Рия хаҡындағы хәҙистәр

                                                           Рия хаҡындағы хәҙистәр

   Беренсе хәҙис
   Риясынын рия ғәмәлен Аллаһы һәм шул кешенән (рия ҡылыусынан) башҡа беркем дә белә алмай. Хатта ике иңебеҙҙәге ғәмәлдәребеҙҙе яҙып барыусы фәрештәләр ҙә белмәйҙәр. Риясыларҙың ғәмәлдәре Ҡиәмәт көндө генә беленәсәк. Рия ғәмәлдәрен ҡылған кешеләр беренсе булып йәһәннәмгә төшәсәктәр. Был һүҙҙәргә дәлил:

   “Әбү Һөрайра радыйаллаһу ғәнһү әйтте: “Мин пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмден былай тип әйткәнен ишеттем: “Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көндө хөкөм ителеүсе беренсе кеше — көрәштә һәләк булған кеше булыр. Уны Аллаһ ҡаршыһына килтереп баҫтырырҙар, һәм шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә уға ниғмәттәре тураһында иҫкә төшөрөр һәм ул уларҙы таныр, ә унан һуң Аллаһы Тәғәлә унан: “Был ниғмәттәргә шөкөр итеү йөҙөнән һин нәмә эшләнең?" — тип һорар. Ул: “Мин һинен ризалығын өсөн һәләк булғанға тиклем көрәштем!" — тип яуап бирер. Аллаһы Тәғәлә уға: «Һин ялғанлайһың, сөнки һин, башҡалар һинен хаҡта: “Был батыр кеше!” — тип әйтһендәр өсөн генә көрәштең, һәм улар һинең тураһында шулай әйттеләр ҙә!" — тип әйтер.

   Унан һун был кешегә ҡарата тейешле әмер бирелер, һәм уны йөҙтүбән өҫтөрәп Йәһәннәмгә ырғытырҙар. Унан һуң белем алған, уны башҡаларға өйрәткән һәм Ҡөрьән уҡыған кешене Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына килтерерҙәр, һәм Аллаһы Тәғәлә уға Үҙенең ниғмәттәре тураһында иҫкә төшөрөр, һәм ул ҡарай (Ҡөрьән ятлаған кеше) уларҙын барыһын да таныр, ә унан һуң Аллаһы Тәғәлә унан: “Был ниғмәттәргә шөкөр итеү йөҙөнән һин нәмә ҡылдың?" — тип һорар. Ул: “Мин Һинең ризалығын өсөн белем алдым, уны башҡаларға өйрәттем һәм Ҡөрьән уҡыным”, — тип яуап бирер. Аллаһы Тәғәлә уға: «Һин ялғанлайһың, сөнки һин, башҡалар һинен хаҡта: “Был кеше ғалим!” — тип әйтһендәр өсөн генә белем алдың, һәм Ҡөрьәнде (кешеләр):
   “Ул ҡарай!” (хафиз) — тип әйтһендәр өсөн генә уҡының, һәм улар шулай әйттеләр ҙә!”- тип әйтер.
Унан һуң был кешегә ҡарата тейешле әмер бирелер, һәм уны йөҙтүбән өҫтөрәп Йәһәннәмгә ырғытырҙар, ә унан һуң Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына киң ризыҡ һәм төрлө байлыҡтар биргән кешене килтерерҙәр, һәм Аллаһ уға ниғмәттәре тураһында иҫкә төшөрөр, ул уларҙы таныр, һәм Аллаһы Тәғәлә унан: “Был ниғмәттәргә шөкөр итеү йөҙөнән һин нәмә ҡылдың?” — тип һорар. Ул: «Мин ул байлыҡты, аҡсаларҙы Һинең ризалығың өсөн, Һин яраткан урындарға саҙаҡа итеп таратыуҙан туҡтаманым һәм дә мөмкин булған бер генә форсатты ла ҡулдан ысҡындырманым”, — тип яуап бирер. Аллаһы Тәғәлә уға: “Һин ялғанлайһын, сөнки һин, башҡалар һинең хаҡта:
   “Был кеше йомарт”, — тип әйтһендәр өсөн генә бирҙең һәм улар был кеше йомарт тип әйттеләр!” Унан һуң был кешегә түра килә торған әмер бирелер, һәм уны йөҙтүбән өҫтөрәп Йәһәннәмгә ырғытырҙар”.
Аңлатма. Был хәҙис беҙгә кешеләрҙең ниндәй ниәт менән көрәштә ҡатнашҡандарын; ниндәй ниәт менән Ҡөръән уҡығандарын һәм ятлағандарын, Ҡөрьәнде башҡаларға өйрәткәндәрен; ниндәй ниәт менән саҙаҡа биреүҙәрен белә алмағаныбыҙҙы аңлата. Күрәһегеҙме, мөхтәрәм йәмәғәт. Аллаһы Тәғәлә нисек итеп был өс төрлө кешегә ҡарар сығарҙы. Ул кешеләрҙе ғәмәлдәрҙе риянан эшләгәндәре өсөн Йәһәннәмгә һалырға әмер бирҙе. Был хәҙис һәркемде лә бик ныҡ борсоуға һалырға тейешле.
   Риянан ҡотолоу өсөн беҙгә нишләргә? (Әгәр ҙә беҙ берәр эш эшләһәк үҙ-үҙебеҙҙән: “Мин быны кем ризалығы өсөн эшләйем?” — тип уйлайыҡ.
   Әгәр Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн булһа беҙ был эште эшләйек. Әгәр ҙә Аллаһ ризалығы өсөн булмаһа арып- талып уны эшләп гонаһ йыйғансы, эшләмәү хәйерлерәктер. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм бер хәҙисендә: „Әгәр һеҙҙең берәүегеҙ Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтерһә ул кеше хәйерле һүҙ һөйләһен. Әгәр ҙә хәйерле һүҙ таба алмай икән, ул сағында тик торһон”, — тип әйткән. Эйе, әгәр кеше Рәсүлебеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең кәңәшен тотоп тик торһа уға әжер булыр тип өмөт ителә.
Кәрәкмәгән һүҙҙәр, йәғни ялған, ғәйбәттәр һөйләп гонаһ йыйғансы тик тороуын хәйерле.
   Икенсе хәҙис
   Аллаһы Тәғәлә риясыларҙын ғәмәлдәренә мохтаж түгел. Ул уның үҙен дә һәм ғәмәлен дә ырғыта. Был хаҡта беҙгә пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйткән. Дәлил:

وَعَنْ أبِى هُرَيْرَة مَرْفُوعًا قَالَ تَعَالَى أَنا أغْنَى الشُّرَكاءِ عَنِ الشَرْكِ، مَنْ عَمِلً عَمَلاً أَشْرَكَ مَعِي فِيهِ غَيْرِي تَرَكْتُهُ وَشِرْكَهُ رَوَاهُ مُسْلِمٌ

(Әбү Һөрайра (радыйаллаһу ғәнһүнән, хәҙис-ҡудси.)
   Мәғәнәһе. Аллаһы Тәғәлә: «Мин ширек ҡылыусы кешеләрҙең ширектәренә бер ҙә мохтаж түгел. Кем бер ғәмәл ҡылһа, ул ғәмәлемдә Минең менән Минән башҡаны тиңдәш ҡылһа. Мин уның «ғәмәлен дә, үҙен дә ташланым», — ти.
   Аңлатма. Был хәҙистәге «ширек»тен мәғәнәһе «рия».
Йәғни, әгәр, бер кеше Аллаһыға ғибәҙәт ҡылғанда рия ҡылһа, йәғни башҡа кеше күрһен өсөн дә ғибәҙәтен ҡылһа ул кешенең ғибәҙәтен Аллаһ ҡабул итмәй һәм шулай ук унын үҙен дә рәхмәт ҡылмай, уны Раббыбыҙ ташлай. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә Үҙе хәбәр бирә.
   Өсөнсө хәҙис

وعن ابن عباس رضي الله عنهمآل: قال النبيءصلى الله عليه وسلم:“منْ سَمّعَ سَمَّعَ الله بِهِ، وَمَنْ يُرَبِي يُرَايي الله بِهِ

   Ибн Ғаббас радыйаллаһу ғәнһүнән риүәйәт ителә. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм:
   “Кем кешеләргә ишеттерһә Аллаһы Тәғәлә уныҡын ишеттерә, кем кешеләргә күрһәтһә, Аллаһы Тәғәлә уныҡын күрһәтә”, — тигән.
   Аңлатма. Кем халыҡтар алдында халыҡ ишетһен дә мине маҡтап һөйләһен тигән ниәт менән ҡаты ҡыскырып Ҡөръән уҡыһа, зекер тәсбихтәрен тартһа ул кеше үҙенең изгелеген кешегә ишеттергән булып һанала. Аллаһы Тәғәлә былай ғына ҡалдырмай, ул кешенең ғәйептәрен башҡа кешегә ишеттерәсәк. Кем бер ғәмәлен кеше күрһен дә мине маҡтаһын, минең дәрәжәм үҫһен тигән ниәт менән эшләһә Аллаһы Тәғәлә уның хаталарын, ғәйептәрен, гонаһтарын кешегә күрһәтеп хур итәсәк. Әгәр Аллаһы Тәғәлә уның ғәйептәрен был донъяла күрһәтмәһә Ҡиәмәт көнө еткәс уның гонаһтарын халыҡҡа күрһәтеп уны хурлыҡҡа ҡалдыра һәм уны риясы булғанлығы өсөн Йәһәннәмгә һалып ғазаплаясаҡ.
   Дүртенсе хәҙис
   Ахырзаманда, йәғни донъя бөтөр алдынан ахырзаман ғәләмәттәре була. Шуның араһында береһе „Мәсих әд- Дәжжәл“.
   Ул иманға бик нык зыян килтереүсе. Уның тураһында беҙгә Аллаһтын илсеһе былай тигән.

   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм сәхәбәләргә: “Минең һеҙҙең өсөн Мәсих әд-Дәжжәлдән дә ҡурҡынысыраҡ нәмәне һеҙгә әйтәйемме?» тип сәхәбәләрҙән һораны. Сәхәбәләр уға: “Эйе, әйт беҙгә», — тип яуап ҡайтарҙылар. Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм уларға: «Йәшерен ширек», — тип әйтте һәм йәшерен ширеккә шунда уҡ аңлатма биреп былай тине: «Йәшерен ширек ул кешеләр алдында, улар күрһен өсөн баҫып уҡыған намаҙҙы зиннәтләү» (йәғни, ул кешеләр күреп: “ҡара әле нисек яҡшы уҡый", — тип әйтһендәр өсөн улар алдында бик тырышып уҡыуҙыр). (Әбү Сәғит радыйаллаһу ғәнһүнән.)
   Аңлатма. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм был хәҙистә рияның Мәсих әд-Дәжжәлдән дә ҡуркынысыраҡ икәнен аңлатты. Мәсих әд-Дәжжәл ул ахырзаманда сығып үҙен «мин Аллаһ» тип әйтеп йөрөүсе бер зат. Мәсих әд-Дәжжәл донъяның бөтөн ҡала, ауылдарына керәсәк, ләкин Мәккә менән Мәҙинәгә керә алмаҫ.
   Уның һүҙҙәрен күп кеше дөрөҫкә һанап имандарынан уаз кисерҙәр, уны иләһкә һанап уның артынан эйәрерҙәр.
   Шуның өсөн ул бик ҡурҡыныслы бер мәхлүктер. Ләкин “рия” ғәмәле ул Мәсих әд-Дәжжәлдән дә иманға зарарҙы артығыраҡ килтерә.
   Шуның өсөн Аллаһынын илсеһе рияның зарарын сәхәбәләргә шул юл менән сағыштырып күрһәтә.
   Бишенсе хәҙис
   Рия ғәмәлен ҡылыусы — шайтанға эйәреүсе
Рия ғәмәлен кеше үҙлегенән эшләмәҫ. Рия ғәмәлен эшләргә шайтан этәрә. Шайтан ул кешегә төрлө яктан килеп үәсүәсәләй һәм ул уларҙын изгелектәрен юҡҡа сығарыр өсөн ниндәй генә хәйләләр ҡормай. Эйе, шайтан үҙенә күп кешене эйәртә. Ҡиәмәт көндө үҙенә эйәреүселәргә нәмәләр һөйләүе хаҡында Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә “Ибраһим" сүрәһенең 22 нсе аятында:

                                                                                                           وَقَالَ الشَّيْطَانُ لَمَّا قُضِيَ الْأَمْرُ

   “Хөкөм тамам булып, Йәннәт кешеләре Йәннәткә һәм Йәһәннәм кешеләре Йәһәннәмгә керетелгәс, шайтан үҙенә эйәреүселәргә әйтер:

                                                                                                               إِنَّ اللَّهَ وَعَدَكُمْ وَعْدَ الْحَقِّ وَوَعَدتُّكُم

 “Тәхҡыйҡ (хаҡлыҡта), Аллаһы һеҙгә үәғәҙә ҡылды, хаҡ үәғәҙәне донъяла әйткәндәре барыһы ла тормошҡа ашты, һәм мин дә һеҙгә үәғәҙә ҡылдым, ләкин мин һеҙгә “Йәннәткә керәһегеҙ”, тип ҡылған үәғәҙәмә хилафлык (ҡаршы) булдым, йәғни батыл дингә, биҙәғәт ғәмәлдәргә һеҙҙе ҡыҙыҡтырҙым, минең һүҙҙәремдең ялған икәнлеге бөгөн билгеле булды, минең уәғәҙәләрем тормошҡа ашманы.”

                                                                                وَمَا كَانَ لِيَ عَلَيْكُم مِّن سُلْطَانٍ إِلَّا أَن دَعَوْتُكُمْ فَاسْتَجَبْتُمْ لِي

   “Һеҙҙең өҫтөгеҙҙән әмер биреп, мәжбүр итеп эшләтергә минең көсөм юҡ, мәгәр мин һеҙҙе ялғанға үәсүәсәм менән генә өндәнем, ә һеҙ шуны ҡабул иттегеҙ.”

    فَلَا تَلُومُونِي وَلُومُوا أَنفُسَكُم مَّا أَنَا بِمُصْرِخِكُمْ وَمَا أَنتُم بِمُصْرِخِيَّ إِنِّي كَفَرْتُ بِمَا أَشْرَكْتُمُونِ مِن قَبْلُ إِنَّ الظَّالِمِينَ لَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ

   “Бөгөн һеҙ мине тиргәмәгеҙ, әрләмәгеҙ, шелтәләмәгеҙ, ә үҙ-үҙегеҙҙе шелтәләгеҙ! Мин бөгөн һеҙгә ярҙам итә алмайым, һеҙ ҙә миңә бер ниндәй ҙә ярҙам итә алмайһығыҙ һәм донъяла мине тиңдәш ҡылыуығыҙҙы бөгөн инҡар иттем (кире ҡаҡтым). Ысынлап та, залимдарға- интектергес ғазап”
   Шайтанға эйәреүселәргә интектергес ғазап. Рия ғәмәлен ҡылыусылар шайтанға эйәргәндәр. Улар Аллаһ юлында түгел, бәлки шайтан юлында. Был һүҙҙәрҙе мин һеҙгә пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисе менән иҫбат итеп бирәм. Дәлил: 

   Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм янынан бер кеше үтеп барғанда сәхәбәләр уның донъя эштәрендә тырышҡанын күреп ғәжәпләнәләр һәм: "Эй, Рәсүлаллаһ, әгәр был кеше Аллаһ юлында, шулай тырышып йөрөһә нисек яҡшы булыр ине”, — тиҙәр. Шунда Аллаһынын илсеһе былай тине:

   “Әгәр берәү үҙенең бәләкәй балаларына ризыҡ эҙләргә тип өйөнән сыҡһа, ул Аллаһ юлында.
Кем ҡартайған ата-әсәһенә ризыҡ эҙләр өсөн өйөнән сыҡһа, ул кеше Аллаһ юлында. Кем хәрәмдәрҙән һаҡланып үҙен туйҙырыр өсөн ризыҡ эҙләп өйөнән сыҡһа, ул Аллаһ юлында. Әгәр берәү кеше күрһен өсөн риянан һәм маҡтаныр өсөн сыҡһа, ул кеше шайтан юлында,” — тине.
   Аңлатма. Был хәҙис беҙгә бик файҙалы мәғлүмәт бирә. Әгәр берәү риянан ғәмәл ҡылһа ул кеше шайтан артынан йөрөгән кеше булып һанала, йәғни, ул кеше шайтан үәсүәсәһен тормошҡа ашырыусы була.
Эй, бәндә ике мәртәбә йәшәмәйһең бит, рия ҡылыусыларҙан булһаң был хәҙисте уҡығас риянан туҡта.
Шайтан юлынан йөрөгәнсе Алаһы Тәғәләнең тура юлынан — сыйратул мустакыймдән йөрө, бәхетле булырһың.
Был хәҙистән беҙ үҙебеҙгә тағын бер файҙа алабыҙ: әгәр ҙә бер кеше балалары, ата-әсәһе, үҙе өсөн ризыҡты эҙләгәндә (кәсеп ҡылғанда) Аллаһ ризалығын өмөт итеп ризыҡ йыйһа, эҙләһә, ул кешенең ризыҡ хәстәрләүе лә ғибәҙәттән булып һаналыр икән. Был хәҙистән беҙ ғәмәлдәрҙең ғибәҙәткә әйләңгәнен дә аңлайбыҙ.

Рия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ошо биттәрҙә://nazir1965.com/din/riya-nama%D2%99%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-sa%D2%99a%D2%A1ala.html#more-5027
Идрис Ғәләүетдин “Рия кешеләр күрһен өсөн” китабынан