Әүлиәләр ҡәберенә...

                                                                     Әүлиәләр ҡәберенә...

                          Әүлиәләр ҡәберенә... табыныр өсөн түгел, хәйер-доға ҡылыр өсөн барабыҙ
     Һуңғы йылдарҙа халыҡтың рухи аҙыҡҡа һыуһаған күңеле дингә тартыла. Ҡасандыр олатай-өләсәйҙәре ихтирамлап һөйләгән ҙур дин әһелдәре — ишандарҙы, суфый әүлиәләрҙе иҫкә ала, уларҙың онотолоп, юғалып бөтә яҙған ҡәберҙәрен төҙөкләңдерә, зыярат ҡыла башланы. Бөтә ғүмерен халыҡҡа дин һәм белем таратыуға, тәрбиә ҡылыуға бағышлаған аҫыл заттарыбыҙҙың хеҙмәттәренең баһаһын көндән-көн нығыраҡ аңлайбыҙ. Ләкин «ишан», «суфый», «әүлиә» һүҙҙәре совет заманында кире, хатта мыҫҡыллау мәғәнәһендә йөрөһә, хәҙерге көндә ҡайһы бер дин әһелдәре лә был төшөнсәләргә үҙҙәренең ошондай уҡ мөнәсәбәтен һиҙҙерә. Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат ҡылыуҙарҙы тыйырға тырышыусылар бар. Яңыраҡ Ауырғазы районының Ҡорманай ауылы мәсетенә бынан ике быуат элек йәшәгән суфый әүлиәһе Йәғәфәр ишандың исеме бирелде. Ошоно ла өнәп еткермәгәндәр булды. Ә бит был тантанала Бөтә Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин үҙе ҡатнашҡайны. Әлеге мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатынан беҙ мөфтөй Тәлғәт Тажетдин хәҙрәткә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек:

     - Хәҙрәт, ислам дине суфый, ишандарға, әүлиәләргә ниндәй мөнәсәбәттә, мәсеттәргә уларҙың исемен биреү яраймы?
     - Бисмиллаһи-иррахмәни рахим. Беҙҙең китаптарыбыҙҙа Аллаһының берлегенә ышанған кешеләр бөтөнөһө лә әүлиә, Аллаһының дуҫы, тиелә. Аллаһының берлегенә ышаныу, ҡушҡандарын үтәү, тыйғандарынан тыйылыу донъяла ла, әхирәттә лә әҙәм балаһын Аллаһ ҡаршыһында юғары дәрәжәләргә күтәрә. Шуның менән бергә айырым кешеләр бар — улар үҙҙәренең изгелектәре, миһырбан шәфҡәтлеҡтәре, ғәмәли ғибәҙәттәре менән Аллаһыға яҡынаялар. Бәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм улар тураһында айырым һөйләне, Ҡөрьән-Кәримдә лә әйтелә — аң була күрегеҙ: Аллаһҡа дуҫ булған кешегә донъяла ла, әхирәттә лә ҡайғы-хәсрәт тә, ҡурҡыныс та юҡ, тиелә. Хәҙис ҡудсийҙа, Аллаһы Тәғәлә әйтә: бер кеше Аллаһының дуҫтарын яҡын күрһә, ул миңә яҡын булыр, ләкин минең дуҫтарыма дошман була торған булһа, ул бәндәгә мин дә дошман булырмын, тиелә.
     Аллаһының дуҫы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән, шәриғәт ҡушҡандарын үтәргә. Ислам диненең биш нигеҙе бар — Аллаһының берлегенә ышаныу, намаҙ, ураҙа, зәкәт биреү, хаж ҡылыу — шуларҙы үтәү. Шуның менән бергә хәрәм- дәрҙән һаҡланыу, ярамаған эштәрҙән тыйылыу. Был — сусҡа итен ашамау, иҫерткес эсмәү генә түгел, янъялдан, ғәйбәттән, яла яғыуҙарҙан тыйылыу. Аллаһының дуҫы булам, тигән кеше ошо ҡағиҙәләрҙе үҙ итергә тейеш. Хәҙис ҡудсийҙа, Аллаһы Тәғәлә әйтә: әҙәм балаһы мин ҡушҡандарҙы үтәгәндән һуң да тағын ғибәҙәттәр ҡылып, миңә яҡынайыр, хатта мин уны һөйәрмен, уның күрер күҙе булырмын, атлар аҙымы булырмын, тотороҡлоғо булырмын. Уға дошман булғанға мин дә дошман булырмын, тиелә. Бына бындай кешеләр нәфел ғибәҙәттәр ҡыла, төндәрен дә намаҙҙарын тороп уҡый, тәһәрәтһеҙ йөрөмәй, һәр саҡ зекерҙә була. Шуның менән бергә улар — түҙемле, сабыр, кешеләргә бик мәрхәмәтле. Ошондай кешеләр ауылдарыбыҙҙа, ҡалаларыбыҙҙа һәр ваҡытта ла йәшәгән. Бөтә илгә, донъяға танылған Зәйнулла хәҙрәт Рәсүлиҙең күпме шәкерттәре булған! Тәҡүәлеге, изгелеге менән танылған. Ундай кешеләрҙе беҙ тауыш биреп әүлиәлеккә күтәрә алмайбыҙ. Ул иҫән ваҡытында уҡ үҙенең ғәмәлдәре, изгелектәре, кешеләргә мәрхәмәт-шәфҡәтлеге менән әүлиә булып таныла. Ә уның ысын әүлиә булғанлығы Аллаһының хозурында мәңгелеккә күскәндән һуң ғына билдәле була.
     Ошондай кешеләр күп булған. Май айында ғына Тәтешле районы Күрҙем ауылында Ғабдрахман хәҙрәттең 150 йыллығын үткәрҙек. Ғүмер буйы халыҡҡа хеҙмәт иткән, дәрестәр биргән, әҫәрҙәр ҡалдырған. 1918 йылда уны большевиктар ҡылыс менән сабып үлтерә. Бөгөнгө көндә лә ундай кешеләр халыҡтың хәтерендә һаҡлана. Йәғәфәр ишан да ошондай заттарҙың береһе — кешеләрҙе дауалаған, күпме ғилем, мәғлүмәт ҡалдырған, күпме шәкерттәре уның эшен дауам иткән. Шуға күрә уларҙың исемдәрен мәсеттәргә биреү — күркәм бер йола. Был — халыҡтың хәтере, тигән һүҙ. Бәйғәмбәребеҙ /с.ғ.с/, донъянан үткәндәрегеҙҙең изгелектәрен иҫкә алығыҙ, кәмселек-хаталарын онотоғоҙ, тигән. Был — әүлиәләргә табыныу түгел, уларҙың хәтерҙәрен күңелдә һаҡлау, уларҙың тормошонан, эшләгән эштәренән, һөйләгән һүҙҙәренән үрнәк алып, үҙебеҙ ҙә шул матур сифаттарҙы кәсеп итергә тырышыу.
     Ҡайһы берәүҙәр әүлиәләрҙең ҡәберҙәренә барыуҙы бидғәт /шәриғәт сиктәренән сығыу, арттырыу/ тип, табыныу итеп ҡарай. Был — һаташыу. Табынырға һис ярамай, әлбиттә. Фәҡәт Аллаһтан ғына туранан-тура ярҙам һорарға тейешлебеҙ. Ләкин «Фәтиха», «Әл- Ихлас» сүрәләрен уҡып, уларҙың рухтары шат булһа ине, тип доға ҡылыу, иҫкә алыу — шәриғәткә тап килә. Бәйғәмбәребеҙ /с.ғ.с/ әйтә, мин һеҙҙе ҡәберҙәргә барыуҙан элек тыя инем /мәжүсиҙәр ваҡытында ҡәберҙәргә барып табыныуҙар, мәйеттәрҙән ярҙам һорауҙар булған/, хәҙер имандарығыҙ сыныҡты, ҡеүәтләнде, шуға күрә зыяратҡа барығыҙ, унда барыу үлемде иҫкә төшөрөр, ти. Үлемде иҫкә төшөргәс, әҙәм балаһы мәңгелеккә күсеүгә, Аллаһының хозурына ҡайтыуға әҙерләнә, гонаһтарҙан, ярамаған эштәрҙән тыйыла башлай.
     - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет дәүерендә халыҡ үҙенең дини остаздарынан, ғилем биреүсе, тәриҡәт таратыусы ишан әүлиәләрен иҫләп, ҡәҙер ҡылыуҙан мәхрүм ителде, уларҙың изге ҡәберҙәре сәсеү ерҙәре аҫтында ҡалды, һөрөп ташланды, таштары, тимер текмәләре урланды. Бөгөн халыҡ ҡасандыр юҡ ителгән изге ҡәберҙәрҙе эҙләп таба, таш ҡуя, төҙөкләндерә, шишмәләрен тәртипкә килтерә. Ләкин үҙҙәрен «дин әһеле» тип иҫәпләгән ҡайһы бер бәндәләр /ваһһабистар ҙа тиҙәр уларҙы/ был ғәмәлдәрҙе «исламға ҡаршы эш» тип баһалай һәм ҡәберҙәрҙең кәртә-таштарын ватып-емереп ташларға ла тартынмай. Асылда кем һуң улар? Ислам диненә һуҡырҙарса бирелгән фанаттармы, әллә, киреһенсә, исламға ҡаршы эш алып барыусылармы?
     - Әйткәнемсә, беҙ хөрмәтле дин әһелдәренең ҡәберҙәренә табыныр өсөн түгел, хәйер-доға ҡылыр өсөн барабыҙ. Улар — остаздар. 1917 йылғы революциянан һуң ун йыл самаһы ғына иркенлек бирелде лә, шунан һуң мәсеттәрҙе вата башланылар, ошондай әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен емерҙеләр, ошоноң менән үҙҙәренсә динде бөтөрөргә аҙапландылар. Ләкин дин барыбер халыҡтың хәтерендә ҡалды бит, Аллаға шөкөр. Динһеҙҙәр дәүере 70 йылдан артыҡ дауам итһә, хәҙер 18-20 йыл эсендә 100-ләгән генә түгел, меңләгән-меңләгән мәсеттәр асылды. Халыҡтың тырышлығы, эшҡыуарҙарҙың ярҙамы, дәүләт ойошмаларының ярҙамы менән эшләнә былар.
     Йыйылышыу насармы ни? Бәйғәмбәребеҙ /с.ғ.с./, Аллаһы Раббым минең өммәтемде һаташыу-аҙашыуға йыймаҫ бер ҡасан да, ти. Ошондай йыйындарҙа кәңәшләшәбеҙ, бер-беребеҙҙән үрнәктәр алабыҙ, аят-доғалар уҡып, тәүбәләр ҡылабыҙ. Бында иман ҡеүәтләнеүҙән башҡа бер нәмә лә юҡ. Кирегә тартыусыларҙың /ваһһабистармы, башҡалармы/ ғәйеп итеүҙәренең төбөндә шул ята: улар, мәйеткә доға ҡылыуҙың файҙаһы юҡ, үлде лә бөттө, тиҙәр. Ә был һүҙҙәрҙе бынан 70 йыл элек динһеҙҙәр, атеистар, коммунистар һөйләне. Уларҙың һүҙе менән быларҙың һүҙе бер булып сыға. Икеһе лә бер тамырлы. Ә бәйғәмбәребеҙҙең /с.ғ.с./ шундай һүҙе бар: әҙәм балаһы йән бирһә, донъянан үтһә, өс төрлө эштән башҡа бөтә ғәмәле киҫелә. Беренсеһе: иҫән ваҡытында дөйөм кешелек донъяһы файҙаланырлыҡ берәй эш эшләп ҡалдырған булһа — ағас ултыртҡанмы, ҡойо ҡаҙығанмы, күпер һалдырғанмы, мәҙрәсә дауамына ярҙам иткәнме — үҙе донъянан үткәс тә, был эштәрҙең әжер-сауабы килеп торор. Икенсеһе: үҙ артынан файҙаланырлыҡ ғилем биреп ҡалдырһа, йә бер һөнәр өйрәткән булһа, шуның менән файҙаланған һайын уға әжере-сауабы артыр. Өсөнсөһө: үҙ артынан изге, хәйерле балалар ҡалған булһа, улар доға ҡылған һайын, әжер-сауабы барыр...
     Ҡөрьән-Кәримдә лә: «Йә раббыбыҙ Аллаһ, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисерһәң ине һәм беҙҙән элек иман менән үткәндәрҙе лә ярлыҡаһаң ине. Күңелдәребеҙҙә иманлы кешеләргә төйөр ҡылмаһаң ине», — тиелә. Был һүҙҙәр үҙе үк мәңгелеккә күскәндәргә доға ҡылырға кәрәклекте һөйләп тора.
     Шуға күрә үҙ заманында бөтә ғүмере буйы халҡыбыҙға дин өйрәткән, файҙалы ғилемдәр биреп ҡалдырған хәҙрәттәрҙе, ишандарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәрен төҙөкләндереп, зыярат ҡылыу, рухтарына бағышлап аят-сүрәләр уҡыу изге ғәмәлдәрҙең береһе...
                                                                                                                               Әлфиә Батталова.

                                                                                                                      Киске Өфө, 2011 йыл, №27