Үлемде хәтерләү
Беренсе хөтбә
Был донъяға бер кеше лә мәңгегә килмәгән. Нисә йыл йәшәйәсәгебеҙ — башҡа мәсьәлә, ләкин бөтәбеҙ ҙә ҡәбер һорауы (йә иһә тағы ла ҡурҡынысырағы — ҡәбер ғазабы!) аша үтәсәкбеҙ, «“Һеҙ ҡаса торған үлем, әлбиттә, һеҙҙе осратыр, ә унан һуң һеҙ ғәйеп нәмәне лә, асыҡты ла Белеүсегә ҡайтарылырһығыҙ, һәм Ул һеҙгә нәмә эшләгәнегеҙҙе хәбәр итер”, — тип әйт» («Йома» сүрәһе, 62:8 аят), «“Һеҙҙең өсөн ҡушылған үлем фәрештәһе һеҙҙе вафат итер, унан һуң Раббығыҙға ҡайтарылырһығыҙ!” — тип әйт» («Сәждә» сүрәһе, 32:11 аят).
Тәнгә һыу кәрәк булғандай үлемде хәтерләү ҙә мосолмандың йәненә кәрәк. Үлерен уйламаған кеше мотлаҡ рәүештә иманының көсһөҙләнеүен күрер, ә имандың көсһөҙләнеуе кешене төрлө-төрлө гонаһтарға этәрә... Йәғни, мосолмандарҙың үлем тураһында һөйләшеүе — яҡшы күренеш. Читать далее








