Бала фотоларын инстаграмға ҡуйыу наҙанлыҡ
Үкенескә ҡаршы, сихыр, боҙом күп таралды һуңғы арала. Хатта, газеталарҙа ла «һөйгән йәреңде ҡаратырға булышам, иреңде ғәиләгә ҡайтарам» кеүек эстәлектәге иғландар баҫыла, әпсен-төпсәнгә өйрәтә торған китаптар һатыла. Медицина ла сихырҙың барлығын таный. Дауалауҙың шифаһы теймәһә, үҙҙәре табибтар үк өшкөртөп ҡарарға кәңәш итә. Сихырҙың билдәләре, унан һаҡланыу юлдары тураһында 20 йылдан артыҡ сихыр сығарыу менән шөғөлләнгән, Татарстан Республикаһы Изге Ҡөръән һәм Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге баш мөдире Фәрит хәҙрәт Сәлмән менән һөйләштек.
- Фәрит хәҙрәт, һуңғы арала сихыр ни эшләп киң таралды икән?
- Ҡиәмәт алдында йәшәйбеҙ, был мәғлүм нәмә. Сихыр — ул Аллаһы Тәғәлә яҙғанды яһалма рәүештә үҙгәртергә тырышыу. Сихыр — ете оло гонаһтарҙың береһе. Сихырсы үҙен Аллаһы менән бер дәрәжәгә ҡуйырға теләй. Ул Аллаһы теләмәгәнде эшләй. Сихырсы Раббыбыҙҙың ҙур дошманы. Бик күбәйҙе шул сихырсылыҡ. Кеше ҡәнәғәтһеҙ, көнсөллөк көндән көн арта бара. Берәүҙә ике-өс машина булһа, икенсе берәүҙә берәү ҙә юҡ. Асыуҙан кеше бер нимәлер үҙгәртергә теләй, ниғмәткә, дәрәжәгә, ғәилә бәхетенә көнләшә. Читать далее