Фатихалы ғаилә

                                                                        Фатихалы ғаилә

                                           Фатихалы ғаилә усағы – Ерҙәге ожмах сағылышы ул
     Бөгөнгө көндә никах тураһында күп кенә бәхәстәр тыуа. Ни өсөн кешеләр йәмғиәттә йәшәргә һәм ғаилә ҡорорға тейеш? Улар айырым ғына йәшәй алмаймы?
     Яңғыҙлыҡ Аллаһы Тәғәләгә хас, сөнки Ул, бөйөк Яралтыусы, ошо өҫтөнлөклө хоҡуҡты барлыҡ йән эйәләренә биргән һәм барыһын да үҙ ише менән яралтҡан. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә яралтҡан бөтә йән эйәләре бер-береһенә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта бөтә йән эйәләренең дә тәбиғәттән үҙ етешһеҙлектәре бар. Аллаһы Тәғәлә яралтҡан бөтә йән эйәләренең бер-береһенә, шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә яралтҡан башҡа йән эйәләренә лә мохтажлығы бар.

     Аллаһы Тәғәләнең бөтә йән эйәләре араһында бигерәк тә кеше үҙ ишенә мохтаж. Сөнки кешенең ихтыяждары һәм теләктәре башҡаларҙың ихтыяждарын күп тапҡырға ашып китә. Ә беҙҙең теләктәребеҙ, ҡағиҙә булараҡ, артҡандан-арта бара һәм бер ваҡытта ла бөтмәй, сөнки кеше һәр ваҡыт рухи яҡтан да, матди яҡтан да етеш йәшәргә теләй. Ә ҡайғы-хәсрәттәр, ярлылыҡ, ғазаптар, ауыр хеҙмәт һәм һөжүмдәр уның тормошон ауырлаштыра ғына. Ундай ваҡытта кеше көслө яурын һәм ҡайнар йөрәк эҙләй.
     Ошоға бәйле, «кеше» аңлатмаһы үҙе үк «енес», «эҫенеү» һәм «дуҫлыҡ» яһалма аңлатмаларынан килеп сыҡҡан. Ошо уҡ уның башҡа кешеләр, бигерәк тә үҙенең ҡәрҙәштәре менән аралашырға мохтаж икәнлеген иҫбатлай. Был ихтыяж кешенең иң төп үҙенсәлеге булып тора һәм уның асылын билдәләй.
     "Беҙ һәр нәмәне ишле итеп барлыҡҡа килтерҙек, ихтимал, һеҙ ҙә уйлап ҡарарһығыҙ" (аз-Зарийат, 49).
     "Ер үҫтергән нәмәләрҙең барыһын да, һәм уларҙың үҙҙәрен дә, һәм улар белмәгән кешеләрҙе лә ишле-ишле итеп барлыҡҡа килтереүселәргә дан!" (Йасин, 36).
     Шулай итеп, Аллаһ ике енес яралтҡан, ләкин шуның менән бергә бер генә йән эйәһен дә икенсеһенә оҡшаш итмәгән. Хатта бер йомортҡалы игеҙәктәр ҙә бер-береһенән холоҡ үҙенсәлектәре буйынса ла, бармаҡ эҙҙәре буйынса ла айырыла. Аллаһы Тәғәлә бөтә йән эйәләрен дә үҙ ише менән яралтҡан һәм уларҙың яҡынайыуы өсөн үҙ-ара тартылыу ҡанунын булдырған. Аллаһ артабан бер-береһен тулыландырһындар өсөн уларҙың физик һәм рухи дәрәжәләрен берләштергән.
     Хәҡиҡәттә, ир кешенең ҡатын- ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа ихтыяжы кешелек нәҫелен дауам итәсәк. Һис шикһеҙ, был берҙән-бер маҡсат түгел, сөнки ныҡлы ғаилә төҙөү менән рухи һәм дөйөм тыныслыҡ, именлек киләсәк һәм ғаилә ағзалары гармонияла йәшәйәсәк. Был бөтә кешелектең төп маҡсаты булып тора ла инде.
     Ә бөтә был бөйөклөктәрҙе тик Аллаһы Тәғәләгә һөйөү аша ғына яуларға мөмкин. Был — ғәҙәти мөхәббәттән Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәткә күсеү ул. Тимәк, был юл өсөн ғәҙәти мөхәббәт мәжбүри шарт булып тора, сөнки ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн беренсе баҫҡыс ул. Әгәр ҙә мөхәббәт енси теләктәр арҡаһында ғына барлыҡҡа килһә, ул хаҡ тойғоларға әйләнә алмай. Хаҡ мөхәббәт — бер-береһен яратҡан ике иштең бер-береһенә илаһи тартылыуы. Бер-береһенә тойғолар менән бәйләнгән йөрәктәр егет һәм ҡыҙҙың тартылыу үҙәге булып, мөхәббәткә тулылана, һәм шул юл менән Аллаһы Тәғәләне яратыу һәләте бирә. Бала тыуыу менән ғаиләлә был һәләт камиллаша һәм уның абруйына әйләнә.
     Кешеләрҙең йөрәгендә Аллаһы Тәғәләгә һөйөү уятыр өсөн Ул ҡушҡан ҡағиҙәләр буйынса никах уҡытырға кәрәк. Ә тик психик һәм физик теләктәр, йән тартыу һәм дәрт буйынса ғына ҡоролған ғаилә, ҡағиҙә булараҡ, тулы мөхәббәт емешен бирә алмай. Бындай ғаиләләрҙән кешенең рухи үҫеше өсөн бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ, сөнки ир менән ҡатын ғәҙәттә үҙҙәренең тән теләктәренең ҡоло ғына булып ҡаласаҡ. Әхлаҡи хәле шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ, эске донъяһы ярлыланасаҡ һәм деградацияға биреләсәк. Камиллыҡҡа һәм рухи бейеклеккә ынтылыусы, йәғни имандарын тулыландырып тороусы ғаиләләр ҙур өлгө булып тора.
     Хәҡиҡәттә, һөйөү менән нурланмаған йөрәктәр, оҙаҡ ваҡыт эшкәртелмәгән, ташландыҡ ергә оҡшаған. Ир менән ҡатын мөнәсәбәте «тупраҡты» эшкәртеп бөтөргә ярҙам итә. Был бер-береңә булған мөнәсәбәт йүнәлеше Аллаһы Тәғәләгә йүнәлгән булырға тейеш, тигәнде аңлата, сөнки ир менән ҡатындың бер-береһенә булған тойғоһо илаһи мәғәнәгә эйә булғанда ғына Аллаһҡа ҡарата мөхәббәткә әйләнеүе мөмкин. Сабый тыуыуы Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәт формалашыуының икенсе этабы булып тора. Шулай итеп, йөрәктәр баҫҡыстан баҫҡысҡа үҫешә килә юғары маҡсатҡа — Аллаһҡа мөхәббәткә өлгәшәсәк һәм Аллаһы Тәғәләнең бәхетлеләре араһында лайыҡлы урын аласаҡ.
     Шуға күрә, йәмғиәт күпкә үҫешкән кимәлгә күтәрелһен, ә ғаиләләр илаһи шатлыҡ һәм бәхеткә ҡойонһон өсөн һәр бер айырым ғаиләлә именлек һаҡлау мөһим. Бының өсөн ир менән ҡатын никахҡа кергән саҡта бер-береһенә Аллаһ исеме менән илаһи мөхәббәткә илтеүсе ант бирәләр. Ә бының өсөн, һис шикһеҙ, бер-береңә хөрмәт, ышаныс, ихласлыҡ кәрәк.

     Никах шул тиклем мөһим мәғәнәгә эйәме?
     Никах — Бәйғәмбәрҙәребеҙҙең юлын ҡабатлау һәм Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәте, ир менән ҡатындың намыҫ ҡәлғәһе, кешенең башҡа йән эйәләренән өҫтөнлөгө.
     Никахта ике ир кеше шаһит булырға тейеш — улар эргә-тирәләгеләргә ир менән ҡатын араһында яңы союз барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итә. Бөтә ниәттәр ҙә шаһиттарға мохтаж булмаһа ла, никахта улар мотлаҡ булырға тейеш. Никах булыуы тураһында эргә-тирәләгеләргә хәбәр итеү төп шарт булып тора, сөнки йәмғиәт был ир менән ҡатынды ғаилә иштәре тип ҡабул итергә тейеш. Юғиһә, никахланмаған йәш егеткә йәки ҡыҙға яңы тәҡдимдәр килеүе мөмкин. Ә рәсми рәүештә никахланған осраҡта бындай хәлдәр булмаясаҡ. Шулай итеп, туйҙар яңы ғаилә барлыҡҡа килеү шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн генә түгел, шулай уҡ йәмғиәткә хәбәр итеү өсөн дә уҙғарыла.
     Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенең бөтә үҙенсәлектәре менән никах Аллаһы Тәғәләнең ҡануны булып тора һәм кешенең өҫтөнлөгөн һәм уның абруйын һаҡлауға тәғәйенләнгән. Шулай итеп, Ислам дине буйынса, никах — ир менән ҡатын араһындағы союздың бөйөк нигеҙе. Ислам был нигеҙгә ҙур әһәмиәт бирә һәм никахһыҙ уҙғарылған башҡа союздарҙан баш тарта. Шуға күрә никахһыҙ булған мөнәсәбәттәр араһында иң ҙуры зина һанала, ул кешелек нәҫелен ҡороторға һәләтле булған, әхлаҡҡа, матурлыҡҡа һәм ғаилә тормошоноң таҙалығына ҡаршы енәйәт һанала. Никах менән килгән бәхетте һәм тыныслыҡты тәртипһеҙ бәйләнештәргә алмаштырыу шул тиклем иҫәрлек булыр.
     Һәр бер халыҡ үҙенең иманы һәм әхлағы менән көслө һәм уларҙың һағында никах тора икәнлеген оноторға ярамай. Шуға күрә Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мосолмандарҙы хаталар ҡылыуҙан һаҡлап: «Иң яҡшы никах — ҡыйын булмағаны», — тип әйткән. Был никахты ҡайһы бер йолалар һәм хөрәфәттәр менән ҡатмарлаштырырға ярамай тигәнде аңлата.
     Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдары тыныслыҡта һәм изге тәртиптә йәшәүен теләй. Никах — изге тәртиптәрҙең нигеҙе. Мосолмандарҙы Шәриғәт ҡанундары буйынса никахлаштырыу Ислам йәмғиәтенең изге бурысы булып тора. Изге китабыбыҙ Ҡөрьән- Кәримдә: «Буйҙаҡтарҙы, ҡолдарығыҙҙы, йәриәләрегеҙҙән (ҡатын ҡолдарығыҙҙан) булғандарҙы өйләндерегеҙ, кейәүгә бирегеҙ. Фәҡир булғандарҙы Аллаһ үҙ ниғмәттәре менән байытыр, иншаллаһ. Ниғмәттәре мул булған һәм бар нәмәне лә белеп тороусы — Аллаһ», — тип әйтелгән ("Ән-Нур, 32).
     Йәштәрҙе никахлашырға саҡырып, был эштә ярҙам итеүселәрҙең баһаһы тураһында бер ғалим: «Кешеләргә бәхетле ғаиләләр ҡорошорға ярҙам итеү — саҙаҡа-джарийа. Был ғаилә ағзалары эшләгән бөтә яҡшылыҡтар уға сауап булып яҙылыр», — тигән.
     Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Әҙәм (ғәләйһиссәләм) менән Һауаның Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән ожмахта башланған һәм киләһе быуындарға бөтә ғаилә мөнәсәбәттәренең өлгөһө булараҡ күсә килгән ғаилә тормошо Ислам ҡанундары буйынса нығытылған була. Ислам ғаилә тормошона йәннәт ҡәнәғәтлеге һәм яҙғы күктең тыныслығын алып килә. Ә был хәлгә өлгәшеү өсөн, ата-бабаларыбыҙҙан өлгө алып, тулыһынса Аллаһы Тәғәләгә һөйөүгә һәм тәҡүәлеккә ҡойонорға кәрәк.
     Ике таныш булмаған кешенең никах менән ғәжәйеп ҡушылыуында йәшерен белемдәр һәм нескә һабаҡ йәшеренгән. Аллаһы Тәғәләнең һөйөүе һәм рәхмәте менән нурландырылған ике йөрәк ҡушылыуы, ата-әсә йортонан килгәндәрҙең күңел йылыһы һәм бер-береңде аңлап йәшәүе... Аллаһы Тәғәләнең ниндәй изге күренеше! Тәрән уйланыуҙар өсөн ниндәй изге сәбәп!
     Аллаһы Тәғәлә мосолмандарға никахты именлеккә юл булараҡ ебәргән, мәңгелек ожмахтың сағылышын Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәте буйынса ҡоролған ғаилә мөнәсәбәттәре ярҙамында ерҙә сағылдырған.
     Кешеләргә лайыҡлы йәшәү рәүеше алып барырға мөмкинлек биргән Ислам дине, ҡатын-ҡыҙға мөһим роль биргән, уны кәмһетеү ҡотолғоһоҙ ауыр эҙемтәләргә алып киләсәк. Ҡатын- ҡыҙ ғаилә бәхетенең һәм именлегенең түренә эленгән гәлсәр шәм кеүек, эргә-тирәһен никах нуры һәм мәрхәмәте менән яҡтыртып тора, сафлығын һәм ғаилә намыҫын һаҡлай, гонаһлы ғәрәсәттәрҙән һәм тулҡындарҙан һаҡлаусы йәшен ҡайтарғыс булып хеҙмәт итә. Бының булмауы киләһе быуындарҙың тулыһынса юғалыуына килтереүе мөмкин, был үҙ сиратында туғандар бәйләнеше өҙөлөүгә сәбәп булып тора һәм һөҙөмтәлә йәмғиәт ҡоролошоноң емерелеүенә һәм фетнә тыуыуына алып килә. Нескә һәм наҙлы тойғолар юғала, хурлыҡ һәм тынысһыҙлыҡ барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә — цивилизация байышының һәм бөтә донъя һәләкәте билдәһе.
     Ҡөрьәндә әйтелгән: «Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар».
     Шулай итеп, ғаилә именлеге өсөн төп шарт булып ир менән ҡатындың бер-береһенә мөхәббәте, ышанысы һәм шәфҡәтлелеге тора

     Үкенескә күрә, ғаилә именлегенә бөтәһе лә өлгәшә алмай. Был Аллаһы Тәғәләнең бөйөк шәфҡәте. Был именлекте яулар өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
     Бәйғәмбәребеҙ (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Ҡатынды дүрт сифат буйынса һайлайҙар: уның байлығы, йәмғиәттәге урыны, матурлығы һәм тәҡүәлеге. Тәҡүәле ҡатынды һайлағыҙ, изгелек күрерһегеҙ!» — тигән. Был хәҙистә буласаҡ кәләш ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге һүрәтләнә. Был шулай уҡ ир-егеткә лә ҡағыла, сөнки һәр бер мөьмин өсөн тәҡүәлектән һуң уның изге эштәре мөһим урын биләргә тейеш. Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Кешенең бөйөклөгө — уның иманында, батырлығы һәм дәрәжәһе — аҡылында, ә матурлығы әхлағында (никах менән һаҡланған) йәшеренгән», — тигән. Шулай уҡ муллыҡ, әҙәп, тәртип кеүек сифаттар менән билдәләнгән ғаилә гармонияһына ла иғтибар итергә кәрәк. Ә ҡалғаны ихтыяр көсөнән һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыуҙан тора. Беренсеһе — шәриғәт ҡанундарын үтәү, ә икенсеһе — иман һәм ғәмәлдең камиллығы. Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарын хөрмәтләгән ғаилә донъялағы бәхеттең нигеҙе һәм беҙҙең Яралтыусыбыҙҙың бөйөк ниғмәте булып тора. Бөтөнлөгө бер-береңде аңлауҙан һәм үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүҙән ғибәрәт булған ир менән ҡатын рухи берлектә йәшәй.
     Беҙҙең заманда «Ир менән ҡатындарҙың роле алмашыныуы, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың — ир-ат, ә ир-аттың ҡатын- ҡыҙ сифатын үҙләштереүе» ғаиләләр тарҡалыуының төп сәбәпсеһе булып тора ла инде. Аллаһы Тәғәлә ир менән ҡатынға, йәмғиәттә уларҙың ниндәй урын тотоуына ҡарап, төрлө үҙенсәлектәр һәм уларҙы бер-береһенән айырып торған физик һәм рухи сифаттар биргән. Ғаиләһен тәьмин итергә тейеш булған ир-егет рух ныҡлығы, түҙемлек һәм билдәле бер кәүҙә үҙенсәлектәренә эйә. Шуға күрә лә ул ғаилә башлығы булып тора.
     Ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы түгел, сөнки был уға физик яфалар һәм михнәттәр алып киләсәк. Уның рухи донъяһы һәм физиологик үҙенсәлектәре ундай һынауҙар өсөн тәғәйенләнмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙың изге бурысы — балаһын ҡарынында йөрөтөү, тыуҙырыу һәм үҫтереү. Шулай ҙа, әгәр шарттар булһа, ул шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килмәгән эштәрҙе башҡара ала, мәҫәлән, Ҡөрьән нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡыта ала.
     Аллаһы Тәғәлә бөтә был үҙенсәлектәрҙе ир менән ҡатын бер-береһен тулыландырып торһон өсөн булдырған, ә рөхсәт ителгән сиктәрҙе боҙоу үҙ сиратында ғаилә именлеген емереүгә алып килә.
     Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғаиләлә «ир — тиран, ҡатын — ҡол» кеүек мөнәсәбәттәр булырға тейеш түгел, сөнки ғаилә ағзаларының береһенең хәле хужа кеүек, ә икенсеһенеке ҡол кеүек булыуы Ислам нормаларына ҡаршы килә.
     Уңышлы һәм бәхетле ғаилә булһын өсөн берҙән-бер шарт — бер-береңә булған һөйөү һәм ихтирам. Шулай ҙа ата-бабаларыбыҙҙың «Ояны инә ҡош ҡора» тигән әйтемен дә оноторға ярамай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙға күпкә яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелгән. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ зирәклеге, тырышлығы һәм фиҙаҡәрлеге ир-егеттәге бындай сифаттарға ҡарағанда күпкә әһәмиәтлерәк, сөнки Аллаһы Тәғәлә әсәгә ата кешегә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ тойғолар һәм дәрәжәләр биргән.
Ошо йәһәттән Исмаил Хаки Бурсеви изге Ҡөрьәндең «ат-Тарик» сүрәһенең 7-се аятында осраған «ат-тараиб» (билдән һәм ҡабырғанан сығыусы) һүҙен тәфсирләгәндә былай тип яҙа: «Әгәр сабыйы һыуға ҡолаһа, әсә кеше, ҡурҡыныс тураһында уйлап та тормай, йөрәге тетрәнеп уны ҡотҡарырға ташлана. Ә ата кеше улай эшләмәйәсәк. Балаһын ҡотҡарыуҙан өмөтөн өҙөп, ул йылға ярына ултырасаҡ һәм булып үткән хәлгә үкенеп, әсе күҙ йәштәрен түгәсәк».
     Әлбиттә, бындай торош тыумыштан бирелгән бөйөк талантын юғалтмаған әсәләргә хас. Әммә балаларын урамда ташлап ҡалдырыусы ҡаты бәғерле, йәнһеҙҙәре лә бар. Улар үҙҙәренең юғары тәғәйенләнешен онотҡан һәм харап булған.
     Әсә кеше физиологик үҙенсәлектәре менән түгел, ә иң беренсе үҙенең рухи сифаттары менән айырылып тора. Әгәр ҡатын-ҡыҙ был сифаттарын юғалтһа, ул әсә булыуҙан туҡтай һәм рәхимлек өлгөһөнә түгел, ә балаһын ашаған арыҫлан-һунарсыға әйләнә. Бындай осраҡта ул нисәмә яҡлаусыһыҙ балаһын үлтерергә мөмкин! Шуға күрә ҡатын- ҡыҙҙар үҙҙәренең әсәлек потенциалын бөтәһенән дә юғары ҡуйып һаҡларға тейеш. Ошо беҙҙе эшләгән ғәмәлдәре өсөн мәңгелек донъяла яуап тотмаған башҡа барлыҡтарҙан айыра ла инде. Ә балаларыбыҙ ниндәйҙер кимәлдә был донъяла беҙҙең аҙымдарыбыҙҙың күрһәткесе булып тора. Шуға күрә әсәләр, балаларына ҡарата үҙҙәренең иң яҡшы әсәлек сифаттарын күрһәтеп, үҙҙәрен мәңгелек тамуҡ утынан ҡотҡарып ҡала. Ошонан күренеүенсә, дини һәм әхлаҡи тәрбиә кешенең барлыҡҡа килеүендә төп критерий булып тора.

     Нәфис затҡа яҡшы мөнәсәбәт
     Ныҡлы ғаилә төҙөр өсөн йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш? Милләт үҙенең ир-егеттәре менән сәскә ата, ә ҡатын-ҡыҙҙар уны камиллыҡҡа еткерә икәнен белеү мөһим. Көслө затһыҙ үҫеш булмаған кеүек, нәфис затһыҙ ҙа сәскә атыу булмаясаҡ. Шуға күрә беҙ, дәүләт ҡатын-ҡыҙҙың камиллашыуына ҡарап үҫешә, тип әйтә алабыҙ. Һәм, киреһенсә, усаҡ һаҡлаусыларҙың деградацияһы арҡаһында милләт үҙенең көсөн юғалта. Бына шуның өсөн дә ныҡлы ғаиләләр төҙөргә кәрәк. Кешелек тарихында быға миҫалдар күп.
     Ғаилә именлеген булдырыу өсөн тәҡүәлек мөһим фактор булып тора. Бында: «Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ», — тигән әйтем бик урынлы булыр. Ҡатын-ҡыҙға яҡшы мөнәсәбәт менән ҡарағанда был ерҙең ожмахҡа, ә уларҙы ихтирам итмәһәң, тамуҡҡа әйләнеүенә Ер менән күк шаһит. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең һуңғы хөтбәһендә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарына ҡарата түбәндәгеләрҙе әйтә: «Эй, кешеләр! Ҡатын- ҡыҙ хоҡуҡтарын хөрмәт итегеҙ! Уларға шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәт күрһәтегеҙ! Ҡатын-ҡыҙға ҡағылған һәр нәмәлә Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ! Аллаһы Тәғәлә һеҙгә һеҙҙең ҡатындарығыҙҙы ышанып тапшырҙы, һәм һеҙ уларҙың намыҫын һәм сафлығын һаҡлағыҙ!» (Сахих Әл-Бухари).
     Ошоға бәйле ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең бөйөк тәғәйенләнешенән — кешелек нәҫеле лайыҡлы дауам итһен өсөн балалар тәрбиәләүҙән тайпылдырыуҙы логик яҡтан да, иман күҙлегенән дә аңлап булмай. Ир ҙә, ҡатын да үҙҙәренең бөтә һәләттәрен һәм сифаттарын тәғәйенләнеше буйынса файҙаланған осраҡта ғына ғаиләлә именлек һәм тыныслыҡ буласаҡ.
     Бына шуның өсөн дә Ислам ҡанундары буйынса әхлаҡ һәм матди яҡтан отошло булған никах уҡыталар ҙа инде. Шулай итеп, идеаль ғаилә төҙөр һәм уны һаҡлар өсөн бик иғтибарлы һәм етди булырға кәрәк. Юғиһә, был никах күп осраҡта айырылышыу менән тамамланған ир менән ҡатындың ғәҙәти бәйләнешенән бер нәмәһе менән дә айырылмаясаҡ. Хәҡиҡәттә, үҙҙәренә ныҡлы дини һәм әхлаҡи нигеҙ булдырмаған ғаилә союздары айырылышыу менән бөтә йәки ҡәбергә тиклем һуҙылған ғазап сынйырҙары менән бәйләнә. Әлбиттә, бер кем дә үҙенә бындай яҙмыш теләмәҫ ине. Аллаһы Тәғәләнең тәхете һелкенеүе тураһында шундай хәҙис бар, унда айырылышҡан кешеләр тураһында иҫкә алына. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Өйләнегеҙ, ләкин айырылышыуҙар менән үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙе емермәгеҙ! Айырылышыуҙарҙан Аллаһы Тәғәләнең тәхете һелкенә...» — тигән.

     Айырылышырға була ла ул...
Төптән уйланылмаған никахтарҙың ҡайғылы эҙемтәләрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Былар бөтәһе лә иң тәү сиратта өй усағында күңел йылыһы тапмай һәм ата- әсәләре тарафынан насар мөнәсәбәттәргә дусар булып, урамдарҙа ышыҡ тапҡан, ошо арҡала алкоголь, наркотиктар һәм башҡа тәрбиәһеҙ тормоштоң тәьҫиренә бирелгән балаларҙа күренә. Былар бөтәһе лә бер ниндәй файҙа килтермәгән ерҙең ташландыҡ өлөшө кеүек йәмғиәт барлыҡҡа килеүгә алып килә.
     Шулай ҙа айырылышыуға ҡарата Исламда мөһим нескәлек бар. Мосолмандарҙың никахы католик диндән, мәҫәлән, шуныһы менән айырыла: католик динендә айырылышыу ҡәтғи рәүештә тыйыла һәм ир менән ҡатын ғүмерҙәре бөткәнсә үҙҙәренең хәле менән риза булырға тейеш. Исламда ике яҡтың береһен ҡәнәғәтләндермәүсе ниндәйҙер хәлдәр килеп тыуа ҡалһа, никах килешеүе яңыһы менән дә алмаштырылыуы мөмкин. Шәриғәт ҡанундары шундай. Ҡаршы осраҡта, айырылышыуға хоҡуғы булмаған уңышһыҙ никах ир менән ҡатын өсөн ғүмерлек ғазапҡа әйләнер ине. Ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡалған парҙар, ахыр сиктә, иреш-талаш һәм нәфрәт батҡағына батыр ине. Ошо сәбәпле Ислам айырылышыуҙы рөхсәт итә һәм был хоҡуҡҡа өҫтөнлөктө ир-егеткә бирә.
     Был ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте буйынса хис-тойғоло булыуы менән аңлатыла. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ үҙе лә айырылышыуҙы талап итеү хоҡуғына эйә. Ислам хоҡуғында был «тәүфуид әл-талаҡ» (айырылышыуға хоҡуҡ бирелеү) тип атала. Хатта бындай шарт ҡуйылмаған осраҡта ла, ҡатын-ҡыҙҙың кәрәк булған осраҡта тейешле рәсми органдарға мөрәжәғәт итергә хоҡуғы бар.
     Шулай итеп, ир менән ҡатын-ҡыҙ бер-береһен ҡәҙерләгән һәм һаҡлаған осраҡта ғына кәрәк булмаған айырылышыуҙарҙан ҡасырға була. Ир менән ҡатындың бәхетле көндәре бер-береһенә булған тоғролоҡ, ихласлыҡ һәм ныҡлы иман ярҙамында барлыҡҡа килгән күңелле хәтирәләр, аралашыу шатлығы, именлек, тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек кеүек илаһи критерийҙар менән үлсәнә. Бер хәҙистә әйтелә: «Әгәр кем дә булһа төн уртаһында ике рәҡәғәт булһа ла намаҙ уҡыр өсөн ҡатынын уятһа, улар икеһе лә Аллаһы Тәғәләне маҡтаусылар булып яҙылыр».

     Ҡатын-ҡыҙ бурысы
     Иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙға төп тәғәйенләнешен — Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәте һәм диндарлығы тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Бының өсөн ғибәҙәт ҡылырға, шулай уҡ хәләл менән харамды айыра белергә тейеш.
     Усаҡ һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙың Аллаһы Тәғәләгә тәкүәлеге һәм хеҙмәте изге эштәр эшләүҙән һәм иренә, балаларына, туғандарына һәм хатта күршеләренә файҙа килтереүҙән тора. Диндар ҡатын бәхет өләшеүсе ожмах сәскәһе кеүек.
     Әһәмиәте буйынса ҡатын-ҡыҙҙың икенсе төп бурысы — үҙенең ирен һәм башка ғаилә ағзаларын бәхетле итеү. Иренә яраған һәм ғаилә именлегенә күләгә төшөрмәгән ҡатын-ҡыҙҙар Аллаһы Тәғәләнең хуплауын ала. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Яҡшы ҡатын ире үҙенә ҡараған саҡта уны ҡыуандыра; уның Шәриғәт буйынса рөхсәт ителгән теләктәрен үтәй һәм ул булмаған саҡта уның намыҫын һәм мөлкәтен һаҡлай», — ти.
     Ҡатын-ҡыҙ үҙенең бөхтәлеге һәм йорттоң таҙалығы тураһында ҡайғырта. Хатта иң ябай ир ҙә үҙен ҡарамаған, тәрбиәһеҙ ҡатындан һыуынасаҡ Шуға күрә ҡатын- ҡыҙ үҙенең ире алдында һәр ваҡыт һөйкөмлө булып күренергә тейеш, юғиһә, ир кәрәкле иғтибарҙы башҡа ерҙә эҙләй башлаясаҡ, ә был үҙ сиратында ғаилә гармонияһы боҙолоуға алып килеүе мөмкин.
     Тәкүәле ҡатын-ҡыҙ эштән ҡайткан ирен йылмайып ҡаршы ала һәм өйҙән оҙатҡанда уның өсөн доға ҡыла, уңыштар теләй. Арығанын иренә һиҙҙермәй, ирен кәмһетмәй.
     Ҡатын-ҡыҙ иренең холок үҙенсәлектәрен, ғәҙәттәрен, нимәләргә өҫтөнлөк биреүен якшылап өйрәнә һәм төрлө хәлдәрҙә уларҙы күҙ уңында тота. Ир-егеткә лә шуны ук эшләргә кәрәк. Киреһенсә булғанда, ир менән ҡатын араһындағы уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар һәм үҙ-ара аңлашыуҙар яйлап юғаласаҡ һәм был уларҙың араһы һыуыныуға алып киләсәк. Бының өсөн иң ауыр ваҡыт — ҡартлык. Ир менән ҡатын бергә йәшәү ваҡытында бер-береһен аңларға тырышмаһа, ғүмер юлы аҙағында уларҙы ауыр яңғыҙлыҡ, һағыш һәм юғалтҡан ваҡыт өсөн үкенеүҙәр көтә.
     Ҡатын иренең изге эштәренә терәк, шулай уҡ уның туғандарын хөрмәт итә. Был инде уларҙың ғаиләһен тағы ла нығытасаҡ.

     Ҡатын-ҡыҙ бурысы
    Һине яратһындар өсөн үҙеңә лә яратырға, хөрмәт итһендәр өсөн үҙеңә лә хөрмәт итергә кәрәк. Алмашҡа яҡшы мөнәсәбәт һәм ихтирам алыр өсөн үҙеңде ҡорбан итергә лә өйрәнергә тура килә. Шик юҡ, аҡыллы ҡатын иренең һөйөүен үҙе яулаясаҡ һәм ғаилә бәхетен үҙе төҙөйәсәк. Тағы ла бер хәҙистә әйтелә: «Әгәр ниндәй ҙә булһа ҡатын үлеп ҡалһа, һәм ире унан риза булһа, ул Ожмахҡа инәсәк». Был хәҙистә ирҙең ғаиләләге урыны һәм ҡатын-ҡыҙҙың әхлағы хаҡында ла, шулай уҡ тоғро ҡатынды ниндәй бүләк көтәсәге тураһында ла әйтелә.
     Тәҡүәле ҡатын иренә мөхәббәттән тыш, уның туғандарына һәм дуҫтарына ла оҡшарға тырышырға тейеш. Был уның тормош юлдашын ҡыуандырасаҡ. Шулай ҙа бер шарт бар: былар бөтәһе лә Шәриғәт рөхсәт иткән шарттарҙан ситкә сығырға тейеш түгел. Бер үҙе ҡалған саҡта, үҙенең намыҫына тап төшөрмәҫ өсөн, ҡатын өйгә иренең ир туғандарын саҡыра алмай. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәр ваҡыт шикле хәлдәрҙән ҡасырға тырышҡан. Ул: «Шикле ерҙәрҙән ҡасығыҙ!» — тигән.
     Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ иренең үҙенә ҡарата мөнәсәбәтенә иғтибар итергә, ниндәйҙер бәхәсле хәл тыуа ҡалһа, был хәл оло ғауғаға әйләнеп китмәһен өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш. Юғиһә, дауамлы һәм етди ыҙғыштар ғаиләләге үҙ- ара аңлашыуға һәм һөйөүгә ҙур зыян килтерәсәк. Бындай хәлдәрҙә ҡатын иренә сабырлыҡ һәм тыныслыҡ менән ҡарарға тейеш. Ә ир һуңынан барыбер үҙенең хатаһын аңлаясаҡ һәм ҡылыҡтары өсөн оялып, ҡатынын тағы ла нығыраҡ хөрмәт итә башлаясаҡ. Әгәр ир ҡатынына ғәҙел булмауын дауам итһә, Шайтан уларҙың һыуынған йөрәктәренә дошманлыҡ һәм ыҙғыш орлоҡтары сәсәсәк.
     Ҡайһы бер хәлдәр онотоусанлыҡ йәки кешеләрҙең хатаһы сәбәпле, йәки уларҙың үҙҙәренең эске тауыштарын ишетеү хәлендә булмауы арҡаһында барлыҡҡа килә. Әгәр ҡатын иренең юғалып ҡалғанын һәм кәңәшкә мохтаж икәнен һиҙеп ҡалһа, ул тулыһынса ҡатынына ышана һәм уның ярҙамына таяна ала икәнлеген иренә аңлатырға тейеш.
     Ҡатын иренең серҙәрен һаҡларға тейеш. Ир менән ҡатын бер-береһен тулыландыра икәнен оноторға ярамай, хатта Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡатындары ла ҡайһы саҡта уға кәңәштәре менән ярҙам иткән.
     Ир менән ҡатын бер-береһен ожмахҡа ла, шулай уҡ тамуҡҡа ла оҙатыусы булып тора. Әгәр тоғро ҡатын үҙенең тәҡүәлеген ҡайғыртһа һәм иренең Шәриғәт буйынса рөхсәт ителгән бөтә теләктәрен үтәһә, ул ожмахҡа эләгәсәк.

     Ир-егеттең бурыстары
     Һәр ғаиләнең нигеҙ ныҡлығы ғаилә башлығының диндарлығынан тора. Тәҡүәле ир-егет — ул үҙенең бурыстарын: ғаиләне тәьмин итеү һәм уны тәрбиәләүҙе теүәл үтәүсе. Бының әсән ир-егет, иң беренсе, аҡыллы, иғтибарлы, тәжрибәле, оҫта, тәрән иманлы һәм юғары әхлаҡлы булырға тейеш.
     Ғаилә ҡорорға ҡарар иткән ир-егет иң беренсе ғаиләһен тик хаҡ юлда тапҡан мәлкәт менән тәьмин итергә кәрәклеген аныҡ белергә тейеш. Ир- егет ғаиләһен торлаҡ, кейем һәм ризыҡ менән тәьмин итә. Әгәр мөмкинлек булһа, ғаилә ағзалары үҙҙәрен хәүефһеҙ тойһон әсән йәшәү урынын яҡшы районда, изгелекле күршеләр янынан һайлай. Ғаиләнең туҡланыуы ла ир-егеттең эшләгән килеменә бәйле. Шуға күрә ул ялҡауланырға, үҙ иңенә кәсә етмәҫтәй эш алырға тейеш түгел.
     Ғаилә башлығы үҙенең ҡатынын һәм балаларын кәм тигәндә ике миҙгел кейеме менән тәьмин итергә тейеш. Байрам, йомаға йәки ниндәй ҙә булһа байрамдарға йәки туйға, шулай уҡ башҡа ҡыуаныслы ваҡиғаларға тәғәйенләнгән күлдәктәр алыу ҙа гонаһҡа инмәй. Сама менән биҙәүестәр тағыу ҙа рөхсәт ителә. Шулай ҙа кейемде махсус рәүештә кешегә күрһәтеү, етмәһә, бүтәндәргә түбәнһетеп ҡарау маҡсатында кейеү Исламда ҡәтғи рәүештә тыйыла.
     Ирҙәр өсөн ебәк кейемдәр кейеү һәм алтын биҙәүестәр (балдаҡ, сәғәт һ.б.) тағыу — харам, юғиһә, әхлаҡ күҙлегенән ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән биҙәүестәрҙе тағыу төрлө көсһөҙлөктәр барлыҡҡа килеүгә алып килә.
     Ҡатыны менән балаларына дини һәм әхлаҡи тәрбиә биреү һәр ир-егеттең изге бурысы һанала. Изге Ҡөрьәндә: «Эй, иманлылар! Кешеләрҙе һәм таштарҙы яндырған уттан үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе ҡотҡарығыҙ...», — тиелә (Әт-Тәхрим, 6). Был изге бурыстың сиктәре һәр йәмғиәт ағзаһының позицияһынан, һәләтенән тора һәм ғаилә эсендәге генә түгел, шулай уҡ бөтә милләт эсендәге мөнәсәбәттәрҙе үҙ эсенә ала, сөнки әйләнә — тирәләге йәмғиәт ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙең нисек ҡоролоуына шулай уҡ тәьҫир итә.
     Һәр ғаилә башлығы бөтә ғаилә ағзаларын Изге Ҡөрьән нигеҙҙәрен өйрәтеүгә, шулай уҡ Аллаһы Тәғәләгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлергә тейеш. Ата- әсәнең балаларына ҡалдыра алған иң ҡиммәтле аманаты — мәңгелек донъяны аманат итеү икәнен оноторға ярамай. Балаларында изге Ҡөрьәнгә һөйөү уятып, уларҙан хафиздар тәрбиәләүсе ата- әсә иң бәхетлеһе.
     Балаларҙы бәйғәмбәрҙәр тормошонан миҫалдар өлгөһөндә тәрбиәләү, шулай уҡ уларҙы мәғәнәһеҙлектән, көфөрлөктән ҡотҡарып, имандарын нығытыу мөһим. Шуға күрә Ҡөрьән өйрәнеү менән бер рәттән, Бәйғәмбәребеҙ (саллалла- һу ғәләйһи үә сәлләм) тормошона ла иғтибар бүлергә кәрәк, сөнки уның тормош юлы мосолмандарҙың изге китабының иң яҡшы тәфсире булып тора. Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәтенә өйрәнер өсөн Уның тормош миҫалынан һәм юғары әхлағынан өлгө алырға кәрәк.
     Ир-егет шулай уҡ үҙенең ғаиләһен төрлө хәүефтәрҙән, мәҫәлән, ғаилә ағзаларының рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәренә насар йоғонто яһаусы шикле дуҫтарҙан һәм таныштарҙан, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙан, түбән сифатлы китаптарҙан һәм баҫмаларҙан һаҡларға тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, ир-егет иңендә ғаиләнең эске һәм тышҡы сиктәрен һаҡлау өсөн ҙур яуаплылыҡ ята.
     Ир-егет дини ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәргә, кәрәк түгел икән, ирҙәр менән ҡатындарҙың бер йортта булыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә уға шундай шарттарҙа эшләргә тура килә икән, ул үҙенең һәр хәрәкәтен контролдә тоторға, шәриғәт ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа тейеш. Әгәр ир кеше үҙе эш биреүсе икән, ул үҙенең производствоһында төрлө хаталарҙан ҡасыр өсөн ирҙәр менән ҡатындар әҙерәк аралаша алырлыҡ шарттар тыуҙырырға тейеш.
     Аҡыллы һәм зирәк ир-ат үҙенең сауҙагәрлек һәләттәрен тупһа аша ҡалдыра, ә эшендә үҙенең хис-тойғоларына ирек бирмәй.
     Ғаилә ағзалары менән аралашҡанда ир-егет уларҙың хаталарын һәм үпкәләрен ғәфү итә, шулай уҡ уларға изгелек һәм шәфҡәтлелек менән ҡарай. Уға тормош юлдашының серҙәрен һәм етешһеҙлектәрен бер кемгә лә һөйләргә ярамай.
     Шулай ҙа ғаилә хужаһы өйҙәгеләр динебеҙгә ҡаршы килгән аҙымдар яһаһа, талапсан булырға һәм Ислам мәсьәләһенә ҡағылған һорауҙарҙа ялҡаулыҡ һәм белемһеҙ лек менән көрәшергә бурыслы. Бының өсөн ир-егет бөтә көсөн һалырға, шулай уҡ абруйлы нәсихәтселәрҙең тәжрибәһен һәм белемен ҡулланырға тейеш. Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғаилә башлығының бурысы булып тора.
     Ир-егет ғаилә ағзалары менән яғымлы һөйләшергә һәм үҙенең насар кәйефен күрһәтмәҫкә тырышырға тейеш. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Беҙҙең арала иң яҡшыһы — үҙенең ҡатыны менән яҡшы мөғәмәлә иткәне», — тигән.
     Ғаилә эштәрен алып барғанда ир-егеткә ҡатыны менән кәңәшләшергә, шулай уҡ уға балаларҙы тәрбиәләшкәндә ярҙамлашырға ҡушыла. Юғиһә, балаларҙы ҡарарға һәм йорт эштәре менән булышырға ҡатын-ҡыҙҙың бер үҙенә ауырға төшә, ә ир-егеттең ярҙамы бары тик уларҙың мөнәсәбәтен генә яҡшыртасаҡ. Шулай уҡ ул үҙенең ҡатынына доға ҡылырға тейеш.
     Ир-егеткә ҡатынын иҫкәртмәй тороп алыҫ сәйәхәткә сығырға, өйгә таныш булмаған ҡунаҡтарҙы алып ҡайтырға рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ ир-егеткә ҡатынын үҙенең йәшенә тура килгән ир-ат енесен хеҙмәтләндерергә мәжбүр итеү тыйылған. Ғаилә башлығы ғаиләһен кәрәк булмаған кешеләр менән аралашыуҙан сикләргә тырышырға тейеш.
     Ислам дине ғаиләне тулыһынса ир-егеткә ышанып тапшырған һәм уға бөтә ғаилә ағзаларының матди һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өҫтөнлөгө биргән. Үҙенең бөтә белемен, тәжрибәһен, аҡылын һәм көсөн ғаилә именлеге өсөн һалған атай кеше, әлбиттә, үҙе лә ихтирамға һәм һөйөүгә лайыҡ. Шуға күрә Ислам ғаилә башлығына ҡарата ҡатындың һәм балаларҙың насар мөнәсәбәтен ҡәтғи рәүештә тыя.

     Ғаилә ҡорған ир менән ҡатын бер-береһенә шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла бүлешергә ант бирә. Уларҙың икеһе лә иң беренсе нимәгә иғтибар йүнәлтергә тейеш?
     Бында ике шартты иғтибарға алырға кәрәк: бер-берең менән бәхет һәм шатлыҡты уртаҡлашырға; бер-берең менән ауырлыҡтарҙы һәм ҡайғы-хәсрәттәрҙе бүлешергә. Яҙмыш — Аллаһы Тәғәләнең бөйөк сере. Шуға күрә Аллаһы Тәғәләгә иман беренсе терәк-таяныс сығанағы булып тора. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡотолғоһоҙ хәлгә юлыҡҡан кеше, әгәр үҙенең ғаиләһендә терәк таба алмаһа, ул тағы ла ҙурыраҡ эске емерелеүҙәргә юлығыуы бар. Шулай ҙа кешене ныҡлы иманлы һәм үҙен аңлаған кешеләр уратып алһа, уға өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы үтеүе еңелерәк буласаҡ.
     Ир менән ҡатын икеһе лә тырышҡан хәлдә генә ғаилә бәхетенә өлгәшә. Ә бының нигеҙе — тынышып йәшәү, бер- береңде аңлау. Имен ғаилә төҙөр өсөн шулай уҡ тәрбиәлелек, зирәклек, аҡыл, иман, ышаныс кеүек сифаттар, һәм, әлбиттә, бер-береңә ҡарата булған тойғолар мөһим. Бындай сифаттар ир-егеттә лә, ҡатын-ҡыҙҙа ла булырға, һәм, ҡағиҙә булараҡ, ғаиләнең ауыр һынылышлы осоронда улар көсәйергә тейеш.
     Мөхәббәткә килгәндә, ул һәр ғаиләнең «ойотҡоһо». Мөхәббәт булмаған ғаиләләрҙе емерелеүҙәр көтә. Мөхәббәт көслөрәк булған һайын, һүҙҙәр һәм аҙымдар нәзәкәтлерәк була бара, ә ир менән ҡатындың тәртибе һәм зирәклеге бер-береһенә булған тойғолар менән күркәмләнә. Бис шикһеҙ, мөхәббәт тотанаҡһыҙ булырға тейеш түгел, ир менән ҡатынға әҙәп ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай. Мөхәббәттә, йәлләүҙә һәм башҡа ошондай тойғоларҙа сама булырға тейеш. Артыҡ тойғолар бер-береһен һөйгәндәргә зыян килтереүе, шулай уҡ мөхәббәт етмәүе уларҙы уны ситтән эҙләргә мәжбүр итеүе ихтимал. Мөхәббәттең аҙғын күренештәре, мәҫәлән, артыҡ ҡыҙғаныу һәм ирекһеҙләү ир менән ҡатындың бер-береһенә булған ихтирамын юғалтыуға һәм ҙур ғаилә бәхетһеҙлектәренә алып килеүе мөмкин. Артыҡ йәлләү кешене көсһөҙгә әйләндерә, хатта иң ҙур яҙыҡ эштәрҙе һәм етешһеҙлектәрҙе лә уйҙырма дәрәжәгә әйләндерә. Был осраҡта инде ул шәфҡәтлелек түгел, ә рухи көсһөҙлөк. Икенсе яҡтан, шәфҡәтлелек етмәүе йөрәктәрҙе ҡатыландыра, ә кешене ғәҙелһеҙлеккә алып килә. Был мәсьәләлә алтын урталыҡ ғаиләгә тик бәхет кенә алып килә

     Ғаиләне тәьмин итеү бурысы ир-егет өҫтөндә. Ә ғаилә менән идара итеү яуаплылығы ла ир-егет иңендәме?
     Ислам дине ғаиләне тәьмин итеү бурысын ир-егет иңенә һалған. Ләкин был, ул ғаилә ағзаларының бөтә теләктәрен дә үтәргә тейеш, тигәнде аңлатмай. Унан тик Шәриғәт буйынса рөхсәт ителгән ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү генә талап ителә. Хатта хәлле кеше лә үҙенең бөтә теләктәренә юл ҡуйырға тейеш түгел. Бөтә теләктәргә юл ҡуйыу һаранлыҡ һәм ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Үҙенең теләген ҡандырып ҡына йәшәгән кешенең мин-минлеге, һуңғы һөҙөмтәлә, бөтә ғаиләне хәүеф аҫтына ҡуя. Шуға күрә, әгәр мөмкинлек булһа, үҙеңдең бөтә теләктәреңде тыйып, иң беренсе рухи ихтыяждар тураһында уйланып, мохтаждарға ярҙам итеп, шуның менән Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өлгәшеү мөһим. Иң ҙур һынау — байлыҡ менән һынау икәнен һәм ул көслө вәсвәсә икәнен оноторға ярамай.
     Һәр нәмәлә алтын урталыҡ булырға тейеш. Һаранлыҡ кеүек үк, артыҡ тәләфләү ҙә гонаһҡа инә. Хатта хәлле ир менән ҡатындың да аҡсаларын кәрәкмәгән нәмәләргә туҙҙырырға хоҡуғы юҡ. Береһе лә: «Был минең байлығым, нисек теләйем, шулай туҙҙырам», — тип әйтә алмай, сөнки мал-мөлкәт — Аллаһтың аманаты, уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә: «Ҡайҙа һәм нимә өсөн тотондоң?» — тип һораласаҡ. Һәм шул ваҡытта һәр тотонолған тиндәр өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында хисап бирергә тура киләсәк. Шуға күрә, тәләфләүҙе сабырлыҡ менән алмаштырыу мөһим.
     Элек бөтә йәмғиәт әҙ менән ҡәнәғәтләнә белеү девизы менән йәшәгән. Исраф итеү, яҡшы шарттарҙы яратыу, туя белмәү һәм маҡтаныу сәхәбәләргә ят булған. Улар ваҡыты килеп еткәс нәфсенең ояһы ҡәбер буласағын аңлаған. Уларҙың иң яҡын дуҫтары Аллаһы Тәғәлә һәм уның Бәйғәмбәре (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) булған. Уларҙың күңелендә һәр ваҡыт: «Аллаһы Тәғәлә беҙҙән нимә теләй? Уның Бәйғәмбәре беҙҙә нимә күрергә теләй?» — тигән һорауҙарға урын булған. Шуға күрә беҙ рухи яҡтан үҫешергә һәм йәмғиәтебеҙҙә шундай бәхет һәм именлек булдырырға тырышып, сәхәбәләрҙең изгелекле тормошонан өлгө алырға тейешбеҙ.

     Балаларҙы тәрбиәләгәндә нимәгә иғтибар бирергә кәрәк?
     Иң беренсе, балалар — Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән бүләге икәнде аңлау мөһим. Ғаилә бәхетенең тәүге көйө ата-әсәләр йөрәгенә яҡын булған яңы тыуған сабый тауышынан башлана.
     Бөйөк хәҙистәрҙә сабыйҙар «ожмах балалары», «йөрәк емештәре», «Аллаһы Тәғәләнең ниғмәте» тип телгә алына. Ысынлап та, балалар Аллаһы Тәғәләнең бөйөк ниғмәте ул. Сабыйҙар көлгән, шатланған тауыштар ожмах гәүһәрҙәре менән сағыштырыла. Бәр әсә өсөн сабыйын үҫтереү, тәрбиәләү һәм йәмғиәткә бүләк итеү иң яҡшы шөғөл һанала. Әсә йөрәге — бала өсөн тәүге мәктәп ул. Изге балалар Ҡиәмәт көнөндә ата- әсәһе өсөн уларҙы тамуҡ утынан айырып тороусы пәрҙә булып торасаҡ.
     Ғәиләнең мөһим бер бурысы — Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән балаларҙы лайыҡлы һәм изгелекле мосолмандар итеп үҫтереү. Үҙ иленең тәҡүәле, намыҫлы патриоттарын тәрбиәләү — һәр ата-әсәнең мөһим бурысы. Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ата-әсәләрҙең бурыстарын шулай тип билдәләп үткән: «Беҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм һәр кем үҙ көтөүе өсөн яуаплы. Ир — ғаиләнең, ҡатын — өйөнөң һәм балаларының көтөүсеһе булып тора һәм уның өсөн яуаплы».
     Балаларҙы тәрбиәләү, иң беренсе, ата-әсәләрҙең үҙҙәренең тәрбиә кимәленән тора. Ата-әсәләр тәрбиә ысулында иғтибар итергә кәрәк булған бер нисә төп факторҙы билдәләп үтәйек.
     • Балаға уның холҡона яҡшы тәьҫир итәсәк лайыҡлы мосолман исеме ҡушырға.
     • Бала изгелекле мөхиттә үҫһен һәм тәрбиәләнһен өсөн уны тик хәләл ризыҡтар менән туҡландырырға.
     • Балалар үҫә килә һөйләшеү манераһынан алып холоҡ- фиғелдәргә тиклем ата-әсәһенән өлгө ала. Шуға күрә үҙеңдең балаларыңа яҡшы өлгө булырға кәрәк. Мәҫәлән, иреш-талашҡа урын булған ғаиләлә үҫкән бала үҙе лә насар сифаттар үҙләштереп асыулана, яуызлаша башлаясаҡ.
     • Биҙҙермәй генә баланың үҙ-үҙен тотошон контролдә тоторға тырышырға. Бигерәк тә кешеләрҙән оялып, баланы ҡылған ҡылыҡтары өсөн яңғыҙ ҡалғанда әрләүҙән тыйылырға кәрәк, юғиһә, был көсһөҙлөк, ике йөҙлөлөк барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе буласаҡ.
     • Баланың яҡшы эштәрен хупларға ҡушыла, сөнки хуплау һөҙөмтәһендә яҡшы эштәр баланың шәхесендә ныҡлы урын ала. Шулай уҡ хаталарын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, юғиһә, ваҡытында иғтибар ителмәгән ҡылыҡтар баланың насар ғәҙәтенә әйләнеп китеүе ихтимал. Шуға күрә баланы тәрбиәләгәндә ташламалар эшләмәҫкә.
     • Баланы йыш-йыш язалауҙан һәм оялтыуҙан тыйылырға. Мәҫәлән, нимәнелер ватҡан өсөн уны әрләргә кәрәкмәй, сөнки был хәлдең беҙҙең менән дә булыуы ихтимал.
     • Ҡағиҙәләрҙе һәм тыйыуҙарҙы аңлатҡан ваҡытта уларҙың сәбәптәрен балаға аңлайышлы итеп еткерергә кәрәк.
     • Баланы үҙ-үҙен тоторға һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтеү мотлаҡ.
     • Баланы биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт һәм шөкөр әйтергә өйрәтергә. Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күркәм тормошонан өлгө алып балаға рухи тәрбиә бирергә тырышырға кәрәк.
     • Иртә йәштән баланы Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға өйрәтеү, Аллаһҡа хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген һәм яуаплылығын аңлатыу мөһим.
     Бер һүҙ менән әйткәндә, идеаль балалар тәрбиәләү өсөн идеаль ата-әсә булыу кәрәк. Баланы тәрбиәләү иң тәүҙә ата- әсәнең һөйөүенән башлана. Улар сабыйҙарын Аллаһы Тәғәләнең ниғмәте, бүләге булараҡ яратырға тейеш. Был һөйөү был донъяла ла, теге донъяла ла бәхет алып киләсәк. Әгәр беҙ лайыҡлы нәҫел тәрбиәләп ҡалдырмаһаҡ, беҙҙең ҡәберҙәребеҙ ташландыҡҡа әүереләсәк.

     Балаларға мөнәсәбәт
     Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) балаларҙы бик яратҡан, уларҙы үпкән, баштарынан һыйпаған һәм уларға ҡарата ҡаты, тупаҫ булмаған. Ғәйшә (ради- аллаху анху) һөйләүенсә, бер көндө Бәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ислам тураһында белер өсөн бер бәҙәүин килгән. Был ваҡытта Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ейәндәрен иркәләп ултырған. Теге кеше аптырап: «Һеҙ үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы үбәһегеҙме? Ә беҙ бер ҡасан да үҙебеҙҙең балаларыбыҙға ундай мөнәсәбәт күрһәтмәйбеҙ» — тигән. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бәҙәүиндең Аллаһы Тәғәләнең ниғмәте булған балаларға ҡарата ихтирамһыҙ мөнәсәбәтенән һәм ҡатылығынан күңеле төшөп: «Аллаһ һинең йөрәгеңде мәрхәмәтлектән мәхрүм иткән икән, мин нимә эшләй алам?» — тип яуап биргән. Ошо хәҙистән аңлашылыуынса, мосолмандың йөрәге Аллаһы Тәғәләнең аманаты — балаларға ҡарата һөйөү һәм мәрхәмәт менән тулырға тейеш.
     Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡайһы саҡта сабыйҙарҙы үҙенең изге ҡулдарында тотоп намаҙ ҡылған, ә сәждә ваҡытында уларға арҡаһына менергә юл ҡуйған, ә кемдер балаларҙы алырға маташһа: «Балаларҙы тыныслыҡта ҡалдырығыҙ, әйҙә, ҡәнәғәтләнһендәр!» — тигән. Ә балалар илауын ишеткән саҡта Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шунда уҡ намаҙын туҡтатҡан. Бер ваҡыт намаҙ ваҡытында Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бала илаған тауыш ишеткән. Ул шунда уҡ намаҙын бүлгән һәм өйҙәгеләргә: «Бала илаған тауыш мине нисек ҡайғыға һалғанын һеҙ белмәйһегеҙме әллә?» — тигән.
     Шуға күрә лә Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ваҡытында үҫкән балалар зирәклектең, гүзәл әхлаҡтың бөтөнләй икенсе нигеҙендә тәрбиәләнгән. Түбәндәге ваҡиға быға миҫал булып тора: «Бер ваҡыт Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) эсергә һыу алып килгәндәр. Ул һыуҙы бер аҙ эскән. Был ваҡытта уның уң яғында сабый бала, ә һул яғында бер нисә оло кеше ултырған. Әфәндебеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яғымлы итеп балаға: „Рөхсәт итһәң, мин һыуҙы иң тәүҙә оло кешеләргә бирәм“, — тип өндәшкән. Быға яуап итеп бала көтөлмәгәнсә, шул уҡ ваҡытта лайыҡлы һәм маҡтаулы яуап биргән: „Әфәндем! Мин Һеҙҙең ҡулдан алғанды бер кемгә лә бирмәйем!“. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең ҡулдары менән һауытты балаға биргән.
     Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙистәренән дә уның балаларҙы тәрбиәләүгә ни тиклем ҙур мәғәнә биреүе күренеп тора: „Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы хөрмәтләгеҙ һәм уларға яҡшы тәрбиә бирегеҙ“. „Атай кеше балаһына яҡшы тәрбиәнән дә ҙурыраҡ бүләк бирә алмай“. „Баланы яҡшы итеп ашатыуға ҡарағанда уға бер тапҡыр яҡшы итеп аҡыл биреү күркәмерәк“. „Кеше үҙенән һуң ҡалдыра алған иң яҡшы нәмә — ул уға доға ҡылыусы балаһы, саҙаҡа-джарийа һәм ғилем“.»Ата кешенең балаһы алдындағы төп бурыстарының береһе уға лайыҡлы исем ҡушыу һәм яҡшы тәрбиә биреү". «Өс ҡыҙ үҫтереп уларҙы һаҡлаған, яҡшы тәрбиә биргән, кейәүгә оҙатҡан һәм уларға изгелек эшләүен дауам иткән кеше йәннәткә инер». «Ике ҡыҙы тураһында улар бәлиғ булғансы хәстәрлек күргән кеше Ҡиәмәт көнөндә минең янымда булыр»."Ҡыҙҙар үҫтереүселәр улар тураһында хәстәрлек күрһендәр, сөнки улар уттан һаҡлаусы кәртә булырҙар".

     Балаларҙа иман тәрбиәләү
     Бөгөнгө көндә беҙҙең балаларыбыҙҙы ниндәй хәүефтәр һағалай? Күңелһеҙлектәрҙән ҡасыр өсөн ата-әсәләргә нимәләрҙе белеү мөһим?
     Бөгөн беҙҙең балаларыбыҙҙы эҙәрлекләгән иң ҙур хәүеф — рухи тәрбиәнең етмәүе. Белем кимәле артҡан һайын дини һәм рухи нигеҙҙәр тейелмәйсә ҡала. Мәңгелек донъяның матурлығы тураһында бер нәмә лә белмәгән кеше, хатта белеме тураһында бер нисә дипломы булһа ла, тыныслыҡ таба алмаҫ. Йәмғиәттә бындай рухи боҙолоуҙарға миҫалдар күп, шуларҙың береһе наркобәйлелек. Күпме ҡыҙ бала наркотик селтәрҙәренә эләгеп, үҙенең бөйөк тәғәйенләнеше тураһында онота һәм минутлыҡ ҡәнәғәтлек өсөн үҙенең ғиффәтлеген ҡорбан итә. Был, моғайын, беҙҙең балаларға янаған афәткә сағыу миҫалдыр. Ә ошоно булдырмаҫ өсөн балала кесе йәштән үк ныҡлы иман һәм юғары әхлаҡ тәрбиәләргә кәрәк. Илаһи фатиха менән яҡтыртылмаған йәндәр нисек бәхетле була алһын?
     Дин күҙлегенән ҡарағанда, белемһеҙлек — беҙҙең иң ҡурҡыныс етешһеҙлегебеҙ, кешенең йәшерен дошманы. Аллаһы Тәғәләнең фатихаһынан мәхрүм булған наҙан кешеләр тик үҙ файҙаһы тураһында ғына уйлай. Дини тәрбиә етмәүе кешегә матди бәйлелек алып килә һәм иман кәмеүенең сәбәпсеһе булып тора. Матди бәйлелек — ул ҙур бәхетһеҙлек, хатта ауырыу тип әйтергә лә була. Рухи ҡиммәттәрҙе иҫәпкә алмау йәмғиәтте «тере мәйет»кә әйләндерә.
     Аллаһы Тәғәлә ебәрелгән ниғмәттәре тураһында беҙгә былай тип хәбәр итә: «Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ Ҡөрьәнде өйрәтте, инсанды яралтты, һөйләшергә өйрәтте. Теүәл үлсәү менән Аллаһ Күкте бейек итеп яһаны. Ьаҡ булығыҙ, ғәмәлдәге үлсәмде боҙмағыҙ» (әр-Рахман", 1-4, 7).
     Ер һәм күк үлсәмдәре менән ҡоралланған Илаһ Йыһан ҡанундары, шулай уҡ Изге Ҡөрьән тәғлимәттәре аша беҙгә үлемдең теге яғында ла айырым тәртиптәр барлығын хәбәр итә. Фани донъяла ла, мәңгелек донъяла ла күп төрлө үлсәүҙәр бар, шуларҙың иң дөрөҫө булып ғүмер һәм үлем һанала. Бөтә үлсәүҙәргә тура килер өсөн киләһе быуынға бөтә яҡтан да өлгө булырға кәрәк. Ҡөрьәндә әйтелгән: «Кем туҙан бөртөгө ҡәҙәре генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер. Кем туҙан бөртөгө ҡәҙәре әшәкелек ҡылған булһа, ул да күренер» («әз-Зилзәлә», 7-8).
     Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларҙы улар үҙҙәренең яҡшы һәм лайыҡлы эштәре менән Йыһандың тигеҙлеген һәм бәйләнешен һаҡларлыҡ итеп тәрбиәләргә кәрәк. Ьис шикһеҙ, ата-әсәнең аҡылы һәм тәрбиәһе лә бында ҙур роль уйнай.

     Ғаиләнең һәм йәмғиәттең гәлсәр шәме
     Исламда ҡатын-ҡыҙҙың роле ниндәй? Бөгөн ҡайһы бер сәбәптәр һәм алдатҡыс вәғәҙәләр арҡаһында күп ҡатын-ҡыҙ бәхетен йорттан ситтә эҙләй. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа тыныслыҡ һәм бәхет эҙләргә тейеш?
     Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы ир-егеткә ҡарағанда күпкә хислерәк итеп яралтҡан. Тойғолар тәрәнлеге һәм эмоциональ кисерештәр ҡатын-ҡыҙға Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған нәҫелде дауам итеү һәм балалар тәрбиәләү кеүек мөһим бурысты үтәр өсөн кәрәк.
     Бөгөнгө көндә ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн көслө көрәш бара. Аллаһы Тәғәлә ҡанундарына ҡаршы килгән был көрәш арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙар ҡатын һәм әсә булыу тигән төп тәғәйенләнешен онотто, ә ғаиләләр тыныслығын юғалтты, ә йәмғиәт үҙенең ағзаларының кешелек йөҙөн юғал- тыуынан тетрәнеп ҡалды.
     Ҡатын-ҡыҙ менән ир-егеттең физик һәм рухи сифаттары, мәҫәлән, фактик һәм хоҡуҡи хоҡуҡтары кеүек, баштан уҡ бер иш түгел. Бөтә нәмәлә лә тигеҙ хоҡуҡлылыҡ түгел, ә хоҡуҡтарҙа һәм вазифаларҙа тигеҙлек мөһим.
     Аллаһы Тәғәлә йәмғиәттәге позицияларына ҡарап, ир- егет менән ҡатын-ҡыҙға төрлө үҙенсәлектәр биргән, уларҙы бер-береһенән физик һәм рухи сифаттар менән айырған. Ошо сифаттар тулы кимәлдә камиллашһа ғына ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ бөйөк маҡсаттарға — ғаилә именлегенә ирешә алыр. Был үҙ сиратында бөтә йәмғиәт именлегенә алып килә.
     Ҡатын-ҡыҙҙың камиллашыуы Аллаһы Тәғәлә уға биргән яҡшы холоҡ сифаттарын һаҡлау һәм үҫтереү юлы менән килә. Әгәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең күркәм рухи сифаттарын Исламға ҡаршы килгән эштәрҙә күрһәтһә, шулай уҡ үҙенең намыҫын һәм абруйын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһа, ул үҙенең ҡиммәтен, күркәмлеген, әхлағын һәм аҡыл зирәклеген юғалтасаҡ, һуңғы һөҙөмтәлә бының тотош йәмғиәткә зыян килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта лайыҡлы йәшәү рәүеше алып барған ҡатын-ҡыҙ үҙе йәшәгән йәмғиәтте ожмахҡа әйләндереүгә һәләтле. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләнең һәм йәмғиәттең гәлсәр шәме кеүек. Кешелек тарихына күҙ һалһаҡ, беҙ ҡайһы бер арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә цивилизация үҫешенә тәьҫир иткәнен күрәбеҙ. Шулай уҡ көсһөҙ зат вәкилдәре айырым дәүләттәрҙең һәм халыҡтарҙың һәләкәтенә лә сәбәпсе булған.
     Ҡатын-ҡыҙ бәхете — үҙенең намыҫын һаҡлау һәм ғаиләһен ҡурсалау. «Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» хәҙисе әсәләргә шундай ҙур шатлыҡлы бер хәбәр булып тора. Яҡшы әсә — ғаилә бәхетенең сығанағы, илаһи көс менән асылған тыныслыҡ ҡосағы, ғаилә ағзаларына мәрхәмәтлек усағы. Унда Аллаһы Тәғәләнең «мәрхәмәтле» һәм «рәхимле» тигән сифаттары сағылған.
     Был донъяла ихтирамға һәм һөйөүгә башта беҙҙе үҙенең ҡарынында, унан ҡулдарында һәм һуңынан ғүмере буйы үҙенең йөрәгендә һаҡлап йөрөгән әсәнән дә лайыҡлыраҡ бер кем юҡ. Иңендә йорт мәшәҡәттәре һәм балаларҙы тәрбиәләү йөгөн йөрөткән ҡатын-ҡыҙ сикһеҙ һөйөүгә, тәрән хөрмәткә һәм ғүмерлек рәхмәткә лайыҡ.
     Мәүләнә (радиаллаху анху) әйткән: «Әсәләргә иғтибарлы бул! Юғиһә, әгәр әсәләр тыуым ваҡытында ғазапланмаһа, сабыйҙар ҙа был донъяға тыуа алмаҫ ине».
     Бөйөк дин әһеле һәм ислам ғалимы Имам Әғзәм (радиаллаху анху) ғәҙеллек өсөн Бағдадта хөкөм итеүсе вазифаһынан баш тартҡан. Халиф Абу Джаффар Мансур уны төрмәгә ябырға һәм ҡамсы менән һуҡтырырға бойороҡ биргән. Көн һайын ул һуғыу иҫәбен арттыра барған. Шулай ҙа түҙеп торғоһоҙ яфалар кисерһә лә, ғалим, тулҡынланып, үҙенең әсәһе тураһында уйлаған: «Минең яфаларым тураһында белһә, әсәйемә нимә буласаҡ?» Ул үҙенең дуҫтарына былай тип еткергән: «Аллаһ ризалығы өсөн минең әсәйем был турала белмәһен. Ул минең ғазаптарыма түҙеп тора алмаясаҡ һәм үләсәк! Ә мин уның күҙ йәштәрен күтәрә алмайым!» Был ваҡиға әсәләргә ҡарата һөйөүҙең сағыу миҫалы булып тора.
     Икенсе бөйөк ислам ғалимы Баһауетдин Нәҡшбанд (радиаллаху анху) әсәләргә ҡарата сикһеҙ мөхәббәттән өлгө күрһәтеп: «Беҙҙең ҡәберҙәребеҙгә зыярат ҡылырға теләүселәр башта беҙҙең әсәйҙәребеҙҙең ҡәберенә барып килһен!» — тигән.
     Билдәле таджик-фарсы Абдуррахман Мола Джами: «Нисек үҙ әсәйеңде яратмаҫҡа мөмкин, ул бит башта мине үҙенең ҡарынында, һуңынан ҡулдарында алып йөрөгән һәм бөтә ғүмере буйы үҙенең йөрәгендә алып йөрөйәсәк!» — тигән.
                                                                                            «Киске Өфө», 2011 йыл, Усман Нури ТОПБАШ.