Мәҙһәбһеҙҙәргә

                                                            Мәҙһәбһеҙҙәргә

   Мәҙһәбһеҙҙәргә, баштарында исмаһам саҡ ҡына фекер йөрөтә белмәгәндәргә: ҡарышмай ғына уйларға, фекер йөрөтөргә, ғилемдәрҙе анализларға өйрәнегеҙ. Һарыҡтар һымаҡ баш һуҡҡан яҡҡа китмәгеҙ, күҙҙәрегеҙ тоноп ҡайҙа барғанығыҙҙы белмәйһегеҙ. Ибн Таймия, Абдуль Ваһһаб, Ибн Абдулализ Баз, Альбани һымаҡ ваххабтарҙың юлына төшмәгеҙ. Ошо өс-дүрт кешенең бөйөк дин ғалимдарына ҡаршы сығып юлдан яҙыуы йәштәрҙе лә упҡынға тарта. Тәҡҡәберләнмәгеҙ, интернет селтәрҙә хатта кешенең тәҡҡәбер икәне фотоларында ла сағыла. Зәйнулла ишан был хаҡта нимә яҙғаның ошонда уҡығыҙ: //www.dumrb.ru/?part_id=389,398,422 //www.dumrb.ru/?part_id=389,398,422

   Билгеләгән cиктәр бар, үҙегеҙҙе ғалимдар дәрәжәһенә күтәреп, бәхәскә инергә тораһығыҙмы? Мин һеҙҙең һымаҡ «ғалим» түгел шул. Ошонда ҡарағыҙ: //nazir1965.com/page/4

Аллаһы Тәгалә билгеләгән чикләр. Илдус Хәзрәт Фәиз. Ислам. Әхмәтхәди Максуди «Гыйбәдәт исламия» китабыннан дәресләр

хәҙрәт Ильдус Ахметович Файзов,  2011—2013 йылдарҙа Татарстан республикаһы муфтийе

биҙғәт табыусыларға!

                                        Һәр бер тишектән биҙғәт табыусыларға!

   Бөгөнгө көндө әлбиттә сөннәт тип әйтеп тә, үҙҙәре Ҡөръәндең аятың йолҡоп алып, тегенән-бынан хәҙистәрҙе йолҡоп алып, бына мин дә бит ошондай рәүештә Әбү Хәнифә күрмәгән икән был хәҙисте. Әбү Хәнифә, йәки Шәфиғи хәҙрәттәре, йәки Хәнбәл хәҙрәттәре бына был аятты күрмәгән икән, бына мин таптым тип әйтеүселәр бар. Ғәфү итегеҙ ундай кешеләр әйтә торған булһа, Әбү Хәнифә кеүек алты йәштә Ҡөръән ятлаһаң, йәки имам Шәфиғи кеүек ун йәштә Ҡөръән ятлаһаң, шул заманда ҡайнап үҫһәң, сәхәбәләрен күреп тә, Әнәс ибн Мәлик тигән сәхәбәнәндә, Джафағар Саддиҡ тигән пәйғәмбәребеҙҙең оноғынан дәрестәр алып та, шундай рәүештә әгәр ҙә ғилем алып ун ике йәшендә инде өйрәтә башлап ошо ғилемде, ун һигеҙ-егерме йәшендә үҙенең уҡытыусыһы Хаммат тигән, оло ғалим, шуның урынына ҡалып та, шуның ҡәҙәре йыйып йәшәгән булһаң бик хуш бит әле... видеонан тыңлағыҙ. хәҙрәт Ильдус Ахметович Файзов,  2011—2013 йылдарҙа Татарстан республикаһы муфтийе

Башҡорт һәм эскелек

                                                   Башҡорт һәм эскелек

                               Манҡортлоҡҡа йәки Эскелек илткән юл, фәлсәфәһе тураһында
   ► Боронғо башҡорт мифтарында ата-бабаларыбыҙҙың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Был башҡорттарҙың иң боронғо замандарҙан уҡ эскелекте үҙ итмәүе тураһында ишаралап торғандай. Әйткәндәй, «иҫереү» һүҙенең этимологияһы «әҫәрләнеү», «иҫ юғалтыу» һәм дә «иҫәрләнеү» һүҙҙәренә бәйле кеүек тойола. Иҫерткесте әҫәрләнеү өсөн эсә башлап, иҫен юғалтҡансы, йәғни иҫәрләнгәнсе эскән кешегә юҡҡа ғына «иҫерек баш», тип әйтмәйҙәрҙер ул...
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Ҡырмыҫҡалы районының үҙем тыуып үҫкән Үтәгән ауылында һуғышҡа тиклем бары бер генә кешенең эсеп иҫереп йөрөүе хаҡында һөйләгәндәрен иҫләйем. «Ана, теге Йомаҙил тағы башын иҫереккә һалып, эсеп йөрөй», тиерҙәр ине уның тураһында. Ысынлап та, ауылыбыҙҙа унан башҡа бер генә эскесе лә булманы. Читать далее →

Ҡәбер янында...

                                                                   Ҡәбер янында...

                                                   Ҡәбер янында... күңел асма, доға ҡыл
     Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ әүлиәләр иле булғаны күптәргә билдәле. Динһеҙлек заманында бындай кешеләр тураһында һөйләргә лә, иҫкә алырға ла һәм улар тураһында яҙырға ла ярамаған. Шул сәбәпле, әүлиәләр, изге кешеләр тураһында мәғлүмәттәр йылдан-йыл кәмегән. Тап шуға ла беҙҙең дәүер кешеләренең рухи ғилеме аҙ, күптәребеҙ әүлиәләр тураһында бөтөнләй белмәй. Бары тик һуңғы йылдарҙа ғына әүлиәләр тарихы менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың рухына зыярат ҡыла башланылар. Читать далее →

Йәмғиәт

                                                                  Йәмғиәт

   “Исламда рухбанлыҡ (монашество) юҡ”, — тигән пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм. Мосолмандар халыҡ менән бергә булырға бурыслы. Күршеләр, эштәге ҡәрҙәштәр, ауылдаштар – барыһын да ситкә ҡуйып, үҙең тураһында ғына ҡайғыртып йөрөү пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенән түгел.

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:

                                                          الخلق كلهم عيال الله وأحب خلقه إليه أنفعهم لعياله رواه البزار والطبراني

Читать далее →

Асыуланыу

                                                                    Асыуланыу

   Рәсүлебеҙгә бер кеше килеп: «Миңә бер кәңәш бир», — тип әйтә. Рәсүлебеҙ уға: «Асыуланма», — тип кәңәш бирә. Ул кеше яңынан кәңәш һораһа ла, Рәсүлебеҙ уға «асыуланма» тигән кәңәш биреүен дауам итә.

   Асыу килеү сифаты кешегә тыумыштан уҡ бирелә, уның тәбиғәтенә һалынған. Шулай булһа ла кеше үҙен унан тыйыуҙы хуп күрә: ҡайһы ваҡыт асыу килтерә торған сәбәптәргә яҡын бармаҫҡа тырыша, ҡайһы ваҡыт асыуланһа ла бөтә көсө менән уны баҫырға тырыша. Мосолман кешегә матур сифаттар хас. Уны оят-хая, тыйнаҡлыҡ, башҡаларҙы һөйөү, ғәфү итә белеү һәм ниндәй генә хәлдә лә асыҡ, яҡты йөҙлө булыу биҙәй. Читать далее →

Исми Әғҙам доғаһы

ИСМИ АГЗАМ ДОГАСЫ
                              Исми Әғҙам доғаһы

                  Исми Әғзам доғаһының бер варианты

يَا جَمِيلُ يَآ اللُّهُ * يَا قَرِيببُ يَآ اللُّهُ * يَا مُجِيبُ يَآ اللُّهُ * يَا حَبِيبُ يَآ اللُّهُ * يَا رَوُْوفُ يَآ اللُّهُ * يَا عَطُوفُ يَآ اللُّهُ * يَا مَغرُوفُ * يَا لَطِيفُ * يَا عَظِيمُ يَآ اللُّهُ * يَا حَنَّانُ يَآ اللُّهُ * يَا مَنَّانُ يَآ اللُّهُ * يَا دَيَّانُ يَآ اللُّهُ * يَا سُبْحَانُ يَآ اللُّهُ * يَا اَمَانُ يَآ اللُّهُ * يَا بُرْهَانُ يَآ اللُّهُ * يَا سُاطَانُ * يَا مُسْتَعَانُ * يَا مُحسِنُ * يَا مُتَعَالُ يَآ اللُّهُ * يَا رَحْمَنُ يَآ اللُّهُ * يَا رَحِيمُ يَآ اللُّهُ * يَا كَرِيمُ يَآ اللُّهُ * يَا مَجِيدُ يَآ اللُّهُ * يَا فَرْدُ يَآ اللُّهُ * يَا وِتْرُ يَآ اللُّهُ * يَا اَحَدُ يَآ اللُّهُ * يَا صَمَدُ يَآ اللُّهُ * يَا مَحْمُودُ يَآ اللُّهُ * يَا صَادِقَّ الْوَعْدِ يَآ اللُّهُ* يَا عَلِيُّ يَآ اللُّهُ * يَا غَنِيُّ يَآ اللُّهُ * يَا شَافِي يَآ اللُّهُ * يَا كَافِي يَآ اللُّهُ * يَا مُعَافِي يَآ اللُّهُ * يَا بَاقِي يَآ اللُّهُ * يَا هَادِي يَآ اللُّهُ * يَا قَادِرُ يَآ اللُّهُ * يَا سَاتِرُ يَآ اللُّهُ * يَا قَهَّارُ يَآ اللُّهُ * يَا جَبَّارُ يَآ اللُّهُ * يَا غَفَّارُ يَآ اللُّهُ * يَا فَتَّاحُ يَآ اللُّهُ * يَا رَبَّ السَّمَوَاتِ وَالْاَرْضِ يَاذَا الْجَلاَلِ وَالْاِكْرَامِ * اَسْاَلُكَ بِحَقِّ هَذِهِ الُاَسْمَآءِ كُلِّهَآ اَنْ تُصَلِيَ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ وَ عَلَى اَلِ  مُحَمَّد وَارْحَمْ  مُحَمَّدًا كَمَا صَلَّيْتَ وَ سَلَّمْتَ وَ بَارَكْتَ وَرَحِمْتَ وَ تَرَحَّمْتَ عَلَى  اِبْرَهِيمَ وَعَلَى اَلِ  اِبْرَهِيمَ فِي الْعَالَمِينَ رَبَّنَآ اِنَّكَ حَمِيدٌ مَجِيدٌ * بِرَحْمَتِكَيَآاَرْحَمالرَّاحِمِينَ * وَالْحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ *

   Исми Ағзам доғаһының бәрәкәттәре тураһында ошо биттә уҡығыҙ: //nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am.html#more-5529
Читать далее →

«Әсмәә'үл-хүснәә»

Асмаа ул хусна

                                 "Әсмәә'үл-хүснәә"

   "Әсмәә'үл-хүснәә" — Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәре.
   Ҡөръән-Кәримдә: «Иң гүзәл исемдәр Аллаһтыҡы, Уға ғына хастыр. Аллаһҡа был исемдәр менән доға ҡылығыҙ»,— тип бойоролған. («Әғраф» сүрәһе, аят 180)
   Тирмиҙи риүәйәт иткән бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Аллаһтың 99 исеме бар. Ул исемдәрҙе һанаған кеше йәннәткә инәсәк» — тип әйткән.
   Был исемдәрҙе һанауҙың маҡсаты уларҙы ятлау йәки уҡыуҙан ғибәрәт. Доға урынына уҡылғанда, бөйөк Яралтыусынан теләнәсәк нәмәләр был хөрмәтле исемдәр менән һорала.

Аллаһ Тәғәләнең гүзәл исемдәре «Исми Ағзам»да ошо биттә:   //nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am.html#more-5529

Читать далее →

Исми Әғҙам

                                                          Исми Әғҙам

   Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән китабында: «Минән донъя, Әхирәт хәжәттәрегеҙҙе һорағыҙ, Мин һеҙҙең теләктәрегеҙҙе ҡабул итермен», тигән вәғәҙәһе бар. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттары бар, шул исемдәрҙе әйтеп доға ҡылығыҙ, ул исемдәр араһында шундай исемдәр йәшерелгән, әгәр бәндә уны зекер итеп доға ҡылһа, теләге, һис шикһеҙ, ҡабул булыр», — тиелә. Был хәҙистә халҡыбыҙ тарафынан күп йылдар буйына яратып уҡылған Исми Әғзәм доғаһы тураһында һүҙ бара. Был доғаны мөмкинлек булған һайын ҡабатларға тырышығыҙ.
   Риүәйәттер: пәйғәмбәребеҙ бер көн мәсжиддә (мәсеттә) мөбәрәк арҡаһын михрабҡа ҡуйып ултыра ине. Джәбраил ғәләйһиссәләм килде үә сәләм бирҙе, дәхи әйтте: «Йә Мөхәммәд (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм)! Тәңребеҙ һиңә сәләм ҡылыр». Читать далее →

«Доға и Хәбиб»

                                                       «Доға и Хәбиб»

     «Көндәрҙән бер көндө мәсеттә ултырған ваҡытында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, эргәһенә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, килеп инде, — тип хәтерләр булған мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. — Сәләм бирҙе: «Әс-сәләмү ғәләйкүм йә Мөхәммәд! Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә һиңә үҙенең сәләмен, сәләм менән бергә һине олуғлап «Доға и Хәбиб»те ебәрҙе. Был мөбәрәк доғаны Уның һиңә тиклем бер генә пәйғәмбәргә лә индергәне булманы, һин — Аллаһы Тәғәләнең һөйәкле бәндәһе — Уның Хәбибе. Өммәтеңә әйт: «Һәр кем иртән һәм йәстү намаҙынан һуң ихлас күңел менән ошо «Доға и Хәбиб»те уҡыһа, ул бәндәнең бөтә гонаһтары кисерелер һәм Ахирәттә ул Аллаһы Тәғәләнең бер ниндәй ғазабына тарымаҫ.
     Ете ҡат күктәрҙә һәм ете ҡат ерҙә булған фәрештәләр ҙә был бәндәнең һәр ваҡыт «Доға и Хәбиб»те уҡып ҡына тороуы тураһында геуаһлыҡ биреп, мөьминдәргә ярҙам итеп торорҙар. Читать далее →