Кәмселектәрҙе (ғәйепте) йәшереү

                                               Кәмселектәрҙе (ғәйепте) йәшереү

                                           Мосолмандарҙың кәмселектәрен йәшереү

     إِنَّ الَّذِينَ يُحِبُّونَ أَن تَشِيعَ الْفَاحِشَةُ فِي الَّذِينَ آمَنُوا لَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ فِي الدُّنْيَا وَالْآخِرَةِ وَاللَّهُ يَعْلَمُ وَأَنتُمْ لَا تَعْلَمُونَ
     19. Иннә-лләҙиинә йухиббүүнә әң тәшииғәл-фәәхишәтү фи-лләҙиинә әәмәнүү ләһүм ғәҙәәбүн әлиимүң фи-ддүнйәә үәл-әәхыирати үә-ллааһу йәғләмү үә әңтүм ләә тәғләмүн
     19. Иманлылар тураһында нәфрәт уятырлыҡ хәбәр таратырға яратҡан кешеләргә донъялыҡта ла, әхирәттә лә — ғазаплы яза. Аллаһ күңелдәрҙә булған нәмәне белер, ә һеҙ белмәйһегеҙ! (Ән-Нур (Нур) 24:19)).
     Мосолмандың төп сифаттарынан булып уның оялсанлығы тора. Ул үҙенең һәм башҡа мосолмандар кәмселектәренән ояла, ул кәмселектәрҙе үҙе лә һөйләп йөрөмәй, ул кәмселектәрҙең йәмғиәттә таралыуына ла юл ҡуймай. Аллаһы Сөбханә үә Тәғәлә ошо аятта мөьминдәрҙең кәмселеген, ғәйептәрен һөйләп йөрөүселәргә донъяла ла, ахирәттә лә ғаҙаб буласағы менән киҫәтә, беҙгә уларҙың да гөнаһ эшләүсе кеүек үк гөнаһлы булыуҙарын күрһәтә.

     Ә бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең дин таратыуы мосолмандарҙа булған кәмселектәрҙе эҙләп, уларҙы кешеләргә һөйләп йөрөүгә, йәмғиәттә таратыуға ҡайтып ҡала. Мөфтийҙәрҙе һүгеп яҙылған, әллә ниндәй мәсеттә аҡса бүлешеүҙәре, имамдарҙың әхлаҡһыҙлығы тураһында мәҡәләләр газеталарҙа ҙур урын ала. Хатта ҡайһы бер дини мәжлестәрҙә лә дин тураһында һөйләшәһе урынына дин әһелдәренең кәмселектәрен һөйләшеп ултырыуҙар ҙа һирәк күренеш түгел. Һөҙөмтәлә халыҡ араһында Исламға ҡаршы фекер тыуа. Мосолман кешенең төп эше ғибәҙәт булырға тейеш: ул намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, ғаиләһен, туғандарын һәм башҡаларҙы дингә өндәргә, үҙенең бөтә тырышлығын Ислам динен үҫтереүгә тоторға тейеш. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең ғибәҙәте мәсеткә йәмәғәт намаҙына йөрөүселәрҙе, бигерәк тә муллаларҙы тура юлға баҫтырыуға, мәсет-мәҙрәсәләрҙә кәмселек табырға һәм уны халыҡҡа фаш итеүгә ҡайтып ҡала. Үҙ ғаиләһендә тәртип урынлаштыра, балаларын намаҙ әһеле итә алмаған көйөнсә, мәсеттә тәртип урынлаштырам, тип, башҡаларҙың балаларында кәмселек күрергә теләүселәрҙе айыҡ аҡыл менән аңлап булмай. Халыҡ араһында дин әһелдәренең булған-булмаған кәмселектәрен һөйләп йөрөүселәр, ысынлыҡта, башҡаларҙың диндән ситләшеүенә генә сәбәп булалар. Бөгөнгө көндә дингә уларҙан да нығыраҡ зыян һалыусы юҡтыр. Өҫтәүенә, үҙҙәре үк: «шулар арҡаһында халыҡ мәсеткә йөрөмәй», тип, үҙҙәренең ғәйептәрен муллаларға ауҙаралар.
     Шәриғәтебеҙ буйынса беҙгә бер-беребеҙҙең кәмселеген эҙләү, тикшереү тыйыла. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә беҙгә бойора (Әл –Хүджүрат (Бүлмәләр) 49:12)):
                                                                             وَلَا تَجَسَّسُوا وَلَا يَغْتَب بَّعْضُكُم بَعْضًا
     үә ләә тәджәссәсүү үә ләә йағтәб бәғдукүм бәғдан
     «Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын»
     Был бойороуҙың мәғәнәһе мосолман кешене тикшереү, күҙәтеү һәм уның әллә ниндәй ғәйеп эшен күреү һәм ғәйеп шул эште кешеләр араһында таратыуҙың тыйылыуын аңлатыуға ҡайтып ҡала. Ысынлап та йәмғиәттә кәмселектәрҙе, төрлө әшәкелектәрҙе һәм шуларҙы эшләүселәрҙе, уларҙың сифаттарын халыҡҡа фаш итеү ҙурыраҡ урын алған һайын был әшәкелектәр, кәмселектәр йәмғиәттә тиҙерәк тарала, улар ғәҙәти хәлгә әүереләләр һәм ахыр сиктә йәмғиәтен тарҡалыуына килтерә. Бөгөнгө көндә йәмғиәттә бара торған әшәкелектәрҙең әллә ҡайҙан эҙләргә кәрәк түгел. Нисә йылдар инде телевизорҙар, гәзета-журналдар аша зина, наркомания, эскелек, көсләү, кеше үлтереү һәм башҡа шундай кире күренештәр халыҡҡа фаш ителде. Төрлө яҡлап күрһәттеләр, яҙҙылар, һөйләнеләр. Телевизорҙарҙан беҙҙең ил, беҙҙең халыҡ өсөн махсус күп сериялы кинолар бара. Был киноларҙы башҡа илдәрҙә асыҡ күрһәтеү тыйыла, улар беҙҙең халыҡты юҡҡа сығарыу өсөн махсус эшләнгән кинолар. Ул киноларҙа боҙоҡ тормош рәүеше, бөтөн әшәкелектең ғаиләлә булғаны күрһәтелә, йәғни енәйәт эшләүсе шул ғаилә әһеле, йә яҡын кешеһе, һәм нәтижәне беҙ бөгөнгө тормошта асыҡ күрәбеҙ: илдә бара торған үлтерештәрҙең, көсләүҙәрҙе 80%-ы ғаиләлә башҡарыла. Айырылышыусылар өйләнешеүселәрҙә күберәк. Бала табыу юҡ дәрәжәһендә, тапҡанын ла бала табыу йорттарында ҡалдыралар.
     Ислам диненә кире ҡайтыу менән генә 100% -ҡа яҡшы яҡҡа үҙгәреп бөтөп булмайҙыр. Уның өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк. Үҙен мосолман һанаған һәр беребеҙ үҙебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ынтылһа ғына беҙ ниндәйҙер дәрәжәгә ирешергә мөмкинбеҙ. Ә инде кем дә кем үҙен онотоп, башҡаларҙы үҙгәртергә тырыша, уларҙың кәмселеген эҙләү һәм төҙәтеү менән мәшғүл була икән, ул үҙе лә түбәнселеккә төшөп харап була, башҡаларҙың да харап булыуына сәбәбсе.
     Пәйғәмбәребеҙ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтә:
     «Ысынлыҡта, әгәр һин бер өҙлөкһөҙ мосолмандарҙың кәмселеген, йә иһә хаталарын эҙләһәң, уларҙы боҙарһың, йә иһә боҙоуға сәбәпсе булырһың» (Сүнән Байһаҡый, 18078).
     Үҙен мосолман һанаған кешенең башҡа мосолмандарҙың кәмселеген, ғәйебен тикшереп, башҡаларға һөйләп йөрөүен һис тә кенә лә аңлап булмай. Беҙ бит юғыйһә бик аҙ. Инде байҙар ҙа түгел. Хакимиәте лә бүлешмәйбеҙ. Ни етмәй һуң әҙәм балаһына? Бер-береһенең Ислам диненә килеүенә шатланаһы урынына, элек булғандарҙы иҫкә төшөрөп, йә иһә ғибәҙәтенән кәмселек табып уны халыҡҡа фаш итеү менән шөғөлләнеүселәр бөгөн аҙ түгел. Ошо сифаттары айырып тора бөгөнгө мосолмандарҙы беренсе (тәүге) мосолмандарҙан. Үҙҙәрен ни тиклем генә сәләфи тип атаһалар ҙа, улар беренсе мосолмандар мәкруһ күргән шөғөл менән шөғөлләнәләр
     Табарани ибн Ғәббәстән риүәйәт ҡылына торған бер хәҙис килтерелә: «Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм ҡаты итеп, хатта шаршау артында ултыра торған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ишетелерлек итеп хөтбә һөйләне. Ул был хөтбәлә әйтте:
     «Әй, телдәре менән иман килтереп тә, имандары күңелдәренә үтеп инә алмаған йәмәғәттәр! Мосолмандарҙы ҡыйырһытмағыҙ, уларҙың кәмселектәрендә ҡаҙынып, соҡоноп ятмағыҙ! Кем дә кем мосолмандарҙың кәмселектәрен тикшереп ғүмер уҙҙырһа, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенең кәмселеген тикшерер. Аллаһы Тәғәлә кемдең кәмселеген тикшерһә, уны мәсхәрә ҡылыр, үҙ өйөндә ҡасып ятһа ла бынан ҡотола алмаҫ» (әл-муғджимул-кәбире лит-Табарани, 11281).
     Ислам дине етешһеҙлек эҙләүҙән башланмай. Беҙҙең мәсеттәрҙә үҙ-ара һөйләшеүҙәребеҙ ғаиләгә ҡайтып инә, туғандар, таныштар араһында тарала. Һуңынан хатта Ҡөръән аштарында ла, төрлө дини мәжлестәрҙә лә мөфтиҙәрҙең кәмселеген, мосолман илдәрендә бара торған фетнәләрҙә мосолмандарҙың үҙҙәренең ғәйепле булыуҙарын тикшереү төп темаға әйләнә.
     Халҡыбыҙҙың бер быуат динһеҙлектә булыуы, динһеҙ тәрбиә алыуыбыҙ һәр беребеҙҙә лә үҙенең эҙен ҡалдырҙы. Беҙ бөгөн, әлхәмдүлилләһ, фарыз намаҙҙарҙы үтәргә тип бергә йыйылабыҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе тикшермәһәк кенә бергә була алабыҙ, әгәр ҙә шулай эшләй алабыҙ икән беҙҙең сафтарыбыҙ ҙа артыр, иншә Аллаһ. Әгәр ҙә бер-беребеҙҙең кәмселегендә соҡоноп ятыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ икән, беҙ бар булғанын да юғалтасаҡбыҙ.
     Пәйғәмбәребеҙҙең тормошо беҙҙең өсөн үрнәк. «Ысынлыҡта, Аллаһ рәсүлендә һеҙгә эйәрергә тейеш булған күркәм холоҡ һәм яҡшы сифаттар барҙыр».
     Һәр беребеҙ тырышайыҡ пәйғәмбәребеҙ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә оҡшарға, һәр мәсеттең имамы бар. Хаталамы, хатаһыҙмы ул имам алып бара мәсеттең эшен. Ғүмер эсенә бер килеп унда ҙур үҙгәрештәр индереп булмаҫ. Бик ҙур хаталар булғанда ла үҙенә генә айырым әйтеү дөрөҫөрәк була торғандыр. Ә инде беҙҙең мәсеткә килгәндә, ғәрәпсә белә торған юғары белемле мөғәллимдәребеҙ бар. Һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була, яуап биреүҙән баш тартмайҙар. Ҡайһы берәүҙәрҙең, күп тигәндә, Ҡөръән тәфсирҙәренең, хәҙистәрҙең урыҫсаға тәржемәләрен уҡып, ошо остаздарыбыҙҙың, мөғәллимдәребеҙҙең намаҙ уҡыуҙарынан, дини аңлатыуҙарынан кәмселектәр табыу, ғөмүмән, аҡылға һыя торған эш түгел. Бында һүҙ уларҙан дин тураһында һорашыу түгел, ә уларҙың кәмселеген эҙләү тураһында бара.
     Шәриғәтебеҙ буйынса башҡаларҙың кәмселеген эҙләү генә түгел, белгән осраҡта ла уны башҡаларға әйтеү ҙә рөхсәт ителмәй. Кешенән ғәйеп эҙләү тәкәбберлектән, әхирәт көнөнән ҡурҡмауҙан киләлер.               Пәйғәмбәребеҙ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтә:
     «Әгәр был донъяла бер ҡол икенсеһенең кәмселеген йәшерһә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә уның үҙенең кәмселеген йәшерер» (Мөслим, 6760).
     Ҡиәмәт көнөнән ҡурҡҡан кеше, башҡаларҙың кәмселеген эҙләү түгел, күренгәнен дә башҡаларға әйтеүҙән ҡурҡыр. Мосолман кешегә башҡа кешенең кәмселеген түгел, хатта үҙ кәмселеген дә кешегә һөйләп йөрөү рөхсәт ителмәй.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтә:
     «Өммәтемдән, кешеләргә үҙҙәренең кәмселектәрен белгертеүселәрҙән башҡа, һәр кем башҡаларҙың теленән һәм ҡулынан имен булыр. Ул кәмселеген белгертеүсе кеше төнөн гөнаһ эш эшләр һәм Аллаһ уның был эшен башҡаларҙан йәшерер, ә ул үҙе иртәнсәк кешеләргә әйтер: «мин, Фәлән, мин төнөн шуны, шуны эшләнем», — тийәр. Ул Аллаһ пәрҙәләгән, йәғни йәшергән хәлдә төнөн сыҡты, иртә менән ул Аллаһы ҡаплаған пәрҙәне асты». (Бохари, 6069)
     Бөгөнгө көндәге мосолмандарҙың хәле насар күп булыуға күп осраҡта мосолмандар үҙҙәре ғәйепле. Бәлки бер-береһенең кәмселеген эҙләп, ғәйбәтен һөйләп йөрөгән кешене мосолман тип атау ҙа хаҡлыҡҡа тура ла килмәйҙер. Сөнки, алдан әйтеп киткәнемсә, динебеҙгә иң ҙур зыян һалыусылар шулар. Хаҡлыҡта динде бөтөрөү өҫтөндә динһеҙ кеше, диндең дошманы булған кеше генә эшләй. Был мәсет һәйбәт, был мәсет насар, был мәҙрәсә яҡшы, был мәҙрәсә насар, бында намаҙҙы дөрөҫ уҡымайҙар, тегендә ғаҡыдәләре (аҡида) дөрөҫ түгел, тип, белемдәре булмаған көйөнсә мәҙһәб мәсьәләре тикшереп йөрөүселәргә лә был эштәренән туҡтарға кәрәк. Иң элек уларға динде яҡшылап өйрәнеү мөһим. Бөгөн беҙҙән һеҙ ниндәй ғаҡидә уҡытаһығыҙ тип һораусылар ҙа аҙ түгел. Берәүҙәрҙең Матуруди ғаҡидәһе уҡытабыҙ тип әйткәнде ишетәһе килә, икенселәрҙең Матуруди ғаҡидәһен уҡытмайбыҙ тип әйткәнде ишетәһеләре килә. Ысынында шулай һораусыларҙың береһенең лә Матуруди ғаҡидәһен уҡып ҡарағандары юҡ һәм улар уның башҡаларҙан нимә менән айырылғанын һис тә белмәйҙәр ҙә. Ҡайһы берәүҙәр килеп мәҙһәб мәсьәләһен һораша, шулай уҡ ул үҙе лә мәзһәбтең ни икәнен дә белмәй. Яҡшыны күреп, Аллаһыға шөкөр итәһе урында, насарҙы ғына күреп бөтә нәмәне насарға юрау мосолмандарҙы биҙәмәй. Ул улар араһына бары тарҡаулыҡ ҡына индерә. Ислам ҡеүәтләнһен тип әйтәбеҙ икән, был ғәҙәттән арынырға кәрәк.
     Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙҙе лә Үҙенең тәҡүә ҡолдарынан насип итһен.
                                                                                                      Рөстәм хәҙрәт Шәйхевәли