Ҡорбан боғаҙлағанда уҡый торған доға бармы?
Мал салғанда Аллаһының исеме менән, уны ҙурлап, ҡорбан ниәте менән: «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр!» – тип ҡорбан салырға ҡушылған. Ҡорбан салған ваҡыттағы доғаларға килгәндә улар төрлө ерҙә төрлөсә. Хәҙистәрҙә был доғалар тураһында хәбәр юҡ тиерлек. Шуға ла «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр! » — тип салып ебәргәндән һуң ниәтләгән кешегә: Йә Аллам ошо ҡорбанымды ҡабул ит тип, үҙ телебеҙҙә әйтһәктә дөрөҫ булыр. Салғандан һуң уҡылған ике рәҡәғәт намаҙ тураһында ла фекерҙәр төрлөсә. Был намаҙҙы ҡорбан ниәтләгән кеше уҡырға тейеш булып сыға, ә салған кеше түгел. Сөнки намаҙҙы һәр кем үҙе өсөн уҡый. Шулай уҡ был хаҡта хәҙистәрҙән мәғлүмәт юҡ. Әлбиттә, нәфел намаҙҙарҙың һауабы бар.
Аллаһ ризалығы өсөн тип ниәтләп ҡорбан салһаҡ беҙҙең өҫтөбөҙҙән бурыс төшә. Бар эш ниәттә. Ә салған һәм салғандан һуң уҡыла торған доғаларға, намаҙға, кем сала, кем салмай, сөннәтле ме?, ҡорбанды һыйпарғамы йәки эргәһендә булыу кәрәкме, итен ни эшләргә, эсәк-ҡарының ҡайҙа итергә, нисек итте өләшергә, мәжлес үткәреү – былар һәр кемдең шәхси эше һәм урындағы йолалар. Аңралыҡтан ҡорбанды мулла салырға тейеш тип, хатта райондың икенсе осона алып барырға маташалар. Мулла мәсеттә алып барған ғәйет байрамын ташлап, был бәндәгә ҡорбан салайым әле тип, китһенме? Бындайҙар берәү генә түгел бит әле — йөҙләгән. Имеш, мулла доға ҡылып, мал салып, намаҙ уҡыһа, ҡорбан ҡабул була. Хатта эргәмә килеп: Малайым намаҙ уҡый, ҡаҙҙарҙы миңә салырға ярамай, һин сөннәтһеҙ, мулла килеп салһын, тип әйтә, — тип, йөрөгәндәрҙә бар. Ҡош-ҡорт ҡорбан була алмай, ә хәләл булһын өсөн ир кеше юҡ икән салырға, салһын ҡатын кеше. Урыҫтарҙын поптары һымаҡ мулла посредникме әллә? Аңлатып ҡат-ҡат әйтәбеҙ: һәр кем Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән ниәтләнеп берәй кешенән, хатта ул намаҙ уҡымаһа ла, йә үҙе салһала ҡорбанды — беренсе тамсы ҡаны ергә етмәҫ борон ҡорбаның ҡабул! Бының өсөн мосолман булыуың етә. Читать далее →