Ҡөръән Кәрим һәм хәҙистәр

Өс йөҙ ҙә өс хәҙис

0

                                                                    Өс йөҙ ҙә өс хәҙис

     Беҙ Ҡөрьән Кәримде, изге хәҙистәрҙе белмәй үҫтек. Ҡөрьәндең иң изге китап икәнен, әлбиттә, бәләкәстән күңелебеҙгә һалғайнылар. Хәҙис һүҙен иһә яҙа йоҙа ғына ишеткеләһәм дә, тулы мәғәнәһен ныҡлап аңламай инем. Дини китаптар, ниндәй бөйөк рух донъяһы беҙҙең өсөн бикле булып, тыйылған булып ҡалды.
     Күпме йылдар буйы тормошобоҙҙан көсләп айырылған Ҡөрьән, ниһайәт, күңелдәребеҙгә әйләнеп ҡайта башланы. Был изге китаптың башҡортса тәфсире баҫылып сығыу башҡорт милләтенең тормошонда ғына түгел, бөтөн мосолман донъяһында тарихи ваҡиға ул. Йорттарыбыҙға дини китаптарҙың әйләнеп ҡайтыуы, мәсеттәрҙең төҙөлөүе, мәҙрәсәләрҙең асылыуы йәшәүебеҙгә яңы мәғәнә өҫтәй, тормошобоҙҙо нурлыраҡ итә.
     Хәҙистәр менән таныша башлай алыуым яҙмышымдағы иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан ул. Әгәр ошо бәхеткә насип итмәһә, был яҡты донъяларҙа ниндәй хазинанан мәхрүм хәлдә йәшәгән булыр инем. Аллаға шөкөр, ғүмер юлым был аҡыллы фекерҙәр, изге кәңәштәр, иң кешелекле теләктәр донъяһын урап үтмәне. Яңы быуат, яңы мең йыллыҡ минең өсөн бөйөк хәҙистәр менән башланды. Уларҙы мин тәү тапҡыр уҡып түгел, ишетеп белдем. Беренсе тыңлағанда ук был хикмәтле һүҙҙәр күңелемде арбаны, зиһенемә уйылып ҡалды. Уларҙы эҙләп табырға, күберәк уҡырға тырыштым. Хәҙистәрҙе шиғри юлдарға һалыу теләге нығына барҙы. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Амин, әллә әминме?

0

                                                          Амин, әллә әминме?

   Ғәрәптәр күберәк “ә” менән һөйләшә. “А” өнө көсөргәнеп (ҡаты) әйткәндә килеп сыға. Мәҫәлән беҙҙең телдә ҡаты “с” өнөнән “сабый”, йәки ҡаты “д” “Дамир” һымаҡтыр әйтелгәндән ҡатыраҡ әйтелә, ирендәр “о” тип әйткәндәге һымаҡ бер аҙ түңәрәкләнеп алға сыға. Шуға беҙгә “әмин” тип һөйләшеү хәйерлерәктер. Башҡортса әмин тигәндән ҡатыраҡ «ә» «а» — ға яҡыныраҡ ҡатылыҡта әйтелә.
   Ә инде был әминдең мәғәнәһенә тәржемәһе ошолайыраҡ: «Әмин» һүҙе «Аллаһым, ҡабул ит», «Шулай булһын», «Өмөттәребеҙҙе юҡҡа сығарма» кеүек мәғәнәләргә тура килә.
   “Әмин” һүҙҙең ҡуланыуға килгәндә хәҙис-шәрифтәрҙә нимә тип әйтелә һуң.
   Әбү Һөрәйрәнең риүәйәтенә ҡарағанда, Рәсүл Әкрәм былай тип әйткән: «Имам намаҙҙа «Фатиха»нан һуң «Әмииин» тигәс, һеҙ ҙә «Әмин» тиегеҙ. Сөнки кем быны фәрештәләр менән бер үк ваҡытта әйтә ала, шуның эшләгән бөтөн гонаһлары ғәфү ҡылынасаҡ». — тигән.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Балалар өсөн 40 хәҙис

0

                                                       Балалар өсөн 40 хәҙис

                                             Балалар өсөн 40 хәҙис хикәйәттәре

                                                             Ҡоштар
   Бер ҡош аулаусы инеш яры буйына үҙенең ауын ҡора. Аҙыҡҡа алданып, бер өйөр ҡош ауға эләгә. Аусы үҙенең ауы эргәһенә яҡынлауы була, ҡоштар ауы-ние менән бергә шаулап осоп та китә. Ғәжәпкә ҡалған аусы ҡоштар осҡан яҡҡа йүнәлә.
   Ҡош аулаусының ҡаршыһына бер кеше осрай һәм унан ҡайҙа юл тотоуы тураһында һорай. Аусы осоп барған ҡоштарға күрһәтә һәм үҙенең уларҙы эҙәрлекләүе тураһында әйтә. Кеше көлә һәм: "Аллаһ хаҡына аҡылыңа кил. Һин ысынлап та күктә осҡан ҡоштарҙы тотормон тип уйлайһыңмы?” — ти. "Әлбиттә, — ти аусы. — Ауға бер генә ҡош эләкһә, мин уны тота алмаҫ инем. Ә быларҙы тотасаҡмын”. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Рия хаҡындағы хәҙистәр

2

                                                           Рия хаҡындағы хәҙистәр

   Беренсе хәҙис
   Риясынын рия ғәмәлен Аллаһы һәм шул кешенән (рия ҡылыусынан) башҡа беркем дә белә алмай. Хатта ике иңебеҙҙәге ғәмәлдәребеҙҙе яҙып барыусы фәрештәләр ҙә белмәйҙәр. Риясыларҙың ғәмәлдәре Ҡиәмәт көндө генә беленәсәк. Рия ғәмәлдәрен ҡылған кешеләр беренсе булып йәһәннәмгә төшәсәктәр. Был һүҙҙәргә дәлил:

   “Әбү Һөрайра радыйаллаһу ғәнһү әйтте: “Мин пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмден былай тип әйткәнен ишеттем: “Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көндө хөкөм ителеүсе беренсе кеше — көрәштә һәләк булған кеше булыр. Уны Аллаһ ҡаршыһына килтереп баҫтырырҙар, һәм шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә уға ниғмәттәре тураһында иҫкә төшөрөр һәм ул уларҙы таныр, ә унан һуң Аллаһы Тәғәлә унан: “Был ниғмәттәргә шөкөр итеү йөҙөнән һин нәмә эшләнең?" — тип һорар. Ул: “Мин һинен ризалығын өсөн һәләк булғанға тиклем көрәштем!" — тип яуап бирер. Аллаһы Тәғәлә уға: «Һин ялғанлайһың, сөнки һин, башҡалар һинен хаҡта: “Был батыр кеше!” — тип әйтһендәр өсөн генә көрәштең, һәм улар һинең тураһында шулай әйттеләр ҙә!" — тип әйтер. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хәләл һәм харам хаҡында

1

                                                            Хәләл һәм харам хаҡында

   Хәләл үә харам хайуан һәм ҡош-ҡорт хаҡында, шулай уҡ хәләл үә харам кейек-йәнлек һәм һыу тереклектәре тураһындағы мәғлүмәтте ошо аҫтағы таблицанан ҡарап таба алаһығыҙ.халяль и харам

 

   Иғтибар менән ҡараһаҡ — ҡыҫала (рак) менән краб (дингеҙ ҡыҫалаһы), кальмар ҙа харамға инә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ салатҡа тип ҡуланған крабовые палочканы икенсе төрлөгә алмаштырырға кәрәк.
   Хәләл менән харам мәсьәләһенә килгәндә Аллаһының тәҡдиренә, ни өсөн фарыз, ни өсөн харам ҡылған икән, тип дәғүә ҡылырға бер кемден дә хаҡы юҡ. Шуға күрә кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә иман килтерҙе икән, Уның әмерҙәре нисек ҡушылған булһа, шулай үтәлергә тейешле. Ни эшләп тигән һорауҙы ҡуйырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Хәләлде – харам, тип, харамды – хәләл, тип әйтергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Аллаһ Тәғәлә ашарға, эсергә, кейергә рөхсәт иткән нәмәләрҙе бер кемдә харам ҡыла алмай.
   "Әнғәм" сүрәһенең аяттында асыҡ итеп яҙылған:
   -   Аллаһының аяттарына инанһағыҙ, Аллаһ исеме менән боғаҙланған хайуандарҙы ашағыҙ.
   Ҡөръән китабында хәләл һәм харам тураһында нимәләр әйтелә? Бына ул шул аяттар. Ә инде кемдә кем сусҡа ите ашарға ярай тип әйтһә – ул шунда кафырға әйләнә. Кафырҙарҙың урыны мәңге тамуҡ. Һәр әйтер һүҙҙе самалап, үлсәп кенә ауыҙ асыр кәрәк
   "Һыйыр" сүрәһе 168 аят:
   -   Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Йөҙ ҙә бер хәдис

0

                                                                Йөҙ ҙә бер хәдис

                                                     Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
   Аллаһы Тәғәлә үҙенең изге китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хаҡында: ”Әй, пәйғәмбәр! Беҙ һине шаһит һәм һөйөнсөләүсе, һәм өгөтләүсе — иҫкәртеүсе итеп ебәрҙек. Уның рөхсәте менән Аллаға өндәүсе итеп, һәм нурландырыусы, яҡтыртыусы итеп!” Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр бөтөн кешелек донъяһына рәхмәт һәм күркәм әхлаҡ үә тәрбиәнең өлгөһө итеп ебәрелгән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙис шәрифтәренә ун дүрт быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, уның рухи ҡиммәте, фәлсәфәүи тәрәнлеге, тәрбиәүи дәрәжәһе, ғилми киңлеге һис кәмемәй, бәлки, замандар үтеп, быуындар алмашыныу, ғилем алға китеү менән хаҡиҡи ҡиммәте артҡандан-арта бара.
   Ислам динен үҙ ихтыяры менән ҡабул иткән ваҡыттан бирле халҡыбыҙ ҙур ихтирам менән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен өйрәнгән һәм хәҙис китаптары һәр өйҙөң китап кәштәһендә хөрмәтле урын алған. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙис шәрифендә, ”Шиғырҙа сихри көс бар” тип, шиғри әҫәрҙең кешеләргә бөйөк рухи тәьҫире хаҡында әйткән. Йөҙ ҙә бер хәҙистең оло шағирыбыҙ Рауил Бикбаев яһаған башҡорт телендәге шиғри тәржемәләре халҡыбыҙҙың рухи тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле ҡулланма буласаҡ. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хәҙистәр, хәҙистәргә шәрехтәр

0

                                                                      Хәҙистәр

                                                  Хәҙистәр, хәҙистәргә шәрехтәр
   «Иманлы кешенең хәленә иҫең-аҡылың китер! — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Уның хәл-әхүәлендәге бөтә нәмә — игелек. Нимә булһа ла бер нәмә уны һөйөндөрһә, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итә, рәхмәт әйтә белә. Әйтә белгәндәре уның өсөн — игелек; ҡайғы-хәсрәт килһә, сабыр итә. Сабыр итеүҙәре лә уның өсөн — игелек. Бындай тормош иманлы бәндәнән башҡа бер кемгә лә бирелмәй», ти.
   Пәйғәмбәребеҙ тағы ла әйткән: «Көслө тетрәнеүҙәр булған ваҡытта сабырлыҡтан да кәрәклерәк нәмә юҡ», тигән.
   Беҙҙең заманда кешеләр мохтажлыҡ кисергән иң ҙур нәмә — сабырлыҡ. Донъя көткәндә самалыһы — сабырлыҡ, бәлә килгән ваҡыттарҙа бәндәне иң беренсе булып ташлап киткәне — сабырлыҡ, дуҫ-дошман араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ҡытлыҡҡа эйләнгәне лә — сабырлыҡ.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре

0

                                                Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре

* Инсандарҙың башына шундай бер заман килер, араларында риба ашамағандары ҡалмайҙыр, әгәр ашамаһа — яза бирелә.
* Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.
* Күптәр аҙ ғына донъя өсөн динен фида итерҙәр.
* Хәйләһеҙ эш башҡарып булмаҫ, һатыусылар һәм яҙыусылар күбәйеп, ҡәләм мул булыр.
* Яҡынлыҡ ептәре өҙөләлер һәм фәҡәт таныштарға ғына сәләм бирелә.
* Иманды күңелдә һаҡлау — утлы күмерҙе ҡулда тотоп торған кеүек ҡыйын буласаҡ.
* Мөьмин иртәнсәк кафыр булып торор йәки уның киреһе...
* Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер.
* Өс нәмә ҡыйынлашыр: хәләл аҡса, ғәмәлдәге сөннәт һәм йәндән яҡын бер дуҫ.
* Кеше ҡатынына итәғәт итеп, әсәһенә ҡарышыр һәм, иптәшенә яҡынайып атаһынан алыҫлашыр. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хәҙистәр

0

                                                      Хәҙистәр

*Аллаһы Тәғәлә үҙенең бер бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтияжын юнәлтә, кешеләр уға үҙҙәренең төрлө мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итерҙәр.
*Кем һүҙен сәләм биреүҙән башлай, шул — Аллаһы Тәғәләгә һәм Расүленә иң яҡын кеше.
*Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә, шуға йәннәт уажиб (тейеш).
*Нисек кенә булмаһын, һаранлыҡ тигән ауырыу — иң ауыр сир.
*Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.
* Ғабдулла ибн Ғамр раҙийәллаһу гәнһумә риүәйәт ҡыла: — “Бер көнө минең яңға рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм керҙе һәм әйтте”. “Миңә һинең көндәр буйы ураҙа тотоуың һәм кистәрен ғибәдәттә уяу тороуың хаҡында хәбәр бирелмәнеме?” — тине. Мин: — “Эйе” — тип яуап бирҙем. Ул миңә: — “Быны эшләмә, уның урынына төндөң бер өлөшөн уяу тор, ҡалғанын йоҡла. Ураҙа тот ҡайһы бер көндәрҙә, башҡа көндәрҙә ураҙала булма. Сөнки һинең тәнеңдең дә хаҡы бар, күҙеңдең дә хаҡы бар, ағзаларыңдың да хаҡы бар, ҡатыныңдын да хаҡы бар, килгән ҡунағыңдың да хаҡы бар” — тип әйтте.
*Намаҙ — диндең терәге. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Азан

0

            Азан — аҙан әйтеү һәм уның мәғәнәһе

 

     «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 4 мәртәбә.

     «Әшһәдү әллә иләһә иллаллаһ» — «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.

     «Әшһәдү әннә Мәхәммәдәр-рәсүлүллаһ» — «Мөхәммәд (саллаллаһу гәләйһис үәс-сәлләм) — Аллаһ Тәғәләнең рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләс-сәләәһ» — «Намаҙға барығыҙ» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләл фәләәх» — «Уңышҡа ирешегеҙ» — 2 мәртәбә.
     «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 2 мәртәбә.
     «Лә иләәһә илләллаһ» — «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ» — 1 мәртәбә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх