Ҡәнәғәтһеҙлек
Аллаһ бәндәләрҙе бар итте, ризыҡ бирҙе. Теләгән бәндәһенә ризыҡты күберәк, теләгән бәндәһенә ризыҡты әҙерәк бирҙе. Аллаһыны маҡтау менән шөкөр итәм, гонаһымдан Уға ҡайтам. Аллаһ бар, Ул бер, Уға тиндәш юҡ. Мөхәммәт салаллааһу ғәләйһиссәләм – Уның илсеһе. Салауат шәрифтәребеҙ уға булһын.
Кешелек доньяһы диндән йырағайған һайын, йәмғиәтебеҙҙә кире сифаттар артҡандан арта бара. Аллаһы Тәғәлә мул, таҙа итеп биргән һыуҙарҙың тәме бөтә, ҡорһаҡтар тулы булһа ла, ризыҡтың бәрәкәте юҡ. Кешеләр араһында таралған ризаһыҙлыҡ тамыр йәйә. Ҡарындан үткән ризыҡ та, оят ерҙәрен йәшереүсе кейем дә, ултыртып йөрөүсе ат та ул ауырыуҙы ҡәнәғәтләндерә алмай.
Ҡәнәғәтһеҙлек, ризаһыҙлыҡ ауырыуы менән ағыуланған бәндә булған ризыҡ менән туя алмай, кейеп ҡарарҙай кейем менән ҡәнәғәтләнә алмай, ултырып йөрөрҙәй ат, машинанан ҡәнәғәт була алмай. Ихтыяжы үтәлә, машинаһы ла бар, йорто ямғыр-дауылдан һаҡлай, ләкин ул кешегә етмәй. Былар күберәк булһа, яҡшы булыр ине ти. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итмәй, булғанына шөкөр итергә кәрәк тип үҙ-үҙен вәғәҙәләмәй. Күп булһа ла, ул бәндәгә етмәй. Ниндәй генә ниғмәттәре булһа ла, Аллаһ ниндәй генә мул тормош бирһә лә, ул бәндәгә барыбер етмәй, сөнки ул ауырыған бәндә, сәләмәт бәндә түгел. Уның тәне сәләмәттер, ләкин күңеле ауырыу. Читать далее
