Тәсбих тартыу һәм намаҙ

     Әлхәмдү лиллаһи, намаҙ уҡығандан һуң тәсбих тартабыҙ. Тәсбих һүҙе менән сөбхән һүҙҙәре — тамырҙаш. Тартынҡыларына иғтибар итһәң (ғәрәп телендә яҙмала тик тартынҡылары яҙыла, һуҙынҡыларҙан оҙон һуҙынҡылар ғына күрһәтелә), Сбх хәрефтәре икеһендә лә бар. Тәсбих тартҡанда, иң тәүҙә: «Сөбхәналлаһ!», — тип утыҙ өс мәртәбә әйтәбеҙ. «Аллаһ Тәғәләнең һис кәмселеге юҡ!» — тигән мәғәнәгә эйә ул һүҙ.
     «Тәсбих» һүҙендәге тә тигән өлөшөн аңлар өсөн тағы ла миҫалдар килтерәйек: «тәкбир» — тигән һүҙ һәммәбеҙгә лә таныш. Аллаһтың ололоғон тел менән әйтәбеҙ, йәғни Аллаһты ҙурлайбыҙ. «Тә» тигән өлөшөн айырып алып, ҡалған өлөшөнә күҙ һалһаҡ, кбир һүҙе барлығы асыҡланыр. Кбир йәғни кәбир, ҙур тигән мәғәнәгә эйә. Тәҡбир әйткәндә: «Аллаһу әкбәр!» — тибеҙ. Йәғни: «Аллаһ бөтәһенән дә, бөтә нәмәнән дә, бөтә заттарҙан да олуғ!» тибеҙ. Шундай мәғәнә һалынған «Аллаһу әкбәр» тигән ҡыҫҡа ике һүҙгә.
     Тәсбих һүҙенең мәғәнәһе хәҙер, моғайын, аңлашылғандыр. «Аллаһтың һис кәмселеге юҡ!» тигән мәғәнә ята «Сөбханаллаһ» тигән һүҙҙә. Тәсбих тартҡанда, иң тәүҙә ана шул һүҙҙе әйтәбеҙ 33 мәртәбә. Шуға күрә лә тәсбих (төймәләре епкә теҙелгән һәм 33-әр итеп бүленгән, һанауға тәғәйенләнгән әйбер) мосолмандың атрибуты ла һанала. Инде тел менән:   «Сөбхәналлаһ!» тип әйтеүҙе лә «тәсбих» тибеҙ һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйек.                      

     Китаптарҙың бәғзеләрендә: «Сүбхәналлаһ» тип, «ү» аша яҙалар. Хата түгел ул. Ғәрәп телендә беҙҙәге «ү» менән «ө» аралығындағы нескә өн менән әйтелә ул.
     Намаҙ ниәт менән башлана ла, ике тарафҡа сәләм биреп, доға ҡылыу менән тамамлана. Шунан һуң тәсбих тартыу — намаҙ эсендәге түгел, ә намаҙға ҡушымта ғәмәл. Намаҙ уҡыуға — айырым сауап, тәсбих тартыуға — айырым сауап тәғәйенләгән Раббыбыҙ. Беҙ, бәндәләр, Аллаһтың ризалығына өлгәшергә, Унан сауапты күберәк алырға теләйбеҙ. Шуға күрә инде намаҙ ҙа уҡыйбыҙ, тәсбих тә тартабыҙ, әлхәмдүлилләһи!
     «Тәсбих тартмаһаң, намаҙың ҡабул булмай», — тип ҡурҡытыусылар бар. Белмәй әйтә ундайҙар. Аллаһ Тәғәлә намаҙ өсөн ваҡыт аралығын етерлек тәғәйенләгән. Әммә бәндәләрҙең йәшәү рәүеше намаҙ ваҡытын иҫәпкә алмағанлыҡтан, ҡайһы бер мәсьәләләр килеп тыуа.
     Мәҫәлән, уҡыусы балалар сәғәт икегә мәктәпкә бара. Ә мәктәптәребеҙҙә намаҙ уҡыуҙы танымайҙар әлегә. Ин' шәәъ Аллаһ, шундай ваҡыт килер: эш урындарында ла, уҡыу йорттарында ла намаҙ уҡыу өсөн махсус бүлмәләр, залдар, махсус урындар булыр.
     Өйлә намаҙы ваҡыты ҡышҡы осорҙа 13 сәғәт 30 минутта инә, тигәйнек. Балалар мәктәпкә һуңламай барып етергә тейеш. Ни эшләргә? Өйлә намаҙы 4 рәҡәғәт сөннәт намаҙынан, 4 рәҡәғәт фарыз намаҙынан, унан һуң тағы ике рәҡәғәт сөннәт намаҙынан тора. Бындай саҡта шуны кәңәш итергә мөмкин, һис юғында өйләнең фарызын уҡып китергә кәрәк. Сөнки 4 рәҡәғәтте уҡыуға, 10 рәҡәғәт намаҙға ҡарағанда, ваҡыт бик аҙ китә. Бындай хәлдә, әлбиттә, тәсбих тартыуға ваҡыт ҡалмай. Тәсбихте, намаҙҙан һуң да, транспортта барғанда, бүтән ҡулайлы мәлдә лә әйтергә мөмкин.

                                                              Тәсбих
                                                             (Хикәйәт)
     Динһеҙ дәһри бер бәндә фәҡир генә бер ҡарсыҡтың тәсбих тартыуынан көлөргә уйлай.
     — Әй ҡарсыҡ, былай берәмләп һанарлыҡ ниндәй байлыҡтарың бар ул тиклем? — тигән.
     — Әй, бисара бәндә, — тигән ҡарсыҡ, — һин бит минән көлмәйһең, үҙеңдең наҙанлығыңдан көләһең. Аллаға шөкөр, үҙем ярлы булһам да, күңелем бай. Һәр төймәне тартып Хоҙай Тәғәләнең изге исемдәренән бер исемен әйткән һайын минең күңелем хушланып китә, күҙ алдарым яҡтыра бара. Ә һин әйткән һүҙең менән түбәнгә тәгәрәйһең.
     Тәсбих тартҡанда башҡа илләһи һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин: “Лә иләһә илләллаһү”, “Әлхәмдү лиллаһи”, “Әстәғфирулиллаһи” һәм башҡаларын.
                                                            Башҡортса дине календарь, 2004 йыл