Истиска намаҙы һәм хөтбәһе тәртибе
Аллаһ Тәғәлә тураһында тулы мәғлүмәтле булмаған наҙандар ҡоролоҡ килгәндә, ямғыр яумауҙы муллаларға япһарып, уларҙаң ғәйеп табырға тырышалар. Имеш мулла ямғыр теләмәгәс ул яумай. Бар ғәйеп кешенең аңһыҙлығында, уның бик гонаһлар ҡылыуында һәм тәүбә итмәүе арҡаһында Аллаһ ошо бәлә-ҡаза ебәрә. Был Аллаһтың бер ҙур һынауы, әле Аллаһ беҙҙе кешеләрҙе йәлләп түгел, ә Үҙенә шөкөр ҡылып торған ағас-үҫемлектәренә, хайуан-бөжәктәренә, еренә ямғыр яуҙыра. Әҙәм балаларының барыһы ла тәүбә итмәһә ошо ҡоролоҡтың бер-нисә йылдар буйы һуҙылыуы мөмкин. Ҡоролоҡтың әфәт икәнең, ҡаза икәнең аңламаған кешеләр фекере буйынса халыҡ йыйылып ямғыр һораһа, мәжлес ойоштороп ашап-эсеп, хәлдәре бөткәнсә һыу һибешеп ҡойонһалар, Аллаһ быны мәрәкә күреп ямғыр яуҙыра башлай имеш... – көтөгөҙ өҫтөгөҙгә боҙ-таш яуғаның!
Ә инде ямғыр теләктәрҙән һуң яумаһа, мулланы ғәйепләй башлайҙар. Ғәйеп үҙҙәрендә булғаның аңламай, Аллаһының ҡушҡаның үтәмәй, тәүбәгә килмәй, намаҙ уҡымай, ураҙа тотмаған әҙәмдәргә Аллаһ ни эшләп Үҙ рәхимлеген күрһәтһең? Ғәйбәт, һаранлыҡ, тәккәбәрлек һәм башҡа боҙоҡ сифаттарға эйә булғандарға, хәрәм ашағандарға, мәрхәмәтһеҙҙәргә Аллаһ ни эшләп мәрхәмәтле булһын? Бар бәлә – ҡаза үҙегеҙҙең йәшәү-торошоғоҙҙан килә тигәнде аңламайҙар бит.
Аллаһты таныуҙы, Аллаһҡа шөкөр итеүҙең кәрәклеген аңлатып, йәшәйешебеҙҙең хәл торошо тик Уны рәхимлегенән генә икәнең төшөндөрөп, истискә намаҙының уҡыу тәртибен аңлатып алайыҡ. Бөтә халыҡҡа ямғыр теләр алдынан тәүбәгә килер кәрәк, саҙаҡалар биреп, бер йә өс көн ураҙа тотоп, истиска намаҙына әҙерләнер кәрәк. Был намаҙ нәфел намаҙы, уҡыу вариантары төрлөсә булыуы мөмкин, аҫта ике варианты.
Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Мәккә ҡалаһында истиска намаҙына ниәтләп ошо тәртиптә уҡыйҙар: «Сүбхәәнәкә» доғаһынан һуң ете тапҡыр «Аллааһү Әкбәр» тип ҡысҡырып тәкбир әйтелә, шунан һуң «Әғүҙү... », «Бисмилләһ... » тип әйткәс «Әл-Фатихә» сүрәһе һәм «Әғлә» сүрәһе:
بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ
سَبِّحِ اسْمَ رَبِّكَ الْأَعْلَى (1
الَّذِي خَلَقَ فَسَوَّى (2
وَالَّذِي قَدَّرَ فَهَدَى (3
وَالَّذِي أَخْرَجَ الْمَرْعَى (4
فَجَعَلَهُ غُثَاء أَحْوَى (5
سَنُقْرِؤُكَ فَلَا تَنسَى (6
إِلَّا مَا شَاء اللَّهُ إِنَّهُ يَعْلَمُ الْجَهْرَ وَمَا يَخْفَى (7
وَنُيَسِّرُكَ لِلْيُسْرَى (8
فَذَكِّرْ إِن نَّفَعَتِ الذِّكْرَى (9
سَيَذَّكَّرُ مَن يَخْشَى (10
وَيَتَجَنَّبُهَا الْأَشْقَى (11
الَّذِي يَصْلَى النَّارَ الْكُبْرَى (12
ثُمَّ لَا يَمُوتُ فِيهَا وَلَا يَحْيَى (13
قَدْ أَفْلَحَ مَن تَزَكَّى (14
وَذَكَرَ اسْمَ رَبِّهِ فَصَلَّى (15
بَلْ تُؤْثِرُونَ الْحَيَاةَ الدُّنْيَا (16
وَالْآخِرَةُ خَيْرٌ وَأَبْقَى (17
إِنَّ هَذَا لَفِي الصُّحُفِ الْأُولَى (18
19) صُحُفِ إِبْرَاهِيمَ وَمُوسَى
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Сәббихи-смәә раббикәл-әғләә.
2. Әлләҙии халәҡа фәсәүүәә.
3. Үәлләҙии ҡаддәра фәһәдәә.
4. Үәлләҙии ахраджәл-марғәә.
5. Фәджәғәләһү ғуҫәә'ән әхүәә.
6. Сәнуҡри'үкә фәләә тәңсәә.
7. Илләә мәә шәә'ә-ллааһу иннәһү йәғләмүл- джәһра үә мәә йахфәә.
8. Үә нүйәссирукә лил-йүсраа.
9. Фәҙәккир ин-нәфәғәти-ҙҙикраа.
10. Сәйәҙҙәккәру мәй-йахшәә.
11. Үә йәтәджәннәбүһәл-әшҡаа
12. Әлләҙии йаслә-ннәәраль-күбраа.
13. Ҫүммә ләә йәмүүтү фииһәә үә ләә йәхйәә.
14. Ҡад әфләхә мәң тәзәккәә.
15. Үә ҙәкәра-смә раббиһи фәсалләә.
16. Бәл түьҫируунәл-хәйәәтә-ддүнйәә.
17. Үәл-әәхыиратү хайруу-үә әбҡаа.
18. Иннә һәәҙәә ләфи-ссухүфил-үүләә.
19. Сухүфи Ибрааһиимә үә Мүүсәә.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Олуғ Раббының исеменә тәсбих әйт.
2. Ул донъяға яратып, (тигеҙ үлсәүле) һүрәткә килтерҙе,
3. юл билдәләп, аҡыл бирҙе.
4. Ул көтөүлектәр яһаны,
5. уны киптереп, һары сүпкә әйләндерҙе.
6. Беҙ һиңә уны уҡырға өйрәтербеҙ, шунан һин онотмаҫһың,
7. Аллаһ теләһә. Ул, ысынлап та, белгерткәнде лә, белгертмәгәнде лә белә бит.
8. һиңә еңел булһын өсөн Беҙ уны еңеләй¬тербеҙ.
9. Иҫкә алып тор, иҫкә алыуҙың файҙаһы булһа.
10. Ҡурҡҡан кеше иҫкә алыр,
11. ситкә тайыр гонаһлы,
12. оло утта яна торған кеше
13. һуңынан ул унда ни үлмәҫ тә, ни терелмәҫ.
14. Уңышҡа өлгәшер сафланған кеше,
15. Раббының исемен иҫкә алып, намаҙ уҡыған кеше.
16. Эйе, һеҙ был донъяны артығыраҡ күрәһегеҙ,
17. ә әхирәт яҡшыраҡ та, дауамлыраҡ та бит.
18. Ысынлап та, был элекке китап биттәренә яҙылған,
19. Ибраһим менән Мусаның китап (пәйғәмбәрҙәргә бирелгән) биттәренә.
Имам артынан башҡа ойоған кешеләр ҙә шулай тәҡбир менән ҡолаҡ ҡағалар һәм имамға эйәреп намаҙ уҡыйҙар.
Икенсе рәҡәғәткә торғас: 5 тапҡыр «Аллааһү Әкбәр» тип ҡысҡырып тәкбир әйтелә, шунан һуң «Әл-Фатихә» сүрәһе һәм «Ғәшийә» сүрәһе:
بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ
هَلْ أَتَاكَ حَدِيثُ الْغَاشِيَةِ (1
وُجُوهٌ يَوْمَئِذٍ خَاشِعَةٌ (2
عَامِلَةٌ نَّاصِبَةٌ (3
تَصْلَى نَارًا حَامِيَةً (4
تُسْقَى مِنْ عَيْنٍ آنِيَةٍ (5
لَّيْسَ لَهُمْ طَعَامٌ إِلَّا مِن ضَرِيعٍ (6
لَا يُسْمِنُ وَلَا يُغْنِي مِن جُوعٍ (7
وُجُوهٌ يَوْمَئِذٍ نَّاعِمَةٌ (8
لِسَعْيِهَا رَاضِيَةٌ (9
فِي جَنَّةٍ عَالِيَةٍ (10
لَّا تَسْمَعُ فِيهَا لَاغِيَةً (11
فِيهَا عَيْنٌ جَارِيَةٌ (12
فِيهَا سُرُرٌ مَّرْفُوعَةٌ (13
وَأَكْوَابٌ مَّوْضُوعَةٌ (14
وَنَمَارِقُ مَصْفُوفَةٌ (15
وَزَرَابِيُّ مَبْثُوثَةٌ (16
أَفَلَا يَنظُرُونَ إِلَى الْإِبِلِ كَيْفَ خُلِقَتْ (17
وَإِلَى السَّمَاء كَيْفَ رُفِعَتْ (18
وَإِلَى الْجِبَالِ كَيْفَ نُصِبَتْ (19
وَإِلَى الْأَرْضِ كَيْفَ سُطِحَتْ (20
فَذَكِّرْ إِنَّمَا أَنتَ مُذَكِّرٌ (21
لَّسْتَ عَلَيْهِم بِمُصَيْطِرٍ (22
إِلَّا مَن تَوَلَّى وَكَفَرَ (23
فَيُعَذِّبُهُ اللَّهُ الْعَذَابَ الْأَكْبَرَ (24
إِنَّ إِلَيْنَا إِيَابَهُمْ (25
ثُمَّ إِنَّ عَلَيْنَا حِسَابَهُمْ (26
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Һәл әтәәкә хәдииҫүл-ғаашийәһ.
2. Үджүүһүй-йәүмә'иҙин хаашиғәһ.
3. Ғәәмиләтүн-нәәсыибәһ.
4. Тасләә нәәран хәәмийәһ.
5. Түсҡаа мин ғәйнин әәнийәһ.
6. Ләйсә ләһүм тағәәмүн илләә миң дарииғ.
7. Ләә йүсминү үә ләә йуғнии миң джүүғ.
8. Үджүүһүй-йәүмә'иҙин нәәғимәһ.
9. Лисәғйиһәә раадыийәһ.
10. Фии джәннәтин ғәәлийәһ.
11. Ләә тәсмәғү фииһәә ләәғыийәһ.
12. Фииһәә ғәйнүң джәәрийәһ.
13. Фииһәә сүрурум-марфүүғәһ.
14. Үә әкүәәбүм-мәүдууғәһ.
15. Үә нәмәәриҡу масфүүфәһ.
16. Үә зәраабиййү мәбҫүүҫәһ.
17. Ә фәләә йәңҙуруунә иләл-ибили кәйфә хулиҡәт.
18. Үә илә-ссәмәә'и кәйфә руфиғәт.
19. Үә иләл-джибәәли кәйфә нусыибәт.
20. Үә иләл-ардыи кәйфә сүтыихәт.
21. Фәҙәккир иннәмәә әңтә мүҙәккир.
22. Ләстә ғәләйһим бимүсайтыир.
23. Илләә мәң тәүәлләә үә кәфар.
24. Фәйүғәҙҙибүһү-ллааһүл-ғәҙәәбәл-әкбар.
25. Иннә иләйнәә ийәәбәһүм.
26. Ҫүммә иннә ғәләйнәә хисәәбәһүм
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Бөркәгес (ҡиәмәт) хаҡында ишеткәнең бармы?
2. Ул көндө (кафырҙарҙың) йөҙө ҡайғылы,
3. хәстәрле, йонсоу булыр,
4. ялҡынлы утта яныр,
5. ҡайнар шишмәнән һыу эсер.
6. Зариғтан* башҡа уларҙың аҙығы ла булмаҫ,
7. ә ул йоҡмай ҙа, туйҙырмай ҙа.
8. Ул көндө (мөьминдәр) йөҙө шат,
9. үҙ тырышлығынан ҡәнәғәт булыр
10. оло (йәннәт) баҡсала.
11. Унда һин буш һүҙ ишетмәҫһең.
12. Унда — ағын шишмә,
13. унда — бейек урындар,
14. һауыттар теҙеп ҡуйылған,
15. мендәрҙәр һалынған,
16. келәмдәр, балаҫтар түшәлгән.
17. Күрмәйме ни улар дөйәнең нисек яра-тылғанын,
18. Күктең нисек күтәрелгәнен,
19. тауҙың нисек ултыртылғанын,
20. Ерҙең нисек йәйелгәнен?
21. Иҫтәренә төшөр, һин — иҫкә төшөрөүсе генә бит,
22. һин уларға хаким түгел,
23. ситкә тайып, кафыр булғанынан башҡаһына.
24. Уларҙы Аллаһ иң оло яза менән язалар.
25. Беҙгә ҡайта бит улар,
26. уларҙан хисап алыу ҙа Беҙҙең өҫтә.
* Зариғ үләне – тамуҡтағы ағыулы үлән
Әт-Тәсһил Әз-Зарури ли мәсәил Әл-Кудури китабында истиска намаҙынан һуң ике хөтбә уҡылыр тейелә.
Хөтбәне башлағанда, «Аллаһ Әкбәр» тигән тәҡбирҙәр урынына истиғфәр уҡыла ( 9 тапҡыр)
أستغفر الله الذي لا إله إلا هو الحي القيوم وأتوب إليه
«Әстәғфируллааһәл-ләҙи лә иләһә иллә һүүәл-хәйүл-ҡаййүм үәәтүбү иләйһ».
«Һәр ваҡыт Тере үә Уяу булған, Унан башҡа бер илаһи Зат юҡ булған Бөйөк Аллаһынан ғәфү үтенәм, Уға тәүбә итәм».
Тәүбә вәғәзең һөйләйбеҙ... Ҡиблаға боролоп доға, истиғфар һәм тәүбә ҡылабыҙ.
Доға: «Аллаһүммә-сҡинәә ғәйсан муғиисан һәниән мәриан мәриғәдәҡән муджәллилән сәххан ғәммән табәҡән, дәимән. Аллаһүммә-сҡинәль- ғәйса үәлә тәджғәльнә минәл-ҡәнитиинә. Аллаһүммә иннәә нәстағфирүкә иннәкә күнтә, ғәффәәран фәәрсили-ссәмәә ә ғәләйнә мидраран».
«Әй Аллаһ, беҙгә ямғыр ебәр, шундайын, ул ҡазанан ҡотҡарғандайын, изге ямғыр, рәхмәтлеһен, һөҙөмтәһе булып (улар яҡшы уңыш биргәнен), мул ямғыр, бөтә ер биләүсеһен, бар ергә үтеп һәм туйындырғанын, даими яуғанын. — Әй, Аллаһ, беҙгә ямғырыңды ебәр, өмөтөбөҙҙө юғалтыусыларҙан итмә. — Әй Аллаһ, Һинән һорайбыҙ, Һин гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, Һин беҙҙең өсөн иң яҡшы Ғәфү итеүсеһең, беҙ мул ямғырҙар ебәр».
Беренсе хөтбәне тамамлайбыҙ: Аллаһҡа тәсбих әйтеп, Ҡөръәндән берәй аят, зекер, салауат әйтеп.
Икенсе хөтбәлә тағыла 7 тапҡыр берәй истиғфар уҡыйбыҙ, берәй башҡортса ҡыҫҡа вәғәз, ҡибла тарафына боролоп, зекерҙәр, салауаттар әйтеп ямғыр һорау доғалары уҡыйбыҙ.
Истика намаҙының икенсе бер варианты, Дагестан яҡтарында уҡыла:
Тәртибе ошолай: беренсе рәҡәғәт башында намаҙға керешеү тәкбиренән һуң «Сүбхәәнәкә» доғаһын уҡығас, өсәр мәртәбә «Аллааһү Әкбәр» тип ҡысҡырып тәкбир әйтелә һәм шуға йәнә ете тапҡыр «Аллааһү әкбәр» тип әйтәбеҙ. Имам ҡысҡырып Аллаһу Әкбәр тип ҡолаҡ ҡағар ( бармаҡтары асыҡ хәлдә ике ҡулды ҡолаҡ йомшағына тейҙерерлек итеп күтәреп, ифтитах тәҡбире, йәғни Аллаһу Әкбәр тип әйтеү). Имам артынан башҡа ойоған кешеләр ҙә шулай тәҡбир менән ҡолаҡ ҡағалар. Былай ҡолаҡ ҡаҡҡас, ҡулдар бағланмайынса һалынып торорға тейеш. Унан һуң тағын Аллаһу Әкбәр тип, ҡолаҡ ҡағылыр. Ҡулдар әүәлгесә һалынып торор. Һәр тәҡбир шулай үтәлер. «Әғүҙү... », «Бисмилләһ... » тип әйткәс «Әл-Фатихә» сүрәһе һәм берәй сүрә уҡыла...
Икенсе рәҡәғәттә «Бисмилләһ... » менән «Әл-Фәтиха» сүрәһе һәм бер сүрә уҡығас, өс мәртәбә рөкүғкә китер алдында ҡулдарҙы тағы тәҡбир һайын күтәреп «Аллааһү әкбәр» тип тәкбир әйтеп, шуға йәнә биш «Аллааһү әкбәр» ҡушып, рөҡуғкә барыла (тәҡбирҙе нисек әйтергә өҫтә яҙылған). Аръяғына өҫтә яҙылғанса сәждә ҡылып, артабан «Әттәхийәт... », «Аллаһүммә салли... », «Аллаһүмә бәрик... », һуңынан «Раббәнәәә әтинә... » кеүек доғалар ҡылып , сәләм биреп намаҙҙы тамамлайбыҙ.
Шунаң һуң өҫтәге һымаҡ истиғфар һәм хөтбәләр уҡылыр, тәүбә һәм доғалар ҡылыныр.
Хөтбәнән һуң кибла тарафына боролоп күп итеп доғалар һәм тәүбә ҡылабыҙ (шыбырҙап һәм ҡысҡырып та) Йәмәғәттә үҙ алы шулай эшләй. Ямғыр теләү доғаларын уҡыйбыҙ. Берәй белемле кешенән теләк-доғалар уҡытырға була. Рәббәнә доғаһында йышыраҡ уҡырға.
Шунаң һуң кешеләр тарафына боролоп беренсе хөтбәне тамалайбыҙ: вәғәз, зекер, салауаттар, Ҡөръән аяттары уҡылыр, тәүбә итер (истиғфәр).
Имам минбәрҙән төшә, икенсе хөтбәһен һөйләй башлағанда (икенсе хөтбәнең өстән икенсе өлөшөн уҡығас) ҡибла тарафына борола башлап кейеменең тиҫкәре яғын кейеп ала, йәмәғәттә кейемдәренең тиҫкәре яғын кейеп алалар, (үҙҙәренең Аллаһ алдында меҫкен икәнлеген күрһәтәләр). Шул кейемдәрен ҡайтып еткәнсе сисмәйҙәр.
Икенсе хөтбәлә 7 тапҡыр истиғфар (тәүбә) уҡып, доға ҡылып вәғәзен дауам итә...
«Әстәғфируллааһ. Әстәғфируллааһ. Әстәғфирулааһәл-ғәҙыымәл-кәриимәлләҙии ләә иләәһә иллә һүәл-хәйәл-ҡайуумә үә әтүүбү иләйһи тәүбәтә ғәбдин ҙаалимин линәфсиһии ләә йәмликү линәфсиһи мәүтән үә ләә хәйәәтән үә ләә нушууран үә әс’әлуһүт-тәүбәтә үәл-мәғфиратә үәл-һидәәйәтә ләнәә иннәһүү һүәт-тәүәәбур-рахиим».
«Йә, Раббым! Әгәр минең ҡулдарымдан, аяҡтарымдан, күҙҙәремдән, ҡолаҡтарымдан, телемдән үә бөтә ағзаларымдан белеп йәки белмәйенсә насар һүҙ йәки эш, гонаһ, кәмселек, хата үә ширек сыҡҡан булһа, мин улар өсөн тәүбә иттем. Киләсәктә ҡылмаҫҡа тырышырмын. Пәйғәмбәрҙәрҙең әүүәле Әҙәм (ғ.с.) ахыры Мөхәммәд (с.ғ.в.)дер. Былар икеһе лә, һәм улар араһында булған пәйғәмбәрҙәр хаҡтыр. Уларҙың барсаһына ла ышандым, иман килтерҙем. Телем менән ошо кәлимәләрҙе әйттем, саф йөрәгем менән ҡабул иттем.
«Йә Аллаһ, Һин беҙгә йән биреүсе, рухыбыҙға шатлыҡ иңдереүсе, мул һәм хәйерле ризыҡтар менән туҡландырыусыбыҙ. Раббыбыҙ, беҙгә һәр тарафты дымландырған ямғыр бүләк ит! Һәм беҙҙе өмөтөңде өҙгән кешеләрҙән һаҡла! Аллаһыбыҙ, игендәрҙе үҫтер, хайуандарыбыҙ елененә һөт тултыр, беҙҙе күктең бәрәкәте менән һуғар, ер йөҙө бәрәкәттәрен бүләк ит! Әй, йомартлыҡ һәм карам эйәһе Раббыбыҙ! Беҙ Һинән мәғрифәт теләйбеҙ. Беҙгә күктән мул ямғыр яуҙыр! Уҡыған намаҙыбыҙҙы ҡабул ҡыл. Әгәр ҙә гонаһтарыбыҙ күп сәбәпле, үҙебеҙгә рәхмәт ҡылмаһаң, гонаһыҙ сабыйҙарыбыҙға үә хайуандарға рәхмәт ҡыл. Күтәргән ҡулдарыбыҙҙы кире ҡайтарма, шифалы ямғырыңды бир».
Истискә намаҙынан һуң ике хөтбә урынына бер хөтбә һөйләһәңдә була.
Ямғыр яуа башлаһа, баш кейемең сисәләр, ирҙәр тәндәренең өҫкө өлөшөндә аса алалар. Рәхмәт доғалары ҡылалар.
Ямғыр теләү, йәки истискә намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/yam%D2%93yr-tel%D3%99%D2%AF.html
Гонаһ һәм тәүбә: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/gona%D2%BB-%D2%BB%D3%99m-t%D3%99%D2%AFb%D3%99.html