имам-мухтасиб Ахмат хазрат

   Һеҙҙең иғтибарға Әбйәлил районының Асҡар район-үҙәк мәсетенең имам – мөхтәсибе Әхмәт хажи Шәйәхмәтовтын “Йондоҙ” гәзитендә баҫылған мәҡәләһен тәҡдим итәм.
     

      Ҡөръән ҡушҡанса йәшәү
   

   Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәәләмиин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин.

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Өйҙәрегеҙҙә Ҡөрьәнде мөмкин ҡәҙәр күберәк уҡығыҙ. Сөнки Ҡөръән уҡылмаған өйҙә яҡтылыҡ әҙ, яманлыҡ күп була һәм унда күңелһеҙ үә борсоулы йәшәйҙәр», — тигән. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен аңлау өсөн, моғайын, ошо хәҙис тә етәлер.

   Мөьмин-мосолман Ҡөръән уҡыуҙан күңел тыныслығы, ауырыуҙарына шифа һәм иң мөһиме — тормошонда тура юл таба. Шуның өсөн беҙ Ҡөръәнде өйрәнергә һәм даими уҡырға тейешбеҙ. Ҡайһы бер кешеләр: «Дөрөҫ уҡыйымы? Еренә еткереп уҡыйымы?» — тигән борсоулы һорауҙар бирә. Әлбиттә, бындай борсолоуҙар урынлы. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (Мүзәммил" сүрәһе 4-се аят): «Үә раттилил Ҡуръәәнә тәртиилә», йәғни: «Ҡөръәнде тәртип менән уҡығыҙ», — тип белдерҙе. Ғалимдәр был һөйләмгә: «Тәртип менән, тәджүид менән, ашыҡмайынса ғына, һүҙҙәрен аңларлыҡ асыҡ итеп уҡығыҙ», — тип тәфсир ҡыла. Шуның өсөн дә Ҡөрьәнде тәджүид ҡәғиҙәһе менән уҡырға тырышырға кәрәк. Өйрәнгәндә хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелешенә һәм уҡыу ҡағиҙәләренә иғтибарлы булыу мөһим. Үҙаллы үҙләштереүгә ҡарағанда, белгән кешенән өйрәнеү хәйерлерәк.

   Ҡөръәнде йәки Ҡөръән сүрәләре яҙылған китапты ҡулға тотоп уҡығанда тәһәрәтле булыу шарт. Ҡөръән аяттарын күңелдән уҡығанда тәһәрәтле булыу талап ителмәһә лә, тәһәрәтле булһаң, сауабы күберәк. Ҡөръән тыңларға аш-һыу табынына барыусылар ҙа тәһәрәтле икән, шулай уҡ сауаплыраҡ булыр, ғөсөлһөҙ килеш китапҡа ҡарап та, күңелдән дә уҡыу дөрөҫ түгел.

   Ҡөръән уҡый башлағанда «Әғүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим», тип әйтеү тейеш. Мөмкинлек булғанда Ҡөръәнде ҡиблаға йүнәлеп уҡыу сауаплыраҡ. Табында иһә йәмәғәткә ҡарап ултырып уҡыла. Ҡөръән уҡылған урынға Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре килеп, уҡыусыға ла, тыңлаусыларға ла хәйер доға ҡылып торалар. Ҡөръән уҡыу тамамланғас, фәрештәләрҙең һәм беҙҙең ҡылған доғаларыбыҙ тура килһә, уларҙың ҡабул булыуына өмөт бар. Әгәр ҙә инде изге Китап уҡылған ерҙә кешеләр, тейешле кейемдә булмаһалар, фәрештәләр килмәй икән. Шуға күрә доғабыҙҙың ҡабул булыуына шөбһә тыуа. Шуның өсөн Ҡөръән уҡыусы кеше ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ ябынырға, оҙон еңле күлдәк кейергә, иҙеүҙәрен, балтырҙарын ҡапларға тәҡдим итһә, үпкәләргә ярамай. Сөнки табын әҙерләп, Ҡөръән уҡытыуҙың сауабы ошо сәбәптәр арҡаһында ғына, бик күпкә кәм булырға, йәки бөтөнләй булмауы ла ихтимал. Тимәк, тейешле кейем менән булған кешеләргә уҡылған Ҡөръән сүрә-аяттары бәрәкәтте арттыра һәм ауырыуҙарына шифа була. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә («Бәни Исраил» сүрәһе, 82-се аят): «Үә нүнәззилү минәл Ҡуръәәни мәә һүүә шифәәәәүүүә рахмәтуллил мүьминиин. Үә ләә йәзидүз заалимиинә илләә хасәәра», йәғни: «Аллаһы Тәғәләне таныусы, мөьминдәр Ҡөръән аяттарынан шифа табалар, Аллаһы Тәғәләгә ҡарышыусыларҙың хәсрәте артыр», — тип белдерҙе.

   "Ҡөръән уҡыу ике төрлө була. Беренсеһе — үҙенә, икенсеһе — кеше үтенгәне өсөн. Ҡөръән уҡыусыға — бер хәрефкә 10 сауап, тыңлаусыға, — бер хәрефкә бер сауап, Ҡөръәнде өйрәнгәндә ғазапланып уҡыусыға сауап икеләтә булыр", — тигән хәҙис тә бар. Тимәк, ҡыйын тип тормаҫҡа, яңынан-яңы аяттарҙы өйрәнергә һәм уҡырға кәрәк.

   Намаҙ уҡығандан һуң үҙең өсөн, ил-йортобоҙ, ғаиләләребеҙ именлеге-тыныслығы өсөн, һинән доға өмөт итеүсе әруахтарҙың рухы шат булһын өсөн, тип хәйер-доғалар ҡылып, Ҡөрьән уҡыуҙа гонаһ юҡ, хатта ҡайһы бер ерҙәре тейешенсә дөрөҫ булып етмәһә лә. Хата менән булһа ла уҡыу, бөтөнләй ҙә уҡымауҙан хәйерлерәк. Шуға күрә Ҡөръән уҡыуыңды берәр белгән кешегә ваҡыт-ваҡыт, мөмкинлек килеп сыҡҡан һайын тыңлатып, дөрөҫләтеп тороу мөһим. Уҡыған өсөн дә, өйрәнгән өсөн дә, хатаңды тырышып төҙәткән өсөн дә сауап бар. Тимәк күберәк уҡыу кәрәк. Уҡыған һайын шымарабыҙ һәм ятлау өсөн еңел була. Һәр кем күпмелер сүрәне яттан белергә тейеш. Сөнки намаҙҙа сүрәләрҙе күңелдән уҡыйбыҙ. Ҡиәмәт көнөндә Ҡөръән аяттары: «Йә Раббыбыҙ, был ҡолоңды утҡа (шул теманы уҡырға баҫ) һалма, уның күңелендә һинең һүҙең булған аяттар бар», — тип әйтерҙәр. Асыҡтан-асыҡ Ҡөръәнде ҡарап уҡыу ҙа сауаплы, әммә бер көн килеп күреү һәләтебеҙҙең насарайыуы бар, ул ваҡытта инде ҡарап уҡып булмай, күңелдән белгәндәрҙе уҡып ҡәнәғәтләнергә ҡаласаҡ.

   Беҙ ҡайһы ваҡыт кешеләрҙең үтенесе менән кемгәлер барып Ҡөръән уҡыйбыҙ. Был осраҡта инде талаптар күберәк. Иң беренсе — Ҡөръән уҡыусы биш ваҡыт намаҙ эйәһе, икенсенән Ҡөрьәнде тәджүид ҡағиҙәләренә ярашлы уҡый белеүе, өсөнсөнән, үҙе Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыусы һәм башҡаларҙы ла вәғәзләп, изге ғәмәлдәр ҡылыусы булырға тейеш. Рәсми (хөкүмәт теркәүе үткән) мосолман ойошмаларының вәкиле булыу хәйерлерәк. Диниә назараты тарафынан раҫланған һуңғы Устав редакцияһының 6. 9-сы пунктында ла «Имам-хатыб-председатель является высшим духовным лицом Прихода и несет ответственность за организацию и проведение пятничных, праздничных молитв и ежедневных пятикратных молитв, а также религиозных обрядов на дому у верующих. Правом на проведение религиозных обрядов обладают имам-хатыб-председатель, имамы и муэдзины Местной мусульманской религиозной организации Централизованной религиозной организации Духовного управления мусульман Республики Башкортостан», — тип яҙылған.

   Намаҙ ваҡыты (ошонда баҫ) етһә (әгәр ҙә намаҙҙың ваҡыты үтеп бара икән) намаҙға баҫмайынса, Ҡөръән уҡып ултырыу һис дөрөҫ түгел. Бигерәк тә йома намаҙы ваҡытында аят мәжлестәре үткәреү ярамаҫ. Бында йома көнө менән, йома намаҙы ваҡытын бутарға ярамай. Аят мәжлестәре йә йома намаҙына хәтлем, йә йома намаҙынан һуң үткәрелә. Ҡайһы ваҡыт мәсеттә йома уҡырға кеше етешмәй, ә беҙ аят уҡып доға ҡылыу менән мәшғүл булабыҙ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: «Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр йома көнө намаҙға саҡырыу ишетһәгеҙ, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыу өсөн ашығығыҙ, һатыу итеүҙе ҡуйығыҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. (Жумға, 9 аят). Намаҙ үтәлгәс, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм Аллаһы Тәғәләнең йомартлығын эҙләгеҙ, Аллаһы Тәғәләне йыш иҫкә алығыҙ, бәлки һеҙ бәхетле булырһығыҙ» (Жумға, 10 аят). Шулай итеп беҙ Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәмәй, нәфел ғәмәлдәргә өҫтөнлөк биреп, доғалар ҡылыу менән мәшғүл булып ултырһаҡ, доғаларыбыҙҙың ҡабул булыу-булмауы бик икеле. Ҡөръән уҡыусыға ла, Ҡөръән табыны әҙерләүсегә лә быны иҫтә тоторға кәрәк. Рамаҙан айында (ошонда баҫ) ауыҙ аскас, намаҙ ваҡыты сыҡмаҫтан алда аҡшам намаҙы уҡылырға тейеш. Кемдер табын әҙерләп, ҡунаҡ йыя икән, әгәр ҙә мәжлес намаҙ ваҡытына тура килерҙәй булһа, үҙ өйөңдәме йәки күршеһендәме, намаҙ уҡыу өсөн урын әҙерләп ҡуйыу яҡшы.

   Аллаһ Раббыбыҙ ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙән риза булып, хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, уҡыған Ҡөръән аяттарын ҡабул ҡылып, әжер-сауаптар насип итһә ине. Үҙебеҙгә ла, балаларыбыҙға ла, яҡындарыбыҙға ла, етәкселәребеҙгә лә Ҡөръән менән ғәмәл ҡылып, сәждә әһеле булып, рәхәт йәшәүҙәребеҙҙе насип ҡылһа ине. Ошо бер миҙгел генә булған донъянан мәңгелек әхирәтебеҙгә күскәндә иманыбыҙҙы юлдаш ҡылып, Аллаһы Тәғәләнең йәннәт баҡсаларында ла осрашыуҙарыбыҙҙы насип итһен.

          Әхмәт хажи Шәйәхмәтов, имам-мөхтәсиб.