Әбйәлил — Асҡар

                                                 Әбйәлил — Асҡар

     Асҡар — Әбйәлил районының үҙәге. Ул Урал аръяғындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Асҡарҙың өс исеме булған. Уларҙа ауылдың оҙайлы тарихы сағылған.
     Асҡар ауылы иң тәүҙә Түңгәүер тип йөрөтөлгән. Түңгәүер тигән исемде ауылға ҡәбилә исеменә ҡарап ҡушҡандар. Сөнки был ауылда йәшәгән кешеләр элек түңгәүер ҡәбиләһенә ҡараған. Түңгәүер ҡәби-ләһенә килгәндә, ул борон замандарҙа бөрйән, үҫәргән ҡәбиләләре менән бергә йәшәр булған. Элек уларҙың йәйләүҙәре лә бер-береһенән алыҫ булмаған. Бөрйән, түңгәүер һәм үҫәргән башҡорттарының төп өлөшө Башҡортостандың хәҙерге Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Медногорский, Һарыҡташ райондарында таралған. Борон улар башҡорттар йәшәгән ерҙе көньяҡтан сикләп торғандар. Бер-береһенә яҡын йәшәһәләр ҙә, һәр ҡәбиләнең ере үҙенә айырым булған.

     Билдәле йырыбыҙ Таштуғайҙа һүрәтләнгән мәшһүр ерҙәр (ул хәҙерге Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы тирәһендә) элек түңгәүерҙәргә ҡараған булған. Тик аҙаҡ түңгәүерҙәр ул ерҙәрҙе үҫәргәндәргә ҡалдырып, үҙҙәре Таналыҡ йылғаһы буйлап үргә күтәрелгәндәр, һаҡмар буйында түңгәүерҙәргә ҡараған ҙур ауылдарҙан Юлдыбай, Иҫке Яҡуп ауылдарын күрһәтергә мөмкин. Унан төньяҡтараҡ түңгәүерҙәрҙең ауылдары һирәкләнә. Ә бына Әбйәлил районында 6—7 түңгәүер ауылы бар. Улар араһында Асҡар иң ҙуры һәм күренеклеһе. Тирә-яҡ ауылдар бөрйән, тамъян, ҡыпсаҡ һәм күбәләк ырыуҙарына ҡарағанлыҡтан, яңы ырыуға, түңгәүергә ингән Асҡарҙы борон Түңгәүер тип ырыу исеме менән атап йөрөткәндәр.
     Түңгәүер ҡәбиләһенә ҡараған ауылдар бер нисәү булғас, был ауылды икенсе исем менән йөрөтөргә тура килә. XIX быуатта баҫылған карталарҙа Асҡарҙың Әбделйәлил (ҡайһы бер яҙмаларҙа Ғәбделжәлил) тигән исеме сағылдырылған. Мәҫәлән, «Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губернии» (Уфа, 1968) тигән китаптағы картала Аскарово атамаһы эргәһенә йәйә эсендә Абдулялил тип яҙып ҡуйылған.
     Экспедицияларҙа йыйылған материалдар ҙа быны раҫлай. 1966 йылда Әбйәлил районындағы Асҡарҙа түбәндәге легенданы яҙып алғайным: «Асҡар — элек Әбделйәлил тип аталған. Әбделйәлил тигән кеше ошо тирәләге халыҡты ауыл итеп ултыртып йөрөгән. Әбделйәлил ҡарттың 3 улы булған. Уларҙың береһе Асҡар исемле». Ошоға оҡшаш легенда хәҙерге Бөрйән районы Асҡар ауылында ла яҙып алынған: «Хәҙерге Ғәбйәлил районында Ғәбйәлил тигән ҡарт йәшәгән. Уның 2 улы булған. Береһенең исеме Аһҡар (икенсеһенең исемен автор әйтмәгәйне. — Авторҙар). Бируай Аһҡар әле Ғәбйәлил районында. Втаруй Аһҡар бында, Бөрйән районында. Беҙҙең Аһҡар ер биләр өсөн ошо ергә ебәрелгән булған». Бында информаторҙарҙың һүҙҙәре үҙгәртелмәйенсә бирелде.
     1781 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан «Список населенных мест по сведениям 1866 года» тигән белешмәнең 28-се томында шул уҡ мәғлүмәттәр сағылдырылған. Тик бында 1-се Асҡарҙың (әлеге Әбйәлил районы үҙәгенең) икенсе исеме булып Әбйәлил (русса Абзелилова), 2-се Асҡарҙың (Бөрйән районындағы ауылдың) икенсе исеме сифатында Әбделйәлил (русса Абдул-ялилева) формалары йөрөй. Был ауылдар һыулаған йылғалар ҙа белешмәлә бик асыҡ итеп күрһәтелгән. Унда: «Аскарова 1-я (Абзелилова) расположена на речке Тангатаре», «Аскарова 2-я (Абдул-ялилева) расположена на речке Нугуше» тип яҙылған.
     Тарихсы-этнограф Р. Ғ. Кузеев материалдарында 1-се Асҡар ерле һөйләштә ҡулланылған форма менән Иҫке Аһҡар һәм 2-се Аҫҡар тип бирелгән. Был ике ауылды яҡынайтҡан башҡа материалдар ҙа бар. 1-се Аһҡарҙа тумәй, мышаяҡ, өпәй, аптыраҡ тигән аралар булған, ауылдар ҡулланылған тамға «ай». Шундай уҡ аралар һәм тамға Бөрйән районындағы Асҡарҙа ла бар. Тик бында аралар һаны күберәк, етәү: түмәйҙәр, мышаяҡтар, упайҙар, аптыраҡтар, тупыстар, сыуаштар һәм иместәр. Тамғалары — «ай». Нөгөш йылғаһы буйындағы Асҡарҙы күрше-күләндәре Һайыҫҡан тип йөрөтәләр. Бының сәбәбе, беҙҙең уйыбыҙса, түңгәүер ҡәбиләһенең ҡошо һайыҫҡан булыуындалыр. Әбйәлил районы Ҡусҡар ауылында яҙып алынған материалдарҙа түңгәүерҙең тамғаһы — ай, ағасы — ерек, ҡошо — һайыҫҡан тип күрһәтелгән. Тимәк, легенда, риүәйәт итеп һөйләнелгән ауыл тарихы асылда дөрөҫлөккә тура килә.
     Бөрйән районы Асҡар ауылында яҙып алынған легендала Аһҡар ҡарттың ике улы булыуы, уларҙың береһе Астанғол, икенсеһе Туңғатар исемле булыуы ла әйтелгән. Был мәғлүмәттәр иғтибарға лайыҡ, сөнки тарихи документтарға ҡарағанда, 1816 йылда Асҡар ауылында Танғатар Асҡаров тигән старшина ярҙамсыһы йәшәгән. Боронғо фамилияларҙың башлыса атаһы исеменән яһалғаны билдәле. Тимәк, Танғатар Асҡаров «Таңғатар Асҡар улы» тигәнгә тап килә. Был осраҡта ла халыҡтың ауыҙ-тел тарихында күрһәтелгән факттар раҫлана: Асҡарҙың улы Туңғатар, асылда Таңғатар Асҡаров булып сыға. Бөрйән районындағы тәүге Тоз да (йәғни Товарищество по обработке земли. — Авторҙар) юҡҡа ғына Таңатар тип аталмағандыр. (Ҡара: В. Б. Таһиров, В. Салихов. Асҡар. Совет Башҡортостаны. 06.10.67).
     Ер-Һыу атамаларын юҡҡа ғына ерҙең йәнле тарихы, тип йөрөтмәйҙәр. Әлеге Асҡар янында ғына Таңатар йылғаһы бар. Ул йылғаға шул Асҡар улы Таңатарҙың исеме ҡушылғандыр, тип уйларға урын ҡала.
     Шулай итеп, тәүҙә Түңгәүер, Әбделйәлил, Әбйәлил, Асҡар, Асҡар Түңгәүере, Беренсе Асҡар, Иҫке Асҡар тип атап йөрөтөлгән ауыл исеменең серҙәрен асырға тырышыу ҡыҙыҡлы ғына табыштарға килтерә. Әйткәндәй, Әбйәлил районының исеме лә Асҡарҙың Әбделйәлил тигән атамаһына барып тоташа. Әбделйәлил ҡыҫҡарып Әбйәлил булып киткән.
     Яңы Асҡар исеменән үк күренеүенсә, оҙайлы ғына үҫеш юлы үткән. Ул үҫеште цифрҙар ярҙамында ла күрһәтеп була. Мәҫәлән, 1795 йылдарҙа теркәлгән Генераль межеваниеға иҡтисади иҫкәрмәләргә ҡарағанда Асҡар ауылында барлығы 23 йорт булған, унда 155 кеше йәшәгән. Шуларҙың 96-һы ир, 59 ҡатын-ҡыҙ. 1841 йылғы материалдарҙан был ауыл арыу уҡ ҙурая төшөүе, 6-сы Башҡорт кантонының Верхурал өйәҙенә ҡараған Түңгәүер улусының 12-се йортон-дағы Асҡар ауылында 430 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Шуларҙың 217-һе ир, 213-ө ҡатын-ҡыҙ. Был осорҙа ла ауыл кешеләре йәйгеһен йәйләүгә сығып йөрөр булғандар. (Ҡара: А. 3. Асфандияров. Ведомости башкирских и мишарских кантонных начальников о численности и социально-экономическом положении населения по деревням в середине XIX в. II Южноуральский археографический сборник. Уфа: БФАН СССР, 1976, 2-се сығарылыш, 227-се бит.) 1969 йылғы «Башҡорт АССР-ы Административ-территориаль бүленеше» белешмәһендә Асҡар ауылында 3 меңгә яҡын кеше йәшәүе күрһәтелгән. Әлеге көндә Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙа 4 меңдән ашыу кеше йәшәй. Асҡар — ҙур мәҙәниәт һәм сәнәғәт үҙәге. Урта мәктәп, Мәҙәниәт һарайы, Пионерҙар һарайы, заманса йыһазландырылған дауахана, сауҙа, элемтә, тәьминәт учреждениелары һ.б. -лар бар.
     Быларҙың барыһы ла ауылдың үҫеш тарихын, уңыштарыбыҙҙың кимәлен нығыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.

                                                       «Атайсал» китабынан, Камалов А. А.  Камалова Ф. У.