Дингә саҡырыу

                                                                     Дингә саҡырыу

   Пәйғәмбәребеҙҙең төп вазифаһы – дингә саҡырыу булған. Уның вариҫтарының – ғалимдарҙың, муллаларҙың да вазифалары шул уҡ. Мәсет төҙөү, мәжлестәргә йөрөп исем ҡушыу, никах уҡыу ғына түгел. Был ғәмәлдәрҙең барыһының сәбәбе бер – динебеҙгә саҡырыу. Был булмаһа, мәжлескә йөрөгән муллалар файҙаһыҙ булалар. Уларҙы йәштәр көлөп “шурпаедтар” тиҙәр. Ә һәр ысулды ҡулланып, бер генә хәҙисте аңлатһаң да, хатта бер генә кешене булһа ла вәғәзләһәң, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең вариҫтары кеүек булабыҙ.
   Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм беҙгә ғилем генә ҡалдырмаған, ул үҙенең Сөннәтен дә ҡалдырған. (Сөннәт – юл, йәшәү торошо, ынтылышы тип тәржемә ителә.) Ғилем алып, фетнәгә сумыусылар тап ошо икенсеһен, пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләмдең юлын аңламағандар. Ғилем генә етмәй, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең тырышлығы ҡайһы яҡҡа таба булғанын аңларға кәрәк.
   Шуныһы ап-асыҡ — пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм менән осрашҡан халыҡта дуҫлыҡ-татыулыҡ, рәхмәт-мәрхәмәт артҡан. Тауыш-ғауғалар бөткән, тиҫтәләгән йылдар аралашмаған дошмандар бер-беренә ҡул бирешкән.
   Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылғас, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иң беренсе ике халыҡты дуҫлаштырырға керешкән. Мәккә халҡы ҡаты, тупаҫыраҡ, Мәҙинәнекеләр йомшаҡ, яғымлыраҡ булғандар. Улар бер-береһенә өйләнешкәндәр, урта эш ҡылғандар. Төрлө ваҡиғалар булған, ләкин уларҙы пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәр ваҡыт тынысландырып торған. Сөнки динебеҙ – тыныслыҡ дине.
   “Ислам” һүҙенең дә мәғәнәһе “сәләм” һүҙенән икәне мәғлүм. Ә, “Әссәләмү ғәләйкүм” тигән һүҙҙе хатта кафырҙар ҙа киноларҙа “мир вам” тип тәржемә итәләр. “Мир, благоденствие, покой” тип тәржемә ителә. Тимәк ҡайҙа дин булһа, шунды тыныслыҡ килеп урынлаша. Кеше дингә, холҡо яҡшыра, әйткән һүҙҙәрен уйлап һөйләй башлай. Әгәр түрә дингә килһә, коррупция бөтә, иҙән йыуыусы килһә, таҙалыҡ арта...
   Ләкин күптәр үҙен генә белә. Үҙе мәсеткә йөрөй, балалары, яҡындары йөрөмәй. Уларҙы намаҙға баҫтырыуҙы ситкә ҡуя, “үҙҙәре килер әле” ти. Уларҙы дингә өндәүҙең сауабы бик күп икәнен белмәй генә. Ҡайһылар быны аңлап та еткермәйҙер. Ә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән бит:
                                    من أسلم على يديه رجل دخل اجلن
   “Кемдең ҡулынан (дәғүәтенән) исламға берәйһе керһә, йәннәткә керер”. Ожмаһҡа кереүҙең юлы шул! Хәҙер белдегеҙ, тырышығыҙ.
   Кемде лә булһа, мәсеткә ылыҡтырырға тырышығыҙ! Ҡулынан тотоп мәсеткә килтерегеҙ, үҫеп наркоманға, эскесегә әйләнгәс һуң булыр...

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301