Үә лилләәһи (Рәббәнә)

                                                                Үә лилләәһи

     Үә лилләәһи (Рәббәнә), Әл-Ғимран сүрәһенең 189-194 аяттары)
     Хәҙрәти Ғата Ғәйшә радыйаллаһү ғәнһәгә: «Һин беҙгә Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәренән күргән берәр ғәжәйеп нәмә тураһында һөйләһәң ине!» — тип мөрәжәғәт иткән. Ғәйшә радыйаллаһү ғәнһә: «Рәсүлебеҙҙең ҡайһы яғы, ҡайһы эше ғәжәйеп булманы һуң? Бер төндә яныма килеп ятты ла, «Мин Раббыма ғибәҙәт ҡылам әле» тип, тороп тәһәрәт алды, шунан намаҙға баҫты, илай башланы, бөтә күкрәге йәшкә батҡас, рәкәғәткә китте, унда ла иланы, шунан һуң сәждәгә китте, унда ла иланы. Башын күтәргәс тә иланы. Билал килеп иртәнге намаҙға аҙан әтмәйенсә, илауынан бер ҙә туҡтаманы. Мин: «Йә Рәсүлуллаһ! Аллаһы Тәғәлә һинең бер гонаһыңды ҡалдырманы, артта ҡалғандарын да, алда торғандарын да ярлыҡаны. Ни өсөн шулай илайһың һуң?» — тип һораным унан. «Йә Ғәйшә! Әллә мин Раббыма шөкөр итмәҫ кеше булдыммы? Аллаһы Тәғәлә бөгөн төндә үҙемә ошо аяттарҙы индерҙе. Кем был аяттарҙы уҡып та, улар тураһында уйламаһа, шуға хәсрәт килер!» — тип әйтте Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм...» — тигән.
     Пәйғәмбәр салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм был аяттарҙы һәр төндә, һәр көнө йоҡонан уянғас уҡый торған булған.

 

وَلِلَّهِ مُلْكُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَاللَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
إِنَّ فِي خَلْقِ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَاخْتِلَافِ اللَّيْلِ وَالنَّهَارِ لَآيَاتٍ لِّأُولِي الْأَلْبَابِ
الَّذِينَ يَذْكُرُونَ اللَّهَ قِيَامًا وَقُعُودًا وَعَلَى جُنُوبِهِمْ وَيَتَفَكَّرُونَ فِي خَلْقِ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ رَبَّنَا مَا خَلَقْتَ هَذَا بَاطِلًا سُبْحَانَكَ فَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
رَبَّنَا إِنَّكَ مَن تُدْخِلِ النَّارَ فَقَدْ أَخْزَيْتَهُ وَمَا لِلظَّالِمِينَ مِنْ أَنصَارٍ
رَّبَّنَا إِنَّنَا سَمِعْنَا مُنَادِيًا يُنَادِي لِلْإِيمَانِ أَنْ آمِنُوا بِرَبِّكُمْ فَآمَنَّا رَبَّنَا فَاغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَكَفِّرْ عَنَّا سَيِّئَاتِنَا وَتَوَفَّنَا مَعَ الْأَبْرَارِ
رَبَّنَا وَآتِنَا مَا وَعَدتَّنَا عَلَى رُسُلِكَ وَلَا تُخْزِنَا يَوْمَ الْقِيَامَةِ إِنَّكَ لَا تُخْلِفُ الْمِيعَادَ

     189. Үә лилләәһи мүлкү-ссәмәәүәәти үәл- ардыи үә-ллааһу ғәләә күлли шәй'ин ҡадиир.
     190. Иннә фии хальҡи-ссәмәәүәәти үәл-ардыи үәхътиләәфи-лләйли үә-ннәһәәри лә'әәйәәтил ли'үүлил-әлбәәб.
     191. Әлләҙиинә йәҙкүруунә-ллааһа ҡийәәмәү-үә ҡуғүүдәү-үә ғәләә джүнүүбиһим үә йәтә-фәккәруунә фии хальҡи-ссәмәәүәәти үәл-ардын раббәнәә мәә халәҡтә һәәҙәә бәәты-илән сүбхәәнәкә фәҡинәә ғәҙәәбә-ннәәр.
     192. Раббәнәә ин-нәкә мән түдхыили-ннәә-ра фәҡад әхъзәйтәһү үә мәә лиҙҙаалими-инә мин әңсаар.
     193. Раббәнәә иннәнәә сәмиғнәә мүнәә- дийәй-йүнәәди лил'иимәә-ни ән әәминүү би-рабби-күм фә'әәмәннәә раббәнәә фәғъфир ләнәә ҙү-нүүбәнә үә кәффир ғәннәә сәййи' әәтинәә үә тәүәффәнәә мәғәл-әбраар.
    194. Раббәнәә үә әәтинәә мәә үәғәттәнәә ғәләә русүликә үә ләә түхъзи-нәә йәүмәл-ҡийәәмәти иннәкә ләә түхълифүл-мииғәәд.
   

 

   

     189. Күктәр ҙә һәм Ер ҙә — Алла хөкөмөндә. Алла бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле!
     190. Ысынлап та, Күктәр менән Ерҙең яратылыуында ла, көн менән төндөң алмашыныуында ла аҡылы булған кешеләр өсөн күп аяттар бар.
     191. Торғанда, ултырғанда, ятҡанда ла Алланы иҫкә алып, Күк менән Ерҙең яратылыуын уйлап: «Эй, Раббым! һин быларҙы бушҡа ғына бар ҡылмағанһың. Маҡтау һиңә! Ут ғазабынан беҙҙе һаҡла!» — тигән,
     192. «Эй, Раббым! Утҡа индерер бәндәләреңде хур ҡылғанһың. Залимдарға ярҙамсы юҡ!» — тигән,
     193. «Эй, Раббым! Беҙ: «Раббығыҙға иман килтерегеҙ!» — тип иманға өндәгән саҡырыусыны ишетеп, иманға килдек. Раббым! Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, боҙоҡ эштәребеҙҙән таҙарт, изге бәндәләрен янында мәрхүм ит!» — тигән,
     194. «Эй, Раббым! Рәсүлдәрен аша вәғәҙә иткәндәреңдән мәхрүм итмә, ҡиәмәт көнөндә беҙҙе хур ҡылма! Вәғәҙәләреңде һин боҙмайһың бит!» — тигән кешеләр өсөн аяттар бар.