Архив рубрики: вәғәздәр

Үҙеңә ҡул һалыу

                                                             Үҙеңә ҡул һалыу – ҙур гонаһ!

     Аллаһ Тәғәлә һәр кешегә лә лә йәнде аманат итеп бирҙе. Аманат — ул һаҡларға яҙылған әйбер. Шуға күрә йән бик ҡәҙерле нәмә булып һанала. Кеше Аллаһ биргән йәнде ғүмере буйы һаҡларға тейеш. Йәнде һаҡлау ул үҙеңә зыян килтерә һәм һәләкәткә алып бара торған бөтөн нәмәләрҙән һаҡланыуҙы аңлата. Был һүҙ үҙ эсенә ауырыған ваҡытта дауаланыуҙы ла, машинала барғанда тиҙлекте арттырмауҙы ла һәм төшөнкөлөккә бирелгәс үҙеңә ҡул һалмауҙы ла ала.
     Хәҙерге заманда үҙенә ҡул һалыусы кешеләр тураһында ишетергә тура килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре бау менән аҫылына, ҡайһы берҙәре ағыу эсә, ҡайһы берҙәре үҙенә бысаҡ ҡаҙай, ә ҡайһы берҙәре бейеклектән һикереп үҙҙәренә ҡул һала. Бындай хәл мәктәптә уҡыусы балалар араһында ла, йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ла, шулай уҡ өлкәндәр араһында ла була. Кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуының сәбәптәре төрлө. Хәҙерге ваҡытта донъя иң киң таралғаны түбәндәгеләр: яратҡан кеше менән айырылышыу, ғаиләлә ир-ат менән ҡатын араһында ыҙғыш-талаш, эшһеҙ ҡалыу, бурысҡа батыу, эскелек һәм наркомания. Читать далее

Күршеләр

                                                                      Күршеләр

     
     Үҙ диненең ҡанундарын ҡәҙер-хөрмәт итеүсе мосолман үҙенең күршеләре менән яҡшы мөғәмәләлә була, уларға игелектәр ҡыла һәм ауыр ваҡыттарында ярҙам итә. Ул Ислам диненең өгөт-нәсихәттәрендә һәм күрһәтмәләрендә күршеләргә ҡарата булған мөнәсәбәттәрҙең иң юғары урында булыуын иҫтә тота.         Аллаһы Тәғәлә Үҙенең изге Китабында күршеләргә яҡшы булырға ҡушҡан:

وَاعْبُدُوا اللَّهَ وَلَا تُشْرِكُوا بِهِ شَيْئًا وَبِالْوَالِدَيْنِ إِحْسَانًا وَبِذِي الْقُرْبَى وَالْيَتَامَى وَالْمَسَاكِينِ وَالْجَارِ ذِي الْقُرْبَى وَالْجَارِ الْجُنُبِ وَالصَّاحِبِ بِالْجَنبِ وَابْنِ السَّبِيلِ وَمَا مَلَكَتْ أَيْمَانُكُمْ إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ مَن كَانَ مُخْتَالًا فَخُورًا

     36. Үәғбүдү-ллааһа үә ләә түшрикүү биһи шәй'әү үә бил-үәәлидәйни ихсәәнәү-үә биҙил- ҡурбәә үәл-йәтәәмәә үәл-мәсәәкиини үәл- джәәри ҙил-ҡурбәә үәл-джәәрил-джүнүби үә-ссаахиби бил-джәмби үәбни-ссәбиили үә мәә мәләкәт әймәәнүкүм иннә-ллааһа ләә йү- хиббү мән кәәнә мухтәәлән фәхуураа.

     «36. Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға бер затты ла тиңдәш итеп ҡуймағыҙ. Ә ата-әсәгеҙгә, яҡындарығыҙға, етемдәргә, фәҡирҙәргә, күрше торған яҡын туғаныңа, туғанлығы булмаған күршеңә, күршеләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулығыҙ эйә булған кешегә (ҡолға) изгелек итегеҙ. Ысынлап та, Алла тәкәббер, маҡтансыҡ кешене, (яратмай)». Ниса (Ҡатындар) сүрәһе 36 аят.

Читать далее

Ҡорбан ғәйете байрамы

                                Ҡорбан ғәйете байрамы мөнәсәбәте менән вәғәз-нәсихәт

                                                                                        بِـسْمِ اللهِ الرَّ حْـمَـنِ الرَّحِيمِ.
     Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
    Хөрмәтле имам-мөхтәсиб, имам-хатибтар, мосолман ҡәрҙәштәрем һәм ватандаштарым!
    Башҡортостан мосолмандары диниә назараты исеменән, президиум ағзалары, ҡазыйҙар һәм мәхәлләләр исеменән һеҙҙе изге Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйбеҙ!
    Тән-йән сәләмәтлеге, иманығыҙға ҡеүәт, һәр беребеҙгә бәхет-сәғәҙәт теләйбеҙ!
    Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты тарафынан бөтөн мәхәлләләргә, ислам әһле йәмәғәтенә Ҡорбан ғәйете байрамы мөнәсәбәте менән вәғәз-нәсихәт. Читать далее

Ҡорбан ғәйете менән

                                      Ҡорбан ғәйете менән ҡотлау һәм ғәйет вәғәзе

     Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
     Ҡөрьәндә әйтелә: ”Һәр өммәт өсөн Беҙ шәриғәт хөкөмдәре — ҡанун-ҡағиҙә — төҙөп бирҙек, һәр халыҡ үҙ динен тотор. Башҡа диндәге халыҡтар (хәтергә һалып ҡуяйыҡ: беҙҙәге һымаҡ ”Мин — мосолманмын” тип йөрөгәндәр генә түгел) башҡа диндәге халыҡтар ҙа ислам дине хаҡында һинең менән тартҡылашмаһын.
     Кешеләрҙе Аллаһ диненә — исламға, иманға, ғибәҙәткә саҡыр, һин үҙең, әлбиттә, хаҡлыҡҡа алып бара торған тура юлдаһың”., — тиелә.
                                                                                                                                    ”Хаж”сүрәһе, 67 — нсе аят.
     Мосолман — Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә — изгелек, ғәмәлендә — игелек, күңелендә нур, иман нуры, тип өйрәтә дин. Диндең был хөкөмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, хаж сәфәрендә йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, хажға барыр мөмкинлеге булмағандар ғәйет көнөн мәсет юлында, мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр улар — ҡиблабыҙ булған Кәғбәтулланың бер өлөшө. Читать далее

Ҡорбан ғәйетенең хөтбәһе

                                                         Ҡорбан ғәйетенең беренсе хөтбәһе

     Аллааһу әкбәр, Аллааһу әкбәр, Аллааһу әкбәр. Ләә иләәһә иләллаһу үә Аллааһу әкбәру, Аллааһу әкбәр. Үә лилләһил хәмде (3 мәртәбә).
     Субехәәнә мәййәкъбәлү мин ғибәәдиһил мухлисыйнә әғмәлә. Әлләҙинә йәбеҙулүүнә фии сәбиилилләһү нифүүсә-әү үә әмүәэлә. Фәйүғтыйһимүллаһү ғәлә ҡадери тәҡүәэһум нәүә әлә.
    Аллааһу әкбәрү. Аллааһу әкбәр. Ләә иләәһә илләллаһү үә Аллаһу әкбәру, Аллааһу әкбәр. Үә лилләһил хәмде (3 мәртәбә).
    Субехәәнә мән әфтәрада хәджджә бәйтил хәрами ғәлә ғибәдиһи фәшәддүү иләйһи рихәлә. Үә тәракүү фии ридааһүл әзүәджә үәм үәлә. Үә әтәүһү шүғсә-әү үә ғубера-ә әййәрджүүнә минһү джәллә джәләләһүл ғата-и үәл уисалә. Читать далее

Асыҡ ғәүрәт

                                                    Асыҡ ғәүрәт – боҙоҡ энергия магниты

     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән-Кәримдә «Әғраф» сүрәһенең 26-сы аятында: «Беҙ кешеләргә кейем бирҙек, — тип әйтә, — ул кейем менән улар оят ерҙәрен ҡапларҙар». Һәм Аллаһ Раббыбыҙ аяттың аҙағында: «Беҙ әле уларға үҙҙәре күрмәй торған кейем дә бирҙек, тәҡүәлек кейеме бирҙек, әгәр улар аңлаһалар, был кейемдәр улар өсөн бигерәк тә хәйерлерәк», — тип әйткән. Ошо аяттан күренгәнсә, әҙәм балаһының кейеме оят ерҙәрен ҡаплап йөрөр өсөн бирелгән, сөнки Аллаһ Раббыбыҙ кешеләрҙе аҡыл менән зиннәтләп, хайуандарҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм әҙәм балаһының хайуандарҙан өҫтөн сифаты — ояла белеү сифаты. Кеше хайуандан аҡылы менән айырыла һәм иң беренсе айырмалыҡ сифаты — ояла белеү, йәғни — кешенең ғәүрәт ерҙәрен ҡаплап йөрөүе, шәриғәтебеҙ буйынса ҡапланырға тейеш ерҙәрҙе күрһәтмәүе. Шулай булһа, беҙ ояттың нәмә икәнлеген беләбеҙ һәм хайуандан асыҡ айырылып торабыҙ, сөнки улар ояла белмәй, уларҙа кейем юҡ, ғәүрәт ҡаплау юҡ. Читать далее

Зина – ҙур гонаһ

                                                                    Зина – ҙур гонаһ

     Исламда иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып зина тора. Был гонаһлы ғәмәл әҙәм балаларын бик түбән дәрәжәгә төшөрә. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә былай ти: “Зина ҡылыу кеүек фәхеш эштәрҙең асыҡ эшләнә торғандарына ла, йәшерен эшләнә торғандарына ла яҡын бармағыҙ...” (“Әл-Исра” сүрәһе, 17:32)
     Был аятта оло һәм кесе зина тураһында һүҙ бара. Икеһенән дә йыраҡ булыу кәрәк (үбеү, ҡарау кеүек зиналарға яҡын килмәү).
    Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеүенсә, ҡулдар, аяҡтар һәм күҙҙәр зина ҡыла алалар. Шуға күрә ҡарарға ярамай торған нәмәләргә күҙҙе йомоу, күрһәтергә ярамаған ағзаларҙы йәшереү кәрәк.
     Аллаһы Тәғәлә ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға хәрәм әйберҙәргә ҡарауҙан тыйған, ғәүрәттәребеҙҙе зинанан һаҡларға ҡушҡан. Читать далее

Телде тыйыу

                                                             Телде тыйыу — изге эш

     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең 49-сы «Әл-Худжурат»(«Бүлмәләр») сүрәһендә (10-сы аят):
— «Иннәмәл-мүәминүүнә ихүәтүн фә әсълихүү бәйнә әхаүәйкүм үә- ттәҡуу-лл-ааһә ләғәлләкүм түрхәмүүүн» — Бөтә мосолмандарҙы бер-береһенә туған, тип иғлан итте. Тимәк, «ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тигән мосолмандар бер-береһенә туған була. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә бойорҙо: бер-берегеҙ менән арағыҙҙы төҙәтегеҙ, тип. Берүк араларығыҙҙы боҙа күрмәгеҙ, дуҫ йәшәгеҙ, — тине. Беҙ Аллаһтың ошо аяаттарына муафиҡ ғәмәлдәр менән йәшәргә тейешбеҙ. Изге йома көндәрендә, ике ғәйеттән оло булған йома көндәрендә, ошонда йыйылып, иңдәребеҙҙе иңгә терәп, бер сафтарҙа намаҙ уҡыуҙарыбыҙ ҙа арабыҙҙы төҙәтеүҙең бер миҫалы булып тора. Был да Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәү. Беҙ — төрлө кешеләр, үҙебеҙҙең төрлө ғәҙәттәр бар, һәр ҡайһыбыҙ үҙенсә уйлай, һәр кем үҙенсә фекерләй. Әммә барыбыҙҙа Аллаһтың фарызын үтергә тип, мәсеттәргә килеп, төрлө кешеләр бер сафҡа баҫып, бер Аллаһты ғына ҙурлап, сәждәгә баш эйәбеҙ. Был да Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү. Шуға күрә йәмәғәт намаҙын уҡығанда 27 дәрәжәлә сауап та бар. Читать далее

ВАТАНДЫ ЯРАТЫУ – ИМАНДЫҢ БЕР ӨЛӨШӨ

                                              ВАТАНДЫ ЯРАТЫУ – ИМАНДЫҢ БЕР ӨЛӨШӨ

    Рәсүл-Әкрам салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер мөбәрәк хәҙисендә: “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, — тип әйткән.
     Еребеҙҙә әҙәм балаһына йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлек бар: һыуы ла, һауаһы ла, ризығы ла, урманы ла. Тормоштоң төп сығанағы – ер. Унда төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫә, ағасынан, ташынан йорттар төҙөйбөҙ. Донъяла ниндәй генә климат юҡ: йыл әйләнәһенә ҡышбулған, көн менән төн алты айҙан ғына алмашынған, башында йәйен-ҡышын ҡар ятҡан таулы урындар, утрауҙар... Уларҙа халыҡ меңдәрсә йыл ғүмер итә, тәбиғәт шарттарына яраҡлаша, урындағы ризыҡты ашай һәм уны икенсе ергә күсереү мөмкин дә түгел. Хайуандар ҙа шулай. Мәҫәлән, Төньяҡ Боҙло океандың аҡ айыуын экваторға илтә алмайбыҙ, был мөмкин хәлдә лә, йәнлек унда йәшәй алмаясаҡ. Шуның шикелле, әҙәм балаһы ла кендек ҡаны тамған ерендә ғүмер итә, балаларын үҫтерә, нәҫелен тарата.
     Ватанды һөйөү – ерҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Тыуған төйәгебеҙҙең алға барыуын теләйбеҙ икән, быға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Ата-бабабыҙ йәшәгән еребеҙҙе һаҡлаған, уға зарар килтермәгән, байлығын исраф итмәй генә ҡулланған. Мәҫәлән, тирмәне күсереп йөрөткәндә, ерҙе ҡаҙып, уның ҡара тупрағына зарар килтермәгәндәр, ипле генә ҡорғандар. Киткән саҡта ла арттарынан бер ниндәй сүп-сар ҡалдырмағандар. Һуңғы 70 йыл тирәһе ваҡытта иһә ергә бындай ихтирамдың түбәнәйеүен күрәбеҙ. Битарафлыҡтың һөҙөмтәһе, әлбиттә, үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ.
Ер – йәшәйешебеҙҙең сығанағы, тинек. Уны юҡҡа ғына әсәй менән сағыштырмағандар. Ер саф иткән, ундағы ризыҡ таҙа, әҙәм балаһының сәләмәтлеге ныҡ була.
     “Тыуған ерҙе һөйөү – имандың бер өлөшө” тип әйтелгән икән, Ватаныбыҙҙы (ә уға ата-әсәбеҙ, телебеҙ, тарихыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм башҡа изге төшөнсәләр инә) һаҡларға, үткәндәрҙән һабаҡ, тәжрибә, аҡыл алып, илебеҙ башҡа дәүләттәрҙән артта ҡалмаһын өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, аҡыллы, зиһенле балалар үҫтереп, ошо ерҙә ғүмер итергә тейешбеҙ. Шул саҡта Башҡортостаныбыҙ Рәсәйҙең матур, таҙа, тыныслыҡ, әхлаҡ һәм тәрбиә төбәге буласаҡ. “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, — тиелә халыҡ йырында. Башҡортостаныбыҙҙы, Рәсәй дәүләтселеген һаҡлау өсөн милләтебеҙ бихисап батырын ҡорбан иткән. Бөгөн дә улдарыбыҙҙы аҡыллы, көслө итеп тәрбиәләп, илдең тыныслығына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ, сөнки ватаныбыҙҙың азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү ҙә – имандың бер өлөшө. Был йәһәттән беҙгә ата-бабабыҙҙың ҡаһарманлығы – ҙур өлгө.
     Илдең именлеге өсөн ҡан ҡойған, ҡорбан булған ҡаһармандарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ, ихтирам итәйек. Яу ҡырҙарында ятып ҡалған, ахирәткә күскән яугирҙәребеҙ үҙенең мәңгелек рәхмәтен алһын, тереләргә бәрәкәтле тормош насип итһен. Әле әрме сафындағы егеттәребеҙгә лә ихтирам күрһәтәйек. Уларҙың да хеҙмәте – имандың бер өлөшө. Шул уҡ ваҡытта илдең именлеген һаҡлау, уның үҫшенә булышлыҡ итеү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә насип итһен. Шулай икән, иншәллаһ, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъя имен булыр.
     Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
                     Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН,Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе, мөфтөй

МИЛЛӘТ НИГЕҘЕ — ДИН ҺӘМ ТЕЛ!

                                         МИЛЛӘТ НИГЕҘЕ — ДИН ҺӘМ ТЕЛ!

     Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәссәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
     «Ҡөрьән Кәрим»дә Аллаһ Тәғәлә «бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип донъяла йәшәгән бөтөн кешегә мөрәжәғәт итә. «Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яраттым», — ти Раббыбыҙ. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫлай.
     Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин Аллаһ Тәғәлә аяттың дауамында: «Мин һеҙҙе төрлө милләт, халыҡ, ҡәбилә итеп яраттым», — тигән. Тимәк, был бүленеш — Хоҙайҙың хикмәте. Һәр милләткә айырым үҙенсәлек хас.
     «Телегеҙҙең төрлө булыуы — Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил», — тиелә «Ҡөрьән»дә. Хоҙай барлыҡҡа килтергән был хазинаны һаҡлау — милләттәрҙең изге бурысы. Шул тиклем бөйөк ул тел: уның эсендә күпме изге фекер, фәлсәфә, мәғәнә ята, әкиәт, әйтем, ҡобайыр һәм башҡа ижади ҡомартҡылар бар! Улар әле лә яҙыла.
     Хоҙай Тәғәлә милләттәрҙе бер-береһе менән танышһын, төрлө тел өйрәнһен, ғилем уртаҡлашһын өсөн яратҡан.
     Донъяға килгән һәр кеше иң тәүҙә туған телен өйрәнә, уҡый башлағас, дәүләт телен, сит телдәрҙе үҙләштерә. Борон-борондан тәржемәселәр иң кәрәкле һөнәр эйәләре булып иҫәпләнгән. Күпме тел белһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була.
     Милләттең төп нигеҙе — тел һәм мәҙәниәт. Улар бер бөтөндө тәшкил итә. Туған телгә, мәҙәниәткә, йолаларға ғаиләлә иғтибар бар икән, милләт тә йәшәйәсәк. ӘхмәтЗәки Вәлиди «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»нда ике бөйөк ҡиммәтебеҙгә — динебеҙгә һәм телебеҙгә — һөжүм буласағы тураһында белдергән. Был һүҙҙәрҙе тарих иҫбатланы.
     Динебеҙҙе һаҡлаһаҡ, телебеҙ ҙә имен булыр. Ғабдулла Туҡайҙың «Эй, туған тел, эй, матур тел, атам-әсәмдең теле», Рәми Ғариповтың «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» тигән һүҙҙәре юҡтан ғына әйтелмәгән. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, телебеҙ бер телдән дә кәм түгел. Уны аралашыу кимәлендә генә түгел, ә төбөнә төшөп өйрәнергә, барлыҡ ижади ҡомартҡыларын белергә ынтылырға тейешбеҙ. Бергәләп эшләһәк, сабыйҙарыбыҙҙа йырҙарыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә мөхәббәт уятһаҡ ҡына милләтебеҙ һаҡланыр.