Кеше һәм уның Раббыһы

                                                              Кеше һәм уның Раббыһы

   Беҙҙең фәнни тәрәҡҡийәт, компьютер технологиялары үҫеш алған, космос киңлектәрен үҙләштерә башлаған, яҡтылыҡ йылы менән иҫәпләгәндә 50-шәр миллион йыллыҡ аралар алыҫлығында ятҡан яңы йондоҙҙарҙы, галактикаларҙы асыу мөмкинлектәре тыуған, күсеп йөрөүҙә элеккеләрҙең башына ла инмәгән тиҙлектәр барлыҡҡа килгән заманда кешеләрҙең дә иманға килеү юлы ла, уны аңлау дәрәжәһе лә заман талаптарына яуап бирерлек булырға тейеш ине кеүек, ә беҙ барын юғалтып бөттөк, дини тәрбиәнең һәм, әйтергә кәрәк, донъяуи тәрбиәнең дә, егерменсе быуат дауамында хакимлыҡ итеп килгән төп идеология кимәленә яҡынайырлыҡ алымдарын да, тәрбиә арсеналын ҡулда тоторлоҡ кешеләрен дә әлегә тапманыҡ шикелле.
   Заманында пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Ҡара төнгә оҡшап һине бәхетһеҙлектәр солғап алған мәлдәр була ҡалһа, Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт ит. Һинең өсөн ул аралашсы, Уның шәфәғәте ҡабул ителә. Ул һеҙгә (дини талаптан сығып ҡына түгел) донъя тормошонда ла кешеләрҙә булып ҡына торған насарлыҡтарҙың сәбәбе тураһында һөйләй. Үҙенә эйәргән кешегә ул күктәр тарафына юл күрһәтә; уны инҡар иткән кешенең урыны — Йәһәннәм булыуы, хаҡында хәбәр бирә. Ҡөрьән — ул иң хаҡ юлға йүнәлеш биреүсенең иң яҡшыһы. Был Ҡөрьәндә файҙалы аңлатмалар, маҡсатҡа» өлгәшеүҙә ярҙам итеүсе иң яҡшы хөкөмдәр тупланған. Ул яҡшыны ямандан айырырға ярҙам итә», — тигән.

   Бөгөн тәрбиә эшен ҡулға алырға тейешле егеттәрҙең — хатта ҡыҙҙарҙың да — ҡулдарына Ҡөрьән урынына автоматтар алырға ғына тороуы бының бөтөнләй киреһе булған иманһыҙлыҡ тураһында һөйләп тора түгелме һуң?
   Ҡала-ауылдарҙы емереп йөрөү, тарихи ҡомартҡыларҙы юҡҡа сығарыу, мәсеттәрҙе, сиркәүҙәрҙе шартлатыу, бер ғәйебе булмаған ҡарт-ҡороноң, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың, хатта дин әһел- дәренең үҙҙәренең дә ҡанын ҡойоп йөрөүҙең иманға ҡағылышы бармы?
   «Ысынын ғына әйткәндә, улар фани донъяны һөйә һәм арттарында ауыр көндәр ҡалдырып китә, — тиелә аяттарҙа, — Беҙ уларҙы яралтып бар иттек, сәләмәтлектәрен нығыттыҡ, әгәр теләһәк, Беҙ уларҙы үҙҙәренә оҡшап торған башҡалар менән алмаштыра ла алабыҙ. Был бит ысын мәғәнәһендәге иҫкәртеү, һәм теләгән кеше Раббыһына ҡарай юлды үҙе һайлай... Теләгән кешеһен Ул Үҙенең мәрхәмәтенә алып инә, ә залимдарға ғазаптарҙың иң ауырын әҙерләп ҡуйған».
                                                                                      «Әл-Инсан» («Кеше») сүрәһе, 27—29, 50-сы аяттар
   Бөтәһен дә Ул кешенең ерҙәге тормошо өсөн яралтып бар иткән. Үҙ мәхлүктәренең бөтәһенә лә кешегә буйһонорға, уға хеҙмәт итергә бойорған.
   «Яралтып бар итеү өсөн һеҙ ауырыраҡмы, әллә күкме?
   Ул уны төҙөп ҡуйҙы, көмбәҙен күтәрҙе һәм унда тулы камиллыҡтағы тәртип урынлаштырҙы.
   Ҡара төн итеп яралтҡан күктән таңды сығарҙы, унан һуң ерҙе йәйеп ҡуйҙы. Ерҙән ул һыу сығарып көтөүлектәр барлыҡҡа килтерҙе, һеҙҙең файҙаға, һеҙҙең мал-тыуарҙарығыҙ файҙаһына булһын тип тауҙарҙы нығытып ҡуйҙы».
                                                                                 «Ән-Нәзиғәт» («һурып алыусылар») сүрәһе, 27—33-сө аяттар
   Аллаһтың бөтә булмышы — яралтып бар итеү. Ул яралтып бар иткән ерҙә донъя бутап йөрөү иманлы бәндә эше түгел.
   Исламды ихлас күңелдән ҡеүәтләп, үҙҙәренең рухи етәкселәренә ярҙам итә белгәндәр, ҡорал күтәреп йөрөгәндәр түгел, ә маңлай тирен түгеп, ерҙең бәрәкәтен арттырып йөрөгәндәр.
   Үҙенең ярҙамсыларынан береһе булған Малик Әштарға биргән бойороғонда Ғәли хәҙрәт: «...Ә ябай кешеләр, һинең ҡул аҫтында булғандарҙан тәү ҡарашта иң түбән ҡатлам тип йөрөтөлгән фәҡирҙәр — Исламдың төп терәге, мосолман йәмғиәтенең улар нигеҙе, ҡеүәте, дин дошмандарына ҡаршы торор көсө. Уларға ҡарата яңылыш фекерҙән һаҡлан. Дуҫтарса мөнәсәбәттә бул, уларҙың ышанысын, һиңә ҡарата булған яҡшы мөнәсәбәтен аҡларға тырыш», — ти.
                                                            Хәҙис Шәриф
   Риүәйәттәргә ҡарағанда пәйғәмбәребеҙҙең әһле-бәйтенән булған берәү унан: «Ҡиәмәт көнөндә кеше үҙенең яҡын дуҫын хәтеренә төшөрә алырмы икән?» — тип һорай. «Бер кем бер кемде хәтергә ала алмай торған дүрт төрлө туҡталыш бар, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Беренсеһе — кешенең әжер-сауаптарға лайыҡлымы, түгелме икәнен белеү өсөн ғәмәлдәрен мизанға — үлсәүгә һалған ваҡыт. Икенсеһе — бәндәнең кисеп үтер өсөн килеп баҫҡан һәм шунан үтә алырмынмы-юҡмы? — тип уйланып торған урыны.
Өсөнсөһө — ғәмәл дәфтәре тапшыра торған мәл, ул ваҡытта кеше ғәмәл дәфтәренең ҡайһы яҡтан, ниндәй ҡулға — уңынамы, һулынамы? — тип уйлана торған мәле. Бына был ваҡытта кеше үҙенең серҙәштәре, дуҫ-иштәре, балалары, ата-әсәһе тураһында бөтөнләй онотоп, тик үҙе тураһында ғына хәстәрлек күрә.
   Аллаһ та бит әйтә: «Был ваҡытта һәр кемдең үҙ ғәмәлдәре баштан ашҡан», — ти.
   Ҡөрьән өйрәтә: «Ә бит һеҙҙең өҫтә үҙегеҙҙе һаҡлап ҡына Йөрөткән Кирамән-кәтибиндәр — бөтәһен яҙып тороусы фәрештәләр бар, — ти, — Һеҙ ҡылған ғәмәлдәрҙең бөтәһен дә улар күреп тора».
                                                                          «Әл-Инфәтәр» («Ярылыу») сүрәһе. 10—12-се аяттар
   Был аяттар үҙҙәренә төбәп әйтелгән кешенең аҡланыр урыны юҡ. Улар үҙҙәрен-үҙҙәре наҙанлыҡҡа дусар иткән кешеләр.
   Был аяттарға шәрехтәр биреп, Ғәли хәҙрәт әйткән: «Эй, кеше! Гонаһ эштәргә бирелеү кеүек дорфалыҡты һиңә кем бирҙе? Аллаһҡа ҡарата шундай яңылышыуҙарға һәм үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыуҙан ләззәт табырға һине кем мәжбүр итте? Ауырыуҙарыңдан бер дауа ла, йоҡоларыңдан уятыр бер сара ла юҡмы ни?.. Ни өсөн тип һуң гонаһтарың Аллаһтың асыулы ҡосағына илтеп терәр саҡта ла ул гонаһтар һине төнгө йоҡоларыңдан уята алмай? Аллаһҡа ҡарата күндәм бул, зекер итеүҙәрең менән Уны ярат, Ул һине Үҙенә саҡырып ҡына торған ваҡытта ҡасып йөрөүҙәрең тураһында уйлан».
   Ул Үҙенең мәрхәмәт-шәфкәте менән һиңә өндәшә, мәрхәмәт шәфҡәте менән гонаһтарыңды йәшереп ҡала, ә һин икенсе берәүгә өмөт бағлап, Унан ҡасып йөрөйһөң, һинең тормоштағы бөтә үҙгәрештәр бит Уның мәрхәмәте менән эшләнә.
   «Үтә лә зәғиф, үтә лә түбән һәм ваҡ йәнле әҙәм булған көйө Бөйөклөк һәм Ҡөҙрәт эйәһе Аллаһ яҡлауында була тороп, тупаҫлыҡ менән һин Уға баш бирмәҫкә тырышаһың», — тип аңлатма бирә.
   «Аллаһ бәндәләре араһында гонаһ эштәргә бирелеп кенә торғандар, әлбиттә, аҙ түгел. Шуға ла, фәрештәләрҙең эргәлә генә булыуҙары тураһында уйлап, улар: «Раббым бит мине күреп кенә тора, беҙҙең бөтә ғәмәлдәребеҙгә геүаһ булған фәрештәләре лә бар уның», — тиерҙәр. Ул ғына ла түгел, был фәрештәләр әҙәм балалары эргәһендә генә йөрөгән тиҫкәре шайтандарҙы, йыртҡыс хайуандарҙы, зарарлы бөжәктәрҙе лә ҡыуып, бәндәләрҙе бәләләрҙән һаҡлап тора. Ахрызаман етмәй тороп был фәрештәләр кешеләрҙең күҙенә лә күренеп бармай».
   Бәндәләрҙән берәү имам Муса ибн Жәғфәрҙән һорай: «Кешеләрҙең яҡшы-яман ғәмәлдәрен яҙып барыу менән бойоролған фәрештәләр уларҙың яҡшы-яман ғәмәлдәргә ҡарата булған ниәттәрен һәм әүәҫлеген дә белеп торамы?» — ти.
   «Хушбый еҫе менән аҡмай йыйылып ятҡан һыу еҫен айырып буламы? — тип һорауға һорау менән яуап бирә имам, — һәм: Әгәр ҙә кеше игелекле бер ғәмәлгә бирелер булһа, уның һулышында ла татлы бер еҫ барлыҡҡа килә. Шул ваҡыт бәндәнең уң яғында ултырып яҡшы эштәрен яҙыу менән теркәп барған фәрештә һул яҡтағы фәрештәне ҡуҙғатып, кешенең ниндәйҙер бер яҡшылыҡ эшләргә әҙерләнеүе тураһында хәбәр бирер һәм кеше алда ниәт иткән яҡшылығын эшләп ҡуйғас ҡына уның эштәрен теркәп тә ҡуйыр, ти. Ә инде кеше бер гонаһ эш эшләргә йыйынһа, һулышы ла яман еҫ сығара башлар һәм һул яғында ултырған фәрештә уң яҡтағыһына әйтер: был кеше яманлыҡ эшләргә йыйына, тиер. Уйлаған яманлығын был әҙәм эшләп тә өлгөргәс, яман эшен теркәп тә ҡуйыр, ти».
   Тимәк, яман ниәте кешенең бөтә булмышында, бөтә тәнендә сағылыш таба.
   Бәндәнең игелекле ниәттәрен дә фәрештәләр яҡшы ғәмәлдәр рәтенә индереп, яҙыу менән теркәп ҡуя, ә инде шул ниәтен бойомға ла ашырып та ҡуя ҡалһа, быны фәрештә ун тапҡырға арттырып та яҙа, ти. Ә инде гонаһ эшләргә теләһә, был ниәтен үтәмәй тороп ғәмәл дәфтәренә бер нәмә лә яҙылмаҫ, гонаһ эшләгән хәлдә лә ул арттырып теркәлмәҫ.
   Риүәйәттәрҙең тағы ла береһендә пәйғәмбәребеҙҙең: «Әҙәм балаһы бер гонаһ эшләп ҡуйһа, уң яҡтағы фәрештә һул яҡтағыһына бәндәнең был ғәмәлен гонаһтар исемлегенә индермәй торорға кәңәш итер, ти. Сөнки был әҙәм ҡылған гонаһын юйып ташларлыҡ бер игелек эшләп ҡуйыуы йә тәүбә итеүе бар, ти.
Аллаһ та бит әйтә: «Яҡшы ғәмәлдәр насарҙарын алыҫҡараҡ этәреп ҡуя», — ти.
                                                                                                                     «Һуд» сүрәһе, 114-се аят
   «Шунан һуң инде һул яҡтағы фәрештә был кешегә йә игелекле берәр эш эшләп, йә тәүбә итеп өлгөрөргә мөмкинлек биреү өсөн ете сәғәт буйы ғәмәл дәфтәренә бер нәмә лә яҙмай торор.
   «Иманлы бәндәләр үҙ-ара әңгәмә ҡороп алыу өсөн бергә йыйылған ваҡыттарҙа, бәлки, былар һөйләшкәнде Аллаһ Үҙе лә сер итеп һаҡларға теләр, тип кәңәш ҡороп фәрештәләр уларҙы бер үҙҙәрен генә ҡалдырыр, ти.
Бәндәләрҙе тәҡүә булырға саҡырып, мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт тә: «Эй, Аллаһтың яралтып бар иткән заттары! Үҙегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ һаҡлап йөрөтәһегеҙ: аяҡ-ҡулдарығыҙ — һеҙҙең һаҡсылар. Ял тигәнде белмәй улар һеҙҙең һәр ғәмәлде күҙәтеп тора, күпме һулыш алғанығыҙҙы һанап бара. Уларҙан һеҙҙе төндәрҙәге ҡараңғылыҡ та, бикләп ҡуйылған ҡапҡалар ҙа йәшереп ҡала алмай», — тигән.
   Ҡөрьәндең һәр аяты — тәрбиә сығанағы, хәҙистәрҙең һәр береһе — тәрбиә мәҙрәсәһе, хикмәт дәрестәре.
   «Ғилеме булмай тороп иманға ҡағылышлы ғәмәлдәр тураһында хөкөм йөрөтөргә тырышҡан кешенең файҙаға ҡарағанда зыяны күберәк».
   «Ғилем — ул Аллаһтың ерҙә биреп ҡалдырған бүләге, ғалимдар уны һаҡлап тота. Ғилемгә таянып эш итә белгән кеше уны һаҡлап та тота белә».
   «Фәндәрҙе өйрәнегеҙ, — тигән имам Бәкер, — Фәндәрҙе өйрәнеү — бик яҡшы эш, уҡыу бит ул — Аллаһты ололау».
   «Был фани донъяның да, Ахирәттең дә бәрәкәте — ғилемдә», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   «Ғилемгә эйә булырға тырышҡан кеше көндәрҙе ураҙа тотоп, төндәрҙе намаҙ укып үткәргән менән бер. Ҡулында Әбү-Кубайс тауы дәүмәл алтын булып, уны Аллаһ ризалығы өсөн тип таратып бөтөргән булһа ла, уның дәрәжәһе фәндә бер бүлекте уҡып сыҡҡан юғарылыҡҡа ла күтәрелә алмаҫ ине».
   «Әгәр ҙә бәндәләр фәндәрҙе өйрәнеүҙә ниндәй оло бәрәкәттәр йәшеренеп ятҡанын белә алһалар, — тигән имам Зәйнел- Ғабиҙин, — бының өсөн улар яуҙар сабып, ҡан ҡойоп йөрөргә тура килһә лә, ғилем алырға тырышыуҙан туҡталып ҡалмаҫ ине».
   «Диндең камиллығы уҡыу һәм уҡығаныңды көндәлек тормошта ҡуллана белеү менән өлгәшелә. Ғилем алыу һеҙҙең өсөн мал-мөлкәт табырға тырышыуҙан да ҡәҙерлерәк булһын», — тип өйрәткән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт.
                                                               Тағы ла бер хәҙис.
   «Эй, Ғәли! Ябраил үҙе лә хатта кеше булырға теләгән әҙәмгә шул теләгенә өлгәшеү өсөн сәбәп булырлыҡ ете төрлө игелек барын белгән, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — улар:
         1. Йома намаҙы.
         2. Ғалимдар менән сөхбәт.
         3. Үҙ-ара ыҙғышып йөрөгән ике кешене татыулаштырыу.
         4. Етемдәр тураһында хәстәрлек.
         5. Ете төрлө игелектең бишенсеһе — ауырыуҙарҙың хәлен белеп тороу.
         6. Мәйетте һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашыу.
         7. Хажда йөрөгәндәрҙе һыу биреп эсереү.
   Был мөмкинлектәрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай күрегеҙ».
   Пәйғәмбәребеҙ тағы ла әйткән: «Үлем фәрештәһенең ҡәберҙәрҙә ятҡан мәрхүмдәргә мөрәжәғәт итеп: «Бына әле Ахирәтте үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, ҡотоғоҙ алынып торғанда һеҙ кемгә көнләшеп ятаһығыҙ?» — тип өндәшмәй ҡалған бер төнө лә булмаҫ», — тигән. Шул ваҡыт мәрхүмдәр уға әйтер: «Беҙ мәсеттәргә йыйылған мөьминдәрҙән көнләшәбеҙ, сөнки улар намаҙ уҡый, ә беҙ уҡый алмайбыҙ: малдарынан улар зәкәт бирә, ә беҙ уны бирә алмайбыҙ; Рамаҙан айында улар ураҙа тота, ә беҙ уны тота алмайбыҙ: үҙ ғаиләһенең ихтыяждарынан артып ҡалған малдан улар хәйер-саҙаҡа тарата, ә беҙ уны тарата алмайбыҙ», — тиерҙәр.
   Шөғәйеб пәйғәмбәргә индергән аятында Аллаһы Тәғәлә әйтә, — тигән имам Бәкер: «Һинең өммәтеңдән булған йөҙ мең кешене Мин ауыр язаға тарттырырмын: уларҙың 40 меңе яуыздар, 60 меңе тәҡүә кешеләр булыр». Аллаһҡа доға ҡылып, Шөғәйеб пәйғәмбәр һорар: «Ярабби! Уҫал кешеләр инде — уҫал кешеләр, ә һуң иманлы бәндәләрҙе нимә тип язаларға?» — тиер. «Улар, — тиер Аллаһ, — йән һөймәҫ эштәргә Минең асыулы булыуымды күрә тороп, асыу тигәнде белмәй гонаһ эшләп йөрөүҙәргә юл ҡуйҙылар».
   «Асҡа йөҙәп йөрөгән иманлы бәндәгә аш биргәнгә Ахирәттә ниндәй оло әжер-сауаптар көтөп тороуын бәндә үҙе лә, уны һаҡлап ҡына йөрөткән фәрештәләр ҙә, Аллаһ илсеһе лә күҙ алдына ла килтерә алмаҫ,
Асҡа интегеп ултырған кешегә аш биреүҙең сауабын белһә лә Ғаләмдәр тәрбиәсеһе Аллаһы Тәғәлә Үҙе генә белә алыр», — тигән имам Садык. Һәм тағы ла: «Асҡа йөҙәп йөрөгән мосолманды ашатыу — гонаһтарың ярлыҡаныуға бер сәбәп», — тип, Ҡөрьәндең: Текә тауҙан юғары күтәрелеүҙең нимә икәнен беләһеңме? Ул:       «...Ас ҡалған көндө (ас кешене) йәки үҙеңдең ҡәрҙәштәреңдән булған бер етемде йәки бөтә нәмәнән мәхрүм ҡалған бер фәҡирҙе туйҙырыу», — тигән аяттарҙы ла өҫтәп ҡуя.
                                                                                «Әл-Бәләд» («Ҡала») сүрәһе, 14—16-сы аяттар
   Шуға күрә лә инде пәйғәмбәребеҙ ҙә әйткән: «Биргәндең ҡулынан киткән ваҡытта саҙаҡа ла: «Мин һәләкәт алдында тора инем, һин мине үлемдән ҡотҡарып ҡалдың, мин бер ваҡ йәнле кеше булып бара инем, һин миңә дәрәжәмде ҡайтарып бирҙең, (ас сағымда) мин һиңә дошман инем, мине яратып һин яҡлап ҡалдың, ә хәҙер Ҡиәмәт көнөнә тиклем мин һинең үҙеңде һаҡлармын, тип әйткән кеүек булыр икән», — тигән.
   «Ауырыуҙарҙы дауалау өсөн малығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Хәйер- хаҡлыҡ бәндәне бәләләрҙән һаҡлай, ауырыуҙарға кәртә ҡуя, ғүмерҙе оҙонайта һәм игелектәрҙе ишәйтә».
    Игелек юлы ул бөтәһе өсөн дә еңел генә түгел. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Һеҙҙең алдығыҙҙа тау түбәһенә ҡарай күтәрелгән ауыр юл ята, йөгө лә еңелдән булмағандар унан күтәрелә алмаҫ. Ҡолдарҙы азат итеү, аслыҡ йылдар килгәндә бәндәләрҙе аслыҡтан ҡотҡарыу кеүек игелектәрегеҙ сәбәпле, мин һеҙҙең юғарыға күтәрелеү юлын еңеләйтәм», — тигән.

                                                                                                                  Башҡортса календарь, 2017 йыл