чтение Корана                Ҡөръән уҡыу тәртибе

   Мәжлестә Ҡөръән уҡыр алдынан ниәт ҡылабыҙ: “Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим. Нәүәйтү биҡыраа әтил-Ҡурьәән, мирридааир-рахмәән, үә тәраддү шәйтаан, үә тәнәуирул-ҡубүри мин әһлил-имәән”. Мәғәнәһе: “Ниәт ҡылдым Ҡөръән уҡырға. Раббым, үҙендең ризалығын өсөн, шайтандан алыҫ булыу өсөн, иман менән үткән ҡәбер әһелдәренең рухтарын шатландырыу өсөн”. Әмин.

   Бынан һуң түбәндәге аят уҡыла: “Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим. Үә иҙәә ҡури*әл-Ҡуръ-әәни фәстәмиғү ләһүү үә әнңситүү ләғәлләкүм түрхәмүүн”.
   Мәғәнәһе: “Әгәр берәй урында Ҡөръән уҡылһа, ишетегеҙ уны эштәрегеҙҙе ҡуйған хәлдә, бәлки Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеүсе булырһығыҙ”. Әмин.

   Мәжлестәрҙә мәрхүм, мәрхүмә ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтары шат булһын тип, теләгән теләктәребеҙ Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул булһын өсөн. Ошо донъяла белеп тә һәм уйламайынса ҡылған гонаһтарыбыҙҙы, кәмселек-хаталарыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ғәфү итһен тип, ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын өсөн. Бәлә-ҡазаларҙан, афәттәрҙән Раббыбыҙ һаҡлаһын тип, теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын өсөн, Ҡөрьәндән сүрәләр, аяттар уҡып, Аллаһы Тәғәләнән һорайбыҙ. Был ғәмәлебеҙ Ҡөръән уҡыу була.

   Ҡөрьән уҡыу, «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтааниир- раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип башлана. Унан һуң Ҡөрьән тәртибендә сүрәләр, аяттар уҡыла.
                                    “Фатиха”
                                    “Әлиф-ләм-мим”...
                                    Башҡа Ҡөръән Кәримдәге сүрәләр
                                    “Ихлас”
                                    “Фәләх”
                                    “Нәс”
   Бындай тәртип намаҙҙағы сүрәләргә лә ҡағыла.
Ҡыҫҡа сүрәләрҙе тулыһынса уҡыу яҡшы була, оҙон сүрәләр аяттарға бүлеп йәки тулыһынса уҡыла. Мәҫәлән йыш уҡылған Йәсин сүрәһе. Был сүрәне уҡығанда түбәндәге аяттарға ҡәҙәр уҡып туҡталыш яһарға мөмкин: 13, 25, 48, 61, 70, 78 тиклем, йәки тулыһынса.

  Күмәкләшеп уҡығанда, берәйһе бер-нисә аят уҡығас, күршеһенә: ”Садәҡал ләәһүл ғәлииул ғазыйм”, тип тапшыра һәм күршеһе “Биссмиллә” әйтеп уҡыуҙы дауам итә. Әгәр Ҡөръән уҡыу бер аҙ ваҡытҡа туҡталһа, яңынан: “Әғүҙү билләһи... Биссмиләһир” менән дауам ителер. «Мүлк» (Тәбәрәк) сүрәһен уҡыуҙа яҡшы була, 16 аяттан ахырға ҡәҙәр уҡыуы мәслихәт, тулыһынса уҡыу яҡшы сауаплы. Икенсе сүрәләрҙе ҡушҡанда, сүрәне йәки аятты «Бисмилләәһир-рахмәәнир- рахиим» тип башларға кәрәк. Ҡөрьән уҡыуҙы түбәндәге аят менән тамамларға мөмкин.

   «Саффат» сүрәһе: “ Сүбехәәнә раббикә раббил-ғиззәти ғәммәә йәсифун (180) үә сәләмүн ғәләл-мүрсәлиин (181) үәл-хәмдү лилләһи раббил-ғәәләмиин (182).
Мәғәнәһе: Бөйөклөктөң Раббыһы (тәрбиәсеһе) булған һинең Раббың (тәрбиәсең) иманһыҙҙар сифатлаған кәмселектәрҙән пак. Уға маҡтау. Илселәргә сәләм (именлек) Ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһҡа барса маҡтау хас.

                                                     Ҡөръән бағышлау

   Ошо салауатты ҡушып: “Әлхәмдү лил-ләһи раббил ғаләмин. Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә рәсүлиһи Мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин”, аҫтағы бағышлауҙы уҡырға була.

   Йә Раббым, Аллаһ! Ошо уҡылған Ҡөрьән аяттарын үҙ фазыл һәм рәхмәтең менән ҡабул ит һәм уҡыуымда булған кәмселек һәм хаталарҙы ғәфү ит. Ошо Ҡөръән уҡыуҙа булған әжер сауаптарҙы ғәләмгә рәхмәт итеп күндерелгөн Хаҡ расүлең Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең рух шәрифтәренә ирештереп, рухын шат ҡыл һәм беҙгә, ғәзиз өммәттәреңә мәхшәр майҙаныңда, хисап көнөндә пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәттәрен насип ит. Шулай уҡ Ҡөръән әжер сауаптарын пәйғәмбәребеҙҙең әһеле ғаиләһенә, сәхәбәләренә, барса булған әнбиә һәм мөрсәлимдәргә һәм беҙҙән доға өмөт итеп ятҡан мәрхүм-мәрхүмә мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шатландыр. Мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәйҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ, яҡын ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирешеп, рухтарын шат ҡыл... (шул иҫәптән... – барлап). Бәндәселек менән ҡылған гонаһтарын, кәмселек хаталарын ғәфү ҡылып, ҡалған изге ғәмәлдәрен, ғибәҙәттәрен ҡабул итеп әжер сауаптарын арттыр. Имандарын юлдаш ҡылып, үҙ рәхмәтеңә алып, ахыр урындарын йәннәттә ҡыл. Барыбыҙҙы ла бәлә-ҡазаларҙан, афәттәрҙән имен ҡылып, ҡылған ғүмерҙәребеҙ Хаҡ юлында – ислам динендә булып, Ҡөръән хөкөмдәренә муафыйҡ ғәмәлдәр менән, ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙҙе насип һәм миәссәр ҡыл. Әжәл ваҡыттары етеп, яҡты донъянан Әхирәткә күскәндә, ахырғы һүҙҙәребеҙ “Ләә иләәһә илләәллаһ Мүхәммәдүр-расүлүллаһ” кәлимәи таибәһе (яҡшы Һүҙ) менән мосолман булып, тулы иманыбыҙ менән үҙ ҡаршыңа ҡайтып, вәғәҙә ҡылған йәннәттәреңә, рәхмәттәреңә, ризалығыңа ирешергә барыбыҙға ла насип ит. “Раббәнәә әтинәә фиддүнйә хәсәнәтәү үә фил-ахирәти хәсәнәәү үә ҡыйнә ғәҙәәбән-нар. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимин”.

   Ҡөръән уҡып бөткәс ошо доғаны уҡырға мөмкин: «Аллааһүммә-жғәлил-ҡуръәәнә ләнәә фид-дун-йа ҡаринәү- үә фил-ҡабри муунисәү-үә фил-ҡийәәмәти шәфииғәү-үә иләл-жәннәти рафииҡау-үә иләл-хайраати — күллиһә дәлииләү-үә имәәмәә».

   Мәғәнәһе: Әи, Аллаһ! Ҡөръәнде беҙгә донъяла иптәш ҡыл, һәм ҡәберҙә дуҫ ҡыл, ҡиәмәт көнөндә шәфәғәтсе ҡыл, һәм йәннәткә юлдаш ҡыл, һәм бөтөн яҡшылыҡтарға етәкләүсе һәм юл башлаусы ҡыл.

   Ҡыҫҡаса Ҡөръәнде ошолай итеп тә, шулай уҡ намаҙҙан һуң берәр сүрә йәки аят уҡып әруахтарға доға ҡылабыҙ, уларҙы бағышлайбыҙ: «Йә, Раббым! Уҡыған сүрә һәм аяттарымды Үҙеңдең ризалығың өсөн, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһиссәләмдең рух-шәрифтәренә, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм, әсәбеҙ Һауа Раҙиаллаһы Ғәнһәнең һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең, барса изгеләрҙең, барса сәхәбәләребеҙҙең, остаздарыбыҙҙың, мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәйҙәребеҙҙең, әбей-бабайҙарыбыҙҙың, барса ир-ҡыҙ туғандарыбыҙҙың, вафат булған хәләл ефеттәребеҙҙең, вафат булған ир һәм ҡыҙ балаларыбыҙҙың, беҙҙән доға өмөт иткән барлыҡ әруахтарыбыҙҙың рухтарына ирештер», — тип доға ҡылабыҙ.

    Тағы бер вариант

   "Әлхәмдүлилләһ раббил ғәләмин. Үәссәләтү үәссәләмү ғәлә әшрафил мурсәлиин сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин".

   Әй, Раббым, Үҙеңдең рәхмәтеңде һәм ризалығынды өмөт итеп уҡылған сүрәләрҙе, аяттарҙы, зекер һәм салауаттарҙы киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Уҡылған зекерҙәрҙән хасил булған әжер-сауаптарҙы һөйөклө хәбибең Мөхәммәд ғәләйһи үәссәләмдең рухына һәм атабыҙ Әҙәм һәм әсәбеҙ Һауанан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килгән барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең, барлыҡ әүлиәләрҙең һәм изгеләрҙең рухына ирештер. Шулай уҡ ғәзиз атай-әсәйҙәребеҙҙең, олатай — өләсәйҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ете быуыныбыҙҙан алып етмеш быуыныбыҙға тиклем булған барлыҡ мәрхүм-мәрхүмәләрҙең рухтарына ирештер. Шулай уҡ башҡа мәрхүмдәрҙең: «Әй, Раббым, миңә доға ҡылыусы булмаҫ микән», — тип беҙҙән доға өмөт иткән бар әрүәхтарҙың рухына ирештер.

   Әй Раббым, шулай уҡ хаслап ҡылған (фәлән фәләндең улы йәки ҡыҙы тип исемдәрен әйтеп) доғамды ҡабул итеп, барыһының да рухтарына ирештер, гонаһларын ғәфү ит, изгелектәрен ҡабул ит, хисаптарын еңел ит, ҡәберҙәрен нурлы ит, ятҡан ерҙәрен йәннәт баҡсаһынан бер баҡса ит. Уҡылған зекерҙәрҙән хасил булған әжер-сауаптарҙы рухи ризыҡ итеп ирештер, беҙҙән риза ит, ҡиәмәт көнөнә тиклем тыныс ятыуҙарын насыйп ит.

   Әй, Раббым, беҙҙең дә, үҙебеҙ белеп тә, белмәй ҙә эшләгән гонаһларыбыҙҙы ғәфү ҡыл. Ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе, көн һәм төндәребеҙҙе гонаһыҙ үткәрергә, тәүбәле булып йәшәргә насыйп ит. Бөтөн бар нәмәне, хатта күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе белеп тороусы Раббым, бөтөн игелектәребеҙҙе ҡабул ит. Донъяла ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе мөмкин тиклем, көсөбөҙҙән килгән тиклем изгелектә, игелектә үткәрергә насыйп ит. Әлхәмдүлилләһ, беҙҙе хәҙерге ваҡытта мосолман иттең, һуңғы һулышыбыҙға ҡәҙәр мосолман булып йәшәргә, «Ләә иләәһә илләллааһ Мөхәммәдүр рәсуллуллаһ», тип йәнебеҙҙе үҙеңә тапшырырға, «Ләә илләһә илләллааһ», тип ҡараңғы гүр ишектәрен асып керергә насыйп ит. Әхирәт донъяһында беҙгә мәңгелек йәннәтеңде, рәхмәтеңде һәм ризалығыңды бүләк ит.

   Әй, рәхмәтле Раббым, был донъяла ғүмер иткән ваҡытыбыҙҙа үҙебеҙҙе, хәләл ефеттәребеҙҙе, яҡын туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, ауылдарыбыҙҙы, ҡалаларыбыҙҙы, йорттарыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, дәүләтебеҙҙе төрлө бәлә-ҡазаларҙан, хәүеф-хәтәрҙәрҙән, ығы-зығы фетнәләрҙән, һуғыштарҙан һаҡла һәм көсөбөҙ етмәгән һынауҙар менән һынама.

   Әй Раббым, биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы, ике донъя өсөн теләгән, ҡылған доғаларыбыҙҙы киң рәхмәтең ҡабул ит. Амин. 

   Рухтарына ирештерһәң ине, йәки насип итһән ине тип һорамағыҙ, русса әйтмешләй «конкретно» ирештер, насип ит, бир һәм башҡаһы... Тегеләй икеләнеп һораған һымаҡ сыға; ҡабул итһәң ине — Аллаһ Тәғәлә ҡабул итә әллә юҡ. Ә былай бир тип һораһаң Аллаһ Тәғәлә бәндәһе һорағанын бирер тигәндәр