Һуған ҡушылған бәшмәк

ГРИБЫ С ЛУКОМ                 Һуған ҡушылған бәшмәк
   1 өлөш өсөн кәрәк: 80 -100 г бәшмәк, 20 — 30 г үҫемлек майы, 10-15 г башлы һуған, 3 г тоҙ, 5 г тәмләткес үләндәр.
   Бәшмәкте таҙартып, йыуып, ҙурлығы буйынса айырырға. Ваҡ бәшмәкте бөтәүләй көйө 25-30 минут ҡайнатҡандан һуң тоҙ һәм тәмләткестәр: хуш еҫле борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, кәрәгенсә дәрсен (һәр ҡайһыһы 2-З бөртөк) һалырға. Бешеп сыҡҡандан һуң бәшмәкте һыуынан һөҙөп алырға ла уға аш һеркәһе эссенцияһы (1 кг бәшмәккә -1 балғалаҡ) ҡушып болғатырға. Әҙер банкаларға ҡайнар килеш һалырға һәм һыулы һауытҡа урынлаштырып 30-40 минут ҡайнатырға. Табынға ҡуйғанда бәшмәккә үҫемлек майы һәм ярымҡулсалап туралған һуған һалырға, өҫтөн ваҡланған тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.

                                      Башҡортостан ҡыҙы журналынан

Ит менән өрөктән урама

мясо говядинамясо и урюкмясо заворачиваемготовая колбасаготовая мясная             

       Ит менән өрөктән урама

                    Әҙерләү:
   Ризыҡ әҙәрләү өсөн кәрәк: һыйырҙың (йәки башҡа эре малдың, йәки ҡош-ҡорттоң) һум ите, төшө алынған өрөк, борос, тоҙ.
   - Һум иттән 1 см ҡалынлығындағы киҫәктәр телеп алығыҙ, уларҙың ситтәрен бер-береһенең өҫтөнә һала-һала. иткә 20×30 см ҙурлығыңдағы йәймә формаһын бирегеҙ. Уның өҫтөнә самалап тоҙ, төйөлгән ҡара борос һибегеҙ.
   - Ит турағысы аша үткәрелгән өрөктө тигеҙләп ит өҫтенә һалығыҙ.
   - Йәймәне тығыҙлап урағыҙ, таралмаһын өсөн, марляға төрөп, аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланылған махсус еңсәгә (йәки фольгаға) урынлаштырығыҙ. Тоҡтоң ике яҡ осон да бәйләгеҙ. Ризыҡты газ мейесендә әҙер булғансы бешерегеҙ. Ураманы киҫәктәргә бүлеп, табанға дөгө ярмаһынан әҙерләнгән гарнир, соус менән бирегеҙ.

                                                                                                                                    Башҡортостан ҡыҙы журналынан

Ҡабаҡ ҡушылған манты

рубим мясокабакфаршготовый фаршманты

                               Ҡабаҡ ҡушылған манты

Манты әҙерләү өсөн кәрәк: күркә ( йәки тауыҡ) бото, ҡабаҡ, тоҙ, йәшел шәфәри (петрушка), тоҙ.

                                       Әҙерләү:

— Бот итен ваҡ ҡына итеп турағыҙ.
— Ҡабаҡты йыуып, төштәренән, ҡабығынан таҙартығыҙ ҙа уны ла ваҡ шаҡмаҡтарға бүлегеҙ.
— Ит менән ҡабаҡты туралған йәшел шәфәриҙө бергә ҡушып, һәйбәтләп бутағыҙ.
— Билмәнгә әҙерләгәндәй, ҡамыр баҫығыҙ. Уны йоҡа ғына итеп йәйәгеҙ ҙә иңе-буйы 8-9 см булған шаҡмаҡтарға киҫегеҙ.
— Уларҙың өҫтөнә фарш һалып, мантының ҡырыйҙарын семтеп йәбештерегеҙ.
— Манты бешергескә (мантышница) теҙеп һалып, быу өҫтөндә 30- 40 минут бешерегеҙ.

                                                                                                                          Башҡортостан ҡыҙы журналынан

 

Ҡатын-ҡыҙҙарға мөғәмәлә

саска                          Ҡатын-ҡыҙҙарға мөғәмәлә

              Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яҡшы мөғәмәлә
     Рәхимлелектең тышҡы ғәләмәттәренән — ул, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыу. Сөнки уларҙы Аллаһы Тәғәлә башҡаларға ҡарағанда көсһөҙ итеп халиҡ ҡылды. Шуға ла Ислам, ҡатын-ҡыҙға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, ихсанлы булырға, уларҙың ваҡыты менән килеп сыға торған кире холоҡтарына сабыр итергә, йомшаҡлыҡ һәм яғымлылыҡ менән мөрәжәғәт итеп, уларға йәбер-золом ҡылмаҫҡа ҡушты.
     Ҡатын-ҡыҙҙарға яҡшы мөғәмәләлә булыуҙы талап итеп килгән аят  һәм хәҙистәр бихисап. Бер хәҙистә: Әбү Һүрәйранан, пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әйтте: «Һәр ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы булығыҙ, хаҡиҡәттә улар ҡабырғанан халик ҡылындылар, һәм ундағы (ҡабырғалағы) иң кәкере урын — өҫкө өлөшө, әгәр ҙә һин ул ҡабырғаны турайтырға уйлаһаң — һындырырһың, ә инде уны ҡалдырһаң, уға тимәһәң — ул шулай уҡ кәкре булып ҡалыр, (шуның өсөн дә һәр ваҡыт ла) ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы булығыҙ!».
     Был хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ﷺ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡабырғанан яратылғандарын хикәйә итә. Ҡабырға үҙе кәкре, әммә ундағы тағы ла кәкерерәк урын — ул, уның өҫкө өлөшө. Ҡатын-ҡыҙҙың өҫкө өлөшө — уның башы (теле һәм фекер йөрөтөүе). Шулай булғас, ҡатын-ҡыҙҙың яратылыуы ошо рәүештә икән, ир-ат кеше уларҙың холоҡ — фиғеленә һәм үҙҙәрен тотоуҙа булған барса тәбиғи кәкрелектәренә, йәбер-золом ҡылмайынса сабыр итергә тейеш. Читать далее →

8 Март

                                                           8 Март
     Бөгөн 8 март 2020 йыл. Һижри буйынса 1440 йылдың Рәжәб айының  13 көнө. 8 март ҡатын ҡыҙҙарҙың байрамы көнө. Бөтә ирҙәр үҙҙәренең әсәләрен, ҡатындарын, ҡыҙ балаларын, ҡыҙ туғандарын ошо байрам менән ҡотланылар. Ә Ислам динебеҙ ҡатын ҡыҙҙарҙы 8 марта ғына яратырға, бүләктәр бирергә, яҡшы һүҙҙәр әйтергә һәм хөрмәтләргә ҡушмаған. Беҙ уларҙы һәр көндө лә хөрмәтләргә һәм яратырға тейешбеҙ. Бына Ислам дине шуға өйрәтә. Ислам динендә ир-ат менән ҡатын ҡыҙ бер тигеҙ. Берҙә уларҙы кәмһетергә тейеш түгелбеҙ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә күп ерҙә шуға дәлил бирә, мәҫәлән «Ән-Ниса» сүрәсенең беренсе аятында, әйтә: Читать далее →

Ғүмер буйы хөрмәтләйек!

cacka                          Ғүмер буйы хөрмәтләйек!
                                     (8 Март)
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы хәҙисе бар. Ул «Мең дә бер хәҙис» тигән китапта 210-сы булып билдәләнгән. Ошо хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ: Аллаһ Тәғәлә беҙ — мосолмандарға васыят әйтте, — тип әйте. — Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар менән матур, йомшаҡ, матур мөғәмәләлә булығыҙ, был — ирҙәр өсөн вәжиб — тейеш булды. Сөнки улар — һеҙҙең әсәләрегеҙ, һеҙҙең ҡыҙ туғандарығыҙ, һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ һәм һеҙҙең әсәләрегеҙҙең туғандары. Бер мосолман кеше никахланып, бер мосолман ҡыҙын үҙенә ҡатынлыҡҡа алған икән, уның кәмселектәре булһа ла, ҡулынан эш килмәһә лә, шуға сабыр итеп, ошо ҡатынға риза булып, шуның менән матур иттереп тормош ҡорһон, — ти. Читать далее →

Тәһлил

тасбих                            Тәһлил 

                      Тәһлил әйтеү тәртибе
     Һәр мосолман кеше көнөнә иң кәмендә йөҙ мәртәбә “Ләә иләәһә иләллааһү Мөхәммәдүр — расүүлуллаааһ”, тип тәһлил әйтергә бурыслы. Кеше үлеп барғанда, йәғни һуңғы һулыш алғанда: “Ләә иләәһә илләллааһ”, Аллаһ Бер, Аллаһ Бөйөк, Аллаһынан башҡа илләһи юҡ, — тип әйтергә тейеш. Сөнки был изге һүҙҙәрҙе ғүмерендә бер генә тапҡыр әйтһә лә, кеше тамуҡта мәңге янмаясаҡ, йәннәткә инәсәк.
     Мәйетте йыуып, кәфенләп зыяратҡа әҙерләп ҡуйғас, бөтөн йыйылған туғандарына, ҡәрҙәштәренә, яҡын дуҫ-иштәренә мәйет менән уны ҡарап, һаубулашырға кәрәк. Унан һуң мәйеттең башын кәфенлек менән ҡаплап, бәйләп мәйеттең эргәһенә Ҡөръән уҡыусы ултыра (Ауылдың имам-хатыйбы, йәки уны алмаштырған мулла) һәм башҡалар ҙа ултырышалар, урын етмәһә баҫып та торорға ярай. Читать далее →

Йыназа намаҙы

                                          Ислам нигезеЙыназа намаҙы

   Йыназа намаҙы — мәрхүм булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухына доға ҡылыу менән бәйле булған үтәлә торған ғәмәл-ғибәҙәт — фарыз кифая.
                          Уның шарттары түбәндә яҙылғанса:
   1. Йыназаһы уҡыла торған мәрхүмдең мосолман булыуы (мосолман булыуы билдәле булмаһа, йәки был хәлдә мосолманмы, түгелме икәнлеге беленмәгән кешегә йыназа уҡылмай, уның мосолманлығына дәлил һәм шаһиттар кәрәк була. Дәлилдәр һәм шаһиттар мөхтәбәр кешеләр тарафынан айырым билдәләнә).
   2. Мәйеттең кәүҙәһе йыуылғас пак кәфенгә төрөлөүе.
   3. Мәйеттең кәүҙәһе имам һәм йәмәғәт алдында булыуы.
   4. Мәйеттең кәүҙәһенең тулыһынса, һис юғында, күпселек өлөшөнөң булыуы (әгәр кәүҙәһенең ҙур өлөшө йәки башы булмаһа, йыназа намаҙы уҡылмай һәм мәйет йыуылмай, берәй туҡымаға төрөп күмелә). Читать далее →

Мәйет тәрбиәләү тәртибе

Коран

                                 Мәйет тәрбиәләү тәртибе

   Беҙҙең был йәшәгән донъябыҙ фәниҙыр. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ошо әлеге донъяға ебәреп һынай. Иртәнме, бөгөнме, беҙ мәңге әхирәт тормошона ҡайтабыҙ. Һәр йәшәгән үлер. Үлем хаҡтыр. Ул бер көн беҙгә лә киләсәк. Ҡөрьәндә Аллаһ : “Йән ташыған һәр барлыҡ үлемде татыясаҡтыр”, — тип әйтә (“Әнбия” сүрәне , 35-се аят). Динебеҙ аңлатҡанса, үлеп кенә юҡ булмайбыҙ. Киреһенсә, үлем яңы бер тормошты башлай. Ҡиәммәт көнөнә тиклем ҡәбер ғазабындамы, әллә ваҡытлыса икенсе тормоштамы? Быныһын Аллаһ Тәғәлә ҡылған ғәмәл-ғибәҙҙәттәргә ҡарап билдәйәсәк. Донъяла мәңге йәшәгән бер барлыҡ та юҡтыр, һәр йәнле зат вафат була. Үлем менән арабыҙҙан айырылғандар мәңге юғалып китмәйҙәр. Улар беҙҙән әүүәл юлға сығалар һәм билгеле бер урында беҙҙе көтөп торалар. Үлем менән әхирәт тормошоның ишеге асыла. Был ишектән мәңге йортҡа инәбеҙ. Был йорттоң ишеге ҡәберҙер. Шулай булғас, мәңге тормошобоҙ өсөн был донъяла әҙерлек менән йәшәргә кәрәк. Читать далее →

Мосолман зыяраттары

Мосолман зыяраттары

                                 Мосолман зыяраттары

                                                Үлем хаҡ
     Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Был биттә Идрис Ғәләүетдиндең “Мосолман зыяраттары” тигән китабында яҙылған мәғлүмәт ҡуйылды. Бында мәрхүмдәргә, мәйеттәргә, ҡәберҙәргә, зыяраттарға ҡағышлы һорау – яуап рәүешендә аңлатып яҙылған мәҡәләләр. Рәхим итеп уҡығыҙ.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                                                        إِنَّا نَحْنُ نُحْيِي وَنُمِيتُ وَإِلَيْنَا الْمَصِيرُ
     “Йән алыусы ла, йән өрөүсе лә, әлбиттә, Беҙ булырбыҙ. Бар халыҡтың ҡайтасаҡ ере Беҙгә”, — ти. (Ҡаф, 43)
     Беҙҙе юҡтан бар итеп, ер өҫтөндә Үҙенең ниғмәттәрен биреп, ризыҡландырып тороусы Раббыбыҙ — Аллаһ. Ул беҙгә йәнде, тәнде аманат итеп биргән. Ул биргән йәнде Үҙенең рөхсәтенән башҡа беркем дә алмаясаҡ. Беҙ быны һеҙҙең менән күреп торабыҙ. Хәҙерге көндә 9 секунд һайын бер кеше донъя ҡуя. Көндәрҙән бер көндө был китапты яҙыусыға ла һәм уны уҡыусыға ла әжәл уаҡыты килеп етәсәк, һәм беҙ һеҙҙең менән Аллаһ хозурына китәсәкбеҙ. Аллаһы Тәғәлә был эштәрҙе башҡарыр өсөн Үлем фәрештәһен билгеләгән. Үлем фәрештәһе, Аллаһы Тәғәләнең әмеренән сыҡмайынса, бар йән эйәләренең йәндәрен алып тора. Ҡайһы бер саҡта Ябраил фәрештә лә ярҙам күрһәтә.

Читать далее →