Архив рубрики: тарих, риүәйәттәр, легендалар

Элеккеләрҙән ҡалған риүәйәттәр

                                                          Элеккеләрҙән ҡалған риүәйәттәр

     Ғабдулла бин Ғаббастан ҡалған бер хәҙистә әйтелә: «Ҡиәмәт көнөндә ирендәре аҫылынып, тештәре ыржайып торған ҡарт бер ҡарсыҡ һүрәтенә индереп, донъяны мәхшәр майҙанына килтерҙәр.
     — Эй, халыҡтар! Һеҙ быны таныйһығыҙмы? — тип фәрештәләр ауаз һалыр.
     — Нәғүҙе билләһ — Аллаһ һаҡлаһын! — тиерҙәр кешеләр быны танымауҙары тураһында белдереп.
     — Эй, бисаралар! Был — һеҙ һөйгән, һеҙ ололап туя алмаған донъя. Уға ҡарата ҡомһоҙлоҡ күрһәтеп, һеҙ фәҡир-меҫкендәрҙең күңелен күрмәнегеҙ, уларҙы бар тип тә белмәнегеҙ Шуға динегеҙҙе һаттығыҙ. Ә ул бына шундай сүрәттә, — тиелер һәм:
     — Донъяны утҡа атығыҙ! — тип фарман бирелер. Шул саҡ донъя әйтер: «Эй, Раббым! Минең бит үҙемә эйәргән, мине менән бергә йөрөгән дуҫтарым да бар ине. Улар ҡайҙа? — тиер
     — Донъя менән бергә уның дуҫтарын да утҡа атығыҙ! — фарман бирелер. Читать далее

Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...

                                                  Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...

     Һуңғы ваҡытта һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ыҙалыҡтар күргән фронтовиктар ғына түгел, уларҙан тыуып ҡалған балалар ҙа теге донъяға күсә башланы. Шуға күрә беҙгә, һуғыш балаларына, ул ваҡыттарҙы сағылдырып, иҫкә төшөрөп китеү фәһемле булыр, тип уйлайым.
     Ул йылдарҙың касафатын татыған хәҙерге ололарҙың күбеһе тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Йәшерәктәр был донъяның ҡуласа икәнен бик аңлап етмәйҙәр әле. Балаларыбыҙ эшһеҙ генә рәхәт йәшәү тураһында хыялланып, ялҡау булып үҫәләр. Берәй хафа килеп сыҡмаһын, Аллаһ һаҡлаһын, улар күнегә алмаҫтар, тип ҡурҡам. Читать далее

Бала сағыбыҙҙы... һуғыш тартып алды

                                                   Бала сағыбыҙҙы... һуғыш тартып алды

     Һуңғы йылдарҙа матбуғат биттәрендә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәрлегенә ҙур әһәмиәт бирелә. Улар тураһында Советтар Союзы маршалы Г. Жуков үҙенең китабында бына нимә тип яҙа: «Тылдағыларҙың көсөргәнешле хеҙмәте булмаһа, дошманды еңеп булмаҫ ине. Тыл — ул Бөйөк Еңеүҙең яртыһы, хатта күберәге». Ысынлап та, ул иҫ киткес ауыр йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар менән бер рәттән, 11-12 йәштәге балалар көндө лә, төндө лә белмәй, ололар башҡара торған эште башҡарҙы. Ул балалар араһында мин дә булдым. Читать далее

Шәйех Ғабдуллаһ

                                                              Шәйех Ғабдуллаһ

                                                    Ғабдуллаһ әл-Фәиз әд-Дағстани

   Ул — Изге Ҡөрьәндең йәшерен мәғәнәһен аңлаған, суфыйсылыҡ ҡанына һеңгән шәхес булған. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) уның йөрәге була. Уның йәне илаһилыҡҡа өҫтөнлөк бирә, ул донъяға килгәндә, Ер яҡтылыҡҡа күмелгән. Кешеләр шәйехкә, фани донъяла ғына түгел, баҡыйлыҡҡа күскәс тә тыныслыҡ, бәхет табыу маҡсаты менән килгән, наҙанлыҡ, томаналыҡ уның мәғлүмәтлеге, белеме ярҙамында юҡҡа сыҡҡан.
   Шәйех Абдуллаһ 1891 йылда Дағстанда врач ғаиләһендә тыуа. Уны әсәһенең ағаһы шәйех Шәрәфетдин әл-Дағстани тәрбиәләй һәм уҡыта. Һеңлеһе ауырға ҡалғас, шәйех Шәрәфетдин уға:"Һинең тыуасаҡ улың үткән һәм буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәсәк. Ул үҙ осороноң «Әүлиә әл-Солтаны буласаҡ. Әүлиәләр „Мөхәммәд (с.ғ.с.) өммәте башлығы“, тип ололаясаҡ. „Минең бер йөҙөм Бар ҡылыусыға, икенсеһе Унан бар булғандарға ҡарай. Бер сәғәтте — Бар ҡылыусы, бер сәғәтте — Унан бар булғандар менән уҙғарам“, тип әйтер ул. Ул тыуғас, Абдуллаһ, тип исем ҡуш, сөнки ул яңынан ғәрәп илдәренә тәриҡәт таратасаҡ». Читать далее

Шәйех Баһауетдин

                                                           Шәйех Баһауетдин

                                       Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Наҡшбәнд әл-Бохари 

   Шәйех Мөхәммәд Баһауетдин әл-Бохари Наҡшбәнд Ҡаср-и-Хиндуан ауылында һөнәрсе тажиҡ ғаиләһендә тыуған. Һуңынан был ауыл уның хөрмәтенә Ҡаср-и-Арифам, тип атала, вафаты ла тыуған ауылында була. Уның атаһы туҡыусы һәм сүкеүсе булған («наҡш» фарсы телендә «биҙәк,» тигәнде аңлата). Суфыйсылыҡ тәриҡәтенең был тармағы, шулай итеп, уның һөнәре атамаһынан килеп сыҡҡан. Шәйех Баһауетдиндың тормошонда суфыйҙар менән тығыҙ бәйләнештә булған олатаһы ҙур урын тота. Нәҡ ул ейәнендә мистикаға ҡыҙыҡһыныу уята ла инде. Читать далее

Шәйех Абдул Ҡадир

                                                                  Шәйех Абдул Ҡадир

   Солтан Әүлиә әл-Ғауҫ әл-Әҙәм Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әд-Джилани әл-Хәсәни әл-Хөсәйни                                                                                                           (ғәләйһиссәләм)

   Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани (1077/472 — 1166/561) дини ғилем һәм Күк ҡанундары белгесе булған. Суфыйсылыҡ һәм Шәриғәт фәнендә абруйы шул тиклем юғары булып, уны заманының рухи ҡотобо булараҡ белгәндәр (Әл-Ғауҫ әл-Әҙәм). Ул христиан йыл иҫәбе буйынса 1077 йылда Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы Джилани ҡалаһында тыуған. 18 йәшендә, дини ғилем һәм рухи остаз эҙләп, Бағдадҡа юллана. Шәйехтәр Абул Вафа ибн Акил, Мөхәммәд бин әл-Хәсән әл-Баклани һәм Әбү Зәкәриә Табризи — уның тәүге остаздары була. Ошо уҡытыусылар етәкселегендә ул Ҡөрьән тәфсирен, суфыйсылыҡ йолаларын, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормош юлын, теологияны, фикхты (ислам хоҡуғы), грамматиканы, Ҡөрьән филологияһын һәм уны уҡыу сәнғәтен, Ислам хоҡуғының Ханбала мәктәбен өйрәнә, быларҙан тыш, Шәфиғи мәктәбе буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын ала. Ҡөрьәнде яттан белә һәм уны ете төр алым менән уҡый алған. Дини ғилемдең 13 фәнен һәм уға яҡын фәндәрҙе үҙләштергәндән һуң, Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани шәйех Хәммәд бин Мөслим әд-Даббас етәкселегендә рухи юлға баҫа. Алдынғы ҡарашлы һәм Бағдадтағы бөтөн остаздар кимәленә еткәндәрҙең шәйехе әл-Мөбәрәк Сәйед бин әл-Хәсәндә бәйғәт ҡыла. Читать далее

Шәйех Нәҙим

                                                             Шәйех Нәҙим

                                     Шәйех Мөхәммәт Нәҙим Әл-Хаҡҡани Әл-Кипруси
   Шәйех Мөхәммәд Нәҙим әл-Хаҡҡани Кипрҙа, Ларнакала, 1922 йылдың 23 апрелендә, шәмбе көн тыуған (мосолман календары буйынса 1340 йыл шәғбән айының 26-һы). Атаһының нәҫел тамырҙары Ҡәҙриә тәриҡәтен ойоштороусы шәйех Абдул Ҡадир Джиланиға барып тоташа, әсәһе яғынан — Мәүләүиә тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы шәйех Джалалетдин Румиға. Шулай итеп, ул атаһы яғынан Мөхәммәд (с.ғ.с.) һәм Оттоман империяһы солтандары нәҫеленә ҡарай.
   Кипрҙа үткән бала сағында шәйех Нәҙим олатаһы, Ҡәҙриә тәриҡәте шәйехе менән йыш аралашҡан. Олатаһы уны дини вазифаларға өйрәтә. Малай бәләкәйҙән үк иҫ киткес сифаттар — түҙемлек, киң күңеллек, дини тәғлимәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән, ҡалала һәр кемгә кәңәш бирерҙәй һәм уның киләсәген әйтерҙәй аҡыллы кеше булып танылған. Биш йәштән ул йыш ҡына өйҙән китеп юғалып торған. Әсәһе уны мәсеттән йәки Мөхәммәд (с.ғ.с.) сәхәбәһе ҡәберенән барып табыр булған. Өйгә ҡайтырға өгөтләүҙәргә малай: «Мин бында, Өммө-Хирам янында, ҡалам ул — беҙҙең өләсәйебеҙ», — тигән. Ҡайһы берҙә малайҙың тере кеше менән һөйләшкән кеүек Өммө Хирам менән һөйләшеүен күрәләр, уны туҡтатырға теләүселәргә: «Ҡамасауламағыҙ, мин ошо ҡәберҙә ятҡан ҡарт өләсәйем менән хәбәрләшәм», — тип яуаплаған. Читать далее

Әүлиә ишандар

                                                                Әүлиә ишандар

                                   Башҡортостан – әүлиәләр иле китабынаң өҙөктәр

                                                                Йәғәфәр ­ишан
     Ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, көслө табиб булараҡ даны таралған Йәғәфәр ишан ерләнгән зыярат Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары осрашҡан ерҙә, Өршәк йылғаһынан өҫтәрәк, Тимәшкә ауылынан 2-3 саҡырым ерҙә урынлашҡан.
     Ишан тураһында яҙма сығанаҡтар ҙа бар. Атаҡлы ғалим һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов та уның хаҡындағы мәғлүмәтте үҙенең “Аҫар” китабына индергән. Читать далее

Иҫтә ҡалғандар

                                                            Иҫтә ҡалғандар

                                              Ғүмерҙең бер аҙ иҫтә ҡалғандары
                                             (Мәрйәм ҡыҙымдың һорауы буйынса)
   Минең бала саҡ бик ауыр тормошта үтте. Иҫ белгән саҡта 5×5м яңғыҙ өй ине, ғаилә арыуыҡ ишле. Атайым-әсәйем, өләсәйем, өлкән апайыбыҙ бар ине. Әммә уны бик хәтерләмәйем. Әсғәт ағайым (1923 йылғы), Әхмәт ағайым (1927 йылғы), өсөнсө малай — мин (1929 йылғы), Йәсәр ҡустым (32 йылғы). Шул өйгә тар ғына итеп гәрбилдән солан эшләнгән. Был өйҙөң ҡаршыһында бер өй булған, уны тартып алып киткәндәр. Элекке кешеләрҙең өйҙәре шулай ҡара-ҡаршы булған, уртала — солан, келәт булған, шулай йәшәгәндәр. Беҙҙең ғаилә күп булыу сәбәпле, өйҙөң береһен ҡалдырғандар... Читать далее

Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

китаб

                    Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

                          Һуҡыр күҙҙе асыр ҡөҙрәт

   — Беҙ ҡыҙ булып үҫеп килгәндә, 1950 йылдарҙа, ҡайҙа барма бөтә кеше хайран ҡалып, шаҡ ҡатып Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләрен һөйләй торғайны. Миңә айырыуса ныҡ тәьҫир иткәне Татлыбай ауылында йәшәгән Өмөтбай ағайымдың һөйләгәндәре булды, — тип башланы һүҙен Гөлбикә апай. — Уларҙың сабынлығы Урғаҙа аръяғында була торғайны. Бер шулай улар бесән сабып ҡайтып килгәндәр. Урғаҙаға етеп барғанда арба юлынан саҡ ҡына арыраҡ салғы, беләү, тырма ятҡанын күреп ҡалалар. Бөтмөр ағайым, хужалыҡта кәрәге тейер, тип баяғы нәмәләрҙе арбаһына һалып та ала. Татлыбайға ҡайтыу өсөн уларға йылға аша сығырға кәрәк була. Тик, ни хикмәттер, күк бейә һыу аша сығырға теләмәй ҙә ҡуя икән. Ныҡ ҡына сыбыртҡылап та алалар, туғарып киренән егеп тә ҡарайҙар, ат урынынан ҡуҙғалмай, ти. Меҫкен хайуан үҙе манма тиргә бата. Инде ни эшләргә? Былар аптырай-алйый, эштең ниҙә икәнен һис аңлай алмай. Шулай байтаҡ ҡаңғыра торгас аранан берәү:
— Ошо һалып алған нәмәләребеҙ Мөжәүир хәҙрәттеке түгелме икән? — тип әйтеп һала. — Әйҙә, урынына кире илтеп ҡарайыҡ. Читать далее