Әҙәм вә иблис

I. ӘҘӘМ ВӘ ИБЛИС
Хоҙа ғөзимәт вә ҡөҙрәт менән был ерҙе хаҡ иткәс,
Ер өҫтөндә әҙәмдәр яратырға ваҡыт еткәс,
Ниһөйөтһеҙ кешеләргә булыр тип ер йөҙө меҫкен
Ер өҫтөнө үҙенең фөйзене әсрарҙы сәскән.
Ҡояш нур сәсте ергә күктән, яҡтырҙы ай төндө,
Кешеләрҙе яралтмаҡ булды шунан һуң ер өҫтөндө.
Ниңәлер?.. Шул ваҡыт Алла мәләктәргә хәбәр бирҙе:
«Әҙәм балалары өсөн хаҡ ҡылдым ҡара ерҙе,
Әҙәм хәлифә булыр ергә уны шуға яраттым», — тип,
«Уға ниғмөттәр бирҙем, һеҙгә биргәндән артыҡ», — тип.
Был төблиғты әйткәс тә мәләктәр аптыраштылар.
«Был ниндәй эш?» — тиеп, был мәсьәләлә һүҙҙәр астылар.
Тинеләр: «Был фәсад әһлен яратмаҡта ни хикмәт бар?
Ғази буласаҡ әҙәмдәрҙә был ниндәй әфзөлиәт бар?
Гонаһ эштәр ҡылырҙар һәм улар мотлаҡ түгәрҙәр ҡан.
Тулар ергә фәсад, талаш, һуғыш, ғәйбәт менән боһтан.

Күрәһең — беҙ һиңә тәсбих, һине тәҡдис менән мәшғүл,
Уларҙы артыҡ итмәҫлек түгелдер шаиғыңа мәғҡул».
Нисек тә был хәбәр баштуҡ мәләктәргә ауыр килде,
Эҙәмдәрҙең улай булыуын улар, белмәйем, нисек белде?
Яратылмаҫ борон былар яратмағас әҙәмдәрҙе
Тине хаҡ: «Әй, мәләктәр! Мин беләм һеҙ белмәгәнде».
Хоҙа шулай мәләктәргә ғәжәп ҡыҫҡа яуап бирҙе.
Былай өҫтән ҡарауға шул мәләктәр фекере хаҡ ине.
Хоҙанан башҡа бер ергә урын бөткәс әләкләргә
«Күрәйек, нисек булыр?..» — тигән бер уй төштө мәләктәргә.
Әҙәм тормаҡ өсөн баштуҡ яратылған икән был ер,
Кешеләрҙе түбән итмәктә барҙыр, белмәйем, ни сер.
Әҙәмде Алла хаҡ итте, уға ит һәм дә ҡан бирҙе,
Нисә йылдар үтеп киткәс, Әҙәмгә Алла йән бирҙе.
Хоҙа баштуҡ Әҙәмде ерҙең өҫтөнә яратҡан, ти.
Тән үҫеп, йән кереп бөткәнсе ерҙә яңғыҙ ятҡан, ти.
Әҙәм шунда ята торғас, кеше һүрәтенә кергәс,
Үҙенең рәхмәте менән, рух менән ғаҡыл биргәс,
Хоҙа сын мәһбүт итмәксе булып бахыҫ, хисамдарҙы
Көйөп яратҡан Әҙәмгә өйрәтте күп исемдәрҙе.
Тине шунда мәләктәргә: «Был ергә, әйҙәгеҙ, килегеҙ!
Был шәйағтарҙың исемдәрен берәм-берәм хәбәр бирегеҙ!»
Хоҙа өйрәтмәгәс, тәбиғи, мәләктәр баштарын һелкте.
«Улай булғас, хәбәр бир! Йә, Әҙәм», — тип Алла әмер итте.
Мәләктәр торҙолар ҡарап — Әҙәмде имтихан итте.
Ҡарап торған мәләктәрҙең тамаша иҫтәре китте.
Мәләктәрҙән Әҙәм ғалемыраҡ булғас еңелделәр,
Хоҙаның һәр эше хикмәткә мәбне тиә белделәр.
Тине Хоҙа: «Тимәнемме, беләм һеҙ белмәгәнде,
Был күктәрҙә дәхи ерҙә миңә йәшерен түгел һәр ни».
Фәрештәләр элек ҡылған бәхәстәргә үкенделәр,
Хоҙа әмере шулайҙыр, тип, ҡара тәҡдиргә күнделәр.
II
Әҙәмде яратыу менән генә эш бөтмәгән әлдә,
Мәләктәргә әмер килде ҡылырға кешегә сәждә.
Тәбиғи бәғзеһе ҡотолор әҙәмгә шәҡияд итһен
Әҙәмдең әфзиләтен мәләктәр бары яд итһен.
«Был ниндәй бер әмер һуң?» — тип тәрдәд ҡылдылар барыһы,
Улар бер ҙә тора алмайҙар Хоҙаның әмеренә ҡаршы.
«Хоҙаның әмере булғас, сәждә ҡылмай сарабыҙ юҡ», — тип,
Әҙәмгә сәждә ҡылдылар Хоҙаның ҡәһәренән ҡурҡып.
Хоҙа ҡушҡас, мәләктәр был кешене ҡылдылар тәҡдис
«Был эш мәғҡул түгел», — тип сәждәгә баш бөкмәне Иблис.
«Әҙәмдең асылы бик мәғлүм, тейешһеҙ ихтирам», — тине.
«Ни булһа ла уға сәждә ҡылыу минән харам», — тине.
Фәрештәләр Әҙәмгә сәждә ҡылғас һәм дә эш бөткәс,
Хоҙа: «Нисек сәждә ҡылманың?» — тип унан сөал иткәс,
Тигән Иблис: «Мине уттан яраттың, уны — тупраҡтан,
Нигә сәждә ҡылайым һуң? Мин артыҡ булғас ул заттан».
Йыһанда йөмләнән әүәл Хоҙайға ҡаршылашҡан ул.
Был эш мәғҡул түгелдер, тип япа-яңғыҙ талашҡан ул.
Тигән Алла: «Һиңә ләғнәт! Йыраҡ кит! Торма был ерҙә,
Йәһәннәмгә һалырмын мин бөтә табиғтарың берлә»
Тигән Иблис: «Был көндән һуң үсектем мин кешеләргә,
Хоҙайым ихтыяр бирһә, белермен нимә эшләргә».
Хоҙа асыуланып Иблисте һалды мәңге дәлаткә.
«Бына һин шунда тор!» — тип әҙәмде индерҙе йәннәткә.
Өмөтһөҙ хәлдә Иблис шул сәғәт ергә төшөп киткән,
Япа-яңғыҙ ер өҫтөндә зарарһыҙ ғына көн иткән.
Ер өҫтөндә тулы януарға ҡылмаған зарарлы эш,
Әҙәмдәр ергә тулғас та заһур иткән йәнә Иблис...
Ill
Хоҙа ҡушҡас, Әҙәм йәннәткә яңғыҙ баш барып кергән,
Ағыр һыуҙар, мәзин баҡсаларҙа буш ҡына йөрөгән.
Теләгән инде йәннәттә Әҙәмде яңғыҙ итмәҫкә,
Яратып бирҙе Һауаны Әҙәмгә бергә иптәшкә.
Хоҙа шулай ҡатындарҙан хаҡ итте фәҡәт берҙе,
«Бер иргә — бер ҡатын», — тип һәм яратҡан бер генә ирҙе.
Рух, ҡәлебкә кергәс тә, бирелгән есмәни ләззәт,
Әҙәмдең башына етә бына ошбу фани ләззәт,
Күрәһең, булмаған хур ҡыҙҙары ул саҡта йәнәттә,
Дөрөҫ, хикмәт тә юҡ инде улай есмәни ләззәттә.
«Нисек итәйек? Шулай инде был эш китәм мәнзәлдә,
Ни хикмәт бар был эштәрҙә белә алмайҙар әл дә.
Әҙәм ата үҙе янда үҙе есмен күреү менән,
Яратҡан хәҙрәт Һауаны шундуҡ сын күңел менән.
Элек Һауа бер аҙ наҙланһа ла тиҙҙән илә шиҡаңлар,
Икәү генә ултырғанда алай-былай һөйләшкәндәр.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шулай йәннәткә Әҙәм кергән,
Теләһә ни эшләһә лә, хөрриәт һәм ихтыяр биргән.
Ашар, эсәр өсөн һәр нәмәнең ишеген асыҡ ҡуйған.
«Яҡын барма был эшкә», — тип, фәҡәт бер нәмәнән тыйған.
Борон яҙған китаптарҙа был бер хикмәтле эш, тиҙәр.
Ашарға ҡушмаған бер нәмә — бер төрлө емеш, тиҙәр.
Зарар юҡ, нимә булһа ла була инде бындай бер эш,
Күрәйек нишләр Әҙәм, Һауа дәхи ни эш ҡылыр Иблис.
IV
Ашау-эсеү әҙер булғас, тороуҙар бигерәк анһат,
«Белермен нишләтергә», — тип теге Иблис көтә форсат.
Торалар нәҡ сабый төҫлө мәғишәт ҡатылығын күрмәй,
Хәжәт юҡ һис эш эшләргә — Әҙәм тик ята, һис йөрмәй.
Был ниндәй эш? Әҙәм, Һауа торалар ғиш-ғишрәттә,
Тора Иблис ҡасан форсат етер, тип ҡайғы-хәсрәттә.
Уның дошмандары йәннәттә буш йөрөһөндәр иркенләп,
Йөрөй Иблис асыу менән Хоҙаның рәхмәтен көнләп.
Нисә мең йыл ғибәҙәт ҡылһа ла, киткән бары елгә,
Уның өҫтөнә «мәлғүн» тип яҙылған Тәүрәт, Инжилгә.
Шулай ҙа бер етер беҙгә лә көндәр, тип йөрөй ипләп,
«Был йәннәткә кереп булмаҫ микән?» — ти ҙә китә ситләп.
«Әҙәм өсөн генә далатҡә төштөм аһ вә оһ», — ти,
«Быны алдау еңел эш», — тип йөрөй ул хәйләкәр даһи.
Ҡыуалар меҫкен Иблисте, йәннәткә яҡын барһа,
Нисек ингән һуң ул унда — яҙайым иҫке китаптарса:
Шулай ситләп кенә йәннәт янынан бер көн уҙғанда,
Күрә Иблис: Йылан яңғыҙ ғына ултыра ишек янында.
Бөгөнгө кеүек түгел Йылан — унда матур булған,
Аяҡ-ҡуллы, зифа буйлы дәхи кәүҙәгә ҙур булған.
Бөгөнгө суфыйҙарса башын түбән таба эйҙе,
Хәйер Һауа мәләктәр төҫлө: «Иҫәнме, мелла кем?» — тине.
Бының тәҡеүәлеген күргәс, Йыландың шәфҡәте килде,
Хоҙаға иң яҡындарҙан, мәләктәрҙән тиеп белде.
Быны форсат белеп, Иблис Йыланға эште белгертте,
«Минең эш бар ине йәннәттә, кил, зинһар мине керет!» — ти.
Тине Йылан: «Бөгөн йәннәт ишек янында мин һаҡсы,
Ҡарауыллап торған өҫтөнән һине керетмәк түгел яҡшы».
Тине Иблис: «Мине һин ауыҙыңа керет, һис кеше күрмәҫ,
Йылан кереткән Иблисте, тип һис бер кеше белмәҫ».
Йыланға әллә ниндәй вәғәҙәләр ҡылды, күп алдашты,
Йылан меҫкен: «Улай булғас, кер инде», — тип ауыҙ асты.
Нисә йылдар көтөп йөрөгән был йәннәткә барып кергәс,
Япа-яңғыҙ ғына йөрөгән анабыҙ һауаны күргәс,
Тине: «Аһ, был матурлыҡтар төгәнмәҫ мәңгелек булһа,
Гүзәл булыр ине бында ни хикмәт, белеп булһа,
Ваҡытлыса булмаһа ине был йәннәт, был матурлыҡтар,
Булып, тиҙҙән бөтә торған был тормошта ни ләззәт бар?
Күҙ асып ҡына йомған саҡлы ләззәт йәки төш төҫлө,
Кире килмәҫ булып бөткәс, был тормош иң ҙур үкенесле.
Хоҙа биргән икән бында һеҙгә ниғмәттең әнуғанын,
Һис үлмәҫ мәңгелек итһә, Хоҙайға ни була тағын?
һинең ғүмерең был ерҙә ялт итеп киткән йәшен төҫлө,
Ахырҙа бер үлем етер, көн аҫтындағы төн төҫлө».
Илай-илай һөйләй Иблис, уның бер ҙә йөрәге тынмай,
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс тә тине Һауа: «Был эш ысынмы?
Ҡайҙан белдең?» — ти торғас, һауа Иблискә яҡын барҙы.
«Һин әйткәнсә, шулай уҡ был матурлыҡҡа зәуал бармы?
һин әйткәнсә, шулай уҡ беҙ үләбеҙме? Бөтәбеҙме?
Гүйә, һис булмаған төҫлө был донъянан китәбеҙме?»
Йөҙөнән, һүҙҙәренән һауаның сын ҡурҡҡанын тойҙо,
Тине Иблис: «Был ағастан ашауҙан ни өсөн тыйҙы?
Бына шуның өсөн тыйҙы: бер ерҙә мәңге тормаҫҡа,
Үлемде күрмәй көн иткән фәрештәләрҙән булмаҫҡа.
Теге мәмнуғ емеш ысын-ысын дауалыр мәңге үлмәҫкә,
Аша тиҙерәк, теләһәң һин ҡара ергә күмелмәҫкә!»
Хәйер хәүа төҫлө Иблис Һауаға күп вәсвәсә ҡылды,
Тамам алдаштырып бөткәс, үҙе бик тиҙ генә шылды.
V
Ғәйәт тиҙ алданыусы һауаға был һүҙ етә ҡалды,
Ағастан шул минут бер аҙ емеш һындырып алды.
Өҙөп бер бөртөгөн ҡапҡас, бер аш юҡ шыма китте,
Был шатлыҡтарҙы әйтергә Әҙәм янына барып етте.
«Теләһәң мәңге үлмәҫкә, бына был нәмәне ҡап!» — ти,
«Һинең һөйгән матур ҡатының әжәл дарыуын тапты.
Аша инде, бер ни булмаҫ! Аша тиҙ, әйҙә, тиҙ, тиҙ!» — ти,
«Бына инде был йәннәттә икәү мәңге торорбоҙ», — ти.
Ҡатын һүҙе менән Әҙәм ашаны бер генә бөртөк.
Дөрөҫ, бер нәмә лә юҡ, тип ашай башланылар күп-күп.
Емеште ашағандан һуң ваҡыттар үтмәне бик күп,
Осоп китте уның өҫтөндәге кейемдәре өркөп.
Бына шунда Әҙәм меҫкен яланғас тән тороп ҡалған.
Гонаһаға әрткап иткес ниһәйәтһеҙ Әҙәм оялған.
Кеше күтәрә алмайҙыр Хоҙаның фазыл ихсанын,
Эш үткәс, белде — Ьауаны яуыз Иблис ҡотортҡанын.
Тине: «Ах! Шул яуыз Иблис сәбәп булды гонаһ эшкә!»
Үҙе алданғанын һылтап ҡуйҙы меҫкен Иблискә.
Әҙәм балаһы ла шулай ҡыла ла бер-бер гонаһ эште
Үҙе саф, тап-таҙа ҡала, ғәйепле итә лә Иблисте.
Кеше ҡылмаҫ гонаһ эште, әгәр ҙә нәфсеһен тыйһа,
Тирә-яғында булған нәмәләр менән күҙе туйһа.
Гонаһ башланды Әҙәмдән ябай ғына бер эш менән,
Ике аранан мөхәббәт китте бер бөртөк емеш менән.
Бер эш ҡылдым әҙәмдәргә, тип Иблис тә көс алды,
Беренсе ҡат үҙенең дошманынан яҡшы үс алды.
«Йә, Әҙәм! Әрткән ҡылдың, нәһи ҡылған гонаһ эшкә», —
Тиеп шундуҡ Хоҙаһынан Әҙәмгә килде ҙур шелтә.
Был инсан хәлкәтендә тәмәғкәр һәм дә тамаҡ саудыр,
Кәрәк ни булһа ла булһын, туры килгәнде ашауҙыр.
Әҙәм меҫкен был эшкә бик үкенде, аһ-зар итте,
Гонаһын иҡрар ҡылды, Хоҙаға иҡтидар итте.
Йәнәп Хаҡ тине: «Мин бит нәһи ҡылдым гонаһ эштән
Гелән һаҡлан тимәнемме һиңә шул мәлғүн Иблистән?
Был йәннәткә керер-кермәҫ, йә Әҙәм, ҙур хатаң булды,
Сыҡ инде йәнәттән! Бар һиңә ерҙән ватан булды.
Бер-берегеҙ менән талашып ғүмерегеҙ үтһен,
Һинең балаларың ерҙә аҙ-маҙ йәшен түкһен!»
Хоҙа Әҙәменә: «Ерҙә мәғишәт михнәтен тарт»! — ти,
«Бөгөндән һуң ер өҫтөндә үҙең эшлә, үҙең тап!» — ти.
«һиңә файҙалы сүрәттә хаҡ ҡылдым тәбиғәтте,
Шуларҙан файҙалан, көн-төн улай бушҡа ҡарап ятмай.
Эш эшләп эшкә керетһен, тип яраттым төрлө таштарҙы,
Һиңә булһын, тип үҫтерҙем үләндәрҙе, ағастарҙы.
Эш эшләү һәм ғәмәл менән булыр бәндәләрем мәсғүт,
Һине яралтыуымдан да шул эштәрҙер минең мәҡсут.
Ер аҫтында күмелгән күп хазиналар етер күпкә,
Берәү бушҡа ҡарап ятһа, миңә һис ҡылмаһын үпкә.
Был арҙан истифада ит! Һиңә әүәл ғаҡыл бирҙем,
Ҡолаҡ, күҙ һәм йөрөргә аяҡ, уның өҫтөнә ҡул бирҙем.
Сират мөстәҡимдә бул, Хоҙаның берлеген берлә
Хәйер хаһ яҡшы һүҙле бул! Кәрәк торһон да кем берлә!
Сығаһы килмәй йәннәттән Әҙәмдең йәше аҡҡан һуң,
«Ниңә ҡылдың гонаһ эште?» — тигән ҡәтғи хитаптан һуң
Алыш һәм дә биреш бөткәс, Әҙәм, Һауа икәү бергә
Хоҙаның әмере менән шул сәғәт ташландылар ергә.
VI
Был йәннәт бик ғали булған беленмәҫ мәғнәүи бер ер,
Уға инмәк өсөн ҡылһын Әҙәм был рухын тәзаһер,
Рух ысын-ысындан сафланһа, гонаһтарҙан йыраҡ китһә,
Хәҡиҡи ғөлөүиәт менән лайыҡлы ла кәсеп итһә,
Бына шунда ашыр рухи, моғайын, ғәреш әғләгә,
Уның был мәтмағын нәфсе рәжа итер бер Аллаға.
VII
Китаптар әйткәнсә, был икәүһе ергә ташланғас,
Ҡапылда ҡулда һис ни юҡ, яланғас һәм тамаҡтар ас.
Был эштәр етмәһә, тағы Әҙәм һауанан айырылған,
«Раббына золомона», тип Әҙәм күп тәүбәләр ҡылған.
Рәхәт-рәхәт тороуҙарҙы ауыр булған китеү ташлап,
Шул көндән һуң әҙәмдәр ер йөҙөндә торҙолар башлап.
Ер өҫтөнә төшөү менән Әҙәмде күрҙе мәхлүктәр,
Тыныс торған был мәхлүктәр һөйләй башланылар юҡ-бар.
Тинеләр: «Был ике аяҡлы, ике ҡуллы ғәжәп нәмә,
Быларҙың бер ергә килмәгенән һуң сәбәп нәмә?
һүрәтенә ҡарағанда сығарыр былар гелән фетнә,
Туры ҡаҡҡан ағас төҫлө был нәмәнән өмөт көтмә.
Ниңә һуң был беҙҙең төҫлө түгел, йүнһеҙ яланғастыр,
Үҙе бик хәйләкәр төҫлө, уҫаллыҡтар быға хастыр.
Был көндән һуң арабыҙҙан мөхәббәттәр китәр инде,
Был бар саҡта ер өҫтөндә тыныслыҡтар бөтәр инде.
Хәҙерҙән үк үҙен һаҡлар өсөн ҡулына таяҡ тотҡан,
Асыулы бер кеше төҫлө төҫө киткән. Йөҙө һытҡан.
Хоҙа күрһәтмәһен инде, күбәйһә, үрсеһә был зат,
Арыҫлан менән ҡапланды тотор хәйлә менән арбап.
Үҙенә мәнфәғәт килһә, был нәмә гел ҡырыр беҙҙе,
Нисек һаҡлай алырбыҙ һуң шунан үҙебеҙҙе?
Бының балалары ерҙең йөҙөн тиҙҙән китер ҡаплап,
Был инсандар һөжүменән беҙҙе кемдәр ҡалыр һаҡлап».
Бына күреү менән шундуҡ тәшәэмләнде һәр бер йән.
Балыҡтар һыуға ҡастылар. Әйттеләр: ҡылайыҡ доға,
Бәхилләшкәс тә януарҙар берәмләп киттеләр тауға.
Тинеләр: «Әйҙәгеҙ, дуҫтар, беҙ инде тормайыҡ бергә,
Әҙәм ер йөҙөнә төштө, китәйек ул бармаған ергә».
Бейек тауҙарға, урмандарға януарҙар таралдылар,
Ғали әлләбеҙ (?) әҙәмдәрҙән ҡасып вәхшәттә ҡалдылар.
Әҙәмде күргәс үк ҡурҡып ҡасалар, ҡурҡалар әл дә,
Әҙәмдәрҙең яфаһынан имен түгел улар әле лә.
V III
Ҡайҙа һуң! Хәҙрәт һауа, Әҙәм һис бер таба алмай юл,
Бара торғас Хоҙа ҡаршында булды тәүбәһе мәҡбүл.
Бер-береһенән айырылғас, хисапһыҙ йәштәрен түккәс,
Әҙәм, Һауа ҡауышҡандар нисә йылдар үтеп киткәс.
Был Әҙәм менән Иблис ҡылдылар икеһе гонаһ эше,
Хоҙа ғәфү итте Әҙәмде, ғәфү ҡылманы Иблисте.
Өйрәнмәгән Әҙәм, Һауаға бик мөшкөл яңы тормош
Торалар таш араһында, ағас аҫтында йәй һәм ҡыш.
Торалар ҡурҡа-ҡурҡа: тәки Иблис китмәһен алдап,
Емеш, япраҡ-фәлән ашап, торалар саҡ тамаҡ ялғап.
Кейәр өсөн кейем, кереп торор өсөн тыныс ер юҡ,
Тәбиғи хаҡ ителгән нәмәләрҙән башҡа әйбер юҡ.
Хоҙаға үпкәләй алмай үҙе башлап ғази булғас,
Ауырлыҡҡа күнәрһең тиҙ, ауырлыҡ донъяһы булғас,
Көн итмәксе Әҙәм уңай ғына йәннәттәге төҫлө,
Улай түгел... был ер донъя һине эшкә үҙе көсләй.
Был донъя: «Бушҡа ятма! Үҙ көнөңдө үҙең күр», — ти,
Ғаҡыл һәм ҡул көсөңдө һин сарыф итергә мәжбүр, ти.
Тырыш инде, тырыш, Әҙәм! Һөйләп торма улай юҡ-бар,
Яратылған Әҙәм файҙаһына ерҙәге бар байлыҡтар.
Әҙәм бары шуларҙы эшкә керетһен, ижтиһад итһен,
Мәғишәткә кәрәкле нәмәләрҙе лә ижад итһен.
Теге йәннәттәге төҫлө юҡ инде бында тик ятмаҡ,
Үҙеңдең ихтыярыңда мәғишәт юлдарын тапмаҡ.
Беләһегеҙ ул саҡ Әҙәм хәяттың ибтидаһында,
Хәүеф, рәжа менән көн үткәрә урман араһында.
Ер өҫтөндә Әҙәм ул саҡта нәҡ бер йәш бала төҫлө,
Бөгөн тәсхир ҡылынған нәмәләр унда ғәйәт көслө.
Ҡоро кәүҙә, яланғас тән, бер иш юҡ ихтыярында,
Тирә-яғында ни булһа, Әҙәм сит күрә барын да.
Ағас япраҡтары шаулап, дауылдар сыҡһа, ел өрһә,
Йәшен йәшнәп ҡаты ямғыр гөрөлдәп яуғанын күрһә,
Ағастарҙың араһында берәр нәмә шытыр итһә,
Берәр ят нәмә күрһә, йәки бер ҡош осһа, пыр итһә,
Тамам ҡурҡа, һиҫкәнә, дерелдәй, ҡалтырай башлай,
Тамам хәлһеҙләнә, шундуҡ тирә-яғын ҡарай башлай.
Бөтә тирә-яғы дошман кеүек, ҡурҡа ҡуяндан да,
Үҙен һаҡлау юлын эҙләй, һөжүм ҡайғыһы юҡ унда.
Ҡайҙа туры килә шунда тора, юҡ билдәле торлаҡ,
Үләр-үлмәҫ кенә булһа ла маҡсат донъяла тормаҡ.
Үләһе килмәй бик тиҙ — был өҙәм балалары күндәм,
Бара торғас Әҙәм меҫкен ауыр тормошҡа ла күнгән.
Йөрөй-йөрөй бик әкеренләп эйәләшә башланы ергә,
Үҙенә ҡаршы торған көслөләр күренмәгәс бер ҙә.
Бара-бара Әҙәм үҙендә ҡеүәт барлығын һиҙҙе,
Көсө еткән бер нәмәне тапаны, ҡыҫты вә иҙҙе.
IX
Ниһайәт, һеҙ ер өҫтөндә икәү тормаҡ күңелһеҙ эш,
Хәүефле төрлө мәхлүктәр Әҙәмгә һалалар тәшүиш.
Шулай торған ваҡытта бер ауырлыҡ килде Һауаға,
Тора торғас, бер ул (уғыл), бер ҡыҙ балаһы килде донъяға.
Был шатлыҡтан Әҙәм, һауа, ниһайәт, булдылар мәмнүн,
Әҙәмдәр булдылар дүртәү ер өҫтөндә бына бөгөн.
Ғүмер үткән һайын ерҙә Әҙәм балалары үрсей,
Игеҙҙең береһе ул булһа, моғайын, ҡыҙ була береһе.
Бала-саға күбәйгәстен Әҙәм көн уҙғанын белмәй,
Әҙәмдәр шәйлә арттылар, Әҙәм хатта һанын белмәй.
Кешеләр яртылай вәхши, әпен-төпөн үтә көндәр,
Балаларҙың араһында сыға башланы мажаралар.
Хаталыҡ менән башланғас был инсандарҙың эш башы,
Ваҡыт күп үтмәне шундуҡ егеттәр булдылар ғази.
Әҙәмдәрҙең араһынан ямандар бергә ун сыҡты,
Ш уға ҡарап зарураттан шәриғәт һәм ҡанун сыҡты.
Татыу, яҡшы тора алмағас, ҡанун сыҡмай ҙа булмай шул,
Таҙа ерҙәрҙе бысратҡас, фәсад менән булып мәшғүл.
Әҙәм балаларын был хәлдә күргәс ҡалды үкенескә,
Нәсихәдкә ҡолаҡ һалмай сума улар гонаһ эшкә.
Әҙәм өндәй тура юлға, уны һис тыҡмайҙар һанға,
Уларҙы аҙҙырырға ихтияж ҡалманы шайтанға.
Бара торғас Ҡабил бер ҡыҙ өсөн Һабилға бәйләнде,
Уны күргәс Әҙәмдең шатлығы хәсрәткә әйләнде.
Күрә Ҡабил үҙе менән игеҙ тыуған матур ҡыҙҙы,
Шәриғәткә ҡилаф был эш; вә ләкин был шуға ҡыҙҙы.
Бара торғас бер аҙ эш булһа ла бик ҙурға тартылды,
Әҙәмдең башы әйләнде, Хоҙаға аһ-зар ҡылды,
Хоҙаның әдәне менән был ике зат салдылар ҡорбан,
Әҙәм балалары менән был эштәрҙе ҡарап торған.
Һабилдың ҡорбаны мәғбүл булып, салғас та янған, ти,
Ҡабил ҡорбаны мәғбүл булмағас, янмайса ҡалған, ти.
Быны күргәс, тине Ҡабил: «Был мөғжизә миңә мөбһәм
Хоҙайҙанмы, түгелме? Ҡалды был эштә минең шөбһәм.
Белермен нишләтергә!» — тип Һабилға бармағын һелкте,
«Был эшкә мин разый түгел», — тип ерҙән тороп китте.
Күңелемдә булмаһа сафлыҡ ҡолаҡҡа яҡшылыҡ кермәҫ,
Пәйғәмбәр мөғжизәһе лә уны төҙ юлға күндермәҫ.
Үҙе файҙа күрә алмаҫ булһа баш тартыр дин әмеренән,
Хәүефләнмәҫ вә ҡурҡмаҫ ул Хоҙаның ҡаты ҡәһәренән.
Ҡабил асыуын эсендә һаҡланы, бер аҙ ваҡыт уҙҙы,
Бер аулаҡ ерҙә Һабилдың яғаһына ҡулын һуҙҙы.
Тине һабил: «Ҡулыңды һин миңә һуҙһаң да мин һуҙмам,
Хоҙанан ҡурҡамын мин, нишләһәң дә ғәһедемде боҙмам».
Һабилдың һүҙҙәрен ишетеп, Ҡабил ҡыҙғанманы бер ҙә,
Үҙенең ҡәрҙәшен тотоп ҡатил ҡылды ошо ерҙә.
Еңә алманы Әҙәм уғлы үҙенең нәфсе шайтанын.
Мәләктәр әйткәненсә, түкте ергә бер кеше ҡанын.
Тары саҡлы гонаһы юҡ туғанының ҡанын түккәс,
Ҡатилға йөрьәт иткәнгә үкенгән булды эш үткәс.
Үлекте йөкләне, белмәй йөрөй ҡай ергә йәшерергә,
Йөрөй торғас ғажиз булды — күмеүҙе белмәйҙер ергә.
Быға саҡлы күренгән эш түгел ергә үлек күммәк,
Ер өҫтөндә йөрөй торғас, был алды ҡарғанан үрнәк.
Ҡабилдың был эшен күргәс, Әҙәм хайран булып ҡалды,
Бала өсөн йәшен түкте, Хоҙанан ҡурҡты һәм оялды.
Әҙәм балалары йүнләп аяҡ баҫмаҫ борон ергә,
Ҡыҙармаҫлыҡ түгел бит әрткәп иткәс ҡәбергә.
X
Гонаһаһы юҡ фәрештәләр яңынан һүҙҙәр астылар:
«Тинек бит беҙ түгәрҙәр ҡан, беҙҙең һүҙҙәр раҫ», — тиҙәр,
«Ғәжәпләндек беҙ әүәлдүк фәсад әһлен яратҡанға,
Бара торғас әҙәмдәр үрсеһәләр ер тулар ҡанға.
Әҙәмдәр балалары башланылар бер-берен үлтерешкә,
Әҙәмдәр булмаһа, Иблис ғәйепһеҙ инде был эшкә».
Мәләктәргә әйтте Алла: «Ғәдәүәт ҡылмағыҙ изһар,
Был эштә һеҙ белә алмаған, Хоҙа белгән генә сер бар.
Улар ҙа, яҡшылар ҙа бар минең һәр әмеремә мәнҡад,
Минең барлыҡ вә берлекте көнө-төнө итерҙәр яд.
Минең фәйзем, нурым ерҙең йөҙөндә ингәс иткәс,
Арыз һәммә хәят әҫәрен нурымдан иҡтибас иткән».
Тинеләр: «Был хафа серҙең илаһи хикмәтен күрһәт,
Ҡатил төҫлө насар эшкә нисек һуң ҡылалар йөрьәт?»
Тине Алла: «Эгәр һеҙгә жәсад менән нәфес бирһәм,
Шулар төҫлө гонаһ эштәр ҡылырһығыҙ, шөбһәһеҙ, һеҙ һәм.
Уларҙың бәғзеһе шулай ваҡытса булһа ла ғази
Ахыр сиктә ҡылыр сәждә минең ғәзимәтемә ҡаршы.
Ниһан улай Хоҙаһына ҡылыр ул ғәжәзде изһар
Хоҙаға мәғситтән һуң итәр тәүбә вә истиғғар».
һаман улар был һүҙҙәргә ҡәнәғәт ҡылмаған төҫлө,
Тинеләр: «Беҙ әҙәмдәр төҫлө ҡылмабыҙ гонаһ эште».
Гүйә шунда әйтмеш Алла: «Көтөп тороғоҙ бына инде,
Был эштәрҙә ни хикмәт бар? Шуны тиҙ күрһәтермен», — ти.
Хоҙа ике фәрештәгә есем менән нәфес бирҙе,
Тамам кеше кеүек иткәс, быларҙы ергә индерҙе.
Төшәләр был икәү ер өҫтөндә иртүк тороп һәр көн,
Тороп көндөҙ ер өҫтөндә менәләр күккә һәр бер төн.
Әҙәмдәрҙең араһында хөкөм иткән былар ерҙә,
Нисә йылдар үтеп китте, ғази булманылар бер ҙә.
Мәләк булғас, мәләк инде, гонаһ эшкә ҡыҙыҡмайҙар,
«Сират мөстәҡим »дән һис ваҡытта ситкә сыҡмайҙар.
Имеш бер көн ғәжәп бер эш торҙо килгән мәләктәргә,
Килә быларға бер ҡатын кешеләрҙе әләкләргә.
Лайыҡ ирҙең фәрештәһе булырға был матур ҡатын
Мәләк тиһәң, мәләк төҫлө мәләктәргә килә яҡын.
Фәрештә түгел ул ҡатын, үҙе саҡ ун һигеҙ йәштә
Фәрештәләр ҡыҙыҡҡандар матур ҡатынды күргәс тә.
Килеү менән: «Минең дәғүәмде ныҡлап тыңлағыҙ, ти.
Шулай-шулай бер эш булды, шуға һеҙ хөкөм итегеҙ», — ти.
Шулай өҫтәп китәйек инде, улай бик кермәйек эскә,
Ошо ҡатын сәбәпле төштөләр былар гонаһ эшкә.
Мәләктәргә әйтте Алла: «Быларҙы күрмәнегеҙме инде,
Нәфсе биргәс, мәләктәрҙең шулай булырын беләм мин», — ти.
Ғази булған мәләктәргә Хоҙа бик ҙур яза биргән,
Ҡатын доға уҡып, күккә менеп йондоҙға әүерелгән.
Нисек булһа ла булды был ҙур эш, шулай үтеп китте,
Хоҙаның ҡәһерен күргәс, мәләктәр һәп сөкүт итте.
XI
Әҙәм үлгәс, әҙәм балалары ергә таралдылар,
Ҡайҙа матур урын булһа, уларҙы ҡулдарына алдылар.
Ҡыла башланылар былар боҙоҡлоҡтарҙың әнуғын,
Хоҙанан ҡурҡмай эшләйҙәр гонаһтарҙың эре-вағын.
Хоҙа әмер итә ерҙәге шул көнгә пәйғәмбәргә,
Ғази булған кешеләрҙе тура юлдарға өндәргә.
Пәйғәмбәр арҡылы килгән Хоҙа һүҙен ишетмәйҙәр,
Баралар башҡа юл менән, был динде бер ҙә көтмәйҙәр.
Боҙоҡлоҡ эшләмәҫ өсөн быларға дин генә етмәй,
Күңелде сын ғилем вә выждан менән бик ныҡлы беркетмәй.
Буялды, пәрҙәләнде күҙҙәре алтын-көмөш менән,
Ҡарап торһаң, Әҙәм балалары мәшғүл юҡ эш менән.
Ихәүәт һәм мөхәббәт телдә бар, һис бер күңелдә юҡ,
Әҙәмдәрҙең ғәзиз ғүмерҙәре үтә һуғыш менән,
Күрә Алла: фәсад ҡылмаусылар ундан берәү сыҡмай,
Таҙа күңелле, саф вә выжданлы миллиондан берәү сыҡмай.
Рәсүлдәре арҡылы Алла китаптар индерә ергә,
Уның һайын әҙәмдәр иргәкәп итәләр кәбаирғә.
Нисек тә һис төҙәлмәйҙәр, китәләр диндәрен тапап
Быларҙың араһынан булмай инде һис берен маҡтап.
Үтә көндәр, ер өҫтөндә фәсех, фәсад һаман арта,
Итәғәт юҡ, бирәләр һәр ваҡыт Хаҡ әмеренә арҡа.
Хоҙаның үҙенә лә сәждә ҡылмай башлағас инсан
Мәләктәр әйткәненсә, башланы былар түгергә ҡан.
Хоҙаға ысын шәрәйек ҡайтҡас сынымдар яһап алтындан
Кә мәмнүн булманы Алла был инсандарҙы холҡонан.
              Башҡорт халыҡ ижады. 7-се том. Яҙма ҡисса һәм дастандар. — Өфө: Китап, 2004. — 624 б.