Ҡөръән уҡыусыға талаптар
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ үҙенең бер хәҙисендә: «Өйҙәрегеҙҙә Ҡөръәнде мөмкин тиклем күберәк уҡығыҙ. Сөнки Ҡөръән уҡылмаған өйҙә яҡтылыҡ аҙ, яманлыҡ күп була һәм унда күңелһеҙ һәм борсоуло йәшәй», — тип әйткән. Ҡөръән уҡыуҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлатыу өсөн, моғайын, ошо хәҙис етә торғандыр.
Мөьмин-мосолман Ҡөръән уҡыуҙан күңел тыныслығы, ауырыуҙарына шифа һәм иң әһәмиәтлеге тормошонда тура юл таба. Шуның өсөн беҙ Ҡөръәнде өйрәнергә һәм даими уҡырға тейеш. Ҡайһы бер кешеләр, борсолоп: «Дөрөҫ уҡыйым микән? Еренә етә микән?» — тип һорауҙар бирәләр. Әлбиттә, был борсолоу урынлы. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (73 сө «Мүззәммил» сүрәһе, 4 се аят):
4. وَرَتِّلِ الْقُرْآنَ تَرْتِيلًا
«Үә раттилил-Ҡур'әәнә тәртииләә», йәғни: 4.Ҡөрьәнде көйләп, (асыҡ итеп) уҡы.«Ҡөръәнде тәртил менән уҡығыҙ», тип белдерҙе. Ғалимдар был «тәртил» тигән һүҙҙе: «Тәртип менән, тәжвид менән ашыҡмайса, кеше һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп аңларлыҡ асыҡ итеп уҡыу», — тип тәфсир ҡылалар. Шуның өсөн дә Ҡөръәне тәжвид менән уҡырға кәрәк. Өйрәнгәндә хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелешен һәм уҡыу ҡағиҙәләренә иғтибарлы булыу мөһим. Үҙендән үҙең үҙләштереүгә ҡарағанда, бер белгән кешенән өйрәнеүең хәйерлерәк.
Ҡөръәнде йәки уның сүрәләре яҙылған китапты ҡулға тотоп уҡығанда тәһәрәтле булыу шарт. Ҡөръән аяттарын күңелдән уҡығанда тәһәрәтле булыу талап ителмәһә лә, тәһәрәтле булһаң, сауабы күберәк. Ҡөръән тыңларға аш-һыу табынына барыусылар ҙа тәһәрәтле икән, шулай уҡ сауаплыраҡ булалар. Ғөсөлһөҙ килеш китапҡа ҡарап та, күңелдән лә Ҡөръән уҡыу дөрөҫ түгел.
Ҡайҙалыр тәһәрәт алырға мөмкинлегең булмаһа, Ҡөръәнде йәки уның сүрә-аяттар яҙылған китапты танышыу йәки һатып алыу ниәте менән ҡулға алып ҡарарға була, ул ваҡытта был хәл — мәкруһ. Әммә Ҡөръән йәки уның сүрә-аяттар яҙылған китаптарҙы тәһәрәтһеҙ килеш уҡыуҙы ғәҙәт итеп алырға ярамай, сөнки харам була ул.
Мөмкинлек булғанда Ҡөръәне ҡиблаға табан ултырып уҡыу сауаплыраҡ. Табында иһә йәмәғәткә (мәжлескә килеүселәргә) ҡарап ултырып уҡыла. Ҡөръән уҡылған урынға Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре килеп, уҡыусыға ла, тыңлаусыларға ла хәйер-доға ҡылып торалар. Ҡөръән уҡыу тамамланғас, фәрештәләр һәм беҙ ҡылған доғаларыбыҙ тура килһә, уларҙың ҡабул булыуына өмөт бар. Әгәр ҙә инде изге Китап уҡылған ерҙә кешеләр тейешле кейемдә булмаһалар, фәрештәләр килмәй икән. Шуға доғабыҙҙы ҡабул булыуына шик тыуа. Шуның өсөн дә Ҡөръән уҡыусы кеше ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ бәйләргә, оҙон еңле күлдәк кейергә, иҙеүҙәрен, балтырҙарын ҡапларға ҡушһа, үпкәләмәҫкә кәрәк. Сөнки өҫтәл әҙерләп, Ҡөръән уҡытыуҙың сауабы ошо сәбәптәр арҡаһында ғына бик күпкә, кәм булырға, йәки бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин. Тимәк, тейешле кейем менән булған кешеләргә уҡылған Ҡөръән сүрә-аяттары бәрәҡәтте арттыра һәм ауырыуҙарына шифа була. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (17-се «Бәни Исраил» сүрәһе, 82-се аят):
82. وَنُنَزِّلُ مِنَ الْقُرْآنِ مَا هُوَ شِفَاءٌ وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ وَلَا يَزِيدُ الظَّالِمِينَ إِلَّا خَسَارًا
« 82. Үә нүнәззилү минәл-Ҡур'әәни мәә һүүә шифәә'үү-үә рахмәтүл-лил-мүьминиинә үә ләә йәзиидү-ҙҙаалимиинә илләә хасәәраа.», йәғни: «Аллаһты таныусы мөьминдәр Ҡөръән аяттарынан шифа табалар, Аллаһҡа ҡарышыусыларҙың, (Хаҡ Тәғәлә ҡушҡанды үтәмәүселәрҙең) хәсрәте артыр», — тип белдерҙе...
Ҡайһы ваҡыт һорау бирә: «Урыҫ (кирилица) хәрефтәре менән яҙылғандан ҡарап Ҡөръән уҡыу дөрөҫмө?» тип. Шишмә һыуы эсергә мөмкинлек булмағанда, һыу үткәргестән һыу эсеүселәрҙе, һыу булмағанда тәйәмүм менән намаҙ уҡыусыларҙы ғәйепләп булмаған кеүек, өйрәтер кешеһе булмағанда, урыҫ хәрефенән ҡарап уҡыусыны ғәйепләп булмай. Ҡайһы берәүҙәр: «Урыҫ хәрефе менән яҙылған Ҡөръәндән Уны тултырыу (бағышлау) дөрөҫмө?» — тип тә һорайҙар. Үҙегеҙ, атай-әсәйегеҙ өсөн булғанда уны ла ғәйепләп булмай. Кеше өсөн уҡыу шөбһәле. Сөнки: «Ғәрәп хәрефтәрен өйрән», — тиһәң, «Ваҡытым юҡ», — тип яуап бирә. Ә бөтөн Ҡөръәнде урыҫ хәрефе менән генә булһа ла уҡып сығыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк. Иң ҙур сауаб ғилем алыуҙа. Әммә хәреф өйрәнгән өсөн аҡса бирмәйҙәр, ә урыҫ хәрефенән генә булһа ла уҡыһаң, нимәлер «эләгергә» мөмкин. Хәреф өйрәнергә мөмкинлеген була тороп, урыҫ хәрефе менән генә баҫылған китаптан уҡыуҙы ғәҙәт итеп алған кешене сауаб ала тип булмай.
Өйрәнергә мөмкинлеге булмаһа, икенсе хәл. Ауылда бер уҡыусы ла булмаһа, уҡымауға ҡарағанда, кемдең дә булһа үҙ өҫтөнә алып, урыҫ хәрефле китаптан булһа ла ҡарап уҡыуы, әлбиттә, яҡшы, ярай ғына түгел, кәрәк тә. Әйткәнемсә: һыу булмағанда тәйәмүм менән намаҙ уҡыу кеүегерәк. Әммә тәйәммүмдең бер яғы бар. Әгәр һыу барлыҡҡа килде иһә, тәйәмүм дөрөҫ булмай. Шуның кеүек, әҙерлекле, белемле, ғәрәп хәрефенән ҡарап, тәжвид менән уҡый белеүсе булғанда, кешеләрҙә урыҫ хәрефле Ҡөрьәнгә ҡарап уҡып йөрөү дөрөҫ була алмай. Аллаһтың барлығына һәм берлегенә, Әхирәт көнөнә инанған кеше был эште эшләмәҫ. Эшләһә лә, рөхсәт менән генә эшләр. Быны уҡыусы ла, уҡытыусы ла иҫтән сығармаһындар ине.
Ҡөръән уҡыу ике төрлө була. Береһе үҙең өсөн, икенсеһе кеше үтенгәне өсөн. Ҡөръән уҡыусыға — бер хәрефкә 10 сауаб, тыңлаусыға бер хәрефкә — бер сауаб. «Ҡөръәне өйрәнгәндә аҙапланып уҡыусыға сауаб икеләтә булыр», тигән хәҙис тә бар. Тимәк, ауыр тип тормаҫҡа, яңынан-яңы аяттарҙы өйрәнергә һәм уҡырға кәрәк икән. Намаҙ уҡығандан һуң, үҙең өсөн, ғаилә тыныслығы өсөн, һинән доға өмөт итеүсе әруахтарҙың рухы шат булһын өсөн, Ҡөръән уҡыуҙа, һис шикһеҙ, гонаһ юҡ, хатта ҡайһы бер ерҙәре килешеп етмәһә лә. Уҡыу — бер ҙә уҡымауҙан хәйерлерәк. Дөрөҫ итеп уҡыу хата уҡыуҙан хәйерлерәк. Шуға күрә лә Ҡөръән аяттарын уҡыуыңды берәр белгән кешегә даими тыңлатып, дөрөҫләтеп тороу мөһим. Уҡыған өсөн дә, өйрәнгән өсөн дә, хатаңды тырышып төҙәткән өсөн дә сауаб бар. Тимәк, күберәк уҡыу кәрәк. Уҡыған һайын шымарабыҙ, яттан өйрәнеү өсөн дә еңел була. Һәр кем күпмелер сүрәне яттан белергә тейеш. Сөнки намаҙҙа сүрәләрҙе күңелдән уҡыйбыҙ. Ҡиәмәт көнөндә Ҡөръән аяттары: «Йә, Раббыбыҙ, был кешеңде утҡа һалма, уның күңелендә Һинең һүҙең булған аяттар бар», — тип әйтерҙәр ти. Күберәк аят ятлаһаң, шул тиклем аяттар беҙҙең өсөн Аллаһтан шәфәғәт һораясаҡтар. Билдәле, ҡарап уҡыу ҙа сауаблы, әммә бер көн күреүебеҙҙең насарайыуы бар, уҡ ваҡытта ҡарап уҡып булмай, күңелдән белгәндәрҙе уҡып ҡәнәғәтләнергә ҡала.
Ҡөръән уҡыуҙың әһәмиәтен Ғабдулла Туҡай ҙа күп шиғырҙарында иҫкәртте. Шуларҙай береһе:
Нескәрә күңелем,
Ҡөръән алып уҡыһам,
йәнем киңәйә,
Сәждәләргә ятам, тәсбих әйтәм,
рухым ләззәтләнә, кинәнә.
Китә күңелем тулған тау-тау ҡайғы
барлыҡ борсоуҙарынан сафланам.
Тәңремдән көтәм сикһеҙ рәхмәт,
әллә нәмәләрҙән һаҡланам.
Беҙ ҡайһы ваҡыт кешеләр үтенесе менән кемгәлер барып Ҡөръән уҡыйбыҙ. Был осраҡта инде талаптар күберәк. Иң беренсе — Ҡөръән уҡыусы биш ваҡыт намаҙ эйәһе, икенсенән, Ҡөръәнде тәжвид ҡағиҙәләренә тура килтереп уҡый белеүсе, өсөнсөнән, үҙе Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыусы һәм башҡаларҙы ла аяттар менән вәғәзләп, изге ғәмәлдәр ҡылырға өндәүсе булырға тейеш.
Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (38 се «Сад» сүрәһе, 87, 88-се аяттар):
87. إِنْ هُوَ إِلَّا ذِكْرٌ لِّلْعَالَمِينَ
88. وَلَتَعْلَمُنَّ نَبَأَهُ بَعْدَ حِينٍ
« 87. Ин һүүә илләә ҙикруль-лилғәәләмиин.
88. Үә ләтәғләмүннә нәбә'әһү бәғдә хиин»,
йәғни: «Ҡөръән ғәләмдәргә зикер, вәғәҙ һәм диндер. Унда яҙылған хәбәрҙәрҙең, хаҡ икәненә хәҙер һеҙ һуңыраҡ ышанырһығыҙ. Донъяла белмәһәгеҙ, Ахирәттә белерһегеҙ», — тине. Ҡөръән уҡып та, белгәне менән ғәмәл ҡылмаусыларҙы Пәйғәмбәребеҙ ﷺ арҡаһына китап тейәгән ишәк менән тиңләне. Мәғәнәһен белмәйенсә, кешеләрҙе вәғәҙләмәйенсә Ҡөръән уҡыу ул тауыш сығарыу кеүек кенә. Хикмәт аяттарҙы аңлап, улар менән вәғәзләүҙә. Һәр кемдең өйөндә Ҡөръән менән бергә уның тәфсире лә булырға тейеш.
Намаҙ ваҡыты етә. Шул саҡ намаҙға баҫмайынса, Ҡөръән уҡып ултырыу һис тә дөрөҫ түгел. Ҡөръән уҡыусыға ла, Ҡөръән табыны әҙерләүсегә лә быны иҫтә тоторға кәрәк. Рамаҙан айында ауыҙ асҡас, иң элек ахшам намаҙы уҡылырға тейеш. Фарыз намаҙҙы ҡалдырып, Ҡөръән уҡып ултырһаң — рия (кешегә күрһәтеү өсөн, ялғандан ғына эшләү) була. Кемдер намаҙ ваҡытына табын әҙерләп, ҡунаҡ йыйған икән, үҙендәме йәки күршеһендәме намаҙ уҡыу өсөн урын әҙерләп ҡуйыу кәрәк.
Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәнде кешеләргә туранан-тура юлды күрһәтер өсөн, хаҡикәтте ялғанынан айырып, дөрөҫ итеп йәшәү өсөн иңдерҙе. Беҙ Ҡөръән аяттар менән вәғәзләнеп, нимәнең хәләл, нимәнең харам икәнен, нимәнең фарыз икәнен белеп һәм тормошобыҙҙа Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан һаҡланып-тыйылып йәшәргә тейеш. Ҡөръән уҡып та, уның менән ғәмәл ҡылмаһаҡ — монафиҡ (ике йөҙлө кеше) булабыҙ, Аллаһ һаҡлаһын. Монафиҡтың хәле кәферҙекенән дә насар. Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең мәсеткә намаҙға йөрөмәйсә, Ҡөръән уҡып, исем ҡушып йөрөүҙәре лә монафиҡлыҡ ғәләмәте.
Мәшһүр ғалим Әҙһәм Ибраһим да доға ҡабул булмауҙың бер сәбәбе итеп, «Ҡөръән уҡыйһығыҙ, әммә белгәнегеҙ менән ғәмәл ҡылмайһығыҙ», тигән. Әгәр ҡунаҡ йыйып, Ҡөръән уҡытабыҙ икән, йортобоҙға бәрәҡәт иңһен тиһәк, әлбиттә, Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыусыны саҡырып уҡытыу кәрәк.
Аллаһ Раббыбыҙ ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙән риза булып, хата-кәмселектәрҙе ғәфү итеп, уҡыған Ҡөръәндәребеҙҙе ҡабул ҡылһа ине. Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла, яҡындарыбыҙға ла, етәкселәребеҙгә лә Ҡөръән менән ғәмәл ҡылып, сәждә әһеле булып, донъяла рәхәт йәшәүҙәребеҙҙе насип ҡылһа ине. Ошо бер миҙгел генә булған доньянан мәңгелеккә күскәндә иманыбыҙҙы юлдаш итеп, Аллаһтың йәннәттәрендә лә осрашыуҙарыбыҙҙы насип итһә ине.
Был донъяла оноторға ярамаған бер генә нәмә бар Ул — Аллаһ. Әгәр бар нәмәне онотҡанда да Ул иҫеңдән сыҡмаһа борсолма. Әгәр нәмәне хәтерләһәң дә, ниндәй генә бөйөк эштәр эшләһәң лә Уны онотһаң, һин бер нәмә лә эшләмәгән кеүек булаһың.
Әгәр батша һине берәр ергә йомош менән ебәреп, һин уны үтәмәһәң, унда ниндәй, гүзәл эштәр эшләһәң дә, ошо бер сәбәп арҡаһында уның алдында бер нәмә лә эшләмәүсе булып иҫәпләнәсәкһең.
«Йөҙ ҙә бер вәғәҙ», Йәлил хәҙрәт Фазлыев