Монафиктар

                                                                 Монафиктар

                                         Монафиктар тураһындағы хөкөмдәрҙән
   Әҙәм балаларының төрлөһө була, тип өйрәтә дин, иманға килгәндәре, имандың нимә икәнен дә белмәгәндәре һәм... монафиҡлыҡ — ике йөҙлөлөк һаҙлығына батҡандар ҙа осрап тора.
   Кешеләр араһында шундайҙары ла була: «Беҙ Аллаһҡа ла, Ахирәт көнөнә лә инанабыҙ», — тип ышандырырға тырыша улар, ә хәҡиҡәт тә үҙҙәре иман тигәнде бар тип тә белмәй.
   Аллаһты ла, мөьминдәрҙе лә алдарға тырыша улар, ә ғәмәлдә, бер нәмә аңламай, үҙҙәрен үҙҙәре генә алдап йөрөй.
   Уларҙың күңелен ауырыу баҫҡан. Ул ауырыуҙы Аллаһ көсәйтә генә күрһен! Ялған һөйләп йөрөгәндәре өсөн бөтәһенә лә әрнеүле ғазап әҙерләнгән.
   Уларға: «Ер өҫтөндә боҙоҡлоҡ эшләп йөрөмәгеҙ!» — тип киҫәткән саҡтарҙа ла: «Беҙ яҡшылыҡ ҡына эшләп йөрөйбөҙ», — тип яуап бирәләр. Белеп ҡал, тап бына шулар инде иң боҙоҡ кешеләр. Быны тик үҙҙәре генә аңламай.
   «Башҡаларға оҡшап, һеҙ ҙә иманға килегеҙ», — тигәндә лә, улар: «Ахмаҡтарға оҡшап иман килтерәйекме?» — тип кенә ҡуя. Белеп ҡал, ана шулар бит инде иң ахмаҡ кешеләр. Быны тик үҙҙәре генә аңламай.
   Иманлы бәндәләр менән осрашҡанда ла улар: «Беҙ ҙә иман килтерҙек», — тиҙәр, ҙә, үҙҙәренең шайтандары менән генә торо ҡалғас, уларға ла: «Әлбиттә, беҙ һеҙҙең менән. Мөьминдәрҙән беҙ көлөп кенә йөрөйбөҙ», — тип белдерәләр. Аллаһ Үҙе уларҙан көлә, һуҡырҙарса аҙашып йөрөгән иманһыҙлыҡтарында ҡалдыра.
   Улар тура юлда йөрөр хаҡтарын түләп, аҙашҡан кешеләр. Ләкин бындай сауҙа уларға табыш та бирмәне, тура юлда йөрөгәндәр араһына ла индерә алманы».
                                                                                  «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 8—16-сы аяттар
   Тарихтың үҙе өсөн ябай ғына булмаған бер боролошонда Ислам ана шундай дин тәғлимәтен ҡабул итергә лә, Исламға ҡаршы сығырға ла егетлектәре етмәгән ана шундай кешеләр менән осраша. Улар — монафиктар.
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Монафиҡлыҡтың билдәһе өсәү: һөйләгән һүҙе — ялған, вәғәҙә бирһә; вәғәҙәһендә тормай, аманат итеп бер нәмә тапшырһалар — хыянатҡа бара. Ундай кеше хатта ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, мин — мосолманмын, тип йөрөгән хәлдә лә монафиҡ булып йөрөүҙән туҡтай алмаясаҡ», — тигән.
   «Эй, Аллаһ бәндәләре! Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям: монафиктарҙан Һаҡланығыҙ. Улар үҙҙәре лә аҙашып йөрөй, һеҙҙе лә аҙашыу упҡынына ташлаясаҡ. Улар үҙҙәре лә гонаһтар һәм аҙғынлыҡтар араһында буталып бөткән, һеҙҙе лә хаҡ юлдан тайып төшөргә мәжбүр итер.
   Тирә-йүн мөхиткә ҡарап улар төҫтәрен үҙгәртеп кенә тора, һөйләгән һүҙҙәре лә мәкер менән тулы.    Башҡаларҙағы уңыштар уның теңкәһенә тейә, көнсөллөк, асыу тыуҙыра. Кешегә бәлә килтереү ниәте менән ул теләһә ниндәй этлеккә бара», — тип торған була Ғәли хәҙрәт.