Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...
Һуңғы ваҡытта һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ыҙалыҡтар күргән фронтовиктар ғына түгел, уларҙан тыуып ҡалған балалар ҙа теге донъяға күсә башланы. Шуға күрә беҙгә, һуғыш балаларына, ул ваҡыттарҙы сағылдырып, иҫкә төшөрөп китеү фәһемле булыр, тип уйлайым.
Ул йылдарҙың касафатын татыған хәҙерге ололарҙың күбеһе тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Йәшерәктәр был донъяның ҡуласа икәнен бик аңлап етмәйҙәр әле. Балаларыбыҙ эшһеҙ генә рәхәт йәшәү тураһында хыялланып, ялҡау булып үҫәләр. Берәй хафа килеп сыҡмаһын, Аллаһ һаҡлаһын, улар күнегә алмаҫтар, тип ҡурҡам.
Мин үҙем ҡайҙа, ниндәй йомош менән барһам да, эстән уйлап шөкөр итәм, шатланам: һөт әҙер, һыйыр һауылған, икмәк бешерелгән, мунса яғылған һәм башҡа. Өйгә инһәм — йылы мейес яғылып йылытылған, һыу килтерелгән, былар өсөн хөкүмәт аҡса бүлә. Спорт менән шөғөлләнәм тиһәң, спортзалдар, парк, бассейндар әҙер тора, дингә укыйым тиһәң, мәсеттәр асыҡ, имамдар, мөғәллимдәр асыҡ күңел менән ҡаршы алалар. Табиптар кризистан сығарып ебәрә. Был рәхәттәрҙе ата-әсәләребеҙ күрмәне. Намаҙҙарымда элек уларҙың Ҡөрьәнде, намаҙҙарҙы ҡасып-боҫоп уҡығандарын иҫкә төшөрөп, күҙҙән йәштәр сыға. Беҙҙең өйҙә барған бер Ҡөрьән мәжлесен хәрбиҙәр инеп нагандар менән ҡыуғаны иҫемдә. Беҙ, ҡурҡып, мейес башына ҡасҡайныҡ (эсергә ярай, ә Ҡөрьән уҡырға ярамай!).
Минең атайым һуғыш башланғансы ярты йыл ҡалғас, миңә дүрт айлыҡ (бишенсе бала) саҡта вафат булған. Башта ауыл халҡы әсәйгә — тол ҡатынға — йәлләп, бик ярҙам иткәндәр. Хафа бөтә кешенең башына килгәс, ярҙам туҡталған. Беҙҙең ғаиләгә бигерәк тә ауырға төшкән, сөнки «солдатка»лар пособие алалар, ә беҙгә бер ни юҡ. Өҫтәүенә, түләүҙәр артҡандан-арта бара. Инспекторҙар кемдең һыйыры быҙаулағанын, һарығы бәрәсләгәнен күҙәтеп кенә тора, тапһалар — һалым һалалар.
Иҫемдә, әсәйем һалымдарҙан аптырап бөткәстер инде, бер мәртәбә бәрәсте йәшереп маташҡан ине, уны миңә тоттороп, мейес араһына индереп ебәрҙе. Таптылар. Еләк яланына, баҫыуға башаҡҡа барһаң да полеводтар ҡыуа, йыйған нәмәңде тартып ала ине. Йәшәрлек бер ниндәй ҙә мөмкинлек булмаған инде. Әсәйҙең складтан әрнеп ҡайтҡаны иҫемдә. Үләнгә ҡушып аш бешерергә бер генә ҡалаҡ булһа ла он һораным, бирмәнеләр, ти. Бигерәк тә аслыҡ ваҡыты 1946-47 йылдарға тура килде. 1946 йыл ҡаты ҡоролоҡ булып, 1947 йыл яҙ көнө бер ҡабым нәмә ҡалмаған ине. Һыйыр ятып үлде. Әҙ генә ваҡ ҡына картуфты орлоҡҡа ғына һаҡланыҡ. Гел үлән ашы бешергәндәр ине. Минең ул аш ни эшләтер тамаҡтан үтмәй ине. Бешмәгән үләндәр ашай инем. Шул йылды әсәйем эшкә колхоз һарыҡтарын һауырға йөрөнө. Мине шунда алып барып, бер йөҙ грамлы рюмка менән һөт эсерә лә, уңай ваҡытын табып ҡайтарып ебәрә ине. Мин һарыҡтың боттарын тотоп торам, йәнәһе. Ҡыҙыҡ ине ул — бер һарыҡты кәртәләнгән ҡапҡаға (ясли тип атайҙар ине, шикелле) ябалар ҙа, бер унлап ҡатын һауалар ине. Бер көнлөк ризығым шул ине. Шуға ла иҫән ҡалғанмын инде, Аллаға шөкөр. Бик һирәк кенә ғаиләлә икмәк өлөштәре (бер 30-50 грамм) таратылһа, мин уны ашарға йәлләй инем, сөнки ашаһам, ул юҡ була, күҙгә күренмәй. Юрған араһына йәшереп ҡуям да, төшкә ҡалдырҙым, тигән булам, һәм уны ағай-апайҙар табып ашайҙар. Мин ҡайғырмайым, киреһенсә, әрәм китмәгән, тигән уй килә ине. Шуныһы хәҙер аптырата: мин үҙемде һис тә ас тойманым. Бер ваҡыт әсәй Стәрленән алып ҡайтып, берәр бөртөк лампасы өләште. Мин бер-ике һурған инем, йотоп та ебәрҙем. Бындай тәмде белгәнем юҡ ине. Бына шунда ныҡ иланым. Әсәй тынысландыра, барыбер үҙеңдең эсеңдә бит, ти. Мин тик 15 йәштәрҙә генә манный буткаһы татып ҡараным. Хәҙер беҙҙең кбнөнә бер тапҡыр ғына ваҡытында ашалмай ҡалһа ла — катастрофа. Ураҙаны әйтеп тораһы ла юҡ — тотмаҫ өсөн ниндәй генә һылтау тапмайбыҙ. Ә бер төшкө аш ҡына ҡала бит. Шул тиклем, аҙым һайын кухняға кереп ҡапҡылап, ул «бахыр» ашҡаҙаныбыҙҙы боҙоп бөткәнбеҙ. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә ураҙаны фарыз ҡылған инде. Тағы ла, аслыҡтың ни икәнен белһендәр, астың хәлен аңлаһындар өсөн. Күпте күрҙек инде беҙ, һуғыш балалары... Әле бер йыр сыҡҡан, «Уф, Аллаһ, арбаһы» тип атала. Унда беҙҙең бала саҡтың бер өлөшө сағылдырылған. Видеоклипты беренсе күргәндә ҡысҡырып иланым. Ҡушымтаһы:
«Уф, Аллаһ, арбаһы –
Йөрәгем яраһы.
Соҡорло юлдарҙан
Йыраҡҡа бараһы.
Тормоштоң нужаһын
Тоя (а)лған арбаны
Тарталыр хыялый
Бер ауыл балаһы».
Мин дә ул арбаны Өфөгә уҡырға киткәнсе тарттым. Ваҡ малдарға ҡышҡа етерлек үлән урып, йүкә япрағын көлтәләп-көлтәләп бәйләп, йөктө бейек итеп арбаны тултырып, өҫтөнән баҫтырғыс менән тарттырып алып ҡайта инек. Башта әсәйгә мин ярҙам итеп йөрөнөм, аҙаҡ үҙем ат кеүек егелеп, әсәй ярҙам итеп йөрөнө (ул ауырыуға кергән ине, апайҙар бәхет эҙләп сығып китеп бөттөләр, ағай дүрт йыл әрмелә булды). Ҡайтҡанда йылға яры аптырата ине. Соҡорға йөк менән йүгереп төшһәң генә, арба инерция менән теге ярға бер аҙ менә ине. Егерме сутый картуф баҡсаһы ла, ҡышҡа утын әҙерләү ҙә минең өҫтә. Дәрестәрҙе (өйгә эштәрҙе) эшләргә ваҡыт юҡ, төнөн беснәк лампа янында эшләй инем. Шуға ҡарамаҫтан, «отлично»ға уҡыным, һәләтле түгел инем — тырышлыҡ булған инде. Һигеҙ класс бөткәс, 16 саҡрымдағы башҡа ауылға уҡырға йөрөгәндә бер генә ял ине. Шәмбе ҡараңғы төшкәс ҡайтып керәбеҙ, йәкшәмбе кис йәки дүшәмбе иртән сәғәт 4-тә сығып китәбеҙ. Шул арала әсәйгә бер аҙналыҡ утын киҫәм, һыу ташыйым, донъя таҙартам. Юлға сабата кейеп, арҡаға бер икмәк, картуф һалып, һуҡмаҡтан теҙелешеп бер 5-7 бала сығып китәбеҙ. Төрлө хәлдәр булды: туңдыҡ та, боҙ-ямғыр аҫтында ла ҡалдыҡ. Барһаҡ, ятаҡтың мөйөштәренә боҙ ҡатҡан. Суйында ҡайнатып, көрөшкә менән сәй эсәбеҙ ҙә куфайка менән ятып йоҡлайбыҙ. Ә иртән килһәк — шунда уҡ дәрескә йүгерәбеҙ. Шул тиклем уҡырға ынтыла инек, рухыбыҙ көслө булған. Әллә беҙҙе шулай дөрөҫ тәрбиәләгәндәрме? Әсәйем: «Эштән кеше үлмәй, сытыйып, ҡыйынһынып эшләмәгеҙ, еңел итеп эшләгеҙ, Аллаһ ярҙам бирә ул. Хафа, бәлә-ҡаза килмәһен, ғаиләлә даими йәберләүҙәр, мыҫҡылдар булмаһын», — ти ине. Ул заманаларҙа беҙ, тормош шулай булырға тейеш, тип ҡарағанбыҙ. Әле генә үткәндәргә ҡарап анализ яһайым.
Шул дәүерҙәрҙе һәм дә һуңыраҡ булған талондарҙы, сираттарҙы онотмаһаҡ ине. Ошо тиклем төрлө ризыҡтарҙың тәмен белеп, барына ҡәнәғәт булып йәшәһәк ине. Күп болғана башлаһаҡ, тағы ла әллә нимәләр килеп сығыуы ихтимал. Хәҙерге сағыштырмаса матур тормошта ла зарланып йөрөгән ололарҙы осратабыҙ. Улар хөкүмәт аҡсаһын, кемдең күпме урлағанын, хаҡтар үҙгәреүен һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе һөйләп ғүмерҙәрен заяға үткәрәләр. Был бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәй, һаулығыбыҙ ғына ҡаҡшай. Бәлки, киреһенсә, ул бурҙарҙы, кеше үлтереүселәрҙе йәлләргә кәрәктер. Ул әҙәми заттарға һәм уларҙың харам ҡулланған нәҫелдәренә был донъяла йәки Әхирәттә Аллаһы Тәғәлә ҡаты язаһын бирәсәк бит. Һәр гонаһ өсөн яуап бирәсәкбеҙ. Аллаһы Тәғәләнең үлсәүҙәре бик теүәл эшләй ул. Әлбиттә, беҙҙең илдә башҡа илдәргә ҡарағанда матди яҡтың кимәле түбәнерәк. Бөтә Рәсәй тарихын күҙләп ҡарағыҙ, ҡасан беҙҙә ал да гөл булған? Шуға күрә беҙгә үҙебеҙгә тырышып йәшәргә, барын дөрөҫ ҡулланырға, күңелебеҙҙе төшөрмәҫкә, намаҙҙар менән рухыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Аллаһтан балаларыбыҙға рәхим, бәрәкәттәр теләп доғалар ҡылып ултырһаҡ, яҡшыраҡ булыр. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең китабында: «Миңә доға ҡылығыҙ, Мин һеҙгә яуап бирермен», — тигән бит. Етешһеҙлектәргә зарланып, өйҙөң ҡотон ебәрмәйек, балаларыбыҙҙың йөрәген боҙмайыҡ, уларҙы эшләп тамаҡ туйҙырырға өйрәтәйек.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА, Салауат ҡалаһы.