Буҙа

буза рецепт
                                Буҙа

   23 г аҡ май, 125 г һоло ярмаһы, 6 г он, 32 г әсетке, 85 г шәкәр ҡомо, самалап һыу.
   Ваҡланған һоло ярмаһын йыуып, 10-30 минутҡа ебетергә ҡуйығыҙ. Һыуын һарҡытып, елһеҙ урында киптерегеҙ ҙә төйөгөҙ. Төйөлгән һоло онона еңелсә ҡыҙҙырылған бойҙай оно, ҡайнар аҡ май һалып болғатығыҙ. Уға ҡайнап торған һыу һалып, ҡуйы шыйыҡса барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ ҙа ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, тағы ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап иҙегеҙ. Унан ҡабарһын өсөн әсетке, шәкәр ҡомо һалып, ябып тороғоҙ. Ҡабарып сыҡҡас иҙмәне, ҡайнатылған йылы һыу менән шыйыҡлатып, һөҙөгөҙ. Шунан буҙаны, әсеһен өсөн, ябып тороғоҙ. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була.

                                                                 Буҙа
   Беҙҙең яҡта эшләнгән буҙаны бер тәмләгән кеше бер ваҡытта ла уны онотмай. Бик борондан быуын- быуындан күсә килгән был ризыҡты Әбйәлилдәр шартына килтереп эшләй беләләр. Бына мин дә өләсәйемдән буҙаның нисек әҙерләнеүен һораштым да һеҙгә яҙып ебәрергә булдым. Буҙа әҙерләү өсөн яҡшы һоло ашлығы кәрәк. Тәүҙә уны һуғып, ҡабығынан айырып алаһың. Хәҙер магазиндарҙа таҙа һоло ла һатыла. Ошо һолоно йыуып, киптереп, сөгөндә бер аҙ ҡурырға. Шунан килелә төйөргә кәрәк. Ярма булһа, төймәһәң дә ярай. Бигерәк файҙалы иткегеҙ килһә, һолоно йыуғас, бер тәүлек йылы урында тотоп, аҙ ғына шыттырып алаһың. Шунан ҡураһың.
   Әҙер һоло өҫтөнә (бер биҙрә буҙа өсөн ике килограмдай һоло кәрәк) һыйырҙың бер сынаяҡтай иретелгән эс майын эҫе көйөнсә ҡойоп болғатаһың. Ошо ярмаға ҡайнап торған һыу ҡойоп, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булғас, бер аҙға йылы урынға ултыртып тораһың. Бер аҙ һыуынғас, ярты сынаяҡ өҫтәндәй икмәк сүпрәһе йәки магазинда һатылған буҙаны ҡойоп ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып бутап, бер аҙ ҡайнап һыуытылған һыу өҫтәп. Шыйыҡлап, йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Бер тәүлектән ул ҡабарып сыға.
   Тишекле сүмес аша һөҙөп, ярмаһын айырып алырға ла тағы ла бер аҙ шәкәр өҫтәп, йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Бер тәүлектән буҙа эсергә әҙер була. Теләгән кеше туң май урынына аҡ май ҡуша ала. Буҙаның тәме үҙгәрә.
   Буҙаны эскән һайын һапырып, болғатып торһаң, тәмлерәк була. Күперектәр буҙаның төбөнә тиклем төшөп, бызырлап торорға тейеш.
   “Хазиналы табын конкурсы”: Бибиямал Әбдрәхим ҡыҙы Батталова (1911 йыл тыуған) һөйләгәндәрен ейәнсәре Гөлназ яҙып алды. Әбйәлил районы, Һәйетҡол ауылы.

                                                                Буҙа Учалыса
   Буҙа учалыларса тағы еңелерәк эшләнә, өс литр һыу, 0.7 банка геркулес, бәләкәй ҡалаҡ аҡ май, өс-дүрт ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалаһың да, бер сәғәт бешерәң, һыуынғас бер стакан буҙа әсеткеһе ҡушып болғайһын, икмәккә тигән ҡомалаҡты ла ярты сынаяҡ һалырға мөмкин. Әсетергә ҡуяң. Ҡабарып сыҡһа, эре иләк аша һөҙәһең, эсергә лә мөмкин. Шәкәр ҡомон үҙең самалап, тәм өсөн өҫтәйһең инде.
   Ҡайһы берәүҙәр эҫеләй һөҙә лә, шунан әсетке һала. Ҡуйыраҡ булһа, һыу өҫтәп ебәрергә лә була.

                                                                                                                                      Ниля Исламова

Бауырҙан торт

печеночный торт
                           Бауырҙан торт
   1 кг һыйыр бауырын ит турағыстан үткәрергә. 4 кишер һәм 4 һуғанды тураҡлап, табала аҡ майҙа ҡыҙҙырырға. 1 литр һөткә 12 аш ҡалағындай он, 5 йомортҡа, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы.
   Ҡыҙҙырылған һуған менән кишерҙе, бауырҙы ҡушып яҡшылап туғырға ла һәм ҡоймаҡ ҡойорға. Бер банка майонезға самалап үткәрелгән һарымһаҡты ҡушып, тортҡа соус әҙерләргә. Ҡоймаҡтарҙың өҫтөнә, һәр ҡатына әҙер соусты һөртөп, һайыраҡ тәрилкәгә һалырға. Торттың өҫкө ҡатын туралған петрушка, укроп менән биҙәһәгеҙ, бауырҙан бешерелгән «Наполеон» торто телде йоторлоҡ булыр.
   Икенсе рецепт: үткәрелгән мал бауыры, ике-өс йомортҡа, бер стакан һөт, самалап тоҙ, борос һәм туҡып алғас бер стакан он ҡушып болғайбыҙ. Табаны майлап йоҡа ғына йәйеп тигеҙләп ҡоймаҡ ҡоябыҙ.           Аҙаҡ өҫтөнә һыларға: һуғанды тураҡлап, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп ҡыҙҙырабыҙ һәм улар әҙер булып һыуынғас майонез ҡушып болғайбыҙ. Һунынан һәр бер ҡоймаҡ өҫтөн майонез һәм әҙер кишер-һуған-майонез менән һылап өйөп сығабыҙ.

Тултырылған ҡаҙ

яблоко и гусь                         Тултырылған ҡаҙ

   Әллә ни ҙур булмаған ҡаҙ, 2.5 литр алма һуты, специялар, 200-300 грамм ҡара емеш (чернослив) тоҙ, 5-7 йәшел әсе алмалар.
  Йыуылған ҡаҙ түшкәһен, ике аш ҡалағы тоҙға, ярты сәй ҡалағы борос (специялар), корица, душицала шул уҡ самалы һәм онталған лавр порошоғын самалап, бергә болғап, ҡаҙҙы бөтә яҡтан, эсендә ышҡып сығырға. Шунаң һуң бер тығыҙыраҡ һауытҡа һалып ҡаҙҙың өҫтөнә алма һутың өҫтөнә сыҡҡансы ҡойорға. Әгәр алма һуты етмәһә, һыу өҫтәргә була. Әҙерәк әскелтерәк булһын өсөн лимон һуты һығыла.      Төнгөгә, йәки ун сәғәткә, бер тәүлеккә шул хәлендә һыуытҡыста ҡала. Икенсе көн ҡаҙ түшкәһен һутынан һарҡытып, әҙерәк түшкәнең эсен самалап тоҙлап алғас, эсенә ҡара емеш һәм һыйғансы туралған алма тултырыла. Ҡаҙ эсен тултырғас, ул ныҡ еп менән тегелә. Түше эргәһендәге лә тишектә һәм муйын осонда тартып тегелә. Ебе өҙөлөп ҡаҙ эсендәге алма-емештәр таралмаһын өсөн аяҡтарыла тартырып бәйҙәлә.
   Ары, ҡаҙҙы, бешерергә духовкаға, өҫтөнә сетка ҡуйылған подносҡа һалып, 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә яҡынса 1 сәғәткә ҡуйыла. Бер сәғәттән һуң алып, эҫе һыу өҫтөндә (водянная баня) әҙерләнгән шыйыҡса (бер ҡалаҡ бал һәм һөт ҡуйыһы (сливка)) менән ҡаҙҙы бөтә яғынан һылап сығыла. Шунаң яңынан духовкаға ярты сәғәткә ҡуйыла. Бешкәнең бысаҡ менән сәнскеләп ҡарап, әгәр төҫһөҙ шыйыҡсалар сыҡһа, ҡаҙ әҙер. Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән табынға ултыртыла.

Талбазы кәтлите

кот лет                       Талбазы кәтлите
   Кәтлит өсөн турағыстан үткәрелгән 800 грамм ит, 2-3 баш һуған, 2 сей йомортҡа, тәм буйынса тәмләткестәр ҡулланыла.
   Барыһын да бергә ҡушып иҙәбеҙ һәм түңәрәктер әүәләйбеҙ.
   Ҡатлам өсөн 500 грамм картуф, 200 грамм сыр, 1 йомортҡа. 2 ҡалаҡ майонез, 1 помидор алына.
   Ҡырғыс аша үткәрелгән картуфты майлы табала ҡурғас, тоҙ һибеп, әҙер кәтлит өҫтөнә һалабыҙ. Артабанғы ҡатламға ҡырғыс аша үткәрелгән сыр (сырға майонез һәм йомортҡа һытып ҡушабыҙ), иң һуңынан нәҙек түңәрәктәргә ҡырҡылған помидор киҫәктәре һалына 150 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә ярты сәғәт тирәһе бешә.

Азу

азуу                           

                          Тәмле азу

   Талап ителә: 800 грамм ит, 2-3 баш һуған, 500 грамм тоҙло ҡыяр. 200 грамм көнбағыш майы, 2 килограмм картуф.
Нәҙек ярым түңәрәктәр рәүешендә туралған һуғанды, туҡмаслап ҡырҡылған итте майлы табала ҡурабыҙ. Артабан туҡмаслап ҡырҡылған тоҙло ҡыяр өҫтәйбеҙ. Туҡмаслап туралған картуфты тоҙ, онталған ҡыҙыл борос һалып 6утайбыҙ ҙа табаға бушатабыҙ. Ҡапҡасы ябы килеш 30-40 минут бешерәбеҙ.

Балыҡ бешереү рецептәре     

рыба серверованная

              Балыҡ бешереү рецептәре        

              Ҡамырҙа бешерелгән балыҡ
Ҡамыр өсөн: — стакан 4 ҡом, 6 ҡалаҡ маргарин, стакан ярым һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа. 1 балғалаҡ тоҙ, 40 г супрә.
   Эслек өсөн: 700-800 г балыҡ. 1 балғалаҡ ооон, 1-2 ҡалаҡ маргарин.
   Ҡылсыҡтарынан таҙартылған һәм йыуылған балыҡ итен ҙур булмаған киҫәктәргә булеп ҡырҡабыҙ ҙа онлап, итен майлы табала ҡурабыҙ. Әсе ҡамыр баҫып, ваҡ йәймәләр йәйеп, һәр береһенең уртаһына балыҡ киҫәктәрең һалып төрәбеҙ. Духовҡаға ҡуйыр алдынан өҫтөнә йомортҡа ағын һыларға кәрәк.
                                               Бикре (осетр) балығынан шашлыҡ
   1.5 кг бикре балығына 2 баш һуған, 1 гранат, 1 лимон, самалап тоҙ, борос, тәмләткестәр алына.
Балыҡты таҙартып, киҫәктәргә бүләһең, өҫтәнә тоҙ, борос һибеп, шампурҙарға теҙәһең һәм ҡыҙыу күмер өҫтөндә ҡураһың.
   Түңәрәкләп туралған һуғанға гранат һуты ҡушалар, шашлыҡты шул һуған түңәрәктәре һәм лимон киҙәктәре менән биҙәп, өҫтәлгә ҡуялар
                                                          Тултырылған шүкә
   1 кг шүкә балығы, 200 г башлы һуған 150 г аҡ икмәк, 200 г һөт, 100 г аҡ май, 1 йомортҡа, 2 тырнаҡ һарымһаҡ файҙаланыла.
   Шүкәне тәңкәләренән таҙартырға, һалҡын һыуҙа йыуырға. Баш тирәһендәге тиреһен бысаҡ менән ҡырҡырға ла һаҡ ҡына итеп систереп алырға. Ҡойроҡ өлөшөн дә тиренән айырмайынса ҡырҡырға кәрәк. Тирене һыҙырып алғандан һуң, балыҡ итен ҡылсыҡтарынан таҙартып, яҡшылап йыуырға. Һуңынан әҙер эслекте шүкәнең эсенә тултырып, тултырылған балыҡты майланған табаға һалалар һәм бер аҙ һурпа өҫтәп, духовкаға урынлаштыралар
   Эслек өсөн балыҡ менән һуғанды ит турағыс аша үткәрәләр Аҙаҡ һөттә ебетелгән аҡ икмәк, май, тоҙ, борос, һарымһак ҡушып, йомортҡа иҙеп, ҡабаттан ит турағыс аша үткәрәләр
                                                     Күмерҙә бешерелгән сазан
   1 сазан балығы, тоҙ, төйөлгән борос кәрәк.
Яңы ғына тотолған балыҡты балсыҡ менәм буярға,айғолаҡ аҫтарына тоҙ һибергә һәм ҡыҙыу күмергә һалып, әҙер булғансы бешерергә. Аҙаҡ тиреһен һәм эстәрен айырып, балыҡтың эргә-тирәһен төрлө йәшелсәләр менән биҙәп, табынға ултырталар.

                                                            «Крәҫтиән» бәлеше
   Ҡамыр өсөн: 4 стакан он, 6 ҡалаҡ маргарин, стакан ярым һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 40 г сүпрә.
   Эслек өсөн: 500 г терәс балығы, 2 баш һуған, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 3-4 семтем төйөлгән ҡара борос, 2-3 лавр япрағы, тоҙ.
   Ҡамыр баҫығыҙ һәм 1 см ҡалынлығында йәймә йәйеп, майлы табаға йәйегеҙ. Эсенә таҙартылған балыҡ киҫәктәре, түңәрәкләп туралған һуған, лавр япрағы, май һалығыҙ ҙа тоҙ, борос һибеп, бәлеште буйынан-буйына ҡамыр менән селтәрләп биҙәгеҙ. Өҫтөнә йомортҡа яғығыҙ ҙа, бер аҙ тотҡас. духовҡаға урынлаштырығыҙ.

                                                             Тултырылған балыҡ
   Яңы тотолған эре балыҡты ҡабырсыҡтарынан таҙартып, эсен ярып йыуабыҙ. Һунынан уның эсенә һәм тышына һеркә һөртәбеҙ ҙә әҙер эслекте тултырабыҙ. Духовкала уртаса утта 40-45 минут тирәһе бешә. Табынға ултыртҡанда теленгән ҡыяр, йәш кәбеҫтә япраҡтары һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәйбеҙ. Өҫтөнә майонез ярҙамында төрлө биҙәктәр эшләргә мөмкин. Бының өсөн майонезға ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, төйөлган борос ҡушыла.
   Эслек өсөн: ит турағыс аша үткәрелгән 100-150 г балыҡ ите, ярты стакан быҡтырылған фасоль, 0.5 кг кәбеҫтә, самалап тоҙ, борос, укроп алына.

 

Фольгала бешерелгән шүкә

щука в фольге                 Фольгала бешерелгән шүкә
   1 шукә, 2 баш һуған, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы. 2 ҡалаҡ аҡ май. Тоҙ, төйөлгән борос талап ителә
Шукәне ҡабырсаҡтарынан таҙартҡас, эсен ярып йыуығыҙ ҙа айғолаҡтарын ҡырҡып, арҡа тирәһен бысаҡ менән бер аҙ киҫегеҙ. Ағып торған һыуҙа яҡшылап йыуығыҙ.
   Әҙер балыҡты эмалде һауытҡа һалығыҙ, өҫтөнә ваҡлап туралған һуған, тоҙ, борос һибеп, үҫемлөҡ майы ҡойоп, һыуытҡысҡа 1-2 сәғәткә ултыртып тороғоҙ.
   Фольгаға нәҙек кенә ҡатлам менән аҡ май яғығыҙ, уның эсенә балыҡты төрөп, духовкаға ултыртығыҙ. 30- 40 минуттан балыҡ бешеп тә сыға, шүкәне бешкән картуф, керән һәм майонез менән табынға сығаралар.

солянка                           Өфөсә солянка
   1 өлөш өсөн кәрәк: 25 г бешкән һыйыр, һарыҡ йәки йылҡы ите. 25 г бешкән ҡош (ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ йәки күркә) ите. 25 г бешкән тел, 60 г картуф, 50 г тоҙло ҡыяр, 40 г башлы һуған, 10 г май, 350 г тоҙло ит һурпаһы, кәрәгенсә тәмләткестәр, тәмләткес үләндәр, ҡорот.

                              Әҙерләү:
   Ҡайнап торған һурпаға оҙонсалап туралған картуф һалырға.10 минут бешерергә Унан һуң ҡабығы әрселгән, орлоҡтарынан таҙартылған һәм турап, бер аҙ ғына бешереп алынған тоҙло ҡыярҙы, еңелсә ҡыҙҙырылған башлы һуғанды, тоҙ, тәмләткестәр,
һаламлап туралған бешкән ит ризыҡтарын өҫтәргә һәм тағы бер аҙ ҡайнатырға.
   Солянка әҙер булғас, уны 10 — 15 минутҡа ултыртып
ҡуйырға. Табынға биргәндә ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һәм ҡорот һалырға. Әскелт тәм биреү өсөн һурпаға бешеп сығыр алдынан ҡайнатылған һәм һөҙөлгән тоҙло ҡыяр һыуы өҫтәйҙәр. Солянканы, башҡа ит ризыҡтарын 75 грамға
тиклем арттырып, телһеҙ ҙә әҙерләп була
                                                                     И. Арыҫланованың «Заманса башҡорт кухняһы» китабын
                                                                                                 Флорида ИҪӘНБАЕВА әҙерләне.

Ҡойҡалы йәшелсәләр

зелень с желе                     Ҡойҡалы йәшелсәләр
  1 өлөш өсөн кәрәк: 100 — 120 г өс-дүрт төрлө йәшелсә, 75 — 100 г ҡойҡалы һурпа, 10 г йомортҡа, 5 г кишер, 1 -2 г тәмләткес үләндәр.

                               Әҙерләү

   Был ризыҡ өсөн иң элек ҡойҡалы ит һурпаһы (желе) әҙерләргә Үтә ныҡ бешмәгән помидорҙы, ҡыярҙы, редисканы һ.б. ентекләп башта һалҡын, унан ҡайнаған һалҡын һыуҙа йыуырға һәм киптерергә. Әҙер
йәшелсәләрҙе туңәрәкләп йәки махсус бысаҡ ярҙамында семәрләп турарға.
  Тәрилкәгә иң элек аҙ ғына ҡойка ҡойорға, ҡатырырға һәм өҫтөнә, төҫтәре буйынса сиратлап, йәшелсәләрҙе һалырға.
   Өҫтөн йомортҡа ағы, бешкән кишер, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә лә, йәшелсәләр тулыһынса ҡапланып бөткәнсе, һурпаны һаҡ ҡына бер нисә тапҡыр өҫтөнә ҡойорға. Ҡатһын өсөн һалҡын урынға ҡуйырға.
   Был ризыҡты башҡа йәшелсәләр: йәшел борсаҡ, бешкән кишер, төҫлө кәбеҫтә, йәшел салат, татлы борос, шулай уҡ бешкән бәшмәк эшләпәләре һ. б. менән дә әҙерләргә мөмкин. Ҡойҡалы йәшелсәләрҙе айырым да, һалҡын балыҡ йәки ит ризыҡтарына гарнир итеп тә табынға бирергә мөмкин.

                                                                                                                               Башҡортостан ҡыҙы журналынан

Сыр, алма, помидор

помидор и сыр       Сыр һәм алма тултырылған помидор
   3 өлөш ризыҡ әҙерләү өсөн кәрәк: 300 г помидор, 75 г алма, 60 г сыр, 3 г һарымһаҡ, 45 г майонез, 10 г тәмләткес үләндәр.
                         Әҙерләү:
   Уртаса ҙурлыҡтағы тығыҙ помидорҙарҙы йыуып, өҫкө өлөшөн ҡапҡас рәүешендә киҫергә, эсен ҡырып алып эслек өсөн урын әҙерләргә. Помидорҙарга тоҙ һибеп, эслекте тултырырға, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә һәм йәшел салат япраҡтары һалынған десерт тәрилкәһендә өҫтәлгә бирергә.
                      Эслек шулай яһала:
   Әҙер алманы ваҡ ҡына итеп һаламлап турарға, өҫтөнә эре ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, помидор эсенең бер өлөшөн иҙеп һалырға, ваҡлап туралған һарымһаҡ өҫтәргә һәм майонез бутарға.

                                                                                                                                Башҡортостан ҡыҙы журналынан