Мәрхүмдәргә Ҡөръән уҡыу үә доға ҡылыу

     Аллаһ Субхәнә үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Әл-Хәшр» сүрәһенең 10-се аятында беҙгә әйтә:
                                                                                      :قال الله تعالي في الكتابه الكريم
                                                                                       ...أَعُوذُ بِاللَّهِ مِنَ الشَّيْطَانِ الرَّجِمِ
وَالَّذِينَ جَاؤُوا مِن بَعْدِهِمْ يَقُولُونَ رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا وَلِإِخْوَانِنَا الَّذِينَ سَبَقُونَا بِالْإِيمَانِ ۞وَلَا تَجْعَلْ فِي قُلُوبِنَا غِلّاً لِّلَّذِينَ آمَنُوا رَبَّنَا إِنَّكَ رَؤُوفٌ رَّحِيمٌ
     10. Үә-лләҙиинә джәә'үү мим-бәғдиһим йәҡуулүүнә раббәнә-ғфир ләнәә үә ли'ихъүәә- нинә-лләҙиинә сәбәҡуунәә бил'иимәәни үә ләә тәджғәл фии ҡулүүбинәә ғыилләл-лилләҙиинә әәмәнүү раббәнәә иннәкә ра'үүфү-ррахиим.
     10. һуңынан күсеп килгән кешеләр: «Раббым, беҙҙе лә, беҙҙән алда иманға килгән туғандарыбыҙҙы ла ярлыҡа. Беҙҙең күңелдә иманлы кешеләргә нәфрәт уятма. Раббым, һин миһырбанлы, шәфҡәтле бит!» — ти.
     Мәшһүр аяттар, доғаның үлгәндәргә файҙаһы тиеүен күрһәтә. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә:

 

                                                                                                                      ﺍﻏﻔﺮ ﻟﺍﻫﻞ ﺑﻘﻴﻊ ﺍﻟﻐﺮﻘﺪ ﺍﻟﻟﻬﻢ
     "Йә Раббым, ғәфү ит зыярат әһелдәрен".
     Икенсе бер хәҙисендә, шулай тигән:
                                                                                                                        ﺍﻟﻟﻬﻢ ﺍﻏﻔﺮ ﻟﻌﻴﺒﻨﺎ ﻭ ﻣﻴﺘﻨﺎ
     "Йә Раббым, ғәфү ит беҙҙең тереләребеҙҙе һәм үлгәндәребеҙҙе". Был хәҙисте имам Тирмизи риүәйәт ҡылды.
     Шулай уҡ ошо хәҙисте беҙ йынаҙа намаҙында ла доға итеп уҡыйбыҙ.
     Доға кеүек, тере кешенең үлгән кешегә саҙаҡаһы ла барып етә, әгәр ул уны мәрхүм кешегә бағышлаһа.
Ҡылған доғабыҙ, үлгәндәргә бағышлап уҡығандарыбыҙҙың сауаптары уларға барып еткәне тураһында бик күп хәҙис шәрифтәр бар. Уны Имам Бухари (р.г.) үҙенең сахих йыйынтығын да беҙгә еткергән.
     Саҙаҡа уларға ла барып етеүҙәре тураһында дәлилдәр бар.
     Факиһ Әбү Ләйси Самарканди үҙенең «Тәнбиһү Ғафилин» китабында әйтте: “Мин атайымдан ишеттем, ул әйтте: “ Ысынында, Сәлих Әлмәре әйтте: “Бер төндө йома кисәһендә сәфәрҙә намаҙ уҡыу өсөн мәсет эҙләп йөрөп шунда бер ҡәберлек янынан үтә, һәм ҡәберстанға инеп ҡунып ҡалырға була. Ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡый ҙа бер ҡәбергә һөйәлеп йоҡлап китә. Төшөндә ҡәбер әһелдәре ҡәберҙән сығып түңәрәк ултырып һөйләшә башланылар. Шул ваҡыт йыртыҡ алама кейемдәр кейгән бер егет уларҙың ҡырына барып ултырҙы. Шунан һуң ул түңәрәктең уртаһына күп матур табаҡтар килде, аш яулыҡтар менән бәйләнгәндәр ине. Ҡәбер әһелдәре бер-бер артлы килеп шул үҙҙәренә булған табаҡтарҙы алып ҡәберҙәренә киттеләр. Теге егеткә бер ни ҙә килмәне. Ҡайғырып илай — илай ул үҙ ҡәберенә китте. Шунда мин уның эргәһенә барып һораным: «Әй Аллаһтың бәндәһе, ни өсөн мин һине меҫкен хәлдә күрәм?» Теге егет: «Һин теге табаҡтарҙы күрҙеңме?» «Эйе шул күрҙем». “ Улар тереләрҙең үлгәндәренә ебәрелгән бүләктәре. Ҡасан улар мәрхүмдәре өсөн саҙаҡа биреп, доға ҡылһалар, сауаптары йома кисәһендә килә. Мин бер меҫкен кеше. Мин әсәйем менән сәфәргә сыҡҡан инем, ошо ергә барып еткәс вафат булдым. Мине күмгәс әсәйем кейәүгә сыҡты һәм минең турала иренә бер һүҙ ҙә әйтмәне һәм мине бөтөнләй онотто, теле менән дә иҫкә алмай. Шуға күрә мин ошо хәлдә".
     Сәлих инәһенең ҡайҙа торғанын һорап белде. Иртә менән уянып намаҙ уҡығандан һуң, әсәһен эҙләп китте. Барып тапҡас, уны саҡырып һораны: «Һинең шундай исемле улың бар ине ме?». Теге ҡатын-ҡыҙ юҡ тип яуап биргәс, бөтөнөһөн һөйләп бирҙе. Теге ҡатын илап алғас шулай тип, әйтте: «Минең бер улым бар ине һәм үлеп ҡалды, мин уның өсөн мең дирхам аҡса саҙаҡа итеп бирәм, мин уны бер ҡасанда онотмам.»
     Шунан һуң ул биргән саҙаҡаны алып, бөтөн меҫкендәргә таратып сыҡтым. Икенсе йома кисәһендә тағын теге ҡәберстанға барып, ике рәҡәғәт нәфел намаҙын уҡып, ҡәбергә һөйәлеп йоҡлап киттем. Ҡәберҙән кешеләр сыға башланылар, теге егеттә матур кейемдәр кейеп күңелле булып килә ине. Ул минең яныма килеп “Һиңә Аллаһы Тәғәләнең рәхимлеге булһын! Беҙгә бүләктәр килеп етте."
     Шулай итеп был риүәйәттән беҙ күрәбеҙ, үлгәндәрҙе йыш ҡына иҫкә алып торорға кәрәк булғанын. Беҙ уларҙы иҫкә алып саҙаҡалар биреп торһаҡ, уларҙың хәлдәре хурланмаҫ, шат булырҙар. Беҙгә лә уның сауабы булыр иншәАллаһ!
     Мөхәммәд ﷺ Ғәйшә (р.г.) — гә әйткән: «Әгәр ҙә һин үлеп мин тере ҡалһам, әлбиттә мин һинең өсөн доға ҡылам, истиғфар әйтәм».
     Әхмәд ибн Мөхәммәд ибн Мәрвә риүәйәт иткән: " Мин ишеттем Аллаһтың илсеһенән: «Әгәр ҡәберстанға инһәгеҙ, „Фатиха“, „Ихлас“, „Фәләҡ“, „Нәс“ сүрәләрен уҡығыҙ, һәм уның сауабын үлгәндәргә бағышлағыҙ, уның сауаптары уларға барып етә».
     Имам Насай һәм Әбү Мөхәммәд Самарҡанд (р.г.) хәҙис шәриф риүәйәт итәләр: «Кем ҡәберҙәр янынан үткән саҡта „Ихлас“ сүрәһен 11 тапҡыр уҡыһа һәм сауабын үлгәндәргә бағышлаһа, уға ошо ҡәберстандағы ҡәберҙәр хәтле сауап булыр».
     Имам Суйути (р.г.) әйтте: «Ансарҙар һөйләйҙәр ине, берәр кеше вафат булһа, йылышып уның ҡәберенә барып Ҡөръән уҡыйҙар ине».
     Шулай уҡ Абул-Ҡасим Сағыд ибн Ғәли «Зәйджәни фаваит» тигән китабында Әбү Һурайранан риүәйәт итә:
     "Ысынында, кем зыяратҡа инеп «Фатиха», «Ихлас», Аллаһуммә Мүттәкәҫүр" сүрәләрен уҡығандан һуң, әйтһә: «Ихластан, мин уҡығандың сауабын мөьмин һәм мөьминә булған ҡәбер әһелдәренә бағышлайым». Ошо ҡәбер әһелдәре уға ҡиәмәт көнөндә шәфәғәтсе булырҙар, йәғни Аллаһы Тәғәләнән уның гонаһтарын ярлыҡауын һорарҙар".
     Тағы ла бер хәҙис тә әйтелгән: «Кем ҡәберстанға барғас „Йәсин“ сүрәһен уҡыһа, Аллаһу Тәғәлә ҡәбер әһелдәренә еңеллек бирә һәм Ҡөръән уҡыусыға ошо зыяратта ерләнгәндәр һанынса сауап бирә»
     Шулай уҡ имам Ҡуртуби риүәйәт итә: Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Үлгәндәрегеҙгә „Йәсин“ уҡығыҙ».
     Бындай хәҙис шәрифтәр күп. Шулай уҡ уға, аят кәлимәләре лә дәлил булып тора.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙис шәрифендә шулай тигән:
                                         اُدْعُوا الله وَأَنْتُمْ مُوقِنُونَ بِالإِجَابَةِ وَاعْلَمُوا أَنَّ اللهَ لاَ يَسْتَجِيبُ دُعَاءً مِنْ قَلْبٍ غَافِل ٍلاهٍ .
     «Доғабыҙ һис шикһеҙ ҡабул буласаҡ тип шикләнмәгән хәлдә Аллаһуға доға ҡылығыҙ. Ләкин шуны яҡшы белегеҙ: Аллаһы Тәғәлә ихластан, йөрәк күңеленән сыҡмаған доғаны ҡабул итмәй».
     Доға ҡылабыҙ икән, уның ҡабул ителеүенә ысын күңелдән ышанырға кәрәк. «Ҡабул итәр микән, юҡ микән», тигән доғаларҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итмәй. Аллаһы Раббыбыҙ һис шикһеҙ бөтә доғаларыбыҙҙы ҡабул итеүсе. Ихласлыҡ менән ҡылған доғаларыбыҙ өсөн беҙгә Раббыбыҙ был донъяла, үә ахирәттә лә бәхет бирә, шуға күрә бирмәне тиергә ярамай. Бирмәне тиһәң, ҡәнәғәт булмағанда күрһәтә, уның өсөн Аллаһу Тәғәлә ғазап бирер, Аллаһ һаҡлаһын.
     Тағы бер хәҙисендә:
                                                                                                         اِتَّقِ دَعْوَةَ الْمَظْلُومِ فَإِنَّهَا مُسْتَجَابَةٌ .
     «Йәбер-золом ителгән кешенең яман доғаһынан һаҡланығыҙ, сөнки золом ителгән кешенең доғаһы ҡабул була», тигән.
     Шуға күрә бер кешегә лә золом ҡылырға ярамай һәм золомлоҡ теләргә лә ярамай, сөнки беҙҙең бөтә яманлығыбыҙ үҙебеҙгә артып әйләнеп ҡайта. Беҙҙең халҡыбыҙҙа шундай һүҙ бар: «Һиңә таш менән атҡанда, аш менән ат», тигәндәр. Аш менән, йәғни уларға яманлыҡ урынына изгелек ҡылһаҡ, йә теләһәк, Аллаһы Тәғәлә уларға тәүфик бирер һәм беҙгә уларҙы дуҫтарҙан ҡылырға мөмкин, иншәАллаһ һәм үҙебеҙгә лә ошо теләгән изгелектәр әйләнеп ҡайтыр, иншәаллаһ!
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
                                                             مَا مِنْ عَبْدٍ مُسْلِمٍ يَدْعُو لِأَخِيهِ بِظَهْرِ الْغَيْبِ إِلاَّ قَالَ الْمَلَكُ وَ لَكَ بِمِثْل .
     «Әгәр бер мосолман кеше үҙенең мосолман ҡәрҙәше өсөн үҙе юҡ саҡта доға ҡылһа, бер фәрештә әйтер: «Уға һорағанды Аллаһы Тәғәлә үҙеңә лә бирһен».
     Шулай итеп үҙе булмағанда ла доға ҡылырға ярай тип аңларға ла була, үҙе үлгәндән һуң да Ҡөръән уҡып доға ҡылһаҡ, Аллаһу Тәғәлә уға енеллек бирер, беҙ үлгәндән һуң да шулар беҙгә әйләнеп ҡайтыр иншәАллаһ!
                                                                                                     دُعَاءُ الْأَخِ لِأحِيهِ بِظَهْرِ الْغَيْبِ لاَ يُرَدُّ .
     «Мөьминдең үҙ ҡәрҙәше өсөн күренмәй ҡылған доғаһы ҡабул булмай ҡалмаҫ», тигән Рәсүлүллаһ ﷺ.
Сөнки, кешенең үҙ алдында доға ҡылыуҙа рия (ике йөҙлөлөк) булырға мөмкин, әммә иптәше эргәһендә булмағанда ысын күңелдән булып, теге кеше менән араларында булған дуҫлыҡ һәм мөхәббәтең булыуы аңлашылыр.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
                          ثَلاَثُ دَعوَاتٍ مُسْتَجَابَاتٌ لاَ شَكَّ فِيهِنَّ دَعْوَةُ الْوَالِدِ عَلَى وَلَدِهِ وَ دَعْوَةُ الْمُسَافِرِ وَ دَعْوَةُ الْمَظْلُومِ .
     «Өс төрлө кешенең доғаһы ҡабул булыуында шик юҡ: атаның балаларына ҡылған доғаһы, мосафирҙың һәм мәзлумдең (рәнйетелгәндең) доғаһы»,тигән.
     Шуға күрә ата-әсәләрҙән изге доға ғына алырға тырышырға кәрәк. Уларҙы борсотоп, ҡайғыртып ҡарғыш доғаларына лайыҡ булһаҡ, берҙә бәхетле булмабыҙ.
     Был өс кешенең изге доғаларын өмөт итеп, яман доғаларынан һаҡланырға кәрәк.
     Йә Раббым! Беҙҙе ысын, мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине. Ошо юлдарҙан беҙҙе аҙаштырмаһаң ине. Беҙгә беҙҙең олата-бабаларыбыҙ үҙгәртмәйенсә һаҡлап килгән Ислам динен тоторға насип итһәң ине. Улар кеүек мәрхүмдәребеҙгә Ҡөръән аяттары уҡып, уларҙың үә икенсе изге кешеләрҙең, пәйғәмбәрҙәрҙең, әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен зыярат ҡылырға насип итһәң ине. Улар өсөн Аллаһы Тәғәләнең сауабын алырға насип итһәң ине. Мәүлид көндәрен һәм башҡа изге көндәрен, кисәләрен дә ғәмәл ғибәҙәттәр менән үткәрергә наип итһәң ине.
     Аллаһы Тәғәләбеҙ беҙҙең бәтә ғәмәл — ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабул итһә ине. Гонаһтарыбыҙ өсөн ғаҙапламаһа ине.
     Балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә бәхет-тәуфиҡ бирһә ине. Уларҙы иман нуры нурландырып, Ислам динендә тәрбиәләһәң ине. Уларҙың изгелектәрен, игелектәрен күрергә насип итһәң ине, рәхмәттәрен, йылы һүҙҙәрен ишетергә насип итһәң ине. Уларға ҡыуанып ҡына йәшәргә насип итһәң ине. Ҡартлыҡ көндәребеҙҙә уларҙың тәрбиәләрен алырға насип итһәң ине. Беребеҙҙе лә ошо тура юлыңдан аҙаштырмаһаң ине. Балаларыбыҙ, атай – әсәйҙәребеҙ, бөтә яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән бер өммәттән булып, йәннәт баҡсаларында осрашырға насип итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ өммәтенән ҡылып «Кәүҫәр» йылғаларынан эсергә насип итһәң ине.
     Илдәребеҙҙә, ерҙәребеҙҙә, ғаиләләребеҙҙә именлек, тыныслыҡ менән йәшәргә насип итһәң ине. Ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине. Мәсеттәребеҙҙе ысын мөьмин мосолмандар менән генә тултырһаң ине, боҙоҡ юлдан, аҙған кешеләрҙе беҙҙән йыраҡ тотһаң ине, уларҙы ла тура юлға баҫтырһаң ине. Ике доньяның бәхетен дә бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине.
     Әмин! Йә Раббил Ғәләмин!

                                                                                                                 татарсанан тәржемә, вәғәҙдең авторы билдәһеҙ