Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа

                                                Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа

                                      Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа тураһында бер нисә аят
   «Тапҡан малын Аллаһ хаҡына тип тотона белгән кеше бер бөртөктән ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта бөртөктәр һаны йөҙгә еткән орлоҡҡа оҡшаш: теләгән кешеһенә бит Аллаһ артығы менән ҡайтарып бирә. Аллаһтың бит Рәхмәте киң, Ғилеме оло».
   Хәйриә эштәрен хуплау — уҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыуҙың иң отошло алымы. Шуға ла Ҡөрьәндә риба менән саҙаҡа өләшеү тураһындағы хөкөмдәр һәр ваҡыт бергә, бер-бер артлы бирелә.
   «Эй, иман килтергән бәндәләрем! Кәсеп итеп тапҡан малдарығыҙҙан йәки һеҙҙең өсөн тип Беҙ үҙебеҙ үҫтергәндәрҙән Аллаһ ризалығы өсөн яҡшыларын ғына бирегеҙ. Бер нимәгә ярамаған, үҙегеҙ алырға тура килгән саҡтарҙа ла ҡыйынһынып ҡына алыр нәмәне кешегә бирергә тырышмағыҙ. Аллаһ бит Ул бер нәмәгә мохтажлығы булмаған Маҡтаулы зат», — ти.
                                                                                           “Әл-Бәҡара” (“Һыйыр”) сүрәһе, 267-се аят
   Имам Садыҡтан ҡалған бер риүәйәттә был аяттың индерелеү сәбәбе яһилиәт заманында риба юлы менән мал тапҡан бер төркөмгә нисбәт ителеүе менән аңлатыла. Был кешеләр тапҡан малынан Аллаһ хаҡына тип хәйриә эштәренә лә өлөш сығара торған була.
   Хәйриә эштәренә ғәҙел юлдар менән табылған малдан ғына өлөш сығарылырға тейеш, тип, Раббылары уларҙы бынан тыя.

   Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән ҡалған риүәйәттә айырым кешеләрҙең саҙаҡаға тип әҙерләнгән хөрмә емешенә ҡороп, төштәре генә тороп ҡалғандарын ҡушып ғәҙәтләнеүе тураһында һүҙ бара.
   «Фәҡирлеккә төшөү ихтималы хаҡында алдан уҡ киҫәтеп тороусы нәмә — шайтан, ул һеҙҙе һаран булырға өндәй. Аллаһ ҡына һеҙгә гонаһтарығыҙҙы ярлыҡап, мул тормош вәғәҙә итә».
   «Фәҡирлек килеүен һиҙеп ҡалһағыҙ, был бәләнән үҙегеҙ ҙә ҡотолоп ҡалғанға тиклем хәйриә эштәренә бирелеү, юҡһылдар файҙаһына хәйер-саҙаҡа биреү юлы менән Аллаһтың мәрхәмәт-шәфҡәтен һорағыҙ», — тигән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт.
   «Кемгә теләй, шуға хикмәт бирә Аллаһ, хикмәт бирелдеме,ул инде игелектән ғәжәп ҙур өлөш алған кеше була. Аҡылы үтә лә камил булған кешеләр генә был нәсихәттәргә ҡолаҡ һала белә».
   Үҙе биргән мал-мөлкәткә шөкөр итә лә белеп, мохтаждарға өлөш тә сығарып, оло дәрәжәләргә күтәрелгән изге бәндәләре тураһында хәтергә төшөргәндән һуң, Аллаһ үҙенең мал-мөлкәттән күп тапҡырҙар ҡиммәтерәк булған мәрхәмәте — хикмәт тураһында ла хәбәр бирә. 
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Исламда ике төрлө кешегә генә көнләшеп ҡарарға рөхсәт ителә: береһе — Аллаһ тарафынан мал бирелгән һәм шул малын изге юлдарға тотона белгән әҙәм, икенсеһе — Аллаһ тарафынан хикмәт бирелеп, шул хикмәткә башҡаларҙы ла өйрәтә белгән кеше», — тигән.
   «Хәйриә эштәренә нимә генә тотонһағыҙ ҙа, нәҙерҙең ниндәйен генә әйтер булһағыҙ ҙа, Аллаһы Тәғәлә быны белә. Иманһыҙҙар өсөн шәфәғәтсе булмаҫ».
   «Әгәр ҙә һеҙ саҙаҡаларығыҙҙы күрһәтеп бирһәгеҙ, был — бик яҡшы, бик күркәм. Әгәр ҙә фәҡирҙәр файҙаһына саҙаҡа биргәндә уны күрһәтеп бармайһығыҙ икән, һеҙҙең өсөн был тағы ла яҡшыраҡ, ундай саҙаҡа һеҙҙең ҡайһы бер гонаһтарығыҙҙы ярлыҡарға ла ярҙам итәсәк. Һеҙҙең нимә эшләгәнде Аллаһ күреп тора».
   Аллаһтан бер нәмәне лә йәшереп булмай.
                                                                             «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 268—271-се аяттар
   «Кешеләрҙе тура юл менән алып барыу — һинең вазифаң түгел. Үҙе теләгән кешеһенә хаҡ юлды Аллаһ үҙе асып бирә. Аллаһ хаҡына тип тотонған малдарығыҙ ҙа үҙегеҙ өсөн. Бары тик уны Аллаһтың мәрхәмәт-шәфҡәтенә лайыҡ булыу өсөн тип тотона белегеҙ. Тотонған малдарығыҙ өсөн отолоуҙа ҡалмаҫһығыҙ, әжер-сауаптары тулыһы менән түләнер».
   Саҙаҡа һәм әжер-сауаптар тураһында һүҙ сыҡҡанда ла, бәндәләр, ғәҙәттә, үҙҙәренсә фекер йөрөтә, саҙаҡа бирер кешеләрҙе лә мосолмандарға һәм мосолман булмағандарға, башҡа диндәгеләргә айыра башлай.
   «Кешеләрҙе тура юл менән алып барыу — һинең вазифаң түгел».
   — Йомарт итеп бүләкләүҙәр, иҡтисади яҡтан баҫым яһауҙар юлы менән хаҡ динде дәһриҙәргә көсләп кенә таҡмағыҙ.
   — Мохтаждарға ярҙам — һәр кемдең вазифаһы, йомартлыҡ — иң оло ҡиммәт. Шуның өсөн дә бар малығыҙҙан мосолман булмағандар файҙаһына ла саҙаҡа бирегеҙ.
   — Ислам — ул кешелеклелек мәҙрәсәһе. Ул мосолмандарҙың ғына түгел, башҡалар диндәгеләрҙең дә бөтә нәмәнән мәхрүм ҡалып, фәҡирлектә йәшәүҙәрен ҡабул итмәй.
   — Матди хәлдәр баҫымы сәбәпле ҡабул ителгән имандың бер тинлек ҡиммәте юҡ.
   — Зирәк аҡыллы бәндәләрен генә Аллаһ хаҡ юлға сығара.
   — Хәйерхаҡлыҡ игелекте һеҙҙең үҙегеҙгә генә бирә, һеҙҙең күңелдәрҙә йомартлыҡ рухын ҡеүәтләй, төрлө ҡатламдарҙың йәшәү шарттарын бер кимәлдәрәк тоторға ярҙам итә, йәмғиәттә игелекле атмосфера тыуҙыра.
   — Хәйер-саҙаҡаларығыҙҙы Аллаһ ризалығы өсөн тип таратығыҙ, иртәме-һуңмы, фани донъялағы дан-шөһрәттәр барыбер юҡҡа сыға, Аллаһ хаҡына тип эшләнгән игелектәр һәм улар өсөн бирелгән әжер-сауаптар ғына мәңгелек.
   «Хәйер-саҙаҡаны һеҙ, ғәҙәттә, бөтә булмышы менән ғибәҙәткә бирелгән фәҡирҙәргә таратығыҙ, сөнки илдәр гиҙеп кәсеп итергә уларҙың ваҡыттары ҡалмай. Тыйнаҡлыҡтары һәм һоранып йөрөмәүҙәре сәбәпле, ул кешеләрҙең хәлен белмәгәндәр улар барлы, бай тип уйлай. Уларҙы һеҙ айырым һыҙаттарына ҡарап таный алаһығыҙ! хәйер һорап улар кеше йөҙәтеп йөрөмәй. Бар малығыҙҙан үҙ ризалығы өсөн тип нимә биргәнегеҙҙе Аллаһы Тәғәлә белеп тора».