Тәсбих һәм доға

                                                     Тәсбих һәм доға

      Намаҙҙы тамамлағандан һун ошо зиҡерҙәр уҡылыр:
     Сүбхәнәллааһи үәл-хәмдү лилләһи үә лә иләһә илләл-лааһү үәллааһү әкбәр.
     Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә кәмселектәрҙән пак булыусылыр. Бөтөн маҡтау Аллаһы Тәғәләгә генә хастыр. Бер Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис Иләһ (Тәңре) юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәнән олораҡтыр.
     Ләә хәүлә үә ләә ҡууәтә илләә билләәһил- ғәлиййил-ғәҙыыйм.
     Мәғәнәһе: Аллаһтан башҡа һаҡлау һәм көс юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә бөйөк һәм ғәзиз.
     Мәә шәә аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшәәъ ләм йәкүн.
     Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә теләгән нәмәләрҙең һәр ҡайһыһы булыр. Аллаһы Тәғәлә теләмәгән нәмә һис булмаҫ.

                                                               Аятүль Көрси

     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Аллааһү ләәәә иләәһә илләә һүәл-хәййүл-ҡаййүүм. Ләә тәъхуҙүһү синәтү-үә лә нәүүм. Ләһүү мәә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-әрдъ. Мәң ҙәл-ләҙии йәшфәғү ғиндәһүүүу илләә биьиҙниһ. Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм. Үә ләә йүхиитүүнә бишәй им-мин ғилмиһииии илләә бимәә шәәәәъ. Үәсиғә күрсиййүһүс- сәмәәүәәти үәл-әрд. Үә ләә йә үдүһү хифҙуһүмәә. Үә һүәл-ғәлиййүл-ғәҙыыыйм.
     Мәғәнәһе: Аллаһ — терек булыусы, ғәләмдең һәр бер эшен тәкбир ҡылыусы Ул. Бер Аллаһ Тәғәләнән башҡа һис Иләһ юҡтыр. Аллаһ Тәғәләлә йоҡомһорау һәм йоҡо булмаҫ. Ерҙә һәм Күктәрҙә булған нәмәләр һәр ҡайһыһы уныҡылыр. Кем Уның алдында шәфәғәт ҡылыусы? Һис кем шәфәғәт ҡылмаҫ, Уның рөхсәтенән башка. Ул Аллаһ Тәғәлә ерҙә һәм күктәрҙә булған һәр нәмәнең үҙҙәренән тәүҙә булған нәмәләрҙе лә, уларҙан һуң киләсәк нәмәләрҙе лә беләлер. Уларҙың береһе лә Аллаһ Тәғәлә белгән нәмәләрҙең һис ҡайһыһы белә алмҫ, Аллаһ Тәғәлә теләгән ҡәҙәр генә белерҙәр. Уның көрсийе (идаралығы, көсө) Күктәрҙе лә, Ерҙе лә һыйҙыралыр. Ер һәм күкте һаҡ тотоу Аллаһ Тәғәләгә һис ауырлыҡ ҡылмайҙыр. Аллаһ Тәғәлә аҡылдар һәм фәһемдәр (фекерҙәр) етмәүҙән пактыр (таҙалыр).
     Ошо зекерҙәр үә аяттар уҡылғандан һуң 33 мәртәбә «Сүбхәнәллаһ» һәм 33 мәртәбә «Әлхәмдүлилләһ» үә 33 мәртәбә «Аллаһу әкбәр» тип әйтелер. Унан һуң ҡулдарҙы күкрәк тапҡырына ҡәҙәр күтәреп ошо доға уҡылыр:
     Аллааһүммә тәҡаббәл миннәә саләәтәнә үә сыййәәмәнәә үә ҡыййәәмәнәә үә ҡыйра'әәтәнәә үә руҡүүғәнәә үә сүджүүдәнәә үә ҡуғүүдәнәә үә тәсбиихәнәә үә тәһлииләнәә үә тәхашшүғәнәә үә тәдарруғәнәә. Аллааһүммә тәммим тәҡсыйранә үә тәҡаббәл тәмәәмәнәә үәс-тәджиб дуғәә'әнәә үәғфир әхйәә'әнә үәрхәм мәүтәәнәә йәә мәүләәнәә. Аллааһүммәх-фәҙнәә йәә фәй-йәду мин джәмииғил-бәләәйәә үәл-әмраадъ. Аллааһүммә тәҡаббәл миннәә һәҙиһис-саләәтә (әл-фәрда мәғәс-сүннәти) мәғә джәмииғи нүҡсаанәәтиһәә бифәдлиҡә үә кәраамикә үә лә тәдриб биһә үүджәуһәнәә йәә иләәһәл-ғәләәмиинә үә йәә хайран-нәәсыйриин. Тәүәффәнәә мүслимиинәә үә әлхиҡнәә бис-саалихиин. Үә салләллааһү тәғәәләә ғәләә хайри халҡыйһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахәәбиһии әджмәғиин.
     Мәғәнәһе: Эй Раббым, беҙҙең намаҙыбыҙҙы, ураҙабыҙҙы, ҡыямыбыҙҙы, рөкүғыбыҙҙы, сәждәбеҙҙе, ҡәғдәбеҙҙе, тәсбихебеҙҙе, тәһлилебеҙҙе тәүзиғыбыҙҙы һәм ялбарыуыбыҙҙы ҡабул ҡыл. Эй Раббым, кәмселектәребеҙҙе тамам ҡыл, тамам булған ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡыл һәм доғабыҙҙы ла ҡабул ҡыл. Эй Хужабыҙ, теректәребеҙҙе ярлыҡа үлгәндәребеҙгә рәхмәт ҡыл. Эй рәхмәт ҡылыусы Аллаһ, фазылын һәм кәрәмең менән беҙҙән ошо намаҙыбыҙҙы һәр бер кәмселектәре менән ҡабул ҡыл. Ул намаҙ менән беҙҙең йөҙөбөҙгә бәрмә. Эй бөтөн ғәләмдең Хаҡ Мәғбуде һәм ярҙам ҡылыусыларҙың камилырағы, беҙҙе мосолман хәлдә вафат ҡыл һәм беҙҙе изге кешеләргә тоташтыр. Аллаһ Тәғәлә халыҡтарының яҡшыһы Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә һәм Уның әһле һәм сәхәбәләренә бөтәһенә лә рәхмәт ҡылһаң ине.