Йәннәт баҡсаһы (аҙағы)

                                                        Йәннәт баҡсаһы

                                      Йәннәт баҡсаһы (аҙағы) Гүзәл СИТДЫҠОВА

башы ошо биттә; //nazir1965.com/tarix/j%D3%99nn%D3%99t-ba%D2%A1salary.html#more-5131

                                                       Мөздәлифәлә уҙған төн

   Ғәрәфәттә ғәмәл-ғибәҙәт менән көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Рәхмәт тауынан ҡайтышлай бер аҙ юл яҙлыҡтырып, урап-урап, арып ҡайтһаҡ та, күңел байрам кисерә. Хатта ҡапҡылап килергә лә өлгөрҙөм. Төрөктәр беҙҙең урам ашаһында ҙур ҡаласыҡ булып урынлашҡан. Аш-һыу, сәй һатып торалар. Телдәре аңлайышлы булғас, туғандарымды күргәндәй һөйөнөп киттем, ризыҡтарын да һөйөнөп ашаным.
   Ҡояш байыу менән, ахшам намаҙынан һуң Мөздәлифәгә китергә ваҡыт етте. Оло йәштәгеләргә, ауырыуҙарға, ерҙә ятып төн үткәрергә хәле етмәҫтәйҙәргә автобусты алдан бирҙеләр. Ҡатындарҙың күбеһе шунда китте. Мин ”көслөләр” төркөмө менән ҡалдым.
   Мөздәлифәгә ныҡ төнләтеп аяҡ баҫтыҡ. Килеп төшкән урыныбыҙҙа тимер селтәр кәртә эсенә индермәнеләр. Ҡараңғыла урын эҙләп шоссе буйлап һуҙылдыҡ. Эргәнән автобустар төтөн борҡотоп уҙып ҡына тора. Уларҙың фаралары яҡтыһында уң яғыбыҙҙағы тау, һарыҡташтар өйөмө шәйләнеп ҡала. һулда — осо-ҡырыйы күренмәгән кәртәле уйһыулыҡ. Эстә, урта тоштараҡ, бер ҡатлы ниндәйҙер ҡоролмалар күренгеләй.
   Эре аҙымдар менән хәтһеҙ генә барғас, ниһайәт, бер урында инергә рөхсәт бирелде. Тәпәш кенә сатырҙар ҡороп, кемдәрҙер кәртә буйына урынлашҡан да инде. Төпкәрәк уҙабыҙ. Аяҡ аҫты — ваҡ ҡына ташлы онтаҡ. Сүп-сары ла етерлек. Юлдан күренгән ҡоролмалар тәһәрәтхана икән, беҙгә яҡынырағынан килгән һуҡыр яҡтылыҡта һәрмәнә-һәрмәнә ятыр урын әҙерләнек. Имамыбыҙ йәстеүгә аҙан ҡысҡырҙы ла күмәкләп намаҙға баҫтыҡ.

   ...Тарихи урындар. Ибраһим пәйғәмбәр үҙе биргән вәғәҙәгә ярашлы, улы Исмәғилде Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбанға килтерергә китеп барғанында ошо үҙәндән уҙған, ти. Кеше рәүешенә ингән бер шайтан Ибраһимдың ҡаршыһына сыҡҡан да:
   — Улыңды салып енәйәт эшләйәсәкһең, һин бит төш күреп һаташҡанһың да шуға ышанып ҡына киләһең, — тип ҡотортҡан.
   Ибраһим ерҙән таш алып бәргәс, шайтан юҡҡа сыҡҡан, әммә йәнә ике тапҡыр вәсвәсә һалып маташҡан. Пәйғәмбәр ҡотҡоға бирелмәгән, уны йәнә таш бәреп ҡыуып ебәргән. Тауға килеп еткәс, атаһының үҙен ҡорбанға килтерергә йыйынғанын күргән Исмәғил бер генә теләк әйткән:
— Атай, ни эшләргә йыйынғаныңды беләм. Салған саҡта күҙемә ҡарама, юҡһа, йәлләрһең. Ҡулымды муйыныма бәйлә, йөҙтүбән һал.
   Иҫ киткес тәҡүәлек менән малай ташҡа башын һалған, әммә муйынына бысаҡ тейер мәлдә Аллаһы тәғәлә ергә бер һарыҡ төшөргән. Шул мәлдән Ҡорбан байрамында айыра тояҡлы берәй мал салалар.
   Ваҡиға тап шулай булғандырмы-юҡмы, ғәмәлдә Ибраһим һәм улы Исмәғил тураһындағы риүәйәттә пәйғәмбәрҙәрҙең имандан яҙмаҫ өсөн ниндәй ҡорбандарға барыуы бәйән ителә. Уларҙың иман ныҡлығы, Алланың ҡушҡанына саҡ ҡына ла шик тотмауҙары, ошо юлда йәндәрен дә, иң ғәзиз ҡиммәттәрен дә аямауҙары тураһында был ҡомартҡы. Ошо инанғанлыҡ, һынауҙы ихласлыҡ, сабырлыҡ менән уҙғаны, тулы иман өсөн Алланың рәхмәтен алған улар. Хаҡ тәғәлә юлында үлемдән ҡурҡмауҙары менән үлемһеҙлеккә лайыҡ булғандар. Шуның өсөн дә улар — пәйғәмбәр.
   Заманында әлеге риүәйәтте атеистар дингә ҡаршы көслө дәлил итеп ҡулланалар ине. Уны тәүге тапҡыр ишеткәнемдә йөрәгемә төшөп тетрәнгәнем, нәфрәтләнгәнем хәтеремдә. Беҙ динде һүҙмә-һүҙ аңларға күнеккәнбеҙ. Ә унда кинәйә, символдар күп, һәр риүәйәттең тел төбөндә әллә күпме хикмәт ята. Ризаитдин бин Фәхретдиндең ”Жәвәмиғүл кәлим шәрхе” тигән китабын уҡығанға тиклем мин быны бик аңлап еткермәй инем.
   ”Йәннәт үә йәһәннәм хаҡында Ҡөръәндә хәбәр бирелгән рәхәт үә михнәттәрҙе үә, ғөмүмән, ахирәт әхүәле хаҡында булған хәбәрҙәрҙе исемдәренә ҡарап та һәр бер йәһәттән донъялағы нәмәләр менән бер рәүештә булыуҙарын зан ҡылырға ярамай”, — тип яҙа бөйөк мәғрифәтсебеҙ үрҙә телгә алынған китабының 308-се битендә (Ҡазан, 1995). Ибне Ғаббас: ”Йәннәттә булған нәмәләрҙең бары исемдәре генә донъяла булғандарына оҡшаш”, — тигәне лә иғтибарға лайыҡ. Иәғни Ҡөръәндә күп нәмәләр символик рәүештә, шул замандың халҡына аңлашылырлыҡ итеп индерелгән.
   Ҡөръән — мәңгелек китап һәм ул һәр замандың ҡаҙаныштарына, үҫешенә, фән кимәленә ярашлы аңлатылырға, уҡылырға тейеш. Был хаҡта ла яҙған Ризаитдин Фәхретдин. Үҙәк телевидениеһындағы бер тапшырыуҙа Рәсәй Федерацияһының Мөфтиҙәр берлеге рәйесе Рауил Ғәйнетдин дә:
   — Хәҙер Алланы болоттар өҫтөнән йүгереп йөрөп, ергә ямғыр һиптереп ултырған бабай рәүешле итеп бер кем дә күҙ алдына килтермәй. Ошо бөйөк ҡөҙрәтте аңлау бар, — тигәйне.
   Әммә Аллаһы тәғәләне кеше рәүешендә тип күҙ алдына килтереү һаман да һаҡлана. Шулай итеп күҙ алдына килтерәләр ҙә, үҙҙәре үк Уға ышанмаҫ булалар.
   Ейәнсәремә беҙ күрмәгән, ишетмәгән нәмәләр эргәбеҙҙә генә ҡайнап торғанын бик ябай ғына итеп аңлаттым:
   — Нисек уйлайһың, бер ниндәй хәрәкәт эшләнмәй генә күк йөҙөндәге йондоҙҙар, планеталар, ер барлыҡҡа килә алыр инеме?
   Бала ғына булһа ла, уйлай биреп ултырҙы ла:
   — Юҡ, — тине.
   — Ана шул хәрәкәттең эйәһе, Ғаләмдәге һәм ерҙәге беҙ күргән, күрмәгән һәр нәмәне барлыҡҡа килтергән, уларҙы үҙе теләгәнсә йәшәткән ҡөҙрәт — ул Аллаһы тәғәлә. Беҙҙең аңыбыҙ Уны күҙ алдына баҫтырыр һәләткә эйә түгел, беҙгә бары тик исемдәре рәүешендә сифаттары ғына мәғлүм ителгән, — тинем. — Бына беҙ ултырған бүлмәлә һинең менән минән башҡа бер кем дә юҡ, эйе бит? Бер кем дә күренмәй, ишетелмәй, шулаймы? Ә телевизор менән радионы ҡабыҙайыҡ әле — секундына нисәмә һынланыш, күпме тауыш. Былары беҙ ҡабул иткән каналда ғына әле. Һүндерҙек — яңынан ишетмәйбеҙ ҙә, күрмәйбеҙ ҙә. Ә бит улар юҡҡа сыҡманы. Алла менән фәрештәләр ҙә шулай ул, балам, ишетмәһәк-күрмәһәк тә, улар яныбыҙҙа.
   ...Мөздәлифә яланында ла, Ғәрәфәттә лә мин был көстәрҙе йәнем менән тойҙом, ә ҡайтҡас, инде нисәмә йылдар йөрәгемде әрнетеп торған бер ҡайғым юҡҡа сыҡты — хажда туҡтауһыҙ тәҡрарлаған теләгем ҡабул булғандыр, тип өмөт итәм.
   Йоҡларға ятыр алдынан ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә шайтандарға атырға борсаҡтан саҡ ҡына эрерәк таш йыйып алдым. Тәүге көндә — ете, икенсе, өсөнсө көндәрҙә — өс ташҡа етешәрҙән, йәмғеһе 49. Уларҙы һыуҙан бушаған шешәгә ҡәғиҙә талап иткәнсә йыумай ғына һалып ҡуйҙым. Ташты бында ғына түгел, Минала ла йыйырға мөмкин.
   Ергә синтепонлы йоҡо һырмаһын түшәп, эсенә инеп яттым. Бик йәтеш нәмә булып сыҡты әле ул, үҙе еңел, урынды ла күп алмай, йылы, бысраҡ та йоғоп бармай. Спорт тауарҙары һатылған магазинда эсенә, имештер, аҡҡош мамығы тултырылғандары ла бар ине. Улар артыҡ һыуыҡ булмаған урындарҙа ҡулланыу өсөн тегелгән — арзаныраҡ, еңелерәк, урынды минекенән дә аҙыраҡ биләй, әммә тышы һыу үткәрә торған туҡыманан ине. Әлдә шундайҙы алмағанмын. Иртән тороп ҡаҡҡылауым булды, бер эҙ ҙә ҡалманы.
   Күптәр циновка алған, ҡунаҡханала һалып алған одеялдарын шуға түшәнеләр. Янымдағы апайҙар өшөгәндер, ахыры, уянып китһәм, ике яҡтан да һырмама һырыҡҡандар. Әйтәм йылы булды. Ни тиһәң дә, ҡыш үҙенекен итә. Көндөҙ 35 градус булһа ла, асыҡ һауала намаҙ уҡығанда ерҙән таш һыуығы бәрелеп тора. Төндә иһә 14 градусҡа хәтле төшә, тупраҡтың температураһы ни сама булалыр?
   Таңда сабах намаҙын уҡыныҡ та Минаға, шайтандарға таш ата торған тауҙар яғына ыңғайланыҡ.
                                                            Шайтандар менән һуғыш
   Ҡояш сыҡмаҫ элек үк Минаға килеп еттек. Беҙ урынлашырға тейешле сатыр эсендә кешеләр йоҡлап ята — баҡһаң, алдан киткән автобустағылар Мөздәлифәлә ике сәғәт самаһы ғына булған. Урын бирмәйҙәр. Иң ситкә ҡыҫыла-ҡыҫыла, әрләнә-әрләнә барып яттым. Тағы өс тәүлек баш осома хәтле аяҡ кейеме араһында төн уҙғарырға тура килде.
   Күрше сатырҙа йәш бала илай. Йүткерә. Ғөмүмән, ғаиләлеләр байтаҡ. Сатырыбыҙҙа ла бар ундайҙар. Ипле мөнәсәбәттәренә, бер-береһенә ихтирамлы булыуҙарына һоҡландым. Хажға ирле-ҡатынлы килеү хәйерле — ифрат көсөргәнешле, ауыр ғәмәл бит ул.
   Шайтандарға таш ата торған урындан сатырҙарыбыҙ байтаҡ алыҫ, дүрт саҡырымдар тирәһендә урынлашҡан булып сыҡты. Ике яҡтан да тоннель күренә. Бер яғындағы тау ашаһында һарыҡ салдырыр һарайҙар, төрлө ойошмалар, икенсе яҡтағыһы — ғәмәлебеҙҙе үтәр юл.
   Беҙҙең ”урам” осо тотош Рәсәйҙән һәм БДБ илдәренән килгәндәргә биреп ҡуйылған. Тәһәрәтхана янында ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, Кавказ ҡатындары ҡайнаша. Таулылар үҙенә башҡа. Башҡаларҙы бар тип тә белеү юҡ, танау буйына ҡарап, теләгәненсә хәл ҡыла ла ҡуя. Ҡаҙаҡтар ҙа текә. Урта Азиянан бер нисә ханым бик эшлекле төҫ менән, байрам көн булһа ла, өйөп-өйөп кер йыуып элде. Кемдәрҙер ”хәрәм” тип әйтеп ҡараһа ла, тыңламанылар. Икенсе көн ғәрәсәт ҡупҡас, ҡатындар кер йыуыу ”гонаһ”ын шунда уҡ иҫкә төшөрҙө.
   Ашхана-фәлән юҡ. Әллә нисә ”фатир”ға бер розетка — сират тороп сәй ҡайнатып, бешеренеп йөрөүселәр булды. Бер нисә урында сәй, аш-һыу һаталар. Башҡортҡа ла тылмас кәрәкмәй, ҡайҙа ым менән, ҡайҙа ”винегрет” телдә аңлашабыҙ. Инглизсә, ғәрәпсә бер-ике ауыҙ һүҙ ҙә етә икән ул астан үлмәҫ өсөн. Ана, Мөсәлиә апай бер ҙә аптырап тормай, ”Мильк лә” (һөт юҡ), тип кенә һөтһөҙ сәй һорап алған. Беренсе һүҙе — инглизсә, икенсеһе — ғәрәпсә.
   Сирлеләр күбәйҙе. Ҡаж-ғож йүткереп сығабыҙ, тик врач юҡ. Урам мөйөшөндәге ғәрәптәрҙең медпунктына мөрәжәғәт иткән икән ҡайһы берәүҙәр. Дарыуҙары ҡиммәт. Мин өйҙән бай ғына аптечка алып сыҡҡайным, ”БФ” елеме аяғын яра баҫҡан берәүгә ярап ҡуйҙы. Мәккәгә кире ҡайтҡас, йөҙ доллар алып, Нура апайға укол һалыр врачҡа, уның шундай икәнен белмәй, башҡаларға эсерһен өсөн һәйбәт кенә дарыуымды биргән булдым. Алла гонаһтарын ярлыҡаһын, фамилияһын әйтмәйем инде.
   Индонезия кешеләре юҡҡа ғына медицина битлеге кейеп йөрөмәгәндер ул. Беҙгә лә бындай һаҡлыҡ сараһы кәрәк булғандыр, моғайын. Әйткәнемсә, нисәмә ҡитға, ил, нисәмә миллион кеше, нисәмә тын... Кондиционерҙарҙа ниндәйҙер инфекция була, тип әйтәләр, шулар ҙа эҙемтәһеҙ ҡалмағандыр.
   Мәккәлә юл ыңғай урамдағы үзбәк кафеһында тамаҡ ялғарға тура килгәйне: күҙ алдында ҡурғанға ғына тауыҡ алдым — бысраҡлыҡҡа иҫ китерлек, иҙәнен дә, өҫтәлен дә ҡап-ҡара бер сепрәк менән һөртә лә ҡуялар. Ни хикмәт менән эс ауырыуҙары таралмайҙыр.
   Бәҙрәфтәрҙә һәр кабинаға һыу үткәрелгән — бында ҡағыҙ ҡулланыу юҡ, шлангылар иһә иҙәндә аунап ята — үҙебеҙ ташлайбыҙ инде. Һүҙ ыңғай ғына былары, киләсәктә хажға барыусыларға фәһем булыр, бәлки.
   ...Үмрә хажы үтәгәндә беҙҙе туплап алып йөрөүсе булмағайны. Ярай ҙа Аллаһы тәғәлә миңә тәжрибәле апайҙарҙы юлдаш итте, ә бит бәғзе берәүҙәр кем өсөндөр тәуаф ҡылғанда Мәккәнән ситкә сығыу һәм яңынан ихрам кейеү кәрәклеген белмәгән. Минала, ниһайәт, һәммәбеҙҙе лә йыйып, шайтанға таш атырға алып киттеләр. Алда Татарстан әләме елберҙәй, үҙ республикабыҙҙыҡы булмағанға әсем бошоп ҡуйҙы. Беҙҙә бит һаман Исламға күршеләрҙәге ише иғтибар юҡ. Сәбәптәре күп бындай ҡараштың, төрлө шиктәргә юл ҡуйыла, әммә динде һанламауҙың халыҡ өсөн зыяны күберәк.
   Тоннелдәр аша дүрт саҡырым самаһы барғас, бейек күперҙән үтеп, Мәккә яғынан ҡарағанда беренсе торған ”джәмрәтүл акаба” тигән бағана янына килеп еттек. Ул — иң ҙуры. Уртансы һәм кесе джәмрәттәр ҙә бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Тап ошо бағаналар янында шайтан пәйғәмбәргә вәсвәсә һалып маташҡан, тиҙәр.
   Бер нисә йыл әлек бында төҙәтеү эштәре башҡарғанда бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән, шуға хәҙер джәмрәттәр стеланы хәтерләтә. Әүәле хаж ҡылғандар быға һөйөндө, сөнки таш яҙа китмәй, кәнт үҙенә генә барып тейә. Баҡһаң, йомро бағаналар торғанда бәғзе берәүҙәр ташты ғәйәт ҙур көс менән яҙа бәреп, ҡаршы яҡтағы кешеләрҙе яралағандары ла булған.
   Бағананы шайтандың үҙеләй һанап, асыу менән, саманан тыш киҙәнеп ҙур ғына таш бырағытыусылар ҙа осрай. Ҡулланмаларҙа иһә ғасабыйланыу тыйыла, сөнки был — символик ғәмәл. Кеше иң беренсе үҙ фиғелендәге шайтандан, йәғни яманлыҡтарынан арынырға тырышырға тейеш.
   Шайтан ул — ҡан тамырҙары буйлап йөрөй, тигән иҫбатлауҙы телгә ала Ризаитдин Фәхретдин. Иблис затындағы күҙгә күренмәҫ көстәр төрлө рәүешкә инә ала, ул кешенең үҙендә лә, әргәһендә лә ҡайнаша, юлдан яҙҙыра, гонаһ ҡылдырта, тип өйрәтә динебеҙ. Бына шуларҙан арынырға, ҡурсаланырға тырышыу сағыла джәмрәттәргә таш атыуҙа. Таш мотлаҡ бағанаға тейергә тейеш, һәм һәр юлы: ”Бисмиллаһи! Аллаһу- әкбәр!” — тип зекер әйтергә кәрәк.
   Ғәмәлде атҡарғас, йәйәүләп тура Мәккәгә юл тоттоҡ. Ярай ҙа аяҡ кейемем яйлы, был тиклем йөрөүгә йән ҡалмаҫ ине. Мәккәнең был яғы матурыраҡ икән. Фикус, алоә ҙур булып урамда үҫеп ултыра. Төрөк атамалы реклама, исем таҡталары күренеп ҡала. Улар сауҙаға оҫта шул.
   Ҡәғбәтуллаға килеп еткәс, ойоштороусылар беҙҙе үҙ иркебеҙгә ҡуйҙы. Өфөнөң сервис институтынан ике уҡытыусы ханым менән тәуафты бергә үтергә һөйләштек. Кемгәлер ярҙам итергә тип йүгереп, береһе тайып йығылды ла аяғын ауырттырҙы. Торорға йыйынғайны, ниндәйҙер ир ым менән тыйҙы, ”көрси-көрси”, тип доға уҡырға кәрәклеген аңғартты.
   Тәһәрәтханаға индек. Әхирәтебеҙҙең аяғы йәрәхәтләнгән. Йыуынып- таҙарынып, мәсет ихатаһына сыҡһаҡ, танауым ҡанап китте. Тимәк, яңынан тәһәрәтләнергә кәрәк. Йыуынып сыҡтым да, ”И Раббым, тәуаф менән сәъи ваҡытында танауым ҡанамаһын инде!” — тип доға ҡылдым. Хәҙер нисә көн инде шул хастам йонсота. Алланың рәхмәте, ғибәҙәтемде тамамлағансы тәһәрәтем боҙолманы. Ҡан сыҡһа, тәһәрәтләнеп, һәммәһен дә баштан башларға тура килер ине бит.
   Халыҡ иҫ киткес күп ине был көндө. Күрәһең, бер ваҡыттараҡ таш ташлап килгәндәрҙер. Тәуафты тамамлағас, намаҙ ҡылырға урын әҙләп, Ҡәғбәтулла тирәләй йәнә ике урап сығырға тура килде.
   Ҡунаҡханаға ҡайтып, сәсте ҡыҫҡарттым. Кисләтеп автобус көтөргә сыҡтыҡ, һәр ваҡыттағыса оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Алман теүәллеге юҡ бында. Ризаитдин Фәхретдин үк әле беҙҙең ошо яҡынсалығыбыҙҙы тәнҡитләп яҙған һәм, европалылар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләмәй, сөнки һүҙҙә тороробоҙға ышаныс уятмайбыҙ, тигән. Көтөүемдең файҙаһы шул булды — яңылыҡ ишеттем. Баҡһаң, ҡатындарҙың сәсен ире йә мәхрәме ҡырҡырға тейеш, ти. Улар булмаһа, иренең сәсен ҡырҡҡан ҡатын быны эшләй ала. Сәсемде йәнә ҡыҫҡартырға тура килде.
   Ниһайәт, автобус килде һәм төнләтеп Минаға йүнәлдек. Икенсе көнөнә таң менән ҡорбан салдыртыр урынды эҙләп киттем. Тоннелдән уҙғас та уң яҡтағы махсус ҡоролмаларҙа һарыҡ һаталар, тип өйрәтте апайҙарым. Башҡалар Мәккәлә үк дөйөм ҡаҙнаға аҡса йыйғайнылар, мине күршеләрем туҡтатты:
   — Беҙ тәүге юлы шулай иткәйнек, Минала квитанциябыҙға иҫтәре лә китмәне — ҡайҙа түләнегеҙ, шунда салдырығыҙ ҡорбанығыҙҙы, тинеләр. Урынында түләрһең дә, һарығыңдың йөнөнән тотоп, салауат уҡып, ҡорбан килтерерһең.
   Рәхмәт яуғырҙары. Бына хәҙер һарыҡ эҙләп китеп барам. Ғәрәпсә бер ауыҙ һүҙ белмәгән көйө. Имамдарҙан һораһам ни булған, улар бит шатырҙатып ғәрәпсә һөйләшеп йөрөйҙәр. Хатта береһе, асыуланып, хажиҙарыбыҙҙы шул исем менән ”ҙурлаған” булған. Өфөгә ҡайтҡас, осрашыуҙа рәнйеп әйттеләр.
   Полицейский янына барам да: ”Мә-ә-ә,” — тим. Ҡулым менән салған хәрәкәт күрһәтәм. Көлмәй нисек түҙәләрҙер, үҙемдең эсем ҡатып бөттө. Урынына килтереп сығарҙылар, рәхмәт төшкөрҙәре.
   Бер кассаға байтаҡ ҡына торҙом — халыҡ урынынан да ҡымшанмай. Компьютеры киреләнә, имеш. Беҙ бит сират тороп өйрәнгән халыҡ, киттем яйлырағын эҙләп. Ҡарайым, аҡсаһын түләп һарыҡ салдыртырға тороусылар сираты тәү күргәнемдән оҙонайған. Берәй ҡатын килеп баҫыуын көтәм. Йәш кенә ғәрәп ғаиләһе сират алыуға, кәләшенә уның артынан тороромдо ым менән аңлата һалып, йәнә кассаға елдерҙем. Был юлы тиҙ әйләндем — беҙҙең аҡса менән 3600 һум самаһы түләп, һарайға үтеү хоҡуғы алдым. Яҡташтарым түләгәндән байтаҡҡа ҡыйбат, әлбиттә, уның ҡарауы, бөтәһе лә шартына килтерелә.
   Сират көткәндә алдымдағы пәрәнжәле йәш парҙы күҙәтәм. Байҙарҙыр — кейемдәре ҡыйбатлы туҡыманан. Кәләш пәрәнжәле булһа ла, көйәҙ — баш яулығы эсенән козыреклы кепка кейгән, шуға ла бит япмаһы йөҙөнә тейеп тормай. Әммә йоҡа туҡыма һылыулығын йәшерә алмай. Ай-һай, ғәрәптәр ҡыҙ күҙләр яйын табалыр, былай булғас.
   Хаж мәлендә ҡатындар йөҙҙәрен йәшермәҫкә тейеш булһа ла, пәрәнжәлеләр осраштырғыланы. Намаҙ ваҡытында ғына битлектәрен сикәләрендәге төймәләрҙән ысҡындырып ҡуялар ҙа, ғибәҙәт тамам булыу менән бөркәнергә ашығалар. Ғәрәбстанда әхлаҡ полицияһы ла сәс- башы ялбырап йөрөгән ханымдарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай, тиҙәр. Хажда саҡта бер бөртөк сәскенәң күренеп торһа ла гонаһ һанала, шуға бер-беребеҙҙең бөркәнсектәрҙе (хиджәптәрҙе) йүнәтешеп кенә торҙоҡ. Шул мөхиттән ҡайтҡас, яланбаш хәлдә кешегә күренеү ҙур әҙәпһеҙлек кеүек ҡабул ителә, баҡһаң. Эшкә нимә кейеп барырға белмәй ҡаңғырҙым.
   Ғәжәп, яулыҡлы саҡта фекерләү икенселәнә — үҙлегенән һәр аҙымыңды, һүҙеңде үлсәй башлайһың, күренмәҫ көстөң яҡлауын тояһың. Һәр хәлдә, дини кейем кейгән кешене ҡулына шарап йәки тәмәке тотҡан, заман бейеүҙәрендә ҡыйҡандап йөрөгән рәүештә күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел...
   Ниһайәт, минең алдымда ла ҡапҡа асылды. Ихата оҙон, унда бер нисә турникет. Ағымды бер нисәгә бүлә һалып, беҙҙе төрлө ишектәр алдына баҫтырҙылар. Сират тиҙ үтә. Бына мин ҡорбан итер һарыҡ та сығарылды. Малҡай беҙҙең яҡтағыларҙан айырыла, йөнө һарғылт көрән, артыҡ ҙур түгел. Матур. Шунда уҡ ҡына салырға бирмәй, йөнөнә ҡулымды һалып, ашыға-ашыға салауат уҡыған булам, йөрәкһейем. Апайҙар өйрәткәнсә: ”Ахирәттә ярҙамсым бул,” — тип арҡаһынан һөйәм. Шунан салыусы ҡулына тапшырам да сығыр яҡҡа йүнәләм. ”Хажиә, хажиә!” — ғәрәп миңә ҡысҡыра икән. Боролоп янына киләм. Ул күҙ алдымда һарыҡты салып ебәреп, конвейерға ташлай...
   Урамға сыҡҡансы күңел урынына ултырҙы, ниндәйҙер рәхәт ҡәнәғәтлек, йән тыныслығы солғап алды. Ҡайтыуыма сатырыбыҙ эсендә кеше бик әҙ ҡалғайны. ”Көслөләр” шайтанға таш атырға киткән. Ҡатын-ҡыҙ һуңғараҡ, кеше ағымы кәмей төшкәс бара. Яҡташым, Белорет районынан Хәмзә ағай Ғәлләмовтың хәләл ефете Асия апай урам сауҙаһын ҡарап килергә йыйына. Хәмзә ағай күренекле шәхес — мәсеттәр һалдыра, яҡташтарына, дин әһелдәренә йыш ҡына матди ярҙам күрһәтә. Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә мәсет төҙөтөүсе лә ул. Хажға дүртенсегә килгән инде. Йәше һикһәнде ҡыуа тип бер кем әйтмәҫ. Асия апай тәүгегә килгән. Бигерәк мөләйем, сибәр, алсаҡ апай.
   Ерҙә ултырып сауҙа итеүселәр — төрлө тарафтан. Тауарҙары ярайһы арзан һәм артыҡ сифатлы түгел. Дөрөҫөрәге, йыш ҡына бөтөнләй сифатһыҙ ҡытай әйберҙәре. Шулай ҙа һайланып йөрөһәң, әйбер алырға була. Асия апай менән күберәк ”күҙ һаттыҡ”. Фотоға төштөк. Минең фотоаппарат көйһөҙләнде лә ҡуйҙы, шуға иҫтәлеккә бер нисә кадр ғына алып ҡайта алдым.
   Ҡара тәнле халыҡтар күп. Йөҙҙәренә әллә ниндәй татуировка эшләп бөткәндәр. Бер ҡатын эйәген ”һаҡаллы” иткән, икенсеһенең йөҙө барыҫтыҡын хәтерләтә — тиреһен тигел-тимгел ағартҡан да мыйыҡтар төшөрткән. Африкан ханымдар биҙәкле бөркәнсек йөрөтә — бер туҡыма башын да, кәүҙәһен дә ҡаплай.
   Өй һағындыра. Ҡайҙалыр телефон хеҙмәте лә күрһәтелә, тиҙәр. Эҙләп торманым инде. Мәккәлә беҙ йәшәгән урамда ике ерҙә телефон агентлығы бар ине. Улар бик тығыҙ, будкалар араһынан ике кеше саҡ үтә. Хәйер, әллә ни сират та юҡ инде — кеше бит хәҙер кеҫә телефонына күсеп бөтөп бара. Береһенән шылтыратҡанда өйҙәгеләр мине ишетмәне, әммә шул ”һөйләшеү” өсөн 80 һум алып ҡалдылар. Тел белмәгәс, бәхәсләшеп тә булмай. Аңланы хеҙмәткәр, әммә ”һүҙ тамам” тигән ишара яһап ҡына ҡуйҙы.
   ...Түбәтәйҙәр алып ҡайтыуыма таш атырға барырға йыйылырға ҡуштылар. Был юлы өс бағананы ”туҡмарға”. Әлхәмдүлиллаһ! Йәнә имен-аман ғына ғәмәл үтәп ҡайттыҡ. Ә иртәгәһенә...
   Авария ваҡытында имгәнгән аяғымдың һыҙлауына түҙә алмай уянып киттем. Билем дә ҡуҙғалырға бирмәй. Ерҙә, ел уйнап торған урында йоҡлап йөрөү үҙенекен итә, ахыры. Төшкә, бәлки, еңеләйтер тигән өмөтөм дә аҡланманы. Таштарымды тотоп, Мөхәммәт хәҙрәт янына сатанланым. Ҡатын-ҡыҙға, ғөмүмән, ташты берәй ирҙән ташлаттырырға ярай, ауырыуҙарға ла бындай хоҡуҡ бирелә. Рәхмәт имамыбыҙға, баш тартманы.
   Ә беҙҙе сәғәт ун икелә автобус менән Мәккәгә алып киттеләр. Мөсәлиә апай әсәһен шунда ултыртты, ә үҙе таш ташларға китте. Мин, һүҙ биргәнемсә, сабырлыҡ менән нәүбәтем еткәнде көтөп салонға инһәм, урындар ҡалмаған. Ара алыҫ түгел, баҫып та барырмын әле, тип бик иҫем китмәне. Өсөнсө көн генә бер сәғәттә йәйәү йүгереп барып еткән юлды ун ике сәғәт үтеребеҙҙе белмәй инем әле.
   Үҙәндән сығып етеүебеҙгә ғәрәсәт ҡупты — әсе ел яланғас тауҙарҙың туҙанын туҙҙырып, йәшеллек әҫәре булмаған ҡаялар араһындағы сәнскеле ботаҡтарға төрлө төҫтәге полиэтилен тоҡтар, пакеттар ”элеп” сыҡты. Дөбөр-шатыр күк күкрәй башланы. Өҫтөбөҙгә, әйтерһең, төпһөҙ диңгеҙ түңкәрелде — берауыҡ тәҙрәнән һис ни күренмәҫ булды.
   Автобусыбыҙ берсә алға шыуыша, берсә артҡа сигенә. Баҫып торорға хәл ҡалманы — һыҙланам, аяҡ та талды. Күпмелер ваҡыт рюкзагым өҫтөндә бөксәйеп килә торғас, түҙемем етмәй, янымдағы креслола ултырған ханымдың әҙгә генә урын биреүен һорап, ярты сәғәт самаһы ял итеп алдым. Йәлләп, тегене үҙ урынына ултырттым да йәнә иҙәнгә урынлаштым. Артта ултырған ирҙәрҙең береһе лә ҡымшанып та ҡараманы. Ғазапланыуым төҫөмә сыҡҡандыр инде, һул яғымда ултырып килгән апай ҙа ярты сәғәт самаһына урынын биреп торҙо.
   Күктән уттар атылып, туфан ҡалҡытырҙай һыу ҡойола, ә мин автобус иҙәнендә, кешеләрҙең аяҡ аҫтында һыҙланыуҙан аңымды юғалтырҙай хәлдә аунайым. Ирендәрем генә бышылдай: ”Раббым, һин биргән яҡшыһына ла, яманынына ла ризамын. Ошонан ауырын бирмә!”
   Тәнем янып барыуға сыҙамай, уң яҡтағы игелекле күршемдең ҡулына ҡағылам:
   — Зинһар өсөн, тәҙрә тире генә алып һөрт әле!
   Хәҙер нисәмә сәғәт ауыҙға бер тамсы һыу ҙа тейгәне юҡ бит — тиҙ генә барып етеребеҙгә ышанып, беребеҙ ҙә ни ашарға, ни эсергә алмаған.
   Мөғжизә, тәҙрә тире бер ун минуттан хәл индерҙе лә ҡуйҙысы — температурам төшә барғанын һәр күҙәнәгем менән тоям, һыҙланыуҙарым да түҙерлек була бара...
   Аяғыма баҫам. Мәккәнең ҡалҡыу бер урамы, ә унда ирҙәрҙең тубығынан һыу. Береһе нимәгәлер эләгеп, бысраҡ ”йылға”ға ауҙы. Түбән күтәрмәле еңел машиналар йөҙөп йөрөй. Транспорт арҡыс-торҡос тығылған. Бәрелешеп тә бөткәндәр, ти.
   Йомошто йомошламай күпме барырға була, тип бер ҡатын илай уҡ башланы. Ысынлап, нисәмә сәғәт киләбеҙ, бер ерҙә лә туҡталыш яһаманылар. Бөйөрө ауырыуҙарға Аллаһ ярҙам бирһен. Ә Мәккәлә йәмәғәт бәҙрәфтәре юҡ икән.
   Ниһайәт, эңер төшкәс (ә беҙ, әйтеүемсә, көндөҙгө ун икелә ҡуҙғалғайныҡ), бер урында туҡтаныҡ. һыу килтерҙеләр. Ҡайһы берәүҙәр икешәр шешә эләктерҙе. Ярты стакандай саҡ ҡойҙортоп алып ҡалдым, бөттө. Хәл ингәндәй булғас, имамдарыбыҙ янына сығып, дәғүә белдереп алдым:
   — Ҡала эсендәбеҙ, ямғыр үтте, транспорт уҙа алмаҫтай булғас, әйҙә йәйәү китәйек, — тим.
   Егет нәфрәт менән ҡарап, асыулы яуап бирә:
   — Юҡ, ишеттегеҙ бит, кисә генә, транспорт менән йөрөтөгөҙ, тип ғауға ҡуптарҙылар, ултырығыҙ бына хәҙер.
   Шулай ҙа автобус менән йәнә ярты сәғәттәй теркелдәй торғас, йәйәү алып китергә ҡарар ҡылдылар. Бер аҙ барғас, ҡаршыбыҙға Минала ҡалған имамдарыбыҙ килеп сыҡты, автобус та ҡыуып етте һәм инде мажараһыҙ ғына, төнгө сәғәт ун икелә ҡунаҡханаға ҡайтып еттек. Апайҙар йоҡлай ине инде. Ишек тауышын ишетеп, Мөсәлиә апай һикереп килеп торҙо, әсәһен һорашты ла сығып йүгерҙе. Әйберҙәрен автобус башындағы багажникҡа һалғайны ул. Һөйләнә-һөйләнә килеп инде:
   — Тере нәмә юҡтыр инде, һыуы үтә ҡойолоп тора.
Ни булғанын һораша-һораша сумкаһын аҡтарырға тотондо — урам сауҙагәрҙәренән алған яулыҡ-түбәтәйҙәре лыҡытҡы һыу, хатта полиэтилен ҡапсыҡтары ҡабарып киткән. Ә шулар араһында бер ниндәй көплөкһөҙ ятҡан ихрам кейеменә (етен күлдәк-ыштан) бер тамсы һыу тейһә! Апай сепрәк-сапраҡты хатта карауатына йәйеп ебәрҙе:
   — Ҡарағыҙ, Үҙе күрһәтеп тора ниҙе һаҡлай, ниҙе ҡазалай икәнде!
Улар ямғырҙың иң көслө сағында юлда булған, тубыҡтан һыу кисеп килгәндәр. Юлды белер өсөн бер ғәрәптән Ҡәғбәтулланың ҡайһы яҡталығын һорағандар. Ул күрһәткән тарафҡа килә торғас, үҙебеҙҙең ”төнәүгес”те (ҡунаҡхана тигәнебеҙгә шул атама тап-таман) күреп ҡалғандар.
   Имен-аман хажыбыҙҙың мөһим өлөшөн тамамлауыбыҙға ҡыуанып, йоҡларға яттыҡ. Әммә бер аҙҙан быуыла-быуыла йүткереп килеп торҙом да тиҙерәк беренсе ярҙамсыма әүерелгән бәләкәй генә һауытҡа үрелдем — аҡ шыршы майын әжәлгә дарыу кеүек хөрмәтләргә күнегелде. Ярты балғалаҡ шәкәр ҡомона 4—5 тамсы тамыҙаһың да йотаһың. Артынан һыу эселмәй. Мөсәлиә апай өйрәтте быны. Шундай мөғжизә өсөн Хаҡ тәғәләгә рәхмәттәр әйтә-әйтә, тыуған яғыбыҙҙың шифалы ағас майын бөтәбеҙ ҙә бик теләп файҙаландыҡ.
                                                         Мәккә менән хушлашыу
   Иртәгәһенә беҙ ҡот осҡос хәлдәр тураһында ишеттек. Ғәрәсәт ҡупҡас, джәмрәттәр яғындағы тауҙан ҙур-ҙур һарыҡташтар ҡубарылып, кешеләр өҫтөнә тәгәрәгән, халыҡ ағымы буталанып, тапаш-иҙеш киткән, бик күптәр күперҙән осоп төшкән. Рәсми белдереүҙәренсә, ике йөҙҙән ашыу хажи һәләк булған, ти. Кем белә инде ысын иҫәбен.
   Беҙҙекеләр был саҡта барып етеп кенә барған, полицейскийҙар уларҙы кире борған. Ҡайтһалар, беҙҙең сатырҙар эсендә муйынғаса һыу, ярлы ғына, меҫкен урам сауҙагәрҙәренең тауарҙары зыянлаған, көслө ҡойон әйберҙәрен осорған, йыйып өлгөрөлмәгәне һыу аҫтында ҡалған. Сатырҙар араһында ҡалын туҡыманан тегелгән шаршауҙар ғына ине, ҡайҙандыр хажиҙарҙың әйбере ағып килгән. Бәләкәй буйлы азиаттар өсөн көслө һалҡын ағым үлемесле булып сыҡҡан — байтаҡ кеше йән биргән. Ярай ҙа шул ғәрәсәт Мөздәлифәлә ҡупмаған да төндә һыу баҫмаған. Йоҡо аралаш иләүерәп, әллә ниндәй хәлдәргә тарыр, ә ҡорбандар күберәк булыр ине.
   ”Иблис хажиҙарға ҡаршы ғәскәрен ебәрер,” — тигән һүҙҙең раҫлығына шунан нисек ышанмайһың. Шайтанға таш атҡан ваҡытта йыл да фәжиғә булып тора бит. Бер йыл сатырҙар янып китеп, ярты сәғәт эсендә ҡола ялан ҡалған. Икенсеһендә ут һүнеп, вентиляция туҡтап, тоннель эсендәге халыҡ бер-береһен тапаған... Был осраҡтарҙы, бәлки, әҙәми заттың иғтибарһыҙлығы менән аңлатырға мөмкиндер ҙә, ғәрәсәт ҡубыуы иһә һис тә кешенән тормай.
   Тағы бер мәртәбә Аллаһы хаҡ тәғәләгә шөкрана ҡылдым — ул көндө һыҙланмаһам, джәмратҡа үҙем барыр инем, ә сәләмәтлегем һалҡын ҡойондо күтәрерлек түгел минең...
   Бөгөн — хушлашыу тәуафы.
   Ҡөръәндә, ер иң тәүҙә Мәккәлә барлыҡҡа килеп, артабан тирә-яҡҡа йәйелгән, тип әйтелә. Тимәк, ер кендеге — Мәккәлә. Хәрәм мәсеткә тәүге көндәге ятһыныуым юҡҡа сыҡҡан инде. Шул тиклем эҫенеп өлгөргәнмен ҡыҫҡа ғына арала, ҡайтҡас үҙәктәрем өҙөлөп һағынырлыҡ эҫенгәнмен. Рухи донъям кендеге ошонда инде хәҙер.
   Тәуаф, сәъи ҡылғанда тормош юлымды нисә тапҡыр энә күҙәүенән үткәрҙем, бығаса ризаһыҙлығың булһа, артабан ризалығыңдан ҡалдырма, Раббым, тип теләнем.
   Мәрүә ҡалҡыулығына килеп баҫҡас, икенсе тапҡыр үмрә хажы үтәгәндә булған хәл иҫемә төштө. Бер-ике урап сығыуға аҙан ишетелде, намаҙлығымды түшәп, ғибәҙәт ҡыла башланым. Шул саҡ аяғы сей ҡутыр бер ир уға баҫты ла үтте. Күңелгә көҙөк булды был. И Раббым, әгәр насар сир булһа, ҡотҡара күр, тип намаҙлығымды сумкама ныҡлап тығып ҡуйҙым. Сәъи тамам булғас, аяҡ кейемемде алайым тиһәм — юҡ намаҙлығым. Ҡайҙа, нисек төшөп ҡалған, һиҙмәнем дә. Апайҙарым да күрмәгән. һөйөнә-һөйөнә яңыһын һатып алдым.
   Ана, беҙҙең менән ҡоштар ҙа тәуаф ҡыла — баш особоҙҙан урап осоп йөрөйҙәр. Мәсеттең икенсе һәм өсөнсө ҡаттарының Ҡәғбәтуллаға ҡараған яғында махсус тректар эшләнгән. Инвалид арбаларында ултырыусыларҙы яҡындары шуның буйлап йөрөтә, күмәк кеше араһында йөрөргә көсө етмәгәндәр ҙә уның менән файҙалана. Үтер ара ғына оҙонораҡҡа сыға, әлбиттә, әммә хәүефһеҙ. Сафа-Мәрүә араһында ла бар шундай бүлемдәр. Ғәриптәр өсөн мәсет ихатаһында намаҙ уҡыр урындар ҙа билдәләнгән.
   Был юлы беҙ Хәрәм мәсеттән хажи-хажиәләр булып сыҡтыҡ. Аллаһы тәғәлә ғәмәлебеҙҙе ҡабул итһен, ризалығында тотһон инде.
   Алып ҡайтырға ун литрлыҡ һауыт менән зәмзәм алам. Уны өс саҡырым самаһы тау үренә күтәреп мендерергә кәрәк әле. Аяғым-билем ауыртһа ла, изге сығанаҡтың тере һыуын яҡындарыма, дуҫтарыма, мохтаж булғандарға нисек тәмләтмәйһең?! Аҡһай-туҡһай ҡайтып барам, туҡтап хәл йыям. Ярты юлда әзмәүерҙәй бер ир туҡтатып һыу һораны. Асыуым килә яҙып ҡуйҙы, әммә тыйылдым, ҡойоп бирҙем — кем белә, бәлки, Алланың һынауылыр.
   Ҡунаҡханала әйберҙәребеҙҙе барлап, Мәҙинәгә китергә йыйынғанда киптерелгән икмәктәремде тотошлайы менән ҡалдырҙым — ике буханканың сиреге лә бөтмәгәйне. Кибеттәрҙә ризыҡ тулып ята, хаҡтары ла беҙҙекенән әллә ни айырылмай. Һөт-ҡатыҡ, һуттар арзаныраҡ та кеүек. Йомортҡа ғына ”тешле” — өс бөртөгөнә 80 һум самаһы һорап торалар ине. Алма менән банан — 32-40 һум самаһы. Хөрмә ҡыйбат — уртасаһының килоһы 80 самаһы, ”пәйғәмбәр хөрмәһе” тигәне 600 һумға ла етә. Ғәрәптәр әсетеп бешерелгән икмәк ашамай, ул мосафирҙар өсөн генә ситтән килтерелә, күрәһең. Һәр хәлдә, телемләп киҫелгән буханкалар (беҙҙә лә бар ундайҙар) 10 реал, йәғни 80 һум самаһы тора. Урындағы халыҡтың икмәге йоҡа ғына әрмән ләүәшен хәтерләтә, сөсө ҡамырҙан майһыҙ ғына бешерелгән көлсә, ҡыҫҡаһы. Элекке йылдарҙа хажда булған кешеләр шуға ла сохарый алырға кәңәш иткәндер әле.
   Бөгөн Мәҙинәгә юл тотасаҡбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ мәсетен зыярат ҡылыу хаж сауабын икеләтә арттыра, тип инана мосолмандар.
   ...Автобусҡа ултырырҙан алда яңынан урамға күҙ ташлап, күңелдән генә Мәккә менән хушлашам. Дөрөҫөрәге, ҡаланы күрелмәне лә тиерлек, сөнки ваҡытыбыҙҙы күберәк Хәрәм мәсеттә үткәрергә тырыштыҡ, таҡырайтҡаным бары ошо урам, юл ыңғай ҡала торған кибеттәр булды. Уның ҡарауы, бөтә донъя, бөтә кешелек менән бергәлек, туғанлыҡ тойғоһо, ҡәлбем-күңелемә нур тултырып, сафланыу, иман нығытыу хисе кисереп хушлашам. Беҙ артыҡ бай булмаған биҫтәлә, фәҡир генә ”төнәгестә” йәшәгәс тә, бөтөн Мәккә тап шундайҙыр, тип уйламайым. Иң мөһиме, бында күңел, иман байлығы хөкөм һөрә. Әйткәндәй, иркә генә үҫеп, иркә генә йәшәлмәгәс, ауырлыҡтарҙы ла фажиғә төҫлө ҡабул итмәнек, ҡайтып баш-күҙ алыу менән һәммә аҙаптар онотолдо. Донъяға сабый бүләк итеү ғазаптарын бәпесен ҡулға алыу менән үк онотҡан әсә шикелле.
   Һағынырмын һине, Мәккә, хаж юлдары! Намаҙлығым төшөп ҡалғас, апайҙарым тағы килеремде юрағайны. Амин, шулай булһын.
                                                             Мәҙинә-Мөнәүәрә
   ”Пустыня” — һүҙ тамырына ҡарағанда бушлыҡ, ҡола ялан-сүллек итеп күҙалланған мөхит ваҡ тауҙар теҙмәһе булып сығыуын әйткәйнем инде. Мәҙинә юлы һәйбәтерәк тәьҫир ҡалдырҙы — пальмалы, зәйтүнле ағаслыҡтар, һыуы кибеп бөткән йылға йырҙалары осраштыра. Таштарҙы онтап тигеҙләнгән үҙәндәр ландшафтты үҙгәртеү буйынса эштәр башҡарылғанын күрһәтә. Илдең нефть магнаттары, моғайын, тәбиғәт шарттарының аяуһыҙлығы менән артыҡ килешеп бармайҙыр.
   Мәҙинә-Мөнәүәрә, ”нурлы Мәҙинә” — шулай тип атайҙар Исламды күтәреп алған, тупрағы пәйғәмбәребеҙҙең ғәзиз кәүҙәһен үҙ ҡосағына ҡабул иткән мәртәбәле был ҡаланы. Үҙ Ватанында пәйғәмбәр булмай, тигән әйтем тап Рәсүлуллабыҙ хаҡындалыр. Күпме ғазаптар кисереп, яфа сигеп, үҙ ҡалаһында йәбер-золом күтәргән Аллаһ илсеһе Мәҙинәлә аңлау- яҡлау таба, арҡадаштарын арттыра, ғәрәптәрҙе милләт, көслө дәүләт итеп туплай. Ул ғына ла түгел, төрлө милләттәргә, илдәргә, ҡитғаларға, быуаттарға таралыр дин, егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫыусылар донъяның иң бөйөк кешеһе тип атарлыҡ рухи-әхлаҡи тәғлимәт ҡалдыра.
   ...Ҡаланың нурын үҙе күренерҙән күпкә алда тоя башланым. Әйтерһең, алда яҡтылыҡ сағылған тоннель эсенән китеп барабыҙ.
   Мәҙинәгә һис ятһыныу тоймай аяҡ баҫтым. Арыу ғына ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Пәйғәмбәребеҙҙең мөбәрәк тауышы яңғыраған, әле уның изге ҡәберен ҡәҙерле ҡомартҡыһы итеп аймаған Нәбиулла мәсете лә ике аҙымда ғына, әммә хатта шул арауыҡҡа ыҡсым ғына икенсеһен ултыртып ҡуйғандар. Рәсүлуллабыҙға хаслашып, уның вәғәздәренә йөрөмәһендәр өсөн дошмандары яҡында ғына ғибәҙәтханалар төҙөгәндәрен уҡығаным бар ине. Хәҙер һәр ҡайһыһында халыҡ тулы, һәр ҡайһыһында пәйғәмбәребеҙ рухына доға ҡылына — хатта яуыз ниәт тә Хаҡ тәғәләбеҙ ҡөҙрәте менән изгелеккә әүерелгән.
   Бында Мәккәләге кеүек ғәрип теләнселәр күренмәй, ҡайһы бер мәҙһәб вәкилдәре шулай уҡ Нәбиулла мәсетен зыярат ҡылыуҙы мотлаҡ һанамай. Ҡара тәнле халыҡтарҙың аҙыраҡ булыуы күҙгә ташланды. Сауҙагәрҙәр араһында ла улар күп түгел. Ә хәнифи сөнни башҡорт, татар өсөн был ғәмәл хаждың айырылғыһыҙ өлөшө, һиммәте.
   Нәбиулла мәсетендә ҡатындар һәм ирҙәр айырым ғибәҙәт үтәй. Күрше апайҙарым тәү килгәндәрендә пәйғәмбәребеҙ ҡәберен зыярат ҡылыу, уның янында намаҙ уҡыу бәхетенә ирешкәндәр, сөнки ул юлы Рәсәйҙекеләрҙе король үҙе ҡабул иткән. Был юлы ул яҡҡа беҙҙе үткәрмәнеләр. Мәсеттең һоҡланғыс ”Йәннәт баҡсаһы” тигән өлөшөндә, ҡәбер янындағы майҙанда уҡыныҡ намаҙҙы. Бында тик иртәнсәк, сабах намаҙынан һуң әҙгә генә индерәләр.
   Арабыҙҙа Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ хәҙистәренең илаһи көсө тураһында хәҙерге фәнни асыштарға таянып китап яҙған ханым бар ине. Яҡташым. Йөҙөнән, күҙенән яҡты нур бөркөлөп тора.
   — Башҡаларға әйтһәм, әллә ни уйларҙар, һеҙгә һөйләйем әле, — тине ул бер көн, ”Йәннәт баҡсаһы”нда осрашҡас. — Мин пәйғәмбәребеҙҙең һынын күрҙем. Башы күккә тейеп тора, аҡ салмалы, ҡаштары ҡуйы, ҡап-ҡара, йөҙө матур. Уға бағышланған намаҙымды тамамлағас, ә хәҙер атайыма уҡыйым, тип уйлауым булды, йылмайып баш ҡаҡты.
   Кешеләргә һөйләргә шикләнеүендә хаҡлыҡ бар. Бындай хәлдәрҙе мистикаға, хатта ”бер төрлөлөк”кә һанаусандар бит. Ә тормош алдыбыҙға бер-бер артлы йомаҡтар баҫтырып ҡына тора. Тик беҙ уларға иғтибар бирмәйбеҙ, йә күрәләтә баш тартабыҙ — ”ысҡынған” тип әйтеүҙәренән ҡурҡабыҙ. Динлелекте наҙанлыҡ менән бер таҡтаға ҡуйыу ҙа дауам итә.
   Республикабыҙҙың бер районында үҙен Алматыла тыуған бөтөнләй икенсе ҡыҙ тип ышандырырға тырышҡан Венера исемле сабыйҙы ата-әсәһе психиатрҙарға йөрөтөп, күпме күҙ йәшен түгә. Аптырағандан Алматы гәзитенә ошо хаҡта яҙып ебәргәндән һуң уйғыр театрынан артист ғаиләһе килеп төшә. Бала тегеләрҙе ата-әсәһе тип таный, хатта фотола ”үҙен” күрһәтә. Ул һөйләгәндәр һүҙмә-һүҙ тиерлек 14 йәшендә үлеп ҡалған Венера (Бәйрәмә) исемле уйғыр ҡыҙының биографияһына тап килә. Быны фән нисек аңлатыр? Башҡа һыйырлыҡ та хәл түгел һымаҡ — әммә был ваҡиғаны ”Йәшлек” гәзите фотолар менән баҫып сығарҙы, телевидениеға ла төшөрөлгән! Ә шундай башҡа осраҡта кемделер, бәлки, психбольницаға ла тығып ҡуйғандарҙыр.
   Индуизмдан айырмалы, динебеҙҙә йән күсеп йөрөүе инҡар ителә. Ғилемле дин әһелдәре иһә әлеге хәлде миңә ошолай аңлатты:
   — Был хәл һәр кешенең яҙмышы ысынлап та яҙылып барғанын иҫбатлай. Аллаһы тәғәлә динһеҙҙәргә тап ошоно белдерер өсөн мөғжизә ебәрә — ”яҙма”ны башҡа берәүҙең аңына һала, йәғни ”кассетник”ҡа икенсе ”кассета” индерелә. Әйткәндәй, башҡортта ”алмашыныу” тигән төшөнсә бар бит ул. Тимәк, ”яҙма” алмашына?
   Хәләл ефетемдең бер туған апаһы Әстерхан ҡалаһында йәшәй. Динле мөхиттә үҫкәнлек эҙһеҙ юғаламы ни — олоғайған көнөндә булһа ла, мәҙрәсәгә йөрөп, изге Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнгән.
   Бер көн шулай мәҙрәсә ихатаһы алдында таныш булмаған мәрйә туҡтата. Бәлки, һүҙ ялғау өсөн генәлер, ислам дине менән ҡыҙыҡһыныуын әйтә, унан инде көтөлмәгән хәбәр һала:
   — Ә бит һинең боронғо бер олатайың Әстерхан эргәһендәге зыяратта ерләнгән.
   Сәлиха апай ышанмай:
   — Юҡ, мин был ҡалала йәшәгән беренсе быуын, Әстерханда һис кемебеҙ булмаған, — тип яуаплай.
   — Яңылышаһың, һин бында осраҡлы түгел. Ҡанбабаңдың ҡәберен ап-асыҡ күрәм, алып барып күрһәтә лә алам. Ғөмүмән, бөгөнгөнән 1600 йылға тиклем нәҫелеңде күҙаллайым, артабан — ҡараңғылыҡ, — ти ҙә, билдәһеҙ ҡатын адресын биреп хушлаша.
   Апай күрәҙәләргә, ырым-хөрәфәткә ышана торған кеше түгел. Теге ханымды эҙләп тә маташмай. Тик тыуған яҡҡа ҡайтҡас, иҫенә төшөрөп, иң оло ағаһына һөйләй.
   — Кемебеҙ булһын инде ул зыяратта, — тип тамамлай апай һүҙен. Тик ағаһының яуабы уны таң ҡалдыра:
   — Нишләп булмаһын?! Борон бер олатайыбыҙ хажға киткән еренән Әстерхан янында вафат булып ҡалған.
   Заманаһы шундай ине бит — ауылдан һөрөлөү хәүефе булғанлыҡтан, партия эшендә мәшғүл бәғзе бер туғандарына һүҙ теймәһен өсөн дә иң ышаныслыларға телдән-телгә тапшырыла килгән был хәбәр мөғжизәле юл менән бөтәбеҙгә мәғлүм ителде. Ағайҙың, бәлки, иҫенә лә төшмәгән булыр ине.
   Донъяла йәшерен ҡалыр һис нәмә булмаҫ, тиҙәр.
   ...Нәбиулла мәсетенә Ҡөръән бүләк итеү йолаһы бар икән. Ҡаршылағы дини китаптар, аудио-видеокассеталар һатылған кибеттән Ҡөръән Кәрим алдым, ниәтемде белгәс, һатыусыһы тәүге биткә махсус мөһөр һуғып бирҙе. Мәсеттә полицейский ҡатын уны рәхмәт әйтеп ҡабул итте лә, төрлө ҙурлыҡтағы баҫмалар тигеҙләп, тыңҡыслап тултырылған махсус этажеркаға һалды. Бындай кәштәләр Хәрәм мәсеттә лә бар ине. Теләүселәр әленән-әле шунан изге китапты алып, сүрәләрҙе сәғәттәр буйы уҡып ултыра. Ғәрәп хәрефтәрен танымауыма шул саҡтағы үкенеүем! Әлдә хәҙер кириллица менән сығарыла сүрә-аяттар. Туған телемдең өн байлығына һөйөнөп, ғорурланып та алдым, бары ”айн” ғына юҡ, ул ҡатылыҡ билдәһе менән ”ғ” араһындағы өн рәүешлерәк. Уҡымышы булған инәй-бабайҙарыбыҙ уны ”ғ” тип әйтеп күнеккән дә инде. Шуға ла беҙҙә ауыҙ тултырып Ғәзиз, Ғабдрахман, Ғәли тип әйтелә, яҙыла. Ә Кавказ, Урта Азия тарафтарында был исемдәр Әзиз, Абдрахман, Али булып яңғырай. Хажда ғына башҡорт хәрефтәре менән сығарылған Ҡөръәнебеҙҙең ни тиклем ҙур ҡиммәт, ҙур хеҙмәт икәнен, уның ысын баһаһын аңланым мин. Төрлө заманда урыҫсаға тәржемә ителгән нөсхәләр, пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлы хаҡындағы китаптар, хәҙистәр, аңлатмалар менән сағыштыра-сағыштыра уҡый торғас, ниһайәт, бөйөк был мираҫ аңлайышлыға әүерелде. һис шикһеҙ илаһиҙан был китап, әҙәми заттан түгел. Әйткәндәй, башҡа илдәрҙең хажиҙары ла үҙ алфавитында сыҡҡан китаптар тотоп, уҡынып йөрөнө.
   Ҡөръән Кәримдең илаһи көсөн үҙ яҙмышында һынаған бер танышым да бар минең. Күп йылдар беләм, яҡындан аралашабыҙ, етмәһә, һуңғы йылдарҙа бер бинала эшләйбеҙ. Бер көндө кабинетыма болоҡһоп килеп инде. Бойоҡ ҡына итеп:
   — Хастаханаға ятам, — тине.
   — Ни булды?
   — Йәшәрменме, ҡалырмынмы — бына шундай ауырыу миндә. Онкологияға һалалар. Радиацияға.
Күңелемде хафа ялмап алды. Ай-һай, был дәрәжәгә еткән сирҙе еңеп буламы икән?! Үҙенә һиҙҙермәһәм дә, уның менән бәхилләшкәндәй ултырып ҡалдым. Шөкөр, терелеп эшенә ҡайтты, хәҙер инде тиҫтә йыллап була был хәлгә.
   — Беләһеңме, Гүзәл, көн дә һөйләмләп кенә ”аятел-көрси” ятлап яттым нурландырыу бүлмәһендә, — тип һөйләне ул аҙаҡ.
   Йәнә ”Көрси”... Ул изге Ҡөръәнебеҙҙең ”Бәҡәрә” сүрәһенә индерелгән һәм иҫ киткес ҡеүәткә эйә икәнлеге мәғлүм ителә. Әгәр кемдер хәжәт өсөн өйөнән сығып, ихластан ”аятел-көрси” уҡыһа, Аллаһы тәғәләнең рөхсәте менән уның һорағаны хасил булыр, иншә Аллаһ, тиелә Ҡөръән тәфсирҙәрендә. ”Хөсәйени” тәфсирендә Хәҙрәти Ғәли раҙыяллаһу ғәнһүҙән риүәйәт килтерелә: ”аятел-көрси” — илле һүҙ. Һәр һүҙендә илле бәрәкәт бар. Һәр өйҙә ”аятел-көрси” уҡылһа, дейеүҙәр һәм бәрейҙәр ул өй әһеленә зарар ирештерә алмаҫтар һәм һәр кем һәр фарыз намаҙҙан һуң ”аятел-көрси” уҡыһа, Аллаһы тәғәлә уға шөкөр итеүсе күңелде насип итер.
   Аяттың ҡөҙрәтен үҙе һынағандан һуң танышым намаҙға баҫты, динде төптән өйрәнә башланы. Тәнде генә түгел, йәнде дауаларға, таҙартырға кәрәк, тип өйрәтә ул үҙе кеүек сиргә тарыусыларҙы.
   ...Аҙан ишетелеү менән намаҙға йүгерәбеҙ, шулай ҙа килеп етеүебеҙгә урындар аҙ ҡала. Һаҡтағы пәрәнжәле ҡыҙҙар рәттәрҙе йышлап, еп һуҙғандай тигеҙләп, хажияларҙы урынлаштырыр яйын таба. Күлдәктәре ҡара туҡыманан тоҡ һымаҡ итеп тегелеп, башын-кәүҙәһен ҡаплап торһа ла, матурлыҡтарын күрһәтә белеүҙәренә һоҡландым — хәрәкәттәре иҫ киткес һығылмалы, нәфис, кәүҙәләре төҙ.
   Колонналарҙың иҫәбе-хисабы юҡ, улар аяттар ырыулы алтын пластиналар менән биҙәлгән. Ҡапыл түшәмдең асыҡ булыуына иғтибар иттем, бая ғына көмбәҙҙең семәрле биҙәктәрен үҙ күҙҙәрем менән күргәйнем дәһә. Мөсәлиә апай көлөп ебәрҙе:
   — Тәүге килгәндә арып, иҙәнгә ятып торғайным, бер саҡ түшәм ҡуҙғалып, күк йөҙө асыла башланы. Әллә үҙемдең ”ҡыйыҡ” шыуа башланы инде, тип торам. Бында көмбәҙҙәр асылмалы итеп эшләнгән.
   Был мәсеттә лә зәмзәм һыуы бирелә. Мәккәлә алып ҡайтырға тип егерме литр алғайным инде, әҙ булыр кеүек тойолдо — туғандар, таныштар күп бит. Рәхмәт төшкөрө, Нура апай йәнә бер аҡыл өйрәтте: ике ҡатлап һалынған целлофан ҡапсыҡтарҙан һыу түгелмәй икән, ташырға ла уңайлы. Шул рәүешле йәнә бер кәнистр тултырҙым.
   Мәҙинәлә тарихи ғибәҙәтханаларҙы, Ухуд тауын зыярат ҡылдыҡ. Тәүләп ҡибла үҙгәртелеп намаҙ уҡылған мәсетте лә күрһәттеләр. Мосолмандар әүәле боронғо ата-бабалары йолаһы буйынса Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете тарафына ҡарап ғибәҙәт ҡыла торған булған, әммә хәҙрәти Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Аллаһы тәғәләнән Ҡәғбәтулланы ҡибла итеүҙе һораған. һәм берҙән-бер көнө ошоға рөхсәт биреүсе аят килгән. Беҙгә күрһәтелгән әлеге мәсеттә намаҙҙы Әл-Аҡсаға ҡарап уҡый башлағандар ҙа, пәйғәмбәребеҙгә ингән аят тураһында ишеткәс, шикһеҙ-бәхәсһеҙ Ҡәғбәтуллаға төбәлеп тамамлап ҡуйғандар.
   Ҡала ситендәге Ухуд тауына артылыуыбыҙ күңелдә яҡты ла, әрнеүле лә кисерештәр тыуҙырҙы. Ун өс быуат элекке тарихты һөйләгән һәр ташына сәхәбәләр ҡаны һеңеп ҡалған бит уның — ошо ҙур булмаған тауҙа Пәйғәмбәребеҙҙең етмеш арҡадашы һәләк булған. Ул заманда, китаптарҙа яҙылғанса, бәлки, бейегерәк тә булғандыр Ухуд — меңәр йылдар дауамындағы һауа торошо, хажға килгән мосафирҙар табаны таштарын онтай, иҫтәлеккә киҫәктәре алып ҡайтыла торғас, ”сүккәндер” был түбә лә Сафа менән Мәрүә кеүек.
   Ҡалҡыуға баҫып, Исламдың тарихында иң фажиғәле көндө күҙ алдына баҫтырырға тырышам. Артта — аҙ-маҙ күләүектәр ялтыраған киң генә йырҙалы йылға. Шунан һыу алып эстеләрме икән яугирҙар? Ярҙарында пальма һәм зәйтүн үҫә. Ул саҡта ла ағастар булғанмы икән? Ҡолағыма сәхәбәләрҙең тәҡбир әйткәне сағылып ҡалғандай тойола.
   Эңерҙә генә ҡунаҡханабыҙға ҡайтып еттек. Автобустан төшөүебеҙгә юл ашаһында арма-торма ҡороп ҡуйылған ҡоймалар артынан таныш ҡатырға ҡумталар тотҡан хажиҙар килеп сыҡты. Бында көнөнә ике-өс тапҡыр тамаҡ ялғар мәлдә күстәнәстәр таратылды. Ирҙәр һәм ҡатындар сираты айырым. Тәүҙә, кешегә эйәреп, мин дә баҫҡылағайным да, аҙаҡ шик тыуҙы — ни тиһәң дә, етеш йәшәйем, бәлки, саҙаҡа алыу ярамайҙыр?! Апайҙарым, мосафирҙарға был хәләл, сөнки аш яраштырыр мөмкинлегебеҙ аҙ, тип өгөтләп ҡараһа ла, бүтәнсә бушлай килгән ризыҡҡа һонолманым.
                                                           Йәнә ике сик аша
   Һуңғы көндәрҙә өйгә алып ҡайтыр бүләктәр эҙләүгә күберәк иғтибар иттек. Ә һатыусылар иңдәребеҙгә һалған мамыҡ шәлдәргә ҡыҙығып, аҡса тәҡдим итеп бер булды. Тотоп ҡарайҙар ҙа тел шартлаталар. Их, үҙебеҙҙең шәлдәр! Ә ниңә, хаж осоронда сауҙа итеү тыйылмаған дабаһа, бәлки, киләсәктә кемдер шундай кәсепкә лә тотонор?!
   Нурлы Мәҙинә менән хушлашыр мәл дә килеп етте. Ҡайтыр алдынан Нәбиулла мәсетендә ике рәҡәғәтле хушлашыу намаҙын уҡып, йәнә изге сәфәр насип булыуын теләнек, ихатаның аҡ мәрмәре буйлап һуңғы тапҡыр семәрле ҡапҡанан сығып киттек.
   Был юлы Өфө төркөмө менән автобусҡа бергә ултырҙым. Автобустар әйтелгәндән күпкә һуңлауына күнегеп тә кителде, башҡалар ҙа үҙҙәрен килгәндәгенән тынысыраҡ тотоуына иғтибар иттем. Бар борсолғаным — һауыттарымдағы зәмзәм түгелмәһен генә инде. Шулай булғылай, тиҙәр. Береһенән-береһе күңелһеҙерәк: ”Ә теге юлы...” — тигән хәтирәләргә ҡолаҡ ҡарп итеп ҡала — быйыл ундай хәлгә ҡалмаҫ өсөн берәм-һәрәм йүгереп барып, ойоштороусыларыбыҙҙың ҡолаҡ итен сәйнәйбеҙ. Уҙған йыл Өфө хажиҙарының багажын Ҡазанға алып китеп, ике аҙнанан ғына кире ебәргәндәр, ти. Быйыл айырым урынлаштырыуҙы талап иттек. һыуҙы ла үҙебеҙ менән алып, ҡул багажы менән бергә урынлаштырҙыҡ. Хәрәкәттә — бәрәкәт, ишетелгәнгә оҡшаш күңелһеҙлектәрҙән ҡотолдоҡ.
   Автобуста үҙебеҙҙекеләр менән Иорданияға тиклем барған юл
һиҙелмәй ҙә ҡалды. Мөхәммәт хәҙрәт ваҡытыбыҙҙы күңелле һәм фәһемле итеп ойошторорға бар тырышлығын һалды. Ғәрәп сүллеге буйлап уҙғанда мөнәжәттәр, боронғо халыҡ көйҙәре лә яңғыраны, ҡыҫҡа ғына вәғәз тотоу оҫталығында ла көс һынаштыҡ. Мин дә динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны хаҡында һөйләп, милләт әсәләр ҡосағында тәрбиәләнә, тип һүҙемде тамамланым да ”Башҡорт иле” тигән шиғырымды уҡыным.

Ҡайҙа — аҙан, һыуҙа — һаҙан,
Усаҡтарҙа ҡайнай ҡаҙан —
Шунда — башҡорт.
Йөҙө — нурлы, иле — муллы,
Табынында бисмиллалы
Һыйлы аш-ҡот.
Иманым тип, ил-ғәмем тип
Ҡанын ҡойған, йәнен ҡыйған —
Аҙаны шул,
Йәйрәп ятҡан тау-далаһын
Иңләп аҡҡан йылғаларҙың
Һаҙаны мул.
Ни мосафир изге уйҙан
Тупһабыҙҙан аша уҙһа —
Ҡаҙан әҙер,
Бабаларҙан шул рәүештә
Йәшәргә тип, эшләргә тип
Ҡалған нәҙер.
Донъяларҙа беҙ юғалған
Ҡәүем түгел, әүен түгел —
Кәмһенмәйбеҙ,
Сит малына, байлығына,
Әллә кемдең ер-һыуына
Ымһынмайбыҙ.
Шөкөр, тибеҙ: тулы — ҡаҙан,
Һыуҙа — һаҙан, моңло — аҙан,
Ныҡлы биле;
Иман сәсһен, дуҫ күбәйтһен,
Торған ерен ожмах итһен
Башҡорт иле!

   Был юлы сиктәрҙе мәшәҡәтһеҙ генә үттек, юлыбыҙ ”ҡыҫҡарҙы”. Әммә Акаба аэропорты бик ”ҡосаҡ йәйеп” ҡаршыламаны, хатта ҡапҡаһынан индереп тә торманы, сөнки самолетыбыҙ килеп етмәгән. Автобустарыбыҙ йырҙаһы тупһа-тупһа итеп бетонланған һыуһыҙ йылға ярында туҡтаны. Ни тәһәрәтхана, ни ышыҡ, ни ҡапҡылап алыр урын юҡ. Мөшкөллөктәрҙе еңеү юлында рәсәйҙәрҙең баш йомро бит инде, бында ла сараһын таптыҡ — һай ғына булһа ла, әлеге йырҙа ҡотҡарҙы. Хажиәләр бер-береһен ҡоймалай-ҡоймалай намаҙға әҙерләнде.
   Әле лә ҡола яланда ғибәҙәт ҡылыу күренеше, аяҙ күк, алыҫта күренгән яланғас тауҙар күҙ алдында. Шул бушлыҡта ла кемдер сәнскеле үҫемлек тапҡан, һабағын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ. Алоэны хәтерләткән, әммә нәҙек оҙон, аҡһыл сәнскәк. Моғайын, үҙе төшөп ятҡан булғандыр, сөнки хаж юлында хатта япраҡ өҙөргә лә, себендәрҙе үлтерергә лә ярамай.
   Ниһайәт, бер нисә сәғәттән беҙҙе бина эсенә үткәрҙеләр. Әйберҙәрҙе тикшертеп бөттөк, буфеттарға байтаҡ килем яһаныҡ, һауа карабына ултырыр сәғәт тә уҙып китте — һис бер иғлан ишетелмәй. Аңлашылыуынса, тағы ”Иҙел” ғәйебе менән шулай оҙаҡ ултырабыҙ икән. Хажиҙар бер аҙ шаулашып та алды.
   Шөкөр, имен-аман ҡайтып еттек. Артыҡ оҙаҡҡа һуҙмай ғына тур-фирма вәкилдәре хажиҙар менән осрашыу үткәреп, туҡланыу хаҡын ҡайтарҙылар, үҙҙәрен аҡлар дәлилдәр килтерҙеләр, сабырлыҡ менән дәғүәләрҙе тыңланылар. һығымта яһарҙар, хаталарын ҡабатламаҫҡа тырышырҙар, тип өмөтләнергә ҡала. Иншалла, шулай булһын, юҡһа, кеше рәнйеше хәйерле тамамланмаҫ.
   ”Хаж оҡшанымы?” — шундай һорау бирәләр таныштарым йыш ҡына. Хаж — үҙенә башҡа, ифрат ауыр һәм яуаплы ғибәҙәт ул, ә ғибәҙәткә мөнәсәбәтле шундай һорау биреп булмайҙыр. Мәгәр һис тә ғәйепләмәйем — улар бары тик динде белмәй, хаж ғәмәле экскурсия, сит илдә йөрөп ҡайтыу кеүегерәк күҙаллана.
   Хаждан башҡа һәммә ғибәҙәтте мосолман, бәҙрәф менән мунсанан ғәйре, үҙе теләгән ерҙә һәм ваҡытта башҡара ала. Оло хаж иһә мотлаҡ Зөлхизә айында һәм мотлаҡ билдәләнгән урында — Ҡәғбәтулла, Хәрәм мәсете, Ғәрәфәт, Мөздәлифә, Мина тарафтарында башҡарыла.
   Гонаһтарҙан таҙарыныу, Исламды нығытыу ғәмәле ул — хаж. Юҡҡамы ни уны йыһат (джихад) — изге һуғыш менән тиңләйҙәр; үҙеңдәге етешһеҙлектәргә, бәндәүи кәмселектәргә ҡаршы һуғыш ул. Ә һуғышта йә еңәһең, йә еңеләһең.
   Минең өсөн йыһат дауам итә. Аҡылымда-зиһенемдә сағымда ошо юлдан тайпылмаҫҡа бар көсөмдө һалырмын, тим Алла бирһә. Ә күҙ алдымда һәр саҡ ер кендеге, иман кендеге — Ҡәғбәтулла булыр. Амин!

                                           Ҡатын-ҡыҙға хажда кәрәкле булырҙай әйберҙәр:

   Аҫтына целлофан яры тегелгән еңел намаҙлыҡ (ҡайҙа һалып уҡыһаң да еңел таҙартыу өсөн);
   дермантин табанса һалынған йөн ойоҡбаштар — тәуаф һәм сәъи үткәндә ифрат уңайлы;
   тышы һыуланмаҫтай йоҡо һырмаһы;
   тәһәрәт алғанда еңен һәм балағын төрөп булырлыҡ йылы эске кейем; зәмзәм һыуы ташыр өсөн еңел, бәләкәй рюкзак; тәуаф, сәъи ҡылғанда аяҡ кейеме, китаптар, доғалар, намаҙлыҡ һалып йөрөрлөк аҫмалы сумка йәки киндер тоҡсай;
   табаны йомшаҡ, түбән үксәле аяҡ кейеме, ”сәпелдәк”; мамыҡ шәл (мин икене алғайным: береһен намаҙлыҡ аҫтына һалырға, йоҡлағанда аяҡҡа урарға, икенсеһен — иңгә, башҡа ябынырға);
   дөйөм ҡулланғанынан башҡа тәһәрәт таҫтамалдары. Мин бик уңайлы ураулы флизилин таҫтамалдар тотондом — һәйбәт йыуыла, тиҙ кибә, кәрәккән һайын яңыһын өҙөп кенә алаһың;
   тән йыуғысы, ныҡ һәм оҙаҡ аңҡымаҫ күҙ һабыны (ҡатын-ҡыҙ хажда хуш еҫле парфюмерия һәм һабындар ҡулланмаҫҡа тейеш), бер ҡулланыр шампундәр;
   аптечка: унда мамыҡ, бинт, марганцовка, йод, аспирин, антибиотиктар, активланған күмер, лейкопластырь, БФ-6 елеме, аҡ шыршы майы (пихтовое масло), водород перекисы һалып алғайным. Гигиена әйберҙәрен әйтмәһәм дә, онотмаҫтар. Оҙайлы ауырыулы кешеләр даими ҡулланыр дарыуҙарын ала;
   ныҡлы бау (кер элер, сумкаларҙы бәйләр һәм башҡалар өсөн); энә, еп, бәләкәй ҡайсы, булавкалар;
киптерелгән икмәк, бал, тоҙ, шәкәр ҡомо, тиҙ бешер туҡмастар, аштар, һарымһаҡ. Берәү хатта бәрәңге алып килгәйне;
   кәмендә 1 литрлыҡ кружка, һыу ҡайнатҡыс, ҡалаҡ, бәке, сәнске.

   Исемлекте ҡыш көнө хажға барырға йыйыныусыларҙы күҙ алдында тотоп төҙөнөм. Эҫе ваҡытта мотлаҡ ҡул сатыры (зонт) кәрәк була, тиҙәр.

                                                      И к е н с е б ү л е к

                                                        ХАЖҒА ЮЛЫМ

                                                          Ҡанундар
   Ғәрәбстан кибеттәрендә иҫерткес эсемлектәрҙең эҙе лә юҡ — бында пәйғәмбәребеҙ заманынан уҡ айыҡлыҡ хөкөм һөрә. Быға нисек өлгәшә алғандар һуң?
   Республика парламентында хәҙер инде дүртенсе саҡырылыш депутатмын. Дини һәм донъяуи ҡанундар айырмаһын һәр күҙәнәгең менән аңлар өсөн етерлек ғүмер...
   Һайлаусылар менән осрашҡанда йыш ҡына, эскелеккә ҡаршы ниңә закон ҡабул итмәйһегеҙ, тиҙәр. Закон менән кешенең ауыҙын тегеп ҡуяһыңмы ни, күңелендә булмағас. Америка, ана, егерменсе йылдарҙа 13 йылға яҡын ”ҡоро закон” тотоп, сигенергә мәжбүр булған. Ҡаҙнанан хәҙерге аҡса менән миллиондарса доллар түгеүҙәре лә бушҡа китә, меңдәрсә кешеләрҙе төрмәгә бикләү, электр ултырғысына ултыртыу ҙа ярҙам итмәй. Бәндәнән килгән законға бәндәнең бик иҫе китеп бармай шул.
   Беҙҙе нимә тип өйрәтәләр һуң? ”Законды боҙорға ярамай, әммә уны урап үтергә мөмкин!” Аллаһы тәғәлә ҡанундарын урап үтеп булмай, боҙорға ғына мөмкин. Ә боҙҙоңмо, язалаусыһын да урап үтеп булмай...
   Мосолман илдәрендә ун өс быуат эсмәйҙәр. Сөнки хәмер эсеүҙе тыйыу Алланан тип беләләр, шул инаныс кешене тыйылырға мәжбүр итә. Ә бит заманында ғәрәптәр ҙә фәхешлеккә, эскелеккә батҡан, тарҡау бер халыҡ булған, ҡатындары йыш ҡына балаһының кемдән икәнен дә белмәгән. Хәмер-шарап исеме генә лә ике йөҙҙән ашыу булған, хатта балалары шарап эсеп үҫкән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эскелектән тулыһынса арыныуҙары мөғжизә түгелме ни — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең өс аятты мәғлүм итеүе еткән?!
   Тыйыусы аят ҡапыл ғына инмәй. Башта, хәмер эсеүҙең файҙаһы ла, зыяны ла бар, әммә зыяны күберәк, тигән аңлатма килә. Был һүҙҙәрҙән һуң бик тәҡүә кешеләр эсеүҙән туҡтай. Икенсе аят — иҫерек килеш намаҙға баҫмаҫҡа! Бер аҙ ваҡыттан һуң ғына Мөхәммәт пәйғәмбәр хәмерҙе бөтәһе өсөн дә һәм һәр ваҡытта ла хәрәм, тип белдергән. Шул аят төшөү менән Мәккә өҫтөндә бик оҙаҡ көндәр хәмер-шарап еҫе аңҡып торған тиҙәр, сөнки һәммә кеше булған эсемлеген сығарып түккән. Пәйғәмбәрҙең яҡындарынан кемдер был сүрә иғлан ителгән ваҡытта шарап эсеп ултырған, шул секундта уҡ ауыҙына яҡын килтергән һауытын атып бәргән, тип теркәп ҡалдырған Ислам тарихсылары.
   Үҙен мосолман тип һанаусылар тулыһынса хәмер ҡоллоғонан азат, тип әйтеп булмай, мәгәр ошондай ғәмәл ҡылғанда уларҙың һәр береһе гонаһ ҡылғанын аңлай.
   Дөрөҫ аңлайыммы-юҡмылыр, минеңсә, әйтелгән өс сүрә менән пәйғәмбәребеҙ эскелеккә ҡаршы көрәште өс этапҡа бүлгән: 1) алкоголдең зыянын аңлатыу; 2) эш урынында, йәмәғәт урындарында тулыһынса хәмерҙән тыйылыу; 3) ошо этаптарҙы үткәс кенә һәммә халыҡты һәр урында эскелектән тыйыу.
   Бәндәүи һәм илаһи ҡанундар тураһында уйланыуҙарым ”Ҡанундар” тигән шиғырымда сағылыш тапты.

Ни ҡөҙрәттән ерҙә йәшәй кеше,
Ни ҡөҙрәттән донъя баш ала,
Ни ҡөҙрәттән бәндә — бәндәгә ҡол,
Ни ҡөҙрәттән бәндә — батша ла?!
Ни ҡанунға буйһоноптар икән
Арма-торма юлдан уҙабыҙ,
Бәндә ҡанундарын боҙмаҫ өсөн
Алла ҡанундарын боҙабыҙ.
Имеш, бәндә көслө, баш бирмәһәң,
Тәҡдирендә уның — баш киҫеү,
Ғәйрәтлегә аҡыл кәрәк түгел —
Упҡында ла, имеш, бар кисеү.
Кисеү барҙыр, әммә ғәйрәт кенә
Йөрөтәме әҙәм балаһын,
Һап-һай ерҙә кисеү тапмағанда
Ниндәй ҡөҙрәт аңды ала һуң?
Мәңгелекте теҙгә бөгөр төҫлө
Ҡанун уйлап бәндә үртәлә,
Ә ҡануны бөгөн таман булһа,
Өр-яңыһы кәрәк иртәгә.
Бөгөнгөгә ярар ҡанун менән
Илгә бәндә итә идара,
Ерҙә Алла тойған бөйөк хаким
Күк әмере килһә — бисара.
Пәйғәмбәрҙәр түгел, фанилыҡта
Ябай бәндә яҙа ҡанундар.
...Үҙе яҙа, үҙе боҙа тора —
Ни үкенес, шундай ҡанун бар.

                                                   Яза — ул иҫкәртеү
   Илебеҙҙә үлем язаһы тыйылғас, быға нисек ҡарауымды һораны бер осрашыуҙа һайлаусыларым. Ҡаршымын, тинем. Законда үлем язаһы булырға тейеш. Ә бына ҡулланыуҙа һаҡлыҡ — быныһы мотлаҡ шарт.
   Үлем язаһын тыйыуҙары булды, төрмәләр енәйәтселәрҙе һыйҙыра алмай, амнистия — ярлыҡау иғлан ителде. Меңдәрсә енәйәтсе иреккә сығарылды. Улар фәрештәгә әүерелеп сыҡтымы ни зиндандан?
   Әлбиттә, хатаһын аңлағандар, яңылыш эләккәндәр ҙә бар араларында. Әммә бөгөнгө шарттарҙа байтағы яңынан енәйәт ҡылып, кире төрмәгә эләгәсәк. Сөнки ул башҡаса йәшәй белмәй, мөмкинлеге лә сикле. Халыҡҡа еңеллек киләме был юл менән? Юҡ, ҡорбандар ғына арта.
   Икенсенән, төрмәгә ултырғандар нимәгәлер йән аҫрарға тейеш тә баһа. Улар етештергән продукция, эшләгән эш үҙҙәренең тәьминәтенә, төрмә хеҙмәткәрҙәрен тотоуға, бина эксплуатациялауға киткән сығымдарҙы ҡаплай алмай. Тимәк, ғәйебе еңелме-ауырмы, тотҡондар берҙәй насар шарттарҙа йәшәргә мәжбүр була.
   Үлем язаһына ҡаршы килеүселәр, имеш, суд яңылыш хөкөм сығарып, ғәйепһеҙ кешеләр язаланған осраҡтар бар, тип дәлилләй. Бындай хөкөм сығарғанда һәм ҡулланғанда һаҡлыҡ, ете үлсәп бер киҫеү мотлаҡ, әлбиттә. Приговорҙың дөрөҫ булмағанына саҡ ҡына шик бармы, язаны кисектерергә була. Әммә закондан был статьяны алып ташлау хата.
   Үлем язаһы барлығын белеү енәйәт яһалыу ихтималлығын сикләй — быны мосолман илдәре тәжрибәһе ныҡлы иҫбатлай. Тимәк, яңылыш яза биреү ихтималлығы ла кәмей.
   Мосолман дәүләтендәге бер башлыҡтан сит ил ҡунаҡтары һорай икән:
   — Закондарығыҙ аяуһыҙ ҡаты. Иренән башҡаға күҙ һалған ҡатындарығыҙҙы таш менән туҡмап үлтереү бик тә ҡырағай күренеш. Әҙәм балаһына хаталаныу хас. Ҡатын-ҡыҙ ҙа тере йән эйәһе, кемгәлер ғашиҡ булыуҙан ҡурсаланмаған, — тигәндәр бер саҡ ҡунаҡтар.
   — Ә һеҙ берәйһенең шул рәүешле язаланғанын ишеткәнегеҙ бармы? — тип һорай Аятулла.
   — Юҡ.
   — Һәм ишетмәҫһегеҙ ҙә. Шәриғәт буйынса бының кеүек ауыр ғәйепләү ташлаған осраҡта шаһиттар һаны дүрттән дә кәм булырға тейеш түгел. Ә кем инде дүрт кеше алдында шундай эш менән булашһын, — тип, йор ғына яуап бирә башлыҡ.
   — Ә улай булғас, үлем язаһының ни кәрәге ҡала?
   — Шәриғәт кешене хөкөм итеүҙән бигерәк, уны яҙа баҫыуҙан иҫкәртеү өсөн бирелгән. Һәр мосолман, бәндә хөкөмөнән ҡотола алһа ла, Алла хөкөмөнән ҡотола алмаясағын белә. Шуға ла шәриғәт тыйғанынан тыйылырға, шаһиттар булмаған хәлдә лә иманын боҙмаҫҡа тырыша.
                                                                Ғаилә — таш кәлғә
   Хаждан кире ҡайтҡанда, Иордания юлында, автобусыбыҙҙағы бер тажик кешеһе беҙҙе, яңғыҙ килгән ҡатындарҙы, шелтәләп алды:
   — Сестры, почему вы приехали одни? Во-первых, это не одобряется религией, во-вторых, у вас нет защиты в лице мужчин — всякое может случиться по дороге, в-третьих, сколько напряженности, нервных потрясений, в-четвертых, сколько физической силы нужно, без подмоги мужчины тоже тяжело...
   Тажиктың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Хаҡ мосолман ”ғаиләм-ҡәлғәм” тип ауыҙ тултырып әйтә ала, сөнки динебеҙҙең һәммә ҡанундары никах нигеҙендәге берлекте яҡлауға, нығытыуға, өммәтте ишәйтеүгә, балаларға лайыҡлы тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән. Исламда ғаилә ҡиммәттәре тураһында матбуғатта байтаҡ мәҡәләләрем сыҡҡаны бар. Шулар иҫемә төштө.
   Исламды хурлаусы дәлил итеп килтерелгән күп ҡатынлылыҡ рөхсәт ителеүе лә ғәмәлдә шул маҡсаттарға хеҙмәт итә. Күп ҡатынлы ғаилә моделен Ислам беренсе булып уйлап сығармаған, киреһенсә, был йәһәттән һис сикләү булмаған йәмғиәттә ҡәтғи ҡағиҙәләр индереп, никах мәсьәләләрен тәртипкә һалған. Әйткәндәй, мормондарҙа әлегәсә ҡатындар һанын сикләү юҡ.
   Беҙҙең яҡтарҙа совет заманында ла ике ҡатын менән йәшәү бөткәне булманы. Бәлки, тауҙар араһында, юлһыҙ яҡтарҙа йәшәүебеҙ дин һаҡланыуға булышлыҡ иткәндер, сөнки хатта 1971 йылда, туйымда әсәйем мине йәйге эҫелә ойоҡ кейҙертеп, яулыҡ бөркәндереп ултыртып ҡуйҙы.
   Нисек кенә булмаһын, бындай берлек һаҡланып килә генә түгел, хатта күбәйә, тик ҡатындарҙың береһе генә ЗАГС-та теркәлә, икенсеһе иһә законһыҙ һымаҡ килеп сыға. һөҙөмтәлә, ундай ғаиләлә донъяға килгән балаларҙың хоҡуҡтары сикләнә. Мәсьәләне һәр яҡлап өйрәнә торғас, күп ҡатынлылыҡ тураһында ҡанун ҡабул итеүҙе яҡлап, мәҡәлә яҙҙым. Ул баҫылып сыҡҡас килгән хаттарҙан өҙөктәр килтерәм:
   ”Ир төҫө күрмәй, икенсе-өсөнсө бисәлеккә барырға әҙер торған ”старая дева”ларҙы ниңә депутат итеп һайлайҙар икән!”
   ”Хурлыҡ, урта быуатҡа кире ҡайтыу!”
   ”Мөхәббәт берәү генә була, ә өс ҡатынға ниндәй мөхәббәт булырға мөмкин?!”
   ”Үҙеңдең иреңә өс бисә алып бир!”
   Эйе, йыш ҡына мине күп ҡатынлылыҡ яҡлы, тип белдерәләр. Ә бит сығыштарымды ентекләп уҡып барған кешеләр, мәҫәлән, ”Известия Башкортостана” гәзитендәге ”Я не за многоженство, а за закон о многоженстве” тигән башҡа һис юғы иғтибар итергә тейеш ине.
   Ҡанундар бит рөхсәт кенә бирмәй, нимәнелер тыя, нимәнелер сикләй. Күп ҡатынлылыҡ төшөнсәһен генә лә һәр кем үҙенсә аңлай: берәүҙәр өсөн — туҡтауһыҙ бисә алыштырыу, икенселәр өсөн — бер юлы бер нисәүһе менән йәшәү. Күренеш бар, ҡануны юҡ. Рәхәт ирҙәргә — бер нәмә өсөн дә яуап тотмай, әммә ҡарт көнөндә ЗАГС-лы ғаиләһен юғалтһа, рәсми теркәлмәгәненән ярҙам да көтә алмай.
   Бына тағы хаттар:
   ”Рәхмәт, Гүзәл ҡәрҙәш, тик маҡсатыңа өлгәшә алырһың, тип уйламайым. Ә кәрәк ине. Үҙемдең яҙмышымдан сығып әйтәм. Ҡатыным ауыр операция кисереп, ғәрипләнеп ҡалды. Балабыҙ юҡ һәм булмаясаҡ та. Ҡатынымды шундай хәлдә ташлап ҡуйырға выжданым етмәй — яратып өйләндем, әле лә яратам. Бер көндө үҙе әйтә: ”Ярай, әлегә һин мине ҡарайһың да, ә үҙеңә бер-бер хәл булһа, нишләрбеҙ? Әллә өйләнәһеңме, балаң минең балам да булыр ине”, — ти. Икәүләп ултырып иланыҡ. Ҡануны булмағас, ҡатын өҫтөнән өйләнеү ҙә әллә ниҙәр килтереп сығарыуы бар.”
   ”Иремдең тәүге ҡатынымын. Яҙылышмай йәшәгәйнек. Айырылышып-нитеп китһәк, фатирымды бүлдерә башлар, тип үҙем әллә ни ныҡышманым. Бер нисә йылдан ауылына ҡайтып китте лә ЗАГС-лап тороп икенсегә өйләнде. Үҙе тағы миңә килеп йөрөй. Уртаҡ балабыҙ ҙа бар, шуға ҡабул итәм. Тик ҡыҙыбыҙ атаһының башҡа балаларынан хоҡуҡһыҙыраҡ булғанына, үҙен кәм тойғанына хәҙер эсем боша. Мираҫ мәсьәләләре, ғаилә башлығы үлеп йә зәғифләнеп ҡалғанда һәр яҡтың бурыстары, хоҡуҡтары, хатта көндәштәрҙең бер-береһенә ҡарата матди, әхлаҡи мөнәсәбәттәре ентекләп эшкәртелгән ҡанун мотлаҡ кәрәк”.
   ”Мин был ҡанунға ҡаршымын, сөнки ул сыға-нитә ҡалһа, һөйәркәләрем ЗАГС-лап алыуҙы талап итә башлаясаҡ, яҡын да ебәрмәйәсәк, һөйәркә булғансы, икенсе йә өсөнсө ҡатын сифатында булһа ла, ирле булырға ынтыласаҡ. Ә былай — хатта үҙҙәре һыйлап, күңелеңде күреп ҡайтара”.
   Матбуғатта бәхәстәр бик ҡуйырған мәлдә хастаханаға эләктем. Врач ханым, кем икәнлегемде белгәс, нәүбәткә килгән бер кистә бала сағында ауыр фажиғә итеп кисергән хәтирәләре менән бүлеште.
   Атаһының иң яратҡан ҡыҙы була Р. Эштән ҡайтыуына ҡаршыһына атылып сығып муйынына һарылғанда: ”И минең ғәзизем, күҙ нурым”, — тип һөйә-һөйә ишектән килеп инеүҙәре әле лә күҙ алдында. Тик берҙән-бер көндө атаһының икенсе бер ҡатын менән мауығыуы мәғлүм була. Ир менән ҡатын айырылыша. Атаһы илап ғәфү үтенһә лә, әсәһенең иремәүен аңлай алмай бала. Өйҙән ҡыуылған ир теге ҡатында йәшәй башлағас та ышана алмай — нисек инде минең һөйөклө атайым һөйөклө әсәйемде ташлай, ниндәйҙер ят апай менән бергә тора, ти?! Ә кем Р. -ны яратыр, күтәреп йөрөтөр, яҡлашыр, йыуатыр?
   Талаш-ғауға шул хәлгә барып етә, атаһы икенсе ҡатыны менән Өфөгә күсергә мәжбүр була. Улар юлға сығырҙы белгәс, Р. ауылдан байтаҡ алыҫтағы паромға тиклем атаһының артынан: ”Китмә, атай, бәғерем, ҡалдырма мине етем итеп”, — тип илай-илай йүгергәнен һөйләгәндә ҡатындың күҙҙәрендә йәш ялтырап ҡалды.
   ”Әгәр тейешле законы булһа, бәлки, әсәйем дә был хәлде еңелерәк кисерер, ғәфү итер, никахтары ла һаҡланыр, ә мин атайлы булып үҫер инем”, — тип тамамланы ул һүҙен.
   ...Мәҡәләләрем баҫылып сыҡҡас, хуплаусылар ҙа, хурлаусылар ҙа, ағыу сәсеп ыҫылдаусылар ҙа әҙ булманы. Бер таныш ағай осраны ла: ”Бында бер ҡатынды аҫрап булмай, ҡайһылай юҡты яҙып ятаһың!” — тип ҡаштарын емереп әрләп ташланы.
   — Һуң, ағай, аҫрай алмаһаң, үзбәк әйтмешләй, мәйелең, кем һине икене-өстө алырға ирекһеҙләй һуң? — тим. Үҙе лә аптырап ҡалды. — Хәлеңдән килһә лә, апай риза булмаҫ ине, көндәш менән йәшәгеһе килеп тормайҙыр инде.
   — Һи-и-и, улай булғас, ни кәрәге бар ҡануныңдың, бер бисә лә көндәш алдыртырға риза булмаясаҡ.
   — Ризалашып йәшәп үк ятҡандар бар шул, ҡанун бына уларға кәрәк. Ғөмүмән, статистиканан сығып ҡарағанда ла теләгән берәү ике-өс ҡатын ала алмаясаҡ.
   Әлбиттә, математика менән баш ҡатырып ултырғыһы килеп тормай инде күптәрҙең, шулай ҙа бик еңел иҫәпләп сығарырлыҡ миҫал килтерәм: 10 ҡатынға 8 ир заты тура килә, тип фараз итәйек. Шуларҙың икәүһе генә икешәр ҡатынға өйләнә ала. Берәүһе өстө алдымы, ҡалғандарына берәр генә тура килә. Ә икәүһе өсәрҙе алһа инде, ике ир хатта ҡатынһыҙ ҡала. Республикабыҙҙа иһә ирҙәр һәм ҡатындар һаны ҡырҡ-илле йәшкә тиклем бер тигеҙ тиерлек, егерме-утыҙ йәш арауығында хатта ир-ат һаны күберәк тә.
   Бына шунан уйлап ҡарағыҙ!
   Динебеҙҙә бындай рөхсәт һуғыш-ҡырылыштар осоронда ғаиләләрҙе ҡурсыу, ҡатындар яҡлаулы булһын өсөн ҡабул ителгән. Рөхсәт — ул мотлаҡ үтәлергә тейеш тигәнде аңлатмай, уның сикләүҙәре күп. Бер нисә ҡатын алыу — йышыраҡ мәжбүрилек, ә ғәмәлдә полигамик ғаиләләр ҡороуҙан тыйырға тырышҡандар. Быны әйтем-мәҡәлдәр ҙә раҫлай: ”Ҡатын өҫтөнә ҡатын — ут өҫтөнә утын. Аты икәүҙең аяғы тынмаҫ, ҡатыны икәүҙең ҡолағы тынмаҫ. Ике ҡатын алғандың дауы — өйөндә.” Ә ҡатындар, айың-көнөң уртаҡ булһын, ирең уртаҡ булмаһын, тип теләгән.
   Ир-аттың бик оҙаҡ йылдар һалдат хеҙмәтендә йөрөүе, яуҙарҙа ҡырылыуы, етмәһә, ҡыҙ баланың ултырып ҡалыуы ғаилә өсөн кәмселек һаналыуы ошондай ғаиләләр ҡоролоуға булышлыҡ иткән. Тәүге ҡатыны ырыуһыҙ булһа йәки сирләһә, мөхәббәтһеҙлек йәки ниндәйҙер физик сәбәптәр арҡаһында икенсе ҡатын алыу хоҡуғы бирелгән. Бынан сығып беҙ, дини һәм милли йолалар тәү нәүбәттә затыңды дауам итеүҙе һәм бала мәнфәғәттәрен күҙәткән, тип иҫбатлай алабыҙ.
   Совет власы дингә ҡаршы көрәш һылтауы менән донъяуи өлкәгә ҡағылышлы ҡанундарҙы ла юҡҡа сығарыуға өлгәшкән. Ә бит батшалар тарафынан беҙҙең халыҡҡа үҙебеҙҙең милли ҡанундар буйынса йәшәргә рөхсәт бирелгән. Көслөк менән бер нисә ҡатынлы ғаиләләрҙе тарҡатыу бығаса айырылыу — оят, ғәрлекле күренеш тип һанап килгән башҡорттоң психологияһына емергес тәьҫир иткән. Закон нигеҙендә мәжбүр итеп айырталар икән, ниңә башҡа осраҡтарҙа ла ошо хоҡуҡты файҙаланмаҫҡа?!
   Дини тәрбиә алған милләттәштәребеҙ быуыны тере саҡта, етмешенсе йылдарға тиклем әле, инерция буйынса ғаилә традициялары ауылда һаҡланып килде. Әммә яман шеш кеүек ҡаныбыҙға инеп ҡалған ҡоротҡос ғәҙәттәр милләтте һаҡлау иммунитетын һындырҙы. Хәҙер айырылыу, никахһыҙ бала табыу, никахҡа тиклем үк енси бәйләнештәргә инеү, сабыйҙарға рәхимһеҙлек, уларҙы балалар йорттарына тапшырыу, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеүселәр һаны торған һайын арта.
   Һүҙ ҙә юҡ, совет осоронда ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын үҫтереү йүнәлешендә күп кенә ыңғай шарттар ҙа тыуҙырылды. Әммә, әгәр бер нисә ҡатын алыу рөхсәт ителгән булһа, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң өй һайын тиерлек яңғыҙ ҡатын зар илап донъя көтмәҫ, ”тыума” исеме күтәргән меҫкен балалар паспорттарында атаһы исемен дә күрһәтеүҙән мәхрүм ҡалмаҫ, халҡыбыҙҙың һаны йүнләп арта алмай миктәмәҫ инек.
                                                         Тәүбә
   Тағы юлдамын. Өләсәйем сәфәр айында тыуҙың тип ҡушҡан исеме — Сәфәрбикә бөтмөшөмә башкөллө тап килер, тип кем уйлаған. Йылдың, тәүлектең, һауа торошоноң, хатта климаттың ниндәйендә генә мосафир тоғо йөкмәп, йортом менән хушлашылмаған, яңы ерҙәр менән танышылмаған. Мәккә менән Мәҙинә араһында шуларҙың береһе, Ғазраил ҡосағын татытҡаны иҫемә төштө.
   ...”Шул кәрәк һиңә!” — был минең үҙ-үҙемә үлер алдынан бышылдаған һуңғы һүҙҙәрем.
   Йәнем шул тиклем дә тәнемде яратмаған икән. Әле генә ошонан да ғазаплыраҡ булыуына ышанмаҫлыҡ ҡот осҡос ауыртыу кисергәйнем, ҡабатлап оторо онтағысыраҡ тулҡын күкрәгемде ҡыҫты, үпкәм алҡымыма килеп тығылды, һәм бөтөнләй ят кешегә әйткән кеүек эске тауыш ишетелде: ”Шул кәрәк һиңә!”
   Шул кәрәк һиңә — тыйғандарымдан, улай ярамай, тип киҫәткәндәремдән тайпылманыңмы ни?! Тайпылдың да мине, йәнеңде, ғазаптарға дусар иттең. һиндә саҡта борсоған донъя мәшәҡәттәрен, тән һыҙлауҙарын, бәндәнең бәндәгә ҡылған этлек-мәкерен, сабыйҙарҙың йәшле күҙҙәрен, һуғыш яландарында йылға булып аҡҡан ҡандарҙы — ғөмүмән, ер кешеһенә, бәндә тәненә хас, ул ҡылған бер генә яманлыҡты ла, хатта изгелекте лә күрмәйем, ҡайғыһына ла, шатлығына ла битарафмын. Бындағы үлсәмдәр бөтөнләй икенсе, шул тиклем рәхәт, тыныс, һиләүәт. Тамуҡ ерҙә ул, бында түгел! Уны һеҙ үҙ фиғелегеҙ менән ҡораһығыҙ.
   Әй, бәндә кәүҙәһе, һин хәҙер нимә генә инде? Минуты-секунды менән үҙгәрә барған химик элементтар тупланмаһы ғына. Тупраҡтан яралдың, яңынан айырым матдәләргә тарҡаласаҡһың да үҙең кеүектәргә ерлек буласаҡһың.
   Саҡырма мине, ерҙә Гүзәл тип йөрөтөлгән тән. Мин һинән арыным. Әй, мине уратып алған аҡ халатлы кешеләр, ебәрегеҙ мине тотҡондан, был онталған тәндең һыҙланыуы шул тиклем дә үҙәктәремә үтә ләһә. Ыҙалатмағыҙ! Кәрәкмәй береһе лә...
   Кем илай унда, кем шул тиклем мине саҡыра? Илдус? Айгөл? Кем һуң улар? Минең киҫәктәрем? Ерҙә ҡалған, әле минән айырылып бөтмәгән киҫәктәрем — ниңә улар шул тиклем әрней, ебәрмәй? Миңә — үҙемә, ҡурсалауыма, яратыуыма мохтаждар, тиһегеҙме?
   Балаларым иҫемә төшкәс, улар хаҡына сей яраға әүерелгән ерҙәге һауытыма әйләнеп ҡайтам — һәр күҙәнәккә кире инеп ултырыуҙарҙың ғазаптары! Күҙ алдыңа килтергең килһә, әле генә сисеп алған бирсәткәңде ташҡа әүерелдереп кире кейеп ҡара — ҡулға йән ингән ғазапҡа ла тормаҫ!
Бәндә тәне, мин һиңә кире ҡайттым. Бер-беребеҙҙе тағы күпме михнәтләрбеҙ... Үтәлеп бөтмәгән бурыстарыбыҙ, бәндәгә ҡылыр изгелектәребеҙ, бүтәндәр фәһем алһын өсөн ҡылыр хаталарыбыҙ барҙыр инде...
   1986 йылдың 20 авгусында автоклуб менән йәйләүҙәргә сығып киткән ерҙән аварияға осрап, бер нисә сәғәт иҫһеҙ ятҡандан һуң ерҙәге тормошомдо өр-яңынан дауам иттем. Яҙғандарымдың береһе лә әҙәби уйҙырма түгел, тап шулай кисерелгән, шулай хис ителгән.
   Аварияға тап булырымды редакцияла ярты йыл элек үк бергә эшләгән ҡыҙҙарға әйткәнмен дә онотҡанмын. Ләкин юлға сыҡҡан һайын, йәнем тығыҙ йомғаҡҡа йомарланып, ниндәйҙер хәүеф һағалағанын тойоуҙан һағая, болоҡһоулана. Тыштан һиҙҙермәһәм дә, ҡотолғоһоҙ бер ҡурҡыныс бына-бына ауыҙына тартып алыр һымаҡ. Һиҙәм, әммә туҡтатыр көс тапмайым.
   Фажиғә көнө юлға йыйынмай инем, подъезға сыҡҡас, эске тауыш: ”Бөгөн хәтәрең алдыңа баҫасаҡ, бар нәмәң тәртиптә булһын,” — тип кире бороп индерҙе. Яңы эске кейемдәр кейеп, сумкамдан артыҡ-бортоҡ нәмәләрҙе сығарып һалып, эшкә киттем. Бәләкәй генә мәҡәлә яҙып тапшырыуыма мәҙәниәт бүлегенән йәйләүҙәргә барып килергә саҡырҙылар — шул рәүешле яғыулыҡ экономиялай инек. Күптәр отпускыла, материал еткереп алып булмаған ваҡыт — киттем. Салонда ел уйнап торғанлыҡтан, бер туҡтағанда водитель ҡатарындағы урынға күсеп ултырҙым, ә күҙем әллә нишләп гел спидометрҙа — тиҙлекте күҙәтәм.
   Байтаҡ урындарҙа булдыҡ, кеҫә дәфтәрем дә тулды, юл ыңғай транспорт тура килгәндә ҡайтып китергә лә булыр ине. Райондың ниндәйҙер бер белгесе ”пирожок” менән килеп сыҡты шул мәлдә. Урын да бар, алып ҡайтырға ла риза, әммә эске тауыш киҫәтә:” Әгәр юлда түңкәрелһәгеҙ, беләһеңме, ғәйепһеҙҙән ниндәй ғәйбәттәр китәсәк!” Ултырманым.
   Алда — иң алыҫ йәйләү, соҡорло-саҡырлы аҙаплы тау юлдары. Агитбригада малсылар алдында концерт ҡуя, мин дә, ҡулыма баян алып, ниңәлер тик һағышлы көйҙәр уйнайым.
Тәнемде ҡурғаш шикелле ауыр йоҡо баҫа. Бер ҡасан да ошо тиклем үлеп йоҡо килгәне юҡ инесе. Шығай ауылына саҡ барып еттек. Тау юлдарынан үткәндә йоҡлау түгел, әҙәм рәүешле тыныслап ултырып та булмай, туп урынына ырғыта-сөйә генә. Ауыл магазины янында туҡтағанда уяу инем әле. Шунан ҡайҙалыр убылғанмын.
   Ҡапыл кемдер яурыныма ҡағылып уятҡандай булды — микроавто- бусыбыҙ тиҙлеген арттыра төшөп, алдан китеп барған ”Беларусь” тракторын уҙырға маташҡан арала тегеһе уйламаған ерҙән, бер ниндәй киҫәтеү-ишараһыҙ тәгәрмәсен алдыбыҙға борҙо ла ҡуйҙы. Алдымдағы тәҙрә быялаһы сайралып ҡойолоп төштө, мине ниндәйҙер көс машина аҫтына алып бәрҙе...
   Ни мөғжизә менән шул көндө Шығайҙағы айҙар буйы өнһөҙ торған телефонға йән ингән дә, шул көндө алыҫ командировкаға китергә тейешле хәләлем сәфәргә сыҡмай ҡалған. Ул үҙе ”тиҙ ярҙам” машинаһын алып килмәһә (ҡала районды хеҙмәтләндермәй, ә райондың берҙән-бер машинаһы икенсе саҡырыу буйынса киткән булған), хәлдәр икенсерәк булыуы ихтимал ине, тинеләр.
   Ә әсәйем шул төндә дүрт ҡыҙынан кеменеңдер бәрәңге өйөмө өҫтөндә ыңғырашып ятыуын төшөндә күреп, йөрәге тулап уянып киткән, иң кесе һеңлемә бер-бер хәл булғандыр, тип хәүефләнгән. Ул нишләптер миңә ниндәйҙер насарлыҡ килеүе мөмкин тип күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Бәлки, үҙем бер ҡасан да бер нигә лә зарланмағанғалыр...
   Хаҡ тәғәлә ярым дәһри булып үҙ алдына баҫыуымдан аяғандыр, тим. Юл ҡағиҙәһен боҙған етем ауыл егетен язанан ҡотҡарыу маҡсатынан, иҫһеҙ сағымда уҡ әле ҡуҙғатылған ”дело”ны ябыуҙы һорап ғариза яҙҙым да, ярты йылға яҫтыҡҡа һалып ҡуйған, сәләмәтлегемде ҡаҡшатҡан был бәхетһеҙлекте оноторға тырыштым. Йәнем тәнемә кире ҡайтҡаны бирле тормошҡа ҡарашым күпкә үҙгәрҙе, Ҡиблам үҙенең ныҡлы урынын биләне. Йәнемә, эске тауышыма һиҙгерерәк ҡолаҡ һалам, тыңламаһам-аңламаһам, язаһын ала торам.
   Беҙ күргән һәм күрмәгән, беҙ тойған һәм тоймаған, аңлаған һәм аңлап еткермәгән барса был Ғаләмде яралтҡан Илаһи көскә һығынып, хәҙер доға урынына тик бер теләгемде ҡабатлайым — йәнем тәнемде бөтөнләйгә ҡалдырып киткәнендә ”Шул кәрәк һиңә!” тиергә яҙмаһын инде бүтәнсә, бәхиллеген биреп китһен...
                                                Ваҡыт аша ”һөйләшеү”
   Ҡәйнәм — боронғо башҡорт муллалары затынан, бик ипле, динле, бөтмөшө менән зыялы ҡатын булды. Өләсәйемдән тиҫтә йылға ғына йәшерәк, уҡымышлы.
   Бала сағымда өләсәйемдән ишеткән илаһи мөнәжәттәрҙе, ҡиссаларҙы яңыртып иҫемә төшөрҙө, дини байрамдар, ҡайнымдың вафатына бағышланған Ҡөръән аштары уның тырышлығы менән ғаиләбеҙҙә күңелле, фәһемле йолаға әүерелде. Шөкөр, балаларым сабый сағынан ошо рухты һеңдереп үҫте.
   Айгөлөбөҙгә дүрт йәш. Ҡайнымдың йылын уҡытабыҙ. Мулла оҙон-оҙон доғалар уҡый, ясин сыға. Ҡыҙыбыҙ ауырыҡһына, көйһөҙләнә. Аңҡы- тиңкеләнеп йөрөй торғас: ”Етер инде, мин бындай йырҙы яратмайым” — тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ҙурая биргәс, иҫенә төшөрһәк, ояла торғайны.
   Тик шул замандан уҡ башкөллө дингә инеп китмәнем әле мин. Китапханала эшләйем. Дингә бәйле ниндәй китап килмәһен — тәнҡит, фашлау рухында. Ғариф Ғөбәй атлы татар яҙыусыһының ”Ҡөръән серләре” тигән бик уҡымлы һәм әсе тел менән яҙылған китабы пәйҙә булды. Заманында мәҙрәсәлә белем алған, изге китаптың эстәлеген белгән был кешенең әҫәре һалҡын һыу ҡойған кеүек тәьҫир итте. Заманы шундай ине, ҡул аҫтындағы китаптар ҙа, абруйлы кешеләр ҙә тик бер нәмәне тылҡыны — Алла юҡ! Мәжит Ғафуриҙың ”Юҡтыр- һың да, алла!” тигән шиғырын ятлап үҫкәнбеҙ ҙәһә...
Ысынлап та, Алла ниңә кешеләргә барыһын да тигеҙ бирмәгән, тигән һорау мине лә шөбһәһеҙ ҡалдырманы. Быға яуапты байтаҡ йылдар уҙғас ҡына таптым.
   Фажиғәгә осраған, ҡаты ауырыуға дусар булғандарҙы әүрәтеп дингә күндереүселәр тураһында әллә күпме тәнҡит мәҡәләләре, ошо юлға инеп китеүселәрҙе ”йомшаҡ башлы”, ”бер төрлөрәк” итеп һүрәтләүҙәр эҙһеҙ ҡаламы ни — ағас башын ел бора, әҙәм башын һүҙ бора, тигәндәй, гонаһлымын, дәһрилек минең дә күңелемә оялай башлағайны. Ә аң төпкөлөндә ”Бар Ул, бар!” тигән уй килке-килке уянып, уйландырып торҙо.
   Ҡәйнәмдең матур сифаттары, сабырлығы, күндәмлеге, аҡыллы тормош фәлсәфәһе, миһырбанлылығы дингә ихтирамымды арттырҙы, үҙемә лә, балаларыма ла өлгө булды.
   Бер һабағын һис тә онотаһым юҡ.
   Матди хәлебеҙ бик шәптән түгел саҡ. Беҙҙән күпкә ауырыраҡ йәшәгән, сирле генә апай эйәләшеп алды. Биҙрәп тә киткәнмендер инде, ҡәйнәмә ошо хаҡта ризаһыҙлыҡ менән әйтеп ҡуйҙым.
   — Тарһынма, килен, бер бешергән ашың уға ла етер, — тимәһенме әбекәйем. — Ана шуның кеүек туғандарыңды ҡара, Алла уларҙы бәндә шәфҡәт күрһәтһен өсөн яратҡан, һауһаҡтары, етештәре һинһеҙ ҙә көн күрер.
   Туҡһан йәшендә, ейәнсәренең туйында бейеп йөрөп, еңел генә донъянан уҙҙы изге йөрәкле ҡәйнәм. Йәш сағында юғалған дини бер китабын ул йыш ҡына йәлләп телгә алыр ине.
   ...Татлы ауылының тирә-яҡта дан тотҡан мәсетендәге манара ауҙарылғас, уға, мулла ҡыҙына, бер комсомол янап китә:
   — Атайың эрбәлүгсәгә хәттем үлгәненә тыныстап йөрөйһөңмө? Һеҙгә лә сират етер, контралар!
Ауылдан һөрөлөү ихтималын белгәс, әсәһе менән ҡәйнәм шул төндә үк, туҙ тубалға тултырып, китаптарын көрткә күмә. Ҡар ирей башлағас эҙләп ҡарайҙар, табылмай китаптар.
   Һуғыш башлана. Ни ғәләмәт, манара ауҙарған ир-аттың береһе лә яу яланынан әйләнеп ҡайтмай.
   Ҡәйнәм олоғайған көнөндә Белоретка күсеп килгәс ауылын һағынып зарыҡты. Әйләнгән һайын Татлыһын һөйләй ҙә тора. Бара алһа, һөйөнөп, йәшәреп китә. Ҡайғыны ла, шатлыкты ла бер самарак, сабыр ғына кисерә белгән, хистәре йөҙөнә сығып бармаған ҡәйнәм бер сәфәренән иһә күҙҙәре осҡонланып, ҡапҡа төбөнән үк йомшаҡ ҡына кеткелдәп көлөп килеп инде:
   — Таптым бит теге китапты, ҡыҙ сағымдан алып ғүмерем буйы илағайным, ҡартлыҡ көнөмдә үҙемә табырға насип иткән Аллам. Унда бит шундай доға бар — кеше үҙ ғүмерендә бер булһа ла тыңларға, уҡытырға тейеш!
   Шул саҡтағы дингә илтифатһыҙлығым — ниндәй доға икәнен яҙып та алмағанмын!
   Нисәмә тапҡыр барған алыҫ туғаны, нисә ингән һарай... Ҡәйнәм йомортҡа алырға тип төнәккә күтәрелгән еренән ҡапыл бер мөйөштә иҫке яҙмаға оҡшаған ҡағыҙ күреп ҡала. Ҡыҙыҡһынып тартып ҡарай һәм... ике ниргә араһына ҡасандыр ҡыҫтырып ҡуйылған теге китабын килтереп тә сығара. Күрәһең, ниндәйҙер сер асылыу, мәғлүмәт килеп инеү өсөн ваҡыты етеүе, тәғәйен шарты кәрәктер. Элегерәк кем тарафынандыр табылып, юҡҡа сығыуы ла мөмкин булған бит ул китаптың. Алла һаҡлаған.
   Тап эйәһенә, дингә ҡапҡалар асылғас, әммә әле китаптар еткелекле түгел саҡта табылыуы үҙе мөғжизә түгелме ни? Ҡайҙан ғына, кемдәр генә килмәне был доғаны тыңларға ҡәйнәм янына.
   Өләсәйем боронғо китаптарын табутына, баш аҫтына һалырға ҡушҡан. Мин киткәс, аяҡ аҫтында әрһеҙләнеп ятмаһын, мыҫҡылланмаһын, тигән. Теләген үтәгәндәр. Ҡәйнәм дә шундайыраҡ ниәттә булған икән. Улымдың намаҙға баҫыуын, дин өйрәнеүен белгәс, инде һөйөнөүҙәре! Атаһынан ҡалған боронғо Ҡөръәнде уға мираҫ итеп ҡалдырҙы.
   Юғала яҙған китап, юғала яҙған быуындар бәйләнеше...
                                                                   ***
   Яҙмаларымды ошо урында тамамлап торам. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә насип итһә, уларҙы дауам да итермен, сөнки хаж сәфәре — илаһи сәфәр, көтмәгәндә-уйламағанда ниндәйҙер хикмәт төҫөндә тәүҙә иғтибар ителмәгән ”ваҡ-төйәк” иҫкә төшә, уйға һала. Улар, бәлки, башҡалар өсөн дә фәһемле булыр.
  Үәғәләйкүм-әссәләм үә рәхмәтуллаһу үә бәрәкәтүһ!