тасбих                            Тәһлил 

                      Тәһлил әйтеү тәртибе
     Һәр мосолман кеше көнөнә иң кәмендә йөҙ мәртәбә “Ләә иләәһә иләллааһү Мөхәммәдүр — расүүлуллаааһ”, тип тәһлил әйтергә бурыслы. Кеше үлеп барғанда, йәғни һуңғы һулыш алғанда: “Ләә иләәһә илләллааһ”, Аллаһ Бер, Аллаһ Бөйөк, Аллаһынан башҡа илләһи юҡ, — тип әйтергә тейеш. Сөнки был изге һүҙҙәрҙе ғүмерендә бер генә тапҡыр әйтһә лә, кеше тамуҡта мәңге янмаясаҡ, йәннәткә инәсәк.
     Мәйетте йыуып, кәфенләп зыяратҡа әҙерләп ҡуйғас, бөтөн йыйылған туғандарына, ҡәрҙәштәренә, яҡын дуҫ-иштәренә мәйет менән уны ҡарап, һаубулашырға кәрәк. Унан һуң мәйеттең башын кәфенлек менән ҡаплап, бәйләп мәйеттең эргәһенә Ҡөръән уҡыусы ултыра (Ауылдың имам-хатыйбы, йәки уны алмаштырған мулла) һәм башҡалар ҙа ултырышалар, урын етмәһә баҫып та торорға ярай.

     Ҡөръән уҡыусы мәйеткә бағышлап тәһлил уҡый башлай. Бисмилланы әйтеп, тәсбих (тиҫбе) алып “Ләә иләәһә илләллааһи”, тип 99 мәртәбә әйтәлә, ә 100 нсеһендә Аллаһү Әкбәр, тип әйткәс “Фатиха” сүрәһе, “Баҡара” сүрәһеннән аяттар (Әлиф-ләм-мим, Фәзкурүн, Аятүль-Көрси, Лилләһи) һәм “Йәсин” сүрәһен, “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Ән-Нәс” сүрәләрен уҡып, “Әс-Сафәт” сүрәһенең һуңғы өс аяты менән тәһлил тамамлана.       Тик бында уларҙы тулыһынса уҡыу килешмәҫ: ҡәбер ҡаҙыусыларға нисек тәбиғәт шарттары тура килер, һыуыҡ, ел, ямғыр һәм башҡаһы. Мәйетте лә оҙаҡ һалыу кәрәкмәҫ, ул бит әхирәт эйәһе, оҙатырға килгән кешеләрҙең дә ваҡыттары аҙҙыр: кемдер эшкә ҡабалана, кемдер намаҙға һәм башҡаһы. Шуға ла “Фатиха” сүрәһен, “Мүлк” (Тәбәрәк) сүрәһен, Ҡөръәндең һуңғы өс сүрәһен уҡып та һуңғы юлға оҙатырға була. Зыяраттан мәрхүмде ҡуйып, ҡайтҡас та “Йәсин” сүрәһен инде тулыһынса уҡып бағышларға була.
     Тиҫбе тартып тәһлил әйтеп бөткәс тә Ҡөръән уҡымайынса ла тәһлилдең сауабын мәйеткә бағышлап, ошо рәүештә доға ҡылыныр:

               اللهُمَّ بَلّيغْ ثَوَابَ تَهْلِيلَنَا إِلَى رُحِ هَذَا المَيِّتِ وَاغْفِرهُْ وَبَلِّغْهُ إِلَى رَحْمَتِكَ بِرَحْمَتِكَ يَاأرْحَمَ الرَّحِمينَ

     Аллаһүммә бәллиғ саүәбә тәһлиилнәә иләә рухи һәҙәәл мәййити үәғфирһү үә бәллиғһү иләә рахмәтикә бирахмәтикә йә әрхәмәррахимиин.
     Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Беҙҙең тәһлилебеҙҙең сауабын ошо мәйеттең рухына ирештер һәм уны ярлыҡа һәм дә уны үҙендең рәхмәтенә ирештер. Әй, рәхмәт ҡылыусыларҙың да рәхмәт ҡылыусылырағы.
     Халыҡ күп булып өйгә һыймаҫлыҡ булғанда тышҡа алып сығыу мәслихәттер һәм тәһлилде мәйеттең үҙе булмаған урында мәсеттә лә әйтергә ярайҙыр.
      Хәйер-саҙаҡа туғандары тарафынан таратыла һәм доға ҡылына. Хәлеңә ҡарап, шунда булған бөтә кешеләргә саҙаҡа таратыла. Яҡындары ла теләһә хәйер бирә. Бында ла саҙаҡа биреү кешенең үҙ иркендә.
     Мәйетте ерләгән көндән башлап (ҡәбергә ятҡан көндән – гүр эйәһе, алдан үлеп ятҡан көндәре һаналмай) 40 көн буйына Ҡөръәндең “Йәсин” сүрәһен мәйеттең рухына бағышлап уҡыла, уны мәсет бабайҙары, шулай уҡ мәсеткә йөрөгән абыстайҙар ҙа эшләй ала (Йәсинде ғәрәпсә яҙылған китаптан уҡыу бик мәслихәт, сөнки китаптан уҡыусы әҙерәк кимселектәр һәм хаталар эшләй). Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәрхүмдәргә Йәсинде Ҡөръәндән уҡығыҙ тигән. Китаптан уҡыуҙың әжер-сауабын күп икәнен һәр кем беләлер. “Йәсин” сүрәһен 40 көн буйы уҡый ала мәйеттең туғандары, ҡәрҙәштәре һәм дуҫ-иштәре, әммә улар тәһәрәтле булырға тейеш һәм уларға намаҙҙы ҡалдырырға ярамай. 40 көн “Йәсин” сығарыу динебеҙҙә күрһәтелмәгән, урындағы халыҡтың йолаһы ғына. Бер көндә лә 40 көн “Йәсин” сығаралар, ләкин бының бәрәкәте булыуы икелле.
     Ауылдың имамына һәр бер мәйет өсөн “Йәсин” йәки Ҡөръәнде тулыһынса уҡып бағышлау тигән бурысы юҡ. Уның үҙ донъяһы һәм эше бар, шуға килешәгеҙ инде аҙағына бүләкләү маҡсаты менән. Ҡөръән өсөн хаҡ алынмай тигәндәргә пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә һәр эш түләүле булырға тейеш, тип әйткәне лә бар. Бер риүәйәттә бер сәхәбә Ҡөръән уҡып, ауырыуҙы өшкөргәс шуның өсөн уға утыҙ һарыҡ бирәләр, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ был хаҡта ишетелгәс миңә лә өлөш сығарарға онотмағыҙ, тип әйткән. Ғалимдар пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ҡөръән уҡыған өсөн тәүге мәлдә хаҡ алыу тыйҙы, ләкин аҙаҡҡа рөхстәт итте, тип әйткәндәр. Ауылығыҙҙың имамы мәсеттә Ҡөръән уҡып ултырһын өсөн ауыл халҡы үҙ-ара килешеп уға эш хаҡы түләргә тейеш, ә инде түләмәһәләр имамдары мәсетен ҡалдырып ғәиләһен ҡарайым, тип эшкә төшөргә мәжбүр буласаҡ. Ә беҙҙең халыҡ ҡайҙан имамын ҡараһын!
     Ҡөръән уҡыу һатылмай һәм бер ниндәйҙә уҡығаны өсөн такса (билдәләнгән хаҡ) булырға тейеш түгел. Кешеләр үҙ күңелдәренән, үҙҙәренең иректәренән сығып мулланың Ҡөръән сығарғаны өсөн бүләкләү ниәте менән хаҡ бирә алалар. Был ваҡытта биргәндәре саҙаҡаға һанала. Икенсе яғы ла бар: имамдар үҙҙәренә тейешлеһен күберәк мәсет, йәки башҡа бер изге эш өсөн ҡулланалар. Һәр бер дин юлында эшләнгән хеҙмәт изге тип һанала. Хәйер-саҙаҡа килгәндә: изгелек эшлә лә һыуға һал тигәндәр. Саҙаҡа биреп уны алған кешенең ни өсөн тотонғанына беҙҙең эш булырға тейеш түгел.
     Сәиди әфәнде әл-Чиркәвинең “Бәрәкәтле белемдәр хәзинаһы” китабында: Ҡөръән уҡыу өсөн түләүҙе ҡабул итмәү – был бик эскерһеҙ сыйфат, ә имам Әбү Хәнифә фекеренсә түләүҙе алыу тыйыла. Шуға ла ҡарамаҫтан, был барыбер рөхсәт ителә. Бының рөхсәт ителеүе айырым билгеләнә. Мәҫәлән: аңлатмалар килтерелә... Иҫән кеше өсөн дә, шулай уҡ үлгән кеше өсөн дә түләүле Ҡөръән уҡыу өсөн кеше ялларға була. Бының әжерен уҡыусы кеше лә, һәм кем өсөн уҡылған булһа, ул да әжерен аласаҡ, бигерәк тә уҡыусы кеше был түләүгә мохтаж булһа һәм ул үҙенең ғәиләһен тәьмин итә алмаһа йәки инде был түләүҙе изге эштәр өсөн файҙаланырға уйлаһа. Әммә әгәр ҙә еңел табыш алыу ниәте булһа, ул осраҡта Ҡөръән уҡыу өсөн түләүҙе ҡабул итеү тыйыла.