Бала фотоларын инстаграмға ҡуйыу наҙанлыҡ
Үкенескә ҡаршы, сихыр, боҙом күп таралды һуңғы арала. Хатта, газеталарҙа ла «һөйгән йәреңде ҡаратырға булышам, иреңде ғәиләгә ҡайтарам» кеүек эстәлектәге иғландар баҫыла, әпсен-төпсәнгә өйрәтә торған китаптар һатыла. Медицина ла сихырҙың барлығын таный. Дауалауҙың шифаһы теймәһә, үҙҙәре табибтар үк өшкөртөп ҡарарға кәңәш итә. Сихырҙың билдәләре, унан һаҡланыу юлдары тураһында 20 йылдан артыҡ сихыр сығарыу менән шөғөлләнгән, Татарстан Республикаһы Изге Ҡөръән һәм Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге баш мөдире Фәрит хәҙрәт Сәлмән менән һөйләштек.
- Фәрит хәҙрәт, һуңғы арала сихыр ни эшләп киң таралды икән?
- Ҡиәмәт алдында йәшәйбеҙ, был мәғлүм нәмә. Сихыр — ул Аллаһы Тәғәлә яҙғанды яһалма рәүештә үҙгәртергә тырышыу. Сихыр — ете оло гонаһтарҙың береһе. Сихырсы үҙен Аллаһы менән бер дәрәжәгә ҡуйырға теләй. Ул Аллаһы теләмәгәнде эшләй. Сихырсы Раббыбыҙҙың ҙур дошманы. Бик күбәйҙе шул сихырсылыҡ. Кеше ҡәнәғәтһеҙ, көнсөллөк көндән көн арта бара. Берәүҙә ике-өс машина булһа, икенсе берәүҙә берәү ҙә юҡ. Асыуҙан кеше бер нимәлер үҙгәртергә теләй, ниғмәткә, дәрәжәгә, ғәилә бәхетенә көнләшә.
- Сихыр ҡағылған кеше үҙен нисек хис итә?
- Кешенең хәле бөтә, күҙ алдары ҡараңғылана, һәр саҡ йоҡоһо килә, бер нәмәгә теләге юҡ, эшләйһе, йәшәгеһе килмәй.
- Ниндәй сихыр төрҙәре киң таралған?
- Ер йөҙөндә иң беренсе сихыр — ир менән ҡатын араһын боҙоу менән бәйле булған сихыр. Ул хәҙер ҙә киң таралған. Ир-ат менән ҡатынды айырыу, бала менән атай-әсә араһын боҙоу, кешене эшенән ҡыуҙырыу кеүек сихыр төрҙәре менән йыш осрашырға тура килә. Сихырҙың төп маҡсаты — кешелә булған ниғмәтте юҡҡа сығарыу.
- Күберәге нимә менән боҙалар?
- Ризыҡ менән, һыу менән. Мәйет йыуған һыу, күрем ҡаны, энәләр, бәйләнгән ептәр ҙә йыш ҡулланалар. Әле бына күптән түгел берәү үҙенең өҫкө кейем шкафында ғәрәпсә яҙылған ҡағыҙ бите тапҡан. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлап була, ә ҡайһы берҙәренең хәрефтәре үҙгәртелгән. Был — боҙом. Хатта был боҙоҡ эш өсөн сихырсылар Ҡөръәнде лә ҡулланырға мөмкин. Шул маҡсат менән улар уны үҙгәртергә, алыштырырға тырышалар. 1950-60 йылдарҙа Ҡазанда бер әбей йәшәгән, тиҙәр. Ул сихырҙар өсөн Ҡөръәнде һул яҡтан уң яҡҡа аҫтын өҫкә килтереп яҙған булған.
- Ризыҡ менән боҙалар тигәндән, ҡайһы берҙә шикләнһәң дә, ашамайынса мөмкин түгел, был осраҡта нишләргә?
- Эйе шул, башҡаларҙан уңайһыҙ тип мәжбүри ашарға кәрәк саҡтар ҙа була. Нисек кенә булмаһын, кеше һәр саҡ һаҡланырға тейеш. Ашар алдынан «Әғүҙе — Бисмилла»ны әйтеп «Ҡөрәйеш» сүрәһен уҡырға кәңәш ителә. Хатта, хәләл кафе кеүек ерҙәргә ингәс тә, ризыҡ хәләл булыуына ҡарамаҫтан, ашағансы доға уҡыһаң хәйерле, ризыҡты әҙерләүсе ғөсөлдө — тәһәрәтле булғанмы — юҡмы, ниндәй ниәт менән ашарға бешергәнен белмәйбеҙ бит.
- Сығарып булмай торған сихыр бармы?
- Ғәҙәттә, сихырҙы сығарып була, тик бына бөтә өшкөрөүсенең дә көсө етмәҫкә мөмкин. Бик ауыр, ҡатлаулы боҙомдары осрай. Ҡайһы бер кешеләр үҙендә боҙом бар икәнен таныһа ла, шуның менән йәшәй, хатта үҙен дауаларға юл тапмаһын, шифа алырга теләмәһен тип эшләнә торған боҙоҡ — сихыр ҙа бар. Һөҙөмтәлә кеше үҙендә сихыр — боҙоҡ булғанды белә тороп үҙен дауаларға, дауаланырға теләмәй.
Шик тыуҙырған әйберҙе уң ҡул менән тотмаҫҡа кәрәк п.з.
- Кеше үҙендә сихыр икәнен тойһа, нишләргә?
- Һәр кешенең зиһенендә яттан сүрә, доға, аяттар булырға тейеш."Аятүл Ҡөрси", «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» һәм башҡа аят, сүрәләрҙе белергә кәрәк. Сихырҙы сихыр менән ҡайтарырға ла ярамай, мөмкин дә түгел, ә бары тик шәриғәт рөхсәт иткән ысул генә ҡулланырға мөмкин. Сихырҙан ҡотолор өсөн өшкөрөү, доға ғына ярҙам итә ала. Әгәр үҙең уҡып ҡына еңә алмаһаң, өшкөрөүселәргә барырға тура килә. Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ, әгәр сихыр сығарыусы хеҙмәте өсөн алдан аҡса түләү талап итә икән, тимәк, был кәсеп кенә итеүсе, унан ҡасыу яғын ҡарағыҙ. Әгәр өшкөрөүсе кеше хаҡ һорамай икән, унан файҙаланыусы кеше үҙе белеп уның күңелен күрергә тейеш. Хәҙрәт үҙе хаҡ һораһа гонаһҡа бата, һорап алған саҙаҡа ла саҙаҡа түгел. Шул уҡ ваҡытта унан ярҙам һорап килгән кеше күбеһенсә саҙаҡа биреү тураһында уйламай. Өшкөрөүсе сихырҙы ҡайтара, бының өсөн көсөн сарыф итә, һулышы менән кешегә шифа килтерә. Ҡайһы бер кешенең төкөрөгө менән ерҙең тупрағы ла шифа булыр тиҙәр. Әлбиттә, бындай һәләт бөтә кешегә лә бирелмәй. Өшкөрөүҙең хеҙмәтен дөрөҫ баһаларға кәрәк. Был иһә файҙа күргән кешенең намыҫында ҡала. Саҙаҡа биреү беҙҙең ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе бар. Ҡыҙғаныс, хәҙер кеше һаранға әйләнде. Һәр төрлө юҡ — барға туҙған аҡсаһын һанамай, әммә тейешлесә саҙаҡа биреүҙән «ҡыйынһына». Йыртыҡ ҡағыҙ аҡса, йәки тимер ун тәнкәлек аҡса бирҙе лә хаҡ үтәлде тип уйлай. Әлбиттә, һәр кем саҙаҡа биргәндә үҙенең хәлен белергә тейеш. Әгәр бай кеше ярлы кеше генә бирерлек күләмдә саҙаҡа бирһә уның ҡабул булыуы ла шикле. Ярлы кеше бурысҡа төшөп бай кеше бирерҙәй күләмдә саҙаҡа бирһә — ул да шөбһәле.
- Әгәр ҙә өйҙә шикле, ят нәмә нәмә күрһәң нишләргә?
- Иң мөһиме уң ҡул менән тотмаҫҡа кәрәк, һәр ауылдың үҙ «Әттәхиәт»е тигәндәй, һәр ерлектең ғөрөф-ғәҙәттәре айырыла. Боҙом һалынған ҡаҙаҡтар (сөй), тимер энәләрҙе тимер һоҙғо менән алып сүплеккә ташларға кәңәш итәм. Ергә күмергә, һыуға ағыҙырға кәрәк түгел. Емеш бирә торған ағас төбөнә күмергә ярамай, ул ағасты ҡоротасаҡ, кеше йөрөй торған урынға ташларға ла ярамай... Шикле әйберҙе ташлағанда: “ йә Аллаһым, әгәр яңлышһам, ғәфү ит, сихыр булһа, эйәһенә кире ҡайтып, уға тәүбәгә килергә сәбәп булһын", — тиегеҙ. Был ваҡытта һеҙгә икеләтә сауап булыр.
- Сихырлы нәмә сүплектә зыянын сығарып ятмаҫмы һуң ?
- Юҡ, ғәҙәттә, сихыр адреслап (кемгәлер тоҫмалап) эшләнелә. Доға ҡылһаң, хәйер бирһәң, сихырға кәртә ҡуйылған. Хәҙистәрҙә саҙаҡа биреү 70 төрлө бәлә — ҡаза ҡаршыһында кәртә булыр тип әйтелә.
- Сихырсы үҙе белгәнде өйрәтеп ҡалдырмайынса, үлә алмай аҙапланасаҡ, имеш.
- Эйе шул, халыҡ телендә бындай һүҙ бар. Шулай булмаһа, сихыр әллә ҡасан ҡороған булыр ине, сихыр менән шөғөлләнеүселәр ҡалмаҫ ине. Сихыр Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡаласаҡ.
- Өшкөрөлөүсе кешенең доға уҡығанда ниңә күҙенән йәш аға, ауыҙы асыла?
- Өшкөргән ваҡытта быны йыш күҙәтергә була. Йәш сыҡмаған күҙ бәхетһеҙ, тиҙәр. Күҙ йәше сығарыу — күҙҙең зәкәте. Сөскөрөү Аллаһы Тәғәләнән булһа, ауыҙ асылыу, иҫнәү, йоҡо килеү — шайтандан. Әгәр өшкөргәндә ауыҙ асыла икән, тимәк, кешелә боҙом бар, күҙ тейгән.
- Булған ниғмәтте күрһәтеүҙән ҡурҡырға кәрәк п.з.
- Күҙ тейеү боҙомдоң бер төрө тиҙәр?
- Күҙ тейеү элек — электән булған. Ашайһы килһә, яман күҙлеләр йә һарыҡҡа, йә дөйәгә ҡарап хайуанды үлтерә торған булған. Хәҙер ҙә ҡаты күҙле кешеләр бар. Кеше ҡарашынан йә ҡулдан әйбер төшөп киттә, йә тура юлда һөрлөгәһең. Күҙ тейеү кешене ҡәбергә, дөйәне ҡаҙанға төшөрә тип тә әйтәләр. Шуға ла һәр саҡ доғалар уҡып, һаҡланып йөрөргә кәрәк.
- Күҙ теймәһен өсөн өйҙән сыҡҡанда баш осона тоҙ һибергә кәңәш итәләр, был ышаныу ғынамы?
- Сөннәт, ғөрөф-ғәҙәт буйынса ашар алдынан бер семтем тоҙ ҡабып ҡуйыу бар. Был ашҡаҙанын эшләтер өсөн генә түгел,тоҙ боҙомдан, ағыуҙан да дауалай. Өшкөргәндә лә һыу өҫтөнә йәки тоҙға йә иһә шәкәргә уҡыйҙар бит. Фәнни яҡтан да кристалдарҙан тәшкил ителгән тоҙҙың кешегә ыңғай тәьҫире раҫланған.
- Миләш ағасы күҙ тейеүҙән һаҡлаймы?
- Фәнни яҡтан ҡарағанда миләш, артыш ағастары кешегә ыңғай тәьҫир итергә мөмкин. Тик миләш ағасы үҙе көс эйәһе түгел. Уның хужаһы Аллаһы Тәғәлә. Аллаһы Тәғәлә кешене шул ағас арҡылы һаҡларға, шифа бирергә, таҙартырға мөмкин. Быны нисек аңларға? Беҙ хаж ҡылырға барғанда Аллаһының боронғо йорто — Кәғбәтуллаға барһаҡ та, маҡсатыбыҙ ошо Йорт түгел, әммә лә ләкин уның Хужаһы, йәки Аллаһы Тәғәлә. Шуға күрә кеше берәр төрлө үҫемлектән файҙа күрә икән, ул файҙаны бәндәгә шуның аша Аллаһы Тәғәлә генә биргәнде белергә һәм шуға инанырға кәрәк.
Дарыухананан табип ҡулланырға ҡушҡан дарыуҙы һатып алғас беҙ ҡулланһаҡ та, ошо дарыу аша шифаны биреүсе Аллаһы Тәғәлә бер Үҙе генә шифа биргәнде беләбеҙ.
- Бетеүҙең файҙаһы бармы?
- Бетеү тағыу һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм) заманында уҡ булған. Сәхәбәләр уҡый белмәгән балаларға доғаларҙы бетеү итеп яҙып бирә торған булғандар. Бала табырға тейешле ҡатындарға еңеллек килһен өсөн тейешле аяттарҙы шафран үҫемлеге менән яҙып шул һыуҙы эсертә торған булғандар. Ябай ғына әйткәндә, динебеҙҙә бетеү тағыуға ике ҡараш йәшәй: береһе бетеүҙә Ҡөръән аяттары, яҙылған булһа, уны тағырға ярай, әгәр бетеүҙә һеҙ танымаған яҙыуҙар булһа, ярамай. Әммә таныш булмаған яҙыу кемгәлер таныш булмаһа, икенсе белгес уның нимә икәнен аңлауы бар. Шуға күрә аңламаған доға ярамаҫ тигән һүҙ түгел әле. Әммә таныш булған нәмә шик тыуҙырмай, шуға күрә эстәлеге аңлайышлы доғалы бетеүҙе ҡулланыу хәйерлерәк булыр. Таныш булмағандан һаҡланыу өҫтөнөрәк булыр. Ә бына күҙ һүрәте төшөрөлгән булавкалар, Төркиәлә киң таралған хәҙрәти Фатима күҙе, ҡул һүрәте күҙҙән һаҡлай тип әйтеп булмай. Уларҙың маҡсаты төшә торған күҙҙең яманлығын юҡҡа сығарырға тип ҡулланғандары билдәле. Дарыу эскән ваҡытта ла кемгәлер файҙаһы була, кемгәлер юҡ. Аллаһы шифаны шул дарыу аша һалһа ғына ыңғай һөҙөмтә һиҙелә. Кешенең күңелендә насарлыҡ икән, һис шикһеҙ, күҙ тейеүҙән булавкалар ғына һаҡлай алмай.
- Йорт һалған нигеҙгә доғалар ҡуйып ҡалдырыу ғәҙәте лә бар.
- Бының зыяны юҡ. Баҡсаның дүрт сатына доға ҡуйыу ҙа осрай әле. Иҫке дини китаптарҙы утҡа ташлау дөрөҫ түгел, ә бына яулыҡҡа төрөп ергә күмһәң, был уға ҡарата хөрмәт билдәһе, ул бәрәкәт килтереп торасаҡ. Ғөмүмән, диндә бер мәсьәләгә икешәр, өсәр төрлө яуап табырға була, кемдең күңеле ҡайһыһын ҡабул итә.
- Хайуанға күҙ тейергә мөмкинме?
- Мөмкин, хайуанға ла, үҫемлеккә лә күҙ тейә. Ауырыған хайуанды өшкөрөргә кәрәк. Һоҡланып ҡарағанда һәр саҡ, «Сүбханалла» тиергә онотмағыҙ. Был һүҙ кешеләге насарлыҡты баҫа, яман күҙҙең тәҫьирен юҡ итә.
- Сихыр сыҡҡанда кеше эт булып өрә, дүрт аяҡта йөрөй тип ишеткәнем бар?
- Әйе, төрлө кешенән сихыр төрлөсә сыға. Быны күҙәткәнем дә бар. Был шайтан эше.
- Фото аша күҙ тейергә мөмкинме?
- Мөмкин. Яңы тыуған сабыйҙың фотоларын ижтимағи селтәргә ҡуйыуҙы, ғөмүмән, наҙанлыҡ тип һанайым. Баланы былай ҙа 40 көн булмайынса ят кешегә күрһәтмәҫкә ҡушалар. Ғөмүмән, баланыҡын ғына түгел, ғәиләнең, үҙендең фотоңды ла Инстаграмға, «В Контакте», «Одноклассники» кеүек социаль селтәрҙәргә сығармаһаң, яҡшыраҡ. Сөнки һин шул рәүешле дошманыңа үҙең юл асырға мөмкинһең. Бәлки ул һинең тормошоңдо белеп тә бөтөрмәйҙер, ә бында уның асыуын сығара торған фото ҡуйып, һин уны яуызлыҡҡа этәреүең бар. Бары бик яҡын кешеләргә генә фотоларҙы күрһәтергә мөмкин. Булған ниғмәтте кешегә күрһәтеүҙән ҡурҡырға кәрәк.
- Бәләкәй саҡта әбейемдең ендәр тураһында хикәйәттәрен шундай мауығып тыңлай инек. Йәшен йәшнәгәндә ен сабый бала булып илар, «бисмиллаһыҙ» кеше янында йөрөр тигәндәре ла иҫтә. Яҙ етеп, сиҙәм тигеҙләнгәс, әбейем йорт эйәләренә тип саҙаҡа бирә ине. Хатта, был хаҡта онотоп ебәрһә, йорт эйәләре үҙҙәре хәбәр итә: йә өйҙөң бүрәнәләре шығырҙай башлай, йә әбейемдең башы ауыртырға тотона ине. Һәр кешенең үҙ ене тиҙәрме әле? Фәрит хәҙрәт, ен башҡа, шайтан башҡа, тиҙәр. Улар бер-береһенән айырыламы, ҡайҙа йәшәйҙәр?
- Беҙ белгән донъя ғаләмдәрҙән ғибәрәт. Беҙ, Әҙәм балалары — бер ғаләм. Милләткә, дингә ҡарамайынса, беҙҙең нәҫел иң беренсе кешеләр — әсәбеҙ Һауа менән атабыҙ Әҙәмгә барып тоташа. Икенсеһе беҙ белмәгән,әҙәмдәр тоя, күрә алмай торған ғаләм — фәрештәләр ғаләме. Улар нурҙан, яҡтылыҡтан яратылған. Ут ғаләмендә уттан яратылған ендәр ғүмер итә. Улар араһында, нәҡ кешеләр араһында кеүек, Хоҙайға ышаныусылар ҙа, динһеҙ йәки кәферҙәр ҙә бар. Беренселәре, мосолман ендәр намаҙ ҙа уҡый, никахлаша, бала таба, ә икенселәре яуыз ендәр. Яуыздары кешегә зыян килтерә, кешеләрҙе төрлө насарлыҡтарға өндәй, сихырға өйрәтә. Бөгөн кешеләр ендәр барлығына иғтибар итмәйенсә күберәге сит планетанан килгән НЛО-ларға, осоусы тәрилкәләргә күберәк ышана булһа кәрәк. Ғәжәйеп түгел, Аллаһы Тәғәлә һәр дәүерҙең кешеләренә улар ышана торған әйберҙәре менән ендәрҙең барлығын раҫлай. Беҙ улар тураһында белмәйбеҙ тигәнгә генә, улар юҡ тигән һүҙ түгел. Ендәр тураһында Ҡөръәни Кәримдә, хәҙис — шәрифтәрҙә лә әйтелгән. Пәйғәмбәребеҙ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм) заманында бер кеше юғала. Байтаҡ йылдар уҙғас ҡына өйөнә кире ҡайтып инә ул. Сүлдә барған ваҡытта йомошон үтәргә кергән еренән уны яуыз ендәр әсирлеккә алып китә, ул шайтани ендәргә хеҙмәт итә. Шунан шайтани ендәр менән мосолман ендәр һуғыша. Һуңғылары еңә. Улар егетте үҙ теләге менән юғалған урынға ҡайтарып ҡуялар. Ендәрҙең йәшәй торған урындары күбеһенсә барлыҡ буш урындар, ҡара урмандар, тауҙар, ғөмүмән кеше йәшәмәй торған урындар. Ләкин улар кешеләр янында ла, әйтәйек ташландыҡ өйҙәрҙә, һарайҙарҙа ла йәшәргә мөмкин.
- Ендәр ниндәй ҡиәфәткә инә ала?
- Ут тәбиғәтенән булғас төрлө ҡиәфәткә инә алалар. Халыҡ араһына шундай ырым бар, имеш, ҡара бесәй юлыңды бүлһә, уңышһыҙлыҡҡа. Тик ҡара бесәйҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Ул татарҙың ғөрөф-ғәҙәте түгел. Хәҙис-шәрифтәргә күҙ һалһаҡ, бесәйҙең исеме «таиф», «таифә». Был һүҙ әйләнеүсе тигән мәғәнәне белдерә, хажға — ғөмрәгә барғаста Ҡәғбәтулла тирәләй әйләнеп йөрөүҙе йәки тауафты аңлата. Бесәй ҙә хужабикә ҡайтып ингәс аяҡ тирәләй әйләнеп йөрөй бит. Пәйғәмбәребеҙ бесәйҙән ҡалған һыуҙы хатта кәрәге сыҡһа ҡулланып та була тигән. Ә бына ҡара эттән ҡурҡырға кәрәк. Ҡара эткә ен, шайтан инә. Шашып өрә торған, өҫкә һикерә торған эттәр енле була.
- Хайуандар әллә ендәрҙе һиҙә микән? Әбейем һөйләгәне иҫтә. Беренсе егеүле атта барғанда, оло юлда уларға бер кеше килеп ҡушыла. Тик ул арбаға ултырыуға ат ҡуҙғалмай. Шунан бабай билендәге ҡыҙыл таҫманы сисеп, ул кеше ултырған урынға һала, белгән доғаларын уҡый башлай, ни хикмәт, теге кеше юҡҡа сыға, ат та еңел атлап китә.
- Әйе, хайуан тотошона күҙ һалһаҡ улар беҙҙең күҙҙәр күрмәгәнде күреүҙәре асыҡлана. Әйтәйек, әтәс фәрештәне күрә, шуға ҡысҡыра. Был ваҡытта, «Сүбханала» тиергә кәрәк. Эттәр өрә башлаһа, «Әғүҙү бисмилла» әйтергә кәрәк, сөнки улар яуыз енде күреп өрә башлайҙар. Әбейегеҙ һөйләгән тигәндән, минең дә бер ваҡиға иҫемә төштө. Өләсәйем һөйләгән ине. Боронғо әбейебеҙ бала таптырыусы кендек әбей булған. Бер ҡыш көнө уның ишегенә шаҡылдаталар. «Беҙҙең бәпәй тыуырға тора, ярҙам ит», — тип уны алып китәләр. Былар ендәр була. Ҡараңғыраҡ ҡына кешеләр тип һүрәтләгән уларҙы өләсәй. Өйҙән сыҡҡас улар: «Һин беҙҙән бер ни ҙә һорама, ултыр ҙа, күҙҙәреңде йом», — тиҙәр әбейгә. Кендек әбей тире киҫәге кеүек нәмәгә утырҙым, күҙ асып йомғансы урманда инем, тип һөйләгән. Шәм уты ғына янып торған, мунса һымағыраҡ бүлмәлә бәпәй таптырған. Бала йөнтәҫ булып тыуған. Әбейгә белгән доғаларын уҡымаҫҡа, һыуҙарҙы түкмәҫкә, бер ни ҙә һорамаҫҡа ҡушҡандар. Эш тамаланғас, шул уҡ ысул менән, ҡулына күстәнәстәр тоттороп өйөнә ҡайтарып ҡуйғандар. Әбей ҡайтып еткәс, күстәнәсте асып ҡараһа, кәзә, йылҡы, һыйыр тиҙәктәре, ти. Былар барыһы ла ендәрҙең ризығы. Улар кендек әбейгә рәхмәт йөҙөнән саҙаҡа — күстәнәс булһын тип үҙҙәре ашай торған ризыҡтарын биргәндәр, күрәһең. Исхаҡ бабабыҙ һөйләгәндәр лә ҡыҙыҡ. Бер төндө мунсанан сыҡҡанда ул “бисмилла” әйтеп мунсаның ишеген ябып сығып киткән. Күпмелер ваҡыт уҙа, тәҙрәгә кемдер шаҡылдап: «Исхаҡ, мунса ишеген ас әле», — тип әйтә. Баҡһаң, «бисмилла» әйтеп ябылғас, ендәр мунсанан сыға алмайҙар икән. Олатайбыҙ ҡарсығына мунса ишеген япҡанда бисмилла менән япҡанын иҫкә төшөрә. Мунсала ҡуна торған, йәшәй торған ендәр керә алмаҫ булған сәбәп ишекте асырға һорағандар тигән һүҙ. Шуға ла һәр ерҙә лә «бисмилла» әйтеп йөрөргә кәрәк, ул ендәрҙән һаҡлай.
- Һыуҙың, утың үҙ хужаһы бар тигәнгә нисек ҡарайһың, был тәңреселекме?
- Боронғо заманда, Ислам дине донъяға асылғансы, бер ғәрәп кешеһе сүлдән барған ваҡытта ят ерҙә туҡтап ял итер алдынан: “Әй ошо урындың эйәһе, миңә зарар килтермә", — тип доға ҡыла торған булған. Һыу эйәләре, йорт эйәһе — улар беҙ белеп бөтөрмәгән айырым донъя. Фәрештәләрҙән, ендәрҙән башҡа беҙ белмәгән күпме мәхлүкәт бар! Ҡөръән Кәримдә Аллаһы Тәғәләнең ғәскәриҙәре, ер-күк ғәскәриҙәре тигән төшөнсәләр ҙә осрай. Шуға күрә берәр төрлө нәмә тураһында мәғлүмәт булмау йәки уны таба алмау тәбиғәттә ундай нәмә юҡ тигән һүҙ түгел әле! Ҡайһы бер «ғилем эйәләре» динде беләм тигән була, әммә мираҫыбыҙҙы, милли үҙенсәлектәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп бөтөрмәй йәки ғөмүмән белмәй. Ислам дине бер булһа ла уның төбө, һабағы бер, әммә таж япраҡсалары төрлө -төрлө. Артыҡ ғалим булғандар Тәңре, Хоҙай һүҙен дә ҡулланмаҫҡа ҡуша. Әммә, был үҙ халҡыңдың тарихын белмәйһең тигән һүҙ. Хоҙай — фарсы телендә «Илаһ» тигәнде аңлата, татар телендә «Илаһ» һүҙе Тәңре тип тәржемә ителә. Аллаһы — Раббыбыҙҙың иң оло исеме. Әммә, Хоҙай, Тәңре тип әйтеү ҙә хата түгел.
- Тыуған бала ен күрә тиҙәр?
- Беҙ ендәрҙе күрмәйбеҙ, әммә улар беҙҙең арала йәшәй, беҙҙе күрә. Кешеләр араһында фәрештәләрҙе һәм ендәрҙе яңы ғына тыуған сабый күрә. Фәрештә күрһә ул йылмая, енде күреп илай. Тел асылыу менән был һәләт баланан тартып алына. Әжәле еткәндә кешенең теле китә, ул ҡабат ендәрҙе күрә башлай, Әгәр теле булып күргәндәрҙе тирә йүнендәге халыҡҡа һөйләй башлаһа, ер йөҙөндәге бөтә кеше иман килтерер ине.
- Ен кешегә кермәһен өсөн нишләргә?
- Шәриғәт ҡушҡанса йәшәргә, намаҙ уҡырға, доға — зекерҙә, тәүбә — истиғфарҙар булырға кәрәк.
Сихырҙан нисек һаҡланырға? 5 кәңәш:
1. Иртән торғанда көндө «Бисмилла» менән башларға кәрәк. Хәлеңдән килгәнсә «Йә Раббым, көнөмде уңышлы ит, дошмандарҙан һаҡла, биргәнеңә шөкөр ҡыламын», тип доға ҡылырға кәңәш ителә.
2. Шикләнгән ризыҡты ашамаҫҡа тырышығыҙ. Башҡаһы булмаһа, доға ҡылырға кәрәк, тоҙ ҡабып ҡуйһағыҙ яҡшы.
3. Социаль селтәрҙәрҙә шәхси фотоларҙы ҡуймаҫҡа тырышығыҙ.
4. Тейешһеҙ урында, ишек алдында энә, ваҡ ҡаҙаҡ, ваҡ аҡса кеүек нәмә күрһәгеҙ, тимер һоҙғоға һалып сүплеккә ташлағыҙ.
5. Сихыр, боҙом хаҡ, шуға ла мосолман һәр саҡ һаҡланып йөрөргә тейеш.
Эльвира Мозаффар. Фәрид хәзрәт Сәлмән календары 2020.
Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D3%A9shk%D3%A9r%D3%A9%D2%AFse-f%D3%99rit-x%D3%99%D2%99r%D3%99t.html