Ҡорбан ғәйете вәғәзе

                                                 Бисмилләһир-рахмәнир-рахим
     "Иннәә әғтәйнәәкәл кәүҫәр. Фәсалли лираббикә үәнхәр. Иннә шәәни-әкә һүәл-әбтәр".

      Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында:“Беҙ һиңә игелектәрҙе мул итеп бирҙек. Ошо игелектәр өсөн Аллаһҡа шөкөр ит, намаҙ уҡы, ҡорбан сал”, — ти.    “Кәүҫәр" сүрәһе,                                                                                            
     Әлхәмдү лилләһ!
     Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғаләмин! Әссаләтү үәс-сәләмү ғәлә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Ләә Иләһә Илләллаһу үәллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр үә лилләһил-хәмд!
     Аллаһы Раббыбыҙға — бөтә ғаләмдәргә тәрбиә биреп тороусы асыл Затҡа — күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын. Аллаһ — Бер, Унан башҡа Иләһә юҡ. Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм — Уның хаҡ илсеһе һәм ҡоло.
     Ғәйет көндәребеҙ мөбәрәк булһын!
     Ҡорбан Аллаһ Тәғәләгә яҡынлашыу ниәте менән салынған хайуан. Ислам динендә мосолмандарҙы аяҡта тотоусы әмерҙәрҙең береһе зәкәт үә фитыр булһа, икенсеһе – ҡорбандыр. Мосолман кешеһе зәкәте, фитыры менән диндәштәренең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән кеүек, Ҡорбанда мохтаждарға ярҙам итеүҙең бер сараһы.
     Ҡорбан салыу тарихе борондан килә. Ҡөръән Кәримдә Хәҙрәти Әҙәмдең улдары Һабил менән Ҡабилдың ҡорбан салыуҙары тураһында яҙыла: ”Әҙәм улдары хаҡында хәбәрҙе хаҡлыҡ менән уҡы. Аллаһ икеһенә лә ҡорбан салырға бойорҙо. Һабилдың ҡорбаны ҡабул булды, Ҡабилдыҡы ҡабул булманы”.(Мәидә сүрәһе 5:27).

     Был аят Аллаһҡа яҡынлашыу маҡсаты менән ҡорбан салыу йолаһы кешелек донъяһы яратылыу менән барлыҡҡа килеүен асыҡ күрһәтә.
     Изге Ҡөрьән китабыҙҙа: ”Үҙе бүләк итеп биргән малдар өҫтөндә Аллаһ исемен зекер итеп кенә торһондар тип һәр йәмәғәт өсөн Беҙ малдарҙы ҡорбанға салыу йолаһын булдырҙыҡ, һеҙҙең Аллағыҙ — Бер. Уға күндәм булығыҙ. Ә һин — Мөхәммәд, бәндәләремдең күндәмдәрен, төрлө хәлдәргә юлыҡҡанда сабыр була белгәндәрен, Аллаһ исеме телгә алынғанда тетрәнеп торғандарҙы, намаҙ уҡығандарҙы һәм Беҙ биргән малдан башҡаларға ла өлөш сығарғандарҙы Йәннәттәр менән һөйөндөр”.
                                                                                                 ”Хаж” сүрәһе, 31,32, 34,35 — нсе аяттар
     Аллаһ хаҡына һеҙ көсөгөҙ етер тиклем тырышлыҡ һалығыҙ. Ислам дине өсөн Ул һеҙҙе һайлап алды. Атағыҙ Ибраһим дине булған исламда Ул һеҙгә бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырманы.
     Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, һеҙгә, һеҙ халыҡтарға геүаһ булһындар тип Ҡөрьәндә әйтелгәнгә тиклем үк Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, һеҙҙе лә мосолмандар тип атаны.
     Был байрамыбыҙ Аллаһы Раббыбыҙға яҡыныраҡ булырға тырышыу, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең алыҫтағы бабаһы — Аллаһтың дуҫы — Хәлилүр-Рахмән Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, заманынан ҡалған оло һәм ҡыуаныслы байрам.

     Аллаһ рәсүле үҙе ҡорбан салыу үрнәге күрһәтеп, өммәтенә был мәсьәләлә остаз булған. Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Ғәрәфәт тауынан төшөп, Мөздәлифәлә төн уҙғарғандан һуң, байрам көндө Минала ҡорбан салған. “Был ҡорбан ниндәй маҡсат менән салынды”, тигән һорауға: “Ҡорбан – атағыҙ Ибраһим сөннәтелер” – тип яуап биргән.
     Хәҙрәти Ибраһим улын ҡорбан итергә йыйынғанда, Аллаһ тарафынан һарыҡ тәкәһе ебәрелеп, улы урынына шуны салырға ҡушылды.
     Был байрамдың тарихенә киләйек. Ибраһим ғәләйһи үә сәлләмдең оҙаҡ йылдар буйы балаһы булманы. Ул: “Әгәр улым булһа, мин уны Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан итер инем”, — тип, нәҙер әйткән ине. Ибраһим ғәләйһи үә сәлләм улы тыуҙы, уға Исмәғил исеме ҡушылды. Бер-нисә йыл үткәс, Ибраһим ғәләйһи үә сәлләм Мәккә шәһәрендә булған ваҡытта, төштәр күрә башланы. Ул төштәрендә Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһи үә сәлләмгә улы Исмәғилде ҡорбан салырға ҡушты.
     Ибраһим ғәләйһи үә сәлләм үҙенең нәҙерен иҫенә төшөрөп, күргән төшөн аңланы.
     Әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә бәндәнең ҡандарын түгеүсе түгел, ул бары Ибраһим ғәләйһи үә сәлләмде шул рәүештә һынаны. Исмәғил ғәләйһи үә сәлләм үҙен дә һынатманы. Атаһы уны ҡорбан итеп салырға барғанда, шайтан ҡоторто: “Һине атайың салырға алып бара бит”, — тине.
     Исмәғил ғәләйһи үә сәлләмдең иманы ныҡ була. Ул был хәлдә: “Әгәр был Аллаһның әмере булһа, беҙ уны үтәйәсәкбеҙ”, — тип әйтеп, шайтанды таштар менән бәреп ҡыуа...
     Хәҙрәти Ибраһим маңлай тиреһен һөртөп, улы Хәҙрәти Исмәғилде киҫмәгән бысаҡҡа аптырап ҡарап ҡарап торғанда, кинәт күктә “Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр” һүҙҙәре яңғырап ала. Башын күтәреп ҡараһа, һимеҙ бер һарыҡ тәкәһен тотҡан Джәбрәил фәрештәнең уға табан төшөүен күрә. Шунда уҡ хәмед үә шөкөр хистәре менән: “Лә иләһә илләллаһү үәллаһү әкбәр”, — тип әйтә. Хәҙрәти Исмәғил дә Аллаһы Тәғәләгә ҡарата шөкөр хисен “Аллаһ Әкбәр үә лилләһил – хәмд” һүҙҙәре менән белдерә. Ошо тәшрик тәкбиренән һуң Хәҙрәти Ибраһим: “Бисмиллаһи Аллаһу Әкбәр”, — тип, тәкәне боғаҙлай, ҡорбан сала. Бөгөнгө көндә мосолмандар был һүҙҙәрҙә Ғәрәфә көнөндә һәм Ҡорбан ғәйете көндәрендә һәрбер фарыз намаҙҙан һуң ҡабатлайҙар.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм Ҡорбан ғәйетенә ҡағылған хәҙистәрендә был байрамдың илаһи ихтыяры менән барлыҡҡа килеүен әйтә. “Ҡорбан көнөн байрам итеп билгеләп үтеү миңә әмер ителде. Уны был өммәт өсөн Аллаһ байрам ҡылмыштыр”, — тигән ул.
     Изге урындарҙа, изге йорттарҙа осрашып, күрешеп, мосолман ҡәрҙәшлек элемтәләрен нығытып ала, намаҙ уҡый, ҡорбан сала.
     Ҡорбан байрамы көнөндә бар мосолмандарҙың йөрәк-күңеле дуҫлыҡ, туғанлыҡ, һөйөү, хөрмәт, ҡыҙғаныу, бер-береңә булышлыҡ итеү һәм шәфҡәт хистәре менән тула. Был көндө нәфрәт үә асыуҙар юҡҡа сыға, дошманлыҡ һәм үпкә хистәре бөтә. Барыбыҙ өсөндә тәбрик үә тәшрик көндәр был.
     Был – изге йола. Исламдағы боронғо күпселек бабаларыбыҙҙың берҙәм фекеренсә, Ҡорбан салыу –вәжиб (үтәлергә тейеш) ғәмәл-ғибәҙҙәт. Мосафир (юлда, сәфәрҙә булыусы), аҡылға һай кешегә, ҡолға һәм бәлиғ булмаған балаларға вәжиб түгел. Вәжиб — мәжбүри түгел. Вәжибте шулайыраҡ аңлар кәрәк: хәлеңдән килә икән, бурысҡа батмай ғына сал. Мөмкинлеген юҡ икән, инша Аллаһ, Аллаһ Тәғәлә насыйп итһә киләһе йылға ҡала инде.
     Ҡорбанды ысын күңелдән, ниәтебеҙ менән салабыҙ икән, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул булыуы һис шикһеҙ. Салыусы һуйып ебәргәндә :” Бисмилләһи, Аллаһү Әкбәр”, тип әйтә. Ниәтебеҙ: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, фәлән кеше исеменән ҡорбан салам. Ҡабул ҡыл”. Йәки: “Һинең ризалығың өсөн, Алла Тәғәлә, ҡорбан боғаҙларға ниәт ҡылдым. Мин Нәзир Балапан улыннан риза булып ҡабул ҡыл” – тиһәңдә була. Йәки: атайым Балапан Әхмәдей улы исеменән, тиһәңдә дөрөҫ.
     Ҡорбан салған кеше ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәләгә хәмед үә ҫәнә итһә, доға ҡылып, ҡорбандың Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул итеүен үтенһә, бик мәслихәт булыр.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд бер хәҙисендә: “Ҡорбан итеп салынған хайуан итен ашағыҙ, саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм туплағыҙ”, — тип әйткән. Ошонан сығып аңлашыла: мосолман кеше ҡорбан итенең бер өлөшөн ғаиләһе менән бергә ашарға, икенсе өлөшөн саҙаҡа итеп таратырға тейеш. Шулай уҡ мәжлес ойоштороп күрше тирәһен һәм туғандарын ашатырға мөмкин.
     ”Был ғәйҙүл-кәбир — оло байрам көнөндә, — тип аңлата Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, — әҙәм балаһының хайуан ҡаны түгеүҙән дә сауаплыраҡ эше юҡ”. Хайуан ҡанын, әммә кеше ҡанын түгел.
     Үҙенең Китабы Ҡөрьәндә Аллаһ әйтә: «Салған ҡорбандарығыҙҙың ите лә, ҡаны ла Уға барып ирешмәй. Аллаһҡа һеҙҙең тәҡүәлек динле, иманлы булыуығыҙ ғына барып етә”, — ти. Беҙҙең был донъяла йәшәүбеҙҙең мәғәнәһе – Аллаһыны танып белеү, Уға яҡынлашыуҙыр.
     »Диндең ҡеүәте, — тигән Ғәли хәҙрәт, — изге эштәр эшләргә бойороу, насарлыҡтарҙан тыйыу Аллаһ бойорғандарҙы үтәү кимәле менән билдәләнә".
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Кем ҡорбан салған ергә барһа, уның һәр аҙымына 10 әжер була, 10 гонаһ кисерелә, 10 дәрәжәһе арта”. Ҡорбан хаҡында һөйләшеүҙәр зикер-тәсбихтән һанала. Ҡорбан өсөн түләнгән аҡса саҙаҡаға һанала. Ә салынған Ҡорбан – Ҡорбан була. Ҡорбанды салыу өсөн ятҡырғанда ул ер өлөшөндә күпме нәмә (бөжәкме, үләндәрме) бар, һәр береһе Аллаһ Тәғәләгә был бәндә өсөн истиғфар ҡыла. Ҡорбандың тәнендә булған йөндөң һәр бөртөгө һайын 10 әжер яҙылып, гонаһ ғәфү ителеп барыла. Ҡорбандың ҡаны ергә тейеүгә, салдырыусының булған гонаһлары ғәфү ителә. Ҡорбан итен киҫәкләп өләшкән ваҡытта һәрбер киҫәге өсөн Исмәғил саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең нәҫеленән бер ҡол азат иткән әжер яҙыла. Аш-һыу әҙерләүселәргә лә һәр сәғәт, һәр минут изгелектән яҙылып барыла, уларға бик күп әжер-сауаптар өҫтәлә.
     Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм Хәҙрәти Ғәйшәгә: “Ҡорбанлығынды салғанда, үҙендә шунда ҡатнаш, беренсе тамсы ҡаны тамғанда, гонаһларын ғәфү ителә”, — тип әйткән.
     Бер хәҙистә: Әбү Өмәмә разый Аллаһү ғәнһә һөйләй. Аллаһ Рәсүле әйтте: “Кем дә кем ошо ике байрам төндәрен Аллаһынан сауап итеп ғибәҙәт менән үткәрһә, калебләр үлгән көнде уның калебе үлмәҫ. (калеб – күңел, йөрәк мәғәнәһендә).
     Ибн Ғаббас риүәйәтенә ҡарағанда, байрамда иртәнге намаҙҙы һәм йәстү намаҙын йәмәғәт менән бергә уҡыған еше ҙур сауабтарға ирешер.
     Намаҙ менән ҡорбан ул — Аллаһҡа яҡынайыу өсөн ҡылған ғибәҙәттең иң күркәме, иң ҡиммәтлеһе. Намаҙ ул тәндең дә, күңел менән йәндең дә Аллаһ алдында тыйнаҡ, күндәм, баҫалҡы була белеүе, ҡорбан — йомартлыҡ һәм игелек билдәһе — Аллаһы Тәғәләгә мал менән яҡынайыу.
    Күңелдәребеҙ Аллаһ биргәндәргә шөкөр, Аллаһ рәхмәтенә өмөт һәм Уның ололоғона зекер менән тулы. Ә хаж — Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттең бер рөкөнө, бәндәләрҙең Уның ҡоло булыуына бер дәлил...
     Ҡорбан ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын!
     "Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр”