Архив метки: әпсен

Сихырҙан йыраҡ булайыҡ

                                                 Сихырҙан йыраҡ булайыҡ
     Сихыр һүҙе йәшерен булыу, йәшерен йоғонтоға эйә булыу тигәнде аңлата.
     Был һүҙ ғәрәп телендәге (سحر) «сәхәрә» ҡылымынан (тамырынан) барлыҡҡа килгән. Сихыр — ул төрлө әпсендәр уҡыу, төйөндәр бәйләү һәм кешеләрҙең аҡылына, йәненә-тәненә кире йоғонто яһау. Сихырсы — ендәргә, шайтанға мөрәжәғәт итеүсе кеше, ул үҙенең иманһыҙлығы арҡаһында уларға кәрәк һәм динһеҙ ғәмәлдәр башҡара. Сихырсы ул ғәмәлдәрҙе ендәр һәм иблис уға сихырында ярҙам итһен өсөн эшләй. Аҫтараҡ сихырсылар башҡара торған бер нисә ҡәбәхәт эштәрҙе һанап китәрбеҙ. Сихырсылар ябай кеше белмәгән йәшерен белемдәргә эйә булыуҙары тураһында һөйләйҙәр, сихыр ҡулланып, башҡаларҙың үлеменә ирешәләр, яратҡан парҙарҙы бер-берһенән айыралар, кешеләр араһында үҙ-ара йылылыҡ йәки һалҡынлыҡ хистәре тыуҙыралар, уларҙың фекерҙәрен, ҡараштарын үҙгәртәләр. Читать далее