Ҡөръән бағышлау

                              Ҡөръән ашы мәжлесендә Ҡөръән уҡығандан һуң бағышлау
     Аллааһүммәр-зүҡнәә ғишән биләә бәләә ин диинән билә һәүәә ин үә ғәмәлән биләә рийәә ин үә ғәфүән биләә ғәҙәәбин үә мәғфиратән биләә ғитәәбин үә джәннәтән биләә хисәәбин үә ру йәтән биләә хиджәәб. Аллааһүммә түб ғәләйнәә ҡабләл-мәүти үәрхәмнәә ғиндәл-мәүти үә ләә түғәҙҙибнәә бәғдәл-мәүти үә һәүүин ғәләйнәә сәкәраатәл-мәүти бирахмәтикә йәә әрхәмәр- раахимиин.

     Мәғәнәһе: Эй, Аллаһым! Беҙҙе бәләһеҙ тормош менән, һауаланыуһыҙ дин менән, рияһыҙ изге гәмәл менән, ғазапһыҙ ғәфү итеү менән, шелтәһеҙ ярлыҡау менән, хисап биреүһеҙ йәннәт менән бүләклә!
Эй, Аллаһым! Беҙҙән тәүбәбеҙҙе вафатыбыҙ ваҡытында мәрхәмәтле бул һәм беҙҙе вафатыбыҙҙан һуң ғазаплама, үлем иҫереклегебеҙҙе еңеләйт! Һинең мәрхәмәтең менән генә һәр нәмә булалыр!
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     Эй, Раббым! Ошо уҡылған Кәләм шәрифтән хасил булған әжер һәм сауаптарҙы уҡыуҙа булған хата һәм кәмселектәрен үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү итеп, үҙең дөрөҫләп ҡабул итһәң ине, үҙеңдең ризалығың өсөн бағышланым.
     Ике йыһанға рәхмәт өсөн ебәрелгән дуҫың-хәбибең Мөхәммәд Мостафа саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең рух шәрифтәренә бағышланым. Уның әһел-әүләдтәренең рух шәрифтәренә бағышланым. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм һәм әсәбеҙ Һауа радыяллаһү ғәнһә рух шәрифтәренә бағышланым.
     Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм менән пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм араһында килеп киткән бар пәйғәмбәрҙәрҙең, ғәбидтәрҙең, заһидтарҙың, тәбиғи-тәбиғиндәрҙең, әүлиә һәм әнбиәләрҙең, бөтөн хәлифәләрҙең, сәхәбәләрҙең, остаздарыбыҙҙың, мөьмин- мөьминәләрҙең, мөслим-мөслимәләрҙең, мөьмин-мөьминдәрҙең, нәҫелдәре өҙөлөп доғаға мохтаж булған әрүәхтәрҙең, кендек әбейҙәребеҙҙең, сөннәт бабайҙарыбыҙҙың, өҫтәребеҙҙә хаҡтары булған, «доға ҡылышайыҡ» тип һүҙ ҡуйышҡан әруахтарҙың рух шәрифтәренә, әхирәттә иман өсөн, ҡәберҙә юлдаш өсөн, мәхшәр көнөндә өҫтөнә күләгә булыр өсөн, мизанда (үлсәүҙә) изге ғәмәлдәрен ауыр ҡылыу өсөн, сират күперенән үткәндә етәксе булыу өсөн, ожмахта Аллаһ Тәғәләнең дидарын күреү өсөн бағышланым.
     Һанап бағышланым: Ошо йорт хужаларынан доға өмөт иткән бар өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың, ата-әсәләребеҙҙең, хәләл ефеттәренең, ҡәйнә-ҡәйнештәребеҙҙең, доға өмөт иткән ир һәм ҡыҙ туғандарыбыҙҙың сабый саҡта вафат булған, бәлиғ булғас вафат булған ир һәм ҡыҙ балаларҙың,ошо йорттан доға өмөт иткән бар әрүәхтәрҙең рух шәрифтәренә бағышланым, рухтарын шат ҡылып, ҡәбер ғазаптарын күтәрһәң ине, ҡәберҙәрен нурлы ҡыл, бәндәселек менән хаталанып ҡылған гонаһтарын ярлыҡа, ошо йорттоң хужаларынан риза булып ҡал.
     Эй, Раббым! Был йортҡа хәйерле бәрәкәт бир, әжәлдәренә сабырлыҡ, ауырыуҙарына шифа, бәхетһеҙҙәренә бәхет, тәүфиҡһыҙҙарына тәүфиҡ бир. Өйләнгән балаларының икеһе араһында мөхәббәт биреп, тигеҙлек, һаулыҡ, сәләмәтлек, татыулыҡ менән, ололарҙы хөрмәтләп, кеселәргә шәфҡәт итеп йәшәргә насип ит, уларҙы тура юлға, ислам юлына йүнәлт.
     Үҙеңдең ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып, тапҡан малдарын изге эштәргә тота торған хәйерле ғүмер бир. Уларҙан тыуған балалар ҙа шәфҡәтле булып, Ҡөрьән юлы менән йәшәй торған балалар булып үҫһәләр ине.
     Яңғыҙ булған балаларына хәләл һөт имгән кеше насип ит. Толдарға толлоҡ әжере бир, мохтаждарға мохтажлыҡ әжере бир. Ауырыуҙарға Үҙ шифаңды, ололарыбыҙға хәйерле ҡартлыҡ, балаларыбыҙға тәүфиҡ-истиҡамәт, халҡыбыҙға һиҙәйәт, түрәләребеҙгә михырбан, байҙарыбыҙға йомартлыҡтарыңды насип ит. Ошо мәжлескә алыҫ һәм яҡындарҙан килеп, Үҙеңдең ризалығыңа өмөт итеп доғаға ҡул күтәреп ултырған мөьмин һәм мөьминәләрҙең доға өмөт иткән бөтөн әрүәхтәрҙең: олатай-өләсәйҙәренең, ата-әсәләренең, ҡәйнә-ҡәйнештәренең, хәләл ефеттәренең, ир һәм ҡыҙ туғандарының, вафат булған ир һәм ҡыҙ балаларының,өҫтәренә хаҡтары булған, «доға ҡылышайыҡ», — тип һүҙ ҡуйышҡан бөтөн әрүәхтәрҙең рухтарын шат ҡылып, ҡәбер ғаҙаптарын күтәр, ҡәберҙәрен нурлы ҡыл, гонаһтарын ғәфү ҡыл. Ошо уҡылған Кәләм шәриф хаҡы хөрмәтенә ошо йорт хужаларын хәйерле, изге теләктәренә ирештерһәң ине һәм бөтәбеҙҙең дә хәйерле, изге теләктәребеҙгә ирештереп, төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһаң ине.
     Донъялыҡта бәлә-ҡазаларҙан, әхирәттә ут ғазабынан һаҡлап, йәннәттәреңә инеүҙе насип итһәң ине. Был сәғәттә беҙҙе бында йыйған дин ҡәрҙәштәребеҙгә һәм беҙҙең барсабыҙға Аллаһ Тәғәлә хозурына барған көндә мәхшәрҙә лә үҙеңдең хәбибең Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең шәфәғәтен насип ит. Әмин
     Раббәнәә әәтинәә фид-дунйәә хәсәнәтәү үә фил-әәхирати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғәҙәәбән-нәәр".
     Мәғәнәһе: Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй торған хәйерле ғүмер бир. Ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабыңдан һаҡлаһаң ине". Әмин.

Ҡөръән уҡыу тәртибе: //nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-u%D2%A1yu-t%D3%99rtibe.html

Ҡөрьән сығыу тәртибе: //nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-sy%D2%93yu-t%D3%99rtibe.html