Бәндәне йәннәткә индереүсе

                                                                  Бәндәне йәннәткә индереүсе

                                Бәндәне йәннәткә индереүсе лә, йәһәннәмгә төшөрөүсе лә — уның теле
     Әлхәмдүлилләһ, йома көндәрҙә мәсеттәргә барып, вәғәздәр тыңлайбыҙ. Өгөт-нәсихәт тыңлау күңелде йомшарта һәм беҙҙе ҡылған ғәмәлдәребеҙгә һығымта яһарға этәрә. Аллаһы Тәғәлә һөйләүселәренә лә, тыңлаусыларына ла тағы ла ғилем бирһен, булған ғилемдәре менән ғәмәл ҡылырға ла ҡеүәт-дәрт насип әйләһен.
     Был вәғәздә ҡәҙерле бер сәхәбәнең һүҙенә туҡталырға булдыҡ. «Биш төрлө нәмә бар, — тип әйткән ул. — Улар иң яҡшы сабыусы аттарҙан да артығыраҡ». Ул ваҡытта әйберҙең ҡиммәтлеген ат хаҡы иҫәбе менән үлсәнгән, ә хәҙер беҙ уны затлы сит ил машинаһы менән сағыштыра алабыҙ. Тимәк, кемдә шул биш нәмә булһа, ул кеше бик ҙур байлыҡҡа хужа тигән һүҙ.

     Беренсеһе: «Ҡатнашың булмаған нәмәне һөйләмә, был бер һиңә фазиләт, бер ҙур дәрәжә булыр». Ҡайһы бер осраҡтарҙа, буш һауа тормаһын тигән һымаҡ, теләһә нәмә һөйләп ташлайбыҙ, ләкин тик тороуыбыҙ хәйерлерәк. Әгәр ҙә һинән теге йәки был мәсьәлә тураһында һорамағандар икән, һөйләмә, кәрәкмәй.
     Икенсеһе: «Әгәр ҙә һинең бер эшкә ҡатнашың булһа ла, нәүбәтең, ваҡытың етмәһә, йәки һиңә һүҙ бирелмәһә, ауыҙыңды асма». Ваҡыты-ваҡыты менән алданыраҡ һөйләп китеп, ауыҙҙарыбыҙҙы асырға ашығып, күп нәмәләрҙе боҙоп та ҡуябыҙ бит.
     Иғтибар итегеҙ: биш кәңәштең икеһе телгә, һүҙгә ҡағыла. Ысынлап та, бәндәне йәннәткә индереүсе лә, Аллаһы һаҡлаһын йәһәннәмгә төшөрөүсе лә — уның үҙенең теле.
    Тимәк, телебеҙ һөйләгәнсе, уйларға кәрәк, ауыҙыбыҙҙан бер генә һүҙ сығарғансы, нәтижәһен күҙ алдына килтерә белергә кәрәк, сөнки күп бәләләр телдән килә. Һәр көндө иртә менән бөтә тән ағзалары — ҡул-аяҡтар, баш, күҙ-ҡолаҡтар телгә ялынырҙар икән: «Һин, тел, зинһар, тик тор, әгәр һин тыныс булһаң, беҙ ҙә иҫән-һау булырбыҙ».
    Уйланырға нигеҙ бар, йәмәғәт.
    Өсөнсө кәңәш: «Бер ҡасанда да үҙеңде гонаһыҙ тип уйлама». «Минең бер ниндәй ҙә гонаһым юҡ, мин гонаһыҙ», тип уйларға ярамай. Юҡ. Беребеҙ ҙә гонаһыҙ түгел. Пәйғәмбәрҙәр, фәрештәләр саф күңелле. Беҙ иһә гонаһлы бәндәләр. Бер кеше үҙе хаҡында «мин гонаһыҙ», — тип әйтә икән, белегеҙ — ул гонаһлы; бер үк кеше үҙен «мин ғалим», — тиһә, белегеҙ — ул наҙан. Сөнки белем артҡан һайын, беҙ үҙебеҙҙең ниндәй дәрәжәлә наҙан икәнлегебеҙҙе лә аңлай башлайбыҙ. Шуға күрә ғалим кеше үҙен бер ҡасан да «ғалим», — тип атамаҫ.
    Мәшһүр сәхәбәнең дүртенсе кәңәше шул: «Бер ҡасан да диуана кешеләрҙе үҙеңә дуҫ итеп алма. Һин уларға тейешле булған ярҙамыңды бир, ләкин ҙур, яуаплы эшләргә ошо кешеләрҙе үҙеңә юлдаш итмә, сөнки ҡасан да булһа улар һинең йөҙөңдө ҡыҙартырҙар һәм һине уңайһыҙ хәлгә төшөрөрҙәр».
     Һуңғыһы: «Һинән айырылған, киткән, яныңда булмаған, туғаныңды, ҡәрҙәшеңде яҡшы һүҙ менән иҫкә ал». Был ғәйбәт түгел. Әгәр яныңда булмаған ҡәрҙәшеңде боҙоҡ, яман һүҙ менән иҫкә төшөрһәң, ул ғәйбәт. Күҙ алдыңа килтер: әгәр дуҫыңды яҡшы һүҙ менән иҫкә алһаң, ул был һүҙҙәрҙе кемдәндер ишетһә, нисек һөйөнөр ине. Яҡшы һүҙ менән иҫкә ал — иҫән ваҡытында ла, доньянан үтһә лә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Мәйеттәрегеҙҙе, донъянан үткән кешеләрегеҙҙе яҡшылыҡ менән иҫкә алығыҙ», — тигән. Ниндәй генә яман кеше булһа ла, ниндәй генә йүнһеҙ булһа ла, уның бер яҡшы яғы була, шуны иҫкә төшөрөгөҙ ҙә, уны иҫкә алғанда: «Ҡара әле, ниндәй һәйбәт кеше ине, Аллаһының рәхмәте булһын», — тип доға ҡылып ҡуйығыҙ. Шулай эшләргә тырышығыҙ, сөнки боҙоҡлоҡтары, ҡәбәхәтлектәре уларҙың үҙҙәренә Ҡиәмәт көнөндә иҫкә төшөрөлә, ә беҙ яҡшылыҡтары менән иҫкә алып, бәлки, аҙ ғына булһа ла гонаһтары кәмеүенә сәбәпсе булырбыҙ.
    Бына ошо биш кәңәште иҫтә тотһаҡ, башыбыҙға ла, тәнебеҙгә ҙә бәлә килмәҫ һәм тормошобоҙ уңышлы, бәрәҡәтле булыр. алған, Сәхәбәнең был һүҙҙәре — әҙәп-әхлаҡ дәрестәре, үҙенә күрә бер дипломатияға өйрәтәләр.
                                                         Иршат хәҙрәт САФИН Һамар ҡалаһы Йәмиғ мәсете имам-хатибы