Ҡөрьән сығыу тәртибе

Ҡөрьән сығыу

           Ҡөрьән сығыу тәртибе
                       Вәғәз.
   Беҙҙә Ҡөрьән сығыу тигән бер йола йәшәп килә. Ҡөрьән башынан аҙағына тиклем уҡыла, унан уҡыған ваҡытта хасил булған әжер-сауаптар доға өмөт иткән әруахтар рухына арнала. Ҡөрьән уҡыуға сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙ заманында уҡ бик ныҡ иғтибар иткәндәр. Ҡөрьән уҡыуҙы мосолманға намаҙ уҡыу кеүек үк игелектәрҙән һанағандар. Ятлаған килеш тә, Ҡөрьәни- Кәримдең үҙенә ҡарап та уҡығандар. Сөнки үҙенә ҡарап уҡыуҙың тағы ла сауаплыраҡ булыуын да һәр кем белгән. Ҡөрьән уҡыу - бер сауап булһа, Ҡөрьәнде ҡулыңа тотоп, күҙ нурҙарың менән уға ҡарап та уҡыу — икенсе сауап.


   Пәйғәмбәребеҙ заманында сәхәбәләр быға бик ныҡ иғтибар итә. Мәғәнәләрен аңлап та ҡалырға тырышып, Ҡөрьәнде улар ашыҡмай ғына уҡый. Унар-унар аятты ятлап, аяттарҙа бирелгән хөкөмдәрҙе тормошта ғәмәлгә ашыра баралар, унан һуң ғына икенсе аяттарға күсә торған булалар
   Был ғүмер-ғүмерҙән шулай килгән. Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтә: "Ҡөрьән уҡыған ваҡытта һәр бер хәрефе һайын Аллаһу Раббүл-ғиззә тиҫтәләрсә әжерҙәрҙе вәғәҙә итә, - ти, - ”Әлиф, ләм, мим ”, - тигән ваҡытта бер хәреф тимәй, - ”Әлиф” — бер хәреф, ”Ләм”е — икенсе хәреф, ”Мим” е — өсөнсө хәреф, һәр бер хәрефе һайын Аллаһы Тәғәлә тиҫтәләрсә әжерен вәғәҙә итә, ти. Ҡөрьән уҡыған ваҡытта хасил булған әжер-сауаптарҙы беҙ әруахтарға бағышлайбыҙ. "Бағышлау” нимә тигән һүҙ? Ошо әжер- сауаптарҙы Аллаһтан әруахтар рухына еткереүҙе һорау була ул. Беҙҙә Ҡөрьән сығыу тигән бер йола йәшәп килә. Ҡөрьән башынан аҙағына тиклем уҡыла, уҡыған ваҡытта хасил булған әжер-сауаптар беҙҙән доға өмөт итеп ятҡан әруахтар рухына арнала.
   Был йола ғүмер-ғүмерҙән шулай килгән
   Мәйеттәргә — донъянан үткән ҡәрҙәштәребеҙгә, ата-әсәләребеҙгә, яҡындарыбыҙға, доға өмөт итеп ятҡан әруахтарға беҙ ниндәй бүләк бирә алабыҙ? Тереләргә бүләк биреү юлдары күп, әммә әруахтар өсөн почтаһы ҡайҙа? Телеграмма менәнме, хат менәнме — нимә менән бүләктәрҙе күндереп була? Юҡ ундай почта. Ләкин беҙ беләбеҙ — бүләк биреүҙең икенсе төрлөһө бар: күңелдән күңелгә. Донъянан үткән ата-әсәләребеҙ, яҡын ҡәрҙәштәребеҙ, доға өмөт итеүсе бөтә әруахтарға бүләк ирештерәһебеҙ килһә, рухтары шат булһын тиһәк, Ҡөрьәни-Кәримдең аяттарын уҡыйбыҙ ҙа, уны ҡабул итеүен һәм әжер-сауаптарҙы әруахтар рухына илтеп еткереүен Аллаһтан һорайбыҙ.
   Ҡөрьәндең был үҙенең рухына ла тап килә. Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Беҙҙең кәмселек хаталарыбыҙҙы ярлыҡа, гонаһтарыбыҙҙы кисер һәм беҙҙән элек иман менән үткәндәрҙе лә ярлыҡаһаң ине, шулай уҡ Ер йөҙөндә йәшәгән бәндәләр күңеленән бер-береһенә ҡарата төйөр ҡалдырмай, асыу һәм дошманлыҡты ла юҡҡа сығарһаң ине. Мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе — яңғыҙ үҙең генә”, — тип Аллаһы Тәғәлә беҙҙе доға ҡылырға өйрәтә.
   Ошо ниәт менән мосолмандар Ҡөрьәни-Кәримде уҡыйҙар, Кәрәк өс аят ҡына уҡылһын, кәрәк башынан ахырына тиклем уҡылһын. Уҡып бөткәндән һуң: "Раббым Аллаһ! Беҙҙә булған кәмселек-хаталарҙы ғәфү итһәң ине. Уҡыған ваҡыттағы кәмселек-хаталарҙы ғәфү итеп һәм әжер-сауаптарын доға өмөт иткән әруахтарға еткереп, рухтарын шат ҡылһаң ине! — тип доға ҡыла. Ошо бағышлау тип атала.
   Әйткәнебеҙсә, Ҡөрьәнде әүүәленән башлап аҙағына тиклем уҡып та бағышлау бар.
   Әгәр ҙә улай иттереп булдыра алмаһаң, "Фатиха” сүрәһен — "Әлхәм” де әүүәленән аҙағына тиклем уҡыһаң да, бөтә Ҡөрьәнде уҡығандың әжер-сауабына ирешәһең.
   ” Ихлас” сүрәһен уҡый торған булһаң, Ҡөрьәндең өстән бер өлөшөн уҡыған кеүек булаһың. Бер "Әлхәм”, өс ”Ҡуль һуаллаһ”ты уҡыр булһаң да, Ҡөрьәнде ике тапкыр уҡып сыҡҡандың әжеренә ирешәһең, тип өйрәтеп килгән беҙҙең бабайҙар. Ҡөрьәнде баштан башлап ахырына ҡәҙәр уҡып сыҡҡандан һуң ”Ҡуль һуаллаһ”ты, ”Ҡуль әғүҙү бираббил-Фәләҡ”, ”Ҡуль әғүҙү бираббин- Нәс” сүрәләрен уҡыйһың да, яңынан "бисмилләң” де әйтеп, ”Әлхәм”де уҡып сығаһың һәм "Бәҡара” сүрәһенең башынан ”Әлиф, ләм мим ” де ”...Үләикә һүмүл мүфлихүн” ға тиклем уҡыйһың. Биш-алты аятты. Бының мәғәнәһе нимә? ”Эй, Раббым! Беҙ Ҡөрьәни- Кәримде уҡыныҡ, ләкин Китабыңды уҡып туйманыҡ. ”Әлхәмдү-лил-ләһ, аяттарың яңынан уҡый башлайбыҙ, — тип Ҡөрьәни-Кәримдән биҙмәгәнлегеңде белдерәһең. Был иһә Ҡөрьән әһле булып йәшәүеңдең бер ғәләмәте, Ҡөрьән уҡыуҙың әҙәбе була.
   Әлхәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин. Үәс-саләтү үәс- сәләмү ғәлә рәсүлиһи Мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
   Йә Раббым Аллаһ! Яңғыҙ үҙ ризалығыңды өмөт итеп уҡыған аяты-кәримәләребеҙҙе һәм кәләме шәрифте фазлың һәм кәрәмең менән ҡабул итеп, уҡыған ваҡытта хасил булған әжер һәм сауаптарын ер йөҙөнә рәхмәт итеп күндерелгән, донъя-әхирәт бәхетебеҙгә сәбәпсе булған пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәдәнил Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең рух-пактарына, пәйғәмбәребеҙ менән бергә уның әһле-бәйте, сәхәбә-и кирамдарына һәм унан элек булған бөтә әнбиә һәм мөрсәлиндәрҙең, ғалимдарыбыҙҙың, ғәбидтәребеҙҙең, заһидтарыбыҙҙың, дин-мөбингә хеҙмәт иткән бөтә дин әһелдәренең һәм шулай уҡ был донъянан беҙҙән алда үтеп, доға өмөт итеп ятҡан ғалимдарыбыҙҙың, ғәбидтәребеҙҙең, әбей-бабаларыбыҙҙың, ата-әсәләребеҙ, ир һәм ҡыҙ туғандарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың рух-шәрифтәренә арнайбыҙ. Фазлың һәм кәрәмең менән ҡабул итеп һәм рухтарын шат ҡылып, барған урындарын нурландырып торһаң ине.
   Уларҙан һуң тороп ҡалған вариҫтарының, ғаилә ағзаларының, нәҫел-ырыуының бөтәһенән риза булып. Донъя көткән саҡтарында уңыш һәм бәрәкәттәр генә насип итһәң ине. Үҙ хозурыңа керһеҙ күңел менән ҡайтырға мөмкинлек биреп, бәндәселек менән эшләнгән кәмселек хаталарын ғәфү итһәң ине.
   Илдәребеҙгә тыныслыҡ, именлектәр, бәрәкәттәр биреп, Раббым Аллаһ, үҙеңә шөкөр итеп кенә йәшәүҙәребеҙҙе насип үә мөйәссәр ҡылһаң ине. Һәр беребеҙгә ғүмерҙәребеҙ бар тиклем дин юлында, хаҡ юлда, һиҙайәт юлында бойорғандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып йәшәүҙәребеҙҙе насип итеп, үҙ тәҡдирең менән әжәл ваҡыттары килеп еткәндә ”Лә Иләһә Илләл-лаһү, Мүхәммәдүр-рәсүлүл-лаһ кәлимәи
 — таибәһен әйтеп, тулы иман менән хозурыңа ҡайтып дәһшәтле Ҡиәмәт көндәрендә Рәсүл Әкрам саллал-
лаһу ғәләйһи үә сәлләм шәфәғәтенә, Ҡөрьәни-Кәрим шәфәғәтенә ирешеүҙәребеҙҙе насип үә мөйәссәр ҡылһаң ине.
   ”Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил- әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғаҙәбән — нәр”.
   Аллаһы Раббым ҡабулдарҙан ҡылһын.
   Ислам күҙлегенән ҡарағанда ғибәҙәт ул намаҙ уҡыуҙарыбыҙ, ураҙа тотоуҙарыбыҙ, зәкәт биреп тороуҙарыбыҙ, хаж ҡылыуҙарыбыҙ ғына түгел. Дөрөҫ, былары — иң бөйөгө. Ләкин мосолмандың ниндәй генә эше йәки һүҙе булмаһын - былар бөтәһе лә Аллаһ ризалығы өсөн тип эшләнә. Эшебеҙҙән Аллаһ риза икән — был ғибәҙәт. Ғәмәлдәребеҙ, рөхсәт ителгәндәр менән ризыҡланыуыбыҙ, ашауыбыҙ, әсеүебеҙ, пәйғәмбәребеҙ — Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауат әйтеп кенә тороуҙарыбыҙ — бөтәһе лә ғибәҙәт.
   Ҡөрьәндең үҙендә лә бит әйтелә: '’Хаҡикәт өсөн тип Беҙ һинең күкрәгеңде асманыҡмы ни? Арҡаңда ауыр йөк булып торған нәмәләрҙе алып ташламаныҡмы? Һәм кешеләр телеңдә исемеңде лә маҡтаулы бер зекер итеп, бөйөк бер дәрәжәгә күтәрҙек түгелме?” — тиелә.

   Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, донъянан күскәненә мең йыл ярымға яҡын ғүмер үткән булһа ла, бөгөнгө көндә лә миллиардтан ашыу мосолман Мөхәммәдтең исемен ишеткәндә; саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм — Аллаһы Раббыбыҙҙың рәхмәте, сәләмдәре, хәйер-доғалары уға булһа ине, тип салауат әйтә. һәм мосолман булмаған кешеләр ҙә Мөхәммәдтең, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, кем икәнлеген, донъяға Аллаһтан күндерелгән һуңғы пәйғәмбәр булыуын белә.
   Бынан һуң Аллаһы Раббүл-Ғиззә: ”Дөрөҫлөктә, бәндә тормошонда ауырлыҡ та, еңеллек тә бар. Шуға ла донъя мәшәҡәттәренән бушанып торған арала доға менән Аллаһҡа ҡарай йүнәл, Раббыңа бәндәселек күрһәтә башла, Уның мәрхәмәт шәфҡәтенә өмөт бағла”, — ти.
   Донъяла ни тиклем мәшәҡәттәр, ауырлыҡтар күргәндән һуң да Аллаһтан өмөт өҙөргә тейеш түгеллекте Раббыбыҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең үҙенең дә һәм уның өммәтенең дә иҫенә төшөрә. Тормоштағы ауырлыҡ һәм мәшәҡәттәр бер ваҡытта ла мәңгегә ҡалмай.
   Аллаһы Тәғәлә өйрәтә: "Тормошта ауырлыҡ та, еңеллек тә бар. Дөрөҫлөктә, ауырлыҡ та, еңеллек тә бар” тигән аяты-кәримәне индерә. Был һүҙҙәр ике ҡат ҡабатлана.
   Был аяты-кәримә индерелгәндән һуң пәйғәмбәребеҙ бик тә һөйөнөп өйөнән сыға, — тиелә хәҙистә, — Шул ваҡыт сәхәбәләренә әйтә: ”Бер ауырлыҡ, бер мәшәҡәт ике шатлыҡ-һөйөнөстө, ике еңеллекте еңә алмаҫ. Бер ауырлыҡҡа донъяла, был тормошобоҙҙа һис шикһеҙ ике еңеллек була. Еңеллек һәр ваҡытта ла күберәк. Аллаһтың ярҙамы, Аллаһтың бәрәкәте һәр ваҡыт бәндә менән бергә йөрөй. Шуның өсөн дә һәр бер иманлы кеше был аяты-кәримәнән үҙенә һөйөнөс таба.
   Аллаһы Тәғәлә ошо ҡыуаныстарҙы һәр ҡайһыбыҙға насип итһен.
   Аллаһтың мәрхәмәт-шәфҡәтенә, еңеллектәр килеүенә өмөт бағлап, ауырлыҡтарҙан ҡотолдоң иһә, доға менән Раббыңа ҡарай йүнәл, ғибәҙәткә тотон. Донъяның мәшәҡәттәренән арынғандан һуң, күңелдәрең тынысланғас, донъя-әхирәт хәжәттәреңде һорап Аллаһы Раббыңа ысын күңелдән доғала бул.
   Аллаһы Тәғәлә күңелдәребеҙҙе игелеккә генә асып ҡуйһа ине. Яуызлыҡтарҙан, насарлыҡтарҙан уттан ҡасҡан кеүек ҡасып, Аллаһы Раббыбыҙға ғына дуҫ, шайтанға дошман булып йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһы Раббил-ғиззә насиб итһен.
   Үәс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
                                              Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин Башҡортостан радиоһының ”Иман ” тапшырыуынан.