Өс йөҙ ҙә өс хәҙис
Беҙ Ҡөрьән Кәримде, изге хәҙистәрҙе белмәй үҫтек. Ҡөрьәндең иң изге китап икәнен, әлбиттә, бәләкәстән күңелебеҙгә һалғайнылар. Хәҙис һүҙен иһә яҙа йоҙа ғына ишеткеләһәм дә, тулы мәғәнәһен ныҡлап аңламай инем. Дини китаптар, ниндәй бөйөк рух донъяһы беҙҙең өсөн бикле булып, тыйылған булып ҡалды.
Күпме йылдар буйы тормошобоҙҙан көсләп айырылған Ҡөрьән, ниһайәт, күңелдәребеҙгә әйләнеп ҡайта башланы. Был изге китаптың башҡортса тәфсире баҫылып сығыу башҡорт милләтенең тормошонда ғына түгел, бөтөн мосолман донъяһында тарихи ваҡиға ул. Йорттарыбыҙға дини китаптарҙың әйләнеп ҡайтыуы, мәсеттәрҙең төҙөлөүе, мәҙрәсәләрҙең асылыуы йәшәүебеҙгә яңы мәғәнә өҫтәй, тормошобоҙҙо нурлыраҡ итә.
Хәҙистәр менән таныша башлай алыуым яҙмышымдағы иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан ул. Әгәр ошо бәхеткә насип итмәһә, был яҡты донъяларҙа ниндәй хазинанан мәхрүм хәлдә йәшәгән булыр инем. Аллаға шөкөр, ғүмер юлым был аҡыллы фекерҙәр, изге кәңәштәр, иң кешелекле теләктәр донъяһын урап үтмәне. Яңы быуат, яңы мең йыллыҡ минең өсөн бөйөк хәҙистәр менән башланды. Уларҙы мин тәү тапҡыр уҡып түгел, ишетеп белдем. Беренсе тыңлағанда ук был хикмәтле һүҙҙәр күңелемде арбаны, зиһенемә уйылып ҡалды. Уларҙы эҙләп табырға, күберәк уҡырға тырыштым. Хәҙистәрҙе шиғри юлдарға һалыу теләге нығына барҙы. Читать далее

