Ер һатмағыҙ, башҡорттар,
Ерҙәй дәүләт һис тә юҡ
Аҫтағы тарихи хикәйәттә бынан бер быуат элегерәк заманда башҡорттоң сит-яттарға ер һатыуы ниндәй ҙур проблемаларға килтереүең тасиурләй. Хатта халыҡтың изгелек яғы бөтөп, мораль яҡтан түбәнгә төшөүен. Был бер быуат элек... Беҙҙең 1990 –сы йылдарҙа сит ил демократияһы менән халыҡты бөтөнләй аҙҙырҙылар. Бөгөндә күрәбеҙ: төпкөл ауыл башҡорттарына тиклем аҡсаға нәфселәнеп әле лә урыҫтарға үҙҙәренең участкаларын һатыуҙарын. Өҫтә ултырған «ағайҙарҙың» «Башнефть» һымаҡ организацияларҙы меңләгән гектар ере менән сит олигархтарға осороуын.«Ерһеҙ ҡалыу – илһеҙ ҡалыу» нимәгә алып килде үткән быуат башҡорттарын. Яуҙа-ҡырылыш, меңәрләгән янған ауылдар, меңәрләгән ҡорбандар. Диндән ситләшеү арҡаһында граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы... Бөгөн Аллаһ Тәғәлә беҙгә аманат итеп биргән ерен ҡәҙерләмәгәнгә ҡәһәрен ебәрмәҫ, тип уйлайһығыҙмы? Ере юҡтың – иле юҡ, иле юҡтың – ере юҡ; ил, ере булмағандың көн итерлек хәле юҡ. Балаларығыҙға ерҙе һәм динде ҡалдырмаһағыҙ – уларҙың нәҫеле юҡ. Бер урыҫ ауылға килде тип, бөтә ауыл урыҫҫа һупалай, ә урыҫ башҡортҡа әйләнмәҫ. Бөгөн шул әҙәмгә ерен һатҡан – иртәгә шуның бөтә ерҙе бысратып йөрөгән сусҡаһын көтәр, бына һиңә тәүге яза!
Беҙҙең бала заманыбыҙҙа, Яйыҡ буйында ғына, казачий рустан башҡа һис рус мужик, хахул юҡ ине. Батшаның, абрук ерҙәрегеҙ алына, һатып ҡалығыҙ, тигән бойороҡтары йөрөгәс, әйҙә башҡорт ерен һата башланы.
Рус килмәҫтән элгәре беҙҙең ауылдар Сәскә күл, Һарыбай мужигы урынында йәйләгән, Урта Маҡан, Оҙон күл, хәҙерге Тамаҡ, Иҫке хахул урынында йәйләгән.
1875 йылдар микән, беҙҙең бала ғына заманыбыҙҙа, Ураҙайҙың Ҡолош, Бирле күл тарафтарын 12 йылға арендаға зряға (бушҡа) биреп, ун бишләп хахулды Ураҙайға ултырттылар. Ваҡыты (срогы) тулғас, ул мужиктар китте, унан һуң Хәммәт байға биреп, Иҫәнғол быуаһынан үргә бесәнен сабып, нисәмә меңдәр ҡуйҙар ҡышлатып торҙо. Шунан һуң һәр ергә мужик килеп ултыра башлағас, йәйләүҙәр ҡыҫҡара килеп, 1907 йылдарҙа ер һатҡандарҙан айырылып, еребеҙҙе алып ҡалайыҡ тип, 75 душ еребеҙҙе алып, Ҡалтайға күсеп, унда егерме йыл яҡшы ғына ауыл булып, мәсет һалып, ойошоп торғанда, ун дүртенсе йылдар һуғыштар булып, холоҡ та, тыныслыҡтар китеп, бәрәкәт бөтөп, халыҡтың бер-беренә шәфҡәте бөтөп, хәя (оятлылыҡ, тыйнаҡлылыҡ) бөтөп, 1921 йылдарҙа аслыҡтан үлеп халыҡ әҙәйеп, ҡалғаны малдан яҙып, ярлы булып, аслыҡҡа ҡарамай, һаман халыҡ холоҡһоҙланып, тәүфиҡһеҙләнеп, иттихад (берҙәмлек), берлек, иттифаҡ (бер һүҙҙә булыу, кәңәш) бөтөп, телендә иҡрар (таныу, дөрөҫтө һөйләү), ҡәләбендә тәсдиҡ (күңелендә хаҡлыҡ) бөтөп, бер Мәмбәт балаһы дүрткә бүленеп, бишенсеһе лә иртәгә ҡайҙа күсеп бүленәм тигән уй-фараз менән ғүмер үткәрә. Бынан һуң бар әҙәм күрер, Алла Кәрим ярҙам өйрәтһен, амин!
Атабыҙ Мәмбәт — мең йылҡы, уғлы Рәхмәтулла, Иҫәнғолдар бишәр йөҙ йылҡылар көтөп, унан Ишмөхәмәт, Ғәбделнафиҡ, Кәбәк батыр, Йәрмөхәмәт, Әхмөтязари — өсәр йөҙ, бәғзеһе — бер йөҙ илле, беҙҙең заманыбыҙҙа Ҡадир бай өс йөҙ ҡырҡ баш йылҡы көтөп, унан Ғүмәр хорунжий, Ғайса мөәзин, Мөхәмәтйәрҙәр — йөҙ илле баш, Солтанғол, Мөхәмәтйән, Солтансәлим уҙамандар ҙа шул миҡдары, уларҙан һуң Сәғит — ике йөҙ, Ғәлләм, Дәүләтъяр, Кәлимулла, Төхфәтулла, Юлай хәлфә илле-алтмышар йылҡыларға хужа булып, хәҙерге көндә ауылыбыҙҙың иң байы — Сәғит утыҙ баш (йылҡылы), унан ҡалғандарыбыҙ — икешәр, бәғзебеҙ — өсәр, бер-ике һыйырҙан бүлешеп алып, ас та түгел, туҡ та түгел, сыҡмаған йән йөрөй икән.
Беҙ бала заманда Яйыҡта иртәнән кискә хөтле ҡымыҙ эсеп, байы-фәҡире бергә, һис кемде айырмай, ҡунаҡта фәҡирҙәр һис тәкә һуйып аш әҙерләп расход итеү юҡ, һаман байҙа, байҙың өйөндә, байҙың һыйында, иртәнән ҡара кискә шунда була. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, фәҡирҙәр төндә йоҡлағанда ғына үҙ өйөндә булалар.
Йәйләүҙең иң аҙағы 14-се, 15-се йылдарҙа бөттө. Иң башта ауылда башҡорттоң ере бөттө. Ере бөткәс, малы бөттө: малы бөткәс, башҡорттоң йәне ярты: дәрәжәһе кәмене, бөттө. «Ере байҙың — иле бай» тигән һүҙ — хаҡ һүҙ. Күрҙек. Фәҡир дир:
Ер һатмағыҙ, башҡорттар,
Ерҙәй дәуләт һис та юҡ.
Һәммә мәғдән ерҙән сыға —
Ерҙең ҡәҙере беҙҙә юҡ...
Беҙ бесән сапҡан заманда бер кеше бесән бөтһә, икенсеһенең кәбәнен ҡойошоп бөтөрөшөп, берәү һабанын бөтһә, икенсеһенең һабанын бөтөрөшөп, бергә ҡонан менеп, ярышып ҡайта торған ине.
Халыҡтың ата-анаға, олаталарға ҡәҙере шул хәтле ҙур ине, улар мәжлесендә шаулашмай һөйләшә, әкрен, әҙәп менән генә уларҙың алдына тәғзим (хөрмәтләү), тәҡрим (ололау, ҙурлау) менән генә, хеҙмәт-хөрмәт менән генә йөрөү, оло кешеләрҙән айырым, башҡа мәжлес яһамау, араҡы-тәмәкенең заты-еҫе юҡ, уйын-көлкө булып ҡалһа, өлкәндәр күрмәгәнерәк ерҙә генә, унда ла беленеп ҡалһа орошоп-һуғып уны тыя, бөтөрө һәм шуның менән тыйыла, һис ҡаршы һүҙ әйтеп ҡаршы килмәй.
Дин дә, намаҙ ҙа шул ҡәҙәре ҡөҙрәтле ине, көн иртә намаҙында Мәмбәттең анау ҙур мәсетендә иртә намаҙында, «Йәмәғәт, тоғролап, тығыҙлап», — тип мөәзиндәр, халыҡ саҡҡа һыйып уҡып сыҡҡанда, мәсеттән дүрт яҡ урамға таралып ҡайтҡанда, урамдар тулы була ине.
Ала тауҙар тулы ағаслыҡ, емешлек, сейә, еләк, бөлдөргән, ҡарағат, муйыл, балан. Сейәнең күплеге, Айғыр тауының бер яғына менһәк, икенсе яғы ҡып-ҡыҙыл булып ятыр ине. Беҙҙең аталарыбыҙ заманында, ҡыш йылҡы ҡарағанда, ҡар өҫтөндә ҡап-ҡара булып ултырған сейәне ашай торған инек, тип һөйләне. Хәҙер инде ул ағастарҙың саҡ ҡына төҙөктәре ҡалды, сейә ағастары мал тапалыу һәм косилка менән сабыу арҡаһында аҙ ғына була.
Таштуғайҙың Таналыҡ һыуы буйҙары, туғайы, үҙән буйынан башҡа ерҙәре йылҡы күренмәҫлек ҡараған*, тубылғылыҡ* ине. Көҙ көндәре ашлыҡ баҫҡанда һауын бейәләрҙе һауҙырырға ҡайтарырға саҡ табып алына ине. Хәҙерге көндә косилка менән сабып, бөтөн туғай эсендә бер һеперткелек ҡараған юҡ. Тотош сабын бесәнлек булды.
Таналыҡ һыуының балығы, рус килмәҫтән элек һыуҙың эсе тулы балыҡ ине. Энә ҡармаҡ менән ҡармаҡлағанда ла аршын буйы йәйен, суртан ҡаба ине. Алабуға балыҡтары итек ҡунысы кеүек була ине. Уларҙың бөтөүенә хахулдар сәбәпсе булды.
Маҡан буйҙары бөгәл-бөгәл күлдәр ине. Макруш заводының үр яғынан беҙ бала саҡта һөҙөп, буйы сирек ярым ҡанса табан балыҡтары алдыҡ. Хәҙер, быны күрмәгән балалар, ошо балыҡ булған тип яҙған кешегә һәм яҙыуына ышанырҙармы? Әлбиттә, ышанмаҫтар.
Хәҙерге кешеләр боронғо кешеләрҙе иген сәсмәгән, икмәк ашамаған, ас булғандар, ти. Дөрөҫ, йәй көнө икмәк ашаманы. Ғәҙәт шулай ине. Ләкин ашағаның — ит, ҡымыҙ. Балалар һөт-ҡатыҡ, ҡорот ашап, халыҡ көнөн-төнөн ҡымыҙ эсеп, ҡарттар мискә ҡорһаҡлы, ҡыҙыл йөҙлө, пак күлмәкле булып, бай бисәләр тирмә өйҙөң ишегенә саҡ ҡына һыйып керәләр ине. Ҡыш булһа, байҙар өсәр бейә, ая-өс иле (ҡаҙы) сыҡмалы һимеҙ-һимеҙ тыу, тыуса һыйырҙар, тана үгеҙҙәр ҡанса булһа, барыһын һуя. Хатта иң фәҡирҙәр ҙә бер һыйыр һуйып, ҡыш буйына ҡалын туй (үткәреп), шатлыҡта ғүмер кисерерҙәр ине.
Ас булһа булғандыр, ләкин беҙ күрмәнек. Байҙар — егерме, ун биш, бәғзеләре — ун, фәҡирҙәр ҙә биш һыйыр һауып, байҙар майҙы шанға*, ҙур көбөләргә һалалар ине. Хәҙерге кеүек бер-ике генә һыйырҙың майы шикелле көршәккә генә һалмайҙар ине. Ас булһа булғандыр. Фәҡирлекте, аслыҡты 21-се йылдан бирле күрҙек. Минән башҡа кешеләр ҙә күрмәнем, тип әйтә алмаҫ.
Күргән эште йәшерергә ярамаҫ. Хәҙерге көндә әсәһе иткә туймай, балаһы һөткә туймай. Туя, тип әйтер инем, ҡатындарҙа имсәк юҡ, балаларҙа инсаф юҡ. Һөт урынына ашағаны манный ярмаһы, әсәһенең ит урынына ашағаны тәмһеҙ ҡоро һалмаһы.
Был дәүләттәрҙең (байлыҡтарҙың) китеүенә балаларҙың ер һатҡан аталары сәбәпсе булып, балаларын ерһеҙ, дәүләтһеҙ, малһыҙ ҡалдырҙылар. Алла Тәғәлә кемдең эшләгән эше өсөн яза бирәсәк, кешенән күрмәҫ, үҙенән күрер.
1890 йыл призывҡа барып*, бирауай инуалит* булып ҡалып, 1891 йыл Зөлҡәрнәй Рсәнбәтовтың Мәймүнә исемендә ҡыҙына никахланып, Мәрфүғә, Мәрхәбә, РӘхимә, Ғәбделрәхмән, Ғәбделвәкил — ике уғыл. Мәрфүғә (ҡыҙым) Суҡраҡ Ғәзизйән никахында вафат, 25 йәшендә. 4 йәшлек кенә Хәбибъямал исемендә ҡыҙы ҡалды. Ире 21-се йыл аш бирмәй һәләк итте. Язаһын әхирәттә күрер. Мәрхәбә (ҡыҙым) Бөрйән (волосе) Йомаш Солтанғәли никахында, Әхмәдулла исемендә ун йәшле уғлы бар. Рәхимә (ҡыҙым) был көн ун алты йәшендә. Ғәбделрәхмән (улым) 1904 йыл февраль 13—14 дүшәмбе көн донъяға килде. Егерме икенсе йыл Юлыҡ (ауылы) Сибәғәтулла Әҙһәмовтың Мәфтүхә исемендә ҡыҙына никахланды. Назим исемле уғлы, Миңнур исемендә ҡыҙы бар. Ғәбделвәкил (улым) 1907 йыл ғинуар берендә донъяға килде. 1913 йыл апрелдең 24-дә пәнжишәмбе көн икенденән бер сәғәт элек Мәймүнә вафат булып, йома көн ерләнде. Ай, Аллам, рәхмәтеңә ғарыҡ ит (туйҙыр)!
1913 йыл 14 июндә Ишан ауылы Харис ҡыҙы Шәрифәне никахландым. Рәҡиә исемендә бер ҡыҙ донъяға килеп, 3 йәшендә сәсәктән нафат, Мәмбәттә. 1918 йыл Хәмзә исемендә бер уғыл донъяға килеп, дүрт көндән һуң вафат булды. Эй, Аллаһым, рәхмәткә йөҙҙөр!
1919 йыл 14 июндә Стәрле өйәҙе Ноғман ауылы Шакир ҡыҙы Ғәзизәгә никахландым. 1924 йылда Сәкинә исемендә ҡыҙыбыҙ бар. Изгелекле ҡыҙ булһын. 1869 йыл 25 сентябрҙә донъяға килеп, бөгөн 59 йәштә Ишанда имам булып хеҙмәт итәм. Ахыры хәйерле булһын, амин! Мөхтәрәмә әсәм Фәғилә имам Ғәбделхалиҡ ҡыҙы һижрә 1343... нафат булып, шул көн ерләнде, 75 йәшендә, милади 1924 апрелдә. Әй, Илаһым, гонаһтарын ярлыҡа, амин!
Башҡорт халыҡ ижады, 7 том