«Ғаһеднамә» доғаһы

                                                            «Ғаһеднамә» доғаһы

    Сәхәбәләрҙән Ғабдуллаһ иби Мәсғүттән риүәйәт булып ҡалған бер хәҙис.
   «Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, мин: «Бәндәләрҙән һәр кем көн дә бер тапҡыр «Ғаһеднамә» доғаһын уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уны иман менән үткәрергә вәғәҙә бирә. Ҡиәмәт көнөндә ундай кешегә мин үҙем дә шәфәғәтсе булырмын», — тигән һүҙҙәрен ишеттем», — тигән.
    Ибраһим бин Ғабдуллаһ иһә (уның менән Аллаһ Үҙе риза була күрһен) пәйғәмбәребеҙҙең: «Әҙәм балаһының тәнендә өс мең төрлө ауырыу барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ауырыуҙарҙың ике меңен бәндәләр үҙҙәре лә белер һәм уға шифа табыу сараһын күрерҙәр, бер меңен белеп тә бөтмәҫтәр, дарыуын да эҙләп йөрөмәҫтәр. Әгәр ҙә кеше «Ғаһеднамә» доғаһын үҙе менән йөрөтһә, Хаҡ Тәғәлә уға өс мең хасталыҡтан именлек бирер», — тигән һүҙҙәрен килтерә. Читать далее →

Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат

                                                          Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат

                           Мосолман ­башҡорттарҙың әүлиә ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу йолаһы
   Башҡортостандың Әүеш ауылы янындағы Әүеш тауында бик боронғо ҡәбер бар. Халыҡ хәтере буйынса, бында изге әүлиә ерләнгән һәм 1904 йылда Зәйнулла Рәсүлев ишан ҡушыуы менән ул ҡәбергә таш ҡуйылған. Мосолман башҡорттарҙың әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылыу йолаһы тураһын да башҡорттар тормошон революцияға тиклем үк өйрәнеүсе Р. Игнатьев үҙ яҙмаларында аныҡ мәғлүмәт ҡалдырған.
   Ғәрәп хәрефтәре менән уйылған ҡәбер ташындағы яҙманан Берке хан ваҡытында, хижрә буйынса 651 йылда, Әүеш тауында Мөхәмәт Рамаҙан әүлиә үҙенең һуңғы төйәген тапҡанлығын беләбеҙ.

   Ҡәбер янында тигән мәҡәлә ошо биттә: //nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber-yanynda.html#more-5560 Читать далее →

Әүлиә ишандар

                                                                Әүлиә ишандар

                                   Башҡортостан – әүлиәләр иле китабынаң өҙөктәр

                                                                Йәғәфәр ­ишан
     Ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, көслө табиб булараҡ даны таралған Йәғәфәр ишан ерләнгән зыярат Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары осрашҡан ерҙә, Өршәк йылғаһынан өҫтәрәк, Тимәшкә ауылынан 2-3 саҡырым ерҙә урынлашҡан.
     Ишан тураһында яҙма сығанаҡтар ҙа бар. Атаҡлы ғалим һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов та уның хаҡындағы мәғлүмәтте үҙенең “Аҫар” китабына индергән. Читать далее →

Бала сағым

                                                                   Бала сағым

                                         Бала сағым, (яҙмышнәмә), Әҙһәм Исҡужин 
     Атайым, башҡа ауыл кешеләре кеүек үк, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Уның “суфый”, “мөйәтсе” тигән ҡушаматтары ҡалды. Бер йәй мөйәт үреп ултыра ине, янына барып: “Атай, шәкәр бир әле”,— тигәйнем, бер үҙ ҙә өндәшмәне. Шул һорауым өсөн артабан ныҡ үкендем, сөнки атайым больницала ятҡанда, шәфҡәт туташы килеп, мине алып китте. Атайымдың карауаты янындағы тумбочкала ике телем икмәк, дүрт — биш шаҡмаҡ шәкәр ята ине. Атайым ым менән шуларҙы алырға ҡушты. Шәфҡәт туташы миңә шәкәрҙәрҙе алып бирҙе лә: “Бар ҡайт, йәме”,— тип ишектән сығарып ебәрҙе.
     Мин ҡайтып еткәнсе, атайым үлеп тә ҡуйған. Март ҡарын кисеп барып, атайҙы ерләнеләр. Нисек шунда барып, ҡәберен ҡосаҡлап илап йоҡлап киткәнмендер, иҫемдә юҡ. Иштуған ағай алып ҡайтты. Иртәгәһенә Ғәбдрәшит ағайыбыҙ мине үҙе эшләгән магазинға килтерҙе. Унда ағай -апайҙар пластинкалар уйнатып, моңлана-дәртләнә ине. Һуңыраҡ мин был көйҙәрҙең “Урал”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Ерән ҡашҡа” икәнен белдем. Читать далее →

Иҫтә ҡалғандар

                                                            Иҫтә ҡалғандар

                                              Ғүмерҙең бер аҙ иҫтә ҡалғандары
                                             (Мәрйәм ҡыҙымдың һорауы буйынса)
   Минең бала саҡ бик ауыр тормошта үтте. Иҫ белгән саҡта 5×5м яңғыҙ өй ине, ғаилә арыуыҡ ишле. Атайым-әсәйем, өләсәйем, өлкән апайыбыҙ бар ине. Әммә уны бик хәтерләмәйем. Әсғәт ағайым (1923 йылғы), Әхмәт ағайым (1927 йылғы), өсөнсө малай — мин (1929 йылғы), Йәсәр ҡустым (32 йылғы). Шул өйгә тар ғына итеп гәрбилдән солан эшләнгән. Был өйҙөң ҡаршыһында бер өй булған, уны тартып алып киткәндәр. Элекке кешеләрҙең өйҙәре шулай ҡара-ҡаршы булған, уртала — солан, келәт булған, шулай йәшәгәндәр. Беҙҙең ғаилә күп булыу сәбәпле, өйҙөң береһен ҡалдырғандар... Читать далее →

Саҙаҡа биреү

Саҙаҡа биреү. Нәфел, фидия, гүр саҙаҡалары. Садака бирү юмартлык билгесе. хәҙрәт Ильдус Ахметович Файзов,  2011—2013 йылдарҙа Татарстан республикаһы муфтийе. Ислам дине.

Аҡ май

                                                                    Башкирское масло                                             Аҡ май
   Борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ  һыйыр һөтөнән һәр төрлө ризыҡ эшләргә бик оҫта булған. Ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡорот, эремсек, майҙың әллә нисәмә төрөн яһап ашағандар. Күп ысулдар, ваҡыт үтә килә, онотолоп та бөткәндер инде. “Башҡортостан ҡыҙы” яңы конкурс иғлан итеп, яҡшы эшләй. Йәштәргә беҙҙең өгөт-нәсихәт, беҙҙең оҫталыҡ серҙәре бик кәрәк.
   Әле мин һеҙгә беҙҙең яҡтарҙа бешкән аҡ май тураһында һөйләргә теләйем. Майҙың төҫө ҡаймаҡтың ниндәй һөттән айыртылыуына бәйле. Мәҫәлән, яҙ айҙарында, тәүге йәшел үләндән ауыҙ иткәндән һуң тартылған ҡаймаҡтың майы ыуыҙ һары төҫтә була. Ә инде көҙ көнө ҡаймаҡ майы ҡуйы һары төҫтә. Ә ҡышын бесән генә ашап торған һыйыр һөтөнән сыҡҡан майҙың төҫө аҡһыл була. Әммә саф ҡаймаҡтан ғына бешкән бөтә был майҙарҙан айырмалы рәүештә борондан күп ерҙә аҡ май ҙа бешәләр. Ул башҡа майҙарҙан еңелерәк үҙләштерелеүе һәм үтә ете булмауы менән отошлораҡ. Өҫтәүенә аҡ май ҡәҙимге ысул менән бешкән майға ҡарағанда күберәк күләмдә сыға.
   Мин үҙем аҡ майҙы ошолай итеп әҙерләйем. Айыртылған һөттө бешерергә ҡуям. Ҡайнап сыҡҡас, бармаҡ бешер-бешмәҫ эҫелеккә ҡәҙәре һыуытам. Бер биҙрәләй һөткә бер стакан ойотҡан һалып, яҡшылап болғатып, 3-4 сәғәткә өҫтөн ябып ултыртып торам. Ошо йылымыс ойотҡанға йәнә лә 2-3 литр ҡатыҡ һалаһың да тағы ла яҡшылап болғатаһың. Аҡ май бешеү өсөн махсус күнәсек була. Шул күнәсеккә 1-2 литр самаһы ҡаймаҡ һалып, өҫтөнә баяғы йылы ҡатыҡты ҡойоп, икеһен бергә бер сәғәт тирәһе яҡшылап туҡыйһың. Һыуы һәм майы айырылып сыға башлай. Айран өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан май төйөндәрен, бер-береһенә йәбешә башлағас та, һөҙгөс менән һөҙөп ала бараһың. Ошо майҙы бергә ҡушып йомарлайһың да табынға бирәһең. Был аҡ майға ҡатыҡтың әскелтем тәме һеңә, айраны ла әскелтем генә, туҡлыҡлы була. Майы ла телеңде йоторлоҡ. Күнәсектең ауыҙын аҡ сепрәк менән ябып бешергә кәрәк. Күнәсек ағастан эшләнгәс, майға ят тәм һеңмәй. Әгәр ҙә бындай күнәсекте таба алмаһағыҙ, эмалле ҙур биҙрәлә ярай.
   Ҡатыҡтағы туҡлыҡлы матдәләр ҙә майға күсә, шуға был май балалар өсөн бигерәк тә файҙалы.
                         “Хазиналы табын конкурсы”: Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы Намаҙбаева. Әбйәлил районы, Таҡһыр ауылы.

Бишбармаҡ

Бишбармак

                               Бишбармаҡ
   Миңә 77 йәш. Ҡулдар бик тыңлашмай. Шулай ҙа хәлемдән килгәнсә үҙем белгән ризыҡтарҙы бешерергә яратам. Балалар, ялға киләбеҙ, тиһәләр ҙә. бик ҡыуанып бешеренәм. Һағынып көтөп алам үҙҙәрен. Улар бигерәк тә мин бешергән бишбармаҡты яратып ашай.
   Бишбармаҡ өсөн урта йәштәрҙәге йылҡы итен алам. Аш итеп бешерергә һалам. Ит бешкәнсе ҡамыр әҙерләйем. Һалмаға әҙерләнгән ҡамыр инде. Йомортҡа, аҙ ғына һыу, тоҙ ҡушып баҫыла. Шул ҡамырҙы йәйеп, аҙыраҡ көтөп торам да, кибә биргәс, шаҡмаҡлап, бик эре итмәй генә киҫәм. Бешкән итте һурпанан алып, шаҡмаҡлап турайым. Һурпа өҫтөндәге һөҙлөктө һөҙөп алам да уға дүңгәләкләп киҫелгән һуғанды һалып, бер аҙ ҡайнатам. Шунан һуң иттең өҫтөнә бер аҙ һурпа өҫтәп, йылытып алам. (һурпаһын күп һалмағыҙ). Икенсе һауытта һурпаға әлеге һалманы һалып бешереп алам. Аҙаҡ һалманы ит һөҙгөс менән һөҙөп алып, йылы ит өҫтөнә һалам һәм һуғанлы тоҙлоҡто ҡоям. Бына шунан һуң табынға бирергә була. Бик тә тәмле, туҡлыҡлы ризыҡ ул бишбармаҡ.
                                                                    “Хазиналы табын конкурсы”: Зөбәйҙә Ҡорбанғәлиева. Учалы ҡалаһы.