Алдаҡсынан

                                                                           Алдаҡсынан

                                                    Алдаҡсынан... фәрештәләре лә ҡаса
     Алдашыу нимә ул? Был йыш ҡына аңлы рәүештә аралашҡан, телмәр тотҡан ваҡытта сағылып ҡалған ысынбарлыҡты үҙгәртеп күрһәтеү. «Уларҙың күңелендә сир (ике йөҙлөлөк сире) бар. Аллаһ уларҙың был сирен тағын да арттырҙы. Ялған һөйләгәндәре өсөн уларға хәтәр ғазап барҙыр», — тиелә Ҡөрьән-Кәримдә (Баҡара).
     Алдашыу кешенең күңелен боҙоусы рухи ауырыу. Кеше йыш ҡына ниндәй ҙә булһа ярамаған хәлен, йә ысынында нисек бар, шулай күренмәҫ өсөн, йәки ниндәйҙер файҙа алыр, теләгенә тиҙерәк ирешер өсөн алдауға бара. Уның сәбәптәре күп төрлө булыуы ихтимал. Алдашыуҙа күпме насарлыҡ һәм ҡурҡыныс булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр барыбер, көйә күбәләге ҡанаттарын яндырыуына ҡарамаҫтан, утҡа ынтылған кеүек, үҙҙәренең тормошонда алдауға юл ҡуя. Алдауҙың Ҡиәмәт көнөндә үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ итеүен белеү уға был ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡотолорға ярҙам итеүе мөмкин.

     Алдау юлы менән ниндәйҙер уңайһыҙ хәлдән ҡотолған һымаҡ тоя үҙен кеше, әммә был Әхирәттә ҙур яфаларҙың һәм тәрән үкенеүҙәрҙең сәбәбе булыр. Кешенең һәр һүҙе яҙылып бара.
     Ҡөрьәндә әйтелә: «Әҙәмдәрҙең уң яғында (сауаптарын) һәм һул яғында (гонаһтарын) ғәмәлдәрен яҙып барыусы фәрештәләр бар. Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмайынса ҡалмай» («Әл-Ҡаф», 17-18). Шуға күрә үҙенең ҡолдарына мәрхәмәтле Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә иҫкәртә: «Белмәгән нәмәгә эйәрмә. Ҡолағың, күҙең һәм күңелең (һин ҡылғандарға шаһит булып) һине яуапҡа тартыр» («Әл-Исра», 36). Аллаһы Тәғәләнең был күрһәтмәһе буйынса, мөьминдәр һөйләшкән саҡта иғтибарлы булырға, үҙҙәренә мәғлүм булмағанды раҫлап һөйләмәҫкә, кемгә булһа ла үҙҙәренең мөнәсәбәтен белдергән ваҡытта һаҡ булырға тейеш. Был һорау буйынса Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) бер хәҙисендә әйтелә: «Нимә ишеткән, шуның бөтәһен дә яңынан һөйләгән кешегә быны алдау тип һанау ҙа етә».
     Алдаған кеше башҡа берәүгә түгел, ә иң беренсе үҙенә зыян килтерә.
     Ҡөрьәндә әйтелә: «Әгәр ҙә ул ялғанлай икән, ялғаны үҙ башына булһын» («Әл-Мөьмин», 28). Иң беренсе алдау, кеше йөрәген ҡарайтып, уның хаҡ юлына кәртә булып тора. Был һорау буйынса Аллаһтың Бәйғәмбәре: «Алдауҙы дауам иткән ҡол йөрәгендә ҡара нөктә барлыҡҡа килә. Һуңынан был нөктә ҙурая һәм йөрәк тулыһынса ҡара нөктәләр менән ҡаплана. Ундай кеше Аллаһ ҡаршыһында „алдаҡсылар“ тип йөрөтөлгәндәр араһында булыр». Аллаһы Тәғәлә йөрәген ҡара нөктәләр менән бысратҡан кешене тура юлға сығармай.
     Ҡөрьәндең аяты шулай ти: «Шик юҡ, Аллаһ ялғансы һәм инҡарсыларҙы тура юлға баҫтырмаҫ» («Әз-Зүмәр», 3).
     Алдашыу кешене Бәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) айыра. Ғәйшә былай тип һөйләгән: «Бәйғәмбәрҙе ялған ерәндерә ине. Әгәр ҙә уның алдында берәйһе ялғанды һөйләһә, ул уның тәүбә иткәнен белгәнсегә тиклем унан айырылған (уның менән осрашырға, аралашырға теләмәгән)».
Дөрөҫтө һөйләмәгән кешенән фәрештәләр ҙә айырыла. Бәйғәмбәр әйткән: «Ҡол алдаған ваҡытта сыҡҡан насар еҫтән фәрештәләр ҡаса».
     Иман менән алдауҙың бергә булыуы мөмкин түгел. Сафуан бин Сөләймән еткергән: "Бер ваҡыт Бәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) һоранылар: «Мөьмин ҡурҡаҡ була аламы?» «Эйе, булыуы мөмкин». Һуңынан тағы һорау бирелгән: «Мөьмин һаран була аламы?» Бәйғәмбәр (салаллаһу ғәләйһи сәләм) тағы ла: «Эйе, булыуы мөмкин», тип яуап биргән. Унан тағы ла: «Ә мөьмин алдаҡсы була аламы?» тип һорағандар. Был юлы Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи сәләм): «Юҡ, был хәлдең булыуы мөмкин түгел», тип яуап биргән.
     Мосолманда иң яраҡһыҙ сифаттар: ҡурҡаҡлыҡ менән һаранлыҡ булыуы мөмкин, ә ялған ҡәтғи тыйыла. Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) ялғандың кеше өсөн ни тиклем зарарлы һәм унан һаҡланырға кәрәк икәнен күрһәтергә теләп, шундай сағыштырыу килтергән. Хаҡ мосолманда үрҙә килтерелгән сифаттарҙың береһе лә булырға тейеш түгел. Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) әйткән: "Һеҙ мине бер ваҡытта ла һаран, ялған һөйләүсе һәм ҡурҡаҡ итеп күрмәҫһегеҙ. Ғүмәр (радиаллаху анх) әйткән: «Мөьминдең ялған һөйләгәнен күрмәҫһегеҙ», йәғни мөьмингә ялған һөйләү хас түгел. Ялған мөьминде бында ла, ожмахта ла күркәмләмәй. Ҡөрьәндә әйтелә: «Унда буш һүҙ һөйләнмәҫ, ялған- ғәйбәт булмаҫ» («Нәбә»,35).
     Ҡөрьән ялғанды иманһыҙҙар сифаты ти: «Бары тик кәферҙәр генә Аллаһтың аяттарын ялғанға сығара. Бына шулар инде ысын алдаҡсылар» («Нәхел»,105) Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) алдау ике йөҙлөләргә хас икәнен күрһәтә: «Ике йөҙлөләр өс үҙенсәлеккә эйә: һөйләгән ваҡытта алдайҙар, биргән һүҙҙәренән еңел баш тарталар һәм вәғәҙәләрен үтәмәйҙәр, аманатҡа хыянат итәләр».
     Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) сәхәбәләре үҙҙәренең дөрөҫлөгө менән айырылып торған. Бер ниндәй ауыр хәлдәр ҙә уларҙы дөрөҫлөктән сығара алмаған. Әнәс хәҙистәр тураһында әйткәндә былай тип билдәләп үткән: «Валлаһи, беҙ һөйләгәндең барыһын да Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) үҙенән ишетмәнек (беҙ хәҙистәрҙе бер-беребеҙгә өйрәттек), әммә беҙ бер-беребеҙгә бер ҡасанда дөрөҫ булмағанды һөйләмәнек». Кааб бин Мәлик (радиаллаху анх) Табук һуғышында ҡатнашмай Бәйғәмбәрҙе һәм Аллаһты асыуландырған мосолмандарҙың береһе булған. Кааб бин Мәлик үҙенең ғәйебен таныған һәм дөрөҫөн һөйләп биргән. Бының турала ул үҙе былай тип һөйләгән: "Аллаһы Тәғәлә менән ант итәм, Ислам ҡабул иткәндән һуң Ул миңә биргән иң бөйөк ниғмәт — тик дөрөҫтө генә һөйләү, йәғни шулай итеп ул мине ялған һөйләүселәр һәләкәтенән ҡотҡарҙы. Дөрөҫлөк кешенең әхлағын дәрәжәлек һәм абруй менән биҙәй.
    Лоҡман Хакимдән, уның күркәм сифаттарын күҙ алдында тотоп: «Һеҙ нисек юғары аң кимәленә ирештегеҙ?» тип һорауға, ул: «Дөрөҫлөк, ғәҙеллек, ышаныс яулап һәм миңә ҡағылмаған эш менән шөғөлләнмәйенсә», тип яуап биргән.
    Әбү Умама (радиаллаху анх) еткергән: "Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи сәләм) былай тигән: «Мин дөрөҫ булған хәлдә лә бәхәсте туҡтатҡан кешегә ожмах ситендә һарай булырына яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам. Мин хатта шаяртып та ялған һүҙ ыскындырмаған кешегә ожмах уртаһында һарай булырына яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала алам. Үҙенең әхлағын матурлаған һәм нығытҡан кешегә мин ожмахтың иң өҫкө ҡатында һарай булырын үҙ яуаплылығыма алам».
     Был хәҙис аҡыллы мосолманда ошо өс матур сифат булырға тейешлеген күрһәтә. Ни өсөн тигәндә, был өс сифатты яулауы ауыр, Бәйғәмбәр (салаллаһу ғәләйһи сәләм) был өс сифатты яулаған кешене бөйөк бүләк көтәсәген әйтә. Беренсенән, мөьмин дөрөҫ булһа ла кәрәкмәгән бәхәскә ҡыҫылырға тейеш түгел. Кешегә, бигерәк тә еңеп сыҡһа, бәхәстән ҡәнәғәтлек алыу хас. Кем бәхәскә инмәй, үҙенең теләктәрен еңә ала, уға — ожмах ситенән һарай. Икенсенән, мосолман хатта шаяртып ҡына ла ялған һөйләргә тейеш түгел. Кеше шаярырға, башҡаларҙы көлдөрөргә ярата. Һәм шулай ул йыш ҡына алдаша. Ҡарап тороуға бәләкәй генә мәрәкәнең ҙур ғәҙәткә әйләнеүе ихтимал.
     Шулай итеп, аңлы рәүештә ялғандан баш тартыу кешегә ҙур бүләк әҙерләй — ожмах уртаһында һарай. Кешенең рухи үҫеш, әхлаҡ, насар сифаттарҙан арыныу юлында хәрәкәте ҙур көс һәм көрәш талап итә. Быға өлгәшеүселәр бәхетле — уларға ожмахтың иң түрендә һарай.
                                                                                                                  Киске Өфө, 2011 йыл.