Тәрбиә мәҙрәсәһе
Мосолмандың тәрбиә мәҙрәсәһе. Вәғәз
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ! Үәс-саләту үәс-сәләмү ғәлә рәсүлиһ.
Тәүбә тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Тәүбә — ғәрәп һүҙе. Уның мәғәнәһе — ҡайтыу; күндәмлеккә, аҙашҡан юлдан дөрөҫ юлға, йәки үҙеңдең бөгөнгө көнгә тиклем булған юлыңды, тормошоңдо, йәшәү рәүешеңде хәйерлегә өйләндереү, тура юлға ҡайтыу.
Тәүбә итеү ул — үкенеү гонаһ эшләүҙән туҡтау, насарлыҡтан тыйылыу.
Ләкин әҙәм балаһы фәрештә түгел. Донъя көткәндә ул хаталанып та китә, хаҡ юлдан тайып та төшә, гонаһтар ҙа эшләп ҡуя. Үкенер саҡтары бар, әрнегән ваҡыттары булып тора.

