҙа инде, ә үрҙә яҙып киткәндәр күңелемдә ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Ул йылдарҙа аслыҡтан үлмәҫ өсөн мин белгән 29 төр тәбиғәт үҫемлеген аҙыҡ итеп ҡулланғанбыҙ. Күҙәтеүем буйынса, ошо уҡ үҫемлектәрҙе өй хайуандары бик яратып ашай. Һығымтаны үҙегеҙ яһай алаһығыҙ. Һуғыш йылдарында картуф тәгәрләп уңды, мысай, киндер, емеш-еләк түшәлеп ятты. Ул ваҡыттағы ҡарттар әйтеүенсә, улар бығаса булмаған уңыш бирҙе. Был, бәлки, шул ауыр йылдарҙа Хоҙай Тәғәләнең интеккән халыҡҡа ярҙамы булғандыр. „Ауыр йылдарҙа беҙ аяҡ аҫтындағы үләндәрҙе ашаныҡ һәм шуға иҫән ҡалдыҡ“, — тип бик дөрөҫ яҙа шул ваҡыттағы ауырлыҡтарҙы үҙе кисергән бер тыл ветераны.
Июль айы баштарында ашлыҡтар баш ҡоҫа башлай, эштә йөрөгәндә әле яңы ғына барлыҡҡа килгән ыуыҙ башаҡтарҙы ыуып алып, ауыҙға ҡабып сәйнәйбеҙ, кәбәген дә айырып тормай, шул көйө йотабыҙ. Шул ваҡытта ысын икмәк тәмен тоя инек. Ә ашлыҡ бешкәс, башаҡтарҙы ус эсендә ыуып, бөртөктәрҙе кәбәгенән өрөп айырып, көндәр буйы рәхәтләнеп сәйнәп йөрөйбөҙ. Ашлыҡты өйгә алып ҡайтырға ярамай, ҡәтғи тыйыла, закон ҡаты — 200 гр ашлыҡ өсөн 2 йыл төрмәгә ултырттылар. Ундайҙар беҙҙең ауылда ла булды.
Серек картуфты юрамал ашаған үҫемлектәр араһына индермәнем, сөнки уның күләме башҡа ашаған әйберҙәрҙең араһынан аҙ ғына урын ала. Эш шунда: һәр ғаилә үҙенең картуфын ҡаҙып алғанда ентекләп, вағына тиклем сүпләп ала, унда серек картуф табыуы мөмкин түгел. Колхоздың картуфлығын да көҙ үк ҡабаттан ҡаҙып тигәндәй йыйып бөтөрәләр. Яҙ көндәре һирәкләп кенә тапҡан серек картуфтан әсәйем мәрхүмә бер-ике мәртәбә ҡоймаҡ ҡойоп ашатты. Ул тотош крахмалдан ғына тора. Ҡоймағы бик тәмле була торғайны.
Киндер ыштан һәм сабата
»Ас-яланғас" тигән төшөнсә һуғыш осоронан ҡалды ла инде. Ауылда башланғыс синыфтарҙа уҡыған ваҡыттар хәҙер ҙә күҙ алдымда тора. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә лә балаларҙың күптәре мәктәпкә ялан аяҡ йүгереп килеп инәләр ҙә, аяҡтарын йылытырға мейес башына һикереп менеп китәләр. Дәрес башланғас, аяҡтарын парта аҫтындағы кәштәгә тығып ултырып, дүрт дәресте үткәреп, ҡайтып китәләр. Балаларҙың тышҡа уйнарға сыҡҡанда бер генә кейемде алмашлап, сиратлап кейеп сығыуы ғаиләләрҙә ғәҙәти хәл булды. Ҡырҡ ямау һалынған бишмәт, күфәйке, киндер күлдәк һәм киндер ыштан, сабата. Хәҙерге көндә киндер һүҙе ололар һуғыш йылдарын иҫкә алып һөйләшкән саҡта ғына ҡулланыла. Ә ул ваҡытта киндерһеҙ көнкүреште күҙ алдына ла килтерергә мөмкин түгел ине. Кейем тегеп кейеүгә яраштырыу өсөн киндерҙе ҡыштың оҙон төндәре буйы үтә ҡатмарлы ысулдар менән эшкәртеү кәрәк ине (көндөҙ колхоз эшенән бушатманылар). Киндер эшкәртеү технологияһы ҡыҫҡаса түбәнгеләрҙән тора: киндер өлгөргәс, йолҡоп алып, орлоғон һуғалар ҙа ергә йәйеп һалып киптерәләр, кипкәс, күл һыуына һалып батырып серетәләр, сығарып, тағы ергә түшәп ҡояшта киптерәләр, кипкәс, талҡыла талҡып, ҡаты үҙәгенән айыралар, һуңынан киндер килеһендә төйөп, туҡмаҡ менән йомшарталар, ағастан эшләгән тараҡта тарап теткеләйҙәр, ҡул йәки ағас орсоғо менән иләйҙәр, иләгән епте баҫмаға һалып, көлдә ҡайнатып йыуалар ҙа ҡояшта киптерәләр, бик күп төрлө ысулдар менән ыҫтанға теҙеү өсөн епте эшкәртәләр, ыҫтанға теҙеп, туҡыма һуға башлайҙар. Туҡыманы һуғып бөткәс (был март айҙары була), уны еүеш ҡарға сығарып 10-15 көнгә йәйеп һалалар, ҡар өҫтөндә ятҡанда киндер туҡыма үҙенең йәшкелт төҫөнән уңып, аҡ төҫ ала. Шунан туҡыманы ҡабаттан ҡаҙанға көллө һыуға һалып, оҙаҡ итеп ҡайнаталар, шул ваҡытта ул йомшара. Элеп ҡуйып киптергәс, йыуан бүрәнәгә урап һалып, көндәр буйы туҡмаҡ менән туҡмап, артабан йомшарталар. Туҡыма әҙер. Уны бесәләр ҙә шул уҡ киндер ебе менән кәрәк кейемдәрҙе ҡул менән тегеләр. Киндер тураһында беҙҙең ауылдағы һәүәҫкәр сәсән таҡмаҡ та сығарҙы. Уларҙың бер куплеты ғына иҫтә ҡалған:
Бишҡайында бисә-сәсә
Һыйыр егеп тырмата.
Киндер күлдәк,
киндер ыштан
Рәхәтләнеп тырната.
Һуғыш йылдарында, унан һуңыраҡ йылдарҙа ла ауылда сабата кеймәгән кеше булмағандыр. Аяҡ кейеме булған кешеләр ҙә сабата кейергә тырышты, тегеһен туҙыуҙан һаҡлау өсөндөр инде. Сабата кейҙек, тип әйтеүе генә анһат. Уны үрергә кәрәк бит әле. Ауылда өс кенә кеше сабата үрә белә ине. Баҙарҙан һатып алыу өсөн аҡса юҡ. Бер пар сабатаны бер ҡаҙаҡ һыйыр майына йәки 10 йомортҡаға алыштырып алып була ине. Майҙы, йомортҡаны дәүләткә тапшырып торабыҙ, аҡса юҡ, нисек тә үҙемә сабата үреп өйрәнергә кәрәк, тип ҡарар иттем. Тик сабата үреү оҫталары ул шөғөлдө сер итеп тота, башҡаларға өйрәтә һалып бармайҙар. Шулай ҙа бер олатайҙы күндереп, сабата үрергә өйрәнеп, үҙемде һәм әсәйемде аяҡ кейемле иттем, хатта һуңынан үҙебеҙҙән арттырып һатып та маташтым.
Ҡолаҡты иркәләгән был һүҙ
Һуғыш бөткән, тигән хәбәрҙе ауылдан алыҫ түгел баҫыуҙа һабан һөрөп йөрөгәндә ишеттек. Төш ваҡыты етеп килгән саҡ булғандыр, беҙҙең колхозда райондан уполномоченный булып йөрөгән Яфаев тигән кеше аты менән сабып килде лә «Иптәштәр, Еңеү, Еңеү!» тип ҡысҡыра башланы. Беҙ нимә булды икән тип, айышына төшөнә алмай торғанда, беҙҙең өҫтән ҡарап йөрөгән Нәҙерулла олатай: «Уландар, һуғыш бөткән бит!» тип ҡысҡырып ебәрҙе. Беҙ шунда уҡ үгеҙҙәрҙе ағас ҡамыттарынан ысҡындырҙыҡ та ауылға йүгерҙек...
Һуғыш тамамланды. Ауылда тормош хәлдәре бөтөнләй үҙгәрмәне тиерлек, киреһенсә, күпкә насарланды. Аслыҡ-яланғаслыҡ ары көсәйҙе. Ауылдан фронтҡа алынған 41 кешенең 15-е яу яландарыңда ятып ҡалды. Һуғыш бөткәс тә тере ҡалғандарының өсәүһе генә ҡайтып төштө, уларҙың да берәүһе күп тә тормай ныҡ ҡына ауырып, мәрхүм булды, береһенең һыңар аяғы юҡ. Өсөнсөһөн — Ильясов Мөхәмәтдин ағайҙы колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнеләр, ул да ҡултыҡ таяғында йөрөй. Колхоз эшендә һаман да ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм беҙ — балалар.
1947 йыл. Һуғыштан һуң ҡайта алмаған яугирҙәр, ФЗО-лағылар һәм трудармиялағылар, улар менән бергә минең атайым да ҡайтып төштө. Ауыл тормошо йәнләнә башланы. Атайым, уҡыуыңды дауам итәһең, тип өгөтләй башланы. Мин ҡаршылашам, үҙемдән бәләкәй балалар менән уҡырға оят, тип һылтаулайым. Ә шулай ҙа атайыма буйһонорға тура килде. Үрген урта мәктәбенә уҡырға барҙым. Мәктәптә ыңғай ғына уҡып киттем, үҙем менән бергә уҡыған балаларҙан 4 йәшкә олораҡ булһам да был бик үк күҙгә ташланып барманы, сөнки беҙҙең менән бер-нисә фронтовик та уҡыны.
1952 йылда 10-сы синыфты тамамлап, шул уҡ йылда Иркутск ҡалаһындағы Хәрби авиация училищеһына уҡырға инеп киттем. Училищены тамамлағас, тәүҙә авиачастарҙа һәм 1958 йылдан стратегик ракета частарында хеҙмәт иттем. 27 йыллыҡ хәрби хеҙмәтемдең һуңғы 6 йылын үҙебеҙҙең Ейәнсура районының хәрби комиссары булып хеҙмәт итеп, майор званиеһында отставкаға сыҡтым. 10 йыл Бикбау ауыл советы биләмәһендә ветерандар советы рәйесе һәм 10 йыл Бикбирҙе ауылы старостаһы булып эшләнем. Хәҙер инде олоғайғас йәмғиәт эштәре менән мәшғүл түгелмен, үҙемдең яратҡан эштәрем- йәй көндәре ҡортсолоҡ менән, йәшелсә һәм емеш- еләк үҫтереү менән булышам. Ә ҡыш көндәре яратҡан шөғөлөм бар: ҡыр хайуандарының һәм ҡоштарҙың ҡарасҡыларын эшләйем.
Хәҙерге йәштәргә әйтәһе һүҙҙәрем
Беҙ һуғыш йылдары балалары уйын уйнай алмай үҫтек. Беҙ балалар тип, ауырлыҡтан, эштән ҡасманыҡ, ил йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Ҡыйын булды, тик ауыр тормош беҙҙе һындыра алманы, беҙ кеше булып ҡалдыҡ, шуға күрә был донъяла беҙҙең өсөн бөтәһе лә ҡәҙерле. 1941—1945 йылғы иң ҡанлы Бөйөк Ватан һуғышында мин өс яҡын туғанымды юғалттым, ә ил буйынса 27 миллион һалдат фронтта һәләк булды; һуғыш арҡаһында күпме тыл хеҙмәткәрҙәре юҡҡа сыҡты — уны берәү ҙә әйтә алмай; һуғыш осорондағы иҫ киткес этлектәрҙе кисергән тиңдәштәрем ваҡытынан иртә был донъянан китеп бөттө; ул һуғыш беҙҙең бала саҡ бәхетен, беҙҙең уйнар уйыныбыҙҙы уйнатмай, йоҡлар йоҡобоҙҙо йоҡлатмай, ваҡытынан алда олоғайтып, ғүмерҙең иң матур мәлдәрен тартып алды. Мин шуға күрә бөтә булған һуғыштарҙы ла күрә алмайым.
Ҡасим ЯНБАЕВ, тыл һәм Советтар Союзы Хәрби Көстәре ветераны. Ейәнсура районы Бикбирҙе ауылы.
Киске Өфө, №19, 2011 йыл
Бала сағым: https://nazir1965.com/bez-rubriki/bala-sa%D2%93ym.html
Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...: https://nazir1965.com/tarix/һuғysh-jyldaryn-iҫkә-tөshөrҙөm.html