Архив рубрики: вәғәздәр

Хисап көнө

                                                                Хисап көнө

     Әй мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән — Кәримдә әйтә:

                                                                                                   بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ

                                                                                 1.  َيَا أَيُّهَا النَّاسُ اتَّقُوا رَبَّكُمْ إِنَّ زَلْزَلَةَ السَّاعَةِ شَيْءٌ عَظِيمٌ

2. يَوْمَ تَرَوْنَهَا تَذْهَلُ كُلُّ مُرْضِعَةٍ عَمَّا أَرْضَعَتْ وَتَضَعُ كُلُّ ذَاتِ حَمْلٍ حَمْلَهَا وَتَرَى النَّاسَ سُكَارَى وَمَا هُم بِسُكَارَى وَلَكِنَّ عَذَابَ اللَّهِ شَدِيدٌ

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Йәә әййүһә-ннәәсү-ттәҡуу раббәкүм иннә зәлзәләтә-ссәәғәти шәй'үн ғәҙыиим.
2. Йәүмә тәраунәһәә тәҙһәлү күллү мурды- иғәтин ғәммәә ардағәт үә тәдағү күллү ҙәәти хәмлин хәмләһәә үә тәра-ннәәсә сүкәәраа үә мәә һүм бисүҡәәраа үә ләәкиннә ғәҙәәбә-лла- аһи шәдиид.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Эй, кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! һуңғы сәғәттең тетрәтеүе — оло нәмә бит!
2. Ул көндә, үҙегеҙ күрерһегеҙ, бала имеҙгән әсәләр балаһын онотор, йөклө ҡатындар йөгөнән бушаныр. Кеше иҫерек булмаһа ла, иҫерек кеүек күренер. Алланың язаһы шулай ҡаты!
                                                                                                         Әл-Хаж сүрәһе (22 сүрә), 1-2 аяттар

     «Әй әҙәмдәр! Бар ҡылыусығыҙҙың ғазабынан һаҡланығыҙ һәм ул әмер иткән ғәмәл ҡылығыҙ. Хаҡиҡәттә ҡиәмәт алдынан буласаҡ зилзилә — ер тетрәү — бик оло нәмәлер. Ул зилзилә булған көндә уны күргән һәр бер бала имеҙеүсе имгән балаһын онотор һәм һәр бер йөклө ҡатын йөгөнән ваҡытһыҙ бушаныр, һәм әҙәмдәрҙе иҫергән кеүек йөрөгәндәрен күрерһегеҙ. Шулай булһа ла, улар иҫермәгәндәр, бәлки, Аллаһының ғазабы ҡаты булыр, тиелә. Аллаһы Тәғәлә был аятта ҡиәмәт килер алдынан буласаҡ ер тетрәүенең ҡурҡынысын һәм мөһәбәтлелеген, ололоғон һүрәтләп биреүҙе хуп күрҙе. Ул әйтәлер: Ҡиәмәт ҡуба торған сәғәттең зилзиләһенең ерҙе һелкетеүе шул дәрәжәлә көслө, ҡурҡыныс, ҡот осҡос булыр ти, ул көндә имеҙеүсе ҡатын, ул көндөң ҡурҡыныслығынан аҡылы китеп, имеҙә торған балаһын онотор һәм һәр бер йөклө ҡатын ул көндөң дәһшәтенән балаһын ваҡытһыҙ табыр, һәм дә ул көндөң дәһшәтенән әҙәмдәр иҫерек кеүек йөрөрҙәр. Читать далее

Ҡәнәғәтһеҙлек

                                                                     Ҡәнәғәтһеҙлек

     Аллаһ бәндәләрҙе бар итте, ризыҡ бирҙе. Теләгән бәндәһенә ризыҡты күберәк, теләгән бәндәһенә ризыҡты әҙерәк бирҙе.  Аллаһыны маҡтау менән шөкөр итәм, гонаһымдан Уға ҡайтам. Аллаһ бар, Ул бер, Уға тиндәш юҡ. Мөхәммәт салаллааһу ғәләйһиссәләм – Уның илсеһе. Салауат шәрифтәребеҙ уға булһын.
     Кешелек доньяһы диндән йырағайған һайын, йәмғиәтебеҙҙә кире сифаттар артҡандан арта бара. Аллаһы Тәғәлә мул, таҙа итеп биргән һыуҙарҙың тәме бөтә, ҡорһаҡтар тулы булһа ла, ризыҡтың бәрәкәте юҡ. Кешеләр араһында таралған ризаһыҙлыҡ тамыр йәйә. Ҡарындан үткән ризыҡ та, оят ерҙәрен йәшереүсе кейем дә, ултыртып йөрөүсе ат та ул ауырыуҙы ҡәнәғәтләндерә алмай.
     Ҡәнәғәтһеҙлек, ризаһыҙлыҡ ауырыуы менән ағыуланған бәндә булған ризыҡ менән туя алмай, кейеп ҡарарҙай кейем менән ҡәнәғәтләнә алмай, ултырып йөрөрҙәй ат, машинанан ҡәнәғәт була алмай. Ихтыяжы үтәлә, машинаһы ла бар, йорто ямғыр-дауылдан һаҡлай, ләкин ул кешегә етмәй. Былар күберәк булһа, яҡшы булыр ине ти. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итмәй, булғанына шөкөр итергә кәрәк тип үҙ-үҙен вәғәҙәләмәй. Күп булһа ла, ул бәндәгә етмәй. Ниндәй генә ниғмәттәре булһа ла, Аллаһ ниндәй генә мул тормош бирһә лә, ул бәндәгә барыбер етмәй, сөнки ул ауырыған бәндә, сәләмәт бәндә түгел. Уның тәне сәләмәттер, ләкин күңеле ауырыу. Читать далее

Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә иман

                                                  Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә иман

     Әлхәмдүлилләһ! Бөгөн Рабиғүл-әүүәл айының 1-се көнө. Бөгөн оло байрам, беренсенән Бөйөк Йома көнө, икенсенән Мәүлид байрамы үткәреү айы башланды. Ошо айҙа үҙҙәрен әхлү-сөннә үәл джәмәғәт , йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләмдең өммәтенән тип һанаған дин ҡәрҙәштәребеҙ Мәүлид Ән-Нәби Байрамын үткәрәләр.
                                                                                 ﻗﺍﻝ ﺮﺴﻭﻞ ﺍﻟﻟﻩ ﺼﻠﻰ ﺍﻟﻠﻩ ﻋﻠﻴﻩ ﻭﺴﻟﺍﻢ:
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺбер Хәҙис Шәрифендә әйткән:
                                                                                                      أَكْرَمُ النَّاسَ أَتْقَاهُمْ
     «Кешеләрҙең иң хөрмәтлеһе – тәҡүә булғаны».
     Беҙҙең барыбыҙға ҡарағанда ла Аллаһы Тәғәләгә иң яҡын булған һәм һәр бер эше беҙҙең өсөн үрнәк булған, шулай уҡ һәр бер һүҙе Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы менән генә һөйләнгән һәм Аллаһы Тәғәләнең илсеһе булған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дең дә хаҡтарын үтәү беҙгә бик оло бурыстыр. Рәсүлүллаһтың хаҡын үтәүҙә етешһеҙлек ҡылыу, Аллаһы Тәғәләнең хаҡын үтәүҙә кәмселек ҡылыу менән бер дәрәжәлә булған оло гонаһлы эштәрҙән һанала. Шуға күрә Рәсүлүллаһ хаҡында һис бер төрлө лә яман уйҙа булмаҫҡа, ул беҙгә еткергән Ислам диненең һәр бер хөкөмдәрен бер ҙә ауырһынмай, шатланып үтәргә тейешле. Шулай уҡ Рәсүлүллаһтың һәр бер ҡылған эштәрен иғтибарға алып, һәр бер ғәмәлде ул ҡылғанса ҡылырға, Рәсүлүллаһтың исеме зекер ителгәндә салауат әйтергә тейешле. Читать далее

Нәфсе теләктәрҙән ваз кисеү

                                                    Нәфсе теләктәрҙән ваз кисеү

     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәбиһи әждмәғин.
     Бөтә ғәләмде юҡтан бар ҡылып, тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә бөтмәҫ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Ихлас күңел менән Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға йыйылған мөхтәрәм мосолмандар: әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһү!
     Аллаһы Сөбхәнәһү үә Тәғәлә бөтөн кешелектең атаһын, беренсе пәйғәмбәрҙе Әҙәм ғәләйһиссәләмде йәннәттә бар ҡылған. Һауа әсәбеҙҙе (Аллаһ унан риза булһа ине) Әҙәм ғәләйһиссәләмдең һул ҡабырғаһынан яратҡан. Улар бергә йәннәттә йәшәгәндәр. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн, Әҙәм ﷺ менән Һауаны (Аллаһ унан риза булһа ине) һынауҙар, ауырлыҡтар доньяһына ебәргән. Читать далее

Һәр игелек – саҙаҡа

                                                          Һәр игелек – саҙаҡа

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһиссәләм бер хәҙис шәрифендә шулай тигән:

.كُلُّ سُلامَى مِنَ النَّاسِ صَدَقَةٌ كُلَّ يَوْمٍ تَطْلعُ فِيهِ الشَّمْسُ تَعْدِلُ بَيْنَ اثْنَيْنِ صَدَقَةٌ، وَ تُعِينُ الرَّجُلَ فِي دَابَّتِهِ فَتَحْمِلُهُ عَلَيْهَا، أَوْ تَرْفَعُ لَهُ عَلَيْهَا مَتَاعَهُ صَدَقَةٌ، وَ الْكَلِمَةُ الطَّيِّبَةُ صَدَقَةٌ، وَ بِكُلِّ خَطْوَةٍ تَمْشِيهَا إِلَى الصَّلاَةِ صَدَقَةٌ، وَ تُمِيطُ الْأَذْىَ عَنِ الطَّرِيقِ صَدَقَةٌ .
     «Әгәр асыуланышҡан ике кешене дуҫлаштырһаң, был эш һиңә саҙаҡа булыр, әгәр кешегә атланып ултырырға йәки йөгөн ҡуйырға ярҙам итһәң, был эшең дә саҙаҡа булыр. Һәр яҡшы һүҙ – саҙаҡа; ғибәҙәт ҡылыу юлында яһаған һәр аҙымың – саҙаҡа; юлдан башҡаларға зыян килтерерлек нәмәләрҙе алып ташлауың да һинең өсөн саҙаҡа була».
     Ислам күрһәтмәләре нигеҙендә тәрбиәләнгән мосолман кеше башҡаларға файҙа ғына килтерергә, ә зыян килтерергә мөмкин булған ерҙәрҙән үҙен һаҡларға тырыша. Сөнки ул яҡшылыҡтың ғына тик уңышҡа килтерәсәген яҡшы белә.
     Аллаһынан ҡурҡыусы мосолманға рәхмәт ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Һәм ул был ишектәргә Аллаһының мәрхәмәтенә ирешеү һәм Уның йомарт бүләгенә лайыҡ булыу өсөн инергә ынтыла.
     Һәр бер хикмәттең башы булып һәр эштә һәм һәр хәлдә Аллаһынан ҡурҡыу тора. Һәр бер мөьмин Аллаһынан ҡурҡыу сәбәпле үҙенең бөтә эштәрен тәртипкә килтерә. Уның бер эшенә лә тел-теш тейҙереп булмай. Сөнки ул бер ҡасан да Аллаһы Тәғәлә алдында барыһы өсөн дә яуап бирәһен иҫенән сығармай. Читать далее

Саҙаҡаңды бир

                                                              Саҙаҡаңды бир

                                    Саҙаҡаңды бир һәм әжәлең еткәнсе... үтәргә ашыҡ

     Һуңғы ваҡыттарҙа Ҡөръән мәжлестәрендә бер-беренә өләшә торған саҙаҡалар тураһында күп һорауҙар бирәләр. Шуның өсөн был вәғәземдә күберәк ошо мәсьәләләргә туҡталмаҡсы булам. Аллаһ Тәғәлә хәйерле тел асҡыстары биреп, матур вәғәздәр һөйләргә насип ҡылһа ине. Тыңлаусыларға ла, һөйләүсегә лә, ошо вәғәздәр менән вәғәзләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға насип итһә ине.
     Иң беренсе: нимә ул саҙаҡа? Саҙаҡа ул — ғәрәп телендә игелек, изгелек, яҡшылыҡ, ғәҙеллек, тигән һүҙ. Беҙҙең аңлауыбыҙса, саҙаҡа ул — әҙәм балаһының үҙенә иң ҡәҙерле булған әйберенән Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн өлөш сығарыу. Бына ошо нәмә саҙаҡа тип атала. Саҙаҡа күп төрлө: фарызы, вәжиб бар, сөннәте, мөстәхәб, харамы, мәкруһ бар. Аллаһ Раббыбыҙ намаҙҙы фарыз итте. Намаҙ — беҙҙең өҫтөбөҙҙә торған иң ҙур бурыс. Был да беҙҙең Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саҙаҡабыҙ булып тора, сөнки Ҡөръәни Кәримдә Аллаһ Раббыбыҙ «Ғимран» сүрәһендә (134-се аят) әйтә: Читать далее

Дәджәл фетнәһе

                                                               Дәджәл фетнәһе

     Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ҡөръән Кәримендә Әл-Ғәнкәбут сүрәһенең (29 сүрә, “Үрмәксе") 2-3 сө аяттарында былай тип әйтә:
                                                              أَحَسِبَ النَّاسُ أَن يُتْرَكُوا أَن يَقُولُوا آمَنَّا وَهُمْ لَا يُفْتَنُونَ
                                                وَلَقَدْ فَتَنَّا الَّذِينَ مِن قَبْلِهِمْ فَلَيَعْلَمَنَّ اللَّهُ الَّذِينَ صَدَقُوا وَلَيَعْلَمَنَّ الْكَاذِبِينَ
     2. Ә хәсибә-ннәәсү әй-йүтракүү әй-йәҡуулүү әәмән-нәә үә һүм ләә йүфтә-нүүн.
     3. Үә ләҡад фәтәннә-лләҙиинә миң ҡаблиһим фәләйәғләмәннә-ллааһу-лләҙиинә садәҡуу үә ләйәғләмәннәл-кәәҙибиин.
     2. Кеше үҙенсә: «Беҙ иман килтерҙек», — тип әйткәс, бүтән теймәҫтәр, һынап тормаҫтар, тип уйлайҙыр инде.
     3. Беҙ уларға тиклем булған кешеләрҙе һынаныҡ инде. Кемдең дөрөҫ һүҙле, кемдең ялған һүҙле икәнен Аллаһ белеп тора. Читать далее

Бәрәкәт

                                                          Бәрәкәт

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Ибраһим» сүрәһенең (14 сүрә) 34-се аятында әйтә:

                                       وَآتَاكُم مِّن كُلِّ مَا سَأَلْتُمُوهُ وَإِن تَعُدُّوا نِعْمَتَ اللَّهِ لَا تُحْصُوهَا إِنَّ الْإِنسَانَ لَظَلُومٌ كَفَّارٌ
     34. Үә әәтәәкүм миң күлли мәә сә'әлтүмүүһ үә иң тәғүддүү ниғмәтә-ллааһи ләә түхсууһәә иннәл-иңсәәнә ләҙалүүмүң кәффаар.
     34. Аллаһ Тәғәлә һәр һораған нәмәгеҙҙе биргән. Алланың биргән ниғмәттәрен һанар булһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, кеше — яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән залим.
     Раббыбыҙҙың беҙгә биргән ниғмәттәрен ысынлап та һанап бөтөрә алмаҫлыҡ хәлдәбеҙ, еңел генә һулыш ала алыуыбыҙ ҙа, ашаған-эскән ризығыбыҙҙы йота алыуыбыҙ ҙа, хатта эшкәртеп шуны сығара алыуыбыҙ ҙа, көндәлек ябай әйберҙәр булһа ла, барыһы ла Аллаһтың ниғмәттәре. Беҙҙән ошо ниғмәттәрҙе таныу, белеү, барыһын да Аллаһтан икәнен аңлау, улар өсөн шөкөр итеү талап ителә. Читать далее

Әҙәп тураһында

                                                                Әҙәп тураһында

     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир — рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхабии әждмәғин.
     Бөтә ғәләмдәрҙең раббыһы һәм тәрбиәсеһе булған Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ һәм ололауҙарыбыҙ булһа ине. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең солтаны булған Аллаһтың рәсүле – Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның ғәилә-яҡындарына һәм барлыҡ сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Аллаһы Тәғәләнең әмерен үтәү ниәте менән мәсетебеҙгә йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, һеҙҙе динебеҙҙең күркәм сәләме менән сәләмләйем:
     Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ! Читать далее

Мәрхүмдәргә Ҡөръән уҡыу

                                           Мәрхүмдәргә Ҡөръән уҡыу үә доға ҡылыу

     Аллаһ Субхәнә үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Әл-Хәшр» сүрәһенең 10-се аятында беҙгә әйтә:
                                                                                      :قال الله تعالي في الكتابه الكريم
                                                                                       ...أَعُوذُ بِاللَّهِ مِنَ الشَّيْطَانِ الرَّجِمِ
وَالَّذِينَ جَاؤُوا مِن بَعْدِهِمْ يَقُولُونَ رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا وَلِإِخْوَانِنَا الَّذِينَ سَبَقُونَا بِالْإِيمَانِ ۞وَلَا تَجْعَلْ فِي قُلُوبِنَا غِلّاً لِّلَّذِينَ آمَنُوا رَبَّنَا إِنَّكَ رَؤُوفٌ رَّحِيمٌ
     10. Үә-лләҙиинә джәә'үү мим-бәғдиһим йәҡуулүүнә раббәнә-ғфир ләнәә үә ли'ихъүәә- нинә-лләҙиинә сәбәҡуунәә бил'иимәәни үә ләә тәджғәл фии ҡулүүбинәә ғыилләл-лилләҙиинә әәмәнүү раббәнәә иннәкә ра'үүфү-ррахиим.
     10. һуңынан күсеп килгән кешеләр: «Раббым, беҙҙе лә, беҙҙән алда иманға килгән туғандарыбыҙҙы ла ярлыҡа. Беҙҙең күңелдә иманлы кешеләргә нәфрәт уятма. Раббым, һин миһырбанлы, шәфҡәтле бит!» — ти.
     Мәшһүр аяттар, доғаның үлгәндәргә файҙаһы тиеүен күрһәтә. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә: Читать далее