Сихыр һәм күрәҙәселек
Исламдың сихыр һәм күрәҙәселеккә мөнәсәбәте
Барса маҡтауҙар Аллаһға ғына. Һуңғы Пәйғәмбәренә Аллаһтың салауаты һәм сәләме булһын. Һуңғы йылдарҙа, ҡайһы бер илдәрҙә кешеләрҙең наҙанлығынан һәм ышаныуынан файҙаланып төрлө сирҙәрҙе дауалайбыҙ тип күрәҙәселек һәм сихыр менән шөғөлләнеүсе һәм шул юл менән мал йыйыусы ялғансылар күбәйеп киткәнгә һәм был эш Ислам диненә мосолмандарға ҙур зарар килтергәнгә күрә, беҙ был мәсьәләне асығыраҡ аңлатыуҙы кәрәк таптыҡ. Сөнки сихыр — күрәҙәселек кеүек эштәр — Аллаһға һәм Уның Пәйғәмбәренә инанмау, Уларға итәғәт итмәү. Әлбиттә Исламда дауаланыу рөхсәт ителгән. Ләкин мосолман тейешле белеме булған табибҡа (хирург, невропатолог һ.б) мөрәжәғәт итергә тейеш. Сөнки сирҙе дауалау өсөн табиб ауырыуға тейешле диагноз ҡуйып, уны медицина талаптары буйынса ҡулай булған һәм Ислам шәриғәте рөхсәт иткән саралар ҡулланырға тейеш. Бындай дауаланыу Аллаһ Тәғәлә ауырыуҙарҙы бар ҡылған һәм уларға тейешле дауаларҙы ла яратҡан. Белеме булған кешеләр бынан хәбәрҙәр, ә наҙан кешеләр был хаҡта белмәйҙәр. Ләкин Аллаһ Үҙе харам ҡылған нәмәләрҙән ҡолдарына шифа бирмәй. Ауырыу кешегә, үҙенең сирен белеү өсөн йәшерен нәмәләрҙе беләм тейеүсе күрәҙәселәргә барыу тыйыла. Шулай уҡ күрәҙәселәрҙең һүҙҙәренә лә ышанырға ярамай. Сөнки улар йәки ни тура килһә шуны һөйләйҙәр, йәки үҙҙәренә ярҙамға ендәрҙе саҡыралар. Уларҙың йәшерен нәмәләрҙе белеүгә дәғүәләре — иманһыҙлыҡ һәм бик ҙур яңылышыу. Иман Мөслим үҙенең хәҙистәр йыйынтығында хәбәр итеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: „Күрәҙәсегә барып, унан ни булһа ла һораған кешенең 40 көн намаҙы ҡабул булмаҫ". Шулай уҡ Әбү Һурайра (радыяллаһу ғәнһү) еткереүе буйынса Әбү Дауыт Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис- сәләмдең түбәндәге һүҙҙәрен хәбәр иткән; Күрәҙәсегә барып, уның һүҙҙәренә ышанған кеше Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә ингәндәргә (Ислам диненә ) инанмаған була". (Әл- Хаким был хәҙисте дөрөҫ тигән). Читать далее
