Рәсүлуллаһ васыяттары
1-се васыят. «Ләә иләәһә илләллааһ»- тың фазыйләте.
Әбү Һүрайра үҙ риүәйәтендә әйтә: '"Мин бәйғәмбәрҙән: «Йә, Рәсүлуллаһ, ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙән һеҙҙең шәфәғәтегеҙгә ирешеүсе, лайыҡлы кеше кем?» —тип һораным.
Ул әйтте: «Эй, Әбү Һүрайра, һинең был һорауға ҡыҙығыуыңды күреп, һинән алда был һорауҙы һис кем һорамаҫ, тип уйлаған инем. Ҡиәмәт көнөндә минең шәфәғәтемә ирешеүгә лайыҡ булған кеше, „Ләә иләәһә илләллааһ“ты ысын күңелдән әйткән кеше», —тине.
Имам Бохариҙың риүәйәтенән.
Убәдәтү ибн Самиттан еткерелгән хәдиҫтә, бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай ти:
"Кем бер Алланан башҡа, һис бер Илаһ юҡ, мәгәр Ул Үҙе генә һәм дә Уның ширеге (иптәше, ише, тиңдәше—И.Ғ.) юҡ, һәм әлбиттә Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе һәм Ғайса Унын ҡоло һәм илсеһе, һәм Уның һүҙе*, Ғайсанан Мәрйәмгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән уның (Ғайсаның—И.Ғ.) рухы. Ожмах менән тамуҡтың барлығы хаҡ", —тип ант итһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешене бар ғәмәлдәре менән ожмахҡа индерә. I Уның һүҙе* — Ғайса бәйғәмбәр, сәңгелдәктә ятҡан сағында уҡ телгә килеп кешеләргә Аллаһ тураһында һөйләй. Шуға күрә лә ул Алланың һүҙе тигән сифатҡа эйә була.
Хәдиҫ имам Бохари, Мөслим һәм Тирмизи риүәйәттәрендә килтерелә.
Был хәдиҫкә Джүнәдә ҡушымта яһаған: «Һигеҙ ожмах ишегенең теләгәненән индерә».
Бохари һәм Мөслим риүәйәтенән.
Имам Мөслим риүәйәтендәғе башҡа бер хәдиҫтә:
"Кем бер Алланан башҡа һис бер Илаһ юҡ һәм Мөхәммәд Алланың Илсеһе, тип шаһитлыҡ бирһә, Аллаһ Тәғәлә уға тамуҡ утын хәрәм итер", — тиелә.
2-се васыят. Тәүхид тураһында гөмүми васыят
Ибн Ғәббәс риүәйәтендә:
"Көндәрҙән бер көндө мин бәйғәмбәребеҙ артынан китеп бара инем, бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләм булһын, әйтте:
"Эй бала, мин һиңә бер нисә һүҙ өйрәтәм: «Алланы күңелеңдә тот, Аллаһ һине иҫләр, Алланы иҫтән сығарма, Уны үҙеңә етерлек итеп табырһың. Әгәр һораһаң — Алланан һора, әгәр һыйынһаң, Аллаға һыйын һәм белеп ҡуй, әгәр ҙә бөтөн халыҡ ниндәйҙер бер файҙаны һиңә еткерәбеҙ йыйылһалар, файҙа еткерә алмаҫтар, ләкин Аллаһ Тәғәлә һиңә яҙып ҡуйғандай файҙа еткерерҙәр, һәм әгәр ҙә һиңә берәй зыян итер өсөн йыйылһалар, зыян итә алмаҫтар, мәгәр Аллаһ Тәғәлә һиңә яҙып ҡуйған зарарҙан артыҡ. Ҡәләмдәр күтәрелде, ҡағыҙ биттәре кипте». (Йәғни, яҙылып ҡуйылған тәҡдирҙе үҙгәртеп булмай. -И.Ғ.)
Тирмизи риүәйәтенән булған был хәдиҫте дөрөҫ хәдиҫ тигәндәр.
Тирмизиҙең башҡа риүәйәтендә:
"Аллаһ Тәғәләне һаҡла (иҫеңдә тот), Уны эргәңдә табаһың, Аллаһ Тәғәләне еңеллектә иҫлә, Ул һине ауырлыҡта иҫләр һәм белеп ҡуй, әлбиттә, һине хаталандырған нәмә, һиңә бәлә булыу өсөн түгел, һәм бәлә булып килгән нәмә, һине хаталандырыу өсөн түгел, һәм бел, әлбиттә, ярҙам — сабыр менән, һәм әлбиттә, күңел тыныслығы —ҡайғы менән һәм ауырлыҡтан һуң еңеллек".
3-сө васыят. Белем алыуҙың яҡшылығы
Ҡабисә ибн әл-Мухариҡ риүәйәтендә: «Мин бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, барҙым, шунда ул һораны:
»Эй, Ҡабисә, ниндәй маҡсатта килдең? —тип, минең йәшем өлкәнәйгәндәй булды, һөйәктәрем бушанды: "Һинең эргәңә миңә Аллаһ Тәғәлә бирә торған берәй файҙалы нәмәне өйрәнеү өсөн килдем," —тинем. Шунда ул әйтте:
"Эй, Ҡабисә, берәр таштың эргәһенән, йәки урамдан үтмә, уларҙың бөтәһе лә һинең өсөн Аллаһ Тәғәләнән ярлыҡау һорайҙар.
Эй, Ҡабисә, әгәр таңғы намаҙҙы уҡып бөтһәң 3 тапҡыр Субехәәнәллааһил ғәҙими уә бихәмдиһи", (йәғни: Аллаһ Тәғәләне бөтөн кәмселектәрҙән сафлап маҡтайым — И.Ғ.) —тип әйт. Шул ваҡытта һуҡырлыҡтан, сихырланыуҙан, вабанан, фалиждан һаҡланырһың.
Эй, Ҡабисә, Аллаһүммә инни әсьәлүкә миммә ғиндәкә үә әфиҙ ғәләййә мин фаҙликә, үәншуур ғәләййә мин бәракәтик", (йәғни: Ии Раббым, мин Һинән Һиндә булған барса рәхимлек, шәфҡәтлекте һәм һәр бер яҡшылыҡты, миңә үҙ рәхмәттәреңде ебәреүеңде һәм дә бәрәкәттәреңде төшөрөүеңде һорайым — И.Ғ.) —тип әйт.
Был хәдиҫ белем алыуҙың ниндәй бөйөк икәнлеген күрһәтә.
Хәдиҫ имам Әхмәд риүәйәтендә тапшырыла.
Әбү Даһра хәдиҫендә былай тип әйтелгән;
"Мин бәйғәмбәребеҙҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай тип әйткәнен ишеттем:
"Кем белем алыу юлында йөрөһә, Аллаһ Тәғәлә уға ожмахҡа бара торған юлды еңеләйтер. Әлбиттә фирештәләр белем алыусының эшләгән эшенә риза булып, уның өҫтөнә ҡанаттарын йәйеп торорҙар һәм, әлбиттә, ғалим өсөн күктәрҙә һәм ерҙәге булған барса мәхлүктәр Аллаһ Тәғәләнән ярлыҡау һорарҙар, хатта диңгеҙҙәге балыҡтарға тиклем. Ғалим кешенең ғибәҙәт ҡылыусыға ҡарағанда өҫтөнлөгө, айҙың башҡа йондоҙҙарға ҡарағанда булған өҫтөнлөгө һымаҡ, һәм, әлбиттә, ғалимдар бәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары, фәҡәт белемде генә мираҫ итеп ҡалдыралар, кем уны алһа, үҙенә етерлек өлөштән алған.
Әбү Дауд, Тирмизи, Ибн Мәджә, Ибн Хиббән һәм Бохари риүәйәттәренән.
Сафуан бин Ғасәл әл-Муради риүәйәтендә:
"Мин бәйғәмбәрҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһьн эргәһенә барҙым. Ул мәсеттә, үҙенең ҡыҙыл плащына таянып ултыра ине. Мин уға:
"Йә Рәсүлуллаһ, мин белем алырға килдем", — тинем. Ул әйтте: «Белем алыусы рәхим итһен. Уның белем талап итеүең яратып фирештәләр уның өҫтөнән ҡат-ҡат булып донъя күгенә еткәнсе ҡәҙәр ҡанаттарын йәйәләр», — тине.
Имам Әхмәд, Тәбәрани һәм Ибн Хиббән риүәйәттәре.
4-се васыят. Ҡайғырған кешегә ярҙам биреү
Ибн Ғүмәр риүәйәтенән.
Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, үҙенең бер мөбәрәк хәдиҫендә:
"Мосолман мосолмандың туған ҡәрҙәше, уға яуызлыҡ эшләмәй һәм уны яуызлыҡҡа тапшырмай. Кем ҡәрҙәшенә мохтаж булһа, Аллаһ Тәғәлә уға мохтаж, кем бер мосолмандың ҡайғыһын еңеләйтһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең ҡиәмәт көнөндәге ҡайғыларҙан бер ҡайғыһын еңеләйтә. Кем мосолман ҡәрҙәшенең кәмселеген, етешһеҙлеген йәшерһә, Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә уның кәмселеген йәшерер".
Килешелгән хәдиҫтән Әбү һүрайра риүәйәте.
"Кем бер мөьминдең донъя ҡайғыларынан бер ҡайғыһын еңеләйтһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең ҡиәмәт көнөндә булған ҡайғыларынан бер ҡайғыһын еңеләйтер. Кем туҡмалған кешегә ярҙам бирһә, Аллаһ Тәғәлә уға донъяла һәм әхирәттә ярҙам бирер. Кем мосолман кешенең етешһеҙлеген йәшерһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең донъяла һәм әхирәттә булған етешһеҙлеген йәшерер. Аллаһ Тәғәлә бәндәһе үҙ ҡәрҙәшенә ярҙам биргәнгә тиклем, Уның ярҙамында була. Кем белем алыу юлында булһа, Аллаһ уға ожмахҡа булған юлды еңеләйтә. Әгәр ҙә бер ҡәүем Алланың өйҙәренән берәүһендә йыйылып, унда Аллаһ Тәғәлә китабын (Ҡөрьәнде — И.Ғ.) уҡып, үҙ-ара өйрәнһәләр, уларға тыныслыҡ төшөр, рәхмәт уралыр һәм уларҙы фирештәләр һаҡлар һәм Аллаһ Тәғәлә уларҙы Үҙенең эргәһендә булғандар араһындағылай иҫәпләр. Кем белем алыусы ғәмәленә ҡамасаулаһа, ул кешенең нәҫеле оҙаҡҡа бармаҫ".
Имам Мөслим риүәйәте.
5-се васыят, Аллаһ Тәғәләгә сәждә ҡылыуҙың файҙалары.
Мәғәдән бин Әбү Талха риүәйәтенән:
"Мин бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хеҙмәтсеһе Саубәнде осраттым һәм унан һораным:
"Миңә Аллаһ Тәғәләнең ожмахҡа индерә торған ғәмәл тураһында хәбәр бир?" — башҡа риүәйәттә: «Аллаһ Тәғәләнең һөйөклө булған ғәмәле тураһында хәбәр бир?» — ул кеше өндәшмәне; мин тағы һораным— ул өндәшмәне; өсөнсө тапҡыр һораған инем, ул: «Мин шул турала Рәсүлулланан һораған инем, ул шулай тип яуап бирҙе:
»Күп сәждә ҡыл, һин бер сәждәгә барһаң, әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә сәждә сәбәпле һине бер дәрәжәгә күтәрә һәм бер хатаңды юя",
Мөслим, Тирмизи, Нәсаи һәм Ибн Мәджә риүәйәттәре.
Убә ибн әс-Самит риүәйәтенән.
Ул бәйғәмбәрҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ошо һүҙҙәрҙе ишеткән икән: «Әгәр берәй кеше Аллаһы ризалығы өсөн сәждәгә барһа, Аллаһ Тәғәлә сәждә сәбәпле ул кешегә бер сауап яҙып, бер гөнаһын юйыр ҙа, сәждә сәбәпле дәрәжәһен бер дәрәжәгә күтәрә. Әлбиттә, сәждәләрҙе күбәйтегеҙ».
Ибн Мәджә риүәйәте.
Хузәйфә риүәйәтенән:
Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте:
"Аллаһ Тәғәлә өсөн кешенең иң һөйөклө ваҡыты, уны сәждәлә хәлендә күреүе, тупраҡҡа битен туҙанлауы (йәғни Аллаһ Тәғәләгә ихлас күңелдән буйһоноуы — И.Ғ.)".
6-сы васыят. Тәҡүәлек, Ҡөрьән уҡыу, Аллаһ Тәғәләне ҙикерләү һәм башҡа изге ғәмәлдәр
Әбүзәр риүәйәтенән:
"Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте:
"Аллаһ Тәғәләгә тәҡүә булыуҙы һиңә васыят иттем, сөнки һәммә эштең башы — тәҡүәлек, Ҡөрьән уҡыу һәм Аллаһ Тәғәләне ҙикерләүҙе һиңә васыят иттем, сөнки ул һинең өсөн күктә — ҙикер, ерҙә — нур.
Һиңә матур һуҙҙәрҙән башҡаһын һөйләмәй торорға кәрәк, сөнки изге һүҙҙәр шайтанды һинән ҡасырыр, изге һүҙҙәр дин эшендә һиңә ярҙамсы булыр.
Күп көлөүҙән һаҡлан, сөнки ул күңелде үлтерә, йөҙҙөң нурын ала.
Һиңә дин эше өсөн көрәшеп торорға кәрәк, сөнки ул өммәтемдең рәһбанияты (аскет юлы, йәғни аскетизм—И.Ғ.).
Меҫкен ярлыларҙы һөй һәм улар менән ултырҙаш бул.
Иғтибарҙы үҙеңдән өҫтөндәргә түгел, киреһенсә түбәндәргә йүнәлт, сөнки Аллаһ Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәтен хурламауҙа иң яҡшыһы шул булыр.
Һиңә килеп йөрөүҙән туҡтаһалар ҙа, яҡындарыңа үҙең бар.
Һинән баш тартыр булһалар ҙа, һәр ваҡыт дөрөҫлөктө әйт. Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәгәндә һине шелтәләүселәрҙән ҡурҡма.
Үҙеңә мәғлүм булған эштәреңде кешеләргә белдереүҙән тыйыл һәм һин генә эшләй торғанды башҡалар ҙа эшләгәнгә асыуланма.
Кешенең ғәйепле булыуы өсөн уға өс нәмә лә артығы менән еткән: үҙендәге ғәйепте кешеләр аша күреүе, булмаған эштәре өсөн дә ҡыҙарыуы (оялыуы — И.Ғ.), иптәшен рәнйетеүе.
Йә, Әбүзәр, сараһын күрмәй тороп — сәләмәт аҡыл юҡ, насарлыҡтан тыйылмай тороп — тәҡүәлек юҡ, күркәм холоҡло булмай тороп — мәшһүрлек юҡ".
Әт-Табарани риүәйәтенән.
"Йәшерен һәм мәғлүм эштәр башҡарған сағыңда Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәлектә булыуыңды һиңә, васыят итәм. Бер яманлыҡ эшләнеңме, шунда ук изгелек эшлә. Һис берәүҙән бер ни һорама. Аманат алма. Ике кеше араһында ҡаҙый булма".
Имам Әхмәд риүәйәтенән.
7-се васыят, Сәхәбәләр менән бергә булыу, айырылышыу, йәмәғәтселек һәм изгелек.
Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйткән: «Һеҙгә сәхәбәләрем менән бергә булыуҙы васыят итәм. Уларҙы алыштырырҙар, һуңынан ялған фаш булыр. Хатта ти, ант талап ителмәһә лә ант иттереүгә, таныҡлама һоралмаһа ла шаһитлыҡҡа саҡлы барып етерҙәр.
Ҡатын-ҡыҙ менән яңғыҙ ҡала күрмәгеҙ, сөнки һеҙҙең арағыҙҙа шайтан — өсөнсө.
Айырылышыуҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки шайтан яңғыҙҙар менән бергә, күмәктәрҙән — алыҫ.
Кем йәннәт ниғмәттәрен теләй, шул йәмәғәт менән бергә булыу кәрәк, тип һанай.
Кем эшләгән изгелектәренә шатланып, яманлыҡтарыма көйөнә — шул мөьмин була».
Имам Әхмәд һәм Тирмиҙи риүәйәттәренән.
8-се васыят. Ҡәберҙе намаҙ урынына әүерелдермәҫкә
Рәсүлуллаһ әйткән:
"Дөрөҫлөктә, һеҙгә саҡлы йәшәгәндәр үҙҙәренең бәйғәмбәрҙәренең һәм үҙҙәренең изгеләренең ҡәберҙәрен үҙҙәренә доға ҡылыу урындарына әүерелдерҙеләр, әммә һеҙ быны эшләмәгеҙ, мин һеҙгә быны тыям!"
Ул шулай уҡ:
"Үҙҙәренең бәйғәмбәрҙәренең ҡәберҙәрен доға ҡылы урындарына әүерелдергән йәһүдиҙәрҙең һәм нәсараларҙың (христиандарҙың — И.Ғ.) өҫтөндә Аллаһ ҡарғышы ята! Минен ҡәберемде сәждә ҡыла башлай торған һынға әүерелдермәгеҙ, — тип әйткән.
9-сы васыят. Был донъяла булған ниғмәттәргә ҡарағанда, Аллаһ ниғмәттәрен һайлау.
Ҡасандыр мосолмандарҙы ҡәрҙәштәрендәй күреп ҡаршы алған Мәдинә ҡалаһы халҡы — ансарҙарҙы рәнйетмәҫкә, уларға яҡшы ҡарашта булырға кәрәклекте васыят иткән бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
"Дөрөҫлөктә, Аллаһ Тәғәлә, был донъяның төрлө ниғмәттәре һәм Унда булғандары араһынан, Үҙенең ҡолдарының береһенә һайлау хоҡуғы бирә һәм ул Унда булғанды һайлай", — тип әйткәс, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе төплө аңлаған Әбү Бәкер ӘС-Ситдиҡ илап ебәрә. Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, был донъяла йәшәргә һуңғы сәғәттәре ҡалған була.
10-сы васыят. ...һеҙгә ике нәмә ҡалдырам...
Намаҙ уҡыуға иғтибар биреүҙе, ҡолдарга яҡшы мөнәсәбәттә булырға өндәп васыят әйткәндән һуң, Аллаһ рәсүле, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын: «Мин һеҙгә ике нәмә ҡалдырам: Аллаһ Китабын һәм үҙемдең Сөннәтте, әгәр уларға тотонған булһағыҙ, һеҙ һис юлдан яҙмаҫһығыҙ!» — тигән.
Аллаһ рәсуленең үҙе әйткән, дөрөҫлөгө раҫланған хәдиҫтәренең барыһы ла беҙҙең өсөн уның васыяты.
Ии Раббыбыҙ! Китабың Ҡөрьән-Кәрим өйрәткәнсә, Үҙеңдең Расулең Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләмдең хәдиҫтәренә таянып, ул өйрәткәнсә йәшәргә һәммәбеҙҙе насип итһәңсе!
Амин.
Имам Ғариф-хажи Ғабдрахманов “Рәсүлуллаға уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...”.